Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Июнь 2019, 13:47

Дуҫтар! Салауат Әбүзәрҙең “Ағиҙел” журналында донъя күрәсәк “Күктән төшкән кеше” тип аталған өр-яңы повесынан тағы бер өҙөктө тәмләй тороғоҙ.

...Әҙәм һөйләп бөтмәне, шәфҡәт туташы эйәртеп, бүлмәгә Тарзан менән Маугли килеп инде. – Ну-ка, һаҫыҡ артығыҙҙы асығыҙ! – тип ҡысҡырҙы Маугли. Бойороҡҡа бойһоноп, һәр береһе ыштанын төшөрҙө. Шәфҡәт туташы өйрәнелгән хәрәкәттәр менән тиҙ арала асыҡ осаларға энә ҡаҙап сыҡты.

Быларҙың ҡушҡанын Президенттың да тыңлаусан малайҙарса үтәүен күреп, Хыялыйға өндәште Әҙәм:
– Президетты ла бар тип белмәйҙәр әллә?..
– И-и, быларға нимә ул Президент. Бөтә власть – улар ҡулында. Беҙҙең Президенттың исеме булһа ла, есеме юҡ... – тине Хыялый бышылдап.
– Ә һин нимә аңшайып тораһың, һал ыштаныңды! – тип екерҙе Маугли быларҙы күҙәтеп торған Әҙәмгә.
– Мин?! Миңә кәрәкмәй! – Әҙәм артҡа сигенде.
– Һиңә нимә кәрәген беҙ хәл итәбеҙ, аңланыңмы!? Сис ыштаныңды!
Хыялый хәлдең ҙурға китеүенән шөрләп, Әҙәмдең ҡолағына шыбырлыны:
– Ҡарышма! Улар барыбер үҙенекен эшләй.
– Юҡ! – тип Тарзандың ҡулын этте Әҙәм. Был тиклемен көтмәгән санитарҙың төҫө үҙгәреп китте.
– Һин шулаймы ни әле!.. Маугли, бир күлдәкте! – тип иптәшенә ҡысҡырҙы ул. Әзмәүерҙәй ике ир Әҙәмгә “һә” тигәнсе оҙон еңле күлдәк кейҙереп, ҡулдарын ҡаушарып бәйләп тә ҡуйҙы. Шул арала осаһына энә ҡаҙанылар.
– Ҡаршылашһаң, шулай була! – тине Маугли ҡәнәғәт кеткелдәп. – Хәҙер ят инде тыпырсынып.
Тарзан менән Маугли шәфҡәт туташы артынан сығып киткәс, Әҙәм эргәһенә Хыялый килде:
– Әйттем бит, ҡарышма, тип. Уларға ҡаршы тороу мөмкинлеге юҡ.
– Нисек улай? – тип һөйләнде тәне ойой башлаған Әҙәм. – Ә хоҡуҡтар?
– Һин нимә, күктән төштөңмө? – Хыялый баш сайҡаны. – Ана, һиңә кейҙерелгән күлдәк ул хоҡуҡ.
– Ни өсөн миңә был күлдәкте кейҙерҙеләр?
– “Тынысландырыу күлдәге”. Хәйер, һәр беребеҙгә кейҙерелгән... – тине Хыялый ауыр һулап.
– Бер кемдә лә юҡ бит. – Был нимә һөйләй әле тигәндәй, Хыялыйға шикле ҡараш ташланы Әҙәм.
– Йәнебеҙгә кейҙерелгән. Күҙгә күренмәй, ә йәнебеҙҙе ҡыҫа... – тине Хыялый. Уның зәңгәр күҙҙәрендә сикһеҙ ғаләм киңлеге сағылып киткәндәй булды. Ошо ҡараштар тәрәнлегендә ниндәйҙер ғазаплы яңғыҙлыҡ һағышын тойҙо Әҙәм. Күлдәк эсендә уңайһыҙ ине уға, Хыялыйға өндәште:
– Сис әле күлдәкте.
– Сисә алмайым... – тине Хыялый ситкә ҡарап.
– Нисек инде, сисә алмайһың?
– Шулай. Әйттем бит, мин дә ошо күлдәктә...
– Юҡты һөйләмә, күреп торам, һин бит – азат!
– Азатлыҡ тыштан түгел, эстән башлана... Ә унда – күлдәк... – Сәйер һөйләй был. – Сабыр ит, өйрәнерһең... Тәүҙә шулай ҡыйын була... Күнергә теләмәһәң, бында процедуралар күп. Күндерерҙәр...
Читайте нас: