Дошман үткән ерҙә ҡуҙ быҫҡый ҙа, әсе төтөн борхорай. Ҡан ҡойолдо. Бөтәһенең дә ҡаны бер төҫтә, кем ҡаны аҡҡанын айырып булмай. Ҡан ергә һеңә, һеңмәһә, кибә, ямғыр яуып йыуып алып китә. Ни өсөн ҡойола һуң был ҡан? Ни өсөн ҡыйыла йән? Ни өсөн ер йөҙөндәге кешеләр бер-береһен үлтерергә тейеш? Ниндәй түләп бөтөлмәгән бурыс һуң ул? Ханбала (эйе-эйе, уны беҙ ҙә Ханбала тип атайыҡ, сөнки һәр ата улының шундай дәрәжәгә эйә булыуын теләй) был турала ил ҡашғарҙарынан һорағайны. “Һәр саҡ шулай булған. Шулай буласаҡ. Беҙҙең ата-бабалар алышып йәшәгән, беҙ ҙә шулайтырға тейешбеҙ. Бүтәнсә ярамай, юҡһа, беҙҙең үҙебеҙҙе ҡырасаҡтар,” – тип яуап биргәйне улар.
Әле генә ырыу ирҙәре еңеүҙе туйлағайнылар. Бөгөн шуларҙың береһе лә был донъяла юҡ. Дошмандары ҡон ҡайтарырға улар артынан килде. Шым ғына баҫып алып, бөтөнөһөн һуйып сыҡтылар.
Дошмандарҙың шат һөрәнләүе мейене сүкей… Ҡайҙалыр көсөк шыңшый. Ҡасабала бүтән тере йән эйәһе ҡалманы. Көсөк һәм ул – ир бала – ҡырғындың ни өсөн кәрәклеген аңламайҙар.
Ырыуҙар, ҡәүемдәр, халыҡтар бер-береһен күрә алмай. Бер-береһенең мал-тыуарҙарын тартып алалар. Ҡыйбатлы бол бер дошман ҡулынан икенсеһенә күсә. Еңелгәндәрҙе ҡоллоҡҡа алып китәләр… Ә иҫән тороп ҡалғандар ҡайғы-хәсрәт эсендә ҡала һәм үс алыу теләге менән яна. Шунан әҙерәк хәлләнгәс, ҡорал тотоп, үҙҙәре лә дошмандарын ҡырырға китәләр. Һәр саҡ шулай булған. Донъяла кем көслө, шул хакимлыҡ итә. Шулай булған һәм буласаҡмы?
Ерҙең иге-сиге юҡ. Ер ситен барып күрә алған әҙәм юҡ. Ләкин барыбер уға ер тар тойола! Кешегә бер нәмә лә етмәй. Был дөрөҫ түгел, былай булырға тейеш түгел! Ләкин Ханбала быға ҡаршы бер нәмә эшләй алмай. Берәү ҙә уның фекерен һорамай. Ҡашғарҙарҙың яуабы менән ул килешмәне. Шуға ла атаһынан һорағайны:
– Ниңә гел яу сабабыҙ? Ниңә бер-беребеҙҙе үлтерәбеҙ? Тыныс йәшәп булмаймы ни? Икенсе ергә китһәксе? Барҙыр бит беҙ теләгән ауҡан яҡтар!
– Беҙ үҙебеҙ торған еребеҙҙе һаҡларға тейеш. Ул Ватан тип атала! Ватан өсөн һин дә яуап бирәсәкһең! Дошман барымтаға килһә, беҙ ҡарымта менән барырға тейеш. Ярамай бүтәнсә! Был – ата-баба аманаты. Элек-электән шулай булған. Мин һине тиктән тиккә генә Ханбала тип атамағанмын! Ханда – көс, оһоллоҡ! Һин дә егет ҡорона ингәс, ҡорал тотоп, дошмандарҙы өжгөртөргә барасаҡһың.
Туғыҙ йәшлек малай барыбер атаһы әйткәнгә ышанып бөтмәне. Шикле уйҙар күңелдә ҡалды. Сөнки ул ни өсөн икенсе кешеләрҙе күрә алмаҫҡа тейешлеген аңлап бөтмәй әле, йөрәгендә хәҙергә берәүгә ҡарата ла нәфрәт юҡ. Был тойғо булмағас, күңеле дошманлыҡ хисе менән дә, яуызлыҡ менән дә тулмаған. Шуға ҡарамаҫтан, атаһы һәм бүтән ирҙәр ҡушҡанса, теге яҡтағы ла, был яҡтағы ла ырыу-ҡәүемде күрә алмаҫҡа, уларҙы еңеп, яулап алыу теләге менән янырға, ә ҙурайғас, яуҙарҙа баш һалған ырыуҙаштарының ҡонон ҡайтарырға тейеш.
– Уларға ҡаршы… Ә бармаһам?..
Атай улының яурынынан шундай итеп матҡып тотто, хатта Ханбала ауыртыуға түҙмәй йөҙөн сирылтты.
– Һин бармаһаң, улар киләсәк, – тине тамаҡ төбө менән ата. Шунан ҡулын алды, ә бармаҡтары ҡыҫҡан урын оҙаҡ һыҙлап торҙо…
Туғыҙ йыллыҡ ғүмере эсендә Ханбала ата-бабаларының барымта, йәки ҡарымтаға киткәнен, мал-бол менән ҡайтҡандарын, уйнап-көлөп, ҡыллы моң ҡоралдарын сирттереп, көндәр түгел, хатта аҙналар буйы ҡалайыраҡ байрам иткәндәрен йыш күрҙе. Бындай көндәрҙе ауыл малайҙары көтөп алалар, сөнки ағайҙар, атайҙар йомартлана, ҡырыҫлыҡтары юҡҡа сыға, Ханбалаға, иптәштәренә мул һый тәтей. Ниндәй эш боҙһалар ҙа, уларҙы кисерәләр. Тыныс тормошто бер аҙҙан тағы уҡтар ямғыры, ҡылыс сыңы алмаштыра. Кисә байрам иткән ир инде был яуҙан әйләнеп ҡайтмай, ә тормош барыбер үҙенсә бара бирә…
Тормош бара. Ағаһы Аҡмал өйләнеп, улы тыуҙы. Ханбала ағаһының сабыйҙы һауаға сөйөп ҡыуанғанын күрҙе: “Минең дауамым! Ватандың киләсәге!” Ағаһы яуға китте. Әйләнеп ҡайтманы. Бөгөн килеп, сабыйынан да көл-күмер генә ҡалды.
Янған ауылда ул – бер үҙе. Бер үҙе. Япа-яңғыҙы. Хәйер, ҡайҙалыр көсөк шыңшый…
Ватан, тип ҡылыс айҡашҡан берәү ҙә юҡ. Баҫҡынсыларҙың тауыштары алыҫайҙы. Хатта “Ватан” тип аталған ер хәҙер үҙе берәүгә лә кәрәкмәй шикелле. Батыр һуғышсы атаһы ла бөгөн килеп ҡорбанға әйләнде. Ханбаланы үҙенең йылғырлығы ғына үлемдән алып ҡалды. Үҙен яҡлаусы – ул үҙе ине! Малай ҡалтырауын еңергә тырышты.
Эргә-тирәлә әсе төтөн генә болғана, йылан шикелле бөгөлөп-һығыла. Уны ла ел ҡыуып таратыр. Ханбала үлтерелгән әсәһенең туҙған сәсен һыпырҙы. Әсәһен ныҡ ярата ине ул. Ә бына Ватандың нимә икәнен аңлап өлгөрмәне, шуға ла әсәһен юғалтҡаны өсөн аҡты уның әсе күҙ йәше… Туғандары юҡ, ауылдаштары юҡ. Хатта үҙһенмәгән, яратмаған кешеләре юҡ. Шыңшыған көсөктө дошмандар үҙҙәре менән алып китте. Һунар эте итеп үҫтерерҙәр. Этһеҙ тормош көтөп булмай…
Нимә тип айҡаштығыыҙ, нимә тип ҡылыс болғанығыҙ, нимә тип оран һалып дошманға ҡаршы саптығыҙ? Нимә тип маҡтаныштығыҙ, нимә тип ғорурландығыҙ, ил ҡашҡалары, һуғышсылар! Ҡайҙа китеп юҡ булдығыҙ? Тауышығыҙ ҙа ҡалманы ватанығыҙҙа!
Бынан ары юҡ һеҙҙең Ватанығыҙ. Быуындарығыҙ ҡырҡылды!
Һеҙҙе ҡырған дошмандар Ватанлымы? Шулайҙыр, ләкин уларҙы ла үҙҙәренән көслөрәктәр килеп баҫыр. Һәм уларҙы ла ҡырырҙар. Шулай булғас, нимә ул Ватан? Ватан кәрәкмәй ине Ханбалаға.
Бына уның ҡулында – атаһының булат ҡылысы. Бихисап дошмандың үңәсен өҙгән ҡоралын батыр атаһы был юлы ҡулына ла алырға өлгөрмәне. Мәкерле дошман ҡаты йоҡоға талғанда баҫып инде шул. Ә булат ҡылысты күрмәгәндәр. Эҙләргә ваҡыттары булмағандыр, улар ҙа ашыҡты. Йәшен тиҙлегендә һөжүм итеп, шул уҡ тиҙлектә юҡҡа сыҡтылар… Кешеләрҙе һуйып, өйҙәргә ут төртөп, һайт-һайтлап үҙ юлдары менән саптылар. Ә, эйе, шыңшыған көсөктө алып киттеләр… Ҡайҙа ырыуҙың йылғырҙары! Һеҙ ҡайҙа!?.
Ханбала ҡылыстың ҡынын һыйпаштырҙы. Һәр биҙәге, һәр һыры таныш. Бына батырлыҡ тамғаһы. Ул атаһына бирелгән ҙур дәрәжә ине… Ошо ҡылысты иң ажар айғырға алмашырға теләгәндәр булды. Тик хужаһы һатманы. Батыр намыҫы һатылмай, тиер ине ғорур атаһы…
Күрше ҡәрйәнән ярҙам килеп еткәндә дошмандың еҫе лә ҡалмағайны был тирәлә. Бер һыбайлы уның янына килде.
– Батырыбыҙҙың ҡылысы! – ул эйәрҙән һикереп төштө. – Һин бит иң уҫал яугирҙың улы! Әйҙә минең менән, балаларым менән бергә үҫерһең. Ҡылыс батырҙан батырға ҡала. Изге аманатҡа тоғро ҡалырһың, ошо ҡоралды тоторға өйрәтермен!
Иренен ныҡ итеп ҡымтыған малай: “Юҡ”, – тип ҡәтғи баш сайҡаны. Ир ҡылысҡа оронорға ҡурҡты шикелле. Бер урында тапанды, үҙе күҙен ҡоралдан алманы:
– Ниндәй юртаҡтар килтермәнеләр. Иң шәп, иң ажар айғырҙарҙы! Һинең атайың ысын ир булды… Берәүгә лә һатманы. Һатылмай ир намыҫы…
Ханбала уның әйткәнен тыңлап бөтмәне. Ялп иттереп башын ҡалҡытты. Күҙендә уҫал ут ҡабынды.
– Шәп ат һоранылармы? Улайһа, бир миңә иң йылғыр атыңды!
Әле бер нәмә аңлай алмаған ир ауыҙын берсә асты, берсә япты.
– Алмашҡа, тием. Ә ҡылыс һинеке булыр! – тине Ханбала.
Ир атының янбашынан ҡаҡты. Буҙат тертләне.
Ханбала юртаҡҡа һикереп менде. Атаһының ҡоралын атҡа алмаштырғандан һуң, башы һуҡҡан яҡҡа саптырҙы. Көлгә әйләнгән ватанын мәңгегә ҡалдырып китте ул. Кире уйлап ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, аттың билен үксәһе менән төйә-төйә ҡыуҙы.
“Миңә һинән бер нәмә лә кәрәкмәй, Ватан!” Көл, харабалар, ауыр хәтирәләр үткәндә тороп ҡалды. Ул артына бүтән боролоп ҡараманы.
Бер мәл һайтлаған тауыштарҙы ишетте. Һағайҙы. Атынан төшөп ағаслыҡтар араһына боҫто. Үңәсен һуҙып һөрәнләшкән әҙәмдәрҙе күҙәтте. Уның ауылын юҡ иткән баҫҡынсылар шикелле. Кемдәрелер айырылып тороп ҡалып, байрам итә. Ана, бурҙайҙары ҡуян баҫтыра. Ҡуян элмәктәр яһап сабып, тау үренә менеп, күҙҙән юғалды. Бер эт тә, уҡ та уны ҡыуып алманы. Йылғырлыҡ! Сослоҡ! Йылдамлыҡ! Бына нимә кәрәк кешегә лә! Ханбаланың ауылын, ауылдаштарының көлөн күккә осорған баҫҡынсылар әллә ни көслө түгел ине бит. Әлеге лә баяғы йылғырлыҡтары менән алдырҙылар. Йәшен булып атылдылар… Һәр саҡ еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан батырҙарҙың, яу ҡаһармандарының иҫтәренә килергә лә ирек бирмәнеләр…
Ханбала кәрәк саҡта ҡуян, кәрәк саҡта һеләүһен етеҙлегенә өйрәнергә тейеш. Үҙен-үҙе харап итер дәрәжәлә ул ҡомһоҙ булмаясаҡ, ә ейер тәғәм табылыр.
Ханбала ер-һыу кисте, донъя гиҙҙе. Сикһеҙ далаларҙы буйланы. Урмандарҙы йырҙы. Тауҙар ашатланы. Йырындар аша сыҡты. Упҡындарҙы үтте. Ата-бабалар төйәгенән һаман алыҫлаша барҙы. Сөнки ватанынан ваз кискәйне. Ул яңғыҙ. Яңғыҙлыҡтың өҫтөнлөгө шунда: уның кем икәнен белеүсе юҡ. Хаслашыусы, үсләшеүсе лә юҡ. “Үҙем өсөн, ғүмерем өсөн үҙем генә генә яуап бирәм. Минең ватан, ата-баба, туған-тыумаса алдында үтәр бурысым юҡ. Үс алыр өсөн кемделер үлтереү бурысым да юҡ. Мин – үҙем ирек”.
Күп әҙәмдәрҙе тап итте. Бер ерҙә лә оҙаҡҡа ҡалманы. Кәрәк булһа, ризыҡ бүлеште. Уға ла ярҙам иттеләр: ҡунып сығырға урын, эсергә һыу бирҙеләр. Һеҙ минең дошмандарыммы? Нимә өсөн мин дошманлашырға ҡылыс күтәрергә тейеш? Ә һеҙ мине ни өсөн күрә алмаҫҡа тейеш? Ул тамаҡ аҫраны, үҫмер ҡорона етте.
Бала сағы, ялан тәпәй йүгергән туғайы, яҡындары – бөтөнөһө лә томан артында ҡалды. Бөгөнгөһө менән уларҙың уртаҡлығы юҡ. Ул үҙенең берәҙәк тормошона күнде. Ул үҙ тормошон үҙе аңлағанса, булдыра алғанса ҡорҙо. Ватандан баш тартыуы – үҙ ғүмере өсөн көрәш ине.
Ул әллә ни саҡлы алыштарҙың шаһиты булды. Ҡырҙараҡ йөрөнө, ҡырҙан ғына күҙәтте… Ул берәүҙе лә яҡламаны. Берәүҙе лә ҡәһәрләмәне. Берәүгә лә үс һаҡламаны, дошманлыҡ хисе менән янманы, сөнки бәйләнгән ере булманы. Ул ҡыҙырас ел һымаҡ ине. Кәрәк икән, өйөрмә һымаҡ. Берәү ҙә уны тота ла, ҡыуып етә лә алмай. Эйе, күп яуҙарҙы күреү насип булды Ханбалаға. Тик бер мәхшәрҙең дә эсенә барып инмәне. Юҡ, ҡурҡҡандан түгел. Мәғәнәһен тапманы. Ҡырҙараҡ булды. Ҡырҙараҡ йөрөһә лә, байыны. Байлыҡ, гүйә, уның ҡосағына үҙе теләп килеп инә ине. Байлығын ҡуша алып та йөрөмәне. Алтындарын, аҫылташтарын үҙе генә белгән ерҙәрҙә йәшерә барҙы, сөнки ҡартлыҡты ла уйларға кәрәк. Һәм йәнә донъя гиҙеүен белде.
Ай, йылғыр ҙа шул үҙе! Сос. Тоһмал. Яңғыҙлыҡтан арығас, үҙенән һуң кемделер ер йөҙөндә ҡалдырырға тейешлеген ныҡлап аңлағас, ошо бурысты үтәү кәрәклегенә инанғас, өйләнде. Ап-аруҡ йәшкә еткәйне һәм сикә сәсенә сал ҡунғайны инде уның. Иң ҙур ҡыуанысы улы тыуған көн менән бәйле. Ул вариҫлы булды! Шулай ҙа Ханбала бер ерҙә лә төпләнмәне. Күсмә тормошон уңайлыҡтарға алмаштырманы, сөнки ғүмерлек һөнәре, туплаған оҫталығы шуны талап итә ине. Илен ташлап киткәндән һуң, Ханбала бик шәп һөнәр үҙләштерҙе.
Кешеләр, йәғни, дошмандар бер-береһенә яу сапҡанда, ул да гел шул тирәләрәк була. Ҡанға туҙып алышҡан һуғышсыларҙы күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтә һәм ҡырҙараҡ сабыр ғына үҙ мәлен көтә. Еңгән яҡтыҡылар еңелгәндәрен ҡыҫырыҡлап, арыраҡ ҡыуып алып китеүгә, Ханбала үҙенең үҫмер ҡорона еткән улы менән ерҙә ятҡан үлектәр, яралылар араһында барып инә. Ул – үткер күҙле төйлөгән – был алышта иң шәп һуғышсыларҙың ҡай тирәлә ҡолағанын, иң елле ҡоралдары – ҡылыс, уҡ-яндың – ҡай тирәлә ятҡанын тәғәйен асыҡ белә. Улына бармаҡ менән бер ишаралау етә. Зирәк бала атаһының ҡарашынан бөтәһен дә аңларға өйрәнгән, уға һүҙ әйтеү артыҡ. Исеме лә шәп уғландың. Яратып, Аҡбала, тип ҡушҡайны. Һеләүһендәй етеҙ Аҡбала иң елле, иң шәп ҡоралдарҙы табып килтерә. Күҙ асып йомғансы, бер арба монаят тейәп өлгөрә улар. Һәләк булғандарҙы йыйып алырға, ерләргә, тип, ырыуҙаштары килеп еткәнсе үк юҡ була ла ҡуялар. Яу, һуғыш барған яҡтарҙа ҡоралға һәр саҡ мохтажлыҡ ҙур. Үткер ҡылыс-һөңгө, уҡ-ян өсөн яу сабыр ир-ат аҡса ҡыҙғанмай.
Дошманлашып йәшәгән халайыҡтар, ырыуҙар, ҡәбиләләр өсөн иң кәрәкле тауар, ҡыйбатлы, баһалап бөткөһөҙ хазина – ата менән ул ҡулында. Бындай тауарҙың ҡайҙа күпме торғанын яҡшы беләләр, шундуҡ барып та етәләр. Бына шулай, теләһә-теләмәһә лә, Ханбала ҡулына байлыҡ үҙе килеп инә ине.
Ана шундай уңышлы бер алыш-бирештән һуң, туҡтап тормайынса, ғаилә ары юл алды. Ханбала бисәһе менән – арбала. Көслө ат егелгән, сөнки болдары ауыр ғына. Аҡбала һыбай бара, ул ҡырғараҡ сығып та, алғараҡ китеп тә тирә-йүнде байҡаштыра. Уларға бер ерҙә лә уяулыҡты юғалтырға ярамай. Бер аҙ ваҡыттан һуң, Ханбала менән бисәһе туҙып бөткән бысраҡ сапан кейгән, яңаҡтары эскә батҡан, ҡояшҡа янып ҡап-ҡара булған бер ҡартты ҡыуып еттеләр.
– Ҡайҙа китеп барыш, дәдә? Мен беҙҙең арбаға, уҡталған ереңә тиҙерәк барып етерһең!
– Нишләп улай тинең әле, дәдә?
– Ашығып мин ҡайҙа барайым? Юлым бик әҙ ҡалған минең. Үтәһе ғүмер юлым…
– Шул юлыңды сиҡ ҡына еңеләйтһәк, беҙ ҙә ураҙға ирешербеҙ.
Ҡарт уҡына-уҡына арбаға ултырҙы.
– Үҙең, хужа кеше, арыу йәштә күренәһең. Был яҡтағы халыҡтарҙы яҡшы беләм, уларға оҡшамайһығыҙ. Кемдәр булаһығыҙ? Ҡай тарафҡа юл тотош?
Ханбала һәр ваҡыттағыса уратып яуап бирҙе.
– Ә иҫкән елдең торор төбәге ҡайҙа? Болоттоң ҡайтыр урыны ҡайҙа? Беҙ юлсылар. Ҡайҙа барһаҡ та – үҙ ихтыярыбыҙҙа.
– Бик уратып-сураттың… Ватаны була һәр әҙәм балаһының… Эскән һыуың ҡайҙа ҡалды?
– Юҡ минең Ватаным, – тине Ханбала ғәмһеҙ генә.
– Юғалттыңмы? Мәхрүм иттеләрме?
Ханбала бары тик яурынын һикертеп ҡуйҙы. Ватан тураһында ул берәү менән дә һөйләшергә яратмай.
– Ватанға юлың урау икә-ә-ә-ән… – тип һуҙҙы ҡарт әкрен генә үҙе генә аңлаған кинәйә менән. Ханбалаға уның әйткәне оҡшаманы.
– Юҡ минең Ватаным! – Ярһып өндәште Ханбала.
– Һинеке юҡ. Ә улың Ватанын табыр.
Ханбала тертләне. Дилбегәне ныҡ итеп тартты. Ат шаҡарыла биреп туҡтаны.
– Биғәйбә. Беҙҙең юлдар ошонда айырылыша, – тип теш араһынан ҡыҫып сығарҙы аҙаҡҡы һүҙҙәрен ылау хужаһы.
Ҡырҙараҡ ат уйнатып килгән Аҡбала атаһы янына килде.
– Улың үҙеңә оҡшаған, һинең һүҙҙән сыҡмаҫ. Йөрөгән юлығыҙ гел бергә булыр, тормошоғоҙ бәрәкәтле, тине.
– Хикмәтле ҡарт! Дөрөҫ әйтә! Эйе, шулай булыр, атай.
Ҡорал һатҡан кеше хаҡ ҡуя белә. Ул бер ерҙә лә оҙаҡ йәшәмәһә лә, ҡан ҡойоштар булып үткән мотлаҡ урындарҙа тотҡарлана ине. Үлгәндәргә бер нәмә лә кәрәкмәй, сөнки улар ватандары өсөн үлгән. Хаҡ түләгәндәр. Улар теге донъяға ҡоралһыҙ ғына китә. Ҡорал тереләр өсөн кәрәк. Ниндәй үпкә? Ниндәй ризаһыҙлыҡ? Ниндәй рәнйеү? Һуғыш бит еңеү һәм еңелеүҙән ғибарәт. Ҡулға ҡорал тотҡан ир үҙенең ҡайҙа барғанын, үҙе менән нимә булырын белә, һиҙемләй. Тормош хаҡына алыш аңһыҙҙар, аңралар шөғөлө түгел. Ер-һыу, ватан, тип, кемеһелер еңелә икән, ни хәл итәһең… Кемдер ватанын ҙурайта. Кемдер ватанын юғалта. Йә иркен. Иркен юғалтҡанға ҡорал бирмәйҙәр. Ул ҡоралын да, намыҫын да юғалта. Һуғыш ҡануны шулай. Йөҙәр, бәлки, меңәр йыл шулай булғандыр. Кешелек үҙе өсөн бына шундай ҡанун уйлап сығарған. Шул тәртип менән йәшәй бирә.
Әгәр ҙә был ҡанунға буйһонмағанда? Әгәр ҙә “Ватан өсөн!” тигән мәғәнәһеҙ алыштан баш тартҡанда?
Ханбала алтын-көмөшкә мохтаж түгел. Ул бай. Шулай ҙа киләсәк быуынын хәстәрләүҙән туҡтамаясаҡ. Бөтөн йыйған-туплағаны балаһының балаларына кәрәгер, сөнки уларҙы ниндәй яҙмыш көткәнен белеп булмай. Тормоштары ҡатмарланһа, йыйған байлығы, хазинаһы уларға ярҙамға килер. Теләһәләр, ирек, теләһәләр, ватан һатып алырҙар. Юҡ, уларҙы ватан менән бәйләргә кәрәкмәй! Тыуған ил, ватан – матур һүҙҙәр, ләкин шуның хаҡына ниндәйҙер хандың, батшаның үҙе менән идара итеренә, ҡайҙа кемгә ҡаршы барырын, кемгә уҡ атырға мәжбүр итеренә, йәғни яҙмышын хәл итеренә, ул бер ҡасан да юл ҡуймаясаҡ. Вариҫтары үҙ яҙмыштарын үҙҙәре хәл итер. Һы, нимә ул туған тел, нимә ул халыҡ? Бауырҙаштарҙан тыш йәшәп була. Ә бына тәндәге үҙ бауырыңдан тыш тормош юҡ! Донъя гиҙеү, телдәр белеү һәм яҡшы сауҙалашыу, бына шулар бит ул ирек хаҡы. Тормошто еңеләйтергә, уңайлыҡтарҙы һатып алырға була! Эйе, бөтөн нәмәне һатып алырҙар.
Тиҫтәләгән, йөҙәрләгән кешеләрҙең ҡырылғанын күргәнегеҙ бармы? Йыртҡыстар ҙа улай ҡыланмай. Әҙәм балалары – береһе икенсеһенең әҙер донъяһын, малын үҙләштерер, тартып алыр өсөн – бер-береһенә, үлем сәсеп, ташлана.
Әллә барымта-ҡарымталар кәрәкме икән ул? Артыҡ йәндәр асыҡлана. Артыҡ йәндәр һеперелеп түгелә. Тимәк, кем еңә, шул хужа булып ҡала. Тормошта кемдер уҡ юныр өсөн кәрәк, кемдер шул уҡты атыр өсөн. Ә кемдер шул уҡты һатыр өсөн! Ханбала уйға ҡалды. Эйе, ҡабат-ҡабат атһын өсөн уны һатыусыһы ла булырға тейеш.
Һуғыш – фажиғә. Хатта ситтән күҙәткәндә лә уға күнегеүе ҡыйын. Күҙгә йәш эркелгән саҡтар булмай түгел, була. Ләкин заманында уның үҙен берәү ҙә йәлләмәне. Шулай булғас, хужаһыҙ тороп ҡалған уҡ-янды һатып ебәреү, был мәхшәр менән сағыштырғанда, сүп кенә…
Бер мәл уғланы атаһын зыңҡытырҙай һорау бирҙе:
– Батырҙар: “Еребеҙ, халҡыбыҙ, телебеҙ!” – тип һөрән һалып утҡа инәләр. Ул шундай көслө доғамы ни, атай?
– Болғанышта кем нимә теләй, шуны һөрәнләй. Йә, илбаҡ ҡушҡанды әйтәләр. Ә бына һиңә берәү ҙә баш түгел, берәү ҙә һине юҡ-бар һүҙҙәр ҡысҡырырға мәжбүр итә алмай, шуға ҡыуан!
Отҡор балаҡайы ошо хәлдәрҙе белеп-аңлап, быуын нығытты. Ханбала улын сыныҡтырҙы, төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, һалҡын ҡанлы булырға һәм берәүҙе лә йәлләмәҫкә өйрәтте. Улар берәүгә лә дуҫ та, дошман да түгел. Ике яҡ алыша икән – был уларҙың ихтыяры. Кемеһелер ошо алышта еңелә икән, был уларҙың яҙмышы. Ата менән ул береһенең дә эштәренә ҡыҫылманы. Ханбала Аҡбалаһына үҙ атаһы уға биреп еткермәгән нәмәләрҙе еткерә алды, һәйбәт атай булды. Хәҙер ул үҙе оло йәштә, тимәк, ниндәйҙер һығымталар яһай ала.
Зирәк Аҡбала бер ерҙә лә юғалып ҡалмаясаҡ, үҙен яҡлай аласаҡ. Кешеләрҙән ҡырҙараҡ йәшәү, тәбиғәт менән берлек, күсмә тормош уны һаҡҡолаҡ та, ослогүҙ ҙә яһаны. Ватандарын яҡлап данланған шәп һуғышсыларҙан да йылғыр, тәүәккәл һәм хәйләкәр ине, сөнки ул һеләүһендәр менән ярышып үҫте. Айыу-бүреләр менән айҡашты. Шоңҡар сөйҙө. Ағасҡа, ергә ҡолаҡ ҡуйып, кемдәр килә, улар күпме, ҡасан килеп етәсәген әйтә, хатта ҡасан яу ҡубырын, кемгә кем ҡаршы сабырын да белә. Ата үҙенең улы өсөн ғорур. Тимәк, үҙе менән дә.
Көндәр һыуытҡан мәлдәрҙә Ҡорған тигән бер ерҙә оҙағыраҡҡа туҡтарға тура килде. Ҡорған-убаларҙың күплеге был тирәлә борон-борондан алыштарҙың йыш булып торғанын һөйләй. Тимәк, үҙ эшен белгән әҙәм өсөн ер аҫтында ла, ер өҫтөндә лә табыш етерлек! Шулай ҙа Ханбала ҡорғандар өсөн тотҡарланманы, ә бисәһенең сырхап китеүе тышаулап ҡуйҙы уны был ергә. Өйәнәге үтмәйенсә, ҡатынын ҡуҙғатырға ярамағанын яҡшы аңлай. Йәһәт кенә улын тирә-йүнде байҡаштырырға ебәрҙе, үҙе ҡыуышта сирле бисәһе янында ҡалды.
Улар туҡтаған ерҙән алыҫ түгел ҙур йәйләү йәйрәп ята. Бисәһенең сирен баҫырҙай дарыу табып бирмәҫтәрме? Ханбала бит тотош йәйләүҙе һатып алырлыҡ хазинаға эйә! Йәйләүҙе һатып алыр, ә дауаны һатып ала алырмы? Бармы ундай дарыу? Аҡбала ҡайтып төшөү менән шунда барып килергә кәрәк. Тормошоноң бөтөн ауырлыҡтарын сабыр күтәрешкән бисәкәйе өсөн бер нәмә лә йәл түгел.
Ҡайҙалыр эт өргәне ишетелде. Ат тояҡтары тыпырланы. Ҡолағы ҡарп итеп ҡалған Ханбала ҡыуыштан атылып килеп сыҡты. Саҡырылмаған ҡунаҡтар иң шәп аттарҙа елдереп килеп етте. Алдағы алпамыш кәүҙәле ир, ғәскәр етәксеһе, янындағы берәүгә нимәлер тип өндәште. Бына түрәнең уңҡулы, атынан төшөп, Ханбала янына килде.
– Кем булаһығыҙ? Ҡайҙан килдегеҙ?
– Бик алыҫтан беҙ… Хатта үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе лә онотҡанбыҙ… – Ханбала ҡыуыш эсенә күрһәтте. – Бәләгә тарыныҡ, бисәм ауырый. Һушһыҙ ята.
Уңҡул башлыҡҡа аңлатты. Тегеһе баш ҡаҡты, һәм һыбайлылар ары киттеләр. Иртәгәһен ҡыуыш ҡоролған ергә йәнә бер нисә һыбайлы килде.
– Ханыбыҙ бына бағымсы ебәрҙе. Бисәңде беҙҙең йәйләүгә алып килергә ҡушты. Унда яҡшы ҡарарҙар.
– Ул хан булдымы ни?.. – тине ҡарт. – Белһә икән, уның бында туҡтап китеүе генә лә беҙҙең өсөн оло ырыҫ… Рәхмәт яуһын ханға!
– Туҡтамыш туҡтай белмәй! Ләкин яуыз бәндәләрҙе туҡтата белә!
– Кемде? – Ханбала шомланып ҡуйҙы.
– Дошманды, – тип яуап бирҙе көр тауышлы ир үҙе генә билдәле яҡҡа ҡараш ташлап алғас. – Уның менән тап булышҡан дошман ҡыйратыла.
– Ни өсөн Туҡтамыш хан беҙгә, юлсыларға, изгелек ҡыла? Беҙ бит уға бер кем дә түгел.
– Ул ысын хан! Шуға ла туҡтаған ерендә яҡшылыҡ ҡына ҡыла.
– Бынан ары ханығыҙға гел еңеү теләрбеҙ. Тик йәйләүегеҙ беҙ бараһы юлда ятмай. Бисәм күҙен асты. Бер-ике көндән икенсе яҡтарға ҡуҙғалабыҙ.
Бағымсы өгөтләмәне, дарыуҙар ҡалдырып сығып китте. Тағы ике көндән ҡатынының хәле яҡшырғандай булды. “Ғәжәп, бер алтын киҫәген дә сарыф итмәнем. Бушлай! Тик, был тирәнән йәһәтерәк тайырға кәрәк! Белеп булмай, көн торошо үҙгәреүсән. Әҙәмдәр кәйефе бигерәк тә…”
Ә көндәр һыуыта төштө. Аҡбала әйләнеп килеү менән йәшерелгән ҡорал-монаятты һатырҙар ҙа, йылы яҡҡа юл алырҙар. Ханбала үҙҙәренә изгелек иткән Туҡтамыш кешеләренә арзанға ла бирә ала. Һатыулашыу ҡайҙа! Киреһенсә, ҡыуанып бирәсәк. Ә был тирәлә оҙаҡламай алыштар буласаҡ: көҙгө бол, муллыҡ өсөн тартҡылашыу мәле етеп килә.
Һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты. Аҡбала ҡайтып һөйләгәндәрҙән шул асыҡланды: улар ике ҙур илдең сигенә килеп урынлашҡандар икән. Күптән дошманлыҡ иткән, бер-береһе менән ярышҡан ҡәүемдәр. Улар икеһе лә һуғыша белә. Үҙҙәренең эргә-тирәһендәге вағыраҡ ырыу-араларҙы буйһондороп бөткәндәр. Хәҙер бер-береһенә теш ҡайрап йәшәйҙәр. Яйлы мәле етеү менән бер-береһенә йәбешәсәктәр. Ярай ҡыуышты йәтеш урынға ҡорғандар, берәү ҙә һиҙҙермәйенсә генә килеп баҫа алмай.
Ханбала таң һарыһында һиҫкәнеп тороп ултырҙы, улын уятты. Башын бер ҡағыуы булды, Аҡбала аңлап та алды, тимәк, был тарафҡа – Туҡтамыш йәйләүенә, баҫҡынсылар яҡынлаша. Туҡтамыштың күпселек халҡы ҡышлаҡҡа күсенде. Бында көтөүселәр генә ҡалды, тиерлек. Ә мал-тыуар ишле. Ҡоҙғондар ҙур ҡалъя төшөрөн һиҙемләй. Ҡарт тамағын ҡырҙы. Алыш ҡаты буласаҡ. Йәйләү ҙә көл-күмергә әйләнер. Хәйер, быныһында Ханбаланың ҡыҫылышы юҡ. Ҡорал эйәләре ауасаҡ. Шул мәлде көтә ул. Ҡоралдары киләһе яуҙар өсөн кәрәк.
Ҡайҙалыр тау башында ут яҡтылар – ярҙам һораған хәбәр шулай ебәрелә. Йәйләүҙекеләр уяу икән, тине ҡарт. Тимәк, баҫҡынсыларҙың шым ғына баҫып алыу ниәте юҡҡа сыҡты.
Ҡырға баҡты, һәм ауыҙы асылып китте. Ай-бу-у-у-у-й, ҡалай күп баҫҡынсылар! Ҡара яу! Ер аҡтарып киләләр! Йәйләү яғынан да һай-һайлашҡан тауыштар ишетелде, һыбайлылар атылды. Тик бер нәмә шикһеҙ, теше-тырнағы менән ҡораллы дошман ғәскәре уларҙың бөтөнөһөн бер һелтәүҙә һепереп үтәсәк! Уҡтар ҡара болот булып яуҙы. Аттар кешнәште, эттәр олоно. Ҡоралдар ялт-йолт итте, зыңланы. Саң-туҙан, ғәрәсәт ҡупты. Бындай мәхшәрҙе күптән күрмәгән ҡарт хайран булып ҡарап торҙо. Һай, йәйләүҙекеләр! Ҡандай батырҙар! Бер-бер артлы ауҙы улар. Тиң түгел ине көстәр!
Улар өҫтөнә бихисап уҡ яуҙырҙы дошмандары. Бихисап. Уҡ ямғыры. Ҡарт төкөрөгөн йотто. Ысын һуғышсыларҙың уҡ-яны, ҡалъяны, торҡаһы ҡыйбат тора. Улар үҙҙәренә тейешлеһен йыйып өлгөрәсәктәр. Уны кемгә “оҙатырҙар” – еңелгән яҡтың ҡалдыҡ-боҫтоғонамы, әллә еңгән яҡҡамы? Хәйер, ҡартҡа барыбер. Бөтәһе лә кемдең ни саҡлы түләүе менән бәйле. “Мине кемдәрҙер ватанһыҙ ҡалдырҙы. Ләкин ҡол да итә алманы. Йәнемде буйһондора алманылар. Мин күптән үҙ юлым менән барам. Үҙемдең битарафлығым менән һеҙҙе күптән еңгәнмен. Һеҙҙең дөрөҫлөккә мин төкөрҙөм. Һеҙ һайлаған юлға ла…”
Йәйләүҙекеләр кәмене. Улар араһында һынмаҫ, бөгөлмәҫ бер тау ҡалды. Туҡтамыш ине ул. Ханбала уның ысын һуғышсы икәнен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Ҡаршы ташланған дошмандарын ҡылысы аш үткәреп кенә торҙо алпамыш. Эргәһендәгеләр һирәгәйә барҙы. Ул иле өсөн ҡалҡан булып баҫҡайны. Һайманын уҡ тишеп үтә алмай, ә ҡылысы!.. Йәшен уғы шикелле телә! Бик ҡыйбатлылыр ҡоралы! Бындай ҡылыслы ханды үлем алмаҫ һымаҡ. Шуға ла дошманы уны бәреп-йығып үтә алмай. Ләкин улар һаман яҡынлаша бирә. Эйәрләнгән атын йыҡтылар. Ул ҡылысын күтәреп тороп баҫты. Шул саҡта йәйләү яғынан әсе һөрән һалып бер һыбайлы алыш майҙанына уҡталды. Әсе тауышы. Малай ғына бит әле! Нишләп күрәләтә үлемгә ҡаршы саба! Баланың тауышы Туҡтамышҡа көс биргәндәй булды. Ул ажарланып алға ташланды. Дошман сигенде. “Балаһы! Улы!.. Йән киҫәге! Атаһын яҡлап үлергә килә! Туҡтамыш тыйған булғандыр ҙа, ләкин тыңламай килә мәхшәргә...”
Шул саҡ Ханбала үҙ улының күҙҙәрендә битарафлыҡ түгел, үкенесме, йәлләүме күрҙе. Аҡбаланың янды ныҡ итеп ҡыҫып тотҡанын аңғарҙы, хатта сикә тамырҙары бүртеп сыҡҡайны. Ханбала улына яман итеп ҡарап алды: “Беҙҙең ҡыҫылышыбыҙ юҡ, беҙгә барыбер!” Аҡбаланың йөҙө ҡараңғыланды. Ҡарт һағайҙы. Ҡара яу үтеп киткәс, тиҙ генә улъя йыйырға ла, был тирәнән алыҫҡараҡ тайыу хәйерле!
Һәр заман үҙ батырын тыуҙыра һәм үлтерә. Тәңре Туҡтамыштың ҡайҙа, ҡасан, ни саҡлы алышта булырын, күпме дошманын тураҡларын яҙмышына яҙып ҡуйғандыр. Әле күпме дошманын күҙ алдында әжәл ҡосағына оҙатты. Яҙмыш бетеүендә үҙенең дә ҡайҙа ауыры билгеләп ҡуйылғандыр …
Хәҙер Аҡбала улының йөҙө тып-тыныс. Уның ярһыуы үткәнен аңлаған ҡарт та иркен һуланы.
Икәүгә, ике яугирға, меңләгән уҡ атылды. Һәм ҡаҙалды. Ҡосаҡлашып, тубыҡланып төштөләр. Бала, ысынлап та, йәл ине. Ул яралы батырҙы, атаһын, ҡурсырға тип, ҡылыс айҡаны. Батыр булып үҫер ине… Хәҙер дошмандары, уларҙы тапап, ары китер. Шул ваҡытлы һиллек мәлендә Ханбала улы менән яу яланында үҙ эштәрен атҡарып өлгөрөргә тейештәр.
Ҡапыл көслө һөрәнләү яңғыраны. Атаҡ-атаҡ, дошмандар кире сигенә башланы түгелме?! Йәйләүҙе һаҡлаусыларға ярҙам килә. Тик һуңлаңҡырап. Ташҡын урғылды. Шаҡтай хәлһеҙләнгән баҫҡынсыларҙы сигендереп, ҡыуып китте был ташҡын. Иң уңайлы мәлде көткән Ханбала улы менән яу үткән ергә атылды.
Үлектәргә баҫа-баҫа, ул алпамыш йығылған яҡҡа ашыҡты. Ай-һай ҙа, шәп хандың ҡылысы! Туҡтамыштың даны былай ҙа алыҫтарға таралғандыр. Ошонда, күҙ алдында булып үткән хәлдәрҙе бәйән итә-итә алпамыштың дан ҡоралы менән сауҙалашырға була. Уның хаҡы ғәйәт ҙур! Үлгәндәргә инде бер нәмә лә кәрәкмәй. Туҡтамышҡа Ватаны кәрәк ине. Теләге тормошҡа ашты. Ватанында мәңгегә ҡаласаҡ. Тупраҡ булып. Уны ватаны бер ҡайҙа ла ебәрмәне. Үтескә түләнә…
Яҡыная биргәс, ҡарттың аҙымдары әкренәйҙе. Йығылмай икән дә баһа ысын батырҙар! Туҡтамыш ҡашына сығып баҫҡан ҡарт шаҡ ҡатты. Батыр ҡылысҡа таянған. Ҡылыс осо – ерҙә. Терәк-таяныс булып ҡаҙалған да, Туҡтамыштың тыуған тупрағы менән тоташҡан. Ҡылысҡа тотоноп, хан, гүйә, тәхеттә ултыра. Үлгәс тә иленә ҡалҡан булып ултыра… Күкрәгенә ҡаҙалған уҡты һанап бөтөрлөк түгел. Себен дә былай һырый алмаҫ ине…
Тереләрҙән дә терерәк була икән һәләк булғандар…
Ә балаҡайы атаның тубығына башын һалған. Ҡарт Аҡбала улының күҙендә йәш ялтлағанын күрҙе. Үлгән баланы йәлләнеме икән? Нимәлер тип әйтергә кәрәк.
– Харап итте үҙен бала, йә, нимә өсөн…
– Атай өсөн. Ә ата – Ватан өсөн, атай!
– Ниндәй Ватан? – тине ҡарт уҫал тауыш менән.
Шул саҡ атаһы тубығында башын һалған баланың торҡаһы төшөп китте, һәм ергә оҙон толом һуҙылып ятты. Ҡыҙ бала! Ҡарт артҡа тайшанғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Улъя йыйыу ҡайғыһы бөткән Аҡбала икенсе яҡҡа атланы.
Улының йомшаҡлығына йәне көйгән ҡарт хан ҡылысын эләктереп ҡалырға тырышты. Уның хаҡы үтә лә юғары! Ҡыйбатлы ҡорал! Хәҙер уға Ханбала хужа буласаҡ! Ханбала иңкәйҙе. Һәм шул килеш ҡатып ҡалды. Һеңгәҙәне. Быуынһыҙ булды. Ҡулы һәлберәне. Тыны ҡыҫылды. Бите тартышты. Ирене дерелдәне.
Эйе, уның күҙ алдында, ус аяһы алыҫлыҡта – батырҙан батырға ғына аманат итеп бирелгән изге ҡорал – атаһының булат ҡылысы ҡояш нурында ялтлай ине! Ниндәй юлдар, ниндәй яуҙар аша был яҡтарға килеп етте икән һуң был дәһшәтле ҡорал? Бер нәмә асыҡ: тамғалы булат ҡылыс һәр саҡ батырҙар ҡулында булған. Үҙ атаһының ҡылысын матҡып тотҡан алпамышҡа ҡарап шаҡ ҡатты Ханбала. Шунан һиҫкәнеп, үҙенең ҡулдарына баҡты, усын яҙҙы һәм усына текләгән килеш ултыра бирҙе.
Шунан көс-хәл менән тороп баҫты. Тәнтерәкләп ары атланы.
Алпамышты, һәләк булғандарҙы йыйып ерләр өсөн ул арала ырыуҙаштары ла килеп етте. Артабан нимә булғандыр, ҡарт күрмәне. Ул бер нәмә тураһында ла уйламаны, барҙы ла барҙы, барҙы ла барҙы…
Ҡорал тулы яу яланынан тәү мәртәбә буш ҡул менән сыҡты ул.
Ҡайтып ингәндә лә ҡалтырауы баҫылмағайны.
– Хәҙер һин ауырый башланың шикелле, ҡартым…
Ханбала әкрен генә баш сайҡаны.
– Өшөйһөң. Ҡана, бөркәндерәйем, – тине бисәһе.
Ҡарт “юҡ” тип баш сайҡаны.
– Әйт, нимә булды, атаһы?
– Мине атай ҡото ҡаршы алды.
– Нисек “атай ҡото”? Унда Туҡтамыштың кешеләре, тинең түгелме ни?
– О-о-о, туҡтатты дошманын Туҡтамыш… Сөнки ҡылыс уның ҡулында ине! Атайымдың булат ҡылысы!
– Туҡтамыш ханмы? Тәхеттә. Тәхеттә үлде. Атай ҡылысы уға, ханға, йығылырға рөхсәт итмәне!
– Ҡайҙа ҡылыс, тием? – Бисәһе уны ишетмәй тип уйланымы, ҡысҡыра биреберәк һораны. – Алдыңмы?
Ҡарттың тауышы ғыжлабыраҡ сыҡты:
– Хаҡым юҡ уға ҡағылырға!
– Ул ватанды һаҡлай торған ҡорал…
– Тыныслан. Эс әле ошо сәйҙе.
Үләнле сәйҙе йотҡан Ханбала башын бисәһенең тубығына һалды, күҙҙәрен йомдо.
– Атайҙың ҡото һатылмай… Минең исемем генә Ханбала, ә ысын хан балаһы атаһы янында ятып ҡалды…
– Һин иҫәнһең, ҡартым. Миңә шул еткән.
– Ә минең ҡылысты ҡосаҡлап илағым килде. Булдыра алманым…
Уларҙың һөйләшкәнен тыш яҡтан тыңлап торған Аҡбала, атаһы ҡаты йоҡоға талғансы, ҡыуыш эсенә инмәне.
Ханбала күҙен асҡанда эргәһендә бисәһе генә тора ине. Ул тирә-яғын байҡаштырҙы, улы күренмәне. Уҡ-яны ла, ҡалъяһы ла урынында юҡ.
– Ул юлда. – Әбейе тамағына торған төйөрҙө йотто. – Улың Ватанын эҙләп китте.
– Тыныслан, атаһы. Ул һорашты. Мин дә һинең турала белмәйем…
– Белмәйһең, сөнки минең Ватан үткәндә тороп ҡалды.
– Мин генә түгел, улың да белмәй… – Әбейе телен тешләне.
– Әйтеп бөтөр, нимәне белмәй?
– “Ни өсөн: “Халҡыбыҙ хаҡына, туған тел хаҡына!” – тип, күрәләтә үлемгә ҡаршы баралар? Әҙселекте күпселеккә ҡаршы торорға ҡеүәт биргән ниндәй доға һуң ул? Ни өсөн ул ирҙәргә генә түгел, уларҙың ҡыҙҙарына ла баҫҡынсыларға ҡаршы сығырға көс бирә?” – тип һораны. Был һорауҙарға үҙ иле булған кеше яуап бирә ала. Быны бит үҙ ватаны булған кеше генә аңлай…
Ханбаланың тауышы ғыжылдап сыҡты:
– Былар барыһы ла минең үткәндә тороп ҡалды.
– Балабыҙ үткәнде түгел, киләсәкте күрергә теләй. Ул кешеләр араһында үҙ Ватанын эҙләй. Шулай тип әйтергә ҡушты. Мин уны тота алманым. Быуа алманым юлын, атаһы.
Ханбаланың тыны өҙөлгәндәй булды, ҡатыны уға ҡарап торғандан һуң, бер эске шыбырлау менән өҫтәне:
– Уны тоторлоҡ түгел ине…
Ҡарт тышҡа сыҡты, офоҡҡа ҡараш ташланы. Күңеле менән Аҡбаланың йәйләү кешеләре торған яҡҡа киткәнен һиҙенде. Ватаным тип, ошо ерҙе атаймы әллә балаһы?
Аҙаҡҡы яу үткән ерҙән Ханбала балаһына Ватан алып ҡайтҡанын аңланы. Тик Ватанды һаҡлау үтә лә ҡурҡыныс. Ҡурҡыныс Ватанһыҙ ҙа йәшәү…
Ҡарт уңға-һулға, алға-артҡа ҡарап, бер әйләнде. Офоҡтан күҙен алманы. Юҡ, һәр яҡлап уға офоҡ үҙе ҡараны. Баҫып торған ере ҡайҙалыр убылып төшөп киткәндәй булды. Ул, гүйә, һауала эленеп ҡалды. Ханбала йән әсеүе менән иңрәне. Көҙгө тынлыҡта һерәйешеп ҡатҡан үләндәр ҙә, был тауышҡа тетрәнеп, шыбырлашырға керештеләр. Ханбала офоҡҡа ҡарай барҙы ла барҙы…
Таң атыуға ул кире әйләнде.
– Атаһы! Сәсең… сәсең ап-аҡ булған…
Әбейенең әйткәненә ишетмәгәндәй, һораны:
Әбейе моңһоу ғына баш сайҡаны ла үҙе һорау бирҙе:
– Ул аҙаша торған бала түгел! – Ханбаланың тауышы өҙөлдө. Ирене дерелдәне. Тәрән тын алғас, үҙе ишетелерлек кенә итеп өҫтәне. – Туған телен, халҡын, тамырын эҙләгән кеше аҙашмай.
– Ҡартым, әйҙә, сәй эсеп ал. Беләһең бит, һинең өсөн сәйем һәр саҡ ҡайнаған…
– Аҙашмау – эҙләгәнде тапты, тигәнде лә аңлатмай!
Шулай ҙа улының әйләнеп ҡайтырына өмөт өҙмәне. Йылы яҡтарға сығып китмәне. Көттө. Аҡбала күренмәне. Ул йәшәгән ике ил сигендә яуҙар, алыштар булып торҙо. Аҡбала күҙгә салынманы. Ата көттө. Көтөү генә түгел, үҙе лә балаһын эҙләне. Тик юлдар киҫешмәне. Ҡасан тап булышырҙар, ҡасан күрешерҙәр? Ни өсөн Аҡбалаһы уның янына ашыҡмай? Бының менән уғланы нимәне аңғартмаҡ үҙ атаһына?
Ваҡыт үтеү менән ҡарт шуны нығыраҡ аңлай барҙы: Аҡбалаһы ата туплаған байлыҡты үҙе тапҡан Ватанына алмаштырмаясаҡ. Йыйған хазинаһы, улъяһы хәҙер Ханбалаға кәрәкмәй ҙә ине инде. Уға улы ғына кәрәк! Бәлки, Аҡбала ҡартатаһының ҡылысына лайыҡлы булғас, ысын батыр булып, шул дәһшәтле ҡоралды ҡулына алғас ҡына әйләнеп ҡайтыр? Шунда, бәлки: “Атай, мин һиңә лә Ватан табыштым!” – тип әйтер?
Ә әлегә Ханбала донъялағы иң ҙур хазинаһын юғалтмаҫҡа – уғланы артынан барырға, ул баҫҡан эҙҙәрҙе табырға, яҙлыҡмаҫҡа һәм тороп ҡалмаҫҡа тейеш.
Ул таңдан тороп тағы юлға йыйынды… Үҙе менән уҡ-янын да алды. Кем белә, бәлки, Аҡбалаһына ҡурҡыныс янайҙыр. Дошман ҡамауында түгелме? Ярҙам кәрәкмәйме? Улын яҡлағанда, эйе, үҙ ватанын һаҡлап көрәшкән улын яҡлағанда, ата күңеле бер ҡасан да икеләнмәйәсәк. Ата ҡулы бер ҡасан да яҙа атмаясаҡ.