Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Сентябрь 2019, 18:02

Әхтәм ЗАРИПОВ. Күпер. Повесть. (Ҡарға бутҡаһы)

Әхтәм Зарипов 1935 йылдың 15 июлендә Илеш районы Тәжәй ауылында тыуып үҫкән. М. С. Щепкин исемендәге театр училищеһын, Бөтә Союз телевидение һәм радиотапшырыуҙар хеҙмәткәрҙәренең институтын тамамлаған. 1961 – 1972 йылдарҙа – Татар академия драма театры актеры, 1987 – 1994 йылдарҙа – “Татарстан” телевидениеһының Ҡаҙан телестудияһы баш режиссеры. Тиҫтәләгән телефильм һәм телеспектакль сценарийы авторы, ҡуйыусы режиссеры. Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Яҙмамды ахырынан башлаһам да, башынан тотонһам да, иң кәрәкле бер “киҫәге” төшөп ҡалыр һәм “сылбыр” ялғанмаҫ кеүек тойола. “Киҫәк”тәргә генә түгел, айырым һүҙҙәргә лә ҡағыла был иҫкәртеү. Әйтәйек, “детдом” һүҙен ниңә “балалар йорто” тип кенә яҙайым? Ни өсөн тигәндә, “детдом” балалар йорто ғына түгел, ул беҙ үҫкәндә “башҡа донъя”, “үҙгә тормош”, “мөғжизәләр иле” тигәнде лә аңлата ине. Тағы бер киҫәтеүем: ваҡиғалар минең исемдән яҙылһа ла, ҡайһы берҙәре ишетелгәнгә таянып, “сылбыр”ға ялғаныр. Ҡайҙалыр һүҙ ялғанға таянып ялғана икән, уның да нигеҙендә ысын дөрөҫлөк ятыр. Икенсе төрлө әйткәндә, ялған ысындан башлана.

Ҡарға бутҡаһы


...Беҙҙең ауыл “Мәнәүезтамаҡ” тип атала, сөнки ул Ағиҙелгә ҡойоусы Мәнәүез йылғаһы буйына урынлашҡан. Йылғаның теге яғында – “донъяның иң бейек” тауы, тау өҫтөндә – донъялағы иң ҡуйы имән ҡатыш ҡарағай, ҡайын урманы. Урман артында, Ағиҙел буйындағы Аҡтау башында, детдом. Асылған сағында унда тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған етемдәр генә тәрбиәләнһә, һуғыш башланғас, Белоруссиянан, Литва менән Латвиянан, Молдавиянан эвакуацияланып килгән төрлө милләт балалары менән тула.“Тултырыу” һүҙен беҙҙең ауылдан детдомға менеп эшләп йөрөүсе “воспитательница”ларҙың өйҙәренә бала эйәртеп ҡайтыуы әйттермәнеме икән:

“Ятыр урындары юҡ – килтереп тултырҙылар”.

“Бер ҡалаҡ менән биш ауыҙ тултырырға”.

“Төпһөҙ ҡоҙоҡто һыу менән тултырып буламы?..”

...Эштәр яйланып киткәс, бындай һөйләшеүҙәр кәмеһә лә, тәрбиәселәренә эйәреп ҡайтыусы балалар артты. Бәлки, миңә генә шулай тойолғандыр. Һәр хәлдә, бер туған ике малай, Ғүмәр бабайҙың ҡыҙы Кәшифә апайға эйәреп ҡайтып, аҙналар буйы беҙҙең ауылда йәшәне. Детдомға “отмечаться” итергә генә менәләр икән.

...Кәшифә апай (минең бер туған ағайым Әүҙәхтең “йәрәшелгән” ҡыҙы) икеһенә лә ун һигеҙ йәш тулыуға, загсҡа кереп, туй яһаясаҡтар. Улар шуны көтөп йәшәй. Былар хаҡында мин атайым менән әсәйем һөйләүенән аңланым. Хәҙер инде, атайым “трудәрмиә”гә алынғас, ағайымдың көн-төн шул Кәшифәне һағалауынан, әсәйем уны “сабыр бул, ашығып өҙмә бешмәгән алманы” тип аҡыл өйрәтеүенән, был эштәрҙең ахыры яҡынлашыуын һиҙенеп, мин дә туй булыуын көтә инем. Тик ағайым түгел, мин ашыҡҡанмын.

...1943 йылдың йылғаларҙа боҙ киткән ҡояшлы бер йомаһында, әсәйемдең фин һуғышынан ғәрипләнеп, үпкәһенә һалҡын тейҙереүҙән ауырып үлгән ҡустыһы Шәрифулла ағайҙан ҡалған кәстүм-салбарҙарҙы кейеп, ҡулына думбыраһын алып (“гитара” тигән һүҙҙе һирәк әйтәләр), ике иптәш егете менән ағайым ҡайын һуты эсеп хозурланырға киттеләр. Урманға. Әсәйем: “Кем инде урманға йүнле кейем кейеп бара”, – тип, һуҡранып ҡалды.

Ул көндө ауыл малайҙарына эйәргән детдом балалары менән, кешенән-кешегә кереп, кәрзин-силәктәребеҙгә “ҡарға бутҡаһы” бешерергә ризыҡ йыябыҙ. Күптәр йомортҡа бирһә, кемдер ус тултырып ярма, һыйырлылар – һөт, ҡайһы берҙәре ҡалаҡ тултырып май һала. Һуғыш осоро булһа ла, һәр йорттан ниҙер тама. Ире, сулаҡланып, әрмиәнән ҡотолоп ҡалған (әсәйем “ҡасып ҡалған”, ти) Хәкимәттәйҙең хатта “кәрәмил” тигән ике кәмфит менән бер шаҡмаҡ ысын шәкәр биреүе олораҡ малайҙарҙы һуғыштыра яҙҙы. Усаҡ тоҡандырыу өсөн кәрәсин шешәһе тотҡан Йәүҙәт менән ҡоро утын күтәргән Сәғит кәрәмилде алып ҡапһалар ҙа, шәкәрҙе, бүлә алмағас, кәрзингә һалдылар. Ризыҡтар йыйылып бөткәс, Йәүҙәт менән Сәғит етәкселегендә “бутҡасылар” Мәнәүез йылғаһының теге ярындағы “Һыйыр ҡулы” тигән тау ышығына юл тота. Мин дә шунда. Мәнәүездә боҙҙоң тығылған сағы. Теге яҡҡа туранан-тура сығып булмаһа ла, боҙҙан боҙға һикереп, ситтәренә һалынған иҫке таҡталар аша кисеү мөмкинлеге яһағандар. Ул саҡта йәшем ете тулып уҙғанлыҡтан, миңә, оҙатыусыһыҙ, үҙемә генә барыу рөхсәт ителгәйне. Улай ғына ла түгел, эвакуацияланып килгән Вәсилгә күҙ-ҡолаҡ булыуҙа уның ағаһы Вәдимгә ярҙам да итергә ҡушыла. Ҡушыусыһы – киләсәктә үҙ еңгәсем булаһы кеше, шуға күрә, “күҙ-ҡолаҡ” булыу ни икәнен аңламаһам да, йомош ҡушылыу, йомош алыу абруйымды үҫтергәс, “ярай” тип ризалаштым.

Мәнәүезде кисеү урынындағы тау итәгендә ағайым ике иптәше менән, бутҡасыларҙы дәртләндереп, думбыра сиртә, таҡмаҡ әйтә. Әлегә “еңгәсәй” тиергә рөхсәт ителмәгән Кәшифә апай, детдомдан төшкән һәр балаға ниҙер әйтеп, оҙатып ҡала. Тәрбиәсе! Бутҡасылар төркөмө, Мәнәүезде кисеп, Һыйыр ҡулына күтәрелгәс, нәмәне нисек бешереү мәсьәләһен хәл итте лә, Йәүҙәт менән Сәғит усаҡ тоҡандырып ебәрҙе. Беҙгә, “мешайт” итмәҫ өсөн, бутҡа бешкәнсе сепрәк туп тибеп, быяла ватығы һалып, аҡһаҡлы уйнарға ҡуштылар.

Күпме ваҡыт уйнағанбыҙҙыр, кинәт, кемдер берәү: “Боҙ китә”, “Боҙ аға!” – тип ҡысҡырмаһынмы! Беҙ быны шатлыҡлы хәбәр булараҡ ҡабул итеп, “ура” ҡысҡырышһаҡ, усаҡ тирәһендәгеләр иһә, тиҙ-тиҙ йыйынып, тауҙан йылғаға табан сабыша башланылар. Кемдер ҡайҙа барырға, ни эшләргә белмәй илай; кемдер кемделер саҡыра, кемдер (һуңынан ололарса әйткәндә) “ысын-ысынлап паниковать итә”. Ауыл яғына сығырға ашҡына. Ә мин, шул буталыштан файҙаланып, Хәкимәттәй биргән шәкәр шаҡмағын эҙләйем. Юҡ бит! Юҡ! Таба алмауымдан ғажиз булып, башымды күтәреп ҡараһам, Вәсил менән Вәдим минән ниҙер көтөп тора.

– Ниңә ҡайтмайһығыҙ? – тип аҡырыуымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

– Ҡайҙа? – тине Вәдим.

– Ҡайҙа булһын – өйгә!

– Беҙҙең өй Белоруссияла ҡалды бит!

– Бындағыһына!

– Детдомғамы?

– Кәшифә апайҙарға!

Илап интегеүсе Вәсилде етәкләгән Вәдим үҙе илай ҙа, йүгерә лә алмай һаман аптырап тора. Илар ине – йыуатыусыһы юҡ. Атаһы һуғышта, әсәһе эвакуацияланып килеүҙәренең икенсе йылында уҡ кинәт ауырып вафат булған. Етем ҡалған ике улы рәсми детдом балалары һаналһа ла, әсәләре иҫән саҡта йәшәгән колхоз йортонда Кәшифә апай ҡарамағында көн күрә.

Силсәүиткә килгән мисәтле яҙыу буйынса, аталары “хәбәрһеҙ юғалған” офицер икән. Әммә уның табылыуы ихтимал булғанлыҡтан, малайҙар шул табылыу хәбәрен көтөп йәшәй. Күпмелер пособие ла, эвакуацияланғандарға бирелеүсе икмәк тә алалар. (Әсәйем уларҙы ике һыйырҙы имеүсе быҙауҙар, ти). Имеш-мимештәргә ышанһаң – Кәшифә апай шул етемдәр ризығы иҫәбенә уларҙы ҡарап йәшәй, имеш.

...Боҙ ағыуҙан йәшәү ағышына күсеп, ситкә китеп барам икән...

Беҙ, өс малай, аҡһап-туҡһап, илай-илай кисеү тураһына килеп еткәндә, бутҡасыларҙың барыһы ла тиерлек йылғаның ауыл яғына сығып, айҙан төшкәндәй көтөп тороусы – ҡаршы алыусыларға күргән-белгәндәрен һөйләйҙәр. Тау итәгендә думбыра сиртеп, таҡмаҡ әйтеп ултырған өс ағайҙың өсөһө лә, тығылған боҙ өйөмдәренә ҡулдары менән ишаралап, беҙгә юл күрһәтә. Ә мин, улар һүҙенә ҡарамай, ярға сығарып ташланған оҙон таҡтаның бер башын ярҙа ҡалдырып, икенсе башын ләмгә ултырған боҙға ауҙарҙым да, һикерә-һикерә теге яҡҡа сығып йығылдым. Ятҡан ерҙән күрәм – Вәдим дә ана Вәсилгә минең арттан барырға, һикерергә ҡуша, этә, төртә, өҫтөрәй, ҡурҡыта. Тегеһе ҡурҡмай, тыңламай, ҡарыша. Ҡустыһын ҡулынан ысҡындырып, яр буйында ятҡан таяҡты алайым тиһә, Вәсил инде упҡын эсендә – сөмгөлдә. Күрмәнем – әллә инде ләмгә ултырған боҙ киҫәге күтәрелеп, әллә яңылыш баҫыуҙан таҡтаһы шыуышып, һыуға батыуын Вәсил үҙе лә һиҙмәй ҡалғандыр. Әммә был хәлдең үлем икәнен тау итәгендә тамаша ҡылып ултырған ағайҙар бик яҡшы аңлаған, күрәһең. Күҙ асып йомған арала, өс егеттең береһе тауҙан сабып төшә лә сөмгөлгә һикерә. “Ух, ах, уф!..” Ауыл яғына сыҡҡандар араһында тауыш күтәрелә. Йәнәһе, нисек-нисек итергә, нисек сығырға өйрәтәләр. Улар өйрәтә, ә Вәсилде эләктергән егет күҙҙән юғала. Үлем тынлығы урынлаша.

Яр башындағылар береһен-береһе ҡосаҡлап, кемделер ғәйепләп һүгенгән, илашҡан арала, бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан, Вәсилде күтәреп, ҡотҡарыусы ағай килеп сыға. Аптырауҙан, ғәжәпләнеүҙән тағы тынлыҡ булып ала. Шунда мин өҫтөнән һыу һарҡып торған ҡотҡарыусыға ҡараһам – ул үҙемдең Әүҙәх ағайым икән. Ағайым! Ул уны-быны ҡарамай, өйрәтеүселәр һүҙенә ҡолаҡ һалмай – Вәсилде ҡоҫтороп, яһалма һулыш алдырыу менән мәшғүл. (Яһалма һулыш алдырыуҙың ни икәнен мин шунда күрҙем.) Тығылған боҙ өйөмдәрен баҫма итеп, ағайымдың иптәш малайҙары Вәдимде лә сығарып баҫтырҙылар. Ағайым, кейемен һығып кейеүгә, миңә ҡысҡырҙы:

– Ятма, ер һалҡыны тиер!

Иптәш егеттәре менән улар ауылға табан саптылар. Мин дә уларға эйәрҙем. Яр буйына ниҙер һиҙенеп төшкән беҙҙең әсәйгә Вәсилде ҡотҡарғандағы батырлыҡтары хаҡында маҡтана башланылар.

Йәүҙәт: “Мин уға һыу ағымына ҡарама, минең арттан барыуыңды ғына бел! – тиһәм дә, малай тыңламаны – ағымға ҡараны”.

Сәғит: “Яр буйындағы ҡолғаны тот! – тим, ә ул ҡолағын тота”.

Ә Хәүәдис исемле малай Йәүҙәт менән Сәғиттең йомортҡа тултырған кәрзиндәрен ҡулдан ысҡындырмай, боҙҙан-боҙға һикереп, өйҙәренә табан сабыуҙарын күргән...

Был ғәйре тәбиғи хәл, ауыл халҡы өсөн, оҙаҡ ғүмерҙәр онотолмаҫлыҡ бер ваҡиға булһа, ышанғандар өсөн Вәсил – бер үлеп терелгән кеше, беҙҙең ағайым иһә, Хызыр ғәләйһиссәләмгә тиң изге йән булараҡ, телдән телгә күсеп йәшәне.

...Хәҙер тыуған көндәрҙе йылына нисә тапҡыр кәрәк, шулай байрам итеп үткәрәләр, элек бит ауылда тыуған көндәрҙе үткәреү йолаһы, ғөмүмән, юҡ ине.

Ҡарға бутҡаһы бешерәһе көндө егеттәрҙең ҡайын һуты эсергә тигән һылтау менән урманға менергә йыйыныуҙары – ағайыма ун һигеҙ йәш тулыуҙы билдәләү, ә тау итәгендә ултырыуҙары иһә Кәшифә апайҙың килеүен көтөүҙәре булған икән. Ул көнгө ваҡиғаларҙың йәнле шаһиттары булһаҡ та, Кәшифә апайҙың тотҡарланыуына сәбәпте беҙ белмәйбеҙ әле.

Вәсилдең һыуға батасағын күңеле менән һиҙенгән тиер инең – был ышаныслы сәбәп түгел. Сөнки Кәшифә апай, ауылдағы ете комсомолдың береһе булараҡ, төрлө хөрәфәттәргә ышанмай, ә бына үҙендә юҡ ауырыуҙар табып, төрлө үләндәр ҡайнатып эсергә тигәндә, ул ҡыҙҙарҙың иң “аҙғыны”. Ағайымдың Вәсилде һыуға батыуҙан ҡотҡарыуы хаҡында ишетеүгә үк, ул, малайҙарҙың өйгә ҡайтыуҙарын да көтмәйенсә, “митпунктҡа”, һыуыҡ тейеүҙән һаҡлар өсөн таблеткалар, үләндәр һорап килә. Үләндәре булмаһа ла, “митпунктта” “барлыҡ ауырыуҙарҙан иң тиҙ терелтә торған” аспирин тигән дарыу бар икән, шуны алып ҡайтып, ике малайға ла көсләп эсерә лә, телефондан детдомға хәбәр итеү өсөн, силсәүиткә йүгерә. Ул саҡ берҙән-бер телефон шунда ғына була. Тик ул көндө ҡайҙалыр сыбығы өҙөлгәнлектән, телефон эшләмәй. Кәшифә апай, “ах-ух” килеүҙән һуң, сәркәтип ҡыҙҙың көтөлмәгән хәбәренә: “Һин, Сәриә, шаяртаһыңмы, ысынлап әйтәһеңме?” – ти.

– Армияға саҡырыу хәбәре шаярыу уйыны түгел. Хәрби комиссариатҡа шылтыратып та асыҡлар инек – телефон эшләмәй. Комиссарҙың миңә телефонограмма тапшырғанда әйткәне шул: “15 апрелдә егеттең тыуған көнө уҙмайынса, хәбәрҙе әйтмәй тор”, – тине. Мә, уҡы: “15 майҙа юл ҡапсығына бер аҙналыҡ аҙыҡ-түлек, ватылмаҫ һауыт, ҡалаҡ-сәнске һалып, комиссариатҡа килергә”.

– Әүҙәх үҙе беләме был хаҡта?

– Ҡайҙан белһен – ун бишенсе апрель иртәгә генә бит әле. Иртәгә әйтермен, тип тора инем.

– Әйтмә, һиҙҙермә, Сәриә. Хәбәрҙе мин үҙем, үҙемсә йомшартып еткерермен.

– Әйтмәйсә ярамай. Ун алтынсы числонан да ҡалмайса, ул үҙенең ҡасан китәһен белергә тейеш.

...Был хәбәр Кәшифә апай өсөн ағайымдың Вәсилде ҡотҡарырға ташланған сөмгөлөнән дә хәтәрерәк булғанға, теҙгенде үҙ ҡулына ала ул. Кеше арҡылы ғына бик тиҙ ағайыма саҡырыу яҙыуы ебәрә. Ауыл советында силсәүит дежуры булып эшләүсе Хәйерниса әбей ул яҙыуҙы миңә бирә. Мин бит әле уҡый белмәйем, “Атайымдан хат бар”, – тип яҙыуҙы ағайыма бирҙем, әсәйемә лә әйттем. Ағайым, ҡараңғы төшөр-төшмөҫ, кейенде лә, “клубҡа барам”, тип сығып та китте. Әсәйем быға бик тә аптырап ҡалды.

– Яғылмаған, утһыҙ клубта ни эшләр икән ул, артынан күҙәтеп бар, – тип, мине ағайым артынан “шпионлыҡҡа” ебәрҙе. Ағайым клубҡа кермәне, силсәүит алдында туҡталып ҡалды. Шунда уҡ Кәшифә апай, силсәүиттән сығып, ағайыма ниҙер әйтте лә уны өҫтөрәй, ҡыҫтай башланы. Уларға күренмәйенсә генә тыңлаған һүҙҙәренән мин шуны аңланым.

Кәшифә апай: “Сәриә көтә, барыһын да һөйләштек, яҙылышыу ысын законса буласаҡ”, – ти.

Ағайым: “Тыуған көнөм иртәгә генә бит әле, шаһитҡа иптәштәрҙе лә саҡырып яҙылышырбыҙ, күпкә түҙгәнде, бер көнгә түҙәйек, ашыҡмайыҡ”, – ти.

Кәшифә апай: “Беҙҙең инде никахыбыҙ бар, ниңә түҙергә?”

Ағайым: “Йолаһы шул бит”.

Кәшифә апай: “Минең йола ҡоло булғым килмәй”, – ти ҙә кинәт клубҡа табан атлай. Ағайым уға эйәрә.

Мин күренмәнем, ҡайтып киттем. Клубта ниҙәр булыуын һиҙенһәк тә, ул хаҡта ағайым да, әсәйем дә, Кәшифә апай ҙа бер ҡасан һүҙ сығарманылар, “йоттолар”.

Ике-өс көндән ағайым Кәшифә апай янына, колхоз йортона күсеп йәшәй башланы, миңә Ғүмәр бабайҙы “ҡоҙа”, Ҡәмәриә әбейҙе “ҡоҙағый” тиергә ҡуштылар. Тауыҡ һуйып, туҡмаслы аш бешереп, Мөғтәбәр менән Шәрифйән ағайҙы, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙы, Хәйерниса әбейҙе, тыумыштан һуҡыр Миңлехан бабайҙы саҡырып, Ҡөрьән уҡыттылар ҙа, “был мәжлесте туй булараҡ ҡабул итербеҙ”, тип, бер-берҙәренә хәйер, ҡоҙа менән ҡоҙағыйға һөлгө, башҡаларға ҡулъяулыҡ өләшкәс, ҡабат кишер сәйе эсеп, амин тоттолар. Был инде “шуның менән бөттө” тигән һүҙ ине.

...Кәшифә апайҙы мин шул көндән “еңгәсәй” тиергә тейеш булдым. Ул миңә һаман исемем менән өндәшеп, сигеүле ҡулъяулыҡ бирҙе. Туйҙар шулай “шаулап” уҙғас, донъялар иркенәйеп, табындар кесерәйеп ҡалғас, йәш парҙар артыҡҡа әүерелгән Вәсил менән Вәдимде, Мәнәүез йылғаһы аша Зәкәриә ағай кәмәһендә тау яҡҡа сығарып, детдомдарына мендереп төштөләр. “Каникулға” тиһәләр ҙә, уҡымаған Вәсил быға ышанмай, Вәдиме серҙе аңлағандыр, ахыры – ни әйткәнен белмәйем.

Өс-дүрт көн ағайым үҙебеҙҙең өйгә ҡайтып күренмәгәс, әсәйем, еңгәсәйебеҙҙе ғәйепләп, мине уларға тағы “разведкаға” ебәрҙе. Әллә фронтҡа алып киткәндәрме, тип борсолоуынан булғандыр. Повесткаһын ҡуйын кеҫәһендә йөрөтһә лә, китеү көнөн әсәйемә ишеттереүҙән икеһе лә һаҡлана ине.

Һаҡланмағайы, шартлаһалар ҙа, ун бишенсе май бик тиҙ килеп етте. Ағайымды, Мөғтәбәр ағай пожар аттарын кырандасҡа егеп оҙата барҙы. Башҡаларҙы, гармундар уйнап, илап-йырлап оҙатһалар, беҙҙең ағай думбыраһын сиртеп, еңгәсәйҙе йыуатып барған. Мөғтәбәр ағайға ышанғанда, иламаған да, йырламаған да – шиғыр һөйләгән. Һалдаттарҙы пароходҡа тейәп алып киткәнсе, еңгәсәй ағайымдың үҙен генә ҡалдырмаған, пристандә булған, шкипер менән һөйләшеп, бер кис уның каютаһында ҡунғандар. – “Каюта нимә ул?” – тип һорағас, еңгәсәйҙең “пароходтар хужаһының кабинеты” тигән яуабына әсәйемдең шатланғанын онотмайым. Күрәһең, улының ҙур кешеләр кабинетында ҡунырлыҡ абруйлы булыуына, фрунттан да, һүҙе үтеп, тиҙ әйләнеп ҡайтыуына өмөтләнеүҙән шулай шатланғандыр.

Китеүҙәре тиҙ булһа ла, ҡайтыусылары күренмәгән саҡ ине. Көн дә булмаһа ла, бик йыш “хәбәрһеҙ юғалды” йә иһә “батырҙарса һәләк булды” тигән “извещениелар” килә. Ҡулына мылтыҡ тоторлоҡ ир-аттар алынып бөткән һабан туйҙары уҙыуға, Шәрифйән ағай менән Мөғтәбәр ағайҙы ла алдылар.

Ауыл тынып, бушап ҡалды. “Хаты килмәгәнме?” тип һорарға еңгәсәй янына көн дә барам, тик уның илауынан башҡа яуабы юҡ ине.

Бер көндө ул үҙе беҙгә килде. Ниһайәт, ҡулында өсмөйөшлө һалдат хаты. “Алкино” тигән лагерҙа ҡаҡланылар, инде оҙаталар, тигән. “Ҡаҡланылар” һүҙе боҙолған булһа ла, еңгәсәй уны танып уҡыны. Әсәйем, шул боҙолған һүҙ хаҡында ишеткәс, еңгәне ғәйепләй башланы.

– Күҙенә трахум, тәненә ҡорсаңғы йоҡтораһың ҡалған. Һеҙгә шул сибәрлек кәрәк. Бына ултыр инде хәҙер боҙолмаған “извещение” көтөп.

– Тәүбә, тиң, әсәй.

– Исмаһам, үҙеңдең әсәй булыуыңа ойотҡо һалынмаған, бик еңелдән елберҙәйһең...

– Минең ғәйебем юҡ. Ул үҙе: “Атай ҙа булмағас, әсәйемдең үҙ хәле хәл, яңғыҙыңа етем бала үҫтереү ауыр булыр”, – тип үҙе мине һаҡланы.

– Ниңә әле һин хаты килгән тере кешегә ясин сығып, “етем бала” тиһең?

Мин уны Вәсил менән Вәдимде күҙҙә тотоп әйткәндер тип аңланым.

– Етем бала аҫраһың – ауыҙың-мороноң ҡан булыр, әммә ләкин – етем быҙау аҫраһаң, өҫтәлеңдә май булыр, тиҙәр. Онот шул детдомдыҡыларҙы. Бәлки, әле... ҡалғанһыңдыр? Беренсе бала үҙенең барлығын бик һаҡ һиҙҙерә ул.

– Юҡлығын һиҙҙергән хәбәрҙәр булмаһа, көтөр инем, инде икенсе хәбәр килерлек ваҡыт уҙып бара. Иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.

Әсәйем менән еңгәсәйҙең был һөйләшеүҙәре, минән йәшермәйсә, асыҡтан-асыҡ булғанлыҡтан, мин дә уны хәтеремдә һаҡлағанса яҙам.

...Һүҙҙе оҙайтыу йәки ҡыҫҡартыу беҙҙең ихтыярҙа булһа ла, ғүмерҙәр башҡа зат ихтыярында. Яҡшы хәбәрҙәрҙе оҙаҡ көтөп алһаң, яман хәбәр көттөрмәйсә, көтмәгәндә килә. Ағайымдан хат килеүҙе көтөп көтөк булған көндәрҙе яҙып тормайым. Улар бер-берҙәренә оҡшаш оҙондар ҙа, моңһоуҙар ҙа. 1 сентябрь уҙып, уҡыуҙар башланған бер көндө өсөнсө класс уҡыусыһы Әҙһәм миңә мисәтле конверт һуҙҙы:

– Мә, уҡы!

– Мин әле уҡырға өйрәнәм генә бит.

– Улайһа, уҡыма, өйрәнгәс уҡырһың. Бындай конвертта урыҫса извещение ғына була.

Еңгәсәй детдомда ҡунып эшләй ине ул саҡ. Ул ҡайтҡансы ятһын, тип, конвертты өрлөккә ҡыҫтырҙым. Борсолор, тип әсәйемә әйтмәнем. Ләкин Әҙһәм минән өлгөрөрәк булған, кемде осратһам шул: “Извещение килдеме ни?” – тип һорай. Икенсе көндө мәктәптән ҡайтыуыма илай-илай шешенеп бөткән әсәйем миңә ташлана:

– Үлемде йәшереп буламы ни? – ти.

Шул уҡ кисте, Вәсил менән Вәдимде етәкләп, еңгәсәй детдомдан ҡайтты. Уға ла хәбәрҙе ишеттергәйнеләр, сөнки Әҙһәмдең еңгәһе Ғилминиса почтала эшләй. Почтаға хәбәрҙең үҙ ваҡытында үҙ кешеһенә етеүе кәрәк – әйткәндәр, еткергәндәр. Еңгәсәй, конвертты ҡулына алғас, бер һүҙ әйтмәй күкрәгенә ҡыҫты ла, билдәһеҙ йыраҡлыҡтағы ағайыма өндәшкәндәй: “Һүҙеңде тыңлап, һүҙемдә тороп, Вәсилде үҙ исемемә оформить иттерәм. Тыныс ят, мин уны һинең беҙгә ҡалдырған бүләгең булараҡ тәрбиәләп үҫтерермен”.

– Бүләкте үҫтереп буламы ни, уны бары тик һаҡлайҙар ғына... – тине әсәйем, инде илауҙан туҡтап.

– Бергәләп һаҡларбыҙ, – тине еңгәсәй яуабында.

Беҙҙең ауыл клубында, үлеү хәбәре килгәс, ағайыма бағышланған йыназа намаҙы уҡылыу – быға ҡәҙәр булған хәл түгел, хатта ишетелмәгән дә бер эш ине.

Унан һуң, Вәсил менән Вәдим, эвакуацияланып килгән Белоруссия граждандары булғанлыҡтан, ниндәйҙер закон буйынса, детдом мәктәбендә русса ғына уҡырға тейешле булһалар ҙа, һәр икеһе лә башланғыс кластарҙа Мәнәүезтамаҡ мәктәбендә уҡып, бишенсе кластан ғына детдомға йөрөп уҡыны. Быныһы бер, икенсеһе – Кәшифә еңгәсәй детдомда ла эшләне, бәрәңге ерен үҙендә һаҡлар өсөн, колхоз эшенән дә баш тартманы.

Ике малайҙың да “милләтең кем?” тип һорағанда “татар” тигән яуабына ауылдаштар ғәжәпләнмәй ине. Сөнки, улар, ысынлап та, Белоруссияла йәшәүсе төрки телле ҡараимдарҙан булып, диндәре лә иудаизмдың ҡайһылыр беҙгә яҡын бер төрө икәнен һуғышта аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡан Әфҡәт ағай аңлатҡас, әсәйем өсөн улар, доға өйрәнеп, иманлы булырға йөрөүсе иң башлы мосолман шәкерттәр ине.

Шуларға өҫтәп, малайҙарҙың әсәһе Зәнәбирә апай мосолман зыяратына ислам дине ҡанундары ҡушҡанса ерләнгән. Ҡәберенә ғәрәп хәрефтәре менән доға һүҙҙәре яҙылып, ай һүрәтле мәрмәр таш ҡуйылған булыу, матур кәртәнең буяуын һәр йыл яңыртып, таҙартып тороуҙар барыһы ла ҡараимдарҙың үҙ булыуын раҫлай ине. Был изге эштәр детдом ябылып, ундағы тәрбиәләнеүселәргә һәм тәрбиәселәргә тыуған илдәренә ҡайтырға рәсми рөхсәт ителгәнгә ҡәҙәр дауам итә.

Вәсил дә, Вәдим дә табынға ултырғансы ҡул йыуырға, ашағас “амин” тоторға өйрәнгәс, уларҙы миңә үрнәк итеп күрһәтәләр ине. Миңә генә түгел, улар ауылдағы барлыҡ үҫмерҙәр өсөн үрнәк булғандыр. Доғалар уҡый белеүҙә генә түгел, ә, ғөмүмән, уҡыуҙа – мәктәп фәндәрен үҙләштереүҙә лә. Сөнки детдомда мәктәп уҡытыусыларының күбеһе Бөрө, Өфө, Стәрлетамаҡ техникумдарынан бында күсеп эшләргә мәжбүр ителгән репрессия ҡорбандары. Әлбиттә, беҙ был хәлдәр хаҡында бик һуң белдек. Алдан йәки, үҙ ваҡытында белһәк тә, ул саҡ детдом тормошона бер ниндәй үҙгәреш керетә алмаған булыр инек. Детдом уҡытыусылары һәм унда тәрбиәләнеүселәр үҙҙәре беҙҙең ауыл халҡы тормошона тәрәҡҡиәт, йәшәүҙә үҙгәреш керетеүселәр булғанлығын әле һаман һағынып хәтерләүселәр бар.

Беҙҙең ауыл зыяратына элек кәртә лә, гранит йә иһә мәрмәр һәйкәл дә ҡуйыусы булмаған. Беренсе һәйкәл Вәсил менән Вәдимдең әсәһе Зәнәбирә апайға ҡуйылған; унан һуң – детдомда сирләп мәрхүм булған сабыйҙарға. Зыяратты таҙартып тороу, сәскәләр, ҡыуаҡ ағастары ултыртыу йолаһын да детдомсылар башлап ҡалдырған.

...Вәсил, минән ике класҡа түбән уҡыһа ла, математика, физика, химия фәндәренән мәсьәләләр сисергә ярҙам итә; Вәдим, минән ике йәшкә өлкәнерәк булғанлыҡтан, һәр эштә остазым кеүек. Пособие алабыҙ тип торманы ул, беҙҙең менән бергә кәлйемә лә ҡаҙыны, һөйәк йыйып тапшырыуҙа ла ҡатнашты, колхоз эшенә лә йөрөнө. Кәшифә еңгәсәйгә иптәш булып, колхоз сушилкаһына ашлыҡ киптерергә йөрөүе хәтерҙә.

Беҙҙең әсәйҙе сушилка мейесенә яғырға һалам көлтәһе бәйләргә ҡуйҙылар. Бер кисте был эштә ярҙам итешергә мин дә әсәйемә эйәрҙем. Бер аҙ эшләгәс, ул миңә сушилка эсенә керергә рөхсәт итте. Йәнәһе, “туйғансы борсаҡ ашарһың!”

“Сушилка” тигән ҡоролма ул өй ҙурлығындағы мейестең мейес башы. Был иһә сушилканың иҙәне булып, унда киптерелергә тейешле ашлыҡ һалына. Киҙеү торорға килеүселәр шул ашлыҡты болғатып, елләтеп торорға, киптерергә тейеш. Мин туйғансы ҡыуарған борсаҡ ашарға тип керһәм – Вәдим дә, Кәшифә еңгәсәй ҙә инәнән тыума яланғас. Сушилка эсе мунсалағы кеүек парлы, эҫе. Керҙем дә, был хәлдәрҙе күреп, өнһөҙ ҡалдым. Алға ла, артҡа ла аҙым яһай алмайым. Вәдим миңә: “Сисен, тирләрһең!” – тип ҡысҡыра, Кәшифә еңгәсәй, бер ни булмағандай, аяғы менән борсаҡ болғата. Уның быға ҡәҙәр мин күрмәгән ҡауын кеүек күкрәктәре, еңгәсәйҙең кәүҙә хәрәкәттәре һайын, йә уң яҡҡа, йә һул яҡҡа күскәнгә, уларҙы ул турылап, “баҫтырып” ҡуйырға тырыша, үҙе шыбыр һыу булып тирләгән... ...Хәрәкәтһеҙ баҫып торған миңә ул саҡта ете-һигеҙ йәш булһа, Вәдимгә ун-ун бер йәштәр булғандыр.

...Әсәйем кереп алғансы, мин баҫҡан урынымдан ҡуҙғалманым. Сушилкаға бүтән менмәнем, борсаҡ ашарға кермәнем. Хәҙергәсә борсаҡ яратмайым. Вәдим яҙға ҡәҙәр көн аралаш шунда булды, ә Вәсил иһә минең янда ҡуна башланы. Әсәйем шулай хәл итте. “Ағайың рәнйеп ятмаһын, бар, Вәсилде аш һыуынғансы алып ҡайт!” – тип уға ебәрә ине. Хәйер, Вәсилде саҡыраһы ла юҡ, детдомдан тура беҙгә ҡайтырға тиҙ күнекте ул. Үҙ булып китте. Вәдимде лә сит итмәнек – еңгәсәйгә ярҙам итә, эшсән егет. Хурлау, кәмһетеү һүҙҙәре ишетелгәндә лә, әсәйем уларҙы “көнләшеүҙән, ғәйбәт” тип үткәреп ебәрә ине.

Туғыҙынсы, унынсыларҙа уҡығанда, Вәдим күберәк детдомда ҡунып ҡала. Ауылда – шәмбә, йәкшәмбе көндәрендә кистәрен клубта – гитараһында уйнап, бейей белгәндәрҙе бейетә, йырлай белгәндәрҙе йырлата, кемдәрҙелер илата ине. Ауылдаштарҙы шатландырып, күберәк боронғо көйҙәр уйнай. Был ниндәй көй, тип һораһалар, Әүҙәх ағай репертуарынан тигән яуап була. Шундай “бичерҙәрҙәге” һөйләшеүҙәрҙе ишетеп, әсәйем бик ҡыуана, ҡоймаҡмы, бәрәмесме бешереп, Вәдимде сәйгә саҡырырға мине ебәрә. Шул рәүешле аралашыуҙар Вәдим өлгөргәнлек аттестаты алып, Өфөгә уҡырға киткәнсе дауам итте. “Авиационныйға керҙем”, – тине ул һуңғы килеүендә. Миҙалға бөтөргәнлектән, институтҡа имтиханһыҙ ғына үткән икән. Общежитиенан да урын алған. Быға еңгәсәй ҙә, мин дә, әсәйем дә бик шатланһаҡ та, шатлыҡ оҙаҡҡа бармай – малайҙарҙы алырға тип, Вәсил менән Вәдимдең аталары килеп төшә. “Ҡайтып төшә”, тип яҙа алмайым.

Уның килеүе көтөлмәгәнлектән түгел, ғауғалы, судлашыулы көндәр менән хәтерҙә ҡалған. Иң элек ул ҡатынының ҡәберенә барып, уның исеме “Зәнәбирә түгел, Зинаида”, тип исемде алыштырыуҙы талап итә, унан һуң ислам дине доғаларын юйҙыртып, үҙ диндәре доғаларын яҙҙырыуҙы, ай урынына алты йәпле йондоҙ ҡуйыуҙы шарт итеп ҡуя. Ул саҡтағы ауыл советы рәйесе Тимерйән ағай, “уйларбыҙ”, тип кәңәшкә ауыл ҡарттарын саҡырта, ҡарттар “малайҙары шулай теләне”, тип үҙгәртеүҙәргә ризалашмай. Атай кеше мәсьәләгә икенсе яҡлап килә: “Һеҙ уға медицина ярҙамы күрһәтмәй үлтергәнһегеҙ, ветеринария врачын урман киҫергә ебәреп, һалҡын тейҙергәнһегеҙ, судҡа бирәм”, – ти. Булганин менән танышлығын ҡорал итеп киҙәнә. Был һөйләшеүҙәрҙең шаһиты булған дежур Хәйерниса әбей әйтеүенсә, Вәдим менән Вәсил аталарының шулай холоҡһоҙланыуына хурланып, силсәүиттән сығып китә. Бер аҙна уларҙы таба алмай эҙләгәс, атай кеше районға барып милиция, Өфөнән юрист менән следователь саҡыртып килтертә. Эш ҙурға китә. Тулҡындары Мәскәүгә барып етә. Ата кеше Норильскиҙа хаҡһыҙға ултырып аҡланған полковник булғанлыҡтан, һүҙҙе белеп һөйләй, эште законға таянып эшләтә. Һөҙөмтәлә, малайҙарҙың үҙ исемдәре “ҡайтарыла”, еңгәсәй эшләткән документтар “подделка” тип табыла, яндырыла. Детдом директоры менән Тимерйән ағайға шелтә бирелә.

Вәсил – Василий Игнатович Крот, Вәдим – Владлин Игнатович Кротҡа әүерелеп, аталары Игнатий Сергеевич менән Белоруссияға китергә тейеш була. Еңгәсәйҙең үтенесе буйынса, детдом директоры Стяшкин Игнатий Сергеевичтан, уҡыуҙарын тамамлағансы, малайҙарҙың детдом елкәһендә (балансында) ҡалыуҙарын һораһа ла, һигеҙ йыл ғәйепһеҙгә ултырып сыҡҡан һағышлы полковниктың яуабы әҙер: “Минең үҙ балансым!”

Китеп күпмелер ваҡыт уҙыуға (һис шикһеҙ, үҙ кешегә әүерелеп, туғанлашҡан Вәсил-Вәдим үтенесе менән яҙылғандыр тип уйларлыҡ), серле хат килә ауыл советы адресына: “Күрһәткән яҡшылыҡтарығыҙ өсөн рәхмәт, яманлыҡтарығыҙҙы кисерәбеҙ. Оло улым Владлин – Мәскәүҙең Бауман училищеһына, ә Василий Губкин институтына урынлашты. Хәбәрләшеп тороуға вәғәҙә итә алмайбыҙ, үҙ көндәрен үҙҙәре күрә башлағас, үҙҙәре ҡарар.

Офицер сәләме менән, Игнатий Крот.

1953 йылдың 13 сентябре”.

Ошо ҡыҫҡа хаттың оҙон эстәлеге менән силсәүиттә танышҡас, еңгәсәйҙең йөҙөн күргән Хәйерниса әбей әсәйемә ниҙер һөйләгәс, уның һуңғы һүҙҙәренән мин еңгәсәйгә нимәлер булыуын аңланым: “Оҙаҡ йөрөмәҫ, йөҙөндә ҡан, күҙендә нур юҡ”, – ти дежур әбей.


(Дауамы бар)
Читайте нас: