Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Сентябрь 2018, 13:02

Мәжит Нартайлаҡов. Бөйөк әмир табибы. Роман. 1-20-се бүлектәр

Сатыр эргәһендә ниндәйҙер шау-шыу ишетелде. Эскә Тимерҙең өлкән ҡатыны Сарай Мөлк ханым, әмирҙең шәхси һаҡсылары етәксеһе Шәйех Әли баһадир менән ике сарҙар ҡултыҡлап тотҡан урта йәштәрҙәге уртаса буйлы, тарамыш кәүҙәле кеше килеп инде. Киң яңаҡлы йөҙө ҡарағусҡылланып ҡояшта янған, оҙон ҡара мыйыҡлы, ҡыҫҡа һаҡаллы ине ул. Бер аҙ ҡурҡып борсолғандай күренһә лә, үҙен дәрәжәле тота. Бөйөк әмиргә, уның остазына иғтибар менән ҡарап алды. Бәрәкә:– Һине һәйбәт табип тиҙәр. Кемһең? Исемең нисек? – тип һораны.– Ниндәй табип икәнемде миңә әйтергә түгел инде. Башҡорт исемем һеҙгә бер ни ҙә аңлатмаҫ. Бохарала мине Хаджа тип йөрөттөләр.

Мәжит НАРТАЙЛАҠОВ
Мәжит Әхмәт улы Нартайлаҡов – медицина фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһы һәм
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәс

әй тәбиғи фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы, 12 монография
һәм 500-ҙән ашыу ғилми эш авторы. Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау
эштәре буйынса проректоры, БДМУ-ның дөйөм хирургия клиникаһы директоры, Ғ. Ғ. Ҡыуатов
исемендәге Республика клиник дауаханаһы ҡарамағындағы Башҡортостан республика
хирургия гепатология үҙәге етәксеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

БӨЙӨК ӘМИР ТАБИБЫ
Инеш һүҙ

1941 йылдың июнь урталарында Сәмәрҡәндтә билдәле ғалим, Үзбәкстан Совнаркомы рәйесе урынбаҫары Т.Н. Ҡары-Ниязов етәкселегендә һәм атаҡлы антрополог М.М. Герасимов ҡатнашлығында Тимеридтар ҡәберлектәре менән Гүр-Әмир кәшәнәһендә (бөйөк Аҡһаҡ-Тимер һәм уның нәҫеле ерләнгән урында) бер төркөм совет ғалимдары археологик эштәр башлай. Башта уның ейәне Тимер Олоғбәктең, аҙаҡ Тимерҙең улдары Шахрух һәм Мираншаһтың, һуңынан – Тимерҙең яратҡан ейәне Мөхәммәтсолтандың ҡәберҙәрен асалар. 20 июндә Тамерландың үҙенекенә тотоналар. Әммә шунда уҡ бөтәһе лә алдан уйланылғанса китмәй. Көтмәгәндә электр уты һүнә. Эштә тәнәфес иғлан ителә.

Был ваҡытта берәүҙәр тартырға сыға, икенселәр ял итә, ғалимдарҙың бер өлөшө зыяраттағы фән өсөн көтөлгән асыш тураһында гәп һата. Кинооператор Малик Ҡәйүмов, яҡындағы сәйханаға барып, буш өҫтәл янына ултыра һәм кәсә менән йәшел сәй килтереүҙәрен һорай. Көткән арала шундағы бер нисә кешене күҙҙән үткәрә. Күрше өҫтәл янында ултырған, бер-береһенә оҡшап торған өс ҡартҡа иғтибар итә. Ҡапыл уларҙың береһе, Маликка өндәшеп, былай тип һорай:

– Улым, һин Тамерландың зыяратын асырға йыйыныусыларҙың берәүһе түгелме ул?

– Эйе, – ҡайҙандыр тамағына килеп тығылған төйөрҙө саҡ йотоп ебәреп, Малик шулай ти. – Мин – уларҙың башлағы!

Ҡарттар был шаярыуҙы аңлап бөтмәйме, йөҙҙәре ҡәтғиләнеп китә. Береһе Маликты үҙҙәренең өҫтәленә саҡырып килтерә лә:

– Бына ҡара, суфый сәйед Мир Бәрәкәнең китабы был, – тип боронғо ҡулъяҙма баҫманы күрһәтә. – Бында “Тимерҙең ҡәберен кем асһа – шул һуғыш дейеүен иреккә сығара. Донъя әле быға тиклем күрмәгән ҡот осҡос ҡанлы яу буласаҡ” тип яҙылған.

Ҡарттың ҡаҡ һөйәккә ҡалған бармаҡтары китаптың уртаһындағы яҙыуҙа туҡтай, һәм ул, Маликка ҡарап:

– Ҡара уны, улым, Тимерҙең рухын борсомағыҙ, урыҫ ғалимдарына әйт ошо хаҡта! – ти.

Маликтың ҡапыл шыбыр тиргә батыуы сәйҙән дә, эҫенән дә булмай. Тиҙ генә һаубуллашып, сәйхананан сығыу яғын ҡарай.

Кәшәнәгә ҡайтҡас, ғалимдарға әлеге осрашыу, ҡарттарҙың киҫәтеүе хаҡында һөйләп бирә. Әммә улары был хәбәргә көлөмһөрәп кенә ҡарай, үҙҙәренең атеист булыуын, төрлө хөрәфәттәргә, әкиәттәргә ышанмауын әйтә. Электр уты тоҡана, кәшәнәләге эш дауам итә.

Тамерландың ҡәбере өҫтөндәге нефрит таш таҙартылғас, унда былай тигән яҙыу асыла: “Был донъяла йәки тегенеһендә минең тыныслығымды боҙған һәр кем язаһын аласаҡ һәм һәләк буласаҡ, ә бөтә ер йөҙөндә ҡаты һуғыштар башланасаҡ”.

Үкенескә ҡаршы, ғалимдар ҡарттарҙың һүҙенә лә, ҡәбер өҫтөндәге яҙыуға ла бер ниндәй әһәмиәт бирмәй, һәм 21 июндә Тимерҙең зыяраты асыла.

1941 йылдың 22 июнендә кешелек тарихындағы иң ҡаты – 50 миллиондан ашыу ғүмерҙе ҡыйған – һуғыш башлана.

Ҡарттарҙың һүҙенә бөтәһе лә улай еңел генә ҡарамаған икән. Ғалимдарҙың береһе, башҡаларға һиҙҙермәй генә, Ҡәйүмов күрһәткән сәйханаға бара. Атаҡлы тарихсы һәм яҙыусы Саҙретдин Ғәйни булып сыға ул. Янында ун өс йәшлек улы Камал да була. Ҡарттар әле сәйханала ултыра. Ғалим уларҙың янына барып:

– Хөрмәтлеләрем, күптән түгел генә минең бер йәш коллегам, һеҙҙең менән әңгәмәләшеп, бик ҡурҡыныс хәбәр килтергәйне. Был күрәҙәлек хаҡында миңә лә ентекләберәк һөйләп бирмәҫһегеҙме икән? – тип өндәшә.

Ҡарттарҙың береһе ғәрәпсә яҙылған боронғо китапты яңынан асып, былай ти:

– Был китапҡа ышанырға була. Уны беҙҙең йыраҡ олатабыҙ суфый сәйед Бәрәкә яҙған. Беҙ, бер туғандар, өсөбөҙ ҙә – уның вариҫтары. Бөйөк Тимерҙең остазы, аҡыл эйәһе, ғалим булған ул. Ошо уҡ Гүр-Әмир кәшәнәһендә, Тамерландың тере ваҡытында уҡ ҡушыуы буйынса, уның балалары һәм ейәндәре менән бергә ерләнгән. Әйткәндәй, бөйөк әмирҙең шәхси табибы Шаһ Хаджа ла ошонда ята.

Һәм ҡарттар ғалимға ысын мәғәнәһендә ғәжәпкә ҡалдырырлыҡ хәлдәрҙе һөйләп бирә...
1-се бүлек

Тамерландың Туҡтамышҡа ҡаршы тәүге яуы.

Табип Хаджаның пәйҙә булыуы
1391 йылдың йәйе башында әмир Тимерҙең күп һанлы ғәскәре Яйыҡ буйында тора. Тирмәләр эргәһендә, эсендә яугирҙәрҙең үҙ-ара шым ғына күңелһеҙ һөйләшеүҙәре ишетелә. Уларҙы Яйыҡтың йылы һыуы ла, ярҙарында эркелеп йөрөгән көтөү-көтөү мал да, усаҡтарҙа аҫылған ҡаҙандарҙа бешкән иттән таралған тәмле еҫ тә ҡыуандырмай. Йылдың был ваҡытына хас булмаған эҫе селлә яугирҙәрҙе артыҡ борсомай – уларҙың күбеһе Урта Азия кешеләре булып, эҫегә күнеккән, әммә үҙҙәренә башҡа нәмә тынғы бирмәй. Ғәскәр инде аҙна буйы Көнбайышҡа табан хәрәкәтен туҡтатып, бер урында тапана, төрлө йәнлек-януарға һунар менән оҙон юлдарҙан һуң наҡыҫайып ҡалған аҙыҡ түлен ҡалынайтыу менән мәшғүл. Яу өсөн уңайлы мәл, ҡайһы бер полк әйҙәүселәренең фекеренсә, ҡулдан ысҡынып бара. Бер кем дә Тимерҙе күргәне юҡ был арала.

Имеш-мимеш күп йөрөй. Берәүҙәр Тимерҙе Алтын Урҙаның бөйөк ханы Туҡтамыштан ҡурҡыуҙа ғәйепләй. Бүтәндәр Тимерҙең бер ҡасан да бер кемдән дә ҡурҡмағанын, ә үҙенең элекке уҡыусыһы, хәҙер хан булып киткән Туҡтамыш менән һөйләшеп килешергә теләүен әйтә. Кемдәрҙер бөйөк әмирҙең башында яу ҡайғыһы юҡлығын, дала ҡыҙы – һөйәркәһе – менән артыҡ мауығыуын тәҡрарлай.

Бик әҙ кеше генә, уның яҡындары ғына, был туҡталыштың ысын сәбәбен белә: Аҡһаҡ Тимер сиргә һабышҡайны. Сатырында биҙгәктән ҡалтыранып, тиргә батып, һаташып ята. Уң тубығы шешеп киткән, тубығындағы элекке яра эҙе “Мин ярһыным!” тигән һымаҡ яр һала. Әмир ғәскәренең иң яҡшы табиптары көнө-төнө Тимер эргәһенән китмәй, уның тубығына төрлө дауа, төнәтмә, компрестарын һалып ҡарай. Ауырыуҙың хәле саҡ ҡына яҡшырғандай була ла яңынан хөртәйә.

Бер тапҡыр, әҙерәк хәл ингәндәй булған саҡта, Тимер янына өлкән улы Ғүмәр шәйех инде.

– Атай, минең яугирҙәрем был яҡтың бер табибын табып килтергән. Үҙенең эшен ныҡ яҡшы белә, тиҙәр.

– Минең уларға ышанысым юҡ, – тип ҡырт киҫте Тимер, – беләһең бит инде, беҙ – уларҙың дошманы.

Ысындан да, Яйыҡ алды далаларында бер-бер артлы йә Алтын Урҙа монголдары, йә дала ҡыпсаҡтары, йә Себер хандарының етеҙ яугирҙәре, йә бына хәҙер Тимер әрмеһе килеп хужа булып тора. Уларҙың береһе лә был ерҙәрҙе яулап, урындағы ҡәбиләләрҙе буйһондороу тураһында уйлап та ҡараманы, ә булғанды ҡыйратыу, талау, бай көтөүлектәрҙе ҡаҡҡа ҡалдырыу, халыҡты ҡоллоҡҡа алып китеүҙе генә белде. Шуға ла далалағы башҡорт ҡәбиләләренең үҙҙәренән бер саҡ ҡон ҡайтарыуынан бер аҙ шөрләйҙәр ине.

– Шулай ҙа, атай, был башҡорт – бөтөнләй башҡа кеше. Бағдадта табиплыҡ һөнәренә уҡыуын, һинең атайың, минең ҡартатайым Тарағайҙы белеүен һөйләй.

– Ярай, килтерегеҙ үҙен, – тине Тимер һәм бер аҙ өндәшмәй торғас, өҫтәне. – Бер ыңғайҙан минең остазымды ла саҡырығыҙ.

Мендәренә таянып, Тимер күҙҙәрен йомдо. Атаһын иҫенә төшөргәс, бала сағы күҙ алдына килде. Ете даръяла, Мәүераннаһрҙа (Урта Азияла) Кеш ҡалаһынан алыҫ булмаған Хужа-Илгәр ауылында үтте уның бала сағы. Заман ауыр ине, атаһы яуҙарҙан ҡайтып инмәне. Ҡайтҡан сағында Тарағай бәләкәй улын ҡосаҡлап күтәреп, һаҡалы менән ҡытыҡлап үбә ине, яу яландары, ҙур ҡалалар һәм монгол хандары – Сыңғыҙхан вариҫтары тураһында һөйләй торғайны. Әйткәндәй, уларҙың Барластар нәҫеле, хәҙер ярлыланһа ла, бөйөк Сыңғыҙхандың үҙе менән алыҫ ҡына туғанлыҡта тора, тип тә әйткәйне атаһы.

Бөйөк әмирҙең хәтирәләрен остазы сәйед Бәрәкәнең тауышы өҙҙө:

– Падишаһым, мине саҡыртҡайныңмы?

– Саҡыртҡайным түгел, ә саҡырғайным, – тип йылмайҙы Тимер, тороп ултырып.

– Ят, ят, – Бәрәкә уның яурынына саҡ ҡына ҡулын тигеҙҙе. – Ағарынып киткәнһең. Кәңәшем кәрәкме?

– Юҡ, был юлы юҡ. – Бер аҙ уйлап торғас, әмир өҫтәп куйҙы. – Бәлки, кәрәктер ҙә. Бер урындағы табипты ҡарамаҫһыңмы, тигәйнем. Ҡырағай түгел, уҡымышлы тиҙәр үҙен. Шулай ҙа, үҙең беләһең, табиптар күп булды, береһенән дә фәтүә юҡ.

Сатыр эргәһендә ниндәйҙер шау-шыу ишетелде. Эскә Тимерҙең өлкән ҡатыны Сарай Мөлк ханым, әмирҙең шәхси һаҡсылары етәксеһе Шәйех Әли баһадир менән ике сарҙар ҡултыҡлап тотҡан урта йәштәрҙәге уртаса буйлы, тарамыш кәүҙәле кеше килеп инде. Киң яңаҡлы йөҙө ҡарағусҡылланып ҡояшта янған, оҙон ҡара мыйыҡлы, ҡыҫҡа һаҡаллы ине ул. Бер аҙ ҡурҡып борсолғандай күренһә лә, үҙен дәрәжәле тота. Бөйөк әмиргә, уның остазына иғтибар менән ҡарап алды. Бәрәкә:

– Һине һәйбәт табип тиҙәр. Кемһең? Исемең нисек? – тип һораны.

– Ниндәй табип икәнемде миңә әйтергә түгел инде. Башҡорт исемем һеҙгә бер ни ҙә аңлатмаҫ. Бохарала мине Хаджа тип йөрөттөләр.

Үмәр шәйех уның елән еңенән тартты:

– Беҙҙең батшабыҙға ярҙам итә алаһыңмы һуң?

– Белмәйем, маҡтанғы килмәй, – тине тыныс ҡына Хаджа. – Ҡарарға рөхсәт итегеҙ?

Бөйөк әмир еңелсә генә баш ҡаҡты, сарҙарҙар табиптан бер аҙ ситкәрәк китте, ләкин уны күҙ ҙә йоммай күҙәтте.

Табип бөйөк әмир ятҡан урындыҡҡа яҡын килеп, күнегелгән етеҙ хәрәкәттәр менән сырхауҙың тубығын ҡапшаны, унан пульсын тикшерҙе, маңлайына ҡулын тигеҙҙе, йөҙөнә бағып торҙо ла һорай ҡуйҙы:

– Бөйөк әмир, миңә тубығығыҙҙы ҡасан, нисек ауырттырғанығыҙҙы белергә кәрәк.

Күҙ күреме етмәҫ ерҙәрҙе биләгән, әллә күпме халыҡтарҙы, ҡәбиләләрҙе ҡурҡытып тотҡан, бик күп хыянаттар, алдауҙар сәбәпле бер кемгә лә ышанмаған әмир ҡапыл, табипҡа ихлас ҡарап, һөйләй башланы:

– Бик күптән булды был хәлдәр, утыҙ йыллап барҙыр. Тыуған яғымда ер биләүселәр араһында һуғыш сыҡты. Миңә 25 йәш кенә ине әле. Сеистандағы яуҙа бер ҡеүәтле баһадир менән алыштым. Минән тәпәшәгерәк буйлы, әммә мыҡты, өлкәнерәк тә, тәжрибәлерәк тә ине. Уның һөжүмен ҡайтара-ҡайтара, шундуҡ аланым быны. Әммә мин етеҙерәк инем, Хажи Барлас бабайым өйрәткән шәп алымдарым да бар. Теге ҡыҫып алып килә, мин юрамал артҡа сигәм, уны йонсотам. Шунан ҡапыл алға ынтылған булдым да уға үҙем генә белгән үлемесле ҡаҙау яһаным.

Әмир, шул яуҙы иҫләп, тынып торҙо ла дауам итте:

– Үлемесле тип үҙем генә уйлағанмын, уға тикле лә, унан һуң да был алым мине күп тапҡыр ҡотҡарҙы. Ләкин был юлы улай булмай сыҡты. Сеистан кешеһе тубыҡланып, башы эйелгәс, мин тынысландым. Хата булды был. Уға уң ҡабырғам менән тора инем. Баһадир ҡапыл һикереп торҙо ла миңә өҫтән аҫҡа килтереп бәрҙе. Тиҙ генә аңғарып алһам да, ҡулымдан ҡылысым ике бармағым менән бергә ергә осто. – Тимер уң ҡулының суғын күрһәтте, унда һуҡ һәм урта бармағы етмәй ине. – Уның хәнйәре уң тубығыма тәрән инеп китте. Шул саҡта ғына Сеистан кешеһе ауып йән бирҙе.

– Аяғың шул саҡтан бирле ауыртамы? – тип һораны Хаджа. – ваҡыты-ваҡыты менәнме, гелме?

– Гелән һыҙлай, ҡайһы саҡта көсәйә. – Көлөмһөрәп, өҫтәп ҡуйҙы. – Миңә шуға ла Аҡһаҡ Тимер тигән ҡушамат таҡтылар инде, фарсыса – Тамерлан.

– Тағы бер һорау, әмир: тубығың элек тә шулай ныҡ шешкәне булдымы?

– Эйе, булды, айырыуса яу юлдарында, көсөргәнеш булғанда. Элек яра төҙәлеп бөтмәй йөрөнө, бынау ерҙә. – Әмир яраның тышына күрһәтте. – Тубығым шешһә, табиптарым компресс ҡуйып, эсенән эренен ағыҙып ала ине. Ә былтыр яуға ла барманым тиерлек, ярам төҙәлгән һымаҡ булғайны. Ҡыуанғайным. Ә хәҙер... Былай ҡыйын булғаны юҡ ине әле.
2-се бүлек

Бөйөк әмиргә операция

Хаджа, тубыҡты яңынан ҡарап, былай тине:

– Тубығың өҫтөндәге һөйәк зарарланған, шул быуыныңа төшкән.

– Һин артыҡ аҡыл һатма, – тип екерҙе Үмәр шәйех һәм ҡабатлап һораны. – Падишахҡа ярҙам итә алаһыңмы?

– Эйе, тишеп, эренде ағыҙырға кәрәк. Тик минең ҡоралдарым, дауаларым һалынған сөмкәмде һеҙҙең кешеләрегеҙ тартып алды.

Үмәр шәйех, тышҡа сығып, һаҡсыларға нимәлер бойорҙо. Бер нисә минуттан сатырға әмирҙең өлкән табибы Таһир ибн Усман, Тимерҙең икенсе улы Мираншаһ һәм яратҡан ейәне – өлкән улы, мәрхүм Йыһангирҙең ун биш йәшлек улы Мөхәммәтсолтан килеп инде. Ейәне олатаһы янына йүгереп килеп, уны ҡосаҡлап алды.

– Атай, – тип өндәште Мираншаһ. – Был башҡорттоң сөмкәһен беҙҙең табиптарыбыҙ ҡараны. Унда ағыу-фәлән юҡ, ә бына ҡоралдары араһында хатта Таһир белмәгәндәре бар.

– Кемдең ниндәй фекере булыр уның тураһында? – Хаджа яғына ымлап, әмир шулай тине. – Кем әйтә?

Бер аҙым алға атлап, Таһир ибн Усман тәүге булып һүҙ башланы:

– Падишаһым, был дала кешеһе нимә эшләргә йыйыналыр, мин белмәйем, шулай ҙа уға ышанырға кәңәш итмәҫ инем. Уға файҙалыраҡ эш менән шөғөлләнергә кәрәктер, мәҫәлән, әрмебеҙҙә сырхау аттар етерлек.

Шул саҡта Мөхәммәтсолтан ҡыҙып-ҡыҙып башҡортто яҡларға тотондо:

– Олатай, ҡыума уны. Беҙ икәүләп оҙаҡ һөйләштек, миңә ул бик оҡшаны: бик аҡыллы, яҡшы кеше.

Бөйөк әмирҙең улдары өндәшмәне. Тимер остазына һораулы ҡарашын төбәне. Зирәк сәйед Бәрәкә уҡыусыһына ниндәй яуап кәрәклеген белеп тора: уҫал падишаһты остазынан да яҡшыраҡ кем белһен инде?

– Йөрәгем менән тоям: һиңә Аллаһ Тәғәләгә һәм ошо кешегә ышанырға кәрәк. Мин уға ышанам.

– Ярай, шулай булһын, – тине шым ғына Тимер. – Әйт, һиңә нимәләр кәрәк булыр?

Сатыр эсендә әҙерлек эштәре башланды: Хаджаның күрһәтмәләре буйынса берәүҙәр ҡаҙанда һыу ҡайната, кемдер баҡыр тас алып килә, әмирҙең икенсе табибы Мөхәммән бин Яҡуб етешмәгән үләндәр артынан ебәрелде, Хаджаның сөмкәһендәге ҡоралдар, дауа һалынған һауыттар махсус кәштәгә алып ҡуйылды. Дала табибының эш ҡоралдары араһында бер нисә зонд, һөйәк ҡыҫҡыстар, төрлө ҙурлыҡтағы һәм формалағы энәләр, тар ғына йөҙлө, металдан ҡойолоп эшләнгән тотҡалы бер нисә бысаҡ бар ине. Уларҙы күреп Таһир ғәжәпкә ҡалды һәм һағайып ҡына:

– Был ниндәй бысаҡтар ул? – тип һораны.

– Махсус бысаҡтар – хирург ланцеттары, миңә уларҙы Бохарала Әбүғәлисинаның үҙенең һыҙмалары буйынса эшләп бирҙеләр.

Таһир яурындарын ғына йыйырҙы ла өндәшмәне. Хаджа унан баҡыр таста эш ҡоралдарын ҡайнатып биреүен үтенгәс, уға ла шөғөл табылды.

Ниһайәт, әҙерлек мәшәҡәттәре тамамланды. Хаджа сатырҙан барыһының да сығыуын талап итһә лә, һәр кем бында ҡалырға үҙенсә сәбәп тапты: кемдер табиптың эшен күҙәтеү аҫтында тота, кемдер бөйөк әмирҙең күңелен күтәреүҙе кәрәк тип таба, ә кемдер ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай. Тимер ҡул һелтәне:

– Әй, шуларҙы... Ҡарағылары килгәс, ҡараһындар әйҙә, ҡурҡмаһалар.

Хаджа, Аллаһҡа тапшырып, ҡулын йыуҙы, Тимерҙең тубығын ниндәйҙер ҡушылма шыйыҡса менән таҙартты ла:

– Бөйөк әмир, ныҡ ауыртасаҡ, түҙергә тура килер, – тине. – Һеҙ – батыр йөрәкле кеше, беләм, булдырырһығыҙ быны. Ошо төнәтмәне эсегеҙ – ул ауыртыуҙы баҫа.

Таһир һауытты эләктереп алып, әйләндереп-әйләндереп ҡараны, еҫкәне, ауыҙына төнәтмәне ҡабып тәмләне лә бөйөк әмиргә ҡабат һуҙҙы:

– Эйе, был – ауыртыуҙы баҫа торған үлән төнәтмәһе, эсһәгеҙ ҙә була.

Тимер төнәтмәне эсеп, башын мендәргә терәне. Хаджа, ланцеттарының береһен алып, күнегелгән етеҙ хәрәкәт менән тубыҡтағы тирене тәрән итеп киҫте. Әмир тертләп китте, әммә бер тын да сығарманы. Шунан Хаджа, ялғаш һымағыраҡ бер зондты алып, яраға индерҙе. Әмир тештәрен шығырлатты, өндәшмәһә лә, маңлайына тир бәреп сыҡты. Яранан ялғаш буйлап эрен аға башланы. Табип, зәхмәтле шыйыҡсаны тулыһынса ағыҙып сығарыу өсөн тубыҡты ҡулы менән баҫҡылап, әмирҙе тағы бер тапҡыр теш шығырҙатырға мәжбүр итте. Операцияны ҡарап торған нескә күңелле Мираншаһ иҫтән яҙҙы, уны сатырҙан алып сығып, Таһир саҡ хәл индерҙе. Был ваҡытта Хаджа, бер һауыт ҡанлы эрен ағыҙып алып, эшен тамамлап, яраны йәшкелт май һеңдерелгән сепрәк менән бәйләп тә ҡуйғайны.

Бөтәһе лә еңел тын алды. Бәрәкә әмирҙән һорай ҡуйҙы:

– Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ?

– Башта ауыртты, уның ҡарауы, хәҙер теге гел талап торған һыҙлау ебәрҙе! Хатта аяғыма ла баҫа аламдыр.

– Юҡ, – тине ҡәтғи итеп Хаджа. – Бөгөн ятып ҡына торорға кәрәк. Ә бына иртәгә аяҡҡа мотлаҡ баҫырбыҙ.

Бөтәһе лә таралышты. Мөхәммәтсолтан ҡартатаһы янында ҡалды, уға Хаджа әмиргә теге әсе, әммә һыҙлауҙы баҫа торған төнәтмәне әленән-әле биреп торорға ҡушты.

Шиксел Таһир табиптан әле файҙаланған май тураһында һорашты. Хаджа уның симфитум тамырынан яһалған ҡомдо сусҡа майына ҡушып яһалғанын әйтте. Таһир, өндәшмәһә лә, майҙы үҙендә ҡалдырҙы.

Табипты сәйед Бәрәкә, башҡаларҙың артыҡ иғтибарынан йолоп, үҙ сатырына саҡырып алды.
3-сө бүлек

Хаджаның һөйләгәне

Сәйед Бәрәкәнең тирмәһе әмирҙең сатырынан алыҫ түгел ине. Бай йыһазлы: остазға яҡшы мөнәсәбәт һиҙелеп тора. Урындыҡ, хатта иҙән дә фарсы келәмдәре менән ябылған, тимер менән нығытылған ҙур һандыҡтың эсе тулы алтын-көмөш, эргәһендә ҡытай вазалары ҡуйылған, диуарҙа һабы ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән ҡылыс эленгән, ингән ерҙә көмөш биҙәкле ҡыйбатлы эйәр ята.

Хужа Хаджаны ашамлыҡ теҙелгән урындыҡҡа саҡырҙы. Һый-ниғмәттең ниндәйе генә юҡ: тауҙай өйөлгән һарыҡ, йылҡы ите, хуш еҫле ҡоротланған һурпа, сыр, йәшелсә-емеш. Улар тәғәм итергә тотондо, Хаджа ла үҙенең йәйләүенән бөйөк әмир биләмәһенә килеп еткәнсе ныҡ асыҡҡайны.

Аш янында бер ауыҙ һүҙ һөйләшмәнеләр. Тамаҡ туйҙырып алғас, мендәрҙәренә янтайғас ҡына сәйед, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, һораша башланы.

– Әйт әле, Хаджа, ҡайҙан һин? Һөйләүеңә ҡарағанда, табиплыҡ сәнғәтенә Бохарала уҡығанһың. Нисек булды ул?

Хаджа уйға ҡалды. Шунан әйтте:

– Һөйләй башлаһаң, бик оҙон тарих инде ул.

– Ярай һуң, беҙҙең ваҡыт етерлек. Әмир һауыҡҡансы, һине ебәрмәҫтәр ул.

Хаджа үҙенең күргәндәрен һөйләй башланы.

– Табын ырыуының Көньяҡ Уралда, Яйыҡ йылғаһы үрҙәрендә көн иткән башҡорт ҡәбиләһенән мин. Ҡәбиләбеҙ ҙур түгел, бик татыу, байман ғүмер итәбеҙ. Башҡаларҙың малына ҡыҙыҡмайбыҙ, үҙебеҙҙекен дә бирмәйбеҙ – был турала бөтә күрше ҡәбиләләр белә. Көтөүлектәребеҙ йылға үҙәне буйлап Уралтау араһында урынлашҡан, шунда мал менән күсенеп йөрөйбөҙ. Тыныс, һил тормошобоҙ йыш ҡына көньяҡтан да, көнбайыштан да, көнсығыштан да һөжүм итеүҙәр сәбәпле боҙолоп та торғолай. Башҡорт ҡәбиләләре яугирҙәре ундай саҡта бергәләп ҡаршылыҡ күрһәтеп, дошманды үҙ ерҙәренә үткәрмәй.

Хаджа бер аҙ шым ултырҙы ла, кәсәнән сәй уртлап алып, дауам итте:

– Утыҙ йыл элек булды был хәл. Миңә ул саҡта туғыҙ ғына йәш, башҡортса Хажиәхмәт тип йөрөтәләр ине. Ҡәбиләбеҙгә көньяҡтан ҡыпсаҡтарҙың һөжүм итеүе тураһында хәбәр еткерҙеләр. Һәр ваҡыттағыса, иң яҡшы яугирҙәр, атайым Ҡужәхмәт батыр ҙа, берләшкән башҡорт ғәскәренә ҡушылырға ашыҡты. Ауылда балалар, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һәм беҙгә бер нисә генә һаҡсы ҡалды.

– Ләкин ҡыпсаҡтар беҙҙән хәйләкәрерәк булып сыҡты. – Табип ауыр һулап дауам итте. – Уларҙың ғәскәре икегә бүленгән икән. Ҙур өлөшө беҙҙең яугирҙәребеҙ менән асыҡ яуҙа йөҙгә-йөҙ килгән. Ә бәләкәй төркөм, еңел аттарҙа сабып, тылға инеп, ерҙәребеҙ буйлап килгән. Беҙ, әлбиттә, быны белмәнек. Мине иртән әсәйемдең “Хажинур, торорға ваҡыт!” тиеүе уятты. Шулай, иркәләп, “Хажинур” тип өндәшә ине ул. Әсәйем тағы ҡабатланы: “Тор, улым, малды көтөүгә сығарырға кәрәк”.

Торҙом, кейендем, ашарға ултырҙым. Ҡолағыма ат тояҡтарының дөпөлдәүе ишетелде. Яугирҙәребеҙ шулай тиҙ ҡайтҡанға аптырап, тирмәнән йүгереп сыҡтым. Ләкин урман буйынан ауылға табан тәпәш кенә аттарҙа өс йөҙләп ҡыпсаҡ сабып килә ине. Тирмәләрҙән, кем ҡулында ниндәй ҡорал тота ала, бөтәһе йүгереп сыҡты. Мин дә атайымдың иҫке ҡылысын тоттом. Тик яҡшы ҡоралланған баҫҡынсыларға ҡаршы бала-саға менән ҡарт-ҡоро нимә эшләй алһын?! Улар башта беҙҙең һаҡсыларҙы ҡырып ташланы, һуңынан ҡарттарҙы ҡылыстан үткәрҙе һәм балаларҙың, шул иҫәптән минең дә, ҡоралдарыбыҙҙы тартып алды. Ярты сәғәт тә үтмәгәндер, ауылыбыҙ таланып, тирмәләребеҙ яндырылып, малыбыҙ менән үҙебеҙ – ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар – ҡыуып алып кителдек. Юл ыңғайы ҡыпсаҡтар тағы бер нисә башҡорт ауылын таланы, тик оҙаҡҡа ҡалманы: яугирҙәребеҙҙең кире ҡайтыуынан ҡурҡтылар. Шуға ла талаған малын, көслө йәш-елкенсәкте, ҡатын-ҡыҙҙы һәм балаларҙы, шул иҫәптән әсәйем менән мине лә, эләктереп, Аҡ күл тирәһендәге далаларға алып киттеләр. Юл ыңғайы баҫҡынсылар беҙҙән, осраған карауансыларға, далалағы башҡа ҡәбиләләргә һатып, ҡотола барҙы. Әсәйем менән мин Ташкенттан килгән бай сауҙагәргә эләктек. Ул ҡалала оҙаҡ тора алманым. Әсәйем сибәр ине, сауҙагәр уны, оҡшатып, үҙенең хәрәмханаһына алды, ә мине, күҙенә салынып йөрөмәһен тип, Бохаралағы бер туғаны, билдәле табип Фирүзгә ебәрҙе. Шулай итеп, табип ярҙамсыһы булып киттем. Әйткәндәй, исемемде ҡыҫҡартып, Хаджа тип ул атаны ла инде, унан бөтәһе лә шулай йөрөтөүгә ғәҙәтләнде.

– Бик тырыш өйрәнсек булдым мин, – тип дауам итте Хаджа. – Фирүз баһамды белде. Күп тә үтмәй, ул мине, башҡа эштәрҙән тыш, уҡырға, яҙырға, үҙенең һөнәренә өйрәтә башланы. Шулай уҡ ҡул эше оҫталығына ла, башҡаса әйткәндә, операция яһарға. Үҙенең инде күҙе насарайғайны, ә ярҙам һорап килгән кешене кире ебәргеһе килмәй. Шулай итеп, мин табип оҫталығын үҙләштерҙем.

Хаджаның хәтирәләрен тыңлап, көн кискә лә ауышты, ял итергә ваҡыт етте.
4-се бүлек

Тамерландың һауығыуы

Томанлы, йылы иртә. Ҡояш сығыуға, Яйыҡ ярҙарына ара-тирә ҡуйылығы йәбешеп ҡалһа ла, томан тарала башлай. Сәйед Бәрәкә менән Хаджа, ысыҡлы үләндә эҙҙәр ҡалдырып, бөйөк әмир сатырына табан йүнәлде.

Тамерлан ятағынан тороп уҡ ултырғайны инде, инеүселәрҙе йылмайып ҡаршыланы.

– Аллаһҡа шөкөр! – тип ҡыуанды Бәрәкә. – Һин бөгөн элеккенән таҙараҡ күренәһең.

– Хатта ашарға һорап алды, – тип ғорурлыҡ менән яңылыҡ еткерҙе Мөхәммәтсолтан. – Яратып ашаны!

Бәрәкә төнө буйы олатаһы эргәһендә ултырған Мөхәммәтсолтанды ял итергә ебәрҙе. Хаджа әмирҙең пульсын ҡапшаны ла ҡәнәғәт ҡалды. Тамерландың тубығынан бәйләүесте алып, шештең ныҡ ҡына ҡайтҡанын, ҡыҙыллыҡтың һүрелгәнен билдәләне. Яраны яңынан, был юлы ҡарағусҡыл-йәшел май менән буяп, бәйләп ҡуйҙы.

– Бына, кисә вәғәҙәләгәнсә, бөгөн инде аяғыңа ла баҫа алаһың, – тине ул.

– Һин, Хаджа, тылсым эйәһе икәнһең! – тип маҡтаны уны әмир. – Ҡайҙа өйрәндең был һөнәреңә?

Хаджа кистән Бәрәкәгә һөйләгән хәтирәләрен, һуңғыһының иҫкәрмәләре менән бергә, яңынан ҡабатланы.

Уны ҙур иғтибар менән тыңлағас, Тимер былай тип һораны:

– Кисә миңә һинең атайымды белеүең тураһында әйткәйнеләр. Ысынмы был?

– Эйе, егерме йыл тирәһе барҙыр, Бохарала булғайны был хәл. Остазым Фирүзгә Кеш менән Бохара араһындағы яуҙа яраланған бер арҙаҡлы яугирҙе килтергәйнеләр. Исеме Тарағай ине. Беҙ ярҙам күрһәткәс, ул йүнәлде. Үҙен шуға иҫемдә ҡалдырҙым: Фирүз уны “Мәүәрәннаһрҙың яңы батшаһының атаһы” тине. Һүҙ һинең хаҡта барғандыр тип уйлайым, бөйөк әмир.

– Эйе, 1370 йылда Балхала миңә хәрбиҙәр һәм ҡәбилә башлыҡтары тоғролоҡҡа ант бирҙе, һәм бөйөк әмир титулына эйә булдым.

Бер аҙ тынлыҡтан һуң Тимер һорай ҡуйҙы:

– Ниңә һуң һин бында, ә Бохарала түгел?

– Ун йыл элек остазым, үҙ эшен миңә тапшырып, мәрхүм булды. Әммә эш барманы: Фирүздән даими дауа алыусылар сит ил кешеһенә ышанырға теләмәне. Минең үҙемде лә туған ырыуҙаштарымдың, атайымдың яҙмышы борсоно. Ҡайттым. Атайым инде донъя ҡуйғайны: теге ҡыпсаҡтар менән яуҙан ул ныҡ яраланып ҡайтҡан булған. Электән дә һуғыш яраларынан йонсой ине ул, ә был юлы һөйөклө ҡатынын, улын алып китеүҙәрен күтәрә алмаған. Бер-ике йылда бирешеп, китеп тә барған.

– Ҡайғыңды уртаҡлашам, – тине әмир, – шулай ҙа – яугир яҙмышы инде был.

Был әңгәмәлә ҡатнашмай, ошоға тиклем шым ғына ултырған сәйед Бәрәкә лә телгә килде:

– Тыуған яғыңда нимә менән шөғөлләнәһең инде?

– Белгәнемде эшләйем: башҡорт ауылдарында йөрөп кешеләрҙе дауалайым, ҡайһы саҡта үҙҙәре эҙләп таба.

Киң белемле Бәрәкә, үҙенә тыумыштан бирелгән ҡыҙыҡһыныусанлығын еңә алмайынса, мәленән файҙаланып, ғилемен арттырып ҡалырға ашыҡты.

– Әйт әле, Хаджа, ни өсөн һеҙҙең халыҡты Башҡорттар тип йөрөтәләр? Берәй аңлатма барҙыр бит?

– Бар, әлбиттә, хатта бер нисә, – тине Хаджа. Әҙерәк уйланып торғандан һуң дауам итте. – Миңә ҡалһа, боронғо бер легендаға ҡоролғаны дөрөҫөрәктер. Уның буйынса, минең халҡым – ғәйәт ҙур төрки ҡағанаттың бер ярсығы. Биш быуат элек улар Сырдаръя менән Амударъя араһында көн иткән. Әйткәндәй, һуңынан шул уҡ ерҙәрҙә тиерлек һеҙҙең дәүләт – Мәүәрәннаһр – барлыҡҡа килә. Тик теге замандарҙа ырыу-ара ыҙғыш хөкөм һөрә, күрше фарсыларҙың, хазарҙарҙың һөжүмдәре йыш ҡабатлана. Бер саҡ ырыуыбыҙҙың аҡһаҡалдары йыйылышып, Ете даръянан үргәрәк, төньяҡҡараҡ иркен ерҙәр эҙләп китергә ҡарар итә. Һәм шул ваҡытта башлана ла инде атай-олатайҙарыбыҙҙың Аслыҡ яланы аша бөйөк күсенеүе. Мең ярым саҡрым аша ҡаҡ даланан үтеү бик ауырға төшә. Кешеләр аслыҡтан интегә, үҙҙәрен ошо билдәһеҙлеккә илткән юлға алып сығып киткән аҡһаҡалдарға ғәйеп ташлай. Һәм шунда ҡапыл бер мөғжизә була: күскенселәр алдында әллә ҡайҙан аҡ бүре барлыҡҡа килә. Ул яйлап ҡына төньяҡҡа табан атлай, үҙе, юлсыларҙы артынан әйҙәгәндәй, һис ташлап китмәй. Кешеләр уға эйәреп алға бара-бара ошо урманлы, күлле Уралтау буйҙарына килеп сыға. Был әҙәм балаһы аяҡ баҫмаған тәбиғәт ҡосағында анда-һанда фин-уғыр халыҡтары ғына бик һирәкләп күренеп ҡала. Шул саҡ Аҡ бүре юҡҡа сыға, аҡһаҡалдар ошо ерҙәрҙә туҡтап төйәкләнергә ҡарар итә. Был – беҙҙең яңы Ватаныбыҙ, ти улар. Халҡыбыҙҙың атамаһында бүре – “ҡорт” – һүҙе булыуы ла шуға ишара: “баш” “ҡорт” баш бүре тигәнде аңлата ла инде. Башҡорт “юлбашсы, нигеҙ һалыусы” тигән мәғәнәгә эйә. Бына шундай ҡарһүҙ.

Ғалим һәм тикшереүсе сәйед Бәрәкә, уйға батып, былай тине:

– Бик матур риүәйәт. Әгәр ул дөрөҫ булһа, беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ бер үк. Мин Сәмәрҡәнд, Бохара, Бағдад китапханаларында яҡынса биш-алты быуат элек бөйөк төрки ҡағанаты тарҡалыуын һәм уның көнсығыш өлөшөнән бик күп төрки телле халыҡтар, ҡәбиләләр барлыҡҡа килеүен уҡып белгәйнем.

Һәүетемсә әңгәмә барған арала әмирҙең сатырына уның иң яҡын даирәһендәге кешеләр – улдары, хәрби башлыҡтар йыйылды. Йылмайып ултырған батшаны күреп, бик ҡыуандылар. Улар менән бергә әмир сатырҙан сығып йөрөп тә әйләнде. Шулай ҙа был көндө Хаджа уға ауыртҡан аяғына баҫырға рөхсәт бирмәне. Ә яугирҙәр, әмирҙең улдары менән ҡултыҡлашып йөрөп ятыуын күргәс, был яңылыҡты бөтә стан буйынса тиҙ таратты.
5-се бүлек

Яуға әҙерлек башланыуы
Икенсе көндө иртән Хаджа, әмир ҡушыуы буйынса, Тимерҙең улдары һәм башҡа табиптар алдында уның тубығын яңынан һүтеп бәйләне. Бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды: шеш ҡайтҡан тиерлек, һыҙлауы баҫылған, эрене бәйләмгә саҡ ҡына сыҡҡан. Хаджа Тимергә сырхау аяғына баҫырға рөхсәт итте, тегенеһе быны ҙур теләк менән башҡарҙы. Бер нисә аҙым атлағас, аяғының көс төшкәндә ауыртыуы түҙерлек булыуын әйтте.

Шатлығынан Тамерлан хәрби башлыҡтарҙы йыйып, яу походын киҫекмәҫтән яңыртыуға әҙерлек башланыуын иғлан итте. Быны ишетеп, бөтәһе лә илһамланып китте, бары тик Хаджа ғына:

– Эй бөйөк әмир, һин әле бик хәлһеҙ, берәй аҙна ял итергә кәрәк ине. Һинең һаулығың өсөн борсолам, – тине.

Әмир, ҡаршы әйткәнде һөйһөнмәй, ҡаштарын йыйырҙы, шулай ҙа тыныс ҡына:

– Беҙ былай ҙа бында күп ваҡытыбыҙҙы юғалттыҡ. Ихтимал, Туҡтамыш хандың шымсылары уға беҙҙең яу менән килеүебеҙ хаҡында еткергәндер ҙә инде. Хәҙер үҙенә башҡалар менән берләшергә ваҡыт ҡалдырмаҫҡа тейешбеҙ. Әгәр һаулығым тураһында борсолоуың ихластан икән, мине яу юлында оҙатып йөрөүеңде һорар инем. Ризаһыңмы?

Хаджа дәрәжәһен белеп кенә яуап ҡайтарҙы:

– Бында минең туғандарым юҡ, тамырҙарым тотмай, сәйәхәт итергә яратам. Табип булараҡ, дауалауҙы ташлап ҡуйырға намыҫым ҡушмай. Тәҡдимеңде ҡушҡуллап ҡабул итәм.

– Улайһа, һине үҙемдең шәхси табибым итеп тәғәйенләйем, – тип тантаналы рәүештә иғлан итте Тамерлан. Шунда булғандар был ҡарарҙы дәррәү хупланы. Хаджаға аҫтан уҫал ҡарап-ҡарап алған Таһирға ғына был оҡшаманы, әммә ул да, үҙ урынын белеп, өндәшмәне.

Хәрби башлыҡтар, әмирҙең улдары ғәскәргә яуға әҙерлекте башлау тураһындағы хәбәрҙе еткерергә таралышты; табиптар ҙа, яралыларҙы ошо станда ҡалдырып, аҙағынаса дауалау хәстәре менән булды.

Сатырҙа әмир менән уның остазы һәм шәхси табибы ғына ҡалды. Хаджаға ҡарап, Тамерлан былай тине:

– Кисә һин ырыуың тураһында матур риүәйәт һөйләгәндә, мин, беҙҙең яу юлыбыҙ ҙа шул уҡ – һинең халҡың күсенгән – ерҙәрҙән үткән, ахыры, тип уйланым. – Хаджаның ғәжәпләнеүле ҡарашын һиҙеп, тағы өҫтәне. – Мин хәҙер ятып ял итеп алам, ә сәйед Бәрәкә һиңә шул хаҡта бәйән итһен.

Һәм Бәрәкә был яуға әҙерлек, походтың тәүге этабы тураһында һөйләп бирҙе.
6-сы бүлек

Тамерландың Туҡтамышҡа яу асыуы сәбәптәре

һәм походтың башы
Баҡһаң, Тамерлан Улус Джучиға яу менән барыуҙы 1391 йылда уҡ иғлан иткән булған. Уның үҙе тәрбиәләгән һәм күҙ уңында тотҡан кешеһе Туҡтамыштың хыянаты менән бәйле ине был.

Власҡа Мамай килгәс, 1360 – 1370 йылдар Алтын Урҙала бик буталсыҡ һәм тынғыһыҙ үтә. Үҙенең хакимлығын ул яуҙар ғына түгел, бөйөк хан тәхетенә ымһыныусыларҙы юҡ итеү юлы менән дә нығыта. Сыңғыҙ вариҫтарының береһе, Джучи хан нәҫеле Туи-Ходжа тап шулай үлтерелә. Уның улы Туҡтамыш Урта Азияға ҡасып, 1376 йылда бөйөк әмир Тимерҙең аяғына ҡолай. Тимер хан малайын хөрмәт күрһәтеп ҡаршы ала, ололоҡлап, баш ҡалаһы Сығнаҡ булған Аҡ Урҙа ханы итеп билдәләй һәм уға Урыҫ ханға, уның улы Тимер-Мәләккә, Мамайға ҡаршы яуҙарында ярҙам итә. Мамайға ҡаршы хәл иткес яуҙы Туҡтамыш 1380 йылда яһай. Русичтарҙың кенәзе Дмитрий Алтын Урҙа ханы Мамайҙы Куликово һуғышында тар-мар иткән йыл була ул. 1380 йылдың көҙөндә Мамайҙың ҡалған ғәскәрҙәрен юҡ итә, Ҡырымды яулап, Алтын һәм Аҡ Урҙалар ханы була, 1382 йылда Мәскәүҙе алып, яңынан Русте буйһондора. Артабан уның ҡарашы бай Азербайжанға һәм Иранға йүнәлә. Әлбиттә, Тамерландың ярҙамынан башҡа Туҡтамыш былай күтәрелә алмаҫ ине.

Тамерлан үҙе был ваҡытта, хатта иртәрәк тә, Иран менән Кавказға поход яһай. Азербайжанда беренсе тапҡыр уның юлы Туҡтамыштыҡы менән киҫешә, Алтын Урҙа ханына Иранға юл ябыла. Ләкин, Тамерлан Кавказда һәм Яҡын Көнсығышта үҙ йоғонтоһон көсәйткән арала, Туҡтамыш уның күптәнге дошмандары – Хорезм һәм Ургенч хакимдары – менән килешеп, 1388 йылда бөйөк әмирҙең тыуған иле Урта Азияға һөжүм итә һәм бер нисә Мәүәрәннаһр ҡалаһын талай. Тамерландың ҡайтып килеүен ишетеп кенә, далаға ҡасыу яғын ҡарай.

Туҡтамыштың был хыянатын Тимер кисерә алмай. Ләкин ҡыҙыу баштан артынан да төшмәй. 1389 йылда Хорезмға һәм Ургенчҡа каратель яуы менән барып, уларҙы ер менән тигеҙләй. Унан һуңғы йылды Туҡтамышҡа яу менән барыу өсөн әҙерлеккә арнай: биләмәләрен нығытып, күп меңлек армия йыя, уға ғәйәт ҙур аҙыҡ-түлек запасы булдыра, походтың мөмкин булған бөтә юлдарын өйрәнә – хатта юлдағы ерҙәрҙә йыл миҙгеленә ҡарап һауа торошо нисек үҙгәреүен, һунар өсөн ниндәй ҡырағай йәнлектәр барлығын һәм күп башҡа ваҡ нәмәләрҙе.

1391 йылда, ниһайәт, яу юлына сығалар. Баш ҡала Сәмәрҡәндтән Тамерландың ике меңлек ғәскәре башта Ташкент, унан Отрар аша, һуңынан Сырдаръя йылғаһының көнсығыш яры буйлап төньяҡҡа ҡарай юл тота. Тимер ғәскәренең хәрәкәтенә ҡарап, уны Көнбайышҡа түгел, ә Себер ханлығына йүнәлгәндер тип уйларға булыр ине.

– Артабан беҙҙең ғәскәребеҙ, – тип дауам итте Бәрәкә, – һеҙҙең ата-бабаларығыҙ кеүек үк, Аслыҡ яланы аша үтте һәм өс айҙан Тубыл йылғаһы ярына, Олотау итәктәренә барып етте. Шунда инде беҙ, Көнбайышҡа ҡырҡа боролош яһап, Көньяҡ Урал һырттарын артылдыҡ та, Яйыҡтың үрендә уң яҡ ярына сығып, ниһайәт, ошонда килеп урынлаштыҡ. Ҡалғанын һин, Хаджа, беләһең инде.

– Эйе, – тип яуапланы Хаджа, – Тубыл үрендә, Көньяҡ Урал үҙәндәрендә, Яйыҡ яны далаларында күсенеп йөрөгән ырыуҙаштарым ғәскәрегеҙҙең хәрәкәтен күҙәтеп барҙы. Бәхәскә инмәнеләр.

– Ул ғына ла түгел, – тип ҡапыл һүҙгә ҡушылды, ял итеп ятһа ла, иғтибар менән тыңлаған Тимер, – бер нисә башҡорт әтрәте минең ғәскәремә ҡушылырға теләк белдерҙе. Улар ерҙәрегеҙҙе талап торған ҡыпсаҡтарға ла, Алтын Урҙа баҫҡынсыларына ла берҙәй үс тотҡанға оҡшаған.

– Хаким, – Бәрәкә һүҙгә ҡыйыуһыҙ ғына ҡушылды, – ә Олотау итәгендә көн итеүсе теге ҡәбилә тураһында Хаджаға һөйләйемме?

Тимерҙең сырайы ҡараңғыланды. Иҫләргә лә ауыр ваҡиғалар тураһында һүҙ бара ине булһа кәрәк. Шулай ҙа, өнһөҙлөктө боҙоп, үҙе шым ғына һөйләй башланы:

– Бәрәкә һиңә ғәскәребеҙҙең нисек итеп Аслыҡ яланы аша үтеүен әйткәйне инде. Шунда, Тубыл йылғаһының икенсе яҡ ярына йөҙөп сыҡҡас, көнбайышҡа боролдоҡ та Варна тигән күл ярына килеп туҡтаныҡ. Ҡырағай йәнлек тә, балыҡ та күп, бай көтөүлектәр – арыған яугирҙәргә лә, аттарға ла ял биреп алырға булдыҡ. Стан ҡороп, бер нисә көн шунда хәл йыйырға иҫәп тоттоҡ.

Бер аҙ тын алып, Тимер хәтирәләрен дауам итте.

– Шунда бәлә көтөп торған икән. Кесенә ҡыҙым, ире төмән Шәрифбәкте яу юлында оҙатып бергә йөрөй ине, ял ваҡытында ире менән икәүҙән-икәү ҡалырға булған. Стандан айырылып ситкә китһәләр, дошман атлылары ҡамап алған. Бер-береһе менән булып, дошмандың килгәнен һиҙмәгәндәр, станға ҡайтыу юлы бикле булған, һәм улар, бирелмәҫ өсөн, тиңһеҙ алыш ҡабул итеп, ҡылыстан үткәрелгән.

Тимер, күҙҙәрен йомоп, тымып ҡалды. Бәрәкә уның хәленә инде:

– Бына шулай төҙәлмәҫлек яра һалынды йөрәккә. Кесенәнең хеҙмәтсеһе, тыйһа ла, арттарынан барған булған. Станға сабып килеп, хакимдың аяғына йығылып, күргәнен күҙ йәшенә ҡойоноп һөйләп биргән. Беҙҙең йола буйынса, шундуҡ үлемен дә ҡабул итте.

Бәрәкә, Тимерҙең баш ҡағыуынан аңлап, Хаджаға Үмәр шәйехтең төмәне дошмандарҙы эҙәрлекләргә ебәрелеүе, ә Тимерҙең ҡыҙын ерләү хәстәренә күмелеүе хаҡында бәйән итте. Варна күле ярында, ҡыҙы ерләнгән урында таш кәшәнә төҙөргә фарман ҡылған әмир*.

– Ҡайғыңды уртаҡлашам, хаким, – тине Хаджа. – Ә үлтереүселәрҙе тоттолармы һуң?
7-се бүлек

Әмир Тимерҙең һөйләгәне
Ауыр һулап, Тимер һүҙҙе дауа итте.

– Ерләп бөтөүгә, станға Үмәр шәйехтән сапҡын килеп етте. Дошмандарҙы төньяҡ-көнбайышҡа табан эҙәрләп барып, өс көн тигәндә ҡыуып тотҡандар. Дошман еңелгән, ә Үмәр шәйех яу яланында беҙҙе көтөп тора ине. Ылауҙы көтмәйенсә, беҙ ҙә шул йүнәлештә ҡуҙғалдыҡ. Уралтау һыртының көнсығыш битләүҙәрендә Олотау, Ташбейек һәм Күкбаш тауҙары араһындағы бик матур бер аҡланға килеп сыҡтыҡ. Унда, Ҡарағайлы күле ярында, балыҡсылыҡ, аусылыҡ менән көн итеүселәр йәшәгән ауыл урынлашҡан. Тик миндә матурлыҡ ҡайғыһы юҡ ине. Үмәр шәйех ҡаршы алды ла:

– Атай, Кесенә һылыуымды вәхшиҙәрсә үлтереүселәр ошо ауылға ҡайтты. Беҙ һиҙҙермәй генә эҙҙәренән килдек. Һуңынан ауылды уратып алып һөжүм иттек, һуғыш башланды. Башҡорт яугирҙәренең батырлығына һүҙ юҡ – айбарлылар. Уларҙың яртыһын тиерлек тураҡлап һалғас, бирелделәр, – тине.

Мин һораным:

– Нисек ул башҡорт ырыуы миңә ҡаршы торорға баҙнат иткән?

Үмәр шәйехтең яуабы былайыраҡ ине:

– Улай ғына түгел шул. Эйе, Варна күле эргәһендә беҙгә һөжүм иткән әтрәт күбеһенсә башҡорттарҙан торған-тороуын. Тик бында оҙаҡ ҡына ваҡыт Туҡтамыш ҡуйған Хаҡан-Мырҙа хужа икән. Беҙҙең лагерға барыуҙы ла ул ойошторған.

– Дөмөккәндер бит ул? – тип һораным мин.

– Юҡ, атай. Хаҡан-Мырҙаны һәм башҡорттарҙың башлығы Мәхмүт бейҙе, яралап, тереләй ҡулға төшөрҙөк.

– Килтерегеҙ миңә уларҙы! – тип бойорҙом.

Килтерҙеләр. Монгол йөҙәйенең ҡиәфәте бик ҡыҙғаныс ине: ҡалтыранып, кәкре аяҡтарының бөгөлөүенән алдыма йығылды.

– Йәллә инде мине, – тип иламһыраны ул, – Туҡтамыштың үҙенең яҡын кешеһе мин! Күпме кәрәк, түләйем.

Икенсеһе, башҡорттарҙың юлбашсыһы, ғорур торҙо, бер нәмә лә өндәшмәне.

– Ә һин, тәкәббер, күпме түләйһең ғүмерең өсөн? – тип һораным унан.

– Бер нәмә лә түләмәйем мин һиңә, – булды уның яуабы. – Ана, монголдарға түләп тә йонсоп бөткәнмен. Халҡым да миктәне.

– Ниңә түләйһең һуң уларға?

– Биш йыл элек беҙҙең эргәнән Сыңғыҙ-тураға Туҡтамыш хан ғәскәре үткәндә, шул тиклем ҙур әрмене күргәс, уларға буйһоноп, яһаҡ түләһәк, яҡшыраҡ булыр, тип уйлағайныҡ. Хан исеменән бында ошо мырҙа хакимлыҡ ҡыла.

Мәхмүт бейҙең был һүҙҙәрен ишеткән мырҙа арҡаһын турайтып тороп баҫты, күкрәген киреп һөйләнде:

– Эйе, мин – бөйөк Алтын Урҙа ханы ҡуйған кеше. Ул күп ҡәбиләләрҙе һәм ерҙәрҙе буйһондорҙо, һеҙҙең миңә тейергә хаҡығыҙ юҡ!

Шул мәл, саҡ тыйып торған асыуым ташып, бар көсөмә екерҙем:

– Бөтәһен дә язалап үлтерергә, бер кемде лә ҡалдырмаҫҡа!

Үмәр шәйех һәм уның сатраптары бойороғомдо һис һүҙһеҙ үтәне: монголдарҙы ла, башҡорттарҙы ла ҡылыстан үткәрҙе.

Тимерҙең һөйләгәнен иғтибар менән тыңлаған Хаджа, үҙ халҡының бер ҡәбиләһе менән булған ҡанлы ваҡиғанан төшөнкөлөккә бирелеп, һораны:

– Бөтәһен дә, ҡарап тормай, үлтерергә инеме ни һуң?!

Уға Бәрәкә яуап бирҙе:

– Хакимыбыҙ, бер генә кеше ҡотолһа ла, армияның юлы хаҡында хәбәр Туҡтамыш ханға барып ишетеләсәген яҡшы аңлай ине.

Хаджа, Тимер менән Бәрәкәнең фекер йүнәлеше менән килешмәһә лә, ҡыҙыҡһынды:

– Артабан көньяҡҡа, Туҡтамыш хан ҡаршыһына йүнәлдегеҙме?
8-се бүлек

Тимерлан башҡорт ерҙәрендә

Хаджа бөйөк әмирҙең тубығын бәйләү өсөн яңы дауа әҙерләгән арала Тимер уға ғәскәренең артабанғы юлы тураһында һөйләне.

Баҡһаң, Тамерлан армияһы, Олотауҙан ары Яйыҡ үрендә йылға аша сығып, өс өлөшкә бүленгән икән. Үмәр шәйех етәкселегендәге һул флангы көньяҡҡа, Яйыҡ ағымы буйлап йүнәлә. Йылғаның көнбайышҡа боролошона етеп туҡтарға ла армияның ҡалған өлөшө килгәнен көтөргә тейеш була.

Мираншаһ етәкселегендәге уң яҡ флангы төньяҡ-көнбайышҡа, Болғар иленә табан юл ала. Тамерлан үҙенең шымсыларынан килгән мәғлүмәттәр аша Болғар иленең Алтын Урҙа аҫтында Болғар олосо булып ҡалғанын белә ине. Мираншаһ, йәшеренмәйенсә хәрәкәт итеп, болғар ҡалалары Биләр менән Саллыға һуғылырға тейеш. Был маневрҙың ике маҡсаты бар ине. Берҙән, Туҡтамыш ханды хәүеф-хәтәрҙең көнсығыштан түгел, ә төньяҡтан килеүенә ышандырыу. Икенсенән, болғарҙарҙың ғәскәрен үҙ ерҙәрен һаҡлау менән мәшғүл итеү, Туҡтамыштың төп көстәренә уларҙың ҡушылмауы. Ошо бурыстарҙы атҡарғас, Мираншаһ һиҙҙермәй генә көньяҡҡа, төп көстәр менән ҡушылыуға йүнәлергә тейеш ине. Ә Ҡариҙел йылғаһы үҙәнендә, үҙенең станы урынында, ул бары тик мең яугирен ҡалдырып китергә, ә улары үҙҙәрен ҙур ғәскәр һымаҡ тотоп, күҙ буярға тейеш.

– Мин үҙем, – тип дауам итте Тимер, – армиямдың өстән бер өлөшө менән туп-тура көнбайышҡа, Дим йылғаһына ҡарай юл алдым.

– Ниңә унда йүнәлдегеҙ? – аптырауын йәшермәне Хаджа. – Унда бит һеҙҙең ҡан дошмандарығыҙ – мең ырыуы башҡорттары йәшәй!

– Һин быны ҡайҙан беләһең? – тип ғәжәпкә ҡалды Тимер үҙ сиратында.

Хаджа әле Бохарала саҡта уҡ Урта Азияға Сыңғыҙхан армияһы составында килгән меңлеләр тураһында ишеткәнен һөйләне. “Бөйөк Монгол империяһы тарҡалғас, Мәүәрәннаһрҙа төпләнһәләр ҙә, аҙаҡ уларҙы төньяҡҡа, ҡыпсаҡ далаларына ҡыҫырыҡлап сығарғандар. Меңлеләрҙең бер өлөшө башҡорт ерҙәренә, Дим һәм Өршәк йылғалары үҙәненә килеп ултырған. Шул саҡтан бирле улар һеҙҙең олаталарығыҙ сығатайҙарға кенә һаҡлай, быуындан быуынға тапшырыла килә ул үс”.

– Быныһын белмәй инем әле, – тине Тимер, башын сайҡап. – Ә минең көнбайышҡа йүнәлеүем Туҡтамыш армияһының төньяҡҡа, Ҡариҙел буйындағы уңдырышлы ерҙәргә сигенеү мөмкинлеген ҡырҡыу маҡсатынан булды.

– Ул юлды һайлауыңдың тағы бер сәбәбен дә һөйлә инде, – тип һүҙгә ҡушылды Бәрәкә.

– Эйе, башҡа сәбәбе лә бар ине шул. – Тимер дауам итте. – Олотау янындағы яуҙа минең һыналған биш хәрби башлығым яраланды: ике мең башлығы һәм өс йөҙәй. Табиптарым – һин юҡ инең шул ул саҡта! – ярҙам итә алманы. Һәм шул ваҡыт остазым, суфый, – ул Бәрәкә яғына ымланы, – яралыларҙы Дим йылғаһы буйындағы бер изге шишмәгә алып барырға кәңәш итте.

– Эйе, – Бәрәкә баш ҡаҡты, – мин ул шишмә тураһында Сәмәрҡәндтә саҡта уҡ ишеткәйнем.

– Унда алыҫ башҡорт ерҙәрендәге шишмәне беләләрме? – Хаджа, эшенән туҡтап, ғәжәпһенеүен йәшермәне.

– Мине суфый тиеүҙәрен беләһеңдер: Йәсәүи суфый тәриҡәте ағзаһымын мин.

– Беләм дә ул. Бөйөк әмир ҙә һине суфый сәйед Бәрәкә тип атай бит.

Табиптың был һүҙҙәренән иреп китеп, Бәрәкә дауам итте:

– Күп йылдар элек, йәш сағымда әле, Сәмәрҡәндтә суфыйҙар осрашыуы булды. Шунда бөйөк Хужа Әхмәт Йәсәүиҙең юлын тотоусы мөхтәрәм, абруйлы аҡыл эйәһе суфый сәйед Ата, бик күптән, йәшлек йылдарында башҡорт ханы Барастан илсе килеүен һөйләне. Башҡорттар араһында Ислам тәғлимәттәрен таратыу өсөн лайыҡлы ғалимды ебәреүебеҙҙе үтенгәйне ул. Ошо маҡсаттан сығып, Урта Азияла абруй ҡаҙанған, сығышы менән Төркөстан ҡалаһынан булған Хөсәйенбәк хәҙрәт һайланды.

Артабан Бәрәкә Хөсәйенбәктең башҡорт ерҙәренә иҫән-аман килеп етеп, Ислам динен таратыуҙа уңыштарға өлгәшеүен бәйән итте. Бик күп кеше, шул иҫәптән Торахан, башҡорттарҙан беренсе булып яңы дингә ылыҡҡан. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Хөсәйенбәк Дим буйында йәшәгән, шунда мәрхүм дә булған. Халыҡ араһында ихтирам ҡаҙанған имам ерләнгән урындан йыраҡ түгел ул үҙе табып, юлын таҙартҡан шишмә лә ағып ята икән.

– Уның шифаһы, күп кешене сырхауҙан, яраларҙан йүнәлтеүе хаҡындағы имеш-мимеш Урта Азияға ла килеп етте, – тине Бәрәкә.

– Яралы хәрбиҙәремде мин ана шунда алып барырға булдым да инде, – тип өҫтәне Тимер.
9-сы бүлек

Тамерландың Хөсәйенбәк кәшәнәһен барып күреүе
– Шул шишмә хаҡында һөйләгеҙ әле, – тип үтенде Хаджа. – Табип булыу дәүеремдә миңә, йәнәһе лә, сырхауҙарҙы дауалаусы күп сығанаҡ тураһында ишетергә тура килде, тик уларҙың араһында ысын-ысындан изгеләре, кешеләрҙе һауыҡтырыу көсөнә эйә булғандары әҙ.

Тимер армияһының көнбайышҡа табан юлында урындағы бағауылдарҙың ярҙамына таяныуын телгә алды. Алдан бер нисә йүнәлештә алғасҡылар барҙы.

– Ике аҙнанан беҙ Ағиҙел һәм Өршәк йылғаларын кисеп сыҡтыҡ, – тип дауам итте бөйөк әмир. – Шунан Дим буйына йүнәлдек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яралы биш хәрбием дә, яралары аҙып, биҙгәк һәм йонсоуҙан үлеп ҡалды. Шулай ҙа беҙ изге урынды барып күрергә булдыҡ. Юл күрһәтеүселәребеҙ ҙә Хөсәйенбәк кәшәнәһенә инде алыҫ ҡалмағанлығын аңлатты. Ошонда тағы бер фажиғәгә юлыҡтыҡ.

Ҡашын йыйырып, Тимер дауам итте:

– Миңә иң көньяҡ алғасҡылағы йөҙлөктөң йөҙәйе сапҡын менән хәбәр ебәрҙе. Өршәкте кисеп сыҡҡандан һуң уларға башҡорт ғәскәре һөжүм итә, тиң булмаған алышты ҡабул итергә тура килә.

– Тиң булмаған? – тип ҡайтарып һораным мин. – Күпме ине һуң улар?

– Беҙҙең бер һуғышсыбыҙға уларҙың ун яугире тура килгәндер, – тип яуапланы сапҡын. – Йөҙ башыбыҙ Алданбәк беҙҙе тиҙ генә төркөмдәргә ойошторҙо. Шунан ул сигенергә фарман бирҙе, дошмандар, ҡый-ҡыу, һөрән һалып, артыбыҙҙан төштө, ә беҙ, ике төркөмгә бүленеп, ике яҡтан ҡайырылып килеп, уларҙың флангыларына бәрҙек. Быны көтмәгән башҡорттар бер аҙ ҡаушап ҡалды, шул арала уҡтарыбыҙ уларҙың күбеһенең башына етте. Шулай ҙа күмәктәр ине, ҡалғандары ҡайтанан ҡоролдо, ҡаты ҡан ҡойош китте. Күп дошманды ҡырҙыҡ, үҙебеҙҙең рәттәребеҙ ҙә һирәгәйә барҙы. Ҡараһаҡ, беҙҙең Алданбәк менән башҡорт батыры йөҙгә-йөҙ килеп алыша башланы. Оҙаҡ һәм лайыҡлы һуғыштылар, икеһе лә ҡаты яраланып, аттарынан ҡолап төштө. Шул саҡта ғына, хәрби башлыҡтарын алып, ғәскәр ҡалдыҡтары үҙ яғына таралды: беҙ – төньяҡҡа, улар – көньяҡҡа.

– Ҡайҙа һуң әле Алданбәк? – тип һораным мин.

– Өршәк ярында ята, яралары ҡаты, ҡуҙғала алмай.

Тамерлан артабан мең кеше менән көньяҡҡа саба. Сапҡын әйткән урынға еткәс, йөҙәйҙәренең үлеменә ҡан илап ҡайғырышған, арып-талған, яраланған яугирҙәрен күрә. Йөҙәйҙәрен дошман ҡалдыҡтарын табып юҡ итергә ебәрә лә үҙе, Алданбәк һәм тағы биш хәрбиенең үле кәүҙәләрен алып, Дим ярҙарына китә. Хөсәйенбәк ҡәберен тиҙ табалар, уның өҫтөндәге ҙур булмаған кәшәнә эргәһендә алты арҙаҡлы хәрби башлығының кәүҙәләрен ер ҡуйынына тапшыралар.

Бәрәкә һорай ҡуйҙы:

– Хаджа, һин Хөсәйенбәк шишмәһенең дауалау көсөнә шикләнгәйнең шикелле? Бына шул сығанаҡтың һыуы яралы яугирҙәребеҙҙе тиҙ йүнәлтте, яралары төҙәлде. Ылауҙағы күп кеше башҡа ауырыуҙарынан да арынды, шул һыуҙы эсеп.

– Хикмәт! – Хаджа талпынып ҡуйҙы. – Һеҙ ул урынды нисектер билдәләнегеҙме һуң?

– Эйе, – Тимергә ҡарап алып, Бәрәкә дауам итте. – Бөйөк әмир Хөсәйенбәк ҡәбере өҫтөндә бейек кәшәнә төҙөргә, Бохаранан ҙур ҡәбер ташы килтертеп, уға “Төркөстан еренән Тарстар ырыуынан Ғүмәрбәк улы Хөсәйенбәк хажи мәрхүмгә Аллаһтың киң мәрхәмәте булһын. Аллаһ Тәғәләм, уны үҙеңдең хәйер-фатихаңдан ҡалдырма! Ғүмәрбәк улы Хөсәйенбәк 744 һижрә йылында (Христос тыуғанға 1344 йыл булғанда) мәрхүм булған, тыуыуына 76 йәш, Барач хан саҡырыуы буйынса килгән” тип яҙып ҡуйырға бойорҙо. Шулай итеп, бөйөк әмир яҡташы, суфый, башҡорттарҙың тәүге имамы тураһындағы иҫтәлекте мәңгеләштерҙе. Шулай уҡ хәрби башлыҡтары ҡәберенә аҡ таштар ҡуйырға ҡушты.

– Унда мин тағы ла шундай нәҙер әйттем: яуҙарҙан урап ҡайтҡас, Мәүәрәннаһрҙа суфыйҙар һәм уларҙың остазы Хужа Әхмәт Йәсәүигә кәшәнә төҙөрмөн, тинем, – тип һүҙҙе йомғаҡлап ҡуйҙы бөйөк әмир.

– Шундай Аллаһ кешеләре барлығын аҡһаҡалдарыбыҙ ҙа һөйләгәйне ул, – Хаджа дауам итте. – Улар беҙҙә Ислам динен ярайһы уҡ уңышлы таратҡан.

Тамерландың аяғындағы бәйләмде алмаштырып бөткәс, Хаджа тағы һүҙҙе яңыртты:

– Ә һеҙ теге һөжүм иткән башҡорттарҙы таптығыҙмы һуң?

– Дошманды ҡыуып киткән яугирҙәрем уларҙың бер унауын ғына тотоп килтерҙе, ҡалғандары тау-урман араһына ҡасып бөткән. Һин, Хаджа, уларҙың башҡорттоң мең ырыуынан икәнен дөрөҫ билдәләгәнһең.

Артабан Тамерлан әсир башҡорттарҙан алған мәғлүмәттәрҙе килтерҙе. Мең ырыуы кешеләре Мәүәрәннаһрҙан армия килеүен белеп ҡалған да, юлбашсылары, Урта Азияла саҡта атай-олатайҙарына яһалған хаслыҡты иҫенә төшөрөп, ҡорал күтәрергә саҡырған. Яугирҙәренә: “Яйыҡты кисеп сыҡҡан дошман Димдән үтә алмаясаҡ, ә Димде кисеп сыҡҡаны Яйыҡты үтә алмаҫ”, – тигән. Мең кеше менән Өршәк йылғаһына табан юл алған, шунда Алданбәк алғасҡыһы менән бәрелешкән дә инде.

– Был яу тураһында һин инде беләһең, – тине Тимер.

– Ә ул башҡорт батырын табып булдымы һуң? – Хаджаның ҡыҙыҡһыныуы бөтмәгәйне.

– Булды, – тип йылмайҙы Тимер. – Уның ҡәберен. Баҡтиһәң, шул яуҙа алған яраларҙан ул да мәрхүм булған, һәм үҙен ҙур ихтирам менән Өршәк буйындағы тау башына, яу урынынан көньяҡҡараҡ, ерләгәндәр икән.

– Ҡәберен дә таптығыҙмы?

– Йыназалар уҡып, ерләү эштәрен тамамлағас, бер аҙ ял итеп алдыҡ та, армияны көньяҡҡа борҙом. Тау башындағы ҡәберҙе таптыҡ, шулай ҙа яугирҙәремә уны боҙоп мыҫҡыл итергә рөхсәт бирмәнем. Ғәйәт ҙур армияға бер төркөм яугирҙәре менән ҡаршы торорға ҡыйыулығы еткән ҡаһармандар күп осрамай ул.

Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң Тимер хикәйәтен ахырына еткерҙе:

– Шулай итеп, беҙ көньяҡҡа табан, Мираншаһ яугирҙәре, артабан Үмәр шәйехтең флангыһы менән ошонда, Яйыҡ ярында, ҡушылғансыға тиклем барҙыҡ. Бында ауырыу аяҡтан йыҡты, ярай әле, һине Аллаһ Тәғәлә ебәрҙе, шөкөр. Мине һауыҡтырҙың, хәҙер, Хоҙайға шөкөр, артабан ҡуҙғала алабыҙ. Инде ял итегеҙ, ваҡыт һуң.

– Хаким, – борсолоуын йәшермәй өндәште Хаджа. – Мин бит үҙеңде тулыһынса һауыҡтырманым әле. Һиңә тағы бер нисә көн ял итергә ине.

– Юлда ял итермен. Көтөргә ярамай: Туҡтамыш көс йыя.

Әңгәмә тамамланғанын аңлатып, бөйөк әмир, ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, сатыр эргәһендә көтөп торған хәрби етәкселекте инергә саҡырҙы, һәм иртән иртүк яу юлына ҡуҙғалырға әмер бирҙе.
10-сы бүлек

“Туҡтамыш ҡаны өсөн” яу
Иртән Тамерлан ғәскәре умарта һымаҡ гөжләй ине. Яугирҙәр ашығыс һәм ойошҡан рәүештә ылауҙарҙы йыя, тирмәләрҙе һүтә, малды ҡыуырға әҙерләй. Тимер бөтә тарафтарға үҙенең сапҡындарын, алғасҡыларын ебәрҙе. Бер бейек, яҫы ташҡа: “Мин, Мәүәрәннаһрҙың бөйөк әмире Тимер, ике меңлек ғәскәрем менән Туҡтамыш хандың ҡанын эсергә барам!” – тип сүкеп яҙырға ҡушты.

Күп тә үтмәй, Тамерландың ғәйәт ҙур ғәскәре Яйыҡ йылғаһының уң яҡ яры буйлап, ағым ыңғайына аҫҡа, Иҙел йылғаһына һәм Иҙел буйы болғарҙарына табан юл алды. Ғәскәрҙең хәрәкәтенә, әленән-әле бөйөк әмир менән кәңәшләшә-кәңәшләшә, Тимерҙең улдары һәм хәрби башлыҡтары етәкселек итте. Тимер үҙе, башта аҡ яу атын эйәрләргә уйлаһа ла, йомшаҡ һәм иркен япмалы ҡырандаста барҙы. Хаджа бөйөк әмирҙең үҙенә түгел, ә аяғына тыныслыҡ кәрәккәнен аңлата алды уға. Табиптың фекере менән, теләмәһә лә, Тимергә килешергә тура килде, шулай ҙа Хаджаның гел үҙе янында булыуын талап итте.

Тимер үҙенең шымсыларынан, шулай уҡ Алтын Урҙанан был яҡҡа ҡасып сығыусыларҙан Туҡтамыш хан ғәскәренең ҡайҙа урынлашҡанын яҡшы белә ине. Яу юлының нисәнселер көнөндә улдары әмиргә ошондай бер ҡасҡынды килтерҙе.

– Йә, ниндәй яңылыҡтар менән килдең инде? – тип һораны бөйөк әмир, тик, тегенеһенең өндәшмәүен күреп, Хаджаға ҡырын ғына ҡарап алып, былай тип өҫтәне. – Унан шикләнмәҫкә лә була, ул һуғышсы ла, сәйәсәтсе лә түгел, ә минең шәхси табибым. – Хаджаға ҡарап та өҫтәне. – Еҙүкәй был, Зәңгәр Урҙа хакимы Урыҫ хандың баш вәзире булған, аҙаҡ уның үлеменән һуң улы Тимер-Мөлөк ханға хеҙмәт иткән Балтыҡсаның улы.

– Мин Урыҫ ханды ла, Мөлөк ханды ла белә инем. – Тимер дауам итте. – Бөйөк яугир инеләр, миңә үҙҙәре менән алышырға тура килгәне бар, уларҙың башына Туҡтамыш хан етте.

Шул ваҡыт Еҙүкәй ҙә телгә килде. Йәш сағында, Туҡтамыш кеүек үк, Тамерландың йылы ҡарашында тәрбиә алған икән ул.

– Эйе, 1377 йылда уның рөхсәте менән Урыҫ хан, аҙаҡ, 1379 йылда, Мөлөк хан үлтерелде. – Еҙүкәй, ҡыҙып китеп, тағы ла өҫтәне. – Шул ыңғайҙан, был эт, Туҡтамыш, Тимер-Мөлөккә тоғролоғо өсөн минең атайымды ла язаға тарттырҙы.

– Туҡтамыштың хаяһыҙлығы хаттин ашты, – тине Тимер. – Әле нимәләр бара һуң уның ғәскәрендә? Хан йортоноң бөтә серҙәрен беләһеңдер?

– Эйе, Урҙала минең кеүек ризаһыҙҙар күп, Тимер-Мөлөктөң улы Тимер-Ҡотлоҡ беҙҙе берләштереп тота. Туҡтамыш ханды бәреп төшөрөргә ярҙам итергә әҙерлегебеҙ хаҡында хәбәр итергә ҡушты ул һиңә.

– Ярай. Бына әйт әле Туҡтамыш үҙе ни ҡылмаҡ булып йөрөй һуң? – Тамерлан, шымсыларынан Туҡтамыштың уй-ниәтен белеп торһа ла, был ҡасҡындың һөйләгәнендә шик ҡалдырмаҫҡа теләп.

Үҙен тикшереүҙәрен аңлап, Еҙүкәй, монгол аҡһөйәктәре һымаҡ, уратып-сурытып тормай ғына, тураһын һөйләргә булды.

– Яуға әҙерләнеүеңде белгәс тә, Туҡтамыш һине Аҡ күл янынан үтеп, Яйыҡ йылғаһының урта төшөнә, бары тик өс кисеү булған урынға сығыр тип уйланы. Был кисеүҙәр – Яйыҡ йылғаһы аша Нуғай юлы үткән урында. Уларға ҡаршы ерҙәрҙә Туҡтамыш үҙенең ғәскәрен туплап, һине артабан уң яҡ ярға үткәрмәҫ өсөн торғайны ла инде. Күптән түгел, Яйыҡты икенсе урындан кисеп сыҡҡаныңды белгәс, бик шашынды. Шымсыларының хәрби башлыҡтарын язалап үлтерҙе.

– Әйт әле, Еҙүкәй, Туҡтамыш армияһы, миңә еткерелгән хәбәрҙәгесә, шулай уҡ ҙурмы ни? – Тимер һорай ҡуйҙы.

– Эйе, Туҡтамыш хан ике йөҙ меңлек ғәскәр йыя алды. Куликов яланында русичтар кенәзе Дмитрийға ҡаршы Мамай йыйған ғәскәрҙән дә күберәк был. – Уйлап торғас, Еҙүкәй өҫтәп ҡуйҙы. – Бынан тыш, үҙенә буйһонған Зәңгәр Урҙа ханына, Мәскәү кенәзенә, элекке Болғар батшалығы кенәздәренә бойороҡтар ебәрҙе. Тиҙ ваҡыт эсендә уларҙан да ярҙам көтә.

– Әле нимә эшләй һуң ул?

– Армияһын Иҙелгә табан тартыу менән мәшғүл, һинең, тыл аша үтеп, төньяҡтан һөжүм итеүеңдән ҡурҡа. Унда хәҙер ығы-зығы – шул арҡала һиҙҙермәй китә алдым.

Еҙүкәй һөйләгәндәрҙең үҙендәге мәғлүмәттәрҙе раҫлауын иҫәпкә алып, Тимер Туҡтамышҡа яу юлын дауам итте.

УН
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК.
ТАМЕРЛАН
МЕНӘН ТУҠТАМЫШТЫҢ ТӘҮГЕ БӘРЕЛЕШТӘРЕ
Шулай
итеп, Туҡтамыш хан сигенеү юлын ҡыуа. Быға ике нәмә сәбәпсе. Беренсенән,
хәйләкәр монгол ханы Тамерландың былай ҙа дүрт ай дауамында Аслыҡ далаһы буйлап
килеп, яугирҙәренә – ризыҡ, аттарына аҙыҡ етмәүҙән миктәгән ғәскәрен ҡаҡшатырға
теләй. Икенсенән, Туҡтамыш аҙаҡ, Мәскәү, Болғар һәм башҡа ҡалаларҙан өҫтәмә көс
алып, һан яғынан артығыраҡ булырға ла хәл иткес яуҙы ҡабул итергә уйлай. Унан
да ғәйре, Туҡтамыш үҙенең урманда йәшенеп көтөп торған маҡтаулы (һәм маҡтарлығы
ла бар) уҡсыларының дошманына һиҙелерлек зыян яһарына өмөт тота.
Әммә
Аҡһаҡ Тимер уның уй-ниәтен асыҡлағанын белмәй ине әле Туҡтамыш. Тамерлан
әрмеһенең уң яҡ флангыһы Туҡтамыш әрмеһенең һул яҡ флангыһын урап үтер өсөн төньяҡҡа
ҡарай ҡуҙғалды. Туҡтамышҡа сиреүенең ысын хисабын йәшереү өсөн боҫҡон ҡуйыу,
урап үтеп ҡамауға алыу, ҡапыл килеп сығып һөжүм итеү кеүек йәшерен маневрҙар
ихтималы булған урман ауыҙы буйлап бармайынса, ап-асыҡ ерҙән сигенергә тура
килде. Бынан тыш, оҫта полководец Тамерлан Иҙел йылғаһының Һамар һәм Чиста Ялан
араһындағы Алтын Урҙаның бик күп көтөүҙәре иркенләп йөрөгән аҡландарға бай
бөгөлөнә Туҡтамыштың юлын киҫәсәк. Тамерлан Туҡтамыштың Аҙау яғына, көньяҡҡа
ҡайырырынан да ҡурҡмай, сөнки был осраҡта ул Алтын Урҙаның Иҙел буйындағы бөтә
байлыҡтарынан ҡолаҡ ҡаға, шул уҡ ваҡытта үҙенә төньяҡтан да, көнсығыштан да
көтөлгән ярҙамдан алыҫая.
Ошо
маҡсат менән Аҡһаҡ Тимер Һаҡмар йылғаһын, һул яҡтан ҡойған Һайылмыш тамағынан
өҫтәрәк бер урында, кисеп сыҡты. Шуның менән ул Һаҡмарҙың Туҡтамыш ғәскәре яҡын
торған киң ерен кисеүҙән ҡотолдо. Бынан һуң Тамерлан Һайылмыш, Суҡ йылғаларын
тиҙ генә кисеп, Һамар ҡәлғәһенән төньяҡтараҡ ағып ятҡан Ҡондорса йылғаһына
етте. Башта ниәтләгән маневрҙар мөмкинлегенән мәхрүм ҡалған Туҡтамышҡа ла шунда
сигенеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Тамерлан
Туҡтамышты тағы бер уйынан – үҙ әрмеһен ваҡ һөжүмдәр менән хәлдән тайҙырыу
ниәтенән – кире ҡайтырға мәжбүр итте. Бының өсөн Тамерлан бер нисә яу операцияһы үткәрҙе. Берҙән, Яйыҡ
кисеүендәге башта Туҡтамыш булып, сигенеп өлгөргән, хәҙер инде Тамерлан алған
урында Азовтан килгән өҫтәмә көстө ҡулға төшөрҙө. Туҡтамышҡа ярҙамға килгән
башҡа көстәрҙе ҡамап, юҡ итеү уға бер ни ҙә торманы.
Күскенселәрҙең
йонсотҡос барымталарын иҫкәртеү маҡсаты менән Тамерлан дошманды үҙ планына
ярашлы хәрәкәт иттереү өсөн яуҙарҙы үҙе башларға булды. Һаҡмарҙы кисеп
сыҡҡандан һуңғы көндәрҙең береһендә Тимер көймәһенә улы Шаһрух килде. Ул
Сәмәрҡәндтә ҡала хакимдарының береһе булып ҡалғайны, әле яңыраҡ походҡа
ҡушылғайны. Тимер уны шунда уҡ Яйыҡ менән Ағиҙел йылғалары араһындағы әле
Тамерлан һәм уның улы Мираншаһ булырға өлгөрмәгән ерҙәрҙе ҡарарға ебәрҙе.
Шаһрух
әмир көймәһенә килеп ултырғанда унда сәйед Бәрәкә һәм Хаджа бар ине. Тимер,
яратҡан улын ҡосаҡлап алып:
Ағиҙелгә юлың уңдымы? Башҡорт ҡәбиләләре беҙгә һәм Урҙа хакимлығына ниндәй
мөнәсәбәттә? – тип һораны.
– Атай,
– тип яуапланы Шаһрух, – уңдырышлы башҡорт ерҙәрендә урындағы бейҙәр Алтын Урҙа
ханы ярлығын йөрөтә, шуға унан ғәскәр йыйып, Болғар иленә ярҙамға барырға
фарман алғандар.
Шунан, фарманды үтәгәндәрме һуң?
Уларҙың ғәскәре күптән әҙер, – тине Шаһрух. – Буласаҡ һуғыш тураһында белгәндән
алып. Тик әлегә бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмайҙар. Башҡорттар үҙҙәрен иҙеүсе ханға
ярҙамға ашығып тормай.
– Ә
беҙгә мөнәсәбәттәре нисек һуң? – Әмирҙең һорауы ҡабатланды.
– Беҙгә
улар һағайып ҡарай, ләкин дошмандарса түгел. Ҡайһы бер башҡорттарҙың һиңә
хеҙмәт итеүен дә ишеткәндәр икән.
– Эйе,
хаҡ һүҙҙәр. Бына уларҙың береһе янымда ултыра, исеме Хаджа, – тип, Тимер
Хаджаны яурынынан ҡағып ҡуйҙы. – Минең шәхси табибым ул хәҙер.
Атайымды һауыҡтырғаныңды ишеткәйнем ул мин! – тип Хаджаға ҡарап өндәште Шаһрух.
– Оло рәхмәт һиңә бының өсөн.
Хаджа һүҙһеҙ генә баш
ҡаҡты.
– Улым,
– тип дауам итте әмир, – төньяҡҡа тыныс походыңда бер аҙ бүҫкәреп китмәнеңме?
Тамырҙарыңды яҙылдырып, ҡан йүгертеп алғың килмәйме?
Әлбиттә, атай, – тип һикереп торҙо ун дүрт йәшлек Шаһрух. – Әмер бир, нимә
эшләргә?
– Ике
төмән яугирҙәренан авангард әтрәт ал да беҙҙең, шымсылар әйтеүенсә, уң яҡ
флангыбыҙҙан йыраҡ түгел урынлашҡан, әрмебеҙҙең ҡабырғаһынан бәрергә торған
урҙа әтрәтенә ҡаршы яу ас. Ләкин һаҡ бул, ҡыҙма, хәрби отҡорлоҡ, хәйләкәрлек
күрһәт! Аллаһ Тәғәлә үҙе һинең менән булһын.
Шундай фатиха алып,
Шаһрух әмерҙе үтәргә ашыҡты. Әтрәте менән Алтын Урҙаның һан яғынан үҙҙәре менән
бер тиң булған еңел атлы ғәскәре ҡаршыһына сапты. Яҡынайғас, бер бәләкәй йылға
ярындағы сағылда әтрәтенең яртыһын ҡалдырып, икенсе яртыһы менән урҙа ғәскәренә
яҫҡынды. Тегеләре башта, үҙҙәре һөжүмгә барырға йөрөгәс, нығытмаларын
ҡайғыртмағанға, ҡаушап ҡалды. Ләкин Хәсәнбәк, Алтын Урҙаның алғасҡылағы әтрәте
башлығы, дошманының ҡарап торғанда үҙҙәренән ике тапҡыр әҙерәк икәнен шәйләп,
тиҙ генә рәттәрҙе ҡайтанан төҙөп, һөжүм ҡайтарыуҙы ойошторҙо. Аҙ ғына бәрелештән
һуң Шаһрух яугирҙәрен кире бороп, йәнәһе лә, ҡасҡан булып, теге йылға ярына
сигенде. Урҙа әтрәте, тиҙ еңеүгә ымһынып, арттарынан сапты. Сағылды үтеп китеп,
Шаһрух яугирҙәре ҡапыл дошманына йөҙ менән боролдо, тегеләргә артынан әтрәттең
сағылда ҡалған өлөшө килтереп бәрҙе. Ҡыҫҡа, әммә ҡаты алышта ун меңгә яҡын урҙа
нәүкәре ятып ҡалды, ҡалғандары ҡасып ҡотолдо.
Шаһрух әтрәтендә
юғалтыуҙар әҙ булды. Үкенескә ҡаршы, Шаһрухтың остазы Ғәбдрәфиҡ хажи мулла, дошман уғы эләгеп, һәләк булып ҡалды. Уны киң
үҙәнле, тулы һыулы йылға ярында, бейек тау итәгендә ерләнеләр. Ҡәбер өҫтөндә
сәйед Бәрәкә әүлиә ташы* ҡуйҙырҙы.
__________
*Ырымбур өлкәһенең Переволоцкий районындағы Оло Уран йылғаһы ярында
Ғәбдрәфиҡ менән Ҡунаҡбай ауылдары араһындағы зыяратта ул серле таш әле лә бар.

Ошолай хәрәкәт
итеп, бер нисә ҡыҫҡа бәрелештән һуң Тамерлан армияһы ҙур тиҙлек менән Соҡ
йылғаһын уң ҡушылдығы Ҡондорса йылғаһына яҡынлашты. Тимер оло улы Үмәр шәйехкә
ике төмән еңел атлылар менән дошманға һөжүм яһарға һәм Туҡтамышты уның өсөн
уңайһыҙ урында яу ҡабул иттерергә фарман бирҙе. 1391 йылдың 17 июнендә Үмәр
шәйех, Ҡондорса йылғаһын кисеп сығып, Туҡтамыш ғәскәренә һөжүм итте. Тегенеһе,
туҡтап, яуға әҙерләнергә мәжбүр булды. Шул саҡта ғына Тамерлан үҙ ғәскәренә лә
туҡтарға әмер бирҙе – Үмәр шәйех сапҡынсылары уға Туҡтамыш хандың, ниһайәт,
алышҡа әҙерләнеүен еткерҙе.

УН ИКЕНСЕ БҮЛЕК.
ҠОНДОРСАЛАҒЫ АЛЫШ.
БЕРЕНСЕ КӨН
Аҡһаҡ Тимер үҙ станын
барлыҡ ҡағиҙәләргә таянып төҙөргә бойорҙо. Яугирҙәрҙең сатырҙары пехотаны
һаҡлау өсөн ҙур ҡалҡандар менән ябылған соҡорҙар менән уратылды. Үҙ армияһын ул
һәр береһе егерме биш мең кешенән торған ете корпусҡа бүлеп, шуларҙы өс рәт
итеп теҙҙе. Беренсе рәттә: полк әйҙәүсе Бирҙебәк командалығындағы һул авангард
корпус, сал сәсле полк әйҙәүсе Сәйфетдин командалығындағы уң авангард корпус,
полк әйҙәүсе Худадад командалығындағы үҙәк корпус. Икенсе рәттә: әмирҙең өлкән
улы Үмәр шәйех командалығындағы һул төп корпус, әмирҙең тағы бер улы Мираншаһ
командалығындағы уң төп корпус, әмирҙең кесе улы Шаһрух командалығындағы үҙәк
төп корпус. Өсөнсө рәттә: Тамерлан үҙе етәкләгән резерв корпусы Ҡондорсаның һул
яҡ ярындағы сағылда урын алды. Тағы бер әтрәт резервта тора, уныһында – әмирҙең
ейәне Мөхәмәтсолтан командалығына тапшырылған яҡынса ун ике мең яугир –
Тимерҙең шәхси гвардияһы, тургаудтар. Был резервты әмир Соҡ йылғаһы аръяғында,
тәрән тылда ҡалдырҙы. Әгәр Туҡтамыш уның нығытмаларын емереп алға үтһә,
сигенергә тура килһә, тигән осраҡ өсөн ине был. Ул саҡта резерв әтрәте
Тамерландың төп көстәрен Соҡ йылғаһының һул яҡ ярында нығытып, тулыһынса
тар-мар ителеүҙән ҡотҡарасаҡ.
1391 йылдың 18 июнендә
иртәнге ҡояш ике ғәскәргә лә бер иш яҡтыртты: Ҡондорсаның уң яҡ ярындағы
Тамерлан армияһына ла, ҡаршылағы Туҡтамыштың ике йөҙ мең яугире булған ғәйәт
ҙур ғәскәренә лә. Был ғәскәрҙе Туҡтамыштың
өлкән улы Йәләлетдин командалығындағы үҙәк, Таштимер етәкселегендәге һул флангы
атлылары, Бәк-Ярыҡ уғланы етәкселегендәге уң флангы атлылары тәшкил итә ине.
Артта Туҡтамыш Иглемыш уғланы командалығындағы резервты тота.
Тамерландың сатыры үҙәк
корпус артындағы убала урынлашҡайны. Бөйөк әмир, алтын тәхетенә менеп ултырып,
ике армияны ла, буласаҡ яу яланын да иғтибар менән күҙҙән үткәрҙе. Күргәне
менән бик ҡәнәғәт ҡалды ул. Туҡтамыш армияһының ике ҡанаты ла Тимерҙең ике
ҡанатына ҡарағанда ҙурыраҡ булһа ла, һаҙлыҡ урындарҙа атлыларының етеҙ атакаға
барыу мөмкинлеген сикләй, ә Ҡондорса йылғаһы флангыларҙы урап үтеп тылдан һөжүм
итергә форсат бирмәй.
Бөйөк әмир сатыры
эргәһенә уның бөтә хәрби етәкселәре һуңғы күрһәтмәләрен алырға йыйылды. Суфый
сәйед Бәрәкә һәм уның артынса бөтә хәрби етәкселек, Ҡөрьәндән аяттар уҡып, Аллаһтан
еңеү һораны. Аяттар уҡығандан һуң сәйед Бәрәкә, усына ҡом алып, Туҡтамыш яғына
һелтәп:
– Эй бөйөк әмир,
ниәтләгәнеңде атҡар – һин еңеүсе булырһың, тәҡдир һинең яҡлы. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең
менән! – тине.
Сәйед Бәрәкәне әмирҙең
остазы һәм аҡыл эйәһе итеп кенә түгел, ә Аллаһ хозурындағы кеше һәм алдан
күреүсе әүлиә тип беләләр ине, шуға ла уның һүҙҙәрен яугирҙәр илһамланып,
күңелдәре елкенеп, бер-береһенә тапшырырға ашыҡты. Тимер үҙенең улдарына һәм
хәрбиҙәренә:
– Ишеттегеҙме, бөгөн
Аллаһ Тәғәлә үҙе беҙҙең яныбыҙҙа, ул беҙгә мәжүсиҙәргә ҡаршы яуҙа ярҙам итәсәк!
Ә хәҙер үҙегеҙҙең әтрәттәрегеҙгә, корпустарығыҙға ҡайтығыҙ ҙа сәйед Бәрәкәнең
һүҙҙәрен, минең фатихамды еткерегеҙ: урҙаларҙың тәүге ҡыҫымына нисек булһа ла
ҡаршы торорға, ә һуңынан хәл иткес бәрелештә еңергә!
Хәрби етәкселәр үҙ
яугирҙәре янына ҡайтып, бөйөк әмир бойороғо буйынса убала усаҡтар яғып, аш
хәстәрләргә тотондо. Тимер үҙе лә остазы Бәрәкә, табибы Хаджа, тағы ла бер нисә
яҡыны менән дошман күҙе алдында тәғәм итергә ултырҙы. Уның уйынса, яугирҙәргә
дошманға ҡарата нәфрәт, еңеүгә ышаныс бирергә тейеш ине был.
Тамерландың был уйы
барып сыҡты. Ә бына Туҡтамыштың кәйефе бөтөнләй башҡаса ине. Дошманының станына
ғәжәпләнеп тә, сәйерһенеп тә ҡарай ине ул янындағылар менән бергә. “Яу алдынан
ашап ултыраларсы! Беҙҙән әҙерәк булһа ла ҡурҡмайҙармы икән ни?!” – Шундай уйҙар
бөйөк хандың ғына түгел, яугирҙәренең дә башына инеп, әллә ниндәй шөрләү
тыуҙыра ине.
Туҡтамыш дошман һөжүмен
көттө. Ул саҡта, электән килгән боронғо монгол тәртибе буйынса, дошманға алға
үтергә ирек бирә лә, ғәскәрҙең үҙәгенә еткәс, флангыларҙан бәрә, шул ҡаҙан
эсендә уны аяуһыҙ тураҡлай.
Ләкин Тамерлан армияһы,
“ҡасан теләйем, шунда һөжүм яһайым”, тигән һымаҡ, урынынан ҡуҙғалмай әле.
Туҡтамыштың ҙур алыштарҙа тәжрибәһе юҡ, яңы тактик алымдарҙы белмәй, шуға тиҙ
ялҡты. Етмәһә, хәрби етәкселәре – нойондар, бәктәр, мырҙалар – эшкә ашмаҫлыҡ төрлө
кәңәш биреп йонсота. Һәм ул фарман бирергә мәжбүр булды: алға!
Өс көн дауам иткән ҡанлы
яу шулай башланды. Тәүге көндә Тамерландың, дошман һөжүмен көтөп, яу тәртибен
һәм ғәскәрҙәренең яңыса ҡатлы-ҡатлы эшелонлап теҙелеүен үҙгәртмәүе арҡаһында Туҡтамыш
уның флангыларын ҡаҡшата алманы, һәм быға яугирҙәрҙең ныҡлығы ғына түгел,
уларҙы уратҡан һаҙлыҡлы урындар, Ҡондорса йылғаһы ла булышлыҡ итте. Туҡтамыштың
һайланмыш атлылары туранан-тура һөжүм менән Тамерландың яҡшы ойошторолған
ҡурғауылынан ҡаҡлыҡты: соҡорҙарға йәшенеп, бейек ныҡлы ҡалҡандар менән
ҡапланған пехотаның уҡ ямғырын татыны улар.
Көн аҙағына Туҡтамыш ғәскәренең
һан яғынан күберәк булыуын файҙалана алмауы, хәл иткес һынылыш яһамаясағы
аңлашылды. Шулай ҙа хан өҫтәлмә көс көтөүен дауам итте, атаҡлы атаһы Дмитрий
Донской урынына Мәскәүҙә бөйөк кенәз булып киткән Василий Дмитриевичтың да
ярҙамына өмөтләнде. Әтрәттәре менән болғар мырҙалары, башҡорт бейҙәре бына-бына
килеп етер, тип ышанды.
Русичтарҙың Иҙел
аръяғында йыраҡта тороуын, үҙенән ярлыҡ алған кенәз Василий Дмитриевичтың уға
ярҙамға бер ҙә ашыҡмауын Туҡтамыш хан белмәй ине шул. Болғар һәм башҡорт
әтрәттәренең шул уҡ хәлдә булыуын да.
Тәүге көндөң кисендә
Тамерланға юғары абруйлы бер нисә монголдың әмирҙән үҙҙәрен ҡабул итеүен
үтенеүҙәрен еткерҙеләр. Бөйөк әмир уларҙы килтерергә ҡушты. Дүртәү инеләр:
Туҡтамыштың дошмандары – Урыҫ хан улы Койричак, Урыҫ хандың ейәне, батша малайы
Тимер-Ҡотлоҡ, күренекле полк әйҙәүсе Кунче-уғлан һәм Еҙүкәй мырҙа.
– Сәләм бирҙек.
Һеҙҙе миңә нимә килтерҙе? – тип һораны Тимер.
Бер аҙым алға атлап,
бөтәһе өсөн дә Тимер-Ҡотлоҡ яуап бирҙе:
– Беҙ –
Туҡтамышты, шул узурпаторҙы, күрә алмаусылар. Яҡындарыбыҙҙың ҡаны уның өҫтөндә.
Уға хеҙмәт итеүселәр араһында беҙҙең яҡлылар байтаҡ: батша матайы Бикбулат та
шунда, Туҡтамыш уларға ышаныс күрһәтмәй, резервта тота. Улар һинең яғыңа
сығырға әҙер.
– Иртәгә
Туҡтамыш беҙҙе еңеп ҡуйыр, тип ҡурҡмайһығыҙмы ни? – тип көлөмһөрәп һораны бөйөк
әмир.
– Улар
һинең яғыңа иң һынылышлы, хәл иткес мәлдә күсәсәк, Һин улар ярҙамында
Туҡтамышты тар-мар итәсәкһең.
Тимер-Ҡотлоҡ яҡлыларҙың
Тамерлан яғына шартлы сигнал буйынса сығыуы мәсьәләһен һөйләшеп килештеләр.
Был ваҡытта бөйөк әмир
станында Хаджа, Таһир һәм башҡа табиптар яралы яугирҙәргә ярҙам күрһәтә, ә
хәрби етәкселәр ғәскәрҙәрҙәге юғалтыуҙарҙы иҫәпләй, ҡурғауыл нығытмаларын
яңынан көсәйтә ине.
УН ӨСӨНСӨ БҮЛЕК.
ҠОНДОРСАЛАҒЫ АЛЫШ,
ИКЕНСЕ КӨН
Тыуып килгән яңы көн
тағы ла аяҙ булмаҡсы. Яу өсөн ҡулай. Ләкин Туҡтамыш хан һаман яйлай, бөйөк
Мәскәү кенәзе Василий Дмитриевичты көтә. Болғар мырҙалары ярҙамға килмәһә,
уларҙы ер менән тигеҙләйәсәге көн кеүек асыҡ. Хандың тәүәккәлһеҙлеге йоғонтоло
нойондары һәм бейҙәренә һис оҡшаманы. Ниһайәт, Туҡтамыш үҙәк ғәскәрен Худаданың
пехотаһын тар-мар итеү өсөн алға ҡуҙғатты.
Туҡтамыштың атлылары бер
нисә һөжүм һөҙөмтәһендә Худаданың үҙәк авангард корпусын ҡыҫырыҡланы. Ләкин шул
саҡ Шаһрух етәкселегендәге үҙәк корпус атлылары урҙа атлыларын кире сигенергә
мәжбүр итте. Тамерлан уларҙы ҡыуып барырға рөхсәт итмәне: дошмандың флангылары
һөжүменән ҡурҡты.
Көн буйына урҙалар
дошман армияһы үҙәген тишеп инергә бер нисә тапҡыр тырышып ҡараны, ләкин һәр
осраҡта лайыҡлы ҡаршылыҡҡа тап булды. Туҡтамыш төп флангылары һөжүменә
әҙерлекте йәшереү өсөн Тимерҙең башын бутарға маташты. Шулай ҙа, уйҙырмалары
менән үҙ хәрби етәкселәрен рухландырһа ла, Тамерланды ышандыра алманы. Тимер
дошман ғәскәрендәге күсенеүҙәрҙе үҙенең алғасҡылары аша ла, Еҙүкәй шымсылары
арҡылы ла белеп тора һәм флангыларын нығыта ине. Яуға елкенеп торған резерв
корпусын ҡулында ныҡлы тотто.
Бына шундай ҡыҫҡа
бәрелештәр, йәшерен әҙерлек менән икенсе көн дә аҙағына яҡынлашты. Кисен
Тамерлан хәрбиҙәрен үҙ сатырына йыйҙы. Остазы сәйед Бәрәкә һәм шәхси табибы
Хаджа ла бар ине унда. Иртәгәһе көндөң хәл иткес буласағын бөтәһе лә аңлай ине.
Бөйөк әмирҙең йонсоғаны йөҙөнә сыҡҡан: оҙайлы сир үҙен һиҙҙерә. Ләкин быны һәр
ваҡыт әмир янында булған Хаджа ла Тимерҙең улдары һәм ейәндәре генә күрә.
– Йә, иртәгәһе
көнгә ниндәй күҙаллауҙар булыр? – тип һораны Тимер, бөтәһенә лә иғтибар менән
күҙ йүгерткәндән һәм ғәскәрҙәрҙең урынлашыу схемаһын күрһәткәндән һуң.
Өлкән улы булараҡ,
беренсе һүҙҙе һаҡ һәм төплө аҡыллы Үмәр шәйех алды:
– Атай,
Туҡтамыш иртәгә ике флангыһы менән дә бер ыңғайҙан һөжүм башлар ул. Шулай ҙа
хәл иткес баҫҡын беҙҙең уң яҡ флангыға, Сәйфетдин менән Мираншаһ корпустарына
яһаласаҡ.
– Ә был
Туҡтамышҡа нимә бирә? – улының бармағы схемала күрһәткән хәрәкәттәрҙе күҙәтеп,
әмир һорай ҡуйҙы.
– Әгәр
Туҡтамышҡа беҙҙең уң яҡ флангыны ҡыйратып алға үтергә мөмкинлек тыуһа, ул бер
ыңғай ике мәсьәләне хәл итә: беҙҙең резервты төп көстәрҙән айыра һәм беҙҙе Иҙел
бөгөлөнә ҡыҫа, һәм был ҡапсыҡтан беҙгә сығыу юлы булмаясаҡ.
– Минең
корпусым быға юл ҡуймаясаҡ! – тип ярһып әйтеп һалды ҡыҙыу һәм тотанаҡһыҙ
Мираншаһ.
Ләкин ҡалған хәрби
етәкселәр Мираншаһтың ышанысын түгел, ә Үмәр шәйехтең борсолоуын уртаҡлаша ине.
Тимер кәңәшмәне
йомғаҡланы:
– Ярай, былай
итербеҙ: мин үҙемдең резервымды уң яҡ флангыға яҡыныраҡ тотормон. Һин,
Мираншаһ, урҙалар тылыңа үтергә ынтылыуы менән миңә хәбәр ит. Ә һин,
Мөхәмәтсолтан, – яуға инергә ярһып елкенеп торған ейәненә өндәште әмир, – шулай
ҙа һул яҡ флангыға яҡыныраҡ тор. Әгәр Туҡтамыш беҙҙең һул флангыға бәрһә, Үмәр
шәйех был хаҡта шунда уҡ хәбәр еткерергә тейеш. Ул саҡта һин резервың менән Соҡ
йылғаһын ошонда, Ҡондорса уға ҡойған ерҙән аҫтараҡ, кисеп сығып, урҙаларҙың
тылына килтереп бәрәһең.
Шулай ҡарар ҡылып,
таралыштылар, сәйед Бәрәкә менән Хаджа ғына ҡалды.
– Ә һеҙ нимә
уйлайһығыҙ? – тип һораны уларҙан әмир.
Хаджа өндәшмәне, ә
Бәрәкә былай тине:
Иртәгә буласаҡ алыштың ни менән бөтөрө Туҡтамыштың да, һинең дә ихтыярыңда
түгел, әмир. Урыҫ кенәзе Василийҙан тора бөтәһе лә. Ул Туҡтамышҡа килеп өлгөрһә
– беҙ еңеләбеҙ.
– Әйт
әле, Бәрәкә, – Тимер уйланып ҡына һорай ҡуйҙы. – Иртәгә кенәз Василий нимә
эшләр икән? Һин күрәҙәсе лә инде.
Сәйед Бәрәкә баҫалҡы
ғына былай тине:
– Бында
күрәҙәлек ҡылырға ла кәрәкмәй. Уйлап ҡара: әгәр ул Туҡтамышҡа ҡушылһа, бергәләп
беҙҙе тар-мар итә ала. Ләкин ул саҡта Мәскәү кенәзе һаман шул Туҡтамыш вассалы
булып ҡала һәм уға яһаҡ түләй. Әгәр ҙә инде уға ҡушылмаһа, һинең Туҡтамышты
ҡыйратыуың ихтимал, ә урыҫ кенәзе яуға ҡыҫылмағаны өсөн һин уға рәхмәтле
булырһың да, Мәскәүгә бармаҫһың, тип өмөтләнәсәк. Шул саҡта ул, ниһайәт, монгол
иҙеүенән дә ҡотола.
Шунан, кенәз Василий нимә эшләй инде? – тип тағы һораны әмир.
Иртәгә ул килмәй, – тип ҡыҫҡа ғына яуапланы сәйед Бәрәкә.

УН ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК.
ҠОНДОРСАЛАҒЫ АЛЫШ.
ТУҠТАМЫШ ХАНДЫҢ ҠЫЙРАТЫЛЫУЫ
Өсөнсө көндөң таңын ике
армия ла алышҡа тулы әҙерлек менән ҡаршыланы. Туҡтамыш хандың кәйефе шәп:
бәләкәй булһа ла, бер нисә әтрәт ярҙамға килеп етте. Мәскәү кенәзе Василий
Дмитриевич үҙенең ҙур ғәскәре менән Иҙел аръяғында, Ҡариҙел тамағына яҡын ерҙә,
әҙер тороуы хаҡында хәбәр еткерҙе. Туҡтамыш уға Иҙелдең һул ярына сығырға
фарман менән сапҡын ебәрҙе.
Туҡтамыш беренсе булып
һөжүм итте. Флангылары икеһе бер юлы бәрҙе: Бәк-Ярыҡтың уң яҡтағы атлылары Тимер
армияһының һул яҡ флангыһын – Бирҙебәк корпусын – атакаланы; урҙаларҙың
Таштимер етәкселегендәге һул флангы атлылары Тимерҙең уң флангыһындағы
Сәйфетдин корпусына ябырылды. Аяуһыҙ ҡан ҡойош китте, ике яҡтан да юғалтыуҙар
күбәйгәндән-күбәйҙе. Урҙаларҙың уң флангыһын Тамерландың һул флангыһындағы
Бирҙебәк корпусын емертеп алып бара ине, шул саҡта Үмәр шәйех корпусы ярҙамға
килеп, тағы ҡаты алыш башланды. Монголдарҙың һул флангыһы Сәйфетдиндең уң
яҡтағы корпусын ҡыйратып тигәндәй ташланы ла Мираншаһтың корпусына ябырылды.
Мираншаһ төмәндәре аяуһыҙ алышты, Мираншаһ мырҙа үҙе бөтәһенән дә алда, атын
ажғыртып, тигеҙ ерҙәге бер тау һымаҡ сапты, ә ҡылысының тотҡаһында зөмрәт ташы
йылҡылдай ине.
Тамерландың армияһы өсөн
аяныс хәл килеп тыуҙы – Үмәр шәйех алдан иҫкәрткәнсә, ғәскәрҙең тотошлайы менән
ҡамауҙа ҡалыуы мөмкин ине. Яугирҙәрҙең, паникаға бирелеп, тәртипһеҙ рәүештә
ҡасып китеү ҡурҡынысы барлыҡҡа килде. Яу барышын иғтибар меән күҙәтеп торған
Тамерлан шул саҡта ике фарман бирҙе: беренсеһе – резерв корпусына, Ҡондорса
йылғаһын кисеп сығып, еңелеп барған уң флангыға ярҙамға килергә һәм урҙаларҙың
Таштимер етәкселегендәге һул флангыһына тылдан бәрергә; икенсеһе – Худада һәм
Шаһрух командалығындағы үҙәк корпустарға Туҡтамыш армияһының урта өлөшөнә һөжүм
итеп, уны икегә айырырға.
Тамерландың яу хәрәкәтенә
индергән үҙгәрештәре шул тиклем ваҡытлы ла, зирәк тә булып сыҡты. Уның
резервтағы корпусы урҙаларҙың алышып миктәгән һул флангыһының тылына инеп,
емергес көс менән ташланды. Шул уҡ ваҡытта Тамерландың үҙәк корпустары монгол
армияһының үҙәгенә килтереп бәреп, уны икегә айырҙы.
Быны күргәс, Туҡтамыш
албырғап ҡалды, шулай ҙа күңелен ҡурҡыу биләмәне, сөнки уның үҙ ғөҙөрҙәре бар
ине. Василийға, шулай уҡ Иглемышҡа сапҡындар ебәрҙе. Тиҙ ваҡыт эсендә үҙәк
өлөштә барған яуға инергә лә Шаһрух менән
Худада корпустарын юҡҡа сығарырға тейеш ине улар.
Тамерлан яғындағы убала
сей утын, сей үлән яғып ебәрҙеләр. Елһеҙ көндө ҡуйы төтөн бейек булып
күтәрелде. Алтын Урҙа ғәскәрендәге Еҙүкәй һатып алған батша улы Бикбулат менән яугирҙәре
өсөн алдан килешелгән билдә ине был. Улар нойон Иглемышты үлтереп, Тамерлан
яғына сыҡты, юл ыңғайы Туҡтамыш байрағын йөрөтөүсене үлтерергә кеше ебәрҙе.
Туҡтамыш армияһы яҙмышы
хәл ителгәйне инде. Хан резерв корпусынан ярҙам көтөп ала алмай, русичтар
кенәзенән дә фәтүә булмай. Хыянатсыл уҡтан һәләк булған байраҡсыһы, ергә ауып,
байраҡты төшөргәс, бөтәһе лә, Туҡтамыш үлгәндер йә ҡасҡандыр, тигән уйға килә,
урҙа армияһында паника башлана. Ошо мәлдә сәйед Бәрәкә, Сүриә тарихсыһы Әхмәт
Ибн Ғәрәбшаһ тасуирлағанса: “Яғы кочды! Яғы кочды!” – тип ҡысҡырырға тотона.
Йәнәһе, дошман ҡасты. Тимер яугирҙәре ла ҡушылып ҡысҡыра. Алтын Урҙа яугирҙәре
аптырап ҡала, әллә ысынлап ҡастымы икән, тигәндәй, тирә-яғына ҡарана һәм сигенә
башлай. Шул саҡта Тимерҙең яугирҙәре ярһыу ажғырып дошманға ябырыла ла уны
ҡасырға мәжбүр итә.
Туҡтамыш, армияһын тотош
ҡыйратылыуҙан һаҡлар өсөн, уң флангыла ғәскәрен тупларға ла, Тимер армияһының
һул флангыһын йырып үтеп, Иҙел йылғаһының Һамар бөгөлөн уратып, Иҙел яры буйлап
бай Каспий буйы далаларына китергә ҡарар ҡыла.
Ошоно алдан күреп, бөйөк
әмир яуға инергә йөрәкһеп торған ейәне Мөхәмәтсолтанға, һайланмыш яугирҙәр
әтрәте менән Соҡ йылғаһы аша кисеп сығып, урҙаларҙың уң флангыһы тылына бәрергә
бойора. Мөхәмәтсолтан ҡартатаһының әмерен йәштәрсә дәрт һәм ирҙәрсә һалҡын аҡыл
менән башҡара. Туҡтамыштың ойошторолоп ятҡан уң флангыһының ҡабырғаһына
килтереп баҫа. Монгол яугирҙәре араһында бында ла паника башлана. Туҡтамыш
ғәскәрҙәренең айырым өлөштәре араһында бәйләнеш өҙөлә, һәм улар тәртипһеҙ
рәүештә Иҙел бөгөлөнә сигенә, дөрөҫөрәге, ҡаса.
Тамерлан армияһы
сигенеүселәрҙе, аяуһыҙ тураҡлай-тураҡлай, Иҙел ярына хәтлем бара. Туҡтамыш
менән бергә ҙур булмаған бер төркөм генә Иҙелде кисеп сығып, аръяҡта нығына.
Ҡондорсанан алып Иҙелгә хәтлем яландар Алтын Урҙаның һәләк булған яугирҙәре
кәүҙәләре менән тулған була.
Аҡһаҡ Тимер армияһында
ла юғалтыуҙар байтаҡ. Иҙелде кисеп сығырға йөрьәт итмәне ул. Киң дә, тәрән дә
йылғаны кисеү еңел эш түгел икәнен белә, тағы ла юғалтыуҙарға барғыһы килмәне.
Һаулығы ла Туҡтамыш артынан оҙайлы ҡыуыу өсөн яраҡлы түгел ине.
Ҡондорса йылғаһы
янындағы алыш Тамерландың ҙур еңеүе менән тамамланды. Киң ҡоласлылығы, ике
яҡтың да яугирҙәре һаны, ғәскәрҙәрҙе тактик теҙеү һәм яу алымдары буйынса
билдәле Куликово алышынан күпкә өҫтөнөрәк ине ул. Бойондороҡһоҙ Мәскәү Русенең формалашыуы
һәм аяҡҡа баҫыуы, Алтын Урҙаның тарҡалыуы өсөн әһәмиәте буйынса тарихи яҡтан
хатта күпкә мөһимерәктер ҙә әле.
УН БИШЕНСЕ БҮЛЕК.
ХАДЖИҘЫҢ ХӘРБИ
ЛАЗАРЕТТАҒЫ ХЕҘМӘТЕ
Өс көн буйы барған
аяуһыҙ һуғышта бик күп кеше һәләк булды, яраланды. Яралыларҙы Ҡондорса
йылғаһының һул яҡ ярында йәйелдерелгән хәрби лазаретҡа алып килеп торҙолар.
Оҙон иркен сатырҙа – операциялар өсөн ике ағас өҫтәл, яраларҙы бәйләү өсөн бер
нисә өҫтәл һәм яралылар өсөн бер нисә оҙон урындыҡ. Һауығып килеүсе яралылар
өсөн өҫтәлһеҙ генә тағы ике сатыр ҙа бар ине.
Лазарет эше менән Таһир
Ибн Усман етәкселек итә. Башҡа табиптар менән бергә эшләгән Хаджа лазаретта тәртип яҡшы
ҡуйылғанын иғтибарға алды. Таһирҙың ошондай һуғыш баталияларында ҙур тәжрибә
туплағаны күренә.
Хаджаның ундай яу
шарттарында эшләү тәжрибәһе булмаһа ла, хирург булараҡ күнеккән ҡулы бик ярап
ҡалды. Иң ҡатмарлы травмалар менән уға мөрәжәғәт итәләр. Шулай, Таһир һәм уның табиптары күп ҡан
юғалтҡанда, ҡан тамырын быуып бәйләп ҡуйып, ҡан туҡтата торған үлән төнәтмәһе эсереүҙән
ары китмәй инеләр. Хаджа, остазы Ферүз өйрәткәнсә, яра эсендә эре тамырҙарҙың
өҙөлгән осон табып, бәйләп ҡуя ла ҡан юғалтыуҙы туҡтата.
Шулай уҡ Хаджаның
һөйәкте һындырып сабылған яраларҙы дауалауҙа үҙ алымы бар. Таһирҙың табиптары
бындай осраҡта һынған һөйәктәрҙе тура килтереп ҡуйып, тығыҙ итеп берәй таҡтаға
ҡушып бәйләй. Йыш ҡына был осраҡта яра боҙола, сереү һөйәктәргә күсә –
Тамерландың үҙе менән дә шулай булғайны бит. Хаджа бындай ваҡытта яраны
ентекләп таҙарта, ваҡ һөйәктәрҙе, башҡа нәмәләрҙе алып ташлай, шеште ҡайтарыусы
төнәтмә йәки май һөртә, шунан аҙаҡ ҡына һынған һөйәктәрҙе тап килтереп ҡуйып,
ҡул-аяҡты ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп ҡаты әйбер менән ҡуша бәйләй. Былай иткәндән һуң
яра артыҡ шешмәй, яугирҙәрҙең үлеү осраҡтары әҙәйә.
Ваҡ травмалар менән
лазаретта күп ятмайҙар. Ярҙам күрһәтеү менән яугирҙәр кире сафҡа баҫырға
ынтыла. Ауыр яралылар лазаретта ҡала, уларҙы ҡарарға кәрәк. Шуға Урҙа
әсирлегенән азат ителгән болғар, славян, башҡорт ҡыҙҙары бында эшкә килә.
Ҡараусылар араһында бер
башҡорт ҡыҙы бар ине. Хаджа уға иғтибар итте: бер яралыға оҫта ғына итеп ярҙам
күрһәтһә, икенсеһенә күсә. Табиптарға яра бәйләгәндә ярҙам итә, башҡа ҡыҙҙар
кеүек ҡурҡып бармай. Хаджаның нисек эшләгәнен дә килеп күҙәтеп тора. Бер
операцияны тамамлағас, уны туҡтатып, Хаджа һорай ҡуйҙы:
– Һин,
матурҡай, ҡайҙан килеп сыҡтың бында?
– Мине
яңыраҡ әсирлектән ҡотҡарҙылар. Былтыр көҙ урҙалар беҙҙе, күп кенә ҡыҙҙарҙы,
ҡыуып алып киткәйнеләр.
Ҡайҙарҙан булаһың һуң? Башҡортһоң бит?
– Эйе,
әүжән ҡыҙы мин, Яйыҡ үрендә күсенеп йөрөй ырыуыбыҙ.
Хаджа ҡыҙға ҡыҙыҡһынып
ҡарап ҡуйҙы.:
– Ә
тәғәйен генә ҡайһы урында йәшәй ҡәбиләгеҙ?
Яйыҡтың Таналыҡҡа ҡойған ерендә инде.
– Бына
һиңә мә! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Хаджа. – Беләһеңме, мин дә бит башҡорт, минең дә
ҡәбиләм Яйыҡ менән Таналыҡ араһында күсенеп йөрөй. Ҡәбиләләребеҙ күрше булып
сыға бит былай булғас!
Был хәлгә, үҙ туғанын
тапҡандай, икеһе лә бик ҡыуанды. Тыуған яҡтарын һағынып иҫләнеләр. Хаджа үҙенең
нисек табип булып киткәнен һөйләне. Бынан һуңғы көндәрҙә Зөләйха – ҡыҙҙың исеме
шулай ине – йыш ҡына Хаджаға ярҙам итергә ашыҡты. Хаджаны ла уға ниндәйҙер көс
тартып торған һымаҡ.
Йылы кистәрҙә, Тимер
үҙенә саҡырмағанда, улар икәүләп Иҙел яры буйлап йөрөргә, киң, бөйөк йылғаның
тыныс ағымына, йәмле аҡландарына, үлән утлап йөрөгән аттарға һоҡланып
хозурланырға әүәҫләнеп китте.
Һөйләшеп һүҙҙәре
бөтмәне, бергә рәхәт ине уларға.

УН АЛТЫНСЫ БҮЛЕК.
ИҘЕЛ БУЙЫНДАҒЫ ЕҢЕҮ
ТАНТАНАҺЫ
Аҡһаҡ Тимер армияһына
бай табыш эләкте: Алтын Урҙаның күсенеп йөрөргә лә, йәйләп тә ятырға яратҡан
урындары – Иҙел йылғаһы бөгөлөнөң уға Кама ҡойған ерҙән алып Һамар дуғаһына
хәтлемге һул яҡ яр буйҙары. Яугирҙәр еңелгән дошмандың бөтә нәмәһенә хужа
булды. Ҡиммәтле аҫылташтар, тире, йылҡы малы, һыйыр, һарыҡ, башҡа нәмәләр шул
тиклем күп булып, уларҙың бөтәһен дә алып китеү мөмкинлеген тапманылар. Әсирҙәр
ҙә бик күп ине, араларында хур ҡыҙҙары кеүек сибәрҙәр бар. Уларҙан Тимерҙең үҙе
өсөн генә лә биш мең матур ҡыҙ һайлап алынды.
Еңеү тантанаһы тотош
егерме алты көн буйына барҙы. Аҡһаҡ Тимерҙең сатыры алтын парса менән
ҡапланғайны. Шундай уҡ парса менән периметры буйынса өс фарсангыға һуҙылған (ә
был егерме километрға яҡын!) бөйөк әмирҙең станын ураттылар.
Сәйед Бәрәкә менән
Хаджаға ла әмирҙең сатыры эргәһендә айырым сатырҙар ҡоролдо. Һуғыштан һуңғы
көндәрҙә Хаджа менән башҡа табиптарҙың эше ныҡ күп булды: яралыларҙы
дауаланылар. Тимер Хаджанан улдары Шаһрух менән Мираншаһтың, шулай уҡ хәрби
етәксе Сәйфетдиндең яраларын шәхсән үҙе дауалауын үтенде.
Бөйөк әмир сәйед
Бәрәкәне, Хаджаны һәм хәрби етәкселәрен һый-ниғмәт табынына саҡырмай ҡалманы,
уларҙы иң тәмле ризыҡтары, татлы эсемлектәре менән һыйланы.
Шундай бер табында
Тимер, тәмле-татлы ризыҡтарҙы ташыусы ҡыҙҙарҙың һығылмалы билдәренә ымлап,
Хаджаға ҡарап:
– Һин
ниңә минән һылыу ҡыҙҙар һорамайһың әле ул? Һин бит быға лайыҡлы, – тип ҡуйҙы.
– Миңә
улар кәрәкмәй, былай ҙа эшем күп, – тине Хаджа.
– Ир
кешегә улар кәрәкмәй буламы инде, – Тимер көлөмһөрәп дауам итте. – Бәлки, һинең
тыуған ауылыңда ҡалғандыр берәй һөйкөмлө һөйәк?
– Юҡ та
инде, – тигән булды, ҡыҙарынып, Хаджа. – Ә инде яҡташ ҡыҙҙар хаҡында һүҙ
сыҡҡас, әйтәйем инде: ҡол ҡыҙҙарҙың береһе, Зөләйха, минең күрше ҡәбиләмдән
икән. Былтыр уны башҡа ҡыҙҙар менән бергә Урҙа кешеләре ҡыуып алып киткән
булған. Бына шуны ҡатынлыҡҡа алыр инем мин.
– Йә
ярай, ал һуң шуны, – тине, Тимер, көлөп.
Мәжлес ҡороп ваҡыт
үткәрһә лә, Аҡһаҡ Тимер шымсыларынан һәм теге яҡтан сыҡҡан ҡаскындарҙан алған
мәғлүмәттәрҙе йыйырға ла, анализларға ла өлгөрә. Шулай итеп, Туҡтамыштың да
ғәскәр ҡалдыҡтары менән һаман көньяҡҡараҡ, Ҡаф тауҙары, Ҡырым яғына хәрәкәт иткәнен
белеп тора ул. Тегенеһе яңынан әтрәттәр йыйғанына ла хәбәрҙар.
Ял ваҡыттарында Аҡһаҡ
Тимер яҡындары менән, шулай уҡ уның яғына сыҡҡан монгол хәрбиҙәре менән дә
әңгәмәләшә. Сәйед Бәрәкә, ейәне Мөхәмәтсолтан һәм монгол нойоны Кунче-уғлан
менән нард йә шахмат уйнай.
Шундай кистәрҙең
береһендә Тамерлан монголдарҙың батша малайҙары һәм хәрби етәкселәре менән
әңгәмәләшеп шахмат уйнап ултыра ине. Әңгәмәлә Үмәр шәйех, Бәрәкә һәм Хаджа ла
ҡатнаша. Кунче-уғланды уйында еңеп, ҡара королде йығып һалғас, Тамерлан көлөп:
– Бына
ошолай итеп беҙ Туҡтамыш ханды ла ауҙарҙыҡ, – тип ҡуйҙы. Монголдарҙың йөҙөндә
көсөргәнеш һиҙеп, былай тип өҫтәне. – Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән, әлбиттә. Һеҙ бит
шуны теләнегеҙ?
– Эйе,
– тип яуап бирҙе батша улы Бикбулат. – Ләкин беҙҙең халыҡ дала буйлап бик
таралып китте. Кемдер – Аҡ Урҙаға, кемеһелер – Зәңгәренә. Кемдәрелер Алтын Урҙаның
баш ҡалаһы емереклектәрендә көн итә. Беҙҙең күңелгә ятмай был.
– Миңә
еткерҙеләр ул, – Тамерлан дауам итте. – Һеҙҙең ҡайһы бер аҡһөйәктәрегеҙ
Туҡтамышҡа тартыла икән.
– Быға
юл ҡуйырға ярамай, – тип һүҙгә ҡушылды Тимер-Ҡотлоҡ. – Туҡтамыш йоғонтоһона
ҡаршы тороу өсөн халыҡты берләштерергә кәрәк.
– Һеҙ нимә
тәҡдим итәһегеҙ һуң? – тип һораны Тамерлан.
– Беҙ
үҙ-ара һөйләшеп алғайныҡ, – Тимер-Ҡотлоҡ йәнләнеп китте. – Һинән үтенеп
һорайбыҙ: беҙҙе халыҡты йыйнарға ебәр. Туҡтамышҡа ҡаршы торорға ла, һиңә ярҙам
итергә лә көсө етерлек ғәскәр йыябыҙ.
– Ҡайҙа
эҙләргә итәһегеҙ инде ул кешеләрҙе? – тип ҡыҙыҡһынды әмир.
– Төрлө
яҡҡа таралабыҙ, – Еҙүкәй ҙә һүҙгә ҡушылды. – Тимер-Ҡотлоҡ менән мин төньяҡҡа,
Ҡариҙелгә, Болғар иленә, шулай уҡ Ағиҙел буйҙарына – башҡорт ҡәбиләләренә – табан
юл алабыҙ. Унда беҙҙең күп яугирҙәребеҙ ҡасты. Батша улы Бикбулат Дон
буйҙарындағы үҙ биләмәләренә ҡайтырға теләй. Ә бына Койричак менән Кунче-уғлан
Иҙел буйлап Сарайға юл тотор.
– Йә
ярай, һеҙ инде бөтәһен дә яҡшылап уйлағанһығыҙ. Барығыҙ, һеҙгә өмөт-ышаныста
ҡалам.
Тоғролоҡта анттар
бирә-бирә, Тимерҙең ҡиммәтле бүләктәрен, фатихаһын алып, монголдар таралышты.
Улар киткәс, Үмәр шәйех:
– Атай,
юҡҡа ғына уларҙы ебәрҙең. Һине һатасаҡ улар, – тине.
– Мин
быны беләм, улым. Джучи Улусының бөтә тарихы хыянаттан һәм ҡандан тора. Был
батша улдары ла миңә генә түгел, бер-береһенә, башҡа Сыңғыҙ вариҫтарына хыянат
итәсәк. Быларын әле мин белеп торам. Уларҙың ни хаҡ торғанын да беләм. Ләкин
уларҙың алдында ябай булмаған мәсьәлә ҡуйыласаҡ: Урҙала хакимлыҡ итеү өсөн
бер-береһен ашаясаҡтар әле.
– Эйе,
атай, һин, һәр ваҡыттағыса, аҡыл эйәһе, – тине Үмәр шәйех. – Атай, беҙгә лә үҙ
тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтырға мөҙҙәт етмәнеме икән? Көҙ ҙә етеп килә.

УН ЕТЕНСЕ БҮЛЕК.
АҠҺАҠ ТИМЕР АРМИЯҺЫНЫҢ
ҠАЙТЫУЫ
1391 йылдың июль
урталарында Аҡһаҡ Тимер ҡайтыу юлына походҡа әҙерләнеү тураһында фарман бирҙе. Яугирҙәр
ылауҙарҙы бихисап табыш менән тултыра, малды көтөүгә йыя, Урҙа биләмәләренә
һуңғы талау барымталарын яһай башланы. Таһир Ибн Усман, Хаджа һәм башҡа
табиптар лазаретта яралыларҙы ҡарап, юлға барырҙайҙарын аяҡҡа баҫтырып, һыбай
йәки ылауға урынлаштырып йөрөнө. Иң ауыр яралыларға махсус ылауҙар яһалды.
Иҙел буйындағы һуңғы
көндәрҙең береһендә Тамерлан Хаджаны үҙе янына саҡырып алды ла бынан элегерәк
булған һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө:
Хаджа, һин бер яҡташ ҡыҙыңа өйләнергә теләүеңде әйткәйнең. Кире уйламаныңмы
әле?
– Юҡ,
кире уйламаным, – тине Хаджа ояла биреп. – Ләкин ваҡыты әле түгел һымаҡ.
– Һөйөү
өсөн ваҡыт тап килтереп йөрөмәйҙәр ул. Бына бөгөн тотабыҙ ҙа туй яһайбыҙ! Бар,
әҙерләнегеҙ!
Шул көндөң кисендә үк
әмирҙең иркен сатырында Хаджа менән Зөләйханың туйы булды. Тимерҙән дә, уның
балалары һәм хәрби етәкселәренән дә күп изге теләктәр ишеттеләр, ә Сәйед Бәрәкә
уларға оҙон бәхетле ғүмер, итәк тулы бала юраны. Туйҙан һуң йәш ғаилә Хаджаның
сатырына бергә ҡайтты, айырылышмаҫҡа һүҙ ҡуйышты.
Ниһайәт, 16 июлдең
таңында, оло юлға сығыу ваҡыты еткәнен билдәләп, стан буйлап һорнайҙар ҡысҡырттылар.
Тамерландың һирәгәйеп
ҡалған ғәскәре ҙур табыш һәм яралылар тейәлгән ылауҙар менән бергә Яйыҡ
йылғаһына табан ҡуҙғалды. Яйыҡтың йәй башында Туҡтамыш хан торған урынын кисеп,
Тимер ғәскәре тыуған йорттарына табан тура һәм иң ҡыҫҡа юлды һайланы. Бик яй
барғанлыҡтан, әмир үҙенең яҡындары менән, араларында Хаджа менән ҡатыны ла бар
ине, Сәмәрҡәндкә октябрь аҙаҡтарына ғына килеп етте. Башлығы артынан хәрәкәт
иткән ғәскәр Ташкент тирәһенә декабрҙә генә ҡышлауға туҡтаны.
Сәмәрҡәндтә Аҡһаҡ
Тимерҙең еңеүенә арналған туҡтауһыҙ тантана башланды. Унда Хаджаға ла
ҡатнашырға тура килә һәм ул бик арый ине, шуға бөйөк әмир бүләк иткән һарайҙай
киң өйөндә яйы сыҡҡан һайын сибәр ҡатыны менән икәүҙән-икәү ҡала ине.
1392 йыл да етте. Яҙын,
йәй баштарына ҡарай, Тамерландың шымсылары Туҡтамыш хан хакимлығының яңынан баш
ҡалҡытыуы хаҡында хәбәр еткерҙе. Урҙаның баш ҡалаһы Сарайҙан бер-бер артлы
Тимер-Ҡотлоҡто ла, Бикбулатты ла ҡыуып ебәреп, бөтә Алтын Урҙала хакимлығын
яңыртҡан икән ул. Аҡ Урҙала ғына Урыҫ хан вариҫтары хакимлыҡ итә. Туҡтамыш
хандың ҡан дошмандары булараҡ, улар Алтын Урҙа менән Мәүәраннаһр араһында бер
кәртә булып тора ине.
Шулай уҡ Туҡтамыштың уға
бөйөк Мәскәү кенәзе Василийҙың Түбәнге Новгород, Городец һәм Муром ҡалаларына
ярлыҡ алғаны өсөн биргән алтын-көмөшө иҫәбенә байығаны мәғлүм булды. Туҡтамыш
хатта кенәзгә Ҡондорса буйындағы яуҙа үҙен яҡлашмағаны өсөн дәғүә белдереп
тормаған – алтын-көмөштө ҡулға төшөрөп, хәлен яҡшыртыуҙы өҫтөнөрәк күргән.
Нығынып алғас,
хакимлығын яңыртып, туҡтамыш Тамерланға ҡаршы коалиция төҙөй башлай. Литва
короленә, Мысыр солтанына, Грузия батшаһына, төрөк солтанына илселәрен ебәрә.
Туҡтамыш хандың бындай
әҙерлек алып барыуын белгәс, Аҡһаҡ Тимер уға ҡаршы икенсе хәрби кампания асырға ҡарар итә.
УН ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК.
ФАРСЫ ИЛЕНӘ ИКЕНСЕ ПОХОД
БАШЫ
Аҡһаҡ Тимер был
кампанияны Кавказға поход менән башларға ниәт ҡыла. Ләкин, Сәмәрҡәндтән сығып,
Бохараға етеү менән, Хөрәсән (Төньяҡ Фарсы иле) һәм Герат ҡалаһы
провинцияларында (уларҙы 1386–1389 йылдарҙағы тәүге өс йыллыҡ походында яулай)
ихтилалдар ҡубыуы тураһында хәбәр ала. Тамерлан хәрби етәкселәрен кәңәшкә йыя,
улары алда торған походтар ваҡытында әмирҙең биләмәләре тыныс торһон өсөн тиҙ
арала фетнәләрҙе баҫтырыу кәрәклеген хуплай. Дәүләт хакимы итеп ул үҙенең өлкән
улы Йыһангирҙан тыуған ейәне Мөхәммәтсолтанды ҡалдыра. Тәүге ҡатыны Улджайҙан
тыуып, 1375 йылда яуҙа һәләк булған улы Йыһангирға нисек ышанһа, ейәненә лә
шулай ышана Тимер. Уға ярҙамға Сәмәрҡәнд башлығы итеп Арғуншаһты ҡалдыра.
Бағдадҡа еткәс, армияның
туҡтап торған сағында Хаджа үҙенең уҡытыусыһы Ферүздең ҡәберенә, һуңынан үҙе лә
йәшәгән йортона барҙы. Ул йортта Ферүздең туғандары тора икән. Хаджаны бик йылы
ҡаршыланылар, уларҙың туғаны бөйөк әмирҙең шәхси табибын уҡытҡан булыуы өсөн
уғата ғорурландылар. Ҡунаҡта оҙаҡ ҡына ултырып, Хаджа ҡайтырға сыҡҡанда Ферүздең
хирургик ҡоралдарын, үҙҙәренә инде кәрәге ҡалмағанлыҡтан, бүләк итеп ебәрҙеләр.
Кисен әмир һарайына,
унда Хаджаға ла бүлмә биргәйнеләр, әйләнеп ҡайтһа, тағы ла бер ҡыуаныслы хәл
көтөп тора. Ҡатыны Зөләйха Зөләйха үҙен
насар тоя икән. Тәжрибәле табипҡа уның ауырлы икәнен билдәләү һис ҡыйын
булманы. Был хәлгә йәш ғаилә бер ҡыуанды, бер төшөнкөлөккә бирелде: ҡатыны
хәҙер ирен оҙатып йөрөй алмай ине. Былай булғас, Зөләйха Сәмәрҡәндтәге
йорттарына ҡайтып, Хаджаны көтөп йәшәп торор, тигән ҡарарға килделәр.
Был ваҡытта армия,
артабан ҡуҙғалып, көньяҡҡа, Герат ҡалаһына, табан борола ине. Бохаранан сығыр
алдынан Тамерлан үҙенә улы Мираншаһты саҡырып алды ла былай тине:
– Һин –
Хөрәсән һәм Герат хакимы, һиңә Гератҡа беренсе булып барып торорға кәрәк.
Үҙеңдең корпусыңды ал да, еңелсә генә ҡуҙғалып, Гератҡа кит. Фетнәселәр
ҡапҡаларҙы асмаһа, ҡамап ал. Ләкин еңел атлыларың менән ҡала диуарҙарын
штурмламай тор, кешеләреңде һаҡла, минең ауыр артиллерия менән килеүемде көт.
– Тыңлайым,
атай. Әгәр улар ҡаланы бирһә, нимә эшләргә һуң? Ниндәй яза ҡулланырға?

– Һин –
хаким, һин хәл итәһең. Теләһәң, бөтәһен дә ярлыҡа, теләһәң, барыһын да язаға
тарттыр. Теләгең булһа, заманында мин Ургенч ҡалаһын нисек аҡылға ултыртҡанмын,
шулай эшлә.*

*******Тамерлан 1374 йылда Ургенч ҡалаһын халҡы баш
күтәргән өсөн тотошлай емертә.
Мираншаһ
атлылары менән алға сапты. Уның артынса Тамерландың төп армияһы ҡуҙғалды. Бөйөк
әмир Гератҡа килеп еткәндә, ҡаланың ҡапҡаларын киң асып, уны тантанлы рәүештә
Мираншаһ ҡаршы алды.
Кисен
Тамерландың хәрби етәкселәре, сәйед Бәрәкә, Хаджа, шулай уҡ ҡаланың билдәле
кешеләре ҡатнашлығында ҙур мәжлес ойошторолдо.
Бер
арала Тимер Мираншаһтан Герат ҡалаһын нисек буйһондороуы хаҡында белеште.
Баҡһаң,
ҡаланың мәжлестә ҡатнашҡан кешеләре, Мираншаһтың ғәскәре ҡалаға етеп килгәнен
күргәс тә, баш күтәреүселәрҙең башлыҡтарын тотоп, бөйөк әмир улына тапшырған.
Фетнәселәр язаға тарттырылған, ә ҡала һәм унда йәшәүселәр ҡотолоп ҡалған.
Шулай
ҙа Тамерлан армия Гератта ял иткән арала ҡалалағы фетнәгә бәйле мәсьәләләр
буйынса тикшереү үткәрҙе. Язаланған баш күтәреүселәрҙән тыш, ихтилалдың иректә
ҡалған башлыҡтары ла бар икән. Тамерлан уларҙың сербедар халҡы вәкилдәре –
әмирҙең ҡан дошмандары – булыуын асыҡланы. Бөйөк әмир уларҙы табып, аҫып
ҡуйырға бойорҙо.
Фетнәнең
йәшерен башлыҡтары тотолғас, Тамерлан фарманы буйынса улар үҙҙәре, туғандары
һәм яҡындары язалап үлтерелде. Бынан тыш, бөйөк әмир Герат ҡалаһының ҡапҡаларын
алып ташларға, уның һаҡланыу сараларын, киләсәктә ихтилалға күтәрелеүҙе уйлап
та ҡарамаҫлыҡ итеп, бөтөрөргә бойорҙо.
Гераттағы
тотҡарланыуҙы тамамлап, Тамерлан үҙенең армияһын Каспий диңгеҙе тарафына алып
китте.
УН
ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК.
ТАМЕРЛАНДЫҢ
КАСПИЙ ДИҢГЕҘЕ БУЙЫН ЯУЛАУЫ
Гератты
баҫтырғандан һуң Аҡһаҡ Тимер бай Бағдадҡа юлланырға ниәтләгәйне. Әммә юлға
сығыр алдынан ғына Кавказдан Туҡтамыш хандың бай Фарсы иленә һәм Мысырға ҡул
һуҙымы ерҙәге Кавказды яуларға ынтылыуы хаҡында хәбәр алды.
Тамерлан
Кавказда һәм Каспий буйы ерҙәрендә үҙ йоғонтоһон көсәйтергә ҡарар итте. Шуға ла
Гераттан уның армияһы төньяҡ-көнбайышҡа табан боролдо. Каспий буйындағы
ҡәбиләләрҙе һәм халыҡтарҙы буйһондорҙо.
Каспий
буйы ҡәбиләләре фетнәһе башында төрөкмәндәр юлбашсыһы Ҡара Йосоп торғанлығы
билдәле булды. Тимер элек буйһондорған халыҡтарҙың, ҡәбиләләрҙең
ризаһыҙлыҡтарын файҙаланып, Каспий буйынан көньяҡҡараҡ, Фарсы иле төньяғында
бойондороҡһоҙ дәүләт төҙөргә ниәт тота ул.
Ҡара
Йосоптың атлылары бик хәрәкәтсән, төрлө ерҙәрҙә ҡапыл килеп сыға ла Тимерҙең
ғәскәренә ваҡ, әммә һиҙелерлек һөжүмдәр яһай. Шундай көтөлмәгән баҫҡынынан һуң
Ҡара Йосоп армияһы Ҡараҡом сүллегендә ҡапыл юғала. Бөйөк әмирҙең был хәл зитына
тейҙеме, улдарын саҡырып алды ул үҙенә. Үмәр шәйех, Мираншаһ, Шаһрух хакимдың
сатырына килеп ингәндә унда Тимерҙең өлкән ҡатыны Сарай-Мөлк ханым, сәйед
Бәрәкә, Табип Хаджа бар ине. Улар китергә ынтылһа, әмир ҡулы менән ишаралап
ҡалырға, әңгәмәлә ҡатнашырға саҡырҙы.
Шунан, ниндәй уңыштарығыҙ бар? Төмәндәрегеҙ ни хәлдә? – тип һораны ул
улдарынан.
Әмирҙең ҡырыҫ йөҙөн
күреп, бының ысын сәбәптәрен белмәгәс, барыһы ла шым ултырҙы. Ниһайәт, Үмәр
шәйех телгә килде:
Төмәндәребеҙ баш күтәргән ҡәбиләләргә ҡаршы каратель эштәрен уңышлы башҡарып
сыҡты. Яугирҙәребеҙ үҙ стандарында тора.
– Ә юғалтыуҙарығыҙ?
– тип һораны Тимер.
– Башта
юғалтыуҙар бөтөнләй юҡ ине, – тип дауам итте Үмәр шәйех. – Ләкин
төмәндәребеҙҙең үҙ-ара хәбәрләшмәүе арҡаһында ҡайһы берҙәренә арттан, тылдан, төрөкмән
атлылары һөжүм итте.
Сафтарыбыҙ үҙгәртеп төҙөлгәнсе, – Мираншаһ өҫтәне, – төрөкмәндәр, ҙур яу
ҡуптармайынса, ылауыбыҙҙың бер өлөшөн ҡулдарына төшөрөп, сүллек ҡомдарында юҡҡа
сыҡты. Беҙ уларҙы бер тапҡыр ҙа ҡыуып тота алманыҡ.
Тимер уйға ҡалды. Унан
былай тине:
– Көҙ килде,
ҡышлауға ваҡыт етә, яҙын артабан ҡуҙғалырға кәрәк була. Беҙ үҙ артыбыҙҙа Ҡара
Йосоп кеүек шундай көслө дошманды ҡалдыра алмайбыҙ.
Тағы тынлыҡ урынлашты.
Шунан Тимер алда торған бурыстарҙы барланы:
– Һин, Үмәр шәйех,
бөтә төмәндәрең, ылауҙар менән Каспийға табан китәһең. Һинең походың тураһында
бөтәһе лә белеп-күреп торһон өсөн асыҡ хәрәкәт итәһең. Ә һин, Мираншаһ, төмәндәрең
менән артҡа – Сәмәрҡәндкә – юл алаһың.
Барыһы ла, сәйед
Бәрәкәнән башҡалар, ғәжәпләнеп бөйөк әмиргә ҡарап ҡатты. Тимер дауам итте:
– Шулай уҡ бөтәһе
лә күреп торорлоҡ итеп, көнсығышҡа табан яҡынса 4-5 фарсах* бараһың да туҡтайһың,
ә таң менән, ҡараңғыла уҡ, шым ғына, еңел аттарҙа төньяҡҡа боролаһың –
сүллеккә, Ҡара Йосоптоң артына. Ә беҙ бында, һин Сәмәрҡәндкә фетнә баҫтырырға
китте, тип хәбәр таратырбыҙ.
Тимер тынып ҡалды.
Башҡалар ҙа, бөйөк әмирҙең планын уйлап, шым ултыра. Шунан Үмәр шәйех башын
күтәрҙе:
– Һинең
планың буйынса, атай, мин Ҡара Йосоп өсөн “ем” булып сығам?
– Эйе,
шулай. – Тимер дауам итте. – Етмәһә, бер нәмә лә һиҙмәгән ”ем”. Шулай ҙа һәр
ваҡыт абай бул, Ҡара Йосопҡа һәр мәлдә ҡаршы торорлоҡ булһын. Ә һин, Мираншаһ,
уның тылына үтеп, сүллеккә сигенеү юлын ҡаплайһың. Һинән иһә, Хаджа, Үмәр шәйех
янында барыуыңды үтенер инем мин, уның яугирҙәренә ярҙамың ныҡ кәрәгер, тип
уйлайым.
Иртәгәһе көндө
атҡарыласаҡ бурыстарҙы аңлатыу өсөн бөтәһе лә үҙ хәрби башлыҡтарына таралышты.
Таң менән яугирҙәрҙең
ығы-зығылы әҙерләнеү эштәре башланды. Элекке сығыштарҙан айырмалы рәүештә, яугирҙәр
был юлы шаулаша, эләгешеп талашып китә, бер-береһенә ҡамасаулай, шулай итеп
ваҡытты тағы ла һуҙа ине. Йөҙ баштары, мең баштарынан алып һәр төрлө хәрби
етәкселәр, тәртип урынлаштырыу урынына, сауҙагәрҙәр, күскенселәр менән хәбәр
сурытып, был ығы-зығы батша улдары Үмәр шәйех һәм Мираншаһтың бер үк ваҡытта
походҡа ҡуҙғалыуы арҡаһында килеп тыуҙы, тип аңлата ине. Үмәр шәйехтең сығышы
күптән планлаштырылған булып, Мираншаһтың Сәмәрҡәндкә, ундағы фетнәне баҫтырыу
өсөн, юлланыуы ҡапыл хәл ителгәнен ҡабат-ҡабат тәҡрарлайҙар ине улар. Йәнәһе,
Сәмәрҡәнд хакимы Мөхәммәтсолтандан сапҡын килеп, уның, ҡалалағы фетнә менән
дала күскенселәре файҙаланып куймағайы, тип борсолоуы, ярҙам һорауы тураһында
хәбәр еткергән.
Ниһайәт, йыйыныуҙар
тамам булды, Үмәр шәйех төмәндәре – төньяҡҡа табан, ә Мираншаһ яугирҙәре
көнсығышҡа ҡарай юл сыҡты.
Ғәҙәттә, Тамерлан
армияһында ҡаты тәртип хөкөм һөрә торғайны. Хәрби етәкселәр ғәскәрҙе тиҙ
торғоҙоп, һәр яугирҙең иң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә походҡа сығырға йә яуға инергә
әҙер тороуын ойоштора инеләр.
Бөгөнгө ығы-зығы,
буталыш, Тамерлан армияһы өсөн күнегелмәгән булһа ла, сит-ят күҙҙәр, һаҡ ҡолаҡтар
өсөн бик шәп мәғлүмәттәр биреүе менән ҡиммәтле ине.
Хаджа Үмәр шәйех
төмәндәре менән юлға сыҡты. Атаһының һүҙен иҫләп, батша улы табиптың,
ғәҙәттәгесә, ылауҙа түгел, ә үҙенә яҡын ерҙә йөрөүен үтенде. Ылауҙа ла ғәмһеҙ
тыл эшсәндәре түгел, ә уяу яугирҙәр бара ине.
Ике көн буйына бер
ниндәй ваҡиғаларға эләкмәй генә марш менән юрттылар. Өсөнсө көн аҙағында
шымсылар Үмәр шәйехкә Ҡараҡом сүллеге яғынан төрөкмән яугирҙәре әүҙемләшеүе
хаҡында хәбәр еткерҙе. Бер аҙ барғас, Үмәр шәйех төн йоҡлау өсөн уңайлы урын
һайланы. Яугирҙәр тиҙ генә стан әтмәләне һәм, әҙер торорға әмер алып,
сатырҙарына таралды.
Үмәр шәйех Ҡара Йосоп
төрөкмәндәренең бөгөн төндә һөжүм яһаясағына шикләнмәй ине. Кис, төндөң тәүге
яртыһы тыныс үтте. Таңға ҡарай шымсылар төньяҡ-көнсығыштан бик йылдам рәүештә атлылар яҡынайыуын хәбәр итте.
Хәрби етәкселәр тағы бер
ҡат яугирҙәрҙең әҙерлеген тикшерҙе, улары сатырҙарында ҡоралланған көйө көтә
ине. Ниһайәт, төрөкмән атлылары юрый ҡалдырылған ылау янына бәреп инде. Бер
нәмә лә тапмағас, дошмандарының станына томоролдолар. Шул ваҡытта, ер аҫтынан
ҡалҡҡан кеүек, Үмәр шәйехтең полк әйҙәүсеһе Джаку Барлас етәкселегендәге
пехотаһы күтәрелде. Ҙур ҡалҡандар менән һаҡланған, һөңгөләрен тырпайтҡан
ғәскәргә ҡаты яу ябырылды. Был мәлдә флангынан Үмәр шәйех атлылары килтереп
бәрҙе. Баҫҡын шул тиклем ҙур тиҙлектә, ҡапыл яһалды, дошман атлыларының
флангыһы ҡыҫымға алынып, аяуһыҙ тураҡланып, төрөкмәндәрҙең был алдынғы әтрәте
тотошлайы менән юҡҡа сығарылды.
Үҙенең төп көстәре менән
алдынғы әтрәтенән арттараҡ килгән Ҡара Йосоп башта быларға ярҙамға ташланмаҡсы
итте, шунан Үмәр шәйехтең бер туҡтамай арта барған атлыларын күреп, туҡтаны.
Бында үҙен көтөп торғандарын аңланы ул, иртәнге ҡараңғылыҡ һәм томан эсендә
юғалып, Ҡараҡом сүллегенә ҡасырға булды. Артынан ҡыуып бармаясаҡтарына ныҡлы
ышана ине ул.
Ләкин уның артынан
төштөләр. Ул ғына ла түгел, яҡтырғас, төрөкмәндәр алдында дошмандың тағы бер
ғәскәре пәйҙә булды. Мираншаһ атлылары ине был. Ҡара Йосоптоң яҙмышы хәл
ителгәйне инде. Уның ғәскәре, ике тирмән ташы араһында ҡалып, ер менән
тигеҙләнде. Ҡайһы берҙәренә генә, шул иҫәптән юлбашсыларына ла, ҡамауҙан ҡасып
ҡотолоп, сүллектә юғалырға насип булды.
Станда ҡалған Хаджа, төрөкмәндәр
киткәс тә, яу яланынан яралыларҙы йыйыуҙы ойошторҙо, алдан әҙерләнгән сатырҙы
ҡороп лазарет яһаны. Ҡаза күргәндәрҙе, яраһы ауырлығына ҡарап, төрлө төркөмдәргә
айыра башланы.
Һәләк булғандар әҙ ине,
әммә яралылар, айырыуса пехотала, күп булып сыҡты. Хаджа барыһын да ҡараны.
Еңел яралыларҙы яраларын йыуып, таҙартып, бәйләү өсөн өйрәнсектәренә тапшырҙы.
Ауыр яралыларҙы ярҙамсыһы менән үҙе дауаларға тотондо. Ҡан ағыуын туҡтатып,
яраларҙы тегеп, асыҡ яраларҙағы һөйәк киҫәктәре ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп тейешенсә
бәйләп ҡуйҙылар.
Шул саҡ Хаджаға бер
өйрәнсеге йүгереп килде. Баҡһаң, бер яугирҙең, уң яҡ күкрәгенә ҡаҙалған уҡты
тартып алғас, хәле мөшкөлләнгән. Хаджа йүгереп барһа, теге күгәренеп, тәрән тын
ала алмай, ә ауыҙынан ҡанлы күбек килә. Хаджа тиҙ генә хәл-торошто барланы.
Уҡты тартып алғас, күкрәк ситлегендә һауа йыйылып, үпкәһен ҡыҫа башлағанын
аңлап алды ул. Хаджа үҙенең йәшнигенән бәләкәй диаметрлы, үткер осо ҡыйыш итеп
ҡырҡылған көпшә рәүешендәге металл ҡоралын килтереп сығарҙы. Аптырап ҡарап
торған өйрәнсектәре һәм башҡалар күҙе алдында ошо ҡорал менән, уҡ менән тишкән
кеүек, яугирҙең күкрәген тиште. Яугир шунда уҡ тын ала башланы, күгәргән йөҙө
яйлап алһыуланды.
Шунан Хаджа груша
рәүешендәге күн ҡыуыҡ алып, уны баяғы көпшәгә беркетте лә, ҡыуыҡты һуҙып, яугирҙең
күрәгенән һауаны бер нисә тапҡыр һурып сығарҙы. Шул саҡта ғына яугир яҡшылап
тын алды. Ҡыуыҡҡа һауа тулмай башлағас ҡына, Хаджа күкрәк ситлегенән көпшәне
алды.
Был эште күҙәтеп торған
өйрәнсектәр һәм башҡа яугирҙәр ҡыуаныслы шаулашты. Иң йәш өйрәнсеге Хаджанан:
– Остаз, әйтегеҙ
әле, еңел яралы яугир ни өсөн саҡ үлмәй ҡалды ла нисек уны ҡотҡара алдығыҙ?
Ҡоралдарын йыя-йыя Хаджа
былай тине:
– Уҡтың осо,
күрәһең, уң яҡ үпкәһен зарарлаған. Уҡты алғас, үпкәләге һауа күкрәк ситлегенә
сыҡҡан да, үпкәгә тын алырға бирмәй, ҡыҫҡан да ҡуйған.
Осло металл көпшәгә
күрһәтеп, өҫтәне:
– Күкрәк ситлегенән
һауаны сығарыу өсөн мин ошо металл көпшәне файҙаландым, күкрәкте шуның менән
тиштем дә һауаны сығарҙым. Ә хәҙер, – Хаджа тәжрибәлерәк өйрәнсегенә ҡарап
дауам итте, – күкрәктәге яраны ныҡлап ябып, һауа инә алмаҫлыҡ итеп бәйләп
ҡуйырға кәрәк.
Шундай хәстәрлектәр
менән көн үткәне лә һиҙелмәне. Кискә табан ғына станға батшаның ике улының да яугирҙәре
ҡайтып инде. Төрөкмәндәргә ҡаршы операция уңышлы үтһә лә, Үмәр шәйех тә,
Мираншаһ та кәйефһеҙ ине.
Яугирҙәр һәм уларҙың
етәкселәре ашап, ял итеп алғас, Хаджа, яйын тура килтереп, Үмәр шәйехтән һорай
ҡуйҙы:
– Әйт
әле, ниңә ҡәнәғәт түгелһең? Алдан уйланған план үҙен тулыһынса аҡланы бит.
– Юҡ, –
тине батша улы. – Ниәт тулыһынса бойомға ашманы. Ҡара Йосоп, баҫҡынсыларҙың
башлығы, ҡулдан ысҡынды. Атай бының өсөн беҙҙең баштан һыйпамаҫ.
Ысынлап та, бер нисә
көндән Үмәр шәйех менән Мираншаһ төп станға ҡайтҡас, бөйөк әмир уларҙың кәрәген
бирҙе.
ЕГЕРМЕНСЕ БҮЛЕК.
КӨНБАЙЫШ ФАРСЫ ИЛЕН ҺӘМ
БАҒДАДТЫ ЯУЛАУ
Аҡһаҡ Тимерҙең Каспий
буйы ерҙәрендәге ҡышлауы тыныс, мажараларһыҙ, яҙғы-йәйге походҡа әҙерлек менән
үтте. Бөйөк әмирҙән башҡа бер кем дә походтың ҡайһы тарафҡа буласағын белмәй.
Үҙ ниәттәрен бер ҡасан да бер кем менән дә, хатта хәрби етәкселәре, улдары
менән дә, бүлешмәй ул. Бары тик армияның теләһә ҡайһы ваҡытта юлға сығыуына
әҙерлекте талап итә.
1393 йылда ана шул ваҡыт
етте лә инде. Йылы кистәрҙең береһендә бөйөк әмир Тимер хәрби етәкселәрен, мең
баштарын, ғәскәр башлыҡтарын, походта үҙе менән йөрөгән улдары менән ейәндәрен
йыйып алды. Һәр ваҡыттағыса, хәрби кәңәшмәлә сәйед Бәрәкә менән әмирҙең шәхси
табибы Хаджа ла ҡатнашты.
Тимерҙең хәрби кәңәшмәһе
үҙенсәлекле үтә ине. Хәрби етәкселәр мәжлескә саҡырыла. Мәжлес, йола буйынса,
ҡунаҡтарҙы үҙ урындарына ултыртыуҙан башлана. Тимерҙең һул яғына Сыңғыҙхан
бүләһе Солтан-Мәхмүт хан, бөйөк әмирҙең тоғро дуҫы һәм яуҙашы, ултырҙы. Уның
янынан Үмәр шәйех, Мираншаһ, Шаһрух, Тимерҙең ейәне Пир-Мөхәммәт, полк
әйҙәүселәр – әмир Сәйфетдин һәм шәйех Нуретдин – урын алды. Тимерҙең уң ҡулы
яғынан йәш буйынса өлкәнерәк ғәскәр башлыҡтары, мең баштары теҙелә. Шулай,
бөйөк әмирҙең уң яғында – иң оло йәштәге мең башы Сафарбәк.
Мәжлес ҡымыҙ, шубат*
эсеүҙән башланды. Тәүге кәсәне Тимер Мәүәраннаһрҙың бөйөк солтаны тип
иҫәпләнгән Солтан-Мәхмүткә һондо. Шунан алтын кәсә менән эсемлек әмирҙең
улдарына һәм хәрби етәкселәренә тапшырылды. Ҡымыҙ, шубат эсеп алғас, ниғмәтле ризыҡтарғаы
сират етте. Мәжлес ҡыҙып ҡына барғанда Тимер тыныс ҡына, әммә бөтәһенә лә
ишетелерлек итеп әйтеп ҡуйҙы:
– Иртән походҡа
сығабыҙ, көнбайыш тарафына. Шәт, бөтәһе лә әҙерҙер?
Барыһы ла “эйе” тигәндәй
баш ҡаҡты, ләкин берәү ҙә ҡайҙа икәнен һораманы. Кәрәк булһа, хаким үҙе әйтә
ул. Артыҡ һорау биреп, уны ҡыҙҙырырға кәрәкмәй. Хәрби етәкселәр шым ғына
үҙҙәренең мең баштарын, йөҙ баштарын саҡырып, ҡыҫҡа күрһәтмәләрен бирә башланы.
Кәңәшмәнән һуң Тимер
Хаджаны тотҡарланы. Бөтәһе лә киткәс, табибына:
– Бөгөн
Сәмәрҡәндтән баш ҡалалағы эштәр тураһында хәбәрҙәр менән унда хаким итеп
ҡалдырылған ейәнем Мөхәммәтсолтандан сапҡын килгәйне. Һинең өсөн ҡыҙығы
булмаған шул эштәрҙән тыш, тағы бер хәбәр бар: һинең Зөләйхаң бала тапҡан.
– Минең
улым тыуғанмы? –тип һикереп торҙо Хаджа.
– Эйе,
– ҡаштарын ғәжәпләнеп күтәреп, әмир ҡыҙыҡһынып китте. – Ә һин улың тыуғанын
ҡайҙан беләһең? Берәйһе әйттеме ни?
– Юҡ, –
тип тағы урынына ултырҙы Хаджа. – Теге саҡта, Зөләйханың ауырлы икәнен белгәс,
ҡайһы бер билдәләрҙән малай тыуырын аңлағайным. Зөләйха менән уға исем дә
әҙерләп ҡуйғайныҡ: ҡартатаһы хөрмәтенә Ҡужиәхмәт буласаҡ.
– Тағы
бер ҡат һинең бөйөк табип булыуыңа ышандым. Тәүге балаң тыуыуы менән ихлас
ҡотлайым, – тип, Тимер Хаджаның яурынынан ҡаҡты, ғаиләһенә бәхет теләне.
Иртән Тимер ғәскәре
көнбайышҡа ҡарай юл алды. Һул һәм уң яҡ флангылары – айырым-айырым, шулай уҡ
улар эсендәге төмәндәр (ун мең яугирле ғәскәр) ҙә һәр береһе үҙенә башҡа
ҡуҙғалды.
Йөҙ эсендәге һәр ун
яугиргә походта кәрәк-яраҡ, ун кешегә етерлек сатыр, ике көрәк, берәр балта,
ҡаҙан, бысҡы, арҡан, үгеҙ тиреһе, кәтмән, ураҡ; аҙыҡ-түлектән он, арпа,
киптерелгән емештәр һәм ит өйөлгән ҙур арба тәғәйенләнгән. Ун яугирҙең һәр
береһенең тағы бер аты, ике йәйәһе бар: береһе, еңеле – һыбай сабып барғанда,
тиҙ атышыу өсөн, икенсеһе, ауыры – йыраҡҡа атырға. Яугирҙең һаҙағында уҡ
утыҙҙан да әҙ булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, һәр яугир ҡылыс, хәнйәр, ҡалҡан менән ҡоралланған була;
күптәрҙең тимер һарайтаһы, торҡаһы, һөңгөһө бар.
Тимер буйһондоролған
Каспий буйы ерҙәренә, шулай уҡ беренсе өс йыллыҡ походта (1385 – 1387) яуланған
Кавказ аръяғы илдәре Азербайжанға, Әрмәнстанға, Карабахҡа, Грузияның бер өлөшөнә,
төньяҡ Фарсыға хаким итеп улы Мираншаһты, дүрт төмән яугир биреп, ҡалдырҙы.
Тамерлан армияһы төньяҡ
Фарсы иле аша Бағдадҡа табан хәрәкәт итте. Бағдад ул ваҡытта Тибр буйындағы
ғәйәт ҙур дәүләт-ҡала булып тора ине. Бай сауҙа үҙәге булыу өҫтөнә, мосолман
донъяһын берләштереп тотоусы ҡала статусына ла дәғүә итә ине.
Бағдад хәлифәте солтаны
Әхмәт Йылайыр Тимерҙән, уның фекеренсә, был Шәреҡ “вәхшиенән”, уттан ҡурҡҡан
кеүек ҡурҡа ине. Һигеҙ йыл элек Тимер беренсе өс йыллыҡ походы ваҡытында
фарсыларҙы тар-мар итеп, төньяҡ Фарсы илен, Исфаханды тартып алып, Бағдадҡа бик
яҡынайғайны. Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш Мәүәраннаһрға һәм уның йөрәге Сәмәрҡәндкә
баҫып инмәһә, Тимер артҡа боролмаҫ ине.
Шуға ла Әхмәт солтан,
Тимерҙең көнбайыш Фарсы иленә һәм Сүриәгә табан ҡуҙғалыуын белгәс тә, ярҙам
һорап Мысырға мәмлүк солтаны Баркукка, Сүриә һәм Йәрүсәлим хакимдарына, Каспий
буйы далаларында, Тимер армияһы киткәс, яңынан пәйҙә булған төрөкмән юлбашсыһы
Ҡара Йосопҡа сапҡындар ебәрҙе. Төрөк солтаны Баязедҡа, уның был ваҡытта
Аурупала, Балҡан ярымутрауында һуғыш алып барыуын белгәнгә күрә, бигүк
өмөтләнмәһә лә, шулай уҡ сапҡын оҙатты.
Уларҙың бөтәһенән дә
дуҫлыҡҡа ышандырып яҙылған хаттар алды Әхмәт. Шулай ҙа бөтәһе лә, Көнсығыш
дипломатияһына ярашлы рәүештә, ғәскәрҙәренең әлеге ваҡытта буш булмауын
белдергәйне: береһенеке фетнә баҫтыра, икенсеһенеке төрөк солатны Баязедҡа
ярҙамға киткән, ә кемеһелер Тамерлан менән бәрелештән һуң көс йыя.
Әхмәт солтан Тимергә бай
бүләктәр менән үҙенең илсеһен йүнәлтте. Тимер бүләктәрҙе алды, шулай ҙа походты
туҡтатманы. Ул ваҡытта Әхмәт әҙерлек башланы – ләкин Бағдадты һаҡлауға түгел, ә
ихтималы булған ҡасыуға. Төньяҡ-көнсығыш тарафта ике-өс көнлөк юл арауығында
бағауылдар ҡуйҙы: улары Тамерлан
ғәскәрҙәре күренеү менән күгәрсендәр аша хәбәр ебәрергә тейеш ине.
Ысынлап та, Тимер
ғәскәрҙәре килеп күренгәс тә, бағауылдар солтанға хәбәр һалды. Әхмәт, хатты уҡығас,
бөтөн байлығын, туған-тыумасаһын, шәхси һағын, яҡындарын алып, Тибрҙың икенсе
яҡ ярына юлланды, аҙаҡ йылға аша һалынған күперҙе емерергә бойорҙо.
Тимер үҙенең алғасҡылары
менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, бер көнлөк юлды ялһыҙ үтеп, төн эсендә Бағдадҡа етте.
Ҡала һуғышһыҙ ғына
бирелде. Яугирҙәр бәреп ингәндә солтан һарайы буш ине. Солтандың ҡайҙа ҡасҡанын
белеү менән Тимерҙең еңел атлылары уның артынан сапты. Ике көндән, ҡыуып
еттеләр, тигәндә, Әхмәт үҙенең шәхси һаҡсыларын Тимер яугирҙәре ҡаршыһына
ебәрҙе лә, ҡыуып килеүселәрҙең тотҡарланыуынан файҙаланып, бөтә байлығын,
ҡатындарын, улдарын ташлап, Шамға* ҡасып ҡотолдо. Тимер Әхмәттең байлығына,
Бағдадҡа хужа булып ҡалды.
Был ваҡытта, Шамда ҡунаҡ
булғандан һуң, Әхмәт солтан Мысыр солтанына һыйынырға булды. Баркук уны йылы ҡабул
итте, тиеү әҙҙер, сөнки уға шәхси һаҡсылар, хәрәмханаһына яңы сибәр ҡатындар
бүләк итте. Мысырға тыныслыҡ һәм Сәмәрҡәнд менән Каһирә араһында сауҙа
хеҙмәттәшлеге тураһында килешеү төҙөргә килгән Тимерҙең илселәрен Баркук солтан
язаға тарттырҙы.
Тимер быны ғәфү итә
алманы, әлбиттә, унан үс аласағын белдерҙе. Ләкин был ваҡытта Мысырға поход
менән бара алмай ине – мөһимерәк мәсьәләләр ҡалҡып сыҡты. Уға Мираншаһтан
сапҡындар килеп етте.
Сапҡындар әйтеүенсә,
Туҡтамыш хан, Һарайҙан дәғүәселәрен ҡыуып сығарып, яңынан Алтын Урҙа тәхетенә
менеп ултырып, ҡараштарын Кавказға йүнәлтә башлаған. Тамерландың баҫҡынынан
миктәп ҡалған Грузия батшаһы Георгий VII менән килешеү төҙөгән ул. Туҡтамыштың
илселәренә Грузия батшаһы, Даръял тарлауығы аша Кавказ аръяғына уларҙы үткәрәсәген,
бының өсөн ерҙәренең үҙендә ҡалыуын талап итеүен әйткән. Шунан файҙаланып,
Туҡтамыш Кавказ аръяғына, Азербайжанға, үҙ ваҡытында Тамерлан яулап, хәҙер
Мираншаһ хаким булып торған ерҙәргә бәреп ингән.
Туҡтамыштың Мысыр
солтаны Баркукка йүнәлткән илселәрен дә тотоп ала Тимер. Шулай итеп, уға
Туҡтамыштың уға ҡаршы бер нисә илде берләштерергә йөрөүе мәғлүм була.
(Башы. Дауамы бар)
_______________________________
Фарсах – ғәскәрҙең бер көнлөк юлы, яҡынса ете саҡрымға
тиң.
Шубат – дөйә ҡымыҙы.
Шам – Дамаск.
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
тәржемәһе.
Читайте нас: