Еңгәсәм Кәшифә апай “ҡош теле хәтле” хат-хәбәрҙән һуң күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Кинәт детдомдағы эшен ташланы, кешегә күренмәй, өйөндә генә ята башланы, паспорт алды. Ә бер көндө уның, тәҙрәләрен таҡта менән ҡаплап, ишеген бикләп, Свердловск өлкәһендә торф сығарыу эшендәге ағаларына китеүе тураһында хәбәр таралды. Һәр нәмәне белеп, ишетеп, күреп йәшәгән күршеләр был ашығыс юғалыуҙың ысын сәбәбен һиҙенһәләр ҙә, уны ҡысҡырып әйтергә ҡыймай. Әммә серле тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылмай: һәр ауылдаштың хәленә кереп, серҙәрен уртаҡлашып йәшәүсе дежур Хәйерниса әбейгә еңгәсәйҙән хат килә. Хатында ул кейәүгә сығыуын, балаға уҙыуын, бәбәй көтөүен белдерә. Хатты аңларға тырышып, ауылда төрлө “риүәйәт”тәр тыңлап күпме ваҡыт уҙғандыр, ҡаҙ өмәләре осоронда, улын күтәреп, еңгәсәй үҙе ҡайтып төшә. Кемгә тиһегеҙме, беҙгә! Китеүенә биш ай ҙа тулмағанда! Әсәйем был хәлдән бик тә ҡыйынһынып хурланһа ла, һүҙ әйтеүен ишетмәнем. Миңә генә еңгәсәйҙе “еңгәсәй” тимәҫкә, “Кәшифә апай”, тиергә бойорҙо, “оятһыҙ ул”, тине. Шуныһы ғәжәп тип әйтә ине әсәйем: был хәлгә күршеләрҙән бер кемдең дә ғәжәпләнмәүе ғәжәп. Әйтерһең дә, шулай булырға тейеш һәм шулай булған. Малай башта исемһеҙ һәм фамилияһыҙ үҫә. Күпмелер ваҡыттан һуң ғына атаһыҙ тыуған балаға пособиеһын алыр өсөн, уға Ҡәҙерйән тигән исем ҡушып, отчествоһына бынан ун йылдар элек үлгән ағайым исемен – “Әүҙәх улы” тип яҙалар. Быны ишеткәс, әсәйем түҙмәй, уйнаштан тыуған балаға изге йән улым исемен ҡушыуына ризалығым юҡ, ти, Ғүмәр ҡоҙаларға барып. Кәшифә апай, шуны белеүгә, улын күтәреп, беҙҙән үҙ өйөнә ҡайтып китә.
Шулай күпме ваҡыт уҙғандыр, мин уҡырға кереп, каникулға сыҡҡас, әсәйем Кәшифә апайҙан ағайымдың думбыраһын алып ҡайтырға ебәрҙе.
– Елдән тыуған балаһынан минең улым иҫтәлеген ваттырмаһын, – тине.
Барҙым. Ҡәҙерйән инде, ҡалаҡ тотоп, үҙе ашай башлаған, һорағанға яуабы ла була ине.
– Был кемдеке? – тинем мин, гитараға күрһәтеп.
Ҡәҙерйән, стеналағы ағайым фотоһына күрһәтеп: “Абба”, – тине лә гитараға үрелде, уның ҡылын сиртеп, йылмайғандай итте. Ошо хәрәкәттәре ҡоралһыҙландырғас, мин, ирекһеҙҙән, буш ҡул менән ҡайтып китергә мәжбүр булдым. Ул бала гитарала уйнай башлаған, уны рәхәттән мәхрүм иткем килмәне, тинем әсәйемә. Икенсе бер ҡайтыуыма, Кәшифә апайҙың, Ҡәҙерйәнде имсәктән айырып, ҡоҙаларға, йәғни Ғүмәр бабайҙарға ҡалдырып, ситкә китеүен әйттеләр. Шулай итеп, донъя мәшәҡәттәре беҙҙе еңде, минең үҙ хыялдарым, үҙ өмөттәрем үҙ юлына тартты, Ҡәҙерйән-Кәшифә тормошона түгел, үҙ тормошома ла күҙ-ҡул етмәй башланы. Уҡыуымды бөтөргәнсе үк өйләнеп, үҙ балаларымды ҡарарға ла ваҡыт һәм аҡса етмәү сәбәпле, һөнәремде алыштырырға тура килде. Яңы эш мине тамам үҙенә һурҙы, ауылға ҡайтыуҙар бөттө, трудәрмиәнән сирләп ҡайтҡан атайымды, күпме йөрөһә лә, дауалай алманылар, мәрхүм булды.
Йомоштарым менән Мәҙәниәт институтына барғас, осраҡлы рәүештә Ҡәҙерйән менән күрештем.
– Мин бит хәҙер эшләйем, заочныйға күстем. Театр оркестрында гитарасымын. Ролдәр ҙә биргеләйҙәр. Мин бит дипломлы артист та, музыкант та. Бына, үҙем ҡыллы инструменттар оркестры ойоштороп йөрөйөм әле, – ти Ҡәҙерйән. – Мин Мәнәүезтамаҡҡа ҡайтҡанда гел һине һүгәләр. “Ауылды бөтөрҙөләр, председателде киноға төшөрөргә тип ҡайта, ә күлдәр ҡороуын да, Ағиҙел бөтөүен дә күрмәй. Шул кешене режиссер тип буламы”, – тиҙәр.
– Һине лә маҡтамайҙар. Аҡтаныш районына командировкаға барғас, үҙебеҙҙең ауылды ла күреп ҡайтырға булдым. Хужалар алышынған булһа ла, хужаһыҙлыҡ шул уҡ ҡалған. Һинән “исемен алыштырған, һөнәре шул уҡ думбыра сиртеү” тип көләләр.
– Бик хаҡлы көләләр. Ҡәҙерем булмағанда, “Ҡәҙерйән” булып йөрөүе көлкө тойолғанлыҡтан, дөрөҫтән дә исемемде “Камил”ға алыштырҙым. Әммә ләкин исем алыштырып ҡына камиллыҡҡа ирешеп булмай икән.
Был осраҡлы күрешеүҙән һуң миндә төрлө хыялдар шишмәһе “бәреп сыҡты”. Шуларҙың береһен эләктереп, хужабыҙға керҙем, тәбиғәтте яҡлау һәм экологияны байраҡ итеп, Башҡортостандағы ауылыбыҙ базаһында документаль-нәфис фильм төшөрөү тәҡдиме яһаным. Хужабыҙ, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, тейешле барлыҡ документтарға ҡул ҡуйып, Өфө ҡалаһындағы таныштары аша уларҙың телевидениеһы менән гәзиттәрен дә эшкә екте. Был инде миңә ойоштороуҙа ҙур ярҙам ине. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына, план төҙөп, сценарий яҙырға ултырҙым.
Барыһын да иҫәпләп, һанап сыҡҡас, экспедицияла концерт ҡуйыу мөмкинлеге лә асыҡланды. Тик сметаға ҡул ҡуйылһа ла, унда концерт төркөмө айырым күрһәтелмәгәс, мин Камилға мөрәжәғәт итергә булдым. Эстрада артистары араһында таныштары күптер тигән өмөт менән эҙләп киттем уны. Ял ваҡыттары ине. Үтенесемде аңлаттым. Ул ризалашып ҡына ҡалманы, үҙ төркөмөнөң сығымдарын үҙ театры күтәрәсәгенә лә ышандырҙы, бәлки, әле “левый” концерттар ҙа ойошторорбоҙ, тине. Баҡһаң-күрһәң, “ҡыллы квартет” төҙөп, улар үҙҙәрен-үҙҙәре тәьмин итеп йәшәүгә күскән икән. Камилдың йәш балалы ҡатынына ла вазифа таптыҡ. Ул концертта бейеүсе булараҡ ҡатнаша, экспедицияның матбуғат секретары ла буласаҡ. Беҙ әҙерләнгән арала Башҡортостан дуҫтары беҙҙән өлгөрөрәк булып, кино төшөрөргә килеүебеҙ тураһында гәзиттә русса ла, башҡортса ла яҙып та сыҡтылар. Телевизион тапшырыуға Өфөгә мине лә саҡыралар. Мин музыкантым менән киләм, тинем. Барҙыҡ, күрҙек, һөйләштек.
Шул эштәр менән йөрөп, расписаниебыҙҙан бер аҙ һуңлаһаҡ та, афишалар әҙер булыуға, экспедицияға киттек. Йәмғебеҙ – ун дүрт сәнғәткәр. Беҙҙе, колхоз идараһы, элек детдом булған урындағы берҙән-бер һаҡланған ҡунаҡ йортона урынлаштырып, ашханаһына ризыҡ әҙерләүсе билдәләне, эшкә йөрөргә кырандасҡа егелгән ат бирҙе. Был хәтле үк комфорт көтмәһәк тә, шулай булырға тейеш тигән тәьҫир ҡалдырырға тырыштыҡ. Съемкалар башланғансы, урындарҙы ҡарап, ҡайҙа нисек төшөрөү мәсьәләләрен хәл иттек. Камил бригадаһы концерт программаһын эшләне.
Беренсе концертты йома кисенә билдәләнеләр. Интервьюлар алыу өсөн, кешеләрҙе саҡыртып, мин һөйләштем. Һөйләргә теләүселәр күп икән. Ләкин һәр ҡайһыһының һүҙе нефтселәрҙең ауылды, тәбиғәтте боҙоуҙарына барып терәлә. Колхоз рәйесенең тәҡдиме менән, берәү күлдәрҙең ҡороуы тураһында һөйләһә; икенсе “оратор” Ағиҙелдең бөтөүе, пароход тауыштарын һағыныуы тураһында; ҡатын-ҡыҙҙарҙан ике еңгә шишмәләрҙең боҙолоуы, уларҙың хәҙерге һыуы сәйгә ярамауы тураһында “зарланырға” тейеш, тип килештек. Тәнәфестән һуң, икенсе бүлек алдынан, колхоз рәйесе нефтселәргә “ультиматум” ҡуйырға тейеш: “Колхоз ерҙәренән һурҙыртып сығарылған нефть өсөн, керемдең һис юғы 30 процентын колхоз кассаһына!” Быға рәйес ризалашмай, “боҙолған болондар өсөн нефтселәр түләне һәм һаман түләйҙәр, качалкаларын ғына һүтеп алһындар, 30 процентлы түләү талабын мин түгел, ана 83 йәшлек Әғзәм ағай әйтергә тейеш”, – ти. Әғзәм бабай иһә: “Миңә качалкаларҙың зыяны юҡ”, – ти.
Уртаҡ фекергә килә алмайынса, концерт көнөн көтөргә булалар. Йәнәһе, ситуацияға ҡарарбыҙ! Ә ситуация бөтөнләй көтөлмәгән “концерт” күрһәтә: республиканың русса гәзитендә, Ағиҙел бөтөүҙә Иштуған һыу һаҡлағысының ғәйебен иҫбатлап, мәҡәлә баҫылып сыға. Шул мәҡәләнең татарсаһын район гәзитендә лә баҫтырып сығаралар. Был хәбәрҙәр Мәскәүгә лә ишетелеп, үҙәк телевидениела Иштуғандан репортаж бирәләр: “Тәбиғәт боҙолоуға, Ағиҙел һайығыуға, күлдәр ҡороуға нефтселәр түгел – һыу һаҡлағыс ғәйепле. Дәүләт 500 миллион һум аҡсалата зыян күрә. 6000 гектар һөрөнтө ер, шул ҡәҙәрле үк көтөүлектәр, урмандар юғала. Урмандар менән бергә, ваҡ йылғалар, инештәр, шишмәләр, йәнлектәр юғалыуы, кешеләрҙәге нәфис хистәр, тойғолар тупаҫланыуы тураһында уйлаһаҡ, “һыу һаҡлағыс” исеме аҫтындағы афәт, тәбиғи, биологик нигеҙҙә йәшәүгә күсеү икәнен күрербеҙ. Был – кешенең үҙенә-үҙе ҡәбер ҡаҙыуға тиң”.
Ауылдаштар, береһе икенсеһенә әйтеп, икенсеһе өсөнсөһөнә берҙе биш итеп һөйләүҙән беҙҙең кино төшөрөү “әрмиәһенә” ышаныс кәмеһә лә, концертҡа кеше күп килгәйне. Интервью биреүселәрҙең һүҙҙәрендә өмөтһөҙлөк, кешегә ышанмау һиҙелә. Дежур Хәйерниса әбейҙең: “Беҙгә Ағиҙел һайығыу ҙа, әллә ҡайҙағы урмандар ҡырылып, йылғалар ҡороуы ла ҡурҡыныс түгел, ә бына ауылыбыҙҙағы шифалы Күҙ шишмәһенең һыуы бөтөп, Ерек шишмәһенең эсергә ярамаҫ тоҙлоға әүерелеүен белә тороп бөлөү, ағыуланыу әкренләп үлеү, тип һөйләүе клуб тулы халыҡты уятып ебәрҙе. Хәйерниса әбейҙең һүҙҙәрен хупламаған кеше ҡалмағандыр. Беҙ, әлбиттә, барыһын да таҫмаға төшөрөп, тауыштарын яҙҙырып барҙыҡ. Концерттан һуң Камил Әүҙәховичтың абруйы бермә-бер күтәрелеп, исеме бөтә районға яңғыраны. Талант, тинеләр. Район етәкселәре тәҡдиме менән, уның “ҡыллы квартеты” биш колхозда “гарантийный концерт” ҡуйырға ризалашты. Ә беҙ иһә Мәнәүезтамаҡ клубында һаубуллашыу концертына ҡәҙәр планлы эшебеҙҙе дауам иттек. Теләгәндәрҙе диктофонға яҙҙырып, боҙолған тәбиғәтте, тағы ла “боҙобораҡ”, киноға төшөрҙөк.
...Һәммәбеҙ әйтелгән ваҡытына килһә лә, рәйес ағай һүҙ башламай ултырҙы. Башҡа саҡта һүҙ алдынан сәй тәҡдим итһә, бөгөн ул көтмәгәндә тәмәке ҡабыҙҙы, беҙгә лә тәҡдим итте. Тәмәкеһеҙ ҙә һәр ҡайһыбыҙҙан ғәжәпләнеү, шикләнеү төтөнө сыҡҡанлыҡтан, рәхмәт әйтеп, көтөп ултырабыҙ.
Бер аҙҙан ул, ҡулына гәзит алып: “Уҡынығыҙмы?” – тине.
– Мәҡәләнең исеменә иғтибар итегеҙ: “Иштуған кемгә иш тә, туған да түгел?” тигән һорау ҡуйылып, шунда уҡ яуабы ла яҙыла. Тыңлағыҙ: “Иштуғандың артистарына иш тә, туған да түгел. Улар өсөн беҙҙең хөкүмәт планы буйынса төҙөлөшөбөҙ халыҡ ризалығынан тыш төҙөлөп ятыусы башбаштаҡлыҡ, афера, партизанщина икән...” Дальше, “Түбән Каманы быуғас күтәрелеп, болондарға зыян килмәһен өсөн өйҙөрөлгән дамбалар яҙғы ташҡын ваҡытында һыу йәйелеүҙе туҡтатһа ла, халыҡтағы яңылыш уйҙарҙы туҡтата алмай. Халыҡ был эштә Иштуған төҙөлөшөн ғәйепләй. Шул фекерҙе Татарстан сәнғәткәрҙәре ҡеүәтләп, махсус фильм төшөрәләр, ауылдан ауылға йөрөп, ҡороған күлдәргә, тоҙло шишмәләргә йыназа уҡыйҙар”.
– Аңлашылды, – тине Камил. – Беҙгә хушлашыу концертында был мәҡәләгә генә түгел, бындай фекерҙең йәшәүен туҡтатырлыҡ яуап бирергә кәрәк.
– Гәзиттә хаҡлыҡ та бар бит, ҡустым.
– Тәбиғәттең үҙгәреүе, экологияның боҙолоуы – иҫбатлауҙы һорай! Беҙҙең миссия хөкөм ҡарары сығарыуҙа түгел, ә... ғәйеплене күрһәтеү.
– Мәҡәлә авторы прогресты, энергетиктарҙы ғәйепләп, Татарстанға таш ырғыта.
– Хушлашыу концерты булмаясаҡ, тигән һүҙ.