Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Апрель 2019, 17:29

Салауат ӘБҮЗӘР. КҮКТӘН ТӨШКӘН КЕШЕ

Салауат Әбүзәрҙең “Кисебикә юлы” тигән тетрәткес повесын меңәрләгән уҡыусы һоҡланып уҡыны. Әле ул өр-яңы повесть тамамланы. “Күктән төшкән кеше” тип аталған был әҫәр башҡорт әҙәбиәтенә бик үк хас булмаған “фарс” жанрында ижад ителгән. Ундағы ваҡиғалар ҙа, геройҙар ҙа сәйерерәк, әҫәрҙе, яҙыусылар теле менән әйткәндә, “юл араһынан” да уҡырға кәрәк. Дуҫтар, бөгөн һеҙҙең ихтибарға “Күктән төшкән кеше” повесынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Әҫәрҙең дауамын уҡырға теләүселәр булһа, “лайыҡ” ҡуйырға онотмағыҙ. Уларға ҡарап, “Ағиҙел” журналында повесты баҫтырыу-баҫтырмау мәсьәләһе хәл ителәсәк. Рәхим итегеҙ, Һеҙҙең менән – “Күктән төшкән кеше”.

Салауат ӘБҮЗӘР
КҮКТӘН ТӨШКӘН КЕШЕ
(Повестан өҙөк)

Төн ҡараңғылығына текләп тәҙрә төбөндә ултырған Хыялыйҙың күҙҙәре сағылып, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе:
– Йондоҙ өҙөлөп төштө!.. Йондоҙ!..
Уның һөрәнләүе палатала тыныс ҡына йоҡлап ятҡан башҡаларҙы ҡымжытып ебәрҙе. Сирлеләр эләгә-һөрлөгә Хыялый торған тәҙрә төбөнә эркелде, ығы-зығы ҡупты. Иң беренсе килеп еткән Ленин эске бер ярһыулыҡ менән һорай һалды:
– Нимә, әллә революциямы?
– Йондоҙ төштө!.. Йондоҙ!.. – Хыялый һүҙҙәрен раҫларға теләп, тәҙрәгә ишараланы, ләкин бер ни ҙә күренмәгәс, ауыҙ эсенән мығырҙаны. – Әле генә ошонда ине...
Кемдер утты ҡабыҙҙы. Сирлеләрҙең ҡотон алып бөткән Тарзан менән Маугли ҡушаматлы санитарҙар ишек төбөндә уҫал ҡарап тора ине:
– Ниндәй баҙар бында? – тип екерҙе Тарзан бөйөрөнә таянып.
Сирлеләр санитарҙарҙың тауышын ишетеү менән карауаттарына ашыҡты. Ленин, нимәгәлер өмөтләнгәндәй, усын маңлайына ҡуйып, тәҙрә аша тышты байҡаны.
– Эй, Ленин, нимә күрҙең унда? – Санитарҙар уларҙың эргәһенә килде.
– Бына, Хыялый әйтә, йондоҙ төштө, ти. Ә мин революция башландымы тип торам. – тип һөйләнде Ленин, ялтас башын ыуып.
– Күрһәтермен мин һиңә революцияны!– Тарзан Лениндың елкәһенә төртөп ебәрҙе. – Марш, урыныңа!
– Килер бер көн... Осҡондан ялҡын тоҡаныр... – Ленин һөйләнә-һөйләнә карауатына ятып, юрғанын бөркәнде.
Маугли Хыялыйға текләне:
– Төн уртаһында ниңә халыҡты уяттың?
– Мин... Мин уятманым... Йондоҙ төштө... – тип ыҡ-мыҡ итте Хыялый.
– Ниндәй йондоҙ һөйләйһең һин? – Санитарҙар көлөмһөрәне.
– Йондоҙ инде... Күктән өҙөлөп төштө. Балҡып торҙо. Әле генә анауында ине. – Хыялый, ышандырырға теләгәндәй, тәҙрәнән тышҡа төртөп күрһәтте. Ике санитар ҙа тәҙрәгә ҡапланды.
– Ҡайһы тирәлә ине?
– Анауында...
Санитарҙар бер-береһенә ҡараны:
– Унда складтар бит.
– Эйе, шул склад мөйөшөнә төштө, – тип раҫланы Хыялый.
– Алдашмайһыңмы? – Маугли һынап ҡараны тегеңә.
– Юҡ!.. Ысын әйтәм! Яп-яҡты булды. Утлы шар һымаҡ.
Тарзан бер аҙ уйланып торғас, Мауглиға шиген белдерҙе:
– Әгәр ысын булһа...
– Нимә ысын булһа? Йондоҙмо ни?!.
– Һин нимә, аҡылдан яҙҙыңмы, ниндәй йондоҙ, ти. Әгәр складҡа ҡараҡтар төшһә... – Тарзандың шикләнеүе Мауглиға ла күсә башланы.
– Ысынлап та, фонарь яҡтыһы булһа... – тине ул, һораулы ҡарашын Тарзанға төбәп. – Ә ҡарауылсы?..
– Как буд-то белмәйһең уны, яталыр шунда иҫереп.
– Нишләйбеҙ һуң?
– Әйҙә, ҡарап сығайыҡ. Берәй хәл булһа, Карабас-Барабас беҙҙең дә баштан һыйпамаҫ.
Карабас-Барабас тигәнде ишеткәс, Хыялыйҙың тәне семерҙәп китте. Ошо йорттоң, атап әйткәндә, психиатрия дауаханаһының баш табибы Карам Барабашов ул. Хеҙмәткәрҙәр ҙә уны Карабас-Барабас тип кенә йөрөтә.
Тарзан менән Маугли тиҙ генә фонарь эләктереп, урамға йүнәлде. Хыялый күрһәткән ергә еткәс, фонарь яҡтыһында ниндәйҙер шәүләне шәйләп, ҡатып ҡалдылар. Абайлабыраҡ ҡарағайнылар, сүкәйеп ултыраған шәп-шәрә берәүҙе шәйләнеләр.
– Кем һин? – тип һораны Тарзан, былай ҙа ҡалын тауышына ҡырыҫлыҡ өҫтәп.
Теге кеше бер һүҙ өндәшмәй, кендек аҫтын усы менән ҡаплап, яйлап ҡына турайҙы.
– Һиңә әйтәм, кем һин? – Тарзан һорауын тағы ҡабатланы.
– Кем булһын, үҙебеҙҙең дурак икәне күренеп тора, – тине Маугли. – Ҡасырға уйлаған, сволочь! Палатанан нисек сыға алды икән был?
– Әйҙә, атла! – тип бойорҙо Тарзан.
– Мин... Мин... – тип һөйләнде яланғас кеше. – Мин – Әҙәм. Тегенән килдем... – Ул бармағы менән күккә төртөп күрһәтте.
– Ҡыйыҡтан сыҡтымы икән ни? – Маугли аптырап, һыҙғырып ҡуйҙы.
– Булыр был дурактарҙан, – тине Тарзан. – Этлеккә тиһәң, баштары шәп эшләй уларҙың.
– Әйҙә, бынан һуң шиш ҡасырһың! – Тарзан менән Маугли тегене дауаханаға индергәс, халат кейҙереп, махсус “Йомшаҡ бүлмә”гә бикләп ҡуйҙылар.
Бүлмә эсендә бер нәмә лә юҡ. Иҙән дә, стеналар ҙа ниндәйҙер йомшаҡ материал менән ҡапланған. Ҡоторған сирлеләр баштарын бәреп ярмаһын өсөн иҙән-стеналарҙың махсус эшләнгәнен белмәй ине Әҙәм. Тоноҡ яҡтылыҡта стеналағы бихисап яҙыуҙар араһында таныш билдә һәм һандарҙы күреп, үҙ күҙҙәренә ышанмай торҙо. Былар бит – формула! Ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы!.. Бына һиңә мә!.. Уларға мәғлүм булыуынса, был планетала әле үҙ ҡабыҡтарынан сыға алмаған примитив заттар йәшәй. Сәйер!.. Ни өсөн йыһандың башҡа киңлектәрендә йәшәгән юғары аң вәкилдәре белмәй былар тураһында? Аптырарлыҡ та шул: үҙҙәрендә һайлап алынған һирәктәр өсөн генә мәғлүм булған формула бында стенаға яҙып ҡуйылған...
Оҙаҡ уйланды Әҙәм, ләкин аныҡ ҡына бер фекергә килә алманы.
... Ишекте астылар. Коридор буйлап барғанда Рәшәткәле тәҙрәләрҙәге яҡтыны күреп, көн тыуғанын төшөндө Әҙәм. Төрлөсә фекерләп ҡараһа ла, ни өсөн тәҙрәгә тимер рәшәткә ҡуйылыуын аңлай алманы. Үҙенсә һығымта яһаны: бәлки, яуыз заттарҙан һаҡланаларҙыр. Был планетала арыҫлан-юлбарыҫ, айыу-бүре кеүек теш-тырнаҡлы хәтәр януарҙар барын да һөйләп, һүрәттәрен күрһәткәйнеләр уға. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуы еңде, ауыҙ эсенән ниндәйҙер көй мөңөрәп эргәһендә килгән Тарзандан һораны:
– Әйт әле, бынау тимер рәшәткәләрҙе ниңә ҡуйғандар ул?
– Хәйләкәр, – тип йылмайғандай итте Тарзан. – Һинең кеүектәр сыға алмаһын өсөн.
Әҙәмдең башына барып етмәне яуап. Нисек инде, үҙҙәрен-үҙҙәре бикләп ҡуйған былар?..
Кабинетҡа барып инделәр. Киң өҫтәл артында ултырған ир, ялтаслана башлаған башын саҡ ҡына күтәреп, ҡаш аҫтынан күҙ һирпеп алды ла, ҡәләм тотҡан ҡулы менән ишара яһаны.
– Ултыр! – тип йыуан беләге менән Әҙәмдең яурынына баҫты Тарзан.
Байтаҡ ултырҙылар. Быларҙың йолаһы шулаймы икән, тип уйланы Әҙәм. Үҙҙәрендә берәйһе килеп инһә, бөтә эштәрен ташлап, ҡунаҡҡа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышалар.
Ниһайәт, ир ҡағыҙынан айырылды, усы менән битен ыуып, кирелеп алғас, Әҙәмгә текләп торҙо ла Тарзанға башын борҙо:
– Яңымы? Бер ҙә таныш сирлегә оҡшамаған. – тине.
Тарзан, автоматтан атҡандай, төнгө ваҡиғаны бәйнә-бәйнә теҙеп сыҡты.
– Ярай, – тип тамаҡ ҡырҙы ир. – Исемең кем?
– Әҙәм.
– Мине Карабас-Барабас тиҙәр, – тип кеткелдәп көлдө ир. – Әйҙә, рәхим ит минең театрға!
– Ниндәй театр? – Әҙәм бер ни ҙә төшөнмәне.
– Трагикомедиялар театры... – тине Карабас-Барабас һаҡалһыҙ эйәген һыйпап, шунан һорап ҡуйҙы. – Һин ҡайҙан булаһың?
– Мин... Мин, һеҙҙеңсә әйткәндә, Кеплер 283 планетаһынан... – тине Әҙәм.
– Ула-а-ай икән... – тип һуҙҙы Карабас-Барабас. – Ул планета тигәнең ҡайҙа инде?
– Лира йондоҙлоғонда. Ерҙән яҡтылыҡ тиҙлеге менән 1700 йыллыҡ ара.
– О-һо!.. – тип йылмайҙы Карабас-Барабас. – Тимәк, һин 1700 йыл буйына осоп килгәнһең...
– Һеҙ шаяртаһығыҙмы? Ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы һеҙгә мәғлүм бит, – тине Әҙәм бая стенала күргән яҙыуҙарҙы күҙ алдына килтереп.
– Ә-ә... Эйе, эйе... – тип баш ҡаҡты Карабас-Барабас. – Беҙҙә инопланетяндар күп ул...
– Күп?!.. Нисек инде?! Белеүемсә, ваҡыт һәм киңлек кәртәһе аша күсеү формулаһы беҙгә һәм һеҙгә генә билдәле, – тип аптыраны Әҙәм.
Карабас-Барабас урынынан торҙо:
– Ярай, – тине ул тамаҡ ҡырып. – Хәҙер һине палатаға урынлаштырырҙар. Ял ит, юлда арығанһыңдыр.
– Мин арыманым! – Әҙәм һикереп торҙо. – Һеҙ мине аңламанығыҙ!.. Мин – юғары аң вәкиле. Бында һеҙгә ярҙам итергә ебәрелдем!
– Ниндәй ярҙам инде? – Карабас-Барабас ирен сите менән көлөмһөрәне.
– Мин Ер халҡына яңы технологиялар тапшырырға ебәрелдем. Был беҙҙең тарафтан дуҫлыҡ билдәһе.
– О-о, шулай уҡмы ни? – Карабас-Барабас ҡоластарын йәйеп, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Ну, чудактар, ә! Һеҙҙең менән күңелһеҙлеккә урын юҡ.
Был тиклем вайымһыҙ ҡыланыштан Әҙәм ярһый башланы:
– Һеҙ әллә беҙҙең технологияларҙы мыҫҡыл итәһегеҙме? – тип ҡысҡырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
– Тыныслан, кем... Әҙәм! Тыныслан! Барыһы ла аңлашылды. Беҙ бит ярҙамыңдан баш тартмайбыҙ. Әлбиттә, ярҙам итерһең. Беҙҙең өсөн һин – көтөп алған ҡунаҡ... – Карабас-Барабас Тарзанға ишараланы. Тегенеһе Әҙәмдең ҡулынан эләктереп, ишеккә һөрәкләне.
– Туҡтағыҙ әле! Миңә президент менән осрашырға кәрәк!.. – Әҙәм сәбәләнеп маташты.
– Бар, бар, – тип ҡул һелтәне Карабас-Барабас. – Палатала осрашырһың, Президент та шунда.
Читайте нас: