Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
ЭСТАФЕТА
Ыржайҙар уларға уйламағанда-көтмәгәндә ташланды. Уларҙың тәрән көрттө көслө күкрәктәре менән ярып, ырғый-ырғый, йәнлектәр утлап йөрөгән аҡланға яҡынлай башлауҙары булды, ҡар бураны сыҡтымы ни: ташланыусыларҙың берсә өҫкә, берсә аҫҡа ырғандаған кәүҙәләре ҡар болото араһында сала-сола ғына күҙгә эленеп ҡалды. Тертелдәк менән Тырт-Мырттың әсәһе Инәк уларҙы, тештәре һәр саҡ ыржайып торғанға күрә, шулай ыржай тип атай. Ҡанэскестәр, аяуһыҙ заттар улар, күпме тоҡомдаштарының башына еттеләр. Ыржайҙар, кешеләр теле менән әйткәндә, – бүреләр. Ә бүреләрҙе иң яуыз йән, ыржай тип иҫәпләүсе үлән менән туҡланыусы йәнлектәрҙе кешеләр яғымлы ғына итеп ҡоралай, илек йә ҡыр кәзәһе тип йөрөтә. Элегерәк кешеләр үҙҙәре лә ҡоралайҙарҙы күпләп ут бөркөүсе “төкөргөс” менән саҡтырып, тиреһен тунап, итен ала ине. Ҡоралайҙар өсөн мылтыҡ – төкөргөс. Ғифриттәй ҡарағош менән күктән, ҡаргиҙәр дөрпөлдәк менән ер өҫтөнән дә ҡыуып ҡыра ҡыр кәзәһе тоҡомон ике аяҡлы заттар. Кешеләрҙе ҡоралайҙар Төҙтәкә тип атап йөрөтә. Артҡы аяҡтарына баҫып, кәүҙәләрен төҙ тотоп, ҡулдарын буш көйө һелтәп йөрөткәнгә күрә шулай атайҙарҙыр инде. Тәкә тиеүҙәре – эре, һауалы булыуҙарына, йәнлектәргә өҫтән аҫҡа ҡарап йөрөүҙәренә ишара. Һуңғы ваҡытта төҙтәкәләрҙең ҡоралайҙарға ҡарата мөнәсәбәте ҡырҡа, шул уҡ ваҡытта ыңғай яҡҡа үҙгәреп бара һымаҡ. Кешеләр хатта уларҙың төйәк иткән урынын “ҡурсаулыҡ” тигән хикмәтле исем менән атап, ҡырыу урынына, киреһенсә, үҙҙәрен һаҡлай, яҡлай башланы. Ҡоралайҙар был хикмәтле урындың ни өсөн ҡурсаулыҡ тип аталғанын аңлап бөтөрмәһә лә, уның төҙтәкәләрҙән ышыҡ икәнлеген дә яҡшы тоя. Шулай булмай һуң: шул уҡ кешеләр ҡурсаулыҡтан ситтә уларға рәхәтләнеп һунар итә, ә инде уның бер ниндәй ҙә кәртә, билдә менән күрһәтелмәгән сиген үтеү, йәғни ҡурсаулыҡ эсенә инеү менән, тәүге ниәтенән баш тартып, һаҡларға тотона. Бер үк мылтыҡ ҡурсаулыҡтың эсендә һәм тышын да ике төрлө тәғәйенләнештә йөрөй. Кешеләрҙең ни өсөн шулай ике йөҙлө булыуҙарын ғына аңларлыҡ хәлдә түгел илектәр. Аңларҙар ине лә, уйлай ғына белмәйҙәр шул. Әгәр ҙә улар, үҙҙәренең күпләп ҡырылып, зат булараҡ юҡҡа сығыу ҡурҡынысы тыуыу сәбәпле, дәүләтт ең махсус ҡарары менән ошондай ҡурсаулыҡ ойошторолоуын аңлаған, белгән булһалар, төҙтәкәләр хаҡында ике төрлө ҡарашта булмаҫтар ине. Валлаһи... Аптыраҡ. Был хәлгә ҡарата ҡоралайҙар ана шулай аптырай ғына алаларҙыр, булһа кәрәк. Тәбиғәттә иһә “Көслөнөкө – замана” тип аталған тәбиғи һайланмыш ҡануны хөкөм һөрә. Ҡурсаулыҡ төшөнсәһе тик тәбиғи инстинкт ярҙамында ғына көн иткән ҡоралайҙарҙың аңлауына һыйып бөтмәгәнгә күрә, улар был хаҡта бер нисек тә уйлай алмай. Ҡыр кәзәләре тәүҙә кешеләрҙең ҡурсаулыҡ ойоштороуға бәйле был ҡылығын үҙҙәрен аулау өсөн ҡоролған хәйләһе, мәкере, һуҡмаҡтарына һалынған ҡапҡаны һымаҡ ҡабул итеп, бер нисә тиҫтә йыл самаһы үҙҙәренсә, йәғни тик тәбиғи инстинкттары буйынса йәшәй бирҙе. Улар әҙәм балаларының үҙҙәренә ҡарата булған ошондай һаҡсыл һәм ихлас мөнәсәбәтен бар тип тә белмәне. Хатта йәйҙәр ҡоро килгән йылдарҙа кешеләрҙең уларға тип ҡурсаулыҡ эсенә һипкән танһыҡ ризығын да күрмәмешкә һалышты ҡыр кәзәләре. Ризыҡ ерҙә һибелеп, туҙырап ята, барыбер унда нин дәйҙер бер мәкер бар кеүек. Буштың атаһы үлгән. Ерҙә ятҡан нәмә ризыҡ түгел, ә уларҙың тояҡтарын шапылдатып эләктерер ҡапҡан, ҡармап алыр тоҙаҡ шулай ризыҡ рәүешен алған һымаҡ. Әммә һуңғы йылда ҡурсаулыҡта килеп тыуған бер ғибрәтле ваҡиға ҡыр кәзәләрен төҙтәкәләргә илтифат менән боролоп ҡарарға мәжбүр итте барыбер.
Ул көндө кәзәләр һутлы үлән эҙләп ҡурсаулыҡтан күпкә ситкә сығып, иртәнге утлауҙа йөрөй ине. Һиҙгер йәндәр, тәмәке еҫен әллә ҡайҙан тойоп ҡалып, үҙҙәренә һунар итергә килеүселәрҙең утлы “төкөргөс”тәре телгә килеүҙән күпкә алда ҡурсаулыҡ яғына ырғандай-ырғандай ҡуҙғалды. Төҙтәкәләр уларҙы күрмәй ҙә ҡалды. Ике йөҙ, өс йөҙ аҙым самаһы һикергәндән һуң туҡталып ҡалалар ҙа, хәүеф барлығын-юҡлығын тикшергәс, тағы ла алға күсәләр. Бер нисә тапҡыр тын алмаштырып, һикерәндәп алғандан һуң, ҡоралайҙар ҡурсаулыҡтың сигенә лә килеп төртөлдөләр. Иркен һулыш алып, ҡалған юлды йүгермәй генә, алдарында осраған танһыҡ үләндәрҙе йолҡа-ҡаба барырға ине ниәттәре. Булманы. Ҡурсаулыҡтың бейек ҡая һәм тәрән һыулы йылға яры менән ҡаймаланған тар ғына үткәленән ыржайҙар өйөрө килеп сыҡмаһынмы!
Айыуҙан ҡасҡан – бүрегә, тигән һымаҡ, әйтәгүр. Ҡурсаулыҡ шырлығына инеп эҙ юғалтырға өлгөрмәй ҡалған кәзәләр, ҡайҙа баҫырға, ни ҡылырға белмәй, әле генә үҙҙәре ҡасып килгән яҡҡа кирегә боролорға мәжбүр булды. Тәбиғи булмыштары, эске тойомлауҙары кешеләргә яҡыныраҡ килеү юлын һайланы кеүек. Ҡоралайҙар ҡурсаулыҡтың үҙәк менән билдәләнгән сигенә килеп еткәс, ике урталыҡта туҡталып, ҡамауҙа ҡалды. Эс яҡта – эстәре үткәшкән ас ыржайҙар, тыш яҡта – ике аяҡлы дошмандары, “төкөргөс” тотҡан әҙәмдәр. Кәзәләр бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: уларҙы әлегә ошо үҙәктә, йәғни ҡурсаулыҡ сигендә тороуҙары ғына ҡотҡара. Кешеләрҙән ҡасып эскә китһәләр, ыржайҙар өҙгөсләй, ыржайҙарҙан өркөп үҙәк башына менһәләр, уларҙы төҙтәкәләрҙең утлы “төкөргөс”тәре сағып аласаҡ. Әммә ике яҡтың да уларға ҡарата этлек эшләргә аяҡ-ҡулдары бығаулы. Әҙәмдәр ҡурсаулыҡ эсендә һунар итә алмай, ыржайҙар, әҙәмдәрҙән шөрләп, ҡоралайҙарға ташланырға баҙнаты етмәйенсә, ауыҙҙарынан шайыҡтарын ағыҙып, үҙҙәрен саҡ-саҡ тыйып тота. Был көсөргәнеш тағы ла күпмегә һуҙылыр ине икән, тәүге аҙымды төҙтәкәләр яһаны. Улар ҡыр кәзәләрен уртаға ҡалдырып, ике яҡтан урап сығып, ҡурсалыҡ
эсенә үтте лә, ыржайҙар йәшенеп һаҡҡан ҡыуаҡлыҡтарға тоҫмаллап, шарт та шорт атырға тотондо. Ыржайҙар, эштең ҡайҙа барғанын шундуҡ аңлап, ҡурсаулыҡтан үксәһен ялтыратты. Береһенең әсе итеп сыйнағаны ла ишетелде. Пуля эләккәндер үҙенә. Ҡоралайҙар әҙәмдәр тарафынан асылған “йәшел коридор” аша ҡурсаулыҡ эсенә иркен үтте. Тап ошо көндән башлап ҡыр кәзәләре ҡурсаулыҡ эсендә әҙәм балаларынан ҡурҡмаҫҡа өйрәнде, үҙҙәренә тип һалынған танһыҡ ризыҡтан ауыҙ итә башланы. Тик улар ҡурсаулыҡтан ситкә сыҡҡанда әҙәмдәрҙең үҙҙәренә мөнәсәбәте ни өсөн ҡырҡа үҙгәреүен һаман да аңларлыҡ халәттә түгелдәр. Мәңге аңлай ҙа алмаҫтар инде. Әммә, барыбер, ҡурсаулыҡ ҡоралайҙарҙы төп дошмандарынан – ыржайҙарҙан, төлкөбайҙарҙан, тайыш табандарҙан, йылғыр һеләүһендәрҙән һаҡлай алмай ине. Сөнки бында йыртҡыс хайуандар ҙа, ҡыр кәзәләре кеүек үк, яҡлаулы һәм һаҡлаулы, йәғни әҙәм балалары нисек кенә ҡеүәтле һәм аҡыллы булмаһын, ҡурсаулыҡ эсендә лә, уның тышында ла йәнлектәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә ҡыҫыла алмай. Дөрөҫөрәге, теләмәй. Ни өсөн? Донъялағы иң камил, иң аҡыллы, иң көслө заттар, йәнәһе. Көслө булғастары, ниңә көсһөҙҙәрҙе яҡламай һуң улар? Ҡуяндарҙы – төлкөләрҙән, ҡоралайҙарҙы – бүреләрҙән, мышыларҙы – айыуҙарҙан, турғайҙарҙы – тәгәрләктәрҙән, сысҡандарҙы – типкестәрҙән, селберәләрҙе – суртандарҙан...
Был һорауҙарға ла ҡоралайҙар бер ҡасан да яуап таба алмаҫтар инде. Ҡоралайҙар ике урталыҡта ҡамалып ҡалған теге көндө иһә ҡурсаулыҡ сигендә үҙҙәренә күҙ йәштәре түгелеп, мөлдөрәп ҡарап торған йәнлектәрҙе йәлләне булһа кәрәк төҙтәкәләр. Улайһа, ҡурсаулыҡтан ситтә шул уҡ йәнлектәрҙе ни өсөн аямайса ҡыра һуң шул уҡ кешеләр? Төҙтәкәләрҙең ошондай ике йөҙлө булыуҙарының сәбәбе нимәлә? Әгәр ҙә ҡоралайҙар, ысынлап та, уйларға, фекер йөрөтөргә һәләтле булһалар, бер хәҡиҡәтте һүҙһеҙ ҙә аңлап, үҙҙәрен һаҡлап, яҡлап маташҡан әҙәмдәр йөрөгән был урмандан баштары һуҡҡан яҡҡа сығып олағырҙар ине. Хәйер, урмандан ғынамы икән? Төҙтәкәләр, шул уҡ ыржайҙар һымаҡ, ҡоралайҙарҙың һутлы, үҙҙәренең лөғәте менән әйткәндә, деликатес итенә дәғүә иткәнгә күрә генә уларҙы ыржайҙарҙың аҙау тештәренән йолоп алып ҡалды бит теге көндө. Улар ҡоралайҙарҙы шул уҡ урында ҡырып һалырҙар ине, ҡурсаулыҡ эсендә һунар иткән өсөн штраф санкциялары уларҙың тәтегә баҫҡан бармағын шаҡарҙы ғына. Әҙәмдәр теге көндө лә, ыржайҙарҙы үҙҙәренең табыштарынан ҡыуып ебәргәндән һуң, ҡурсаулыҡтан әҙ-мәҙ ситкә китеп, ҡоралайҙарҙың кире әйләнерен көтөп боҫоп ятты. Әлбиттә, төҙтәкәләр унда тик кенә ятманы. Милли һунар үҙенсәлектәренә ярашлы, ысын мәғәнәһендә гөжбан ойошторҙо. Башта шым ғына хәмер һемереүсе әҙәмдәр, эстәренә төшкән хәмерҙәре үҙҙәренә әмер биргәс, тәмәке тарта башланылар, тағы ла бер аҙҙан мәрәкә һөйләп көлөшөүҙәр, һүгенеү тауыштары ишетелеп торҙо ла, йырларға тотондолар. Урмандағы был кәнсирт таңға тиклем дауам итте...
Йәнлектәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтендәге аңлашыу мәсьәләһен башҡа осраҡта, әлеге лә баяғы, тәбиғәт үҙе көйләне. Ҡоралайҙар йәшәр өсөн үлән ашарға тейеш булған һымаҡ, бүреләргә йәнлек ите, йылы ҡан кәрәк. Ҡоралайҙарҙы үлән ашауҙан, ағас ҡайырыһы кимереүҙән тыйып булмаған һымаҡ, ыржайҙарҙы ла тәғәйен ризығын ҡабул итеүҙән дүндереп булмай. Бына, әле килеп, ыржай ҙарҙың ҡоралайҙарға ошо ташланыуы ла, ҡар-буран туҙҙырып уларға яҫҡыныуҙары ла тап шул ҡурсаулыҡ эсендә бара. Өйөр башы – тиҫтә йәшен күптән тултырыуына ҡарамаҫтан, һаман да оло урмандың ҡоралайҙар атаманы һаналған Таштояҡ, ҡурҡыныс килеүен белдереп,
ҡаты тояғын ҡарҙан әрселгән туң ергә бер тапҡыр туҡылдата баҫып алды. Йәш сағында артынан ҡыуа килеүсе бер ыржайҙың башын яра тибеп үлтергәндән һуң йәбеште уға Таштояҡ ҡушаматы. Ҡушаматы ла, исеме лә – Таштояҡ.
Өйөр башлығы фарман биреүе булды, аҡлан ситендә көҙҙән ҡалған үләнде утлаған, йығылған уҫаҡ ҡайырын кимергән ҡоралайҙар көтөүе ҡапыл ашауынан туҡтап, һындарын турайтып, башлыҡ ҡараған яҡҡа ҡарап хәрәкәтһеҙ ҡалды. Әйтерһең дә, ошо мәл ваҡыт та туҡталды. Бары тик яҡындағы ағасҡа ҡунған тумыртҡа ғына үҙенең “туҡ-туҡ” эшен белде. Хәйер, тәбиғәттең һәр тере йән эйәһе тәүлек әйләнәһенә туҡланыу хәстәре менән йәшәй: утлаған ҡоралайҙар ҙа, ҡорт эҙләгән тумыртҡалар ҙа, ҡоралайҙарға яҫҡынған ыржайҙар ҙа. Тумыртҡаларҙың туҡылдауына ҡушылып, ҡоралайҙарҙың да йөрәктәре дөпөлдәп типте: “дөп-дөп-дөп...” Тағы ла кемдәрҙеңдер йөрәктәре өлпөлдәй. Былары кем булыр һуң, сөнки был тирәлә ҡоралайҙарҙан һәм тумыртҡаларҙан башҡа йән эйәләре күренмәй бит. Көсөргәнеш тағы ла арта төштө. Таштояҡ тағы ла бер ҡат тояғын туң ергә тыҡылдатып алды. Көсөргәнеш тағы ла артты. Барыһы ла өйөр башының хәрәкәтен түҙемһеҙләнеп көттө.
Тап шул саҡта ҡар бураны араһында күренеп ҡалды ла инде уларға баяғы ыржайҙарҙың аҫҡа-өҫкә ырғылған һындары. Ҡышҡы көн тыныс, елһеҙ ине, урмандың был урынындағы ел-дауылды ыржайҙар хасил итте. Ошо көсөргәнешле мәлдән ун секунд ҡына алда ике йәшлек ҡыр кәзәһе Тертелдәк кимергән уҫаҡ ҡайыры, әсе булһа ла, йөрәгенә ятып тора ине. Әммә уның әселеге бер секунд эсендә юҡҡа сығып, ҡоралайҙар көтөүенең дөйөм хәүеф алды кисереше менән алмашынды. Ундай мәлдә йәнлектәрҙең бар булмышы фәҡәт бер генә ынтылышты, бер генә хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер: ыржайҙарҙың аҙауынан нисек ҡотолорға? Тертелдәк үҙе янындағы игеҙәге Тырт-Мырт менән бер үк хәрәкәттәрҙе ҡабатлап, тәүҙә ҡартаталары Таштояҡҡа ҡарап ҡатты, шулай ҡатып ҡалған килеш улар ҡараштарын берсә хәүеф көтөлгән яҡҡа, берсә әсәләре Инәккә, өйөр башлығы янында ғорур баҫып торған өләсәләре Һөтлөкәйгә күсереп-күсереп алды. Һөтлөкөй ҙә башын бора һалып, бер генә секундҡа яратҡан ейәнсәре Тертелдәккә ҡараш ташланы. Мыҡырҙаны. Уның кәзәләр теле менән әйткән һүҙҙәрен Тертелдәк бик асыҡ төшөндө. “Нимә генә булмаһын, минең арттан ҡалма. Йәйгеһен мин һиңә ыржайҙарҙан нисек ҡасырға өйрәттем бит...” – ти ине уға өләсәһе Һөтлөкәй. Өйөрҙә Тертелдәктән йәшерәк бәрәстәр тулып йөрөһә лә, өләсәһе, ниңәлер, фәҡәт Тертелдәкте яҡын күрә. Ярата. Тышҡы ҡиәфәттәре буйынса игеҙәге Тырт-Мырт менән улар бер яғы менән дә айырылмай. Айырма шунда ғына: Тырт-Мырт һауалыраҡ, тиҙ генә үсегеп бара, һүҙ күтәрмәй, әллә шуға инде өләсәләре Һөтлөкәй уға һәр ваҡыт орошоп өндәшә. Ә бына Тертелдәкте ул башҡа бәрәстәрҙән айырып ҡарай. Бер йәшлек сағында хатта, үҙенең яңы тыуған бәрәстәренән йәшереп кенә, бер имсәген Тертелдәккә имеҙеп йөрөнө. Өләсәһенең ҡаймаҡтай ҡуйы һөтөнөң татын бик яҡшы хәтерләй Тертелдәк. Был хәл күпме дауам итер ине икән, ейәнсәрен имеҙеп йөрөгән Һөтлөкәйҙе күреп ҡалған ҡартатаһы Таштояҡ, мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйып, алдағы йәй башында – ҡоралайҙарҙың йәшәү ҡануны буйынса – яңы йәшен тултырған Тертелдәк менән Тырт-Мыртты, тағы ла бер нисә йәш ҡоралайҙы, эш боҙоп тотолған өлкән ҡатыны Һөтлөкәйҙе өйөрҙән ҡыуып уҡ сығарҙы. Өйөрҙән генә ҡыуһа – бер асыу, маңлайы менән ағастарға ышҡып сиген билдәләгән биләмәһенән ситкә үк баҫтырып ебәрҙе. Ҡаршылашып маташҡайнылар – Таштояҡтың тояҡтары ғына түгел, мөгөҙҙәре лә таш кеүек ҡаты, һөңгө кеүек осло. Өйөр башлығынан һөҙөлөүҙең
нимә икәнен Һөтлөкәй бик яҡшы белә. Уның мөгөҙөнөң ҡатылығын һәм үткерлеген үҙ ҡабырғаларында һынап ҡарағаны бар. Шуға күрә Һөтлөкәй иренең үҙен өйөрҙән һәм биләмәнән ҡыуыуына артыҡ үпкәләмәне, яҙмышына өнһөҙ буйһоноп, ейәнсәрҙәрен һәм бүләсәрҙәрен эйәртеп урман төпкөлөнә китеп, үҙҙәре һымаҡ уҡ йола үтәп өйөрҙән китеүсе башҡа йәндәштәрен табып, улар менән йәйоҙоно донъя ҡыҙырыуҙарын белделәр. Һөтлөкәй бындай үҙенсәлекле сәйәхәткә тәүге тапҡыр сыға, сөнки ул быйыл тәүг е тапҡыр ҡыҫыр ҡалды.
Әҙәмдәрҙең йәйләүгә сығыуына оҡшағайны ҡоралайҙарҙың был йәйге сәйәхәте. Өйөрҙән уларҙы ситнәткән йә яратмаған өсөн ҡыумайҙар. Йола буйынса, өйөрҙәге йәш бикәләрҙең быуаҙ икәнлеге билдәле булғас та, бер йәштән өлкән барлыҡ йән эйәһе өйөрҙө һәм биләмәне ташлап китергә, көҙгә тиклем үҙ йүнен үҙе күреп йәшәп торорға тейеш. Тәбиғәт ғали йәнәптәре ҡоралайҙарҙы шулай итеп яралтҡанға күрә үтәлә был йола. Йәғни инә ҡоралай менән атаның барлыҡ иғтибары уларҙың затын дауам итер, донъяға яралыр йәндәргә бағышланырға тейеш был йәйге осорҙа. Инә ҡоралайҙың бауырындағы яралғыға тыныслыҡ та, әсәһе аша күскән яҡшы ҡан да, бының өсөн таҙа һыу ҙа, шифалы һутлы үлән дә кәрәк. Бына шуға, бәрәстәр һау килеш донъяға яралһын өсөн дә, башҡалар был саҡт а өйөрҙән генә түгел, хатта биләмәнән дә ситкә сығып йәшәп торорға бурыслы. Был – инә ҡоралайҙарҙың гоманлы сағындағы иң гуманлы ҡануны. Әҙәмдәр ҙә ошо ҡанун буйынса йәшәһә ине. Төҙтәкәләр ҙә, ҡоралайҙарҙан күреп микән, бер мәл “Бөтә яҡшы нәмә балаларға!” тигән девиз менән йәшәп ҡараны ҡарауға. Әммә был һүҙҙәр ҡоро лозунг булыуҙан уҙманы, сөнки әҙәмдәрҙең күп кенә ата-әсәләре “яҡшы нәмә”не үҙҙәренең ҡулына эләктерер өсөн тупылдатып балалар тапты. “Яҡшы нәмәләр” иһә, балаларға тәғәйенләнһә лә, башҡа, кәйеф-сафа ҡороу маҡсатында сарыф ителде. Балаларҙың һаны артҡан һайын, ҡарауһыҙ ҡалған етемдәр, балалар йорттары күбәйҙе...
Уның ҡарауы, йәйоҙоно ситтә йөрөп, йәш ҡоралайҙар үҙҙәре менән донъя гиҙеүсе өлкәндәрҙән йәшәргә, иң мөһиме – йыртҡыс хайуандарҙан һаҡланырға өйрәнә, тормош мәктәбе үтә. Ҡайһы саҡта улар аяныслы хәлдәргә тарып ҡуя. Ни тиһәң дә, бүреләрҙең башын яра тиберлек Таштояҡ ҡартаталары үҙҙә ренең тыуған биләмәһендә заттарының яңы ағзаларының имен-аман донъяға килеүен тәьмин итеп йөрөй шул. Үткән йәйҙә шулай йәйләү ҡыҙырып йөрөгәндәрендә ҡоралайҙар, һаҡһыҙлыҡ күрһәтеп, һунарсыларҙың башмаҡтай эттәренә осрап, саҡ-саҡ үлемдән ҡалды. Ыржайҙарҙан да хәтәрерәк ине уларҙың һунар эттәре. Дөрөҫөрәге, уларҙы өләсәләре Һөтлөкәй әжәл тырнңағынан алып ҡалды. Йыртҡыстарҙан елдең түбән яғына, тау осраһа, тау үренә табан ҡасырға кәрәклеген шунда аңланы Тертелдәк. Әгәр ҙә ҡоралайҙар тау үренә табан ынтылһа, уны бер йыртҡыс йәнлек тә, иң йүгерек һаналған һунар эттәре лә ҡыуып етә алмай. Ни өсөн тигәндә, илектәрҙең артҡы тояҡтары оҙон, алғылары ҡыҫҡараҡ булыуы тау үренә табан атылған уҡтай осорға мөмкинлек бирә. Һөтлөкәй уларҙы тау үренә әйҙүкләп, бурҙайҙарҙың ауыҙынан йолоп ҡалды. Йәйләүҙә йөрөүсе йәш ҡоралайҙар ара-тирә тыуып үҫкән биләмәләренең сигенә барып сыҡҡанда, ҡартаталарының баш осондағы үткер мөгөҙөнә күҙ һалып та китер булды. Бының да үҙенә күрә әтнәкәһе бар. Әгәр ҙә Таштояҡтың һөңгө-мөгөҙҙәре урынында юҡ икән, был хәл шуға ишара: өйөргә әйләнеп ҡайтырға була, бәрәстәр донъяға яралған. Тиҙҙән ер өҫтө ҡар менән ҡапланасаҡ һәм уларҙың заты тағы ла бер өйөр булып донъя гиҙеп йөрөйәсәк. Ҡышлаҡҡа ҡайтыу ҙа үҙенә күрә оло байрам. Барыһынан бигерәк донъяға яралған сыбар бәрәстәрҙе күргәндән һуң тыуған ашҡыныуҙар, уларҙың тәүге яһаған аҙымдарына ҡыуанып һикерәндәүҙәр. Өйөрҙәге ата-әсәләре лә йәйләүҙән ҡайтыусы бәрәстәрен һағынып өлгөрә был саҡта. Бындай тойғонан хатта донъяла иң ҡырыҫы һәм уҫалы булып тойолған ҡартаталары Таштояҡ та азат түгел. Ул хатта был саҡта тәртип боҙоусы кескәй тоҡомдаштарына яза бирерлек хәлдә түгел. Был мәлдә туҡал ҡалған Таштояҡтың иң йыуаш көндәре башлана. Тап шул саҡта бәрәстәргә, үҫмерҙәргә шашынып алырға ла форсат тыуа. Был шашыныуҙарға йәйге танышыуҙарҙан һуң ҡауышыуҙар, мөхәббәт уйындары ялғана. Әммә ергә ҡырпаҡ ҡар төшөп, өйөр башының яңы мөгөҙҙәре үҫеп сыҡҡас, өйөрҙә тағы ла әүәлгесә тәртип урынлаша. Ҡоралайҙар тағы ла, һалдаттар ише, бер рәткә теҙелеп йөрөй башлай.
...Һөтлөкәй менән Тертелдәктең – өләсәй менән ейәнсәрҙең ҡараштары осрашыуға тағы ла бер секунд ваҡыт үтте. Шул тиклем оҙон, көтөп түҙемең бөтөрлөк, түҙеп үҙәгең өҙөлөрлөк ваҡыт арауығы. Шул мөҙҙәт эсенә әллә күпме наҙ, яҡтылыҡ, йылылыҡ, миһырбанлыҡ, эскерһеҙлек, илаһилыҡ, туғанлыҡ хисе һыя. Ҡайһы бер тере йән эйәләре, ғүмер буйы йәшәп тә, был тойғоларҙы кисереү генә түгел, былар хаҡында уйлау ғына түгел, ғөмүмән, бындай төшөнсәләрҙең барлығын да белмәйҙер. Туғанлыҡ, ҡан тартыу көсө аң менән аңлай һәм аңлатып бирә торған төшөнсәләр түгел шул. Гүйә, ошо мәлдә Һөтлөкәй менән Тертелдәк тәбиғәттең башланғысы һәм дауамы булып, бер йәнгә ойошто кеүек. Бындай ҡараш йүгертеүҙәр, ялан-йолан ҡарауҙар, тертелдәүҙәр уларҙың ҡанында. Тертелдәү буйынса барыһын да уҙҙырғаны өсөн дә өләсәһе уға Тертелдәк исемен биргәйне бит. Бәрәстәр, йәш һәм үҫмер ҡоралайҙар, ниндәй генә хәлгә ҡалғанда ла, өлкәндәрҙең хәрәкәттәрен ҡабатлап, уларҙың эҙенә баҫып, хәүеф килеп тыуған урындан сығырға, йыртҡыстар тырнағынан ҡотолорға тейеш. Әгәр ҙә улар өлкәндәрҙән күҙ яҙҙырып, уларҙың хәрәкәтен ҡабатламай, саҡ ҡына үҙаллы хәрәкәт иттеме, ыржайҙар был хәлде тиҙ арала күреп ҡалып, йәш ҡоралайҙы өйөрҙән айырырға, ситкәрәк ҡайырырға тырышасаҡ. Өйөрөнән айырылған йәш илек күҙ асып йомған арала бүреләрҙең ҡорбанына әүерелә. Йәш кәзә тәүҙә самаһыҙ әүҙемлек күрһәтеп сәбәләнә, урынһыҙға ҡапыл туҡталып ҡала, ҡайһы яҡҡа ҡасырға белмәй, тыбызыҡлап үрһәләнә һәм ошо рәүешле үҙен уратып алған ыржайҙарҙың аҙау тештәре араһына үҙе үк һикереп тиерлек барып инә. Шунан башлана ла инде ыржайҙарҙың ҡан туйы. Ул туйҙың нисек бар ыу ын а һәм тамамланыуына ҡорбан булыусы йәнлек шаһит була алмай шул. Бер, ике, өс! Кәзәкәйҙәр берҙәм һулыш алып, берҙәм ынтылыш менән Таштояҡ һикергән яҡҡа табан ырғыны. Барыһы ла тәүге һикереш яһағандан һуң барып төшөр урындарының ниндәй булырын да абайламаны, күҙҙәрен йомоп һыуға сумған әҙәм ише, аҙағы ни менән барып бөтөрөн белмәгән яҡҡа ҡуҙғалды. Был халәт уларҙың өйөр башлығына сикһеҙ ышаныуҙарынан килә торғандыр. Күрәләтә ут эсенә, ыржайҙарҙың аҙау тешенә алып барып индермәҫ әле Таштояҡ. Әлбиттә, илектәрҙең һәр ҡайһыһының тәүге һикереш алған майҙансығы ҡарҙан әрселгән ҡаты ер булғанға күрә, улар был мөмкинлекте трамплин итеп файҙаланып, хәтһеҙ генә арауыҡҡа ырғый алды. Ҡасыуҙың уңышлы тамамланыуы ла тәүге һикерешкә бәйле. Ҡоралайҙар ниндәй генә арауыҡҡа һикермәһен, һәр ҡайһыһының да барып төшкән урындары тәрән көрт эсе ине. Көрт бауыр аҫтынан, тәрән булһа ла, ҡарҙың йомшаҡлығы уларҙың файҙаһына ғына. Икенсе һикерештәре тәүгеһенән ҡайтышыраҡ тойолһа ла, ыржайҙар әле генә ҡоралайҙар ҡатып ҡалған асыҡ урынға килеп сыҡҡанда, йәнлектәр был урындан утыҙ-ҡырҡ аҙымға алыҫлашып өлгөргәйне инде. Был арауыҡ ҡоралайҙар өсөн ике-өс һикерем араны ғына тәшкил итһә лә, ыржайҙарға был араны үтер өсөн был йәнлектәргә ҡарағанда ике тапҡыр күберәк ваҡыт кәрәгәсәк. Күкрәктәре ҡеүәтле булһа ла, аяҡтары ҡыҫҡа шул бүреләрҙең. Шуға күрә улар, ҡоралайҙар өйөрөнөң төп йүнәлешенең артынан китеүҙе мәғәнәһеҙлеккә һанап, сабып барған ыңғайҙарында бар диҡҡәтен иң артта ҡалыусы илеккә йә өйөрҙән бер яҡҡараҡ айырылып барғанына йүнәлтеп, төп көстәрен шуға тоҫмаллап өлгөрә. Өйөр артынан сабыусы ыржайҙарҙың төп өҫтөнлөгө лә шунда: уларҙы бынан һуң өйөр бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, улар бер йоҙроҡҡа тупланып, үҙ-ара аңлашып, тик яңғыҙ ҡорбан артынан саба, бер илекте ҡыуалай. Сабып барған килеш бер-береһен ял иттереп алырға ла өлгөрә ыржайҙар. Тәүҙә береһе алға ныҡ ынтылып, бар көсөн йүгереүгә сарыф итеп, ҡорбанын албырғата ла, ситкәрәк сығып, сабыуын яйлатып, арттан килеүсе ыржайға юл бирә, уныһы бер аҙҙан өсөнсөһөн алға үткәрә. Был арала тәүге бүре тынын рәткә һалып, ҡабат яҫҡынырға әҙерләнә.
Өс, дүрт, биш! Икенсе һикереш яһағандан һуң Тертелдәк Һөтлөкәй өләсәһенең өсөнсө һикереш яһап талпынғандан ҡалған әҙер эҙенә төштө, шундуҡ үҙе лә өсөнсө һикереште яһаны. Әллә саманы онотто Тертелдәк, әллә өләсәһенең әҙер эҙенә баҫып һикереүе сәбәпсе булдымы быға – ул үҙен хәтһеҙ генә ваҡыт бейек һауала аҫылынып торғандай хис итте. Шул ваҡыт арауығында Тертелдәк хәтһеҙ ара алыҫлашып өлгөргән ҡартатаһы Таштояҡтың һыртын, уның артынан ынтылған Һөтлөкәй өләсәһенең дүртенсегә һикергәнен, үҙҙәренең артынан яҫҡынған ыржайҙарҙы күреп өлгөрҙө.
Секундтың ниндәйҙер өлөшөндә иң алдан сабып килгән һоро ҡарт ыржайҙың күҙ ҡарашы менән осрашты Тертелдәк. Ниндәйҙер кисерештәргә бирелеп торорлоҡмо ни был мөҙҙәттә? Был көсөргәнешле мәл бик оҙаҡ тойолдо Тертелдәккә. Ул һауала аҫылынып торған ваҡыт эсендә өләсәһенең дүртенсе һикереш яһап, бушап ҡалған эҙҙәренә Тертелдәктән алда игеҙәге Тырт-Мырт килеп төштө. Хистәргә бирелһәң, артыҡ шашынып һикерәндәһәң, шул хәлгә ҡалаһың инде. Был турала күпме иҫкәртте уны йәйләүгә сыҡҡанда өләсәһе Һөтлөкәй. Тырт-Мырттың һыртына килеп төшкән Тертелдәк, игеҙәгенә мәшәҡәт яһамаҫ өсөн, ситкә һикерҙе. Тырт-Мырт саманан тыш көсөргәнеш яһап, артабанғы һикереш яһап, өләсәләре Һөтлөкәй артынан китте. Тертелдәк иһә өйөрҙән ситкә күсеп тороп ҡалды. Һәр бер секунд ғүмерҙе хәл итер саҡта аңшайып тороу үлемгә тиң. Бер аҙ боролош яһап, Тырт-Мырт артынан сабырға ине ниәте, әммә ҡаршыһында үҫеп ултырған ҡайын ағасы уға бындай мөмкинлекте бирмәне. Ул ҡайынды уратып үтергә самаланы, әммә артабан да теҙелеп киткән ағастар уның ҡасыу йүнәлешен бер аҙ ситкә борҙо. Тертелдәк, өйөрҙән айырылып, ҡайынлыҡтың икенсе яғынан сабып бара башланы. Өләсәһенең әҙер эҙенә баҫып ҡасыу түгел шул бында. Етмәһә, йәненең тертелдәүе, йөрәгенең өлпөлдәүе тынын ҡурып бара. Ыржайҙар унан иллеләп аҙым артта ҡалып саба. Әммә улар күмәк, ә Тертелдәк самаһыҙ һикерәндәүе арҡаһында – яңғыҙы...
Берәүҙәр ҡаса. Икенселәр баҫтыра. Берәүҙәр ҡасыу юлы менән ғүмерен һаҡларға теләй. Икенселәр ҡасҡандарҙы баҫтырып тотоп, ғүмерен һуҙырға теләй. Йүгермәйһең икән – йәшәмәйһең... Ыржайҙарға шул ғына кәрәк ине лә. Тәүҙә улар ырғандап ҡасып барыусы ҡыр кәзәләренең иң артынан эйәргән Тырт-Мыртты үҙҙәренең ҡорбаны итеп һайлағайны. Өйөр башы Тимертырнаҡ был хаҡта башҡаларға аңғартып өлгөргәйне: тәүҙә был мәғлүмәтте ул янында сабып барыусы инә бүрегә – көсөктәренең әсәһе Һортойға еткерҙе. Һортой, үҙ нәүбәтендә, сабып барышлай, тәүҙә бер яғына, аҙаҡ икенсе яғына боролоп, яндауынан сабып килеүсе ике йәшлек Йүгерек менән Һәүереккә бышырҙаны.
Ыржайҙар лөғәтендә һүҙ атҡарҙы. Ырылдап. Фарман тиҙ
арала бар өйөргә таралды. Һәүереккә иһә өйөр башының махсус фарманын өҫтәлмә рәүештә айырып еткерҙе: ҡорбанды ҡыуып етеп барғанда, Һәүерек атаһы Тимертырнаҡҡа йә әсәһе Һортойға яҡыныраҡ булырға тейеш. Тимертырнаҡ менән Һортой игеҙәк көсөктәре Һәүерек менән Йүгеректе тәүге тапҡыр ғына ауға алып сыҡмайҙар. Улар йәше тулыр-тулмаҫтан ошо юлда. Һәр бер ау, һәр бер һунар – көсөктәр өсөн айырым бер һабаҡ, дәрес. Атай менән әсәй улдары Йүгеректең уңыштары өсөн ҡыуанһа ла, Һәүеректең мәнһеҙлеге өсөн уларҙың аҙау тештәре һыҙлай. Хәйер, уның ана шулай, йолҡош аттар кеүек, Һәүерек исем-ҡушаматы алыуы ла башҡа ыржайҙарға оҡшамаған сифатынан – ығышлығынан килә. Ҡорсаңғы. Бына был һунарҙа ата менән әсә Һәүеректе ныҡлап һынап ҡарамаҡсы. Һынауҙы ул үтә алырмы-юҡмы? Үтә алмаһа... Ҡоралайҙарҙы ҡыуа төшкәндә барыһы ла көйлө һымаҡ ине. Әммә башта уҡ тәғәйенләп ҡуйған ҡорбандары көтмәгәндә икенсе бер ҡыр кәзәһе менән алмашыныр тип кем уйлаһын инде? Быны ыржайҙар яҡшыға юрамай, бик ауыр кисерә. Һәр хәлдә, башта уҡ билдәләнгән ҡорбандан диҡҡәтте икенсегә күсереү еңел түгел. Иң арттан эйәргән Тырт-Мырттың илерткес итләс һынына ҡарап, уның боғаҙын аҡтарғандан һуң тәмләп эсер ҡанының ҡайнарлығын да тел осонда тойоп-татып та өлгөргәйне Тимертырнаҡ. Инде шул ниәтен бойомға ашырыу ғына ҡалғайны. Әммә, уйламағанда-көтмәгәндә, Тырт-Мырттың ҡаршыһында ғына тап шундай уҡ икенсе бер кәзә һауаға ырғылды Һәм мөғжизәнең мөғжизәһе булды: бер мәлгә генә һауала аҫылып тороусы ҡоралай туп-тура Тимертырнаҡтың күҙҙәренә тултырып ҡараны. Барыһын да аңланы ошо ҡараштан күпте күргән, күпте кисергән ыржай өйөрө башлығы. Тертелдәп кенә торған икенсе шундай уҡ йән, моғайын, игеҙәгелер әле, уның ҡоранын нисек боғаҙынан алыуы, ҡайнар ҡанына ләззәтләнеүенә бәйле ниәттәрен белеп ҡалғандай, үҙенең дәғүәһен һауаға аҫылынып тороп белдерә. Йолҡош! Быны аңлауҙан өйөр башлығының эсендәге икенсе сифаттағы бүреләр тағы ла ажарыраҡ итеп олорға тотондо. Асығыу менән асыу бергә ҡушылғанда ғына сыға бындай олоу. Ана ниндәй дәғүә белдерә уға тертелдәк кенә мәхлүк йән! Ә бит тап шуның өсөн дә Тертелдәк үҙенең ҡандаш игеҙәген, башҡа тоҡомдаштарын ҡотҡарыр өсөн ыржайҙар өйөрөн үҙенең артынан эйәртеп, бөтөнләй икенсе яҡҡа борҙо. Өҫтөнлөктө үҙенең яғына ауҙарҙы. һәр хәлдә, ыржайҙар башлығы Тертелдәктең өйөрҙән ҡайырылыуын шулай баһалап өлгөрҙө. Тимертырнаҡ өйөрҙән ҡайырылған Тертелдәк артынан ыржайҙарҙы әйҙәне.
Тырт-Мырттың һыны һаман да өйөр башының күҙ алдынан китмәй торҙо. Ҡанығыуы шул тиклем булғандыр. Тертелдәк менән Тырт-Мырт һуйған да ҡаплағандай оҡшаш. Ошо ла булышлыҡ итә, күрәһең. Ауыҙына ҡапҡан ҡалъяны йолҡа тартып алдылармы ни! Был һемәйеү Тимертырнаҡты оторо ярһытты ғына. Ул, ҡаршыһына осраған тәрән ҡар ҡорғандарын ҡатҡыл күкрәге менән ярып, тағы ла шәберәк алға бара башланы. Асыуына ҡаратырышлығы ла ҡушылды. Диңгеҙ ярына һуҡҡан көслө тулҡындар, цунами менән көрәшеүгә тиң ине ыржайҙарҙың ошолай хәрәкәт итеүе. Ошо тулҡындар ғына булмаһа, улар әллә ҡасан уҡ атылған уҡтай барып етеп, үҙһүҙле ҡыр кәзәһен ҡармап та алған булырҙар ине. Исемен дә һорап тормаҫтар, ҡабып та ҡуйырҙар ине. Өйөргә тигеҙ итеп бүлгәндә бер ҡабымлыҡ ҡына ит киҫәге, ә үҙе ниндәй ыржайҙар менән етәкселек итеп маташа. Тьфү! Әммә ошо рәүешле Тертелдәккә нәфрәтләнеп, ни тиклем нығыраҡ ынтылып, шундайын көсөргәнеш һалыуҙан да ни фәтеүә? Бындай көсөргәнеш уларҙы тәрән көрт аҫтына тағы ла нығыраҡ батыра ла, киреһенсә, Тертелдәк менән уларҙың араһы торған һайын алыҫлаша ғына төшә. Көсөргәнеш көрт аҫтына тарта. Ихтыярһыҙлыҡ булған урында уҫаллыҡ алға сыға. Тап шуның һымаҡ. Уҫаллыҡ иһә ҡанды ҡайната, аңды томалай һәм хәлде тиҙ ала. Уҫаллыҡ был осраҡта аяҡҡа тышау ғына. Ыржайҙар мәгәр башҡа төрлө була ла алмай. Был саҡта хатта ҡайнар ҡан эсеү, татлы ит ашап кинәнеү ниәте лә бойомға ашм аҫ хыял булып күренә башлай. Ыржай һынлы ыржай өсөн аҙау тешкә килеп эләккән табышты ауыҙҙан ысҡындырыуҙан да ҙурыраҡ күңел ҡайтыуы юҡ һымаҡ. Етмәһә, улар аҙна-ун көн йүнле ризыҡ ҡапҡаны юҡ.
Әммә... Ашарға, нисек булһа ла тамаҡ туйҙырырға ынтылыу хисе һәр ҡаршылыҡты тупаҫ көс менән емереп, аҙау теш менән ҡайырып өйрәнгән ыржайҙарҙы ла хәйләгә барырға мәжбүр итә. Ваҡытлыса төлкө булып торорға ла тура килә уларға. Төлкөләрҙе хәйлә тоҡсайы булғаны өсөн күралмай ыржайҙар. Әммә уларҙың хәйләкәрлеге бына ошондай саҡта иҫтәренә төшә. Төлкөлөккә күҙ ҙә йомола. Кем белә лә кем күрә төлкө халәтендәге ыржайҙарҙы. Маҡсат ысулды аҡлай, тиҙәр. Ҡоралайҙарҙы нисек итеп баҫтырып тотоу мөһим түгел, тамаҡ туйҙырыу мөһимерәк. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә. Күпте күргән, күпте кисергән өйөр башлығы хәҙер инде бер хәҡиҡәтте яҡшы аңлай: ғәҙел йүгереп ярышыу һәм ҡасыу-баҫтырыу бәйгеһендә улар ҡоралайҙарҙан күпкә ҡалыша. Ыржайҙарҙың өс-дүрт һикергән араны бер һикереүҙә үтеүсе илектәрҙең артынан туп-тураға доҡойоу – бер ҡатлылыҡҡа тиң ахмаҡлыҡ. Шуның өсөн дә иң дөрөҫ юл – ҡасыусының булмышына ҡурҡыу һалып, ҡотон алыу. Бының өсөн ҡоралай албырғап ҡалырға һәм дөрөҫ булмаған хәрәкәттәр яһарға, сәбәләнергә тейеш. Ошо ниәт тормошҡа ашһа, ҡорбан, ҡайһы яҡҡа ҡасырға белмәйенсә, икеләнеү ҡулсаһында ҡаласаҡ та, үҙенән-үҙе ыржайҙарҙың ауыҙына килеп ауасаҡ. Ғәҙәттән тыш фиҙакәрлек, саманан артыҡ көсөргәнеш һалмаһаң, ит ҡаба алмаҫһың, тигән хәҡиҡәтте лә яҡшы аңлай Тимертырнаҡ. Бына хәҙер ул ана шундай көсөргәнеште һалырға, килеп тыуған хәлде үҙгәртергә тейеш. Ул үҙҙәренән алыҫая барыусы Тертелдәктең сираттағы үҙәккә инеп юғалғанын көтөп кенә барҙы ла, башҡаларға юлды дауам итергә бойороп, үҙе ултыртылған ҡарағайлыҡҡа йәһәт кенә боролоп инде. Ағаслыҡтың ситенә ел һырынты өйгән, ә инде эске яҡта ҡарағай ылыҫтары ышығында ҡарҙың тәрәнлеге ыржайҙың тубығы тиклем дә булмаҫ. Әгәр ҙә ниәте бойомға ашһа, ул ошо ҡарағайҙар араһынан сабып барып, ҡоралайҙың ҡаршыһына сығып өлгөрөргә тейеш. Әгәр ҙә ул ошоно эшләмәһә, Тертелдәк бер аҙҙан үргә табан артылып, бөтөнләйгә эҙ яҙҙырасаҡ. Тимертырнаҡтың артынан ҡар саңы ғына борҡоно. Ҡарағайҙарҙың ҡар йәбешеүҙән ергә табан һәлмәкләнеп аҫылынған ботаҡтарына ара-тирә уның һырты ҡағылыуҙан тигеҙ рәт булып теҙелгән ағастар араһында ҡар яуып үткәндәй тойолдо. Тимертырнаҡ, елдәй елеп, ҡарағайлыҡтың осона тиклем сабып барып та етте. Урманлыҡ бөткән урында артабан тау үре башлана. Әгәр ҙә Тертелдәк үргә артыла башлаған булһа, артабан уны эҙәрлекләү – мәғәнәһеҙлек. Тимертырнаҡ үр башланған тарафҡа табан ике тапҡыр ынтылып ырғыны, өсөнсөгә үрәпсегәнендә бынан бер минут самаһы элек илекте һуңғы тапҡыр күҙҙән юғалтҡан үҙәккә күҙ ташлап өлгөрҙө. Йәненә йүгереп йылы инеп китте Тимертырнаҡтың. Ыржайҙар ҙа шатлана белә микән? Ҡоралай, бер ни булмағандай, ул баҫып торған үр башланған тарафҡа менеп килә. Унан күпкә артта ҡалышып, ыржайҙар ҡар ярып ығыша. Хәҙер инде Тимертырнаҡҡа тап ошо ерҙә ҡорбанын көтәүелләргә генә ҡала. Килеп күренеүе менән өҫтөнә ырғыр өсөн хәл йыйырға, тын алырға ла форсат бар. Әммә көтөү ғазапҡа тиң. Секундтар – минуттай, минуттар сәғәттәй тойола бындай саҡта. Тимертырнаҡ, күкрәгенән сығарған тынын мөмкин тиклем ҡар аҫтына ебәрергә тырышып, үҙенсә йәһәт кенә әүәләп алған ҡар өңөнә инеп боҫто. Ҡарһаланып ҡасып килгән илектең тынын ул хәҙер тойоп аласаҡ та. Әммә күптән инде танауына бәрелер тын һаман да тойолманы. Туҡта, әгәр ҙә теге Тертелдәк ул боҫҡан ергә килмәйенсә, икенсе яҡтан тау үренә һыпыртһа? Тимертырнаҡ асырғанып тағы ла һауаға һикерҙе. Тойомлауы дөрөҫкә сыҡты: теге хәстрүш, ысынлап та, саҡ ҡына ситкәрәк тартылып, үргә икенсе урындан ынтылмаҡсы. Тағы ла бер көсөргәнеш талап ителә өйөр башлығынан. Ул үргә табан ҡапыл ырғыны ла, күкрәгенә һуғылған ҡар ҡорғанына эләгә-сәсәй, асырғана-асырғана, Тертелдәктән саҡ ҡына алғараҡ сығып, уны тау түбәненә табан кире ҡайырырға яҫҡынды. Уның ниәтен белгән һымаҡ, Тертелдәк тә ҡапыл туҡталып, ҡатып ҡалды. Ошо секундтар Тимертырнаҡ файҙаһына ине. Өйөр башлығы аҡтыҡ көсөн туплап тағы бер ынтылды ла, Тертелдәктең күҙенә салыныр урынға барып еткәс: “Күрмәһәң, күр, бына мин булам!” тигән һымағыраҡ, шулай уҡ хәрәкәтһеҙ ҡалды.
Маҡсатына өлгәште. Албырғатты. Ҡорбаны кинәт боролоп, килгән юлына табан ҡуҙғалды. Үҙенең әле генә үткән эҙҙәренә баҫып бер-ике һикергәс, артынан ҡыуа килеүсе башҡа ыржайҙарҙы күреп ҡалғас, тағы ла ҡырын яҡҡа тартылды. Уның был йүнәлешенә алдан уҡ әҙер торған Тимертырнаҡ йәнә бер көсөргәнеш яһап, Тертелдәкте тағы ла килгән яғына боролорға мәжбүр итте. Тертелдәк өс яҡтан ҡамалды. Әлегә уның өсөн берҙән-бер асыҡ ҡалған дүртенсе тараф әле генә өйөр башлығы Тимертырнаҡ елдәй елеп үткән ағаслыҡҡа барып терәлә. Әгәр ҙә Тертелдәк шунда, тик шунда барып етһә, әжәлдән ысҡынасаҡ. Өйөр башлығы тау түбәнендә ҡар ҡорғандары менән айҡашҡан ыржайҙарға ҡараш ташланы. Көсөктәренең әсәһе Һортойҙо бер ҡарауҙан таныны. Олоған тауыш сығарып ырылдап ҡуйҙы. Тимертырнаҡтан өс йәшкә өлкән инә ыржай уның тик бүреләр генә алыҫ арауыҡтан аңлаша ала торған лөғәтен йәһәт төшөндө. Ул, көсөгө Һәүеректе эйәртеп, шундуҡ ағаслыҡҡа йомолдо. Ҡалған ыржайҙар иһә ҡамауҙа ырғандаған Тертелдәкте ян-яҡтан урауға алды. Ҡалған ваҡиғаларҙы Тимертырнаҡ баҫҡан урынынан ғына ҡымшанмай күҙәтте. Үҙе ҡорған тоҙаҡҡа ҡоралайҙың нисек барып ҡапҡанын рәхәтләнеп ҡарарға ярата ул. Режиссер һымаҡ. Уйлағаны раҫҡа сыҡты. Әгәр ҙә Тертелдәк, ыржайҙарҙың ҡорған мәкерен һиҙеп, ҡапыл кирегә боролоп был яҡҡа табан яҫҡынырға уйлаһа, һаҡлыҡ өсөн дә өйөр башы ошо урында ҡалырға тейеш. Был – беренсенән, икенсенән, ыржайҙар ҡоралайҙы йығып боғаҙлаған хәлдә лә, ул килеп етеп, итенән ауыҙ итеп ҡарамайынса, ризыҡҡа берәү ҙә йоғонмаясаҡ. Был – Тимернаҡтың үҙ өйөрөндә урынлаштырған тәртибе. Ҡануны. Уны боҙорға берәү ҙә баҙнат итмәй. Әммә аҫта барған ваҡиғалар ҡапыл ғына икенсе һүрәтләнеш алды. Өйөр башлығының ҡорған сценарийы буйынса тамамланманы һунар. Ҡайҙан килеп сыҡты һуң тағы ла бер ҡоралай?
…Үрһәләнеп сәбәләнгән Тертелдәк буталып бөттө. Ҡайһы яҡта ыржайҙар, ҡайһы яҡҡа ҡотолоу юлы киткәнен дә белмәй ул хәҙер. Тегеләй барһа ла – ыжайҙар, былай йүгерһә лә – ыржайҙар. Шул рәүешле урталыҡта тыбызыҡлаған сағында күҙенә салынған ағаслыҡты ул ҡотолоу юлы тип ҡабул итте. Тап шул ағаслыҡтың аръяғына ҡасҡан тоҡомдаштарын да иҫенә төшөрҙө. Шул яҡҡа табан ынтылды ла. Әммә инде ағаслыҡҡа барып еттем тигәнендә, ҡаршыһына килеп сыҡҡан ике ыржай уны туҡталып ҡалырға мәжбүр итте. Ҡарт инә бүре Һортой менән Һәүерек ине улар. Тертелдәк килгән яғына кирегә боролорға итте лә, тамам тоҙаҡтың эсенә килеп инеүен аңлап, Һортой, менән Һәүеректең янынан йүгереп үтмәксе булды. Һортой уға ынтыла биреберәк ҡуйғас, туҡталды, улы Һәүереккә юл бирҙе. Һунар эстафетаһын тапшырҙы. Һунар ҡомарына тамам бирелгәйне, ҡорбанына ҡаныҡҡайны Һәүерек. Ул Тертелдәкте бер-ике һикереүҙә ҡыуып етте лә уның боғаҙына ырғырға әҙерләнде. Әммә Тертелдәк ситкә ырғып өлгөрҙө. Һәүерек уның артынан уҡ ташланырға иткәйне, яңы ғына Тертелдәк баҫып торған урынға икенсе бер ҡоралай килеп төштө. Ҡайҙан уның алдына килеп сыҡты һуң икенсе ҡоралай? Әллә күҙенә күренәме? Улай тиһәң, ағаслыҡ араһынан ҡапыл атылып килеп сыҡҡан Һөтлөкәйҙе ыржайҙарҙың барыһы ла күрҙе. Һортой уның улының һунарына ҡамасауларға яҫҡынғанын күреп, ситкәрәк ҡайырырға ла маташты. Һөтлөкәй уның башы осонан һикереп үтеп, Һәүеректең алдына килеп төштө. Ҡан туйы башланды. Тертелдәк кенә яратҡан өләсәһен күреп өлгөрмәне. Үҙенең нисек итеп ыржайҙарҙың ауыҙынан ҡотола алыуының сәбәбен дә аңламаны. Өләсәһенең ғүмер эстафетаһын ошо рәүешле итеп ейәнсәренә тапшырғанын да белмәне. Ул ағаслыҡ аша сығып, күптән инде үр башына сыҡҡан тоҡомдаштарына барып ҡушылды.
…Ҡан туйы оҙаҡҡа һуҙылманы. Хатта Һөтлөкәйҙең ҡайнар ҡанын да эсеп өлгөрмәне Тимертырнаҡ. Барыһына шаһит булған инә бүре Һортой ҡанһырап ятҡан Һөтлөкәй янына яҡын да килмәне. Уның аяҡтарын ниҙер бығауланы. Шул саҡ ҡапыл мылтыҡ шартлауы һәм һунарсыларҙың һай-һайтлап саңғыла үрҙән төшөп килеүе ыржайҙарҙы ҡорбанын ҡалдырып китергә мәжбүр итте. Һөтлөкәйҙең үләкһәһен яҡындағы ауыл эттәре ашап кинәнде. Төҙтәкәләрҙең ниәте бик етди ине. Улар ыржайҙарҙы ялан еренә сыҡҡансы саңғыла ҡыуып йөрөттө, тигеҙгә сыҡҡас, уларҙың артынан һыбайлылар төштө. Төҙтәкәләр уларҙы икешәрләп ҡыуҙы. Тәүҙә берәүҙәренең аттары арый, уларҙы икенселәр алмаштыра. Бүре ҡыуыу эстафетаһының һуңғы сиратына эләккән аталы-уллы Мырҙағәле менән Айтуған Аласовтар дүртенсе көн тигәндә тамам хәлдән тайған ыржайҙарҙы ҡурсаулыҡ сигендә ҡыуып етте. Йәше етмештән уҙған атай кеше, улына үҙенең һунарсы оҫталығын өйрәтергә теләп, үҙе ҡыуып етк ән бүрене Айтуғандың һуғып алыуын теләп, атының башын ситкә борҙо. Бүре һуғыу эстафетаһын ул улы Айтуғанға тапшырҙы. Ун етеһе тулған Айтуған, шулай итеп, үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр бүре алды. Тик теле ауыҙынан сығып, хәлһеҙләнгән бүрене инде ҡыуып еттем тигәнендә,.. икенсе ҡарт бүренең ҡайҙандыр килеп сығып, йәшерәгенә ҡасырға мөмкинлек биреүенең сәбәбен генә аңлай алманы.
Көсөгө Һәүерек урынына суҡмар аҫтына ятыусы инә бүре Һортой ине. – Атай, ә ҡарт инә бүре нишләп үҙе теләп суҡмар аҫтына йомолдо ул? – тип һораны егет Һортойҙоң тиреһен һыҙырған саҡта.
– Белмәйем, ә ниңә мин үҙем һуға торған бүрене һинән һуҡтырҙым һуң, улай булғас? – Атай кеше улының һорауына һорау менән яуап бирҙе. Аталы-уллы Аласовтар дүрт көн буйына әллә нисә атты арытып, һунар ҡомарына бирелеп, бер генә нәмәне иҫенән сығарған икән. Улар, баҡтиһәң, ҡурсаулыҡ эсендә бүрене һуғып алған! Ҡурсаулыҡ һаҡсылары погонлы төҙтәкәләр менән Мырҙағәленең йортона таңнамаҙҙан килеп, акт төҙөнө. Аңлатманы Мырҙағәле яҙҙы, актҡа ла үҙе ҡул ҡуйҙы. Барыһын да үҙ өҫтөнә алды. “Һунарға яңғыҙым сыҡтым” тип яҙҙы ул тәртип һаҡсылары талап иткән аңлатмаға. “Айтғанға әле йәшәргә лә йәшәргә, ниңә биографияһын боҙорға, уға әле алдағы йылда институтҡа инергә”,– тип уйланы атай кеше. Ә был саҡта Айтуған татлы төштәр күреп йоҡлай ине.