Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Август 2018, 12:18

"Ағиҙел"-8, 2018. Н. Ғәйетбай. Бабич. Роман. Беренсе бүлек, 9-17 өлөштәр

Һуңғы арала Йомабикә гел мүлдәкә әкә хаҡында уйлана. Беренсенән, уның яҙмышы борсой. Ҡайҙа булған? Уға ҡурҡыныс янамаймы? Икенсенән, егеттең теге саҡ туйҙа дәртләнеп йырлауы, шаян таҡмаҡтар әйтеүе, оҫта итеп, килештереп мандолина сиртеүе, йә думбыра һуғыуы күҙ алдынан китмәй. Ниндәй сибәр ине мүлдәкә шул саҡта! Сикәләре ҡыҙарып киткән, сәстәре тир бәреп сыҡҡан маңлайына йәбешкән, еңдәрен һыҙғанған, иҙеүҙәренең өҫкө төймәләре ысҡынған... Һабантуйҙа еңгән батырға оҡшатты әкәне ҡыҙ. Барыһының ҡарашы уға төбәлгән, егет бөтәһенең иғтибар үҙәгендә. Мандолинаһын бер сиртеүе етә, геүләп торған табын шунда уҡ тып-тын була, мүлдәкәнең шаян да, төртмә лә үләң әйтерен түҙемһеҙләнеп көтә башлай.

Наил
ҒӘЙЕТБАЙ
БАБИЧ
Роман
9
Һуңғы арала Йомабикә гел мүлдәкә әкә хаҡында уйлана. Беренсенән, уның яҙмышы борсой. Ҡайҙа булған? Уға ҡурҡыныс янамаймы? Икенсенән, егеттең теге саҡ туйҙа дәртләнеп йырлауы, шаян таҡмаҡтар әйтеүе, оҫта итеп, килештереп мандолина сиртеүе, йә думбыра һуғыуы күҙ алдынан китмәй. Ниндәй сибәр ине мүлдәкә шул саҡта! Сикәләре ҡыҙарып киткән, сәстәре тир бәреп сыҡҡан маңлайына йәбешкән, еңдәрен һыҙғанған, иҙеүҙәренең өҫкө төймәләре ысҡынған... Һабантуйҙа еңгән батырға оҡшатты әкәне ҡыҙ. Барыһының ҡарашы уға төбәлгән, егет бөтәһенең иғтибар үҙәгендә. Мандолинаһын бер сиртеүе етә, геүләп торған табын шунда уҡ тып-тын була, мүлдәкәнең шаян да, төртмә лә үләң әйтерен түҙемһеҙләнеп көтә башлай.
Шәйкүлзада әкә барыһының да үҙенә төбәлгәнлеген белә, шунан файҙаланып, тәүҙә мандолинала оҫта уйнауын күрһәтеп ала, ҡапыл уны өҫкә ырғыта ла, төшөп килгәндә кире эләктереп, ары сиртә башлай. Шул саҡта халыҡ “аһ” итеп ҡала. Мүлдәкә был алымының нисек тәьҫир итеүен яҡшы белә, йөҙөндә шаян йылмайыу барлыҡҡа килә һәм ул кемгәлер төрттөрөп, ҡыҫҡа, бик урынлы таҡмағын әйтә. Бик йыраҡта йәшәгән ҡайныларында ҡунаҡта булғанда атын урлатҡан ҡаҙаҡҡа былай тип йырланы:
Илен иҫләп илай тиҙәр,
Ситтән алһаң ҡатынды.
Ҡатыныңды йыуатҡанса,
Урлаттыңмы атыңды?!
Ә өйләнә алмай йөрөгән егеткә ошондай юлдар бағышланы:
Кәләш тапмай тиҙәр һине,
Ни әйтәйем теләккә?
Күп һайланып йөрөгәндәр
Бөкөрөгә эләккән!
Ҡыҫҡаһы, һәр кемгә тиерлек бер аҙ төрттөргән, әммә күңелен ҡыймаған таҡмаҡтар әйтте.
Шәйкүлзада табындың иң төп ҡунағына әүерелде. Ҡайһы берәүҙәр йә бисәһенә, йә күршеһенә, хатта үҙенә йыр бағышлауын үтенә башланы. Мүлдәкә бер кемдең теләген кире ҡаҡмай, исемен белешеп, ҡиәфәтенә, кейеменә бер ҡараш ташлай ҙа “һә” тигәнсә йырлап та ебәрә. Халыҡ уның был оҫталығына хайран ҡалып сәпәкәй итә, егетте ҡымыҙ менән һыйларға тырыша. Шәйкүлзада иренен генә тейгеҙә лә йәнә мандолинаһын ҡулына ала, сираттағы ҡунаҡтың үтенесен үтәргә ашыға.
Арып киткән сағында шаршау артына инеп китә. Нимә эшләй икән унда? Бер тапҡыр Йомабикә, сәбәп тапҡан булып, шунда барып инде. Бында таныш түгел ирҙән башҡа кеше юҡ. Уның ҡиәфәте, кейеме – мүлдәкәнеке, ә йөҙө, күҙҙәре... Ҡыҙҙың ҡаршыһында бик моңһоу ҡарашлы, хатта ҡайғы баҫҡан, ныҡ арыған, маңлайын һыр баҫҡан урта йәштәрҙәге ир ултыра ине. Уның битараф күҙҙәре вайымһыҙ рәүештә ҡыҙҙың йөҙөнә тейеп үтте.
Был бит Шәйкүлзада әкә! Ни булған уға?! Ҡыҙ ҡурҡышынан ни уйларға ла өлгөрмәне, мүлдәкәне “һә” тигәнсә алмаштырҙылармы ни! Ул йәнә бар ҡыҙҙарҙы ғашиҡ итерҙәй шаян, матур йәш егеткә әүерелде, урынынан ырғып тороп, ҡаршыһына килде лә:
– Йомабикә! Йә, нисек? Һынатманыммы? – тип һораны, ҡыуаныслы йылмайып.
– Юҡ, юҡ! Бик матур йырлайһың!
Ҡыҙ уның янында оҙаҡ торорға оялды, тиҙ генә улай-былай ҡаранды ла, йәнәһе, ниҙер эҙләп килеп ингән, ашығып сығып китте.
Ниңә шулай үҙгәргән ине мүлдәкә? Шунан аңланы: ул бит арыған! Әммә ҡунаҡтарҙың күңелен уйлап, һаман тырыша, шат йөҙ күрһәтә. Шәйкүлзада әкә ҡыҙға йәл булып китте. Уны ял итһен өсөн ҡайтарып ебәргеһе килде, ләкин айырылғыһы ла килмәй, шаян таҡмаҡтарын тыңларға теләй...
Туй дауам итте.
Йомабикә үҙе лә һиҙмәҫтән егетте күҙәтте. Хәйер, мүлдәкә һәр кемдең иғтибар үҙәгендә ине. Бер нисә тапҡыр уларҙың ҡараштары осрашты. Бындай саҡта әкәнең күҙҙәре тағы ла шаяныраҡ яна башлай кеүек, йылмайыуы ихласлана төшкәндәй. Табындың уртаһында йөрөгән, барыһының күңелен яулаған аҡынға ошолай тәьҫир итә алыуына эстән генә ҡыуана Йомабикә, хатта ғорурлыҡ кисерә. Был байрамда унан башҡа бер кемдең дә бындай көскә эйә түгеллеген аңлау күңелен иркәләй. Әкәнең ҡараштары менән тағы-тағы осрашҡыһы, шул саҡта егеттәге үҙгәреште йәнә күреп ҡыуанғыһы килә.
Ошо туйҙан һуң мүлдәкә хаҡында уйҙар ҡыҙҙың башынан сыҡмай. Уның менән осрашыу өсөн дәрестәргә ҡыуанып бара, әкәнең һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлай, ул әйткән һүҙҙәр, фекерҙәр иң дөрөҫ, иң аҡыллы кеүек ҡыҙға. Бөтәһен дә ҡайҙан белә икән?
Дәрес мәлендә лә уларҙың ҡараштары осрашып ала, ләкин туйҙағы кеүек мүлдәкәнең күҙҙәре тоҡанып китмәй, фәҡәт етди йөҙөндә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу барлыҡҡа килә. Гүйә, был ҡараштар әйтә: “Беҙҙең арала сер бар. Уны икебеҙҙән башҡа бер кем белмәй. Шулай бит?”
Бындай минуттарҙа Йомабикәнең мүлдәкә менән ҡалып, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеп ултырғыһы килә. Шул саҡта ниҙәр һөйләр ине икән әкә? Нимәләр әйтер? Әгәр ҡыҙҙы оҡшатыуын һиҙҙерһә, хатта яратыуын белдерһә, ни эшләргә тейеш Йомабикә?
Юҡ, юҡ!.. Бының булыуы мөмкин түгел! Сөнки... сөнки... Ә ниңә улай булырға тейеш түгел? Быны ҡыҙ үҙе лә белмәй, аңлата ла алмай.
Туйҙан һуң уларҙың икәүҙән-икәү ҡалып һөйләшеп ултырғандары юҡ. Йомабикәнең яҙған үләңдәре сәбәпсе булыр осрашырға. Шәйкүлзада әкәнең дәрестәрҙә илһамланып үҙ шиғырҙарын уҡыуы, бигерәк тә шундай анһат та, тиҙ ҙә йырҙар, таҡмаҡтар сығара алыуы ҡыҙҙы хәҙер үләң яҙырға дәртләндереп тора. Уның кеүек Йомабикәнең дә оҫта булғыһы килә. Аҡындар араһында ҡатын-ҡыҙ юҡ тиерлек. Сара Тастанбәк тигән ҡыҙ аҡын булған, тип ишеткәйне. Ул хатта ҡаҙаҡтарҙан иң билдәле Биржан Сал менән әйтешкә сығып еңгән, имеш. Ул инде күптән мәрхүмә. Йомабикә лә уның кеүек аҡын була алмаймы ни?
Хәйер, Йомабикәнең аҡынлығы хаҡында бар халыҡтың белеүе кәрәкмәй. Яҡындары, туғандары, әхирәт-дуҫтары оҫталығын күреп һоҡланһа, шул еткән.
Бына шундай уйҙар ҡайнаша ҡыҙҙың башында. Көтмәгәндә мүлдәкәнең ғәйеп булыуы Йомабикәнең бар хыял–өмөттәрен юҡҡа сығарҙы. Ҡайҙа булды ул? Нисек табырға? Уйлана торғас, ҡыҙ йәнә Хәтирә менән осрашып һөйләшергә булды. Кисә ҡатын сәйер ҙә, серле лә һүҙҙәр ысҡындырҙы, аҙаҡҡаса сиселмәне. Йомабикә үҙе лә мүлдәкәнең юғалыуына ышанмай, төпсөнөп тормағайны. Бөгөн уйлап ҡарай ҙа, нимәгә ишара Хәтирәнең “үлтереп ҡуймаһындар” тигән ҡурҡыныс һүҙҙәре – аңламай.
Ҡатынға Юныс менән барҙы Йомабикә. Юлда егет ҡыҙыҡ ҡына һүҙ әйтеп ҡуйҙы:
– Мүлдәкә әйтештә ҡатнаша.
Ҡыҙ “терт” итеп ҡалды. Бының булыуы мөмкин түгел! Бәлки, башҡа берәй әйтеш хаҡында һөйләйҙер Юныс?
– Ниндәй әйтештә?
– Һинең өсөн... Беҙҙә башҡа әйтеш үткәрергә йыйынмайҙар, буғай.
Нисек?! Ниңә ҡатнаша мүлдәкә? Йомабикәне кәләш итеп алырға йыйынамы? Аңлашылмай. Бигерәк тә был хаҡта Юныстың тыныс ҡына һөйләүе ғәжәпләндерҙе ҡыҙҙы! Әле өсөнсө көн генә, атайың әйтеш үткәреп дөрөҫ эшләмәй, тигән кеше. Нимә аңлата ошо үҙгәреш? Быға төшөнөп етмәй Йомабикә һәм йәнә мүлдәкә хаҡында уйлай, уның ҡылығын аңларға маташа.
Әгәр Шәйкүлзада әкә еңһә, ни эшләр Йомабикә? Хәйер, ниңә бындай һорау бирә әле? Еңһә, уға сығырға бурыслы ҡыҙ. Әйтештең шарты шулай. Әммә атаһы буласаҡ кейәүҙән ҙур ғына ҡалым да һорамаҡсы ла баһа. Ә мүлдәкәнең байлығы юҡ. Булһа, алыҫ ерҙе яҡын итеп, бында килеп уҡытып та йөрөмәҫ ине. Ҡалымы булмағас, уны әйтештә ҡатнаштырмаясаҡтар. Бында ҡыҙ аңламаған ниҙер бар. Ошо хаҡта һорашты Йомабикә Юныстан.
Егеттең яуабы ҡыҙҙы хайран итте. Баҡһаң, мүлдәкә еңә ҡалһа, уның өсөн ҡалымды Юныстың атаһы түләй, Шәйкүлзада әкә ҡыҙҙы Юнысҡа бирә! Уның әйтештә ҡатнашыуының маҡсаты ла шунда икән – икеһен ҡауыштырыу.
Быны белгәс, Йомабикәнең күңеле кителде. Шәйкүлзада әкә әйтештә ҡатнаша, уның еңеүе бик мөмкин тигән өмөтлө уй ҡыуаныс тыуҙырғайны ҡыҙҙың йөрәгендә. Мүлдәкәнең ысын ниәте асыҡланғас, Йомабикәгә ҡышҡы ел һалҡын тынын өргәндәй булды – ул ҡапыл өшөп китте, кинәт күңелһеҙләнде, өндәшмәҫ булды.
Ҡыҙҙың кәйефе ҡырылғанын егет үҙенсә аңланы: мүлдәкәне таба алмауына ҡайғыра. Шуға төрлө мәҙәк хәлдәр һөйләргә кереште. Бының менән ҡыҙҙың асыуын ғына ҡабартты.
– Мүлдәкә юғалған, ә һин юҡ-бар һөйләйһең! Ул табылмаһа...
“Һиңә мин эләкмәйәсәкмен!” – тип ҡурҡытырға итте лә тыйылып ҡалды. Ҡыҙ күңеленән Шәйкүлзада менән Юныстың килешеүенә ҡаршы. Ни өсөн икәнен үҙе лә аңламай, нимә тиергә белмәй.
...Был юлы Хәтирә уйлағанын йәшереп торманы, сөнки мүлдәкәнең юғалыуы уны ныҡ ҡурҡытҡайны. Ҡыҙ менән егеттең Шәйкүлзаданы табырға тырышыуына ҡыуанды, уларға нисек тә ярҙам итергә теләй ине. Ҡатын, бер аҙ икеләнгәндән һуң, Көмөшбайҙың уны һоратҡанын, үҙенең баш тартыуын, шунан һуң булған ваҡиғаларҙы һөйләп бирҙе.
Йомабикә бер ни аңламаны.
– Бында мүлдәкәнең ниндәй ҡатнашлығы бар? – тип һораны аптыраған ҡыҙ.
– Көмөшбай, иҫәр, мин Шәйехзада арҡаһында уға сыҡмай икән тип уйлай. Өсөнсө бисәлеккә саҡыра. Тәүге икәүһе ныҡ уҫал. Башымды ашаясаҡ ғуй улар! Шуны аңламай, алйот!
Ҡыҙҙы ҡатындың яҙмышы борсомай. Нимәгә һөйләй быларҙы Хәтирә апай? Мүлдәкә ҡайҙа? бер-бер хәл булғанмы?
– Мүлдәкәне табырға кәрәк! – тине Йомабикә.
– Үлтереп кенә ҡуймаһындар! Аллам һаҡлаһын! – тине йәнә Хәтирә.
Ҡатындың һүҙҙәре Йомабикәнең аңына барып етте. “Үлтереп ҡуймаһындар?!” Шәйкүлзадаға үлем янаймы ни?!.
Йомабикә ишеккә ыңғайлаған ҡатындың беләгенән эләктереп туҡтатты:
– Нимә тиһең? Уны үлтерергә йөрөйҙәрме?
– Һуң, әйтеп торам бит! Көмөшбай көнләшеп...
Ҡыҙ бөтәһен дә аңланы. Йә Хоҙай! Мүлдәкәне таба алмайҙар! Әгәр үлтергән булһалар?!
Хәҙер, бөтәһен дә белгәс, мүлдәкәнең юғалыуы Көмөшбайға бәйле икәнлегенә шик ҡалманы.
Уның өйөнә табан атланылар.
10
Дөм ҡараңғыла, бигерәк тә ауыр хәлдән ҡотолоу сараһын белмәгәндә, төрлө уй килә башҡа. Ҡасандыр ул әлеге кеүек ҡараңғыла тороп ҡалғайны. Ҡасан? Иҫкә төштө! Ун ике-ун өс йәш тирәһендә үҙ-үҙен ошондай хәлгә ҡуйғайны – баҙға бикләнгәйне!
Бөтәһе лә атаһының уйынсыҡ-театр һатып алыуынан башланды, шикелле. Юҡ-юҡ, хатта унан алдараҡ! Атаһы менән Өфөгә барғанда “Сайяр” театрының тамашаһын ҡарағайнылар. Ун йәшлек Шәйехзадаға ҡалҡыу урында (аҙаҡ уның сәхнә тип аталғанын белде) ағай-апайҙарҙың ҡайғырыу-борсолоуҙары, төрлө ҡаршылыҡ-кәртәләрҙе үтеп, изгелектең яуызлыҡты еңеүе өсөн көрәшеүе ныҡ тәьҫир итте. Ауылға ҡайтҡас, Шәйехзада күрше малай-ҡыҙҙарҙы йыйып, театрҙағы ағайҙарға оҡшатып уйнап ҡараны. Балаларға оҡшаны. Ололар ҙа күрҙе малайҙарҙың ҡыланыуын. Бигерәк тә өләсәй-олатайҙар ҡыҙыҡһынып ҡараны Шәйехзаданың Аҡъял батыр булып Дейеүҙең башын өҙә сапҡанын. Ләкин улар балалар кеүек был уйынды ысынға алып, тын алырға онотоп, батырҙың яҙмышы өсөн ҡурҡып ултырманы, йөҙҙәренән көлөмһөрәү юйылманы, сөнки Дейеүҙе түгел, ә Шәйехзаданың ҡыланыуын ғына күрҙеләр. Шул саҡта малайҙа әкиәттәге кешеләрҙе тегеләргә оҡшатып кейендерергә кәрәк тигән уй тыуҙы. Тәүҙә был алым тамашаны ҡараусыларҙа фәҡәт көлкө тыуҙыра ине. Ҡурҡыныс күренеште күрһәтергә йыйыналар, ә ҡарап ултырыусылар Дейеү булып кейенгән Шәйехзаданы күреп, көлөргә тотона. Был бар тамашаның мәғәнәһен юҡҡа сығара. Ниңә ауыҙ йыралар? Шәйехзада аңлай алмай. Шул уҡ хәл ҡыҙ булып уйнарға тура килгәндә лә ҡабатланды. Әсәһе лә ҡарағайны ул әкиәтте.
– Һин ҡыҙға ла, дейеүгә лә оҡшамағанһың, – тигәйне ул. – Шуға көләләр.
Ошонан һуң Шәйехзада әкиәттә кеше йәки йәнлек булып кейенер булһа, тәүҙә әсәһенә күрһәтер ине.
Әммә ул һәр саҡ:
– Ҡыҙыҡ кейенгәнһең, тик һин икәнең беленә, – ти.
Шәйехзаданың тамашасы танымаҫлыҡ булып үҙгәргеһе килә. Шул саҡ шомло сәхнәлә ул килеп күренгәс тә көлөп ебәрмәҫтәр, ә әкиәт батыры өсөн борсолорҙар һымаҡ.
Нисек кенә кейенһә лә, ҡыҙға, йә дейеүгә оҡшатмағас, әсәһе кем булып кейенәсәгемде алдан белгәнгә ышанмай, тигән фекергә килде һәм әйтеп тормайынса, уның алдында ҡыҙ йәки шайтан булып ҡыланырға булды.
Тәүҙә Шәйехзада әсәһе алдына ят ҡыҙ ҡиәфәтендә күренәсәк! Ауылдың теге осонда йәшәгән Сафуандарҙа уның апаһының күлдәк-кәзәкәйен кейҙе, битен ағартыу өсөн май һөрттө, ҡаштарын ҡыйғасланы, яулығын маңлайына төшөрөбөрәк, сикәләрен ҡаплабыраҡ ябынды. Шунан Сафуан менән апаһы Хәҙисә алдында ҡыҙҙар кеүек ҡыланып, хатта юрамал арттырып ебәреп, уларҙың эсен ҡатырҙы.
– Көҙгөм ҡайҙа? – тип ҡыҙҙар кеүек ваҡ–ваҡ баҫып, көҙгөһөн эҙләгән булды, таба алмағас, бер тоҡ аҡсаһын юғалтҡандай ауыр ҡайғыға ҡалды. – Көҙгөм!.. Юҡ!.. Урлағандар!.. Үлтерҙеләр!.. Нисек йәшәйем мин хәҙер көҙгөһөҙ? Теге ҡороғор Хәҙисә урлағандыр әле! Кисә секерәйеп, көҙгөмдән күҙен алмай ине. Шул! Шул сәлдергән! Гел минең әйберемә ҡыҙыға! Көнсөлбикә! Эргәмә Иштимер килһә, үлә инде көнләшеүҙән, үлә! Уға кейәүгә сыҡмаҡсы! Бына һиңә Иштимер! Бына! Мин сығам уға! Ошондай билем, ошондай түшем булғанда, ҡараймы ни Хәҙисәгә Иштимер!
Сафуан менән Хәҙисәнең һыны ҡатты, урындыҡта тәгәрәп ятып көлдөләр. Шулай ҙа әсәһе алдында йыуаш ҡыҙҙы уйнарға булды.
Өйҙәренә барып еткәндә, урам аша йәшәгән Мәрйәм осраны. Ул Шәйехзаданы таныманы, таныш түгел ҡыҙҙың бик оялсан булыуына аптырай биреберәк ҡарап торҙо ла:
– Һин кем? Исемең нисек? – тип һораны.
– Миңлебибиәсмәхаятбикә, – тигәс, ғәжәпләнеүе тағы ла арта төштө.
Бергәләп өйгә инделәр. Шәйехзаданың әсәһе ҡаҙан тирәһендә булыша ине.
– Ә-ә, Мәрйәм икән! – тине ул, күрше ҡыҙҙы күргәс. – Әйҙә, үт, үт! Ә быныһы кем ҡыҙы?
Оялышынан ни эшләргә белмәй, бармағын ауыҙына ҡабып, башын эйеп торған таныш түгел ҡыҙға Сажиҙә абыстай аптырап ҡараны.
Шәйехзада, тартынсыҡ ҡыҙ һымаҡ, ни эшләргә белмәгән булып ҡылана, аяҡтарын алмаштырып баҫа, йә бер бармағын, йә икенсеһен ауыҙына ҡаба, йөҙөн күтәрә алмай.
– Ни йомош менән килдең? Исемең кем? – тип һораны ла Сажиҙә абыстай, ҡыҙҙы йәлләп, эргәһенә килде.
– Исемем – Миңлебибиәсмәхаятбикә, – тине Шәйехзада, тауышын ҡыҙҙарҙыҡына оҡшатып.
– Исемең бик матур икән, – тигән булды Сажиҙә абыстай. – Кемдең ҡыҙы һуң һин?
– Әсәйемдең ҡыҙы инде мин, – Шәйехзада иҫәрерәк ҡыҙҙы уйнауын дауам итте. – Абыстай, мин һине бәлешкә саҡырырға килдем. Әсәйем ебәрҙе. Бәлешебеҙ шундай тәмле булған. Уны әсәйем йыуан абыстайҙар өсөн бешерҙе. Күп итеп тоҙ һалып!
Шәйехзаданың “йыуан абыстайҙар өсөн күп итеп тоҙ һалып бешерҙе” тиеүенә бөтөнләй иғтибар итмәйенсә, әсәһе менән Мәрйәм һаман оялсан ҡыҙҙың кем балаһы булыуын белергә тырыша ине.
Шәйехзада юҡ-бар һөйләүен белде.
– Үрге ос Майшәкәрҙең ҡыҙы мин.
– Ниндәй Майшәкәр?
– Һуң беҙҙең һыйырҙың ҡойроғо юҡ. Күрмәнегеҙме ни?
– Ҡойроғо юҡ? Нимә булған һуң ҡойроғона?
– Әсәйем сабып өҙҙө. Һауғанда биткә һуға.
Әсәһе менән Мәрйәм үрге ос Майшәкәрҙең кем икәнен белә алмай, сөнки ундай ҡатын ауылда юҡ, барыһы ла – Шәйехзаданың уйҙырмаһы. Тегеләрҙе тамам аптыратыу өсөн тағы ла шаҡ ҡатырлыҡ нәмәләр уйлап сығара башланы.
– Атыбыҙҙың мөгөҙө бар! Бөтә ауыл килеп ҡарай. Һеҙ күрмәнегеҙме ни? – Шәйехзада юрамал булмаҫтай нәмәләр һөйләй. Шулай итһә, бәлки, уның ҡыҙ түгел, ә шаярып кейенгән Шәйехзада икәнен һиҙерҙәр.
Юҡ, һиҙмәнеләр! Шәйехзада тағы байтаҡ юҡ-бар һөйләп аптыратты әсәһе менән Мәрйәмде. Ҡыҙҙың күлдәген сисә башлауын күреп ҡурҡып киткәйнеләр, тегенең Шәйехзадаға әүерелеүенә шаҡ ҡаттылар. Үҙҙәренең шуны һиҙенмәүенә, Миңлебибиәсмәхаятбикәнең иҫәр һүҙҙәренә ышаныуҙарына көлөргә тотондолар.
Шәйехзаданың ҡыҙ булып кейенеүе ана шулай мәҙәк килеп сыҡты. Ә бына шайтанға әүерелеүе бик үк көлкө тыуҙырманы. Шәйехзада үҙенең танымаҫлыҡ булып үҙгәрә алыуына ышанһа ла, алдан уйлап ҡуйғас, иҫкәртеп тормайынса, шайтан рәүешендә лә күренергә уйланы.
Таныш түгел ҡыҙ кеүек урамдан килеп инмәй бит инде шайтан. Ул баҙҙан килеп сығасаҡ!
Шайтанға кәрәкле кейем-һалымды Шәйехзада һиҙҙермәй генә баҙға ташыны. Атаһының эш менән волосҡа юлланғанын, әсәһенең ҡунаҡҡа киткән мәлен түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Күҙ алдына килтереүенсә, шайтандың ҡул-аяҡтары кәзә тояҡтарына оҡшарға тейеш. Ҡиәфәтенең ҡалған яҡтарын да шул хайуандыҡынан алырға булды – ҡойроғон, мөгөҙҙәрен, тиреһен. Һаҡал-мыйығын ат ҡойроғонан эшләһә лә, кәзәнекенә оҡшатты. Иҫке кәпәсен ике урындан тишеп, кәзә мөгөҙҙәрен беркетте, тиреһен ябынды. Баҙға алып төшкән майшәм яҡтыһында үҙен көҙгөлә күргәйне, ҡурҡып китте. Шунан туғандарына, әсәһенә нисек тәьҫир итәсәген күҙ алдына килтереп, шарҡылдап көлөргә тотондо.
Кейенеп бөтөп, һаҡал-мыйыҡтарын йәбештергәс, башына мөгөҙлө кәпәсен кейеп, битен ҡором менән буяғас, шәмде һүндерҙе лә әсәһенең ҡайтҡанын көтә башланы.
Ана шул мәлдә, бына әле Дүсәнбайҙа баҙға бикләнгән кеүек, бер үҙе дөм ҡараңғылыҡ эсендә тороп ҡалғайны. Үҙенә барлығы ун бер-ун ике йәш тирәһе булғанғамы икән, бер мәл ҡурҡыуҙан йөрәге дарҫлап тибә башланы. Хәҙер эргәһенә ысын шайтан килеп сығыр ҙа йә ҡытыҡларға, йә туҡмарға тотонор һымаҡ ине.
Ярай әле, шул ваҡытта, шомло тынлыҡты боҙоп, туғандары баҙ өҫтөндәге бүлмәгә инеп, шаяра-баҫтырышырға тотондо, шунда ғына малай бер аҙ тынысланғандай итте. Бындай шау-шыуҙа ысын шайтан Шәйехзада янына килә алмаҫ кеүек.
Ҡараңғылыҡта ултырыу ҡыйын барыбер: ҡурҡыта, башҡа шомло уйҙар килә, төнөн ат ҡарағанда бабайҙар һөйләгән ҡот осҡос ваҡиғалар иҫкә төшөп, йөрәк дарҫлап тибә. Шәмде яндырһа, был тиклем ҡурҡыныс булмаҫ ине, ярамай, иҙән ярығынан яҡтылыҡты туғандары күреп ҡалыуы бар. Улар баҙҙы асһа, Шәйехзада әҙерләгән тамаша юҡҡа сығыр.
Бер мәл әсәһе ҡайтты, балаларға ҡунаҡ күстәнәстәрен өләшә башланы. Ваҡыт!
Шәйехзада баҙҙың ишеген ипләп кенә асты ла, яртылаш сығып, ҡалын тауыш менән:
– Кем шайтан саҡырҙы? Кем? Мин килдем! – тине.
Баҙҙан сығып килгән ҡурҡыныс затты күреү менән балалар шарылдашып бүлмәнән сығып ҡасты, әсәһе тороп ҡалды. Ул ҡурҡманы, ҡаршыһында ысын шайтан тороуына ла ышанманы һымаҡ. Шуға Шәйехзада мөмкин тиклем ҡурҡыныс булып күренеү өсөн ике ҡулын өҫкә күтәреп, эт кеүек ырылданы ла әсәһенә яҡынлаша башланы. Шунда ғына малай әсәһенең күҙҙәре ҡурҡыуҙан ҙур асылғанын, йөҙө ап-аҡ булғанын, ҡулдарының әкрен генә ҡалтырауын күрҙе лә үҙе ҡурҡып китте. Арттырып ебәргәнен аңланы ул шунда уҡ. Тик һуң ине: Сажиҙә абыстай тауыш-тынһыҙ урындыҡҡа ауҙы.
Малай тәүҙә әсәһе шаяра, ҡурҡҡан булып ҡыланалыр тип уйлағайны. Эргәһенә йүгереп барғас, уның күҙҙәре йомоҡ икәнен, ҡулдарының һалынып төшкәнен, йыш–йыш тын алыуын күрҙе.
Шәйехзаданың ҡото осто. Ул ни эшләргә белмәйенсә:
– Әсәй!.. Әсәй!.. – тип улай-былай йүгерҙе. Әсәһе күҙен асһа, уны ошо ҡиәфәттә күреп, йәнә иҫен юғалтасағын аңланы, тиҙ генә мөгөҙлө кәпәсен, өҫтөндәге тирене, аяҡ–ҡулындағы тояҡтарҙы сисеп ташланы. Әсәһенә нисек ярҙам итергә белмәй торғанда атаһы ҡайтып инмәһә, был хәл нисек осланыр ине – билдәһеҙ. Атаһы тәүҙә әсәһенең битенә һыу бөрктө. Ул да ярҙам итмәгәс, ҡайҙандыр нашатыр алып еҫкәтте. Шунда ғына Сажиҙә абыстай күҙҙәрен асты, ләкин хәле бөтөп, урынынан тора алманы.
Эй, эләкте лә һуң Шәйехзадаға атаһынан был шаярыуы өсөн! Ошоғаса улының төрлө шуҡлыҡтарына ул күҙ йомоп ҡарай ине, һис юғында “Улай ярамай” тиеү менән сикләнде. Был юлы иһә бик ҡаты итеп әрләп ташланы, мулла булып шаярып намаҙ уҡыуҙарын, бабай кеүек кейенеп, әбейҙәрҙе ҡурҡытыуын иҫенә төшөрҙө. Әсәһенең һаулығы юҡ икәнен әйтеп, йөрәге шартлап ҡуйһа, ни эшләр инең, тип ҡурҡытты, башҡаса улай ҡиәфәт алмаштырып, кешеләрҙе аптыратып йөрөүҙән ҡәтғи тыйҙы.
“Шул тиклем шайтанға оҡшаған инемме ни?” – тип әсәһенән аҙаҡ бик һорағыһы килһә лә, тыйылды Шәйехзада, ныҡ ҡурҡытыуы өсөн уңайһыҙ ине малайға.
Ошо хәлдән һуң тамаша күрһәтеүҙән тыйылып торҙо. Атаһына тыңлауһыҙ бала булып күренгеһе килмәне. Әммә малай-ҡыҙҙарҙың, ҡасан ҡыҙыҡ күрһәтәһең, тип ураған һайын һорауы, бигерәк тә берәй тамаша яһап, дуҫ-ишен ҡыуандырыу теләге, үҙенең дә сит-ят кеше һымаҡ ҡыланып, көлдөрөргә ынтылыуы тынғылыҡ бирмәне. Шәйехзада ошо ниәтен нисек итеп бойомға ашырыу хаҡында уйларға тотондо.
Ауылда төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәк хәлдәр ураған һайын булып тора. Шәйехзада, ғәҙәттә, шул турала тиҙ генә таҡмаҡ сығара, ул “һә” тигәнсә халыҡ араһында тарала. Тәү мәл был әсе телле төртмәле йырҙарҙың кемдән беренсе булып сыҡҡанын белмәй аптыранылар. Шулай ҙа төрлө һүҙгә шиғри юлдар менән яуап бирергә әүәҫ Шәйехзада икәненә тиҙ төшөндөләр. Үҙҙәренә тоҙло-боросло таҡмаҡ эләккән өсөн уға йоҙроҡ күрһәтеүселәр ҙә булды, атаһына инеп: “Тый шул малайыңды!” – тип әйтеүселәр ҙә табылды.
Таҡмаҡ – таҡмаҡ инде, уны сығарыуы һис тә ҡыйын түгел Шәйехзадаға, әммә күңелендә урғылған бөтә тойғо-хистәрҙе әйтеп бөтөрә алмай улар. Дөрөҫ, Туҡайға, Дәрдмәндкә, Аҡмуллаға оҡшатып шиғырҙар ҙа яҙа ул. Ләкин улары малайҙарға оҡшамай, ҡайһыларын аңлап та етмәйҙәр. “Ҡыҙыҡ күрһәт!” – ти тиҫтерҙәре. Был театрҙағы кеүек һөйләшеп көлдөрөүҙе аңлата. Уларҙың ғүмерҙә лә сәхнә күргәндәре юҡ, ә күңелдәре ана шундай тамашаға тартыла. Икенсенән, Шәйехзада Өфөлә атаһы менән театр ҡарағандан һуң, шундағы әртистәрҙең уйынына оҡшаған мәҙәк күрһәтеп, малай-ҡыҙҙарҙы ғына түгел, әсәй-инәйҙәрҙе, атай-олатайҙарҙы көлдөргәйне бит. Хәҙер ошондай мәрәкәне тағы күргеләре килә. Шуныһы ҡыйын – ундай мәҙәкте күрһәтеү өсөн үҙенән башҡа тағы бер нисә малай менән ҡыҙ кәрәк, тик береһе лә диуана кеүек ҡыланырға теләмәй, ояла. Бөтәһе лә тамаша ҡылып, рәхәтләнеп көлөп ултырырға ғына теләй.
Ә нимә тураһында ҡыҙыҡ күрһәтергә кәрәклеген Шәйехзада күптән уйлаған. Өфөнән ҡайтышлай атаһы менән бер ауылдағы таныштарына инеп сәй эсеп сыҡҡайнылар. Хужа хәлле генә кеше икән, өс бисәһе бар. Сәй эскән арала шул ҡатындарҙың үҙ-ара аралашыуын, иренә мөнәсәбәттәрен малай ҡыҙыҡ күреп ҡарап ултырғайны. Тегеләрҙең холоҡтары төрлөсә, буштан-бушҡа талаша ла китәләр. Хужа ағай уларҙы яраштырырға тырыша, әрләп тә ҡарай, тик бер ни ҙә килеп сыҡмай: бисәләрҙең араһы шул тиклем ҡыҙған, шырпы ғына һыҙ, “гөлт” итеп тоҡанырға тора.
Тәүҙә өс ҡатынлы был ир хаҡында шиғыр яҙҙы Шәйехзада. Уныһы ҡыҙыҡ килеп сыҡманы, балаларға уҡып ҡарай – көлмәйҙәр. Уйнап күрһәтерлек түгел, сөнки әбейҙәр аҙ һөйләшә, әйткән һүҙҙәре лә мәҙәк түгел.
Шәйехзада әлегә шиғырын төҙәтеп маташмаҫҡа булды, байҙың бисәләрен тормоштағы кеүек һөйләндерергә кәрәктер, аҙаҡ шиғырға әйләндерер. Теге байҙың ҡатындарының өлкәне – бик уҫал, уртансыһы – ялҡау, биҙәнергә ярата, иң кесеһе тыңлаусан, йыуаш, эшсән кеүек күренгәйне. Тамашала ла уларҙы шулай тасуирларға теләй малай. Үҙе уртансы ҡатын булып ҡыланасаҡ, сөнки иң ҡыҙығы ошонда. Ҡалған ике ҡатынды ла малайҙар уйнар инде. Ҡыҙҙар менән һөйләшеп ҡарағаны бар Шәйехзаданың, был бит – уйын, кеше көлдөргөс кенә тип аңлатырға тырышты. Юҡ, ҡыҙҙар халыҡ алдына сығып ҡыланырға һис тә риза түгел. Малайҙарҙы холоҡтарына ҡарап һайланы ул. Сәйфетдин уҫал, бәхәс-талаш килеп тыуһа, йоҙроҡ менән хәл итергә ярата, тик ҡатын-ҡыҙ булып ҡыланыуҙан ҡырҡа баш тартты. Хатта шундай иҫәр тәҡдим яһағаны өсөн саҡ-саҡ Шәйехзаданы туҡмап ташламаны. Ә уныһы көтмәгәндә:
– Әйҙә киттек театрға, көйәнтә буятырға! – тигән шиғырҙы уҡып ебәргәс, аптырап туҡтап ҡалды ла көлөп ебәрҙе. Сөнки Шәйехзада һөйләгән “театр” тигән урын менән “көйәнтә буяу” һис тә бер-береһенә тап килмәй ине.
– Сырайы һытыҡтарҙы көлдөрөп уятырға! – тип тамамлап ҡуйҙы шиғырҙы Шәйехзада. – Бына һин, “ҡыҙыҡ” күрһәт, тиһең. Нисек күрһәтергә? Берегеҙ ярҙам итмәй. Сәйфетдин, әгәр һин ризалашһаң, башҡалар ҙа эйәрәсәк!
– Оят бит! – тине уныһы. – Бисә булып ҡыланыу!.. Фу!.. Әкиәт батыры булһа, бер хәл.
– Улайһа, башҡаларҙы, Зиннәтулланы, күндереш! Байҙың өсөнсө ҡатыны йыуаш. Уны килештерер ине.
– Нимә тураһында һуң һинең ул ҡыҙығың?
Ошо ерҙә Шәйехзада үҙенең хатаһын аңланы. Уға күрһәтергә йыйынған “ҡыҙығын” үҙенең генә күҙ алдына килтереп йөрөмәҫкә, ә ҡағыҙға яҙырға кәрәк! Шунан уны малайҙарҙың бөтәһенә лә түгел, ә ҡатындар булып ҡыланырҙайҙарына ғына уҡып ишеттерә лә ҡыҙыҡһындыра тегеләрҙе!
Яҙғандарын Шәйехзада ҡылана-ҡылана уҡыны, Сәйфетдин көлә-көлә тыңланы, унан һуң малайҙы оҙаҡ өгөтләргә тура килмәне. Ул “ҡыҙыҡ” күрһәтергә ризалашҡас, Зиннәтулланы – кесе ҡатын, Сәфәрғәлиҙе бай булырға тиҙ күндерҙеләр.
Шәйехзада яҙғандар шунан ғибәрәт ине: өс ҡатын да байға нығыраҡ оҡшарға тырыша, уға ялағайлана, көндәштәрен ире алдында төрлөсә кәмһетергә, юҡҡа сығарырға ынтыла. Өлкәне үҙенең уҫаллығы менән алдыра, фәҡәт уның тырышлығы арҡаһында ғына өйҙә таҙалыҡ һәм тәртип һаҡлана тип күрһәтә бабайына. Икенсеһе, эшләргә яратмаһа ла, биҙәнә-төҙәнә, кейенә белеүе менән иренә ярай. Байҙың күңеленә кесе ҡатын Зөлхизә яҡыныраҡ: гел генә уның менән һөйләшергә, яңғыҙ ҡалырға теләй. Тәүге ике ҡатын быға төрлөсә ҡамасаулай, өйҙәге бар эште бөтөрөп торған кесе көндәштәрен ире алдында юрамал булдыҡһыҙ, ялҡау итеп күрһәтергә тырыша, хатта уны айырып ебәрергә өгөтләйҙәр. Зөлхизәнең йыуашлығы, оялсанлығы иренә үҙенең егәрлелеген дә, сибәрлеген дә күрһәтергә ҡамасаулай. Шуға ҡарамай, бай ҡатындарының кемеһе-кем икәнлегенә төшөнә һәм Зөлхизәне яҡлап алып ҡала.
Мәҙәкте тәүҙә балаларға күрһәттеләр, улар көлә-көлә ҡараны. Хәбәр апай-инәйҙәргә барып етте. Балалары ауыҙ һыуын ағыҙып һөйләгән ҡыҙыҡты уларҙың да күргеһе килде. Апай-инәйҙәр бигерәк ныҡ яратты малайҙарҙың ҡатын булып ҡыланыуын, күбеһен Әсәндә йәшәгән әхирәттәренә оҡшатып, һындары ҡатып бөттө. Уның һайын Сәйфетдин менән Шәйехзада тағы ла шаштырыбыраҡ ебәрҙе. Көлөүҙең иң күбе уларға эләкте. Хатта бер мәл Сәфәрғәли менән Зиннәтулла көнләшеп, ары ҡыҙыҡ күрһәтеүҙән баш тартмаҡ булып китте. Шәйехзада малайҙарға ҡыҙыҡтың һуты тик улар арҡаһында икәнлеген ҡат-ҡат аңлатҡас ҡына, бигерәк тә Сәйфетдиндең йоҙроғон татығандан һуң, әкренләп бөтә ауыл халҡы ҡарай алды тамашаны.
Аҙаҡтан тағы Ике-өс мәҙәк күрһәттеләр, улары ла халыҡҡа оҡшаны, әммә тәүгеһе кеүек күңелдәренә ныҡ ятманы, буғай. Һәр хәлдә, Шәйехзадаға шулай тойолдо. Һуңғыларын тиҙ оноттолар, ә бай менән уның өс бисәһе тураһындағын ураған һайын көлә-көлә иҫтәренә төшөрөп алалар ине.
Дүсәнбайҙа уҡыта башлағас, һүҙҙән-һүҙ сығып, театрҙың нимә икәнлеген балаларға аңлатырға тура килде Шәйехзадаға. Һөйләп биреүҙән генә төшөнмәгәс, театрҙы аҡындар әйтеше, тарихи ваҡиғаларға, шәхестәргә арналған йырҙар менән сағыштырып ҡараны мүлдәкә. Ә ниңә әйтеште – әйтеш, йыр йырлауҙы йырлау тип әйтмәҫкә, тип аптыраны балалар, ниңә уны “театр” тигән аңлайышһыҙ һүҙ менән атарға? Гәзит-журнал уҡып барған өлкәнерәктәре театрҙың нимә икәнлеген төҫмөрләй, әммә уларҙың да тамаша күргәне юҡ икән.
Шәйехзада бер бабайҙың монологын ҡыланып, бигерәк тә үҙе яҙған теге ҡыҙыҡты борғоланып күрһәткәс, тыңлап ултырыусылар мүлдәкәнең танымаҫлыҡ хәлгә етеп үҙгәреүенә шаҡ ҡатҡайны, шул тиклем килештереүенә хайран ҡалып көлгәйне. Тағы шулай ҡыланып, берәй шиғыр уҡыуын һорарға тотондолар. Ә Шәйехзада уларҙың үҙҙәренә театр уйнарға, халыҡсан әйткәндә, “ҡыҙыҡ” күрһәтеп ҡарарға тәҡдим итте. Был уй бигерәк тә Йомабикәгә оҡшаны. Мүлдәкә шул уҡ кис теге “ҡыҙыҡ”ты хәтерләп, ҡағыҙға күсерҙе, иртәгәһенә балаларға уҡып ишеттерҙе. Әҫәрҙәге һәр дүрт кеше булып ҡыланды, берсә уртансы бисә һымаҡ борғоланды, тауышын йә байҙыҡы кеүек ҡалынайтты, йә йыуаш, сибек, яҡлауға мохтаж Зөлхизәнеке һымаҡ нескәләндерергә, кесе ҡатынға ҡарата йәлләү тойғоһо тыуҙырырға тырышты. Балалар урыны менән рәхәтләнеп көлөп, Зөлхизә ауыр хәлгә эләккәндә тын алырға ла онотоп, хатта күҙ йәштәре сығарып тыңланы. Бөтәһе лә был “ҡыҙыҡ”ты кешеләргә күрһәтеүе мәҙәк буласағы менән килеште.
Кем бай менән уның өс бисәһе булырға теләй, тигәс, береһе лә риза түгел ине. Фәҡәт мүлдәкә:
– Өлкән бисәне Йомабикә килештерер ине, – тигәс, ҡыҙ ҡыуанып китте, тик уның уйы икенсерәк ине:
– Мин риза, – тине ул. – Тик Зөлхизә булам!
Әлбиттә, кесе ҡатын йәш, матур, һәр кем үҙен йәлләй, уның өсөн ҡайғыра. Шуныһы бар: Зөлхизә булып халыҡҡа күренеү ҡыйын түгел. Шәйехзада ҡыҙға өлкән йәки уртансы бисә булып ҡыланыу күпкә ҡыҙыҡлыраҡ икәнен аңлатты. Мүлдәкә уларҙың береһе үҙе буласағын әйткәс, балалар рәхәтләнеп көлдө. Шунан һуң көн дә тиерлек:
– Ҡасан “ҡыҙыҡ” була? – тип һорашырға тотондолар.
Мүлдәкә булғанғамы (Әсәндә ул башҡалар кеүек ябай ауыл малайы ғына ине бит), Дүсәнбайҙа “ҡыҙыҡ”ты әҙерләү ҙә, күрһәтеү ҙә күпкә еңелерәк ине. Был йәһәттән тәжрибә туплауы ла ярҙам иткәндер. Үҙҙәренең ауылында өс бисә рәүешендә малайҙар ҡыланһа, Дүсәнбайҙағы тамашала Шәйехзаданан башҡа ике малай менән бер ҡыҙ ҙа ҡатнашасаҡ бит әле. Йомабикә уртансы бисә булырға ризалашты. Ул мүлдәкә күрһәткән һәр ҡыланышты ҡабатларға тырышты, хатта үҙе уйлап тапҡандарын ҡушып, арттырып та ебәрҙе. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул атаһының дүрт бисәһенең береһен эләкләп уйнаған, тинеләр. Шуға ла ҡыҙыҡты ҡарарға килгән халыҡ йығылып ятып көлдө. Был хәбәр атаһының теге бисәһенә барып еттеме, тамашаны Ике-өс тапҡыр күрһәткәс, көтмәгәндә Йомабикә башҡаса уйнауҙан баш тартты, ни өсөн икәнлеген, мүлдәкә күпме һораһа ла, аңлатманы. Ә ҡыҙыҡты күрергә өлгөрмәгәндәр тамашаны һорай. Аптырағас, Шәйехзада бер малайға урта бисә булып ҡыланырға ҡушты, әммә ул Йомабикә кеүек килештерә алманы, ҡыҙ ҡатнашҡандағы кеүек көлмәне халыҡ...
Бына ошондай хәтирәләргә сумды Шәйехзада баҙҙа бикле ултырғанда.
Нимә эшләргә йыйына Көмөшбай? Оҙаҡ ҡала алмай бит ул бындай хәлдә. Уҡытырға килмәгәс тә бөтә ауылға билдәле буласаҡ мүлдәкәнең юғалыуы. Хәтирәнән белешһәләр, был ҡара эш Көмөшбайға бәйле икәне лә тиҙ асыҡланыр. Шуға күрә Шәйехзадаға көтәһе генә ҡала. Әгәр ҙә тәүлек эсендә хәл үҙгәрмәһә, ни ҙә булһа эшләргә кәрәк. Иң тәүҙә Көмөшбайҙың үҙен күреп аңлатырға: ул ун көнһөҙ – уҡыуҙарҙы ослап ҡуймайынса – китә алмай...
Шәйехзада күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғыла, башы менән иҙән өрлөгөнә бәрелмәҫкә тырышып, улай-былай йөрөргә тотондо.
***
Шәйехзада мәсех яһап, яҡынса төҫмөрләп, өйлә намаҙын уҡый ине, баҙ ҡапҡасы асылып китте һәм Көмөшбайҙың:
– Истәк! Сыҡ! – тигән тауышы ишетелде.
Шунда уҡ өҫтән баҫҡыс төшөрҙөләр. Шәйехзада намаҙ уҡыуын дауам итте. Көмөшбай тағы бер-ике ҡысҡырҙы ла, яуап булмағас:
– Әллә үлгән инде, – тип һөйләнә-һөйләнә үҙе килеп төштө.
Шәйехзаданың, кәзәкәйен түшәп, намаҙ уҡып ултырғанын күргәс, ныҡ аптыраны:
– Тере ҡаламы-юҡмы – билдәһеҙ! Ә ул намаҙ уҡый! Әйҙә, сыҡ!
Шәйехзада, ҡаҙаҡҡа иғтибар бирмәйенсә, намаҙ уҡыуында булды. Көмөшбай уға аптырап ҡарап торҙо, шунан үҙенең өҫтә көтөүен әйтеп, сығып китте.
Шәйехзада баҙҙан сыҡҡас, Көмөшбай егеттең ҡаршыһына килеп баҫты.
– Истәк! – тине ул уҫал тауыш менән. – Мин хәҙер һине сығарып ебәрәм. Тик ике шартым бар. Беренсеһе – баҙҙа ятҡаныңды бер кемгә әйтмәйһең!
– Улайһа, ҡайҙа булдым һуң мин Ике-өс көн буйы? – тип аптыраны Шәйехзада.
– Тап сәбәп! Күрше ауылда ҡунаҡта булдым, тиһең. Икенсе шарт – Хәтирәгә башҡаса бармайһың! – Көмөшбайҙың тауышы йомшара төштө. – Мин өйләнәм уға... – Ҡаҙаҡтың йөҙө ҡабат уҫалланды. – Әгәр шарттарҙы боҙһаң, һиңә ҡотолоу юҡ!
Көмөшбай ҡаш аҫтынан егеткә һөҙөп ҡарап торҙо ла:
– Килештекме? – тип һорап, ҡулын һуҙҙы.
– Килештек! – Шәйехзада Көмөшбайҙың ҡулын ҡыҫты.
Әлбиттә, был башбаштаҡлыҡтары өсөн язаға тарттырырға кәрәк ине лә үҙҙәрен. Ярай инде, ул тиклем ҙур ҡаза күрмәне бит. Икенсенән, Шәйехзаданың үҙендә лә ғәйеп бар. Көмөшбайҙың иҫкәртеүенә ҡарамай, Хәтирә янына барҙы. Кәрәкмәҫ ине. Үҙен тыя алманы.
Шулай ҙа ниңә анһат ҡына сығарып ебәрҙеләр әле уны? Бының сәбәбен аҙаҡ ҡына белде Шәйехзада.
11
Әйтеште йәйге эштәрҙе тамамлауға, ҡышҡа әҙерлекте ослауға бағышланылар. Быҡтымбайҙың яҙлы-көҙлө йыйын йыйып, яҡындарын, дуҫтарын, бурыслыларын, эргәләге ауыл халҡын саҡырып, байрам итеп ала торған ғәҙәте бар. Унда байтаҡ аҡындар килә, ат сабышы, батырҙар көрәше ойошторола. Бөтә был байрамды ит табыны ослап ҡуя. Аҡындар әйтеше, ҡара көс көрәшенән айырмалы, тапҡырлыҡ, аҡыл ҡеүәһен күрһәтеүсе уҙыш булараҡ, бар байрамдың йәменә, оло матур сараға әүерелә. Был юлы уға тағы ла үҙенсәлекле мәғәнә һалыныуы – аҡындар Быҡтымбайҙың һылыу ҡыҙы өсөн ярыша – байрамға яңылыҡ бирҙе, халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Йомабикә өсөн үләң алышына сығырға ашҡынғандар тәүҙә байтаҡ булып сыҡты. Әммә Быҡтымбай ҡыҙын ас-яланғас һүҙ оҫтаһына биреп ебәрергә йыйынмай. Әйтештә ҡатнашырға теләүселәргә беренсе шарт: талап ителгән ҡалымды алып килеп, ҡыҙҙың атаһына күрһәтеп, уның ризалығын алырға тейеш. Ана шул талапты күптәр үтәй алманы, сибәркәй өсөн алыштан төшөп ҡалды. Әммә, байрамдың йәмен ебәрмәҫ өсөн, Быҡтымбай ҡуйған тәүге шартты үтәй алмағандарға айырым әйтеш ойошторолдо. Унда еңеүселәр ҙә буш ҡалмаясаҡ, кемеһенә – ат, кемеһенә – һыйыр, кемеһенә кейем-һалым кеүек донъя көтөү өсөн кәрәкле әйберҙәр бүләк ителәсәк.
Быҡтымбайҙың ҙур ғына ҡалым һорауы сәбәпле, Хәжибәк аҡындан башҡа бер кем дә тәүге шартты үтәй алмаҫ тигән хәүеф бар ине. Был хаҡта Быҡтымбай аҡынға һиҙҙергәйне, теге ҡыҙҙың атаһын тынысландырҙы:
– Мин ул хаҡта уйлағанмын. Хөсәйен байҙың көслө генә бер йәш аҡыны бар. Шул ҡатнашыр әйтештә. Хөсәйен бай ҡалымын әҙерләне.
– Көслө тиһең, ул еңеп ҡуймаҫмы һине? – тип борсолдо ҡыҙҙың атаһы. Быҡтымбай әллә ниндәй билдәһеҙ әҙәмгә ҡыҙын биреп ебәрергә һис тә риза түгел ине. Етмәһә, Хөсәйен бай менән күптән борсағы ла бешмәй.
– Көслө тигәс тә, мине еңерлек түгел. Аҡылы өлгөрөп, тапҡырлығы бешеп етмәгән. Киләсәктә, бәлки, миңә алмашсы булыр. Әлегә кимерсәге нығымаған.
Ошондай әҙерлектәр эшләнеүгә, байрам ваҡыты ла килеп етте.
Аҡындар әйтеш мәлендә халыҡҡа мөрәжәғәт өзләргә, Йомабикәне маҡтап ҡобайыр йырларға, бер-береһенә өндәү әйтергә һәм йомаҡтар сисергә бурыслы. Еңеүсене билдәләргә тейеш биш аҡһаҡалдан башҡа, алға сығыусыны аныҡлауҙа ярышты күҙәтеүсе халыҡ та ҡатнаша ала. Аҡһаҡалдар – һүҙ, кешеләр ҡул сабыу менән үҙҙәренең баһаһын һиҙҙерәсәк. Тамашасыларҙың фекере ҙур көскә эйә. Һуңғы Ике-өс һүҙ бәйгеһендә халыҡ, аҡһаҡалдарҙан айырмалы, башҡа аҡынды еңеүсегә сығарҙы.
Бындай сетерекле сарала һәр саҡ көтөлмәгән нәмәләр килеп тыуа торған. Хөсәйен байҙың аҡынынан тыш, уйламағанда тағы икәүҙең тәүге шартты үтәүе – Быҡтымбай һораған ҡалымды алып килеүе – ҡыҙҙың атаһы менән Хәжибәкте аптырауға һалды.
Нимә эшләргә? Уларҙың Хәжибәкте еңеп ҡуйыу ҡурҡынысы бар ғуй. Быҡтымбай был һорауҙы аҡынға бирҙе.
– Былай булғас, Хөсәйен байҙыҡын һүҙ бәйгеһенә сығарып тормайбыҙ, – тине Хәжибәк. – Буталып йөрөмәһен. Теләһә, ана, кесе әйтештә ҡатнашыр. Ә был икәүгә килгәндә...
Хәжибәк уйланды. Был икәүҙең тәүгеһен – Асланбәк байҙың Ханбирҙе исемле һүҙ оҫтаһын – яҡшы белә, тапҡырлыҡ көрәше майҙанында осрашҡандары бар. Ул осор шыйығыраҡ ине Ханбирҙе, тарта алманы. Ул ваҡиғаға ярты йыллап ваҡыт үтте. Бөгөн ниндәйерәк икән уның оҫталығы, аҡыл даирәһе, рухи көсө – билдәһеҙ. Хәүефле бер аҙ. Әммә тәүге шартты үтәне, уны бер нисек тә ярыштан мәхрүм итеп булмай. Ярты йылда ғына аҡынлыҡта ыратып китеп булмай, шуның менән үҙен тынысландыра Хәжибәк. Былай һөйләштеләр: тәүҙә ошо икәүҙе бер-береһе менән әйтештерергә кәрәк. Ошо мәлдә уларҙың ҡеүәһе, көсө, зиһене, кимәле беленер. Шуларға ҡарап, еңеүсе менән алышта үҙен дөрөҫ тоторға ҡулайлар Хәжибәк. Кемеһе еңә, уның менән алышҡа сыға Аҡын.
Шуныһы хәүефле: алышҡа сыҡмаҡсыларҙың икенсеһе Хәжибәккә бөтөнләй таныш түгел. Ул ошо ауыл мүлдәкәһе, килмешәк истәк булып сыҡты. Ун һигеҙе яңы тулған. Йәп-йәш егет. Уның аҡынлыҡ оҫталығы, тапҡырлығы хаҡында бер ни билдәһеҙ. Дөрөҫ, быйыл бер һүҙ бәйгеһендә еңеп сыҡҡан да, яңыраҡ ниндәйҙер туйҙа үҙенең оҫталығын күрһәтеп, күптәрҙе хайран иткән. Ләкин байрамда ҡымыҙ уртлап ҡыҙған ҡунаҡтарға оҡшау – бер нәмә, ә аҡындар әйтешендә үҙеңде һынау – бөтөнләй икенсе кимәл.
Балалыҡтан яңы сыҡҡан мүлдәкәнең үҙенә ҡаршы тора алырына ышанмай Хәжибәк, ана, теге егетте лә үтә алмаясаҡ – быға иманы камил. Шуға артыҡ борсолмай Аҡын. Бары ҡайҙан шундай ҡалым тапҡанлығы ғәжәп. Баҡһаң, ауылдағы бер бай ярҙам ҡулы һуҙған. Ни өсөн? Аңлашылмай. Быҡтымбайға үсләшеп эшләнеме, әллә Аҡынға аяҡ салмаҡсымы? Улай тиһәң, был бай менән юлдары киҫешкәне булманы. Ғәжәп! Күрәһең, Быҡтымбайға ҡаршы ел өрмәксе.
– Мин белештем, – тине Быҡтымбай Хәжибәккә. – Был истәк менән байҙың улы яҡын ҡәрҙәштәр икән. Малайы атаһынан истәккә ярҙам итеүен һораған.
– Нисек инде – һораған? – тип ғәжәпләнде Аҡын. – Ҡалым бит бәләкәй түгел. Ул шул тиклем баймы ни, малайының дуҫына алтындарын тоттороп ебәрергә?
– Байлығын бай ул. Шундай ҙур ҡалымлыҡ байлығын ситкә ебәреүен аңламайым. Һорашып ҡарағайным, асылып бармай. Улым бик үтенә бит, тигән була. Ярай, ул бала-саға ҡаҙаҡ егетен дә үтә алмаҫ, үтһә, һин түбәһенә һуғырһың, тип уйлайым.
– Иншаллаһ! – тип ҡеүәтләне Быҡтымбайҙың һүҙен Хәжибәк.
Шуның менән әйтеш алдынан килеп тыуған сетерекле мәсьәләләр хәл ителде кеүек. Быҡтымбай ҙа, бөтә был болғаныштың сәбәпсеһе Йомабикә лә, бәйгегә сығырға әҙерләнгән толпар хәлендәге аҡындар ҙа әйтеште түҙемһеҙләнеп көтә ине.
12
Туйға, йыназаға ҡаҙаҡтарҙың күпләп килеүен белә Шәйехзада. Аҡындар әйтешенә йыйылған халыҡты күргәс, хайран ҡалды ул. Бында эргә-тирәләге аймаҡтан ғына түгел, ситтән дә байтаҡтар ағылған, буғай.
Йәйге эштәрҙән арыған, байрамдарға һыуһаған халыҡта йөрәкте ярһытыусы, нәфсене ҡуҙғатыусы көрәш, ат сабышы, бигерәк тә аҡындар әйтеше ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тиҫтәгә яҡын урында ҙур-ҙур ҡаҙандарҙа яңы һуйылған йылҡы, ҡуй итенең тәмле еҫ сығарып бешеүе танауҙы ҡытыҡлап, күңелдәрҙе күтәреп ебәрә.
– Туғыҙ урында ит бешә! – тип һананы халыҡ. – Уй-буй! Быҡтымбай һаран түгел. Ул тотонһа, йәлләп тормай ғуй, бөтә Турғайҙы туйҙыра!
Байрам башланыр ваҡыт яҡынлауға ауыл ситендәге киң ялан тарантастар, арбалар, эйәрле аттар менән тулды. Майҙанды һимеҙ кәүҙәле, ҡамыт аяҡлы, һирәк һаҡаллы, ҡыҫыҡ күҙле ҡаҙаҡтар биләп алды. Олораҡтары – уртараҡ урында, йәшерәктәре ситтәрәк төркөм-төркөм булып һөйләшеп тора. Уларҙан айырмалы рәүештә, һирәк күренгән, ҡаласа кейенгән егеттәр, елән кейгән сәлләле муллалар, еҙ төймәләрен ялтыратып, урядник-жандармдар үткеләй, шаян бала-саға йүгерешеп уйнай, аңғармаҫтан ололарға бәрелеп, уларҙан орошоу һүҙе ишетеп ҡаса.
Матур кейемле, йыйырсыҡ битле ҡарсыҡтар, биттәрен майлаған ҡатын-килендәр, йәш-елкенсәк, һылыу ҡыҙҙар бик ашыҡҡан ҡиәфәттә тирмәнән-тирмәгә инеп-сығып йөрөй. Йыйылған халыҡ бер-береһен тыңламай һөйләй – бар майҙан геүләп тора. Төрлө урында ҡысҡырып көлөп ебәреүҙәр һауаны һелкетеп ала. Шул шау-шыуҙы еңергә тырышып, бер-ике урында элек аҡынлығы менән дан тотҡан, хәҙер олоғайып, ошондай байрамдарҙы биҙәргә генә эшкингән ҡарттарҙың думбыра һуғып йырлауы ҡолаҡҡа салына.
Башҡорт һабантуйҙарындағы кеүек, халыҡтың күп йыйылыуы, күңелдәренең күтәренкелеге Шәйехзаданың йөрәген ярһытты, ошоғаса әйтешкә бик үк бошонмай әҙерләнгән егет үҙенең борсола, ҡурҡа башлауын тойҙо. Нимәнелер эшләп еткермәне кеүек, тәжрибәле ҡаҙаҡ аҡындары Шәйехзаданы анһат ҡына уҙып китер, бөтә халыҡ ҡаршыһында, бигерәк тә Йомабикә алдында көлкөгә ҡалдырыр һымаҡ. Бындай саҡта Юнысҡа асыуы килде: бушҡа уны йәлләп, өгөтләүенә бирешеп, был әйтешкә сығырға риза булды!..
Күп тә үтмәй, Шәйехзаданы йәнә ярыш ҡомары солғап алды, түҙемһеҙләнеп, һүҙ бәйгеһенең тиҙерәк башланыуын көтөргә тотондо.
Әйтештә ҡатнашырға тейешле аҡындарҙы бер тирмәгә йыйҙылар. Был ярыштың башҡаларынан айырылып тороуының үҙенсәлектәрен аңлатты оло аҡһаҡал. Ул бөгөн ике төрлө һүҙ бәйгеһе үткәреләсәге хаҡында әйтте. Тәүгеһе – ябай әйтеш, унда һәр теләгән аҡын ҡатнаша ала, йәнә – һылыуҙарҙан-һылыу Йомабикә өсөн ярыш. Быныһында – төп алышта – ҡыҙҙың атаһы һораған ҡалымды түләй алғандарға ғына майҙан тоторға хоҡуҡ бирелә. Әлегә өс аҡын ғына Быҡтымбайҙың ризалығын алды.
– Төп алышта ҡатнашыусылар тағы бармы? – тип һораны аҡһаҡал.
Башҡаса теләүсе юҡ ине. Аҡһаҡал әйтештәрҙең шарттарын, үҙенсәлектәрен һөйләргә тотондо, баһа биреү ысулын аңлатты, сиратты ишеттерҙе. Тәүге әйтештә еңеүселәрҙе йомарт Быҡтымбай аттар, ҡуйҙар, кейем-һалым менән бүләкләйәсәк. Йомабикә өсөн әйтештә тәүҙә Ханбирҙе атамалы аҡын менән Шәйехзада тапҡырлыҡта һынаша. Унда еңеүсе Хәжибәк аҡын менән оҫталыҡта алышыуға сыға. Кем еңә, шуға һылыуҙарҙан-һылыу Йомабикә кәләш була.
Йола буйынса, байрам башланмаҫ борон аҡындар кешеләр араһына таралды, төрлөһө төрлө урында думбыра һуғып йырларға тотондо. Алда буласаҡ тамашаны түҙемһеҙләнеп көтөп, ҡыуаныслы тойғо кисергән халыҡтың кәйефен был сара тағы күтәреп ебәрҙе, улар һүҙ, йыр оҫталарына төрлө шаян һүҙҙәр ырғытты, һорауҙар бирҙе. Аҡындар, алдан әҙерләнгән кеүек, көйләп яуап ҡайтара, төртмә таҡмаҡ әйтеп көлдөрә.
Шәйехзада бындай йола барлығын яҡшы белә ине, Юныс та был хаҡта ҡат-ҡат иҫкәртте:
– Әйтеш алдынан кешеләр араһына сығыу була. Шунда һынатырға ярамай! – тине ул бик етди һәм борсоулы тауыш менән. – Яуабың тапҡыр, шаян булһа, ул шунда уҡ халыҡҡа тарала, уларҙы ҡабатлайҙар, маҡтай-маҡтай бер-береһенә һөйләйҙәр. Ошо баһалар әйтешкә ныҡ йоғонто яһай. Аҡһаҡалдар халыҡ фекеренә ҡолаҡ һала. Бигерәк тә еңеүсене аныҡлау бәхәсле булып китһә.
– Әй, истәк! – тип ҡысҡырҙы бер ир уртаһы кеше. – Илеңдә һылыу ҡыҙҙар юҡтыр, беҙгә килеп кәләш эҙләп йөрөмәһәң!..
Шәйехзада шунда уҡ аңланы: был, әлбиттә, уны батырыу өсөн әҙерләнгән төрттөрөү.
Ул көйгә һалып, думбыра һуҡты:
Күп йөрөнөм, күпте күрҙем,
Сибәр ҡыҙҙар күп икән!
Тик Дүсәнбай һылыуының
Ҡаршыһында сүп икән!
Яуап тыңлаусыларға оҡшаны, тел шартлаттылар, ҡул саптылар.
– Ай, истәк, вай, истәк! Был истәк алып китмәгәйе беҙҙең сибәрҙе!
– Быҡтымбай бирмәҫ уға! Һылыуыбыҙҙы ситкә ебәрмәҫ!
– Ебәрмәй ҡалай итһен, истәк еңеп сыҡһа? – тиештеләр.
Тағы берәү ҡысҡырҙы:
– Истәк, ҡолағың ҡарпыш ғуй! Йомабикә һылыуҙың күңеле һиңә ятмаһа, ни эшләрһең?
Был һорау Шәйехзаданың йәненә тейҙе, шуға әсерәк итеп яуап бирҙе:
Иҫәр ҡарай ҡолаҡҡа,
Зирәклеләр – йөрәккә.
Йәшәү өсөн ҡолаҡ түгел,
Аҡыл кәрәк терәккә.
Минең ҡолаҡ ҡарпыштыр,
Һинең морон кәк(е)ре.
Ҡолағың йәтеш тә ул,
Тик уйҙарың мәкерле.
– Уй-бай! Уҫал истәк! Әсе әйтте! Иҫәр һорау бирмәһен! – тип көлөштө халыҡ.
Юныс дуҫының яуабын оҡшатманы.
– Үпкәләп барма! – тип ҡолағына шыбырланы Шәйехзаданың. – Әсе һорауҙар күп булыр. Тыныс бул! Үсләшә башлаһаң, үҙеңде кәмһетерһең!
Тәүҙә Юныс менән килешмәһә лә, тыныслана төшкәс, уның дөрөҫ әйтеүен аңланы. Әллә осраҡлы, әллә юрамал Шәйехзаданы сығырынан сығарырҙай һорауҙар туҡтаманы. Арттараҡ торған ҙур кәүҙәле бер ҡаҙаҡ егете ҡалын тауыш менән ҡысҡырҙы:
– Истәк! Белеп ҡуй: Йомабикә һиңә эләкмәй! Һылыуҙы һиңә бирһәк, исемем Сафа булмаһын! Күрәһеңме ошо йоҙроҡто?! Иҫән саҡта китеп ҡотол!
Уның һүҙҙәре эргәһендә торғандарҙың көлөүенә күмелде.
Шәйехзаданың йөҙөнә ялҡын бәрҙе, сикәләренең ҡыҙарып киткәнлеген тойҙо. Ул түҙмәне, ҡаты итеп яуап бирҙе был иҫәргә:
Теле юҡтыр, бәхәс тыуһа,
Йоҙроҡ күтәрә Сафа.
Кемдән тыуған икән бындай
Ҡаҙаҡ халҡына яфа?
Халыҡ шарҡылдап көлдө. Шунда уҡ:
– Ха-ха! Сафа – яфа!.. Дөрөҫ әйтте!.. Йоҙроҡ менән маҡтанмаһын! Ҡаҙаҡ халҡына яфа! – тигән тауыштар ишетелеп, аҙаҡ ҡул сабыуға әүерелде.
Сафаның ҡарайып киткән йөҙөн күреп, Шәйехзада таҡмаҡтың сәпкә тейгәнлеген һиҙенде, әммә арттырыбыраҡ ебәрҙе, буғай. Ана бит Юныс, бер ни өндәшмәһә лә, Шәйехзадаға асыулы ҡараш ташланы, ҡаштары емерелде.
“Тыныс бул! Тыныс бул!” – тип үҙ-үҙенә ҡабатланы Шәйехзада. Ярамай былай! Ошолай тиҙ генә ҡыҙып барһа, әйтештә алдыра алмаҫ. Унда йәнгә тейерҙәй әллә ниндәй әсе һүҙҙәр ишетер әле!
Тағы бер-ике һорау булды. Уларына Шәйехзада еңел яуап бирҙе, сөнки егетте кәмһетер, юҡҡа сығарыр өсөн түгел, ысынлап ҡыҙыҡһындылар мүлдәкә менән.
13
Ат сабышы менән көрәш үткәрелеп, еңеүселәр бүләкләнгәс, бер майҙанда аҡындар бәйгеһе башланды. Ябай әйтешкә алданыраҡ сыҡтылар, сөнки унда тиҫтәнән ашыу һүҙ оҫтаһы еңергә өмөтләнә ине.
Халыҡ уратып ултырған түңәрәк уртаһына ике аҡын сығып баҫа ла, думбыра һуғып, бер-береһенә сетерекле, йомаҡҡа оҡшаш һорау көйләй. Яуап та шул юҫыҡта әйтелә. Аҡындарҙың үләңендә тапҡырлыҡ, шаянлыҡ хуплана, күңелгә үтеп ингән, мәҙәк яуаптарҙы тел шартлатыу, маҡтау ауаздары, ҡул сабыуҙар менән ҡеүәтләп ебәрәләр.
Икенсе әйтеш үтә торған урынды ла тыңлаусылар уратып алған. Бында әлегә элек дан тотҡан, хәҙер ҡартайған аҡындар оҫталығын күрһәтә, халыҡтың күңелен аса. Уларҙан киң таралған ҡобайырҙарҙы, халыҡ йырҙарын һорап йырлаталар, таҡмаҡтар яңғыраһа, түңәрәккә сығып бейеүселәр ҙә табыла. Ҡайһы бер аҡындарҙы оҙаҡ ебәрмәй йырлаталар. Ул арый башлаһа, ағас батмус тотҡан милли кейемдәге ҡыҙ ҡымыҙ килтереп еткерә. Халыҡ шаян, төртмәле һүҙҙәр әйтеп, аҡындың һыуһынын ҡандырғанын түҙемлек менән көтөп ултыра.
Беренсе майҙандағы әйтеш аҙағына яҡынлашҡас, бында ла оло йыраусылар тәүге ике аҡынға – Шәйехзада менән Ханбирҙегә – майҙан бирергә тейеш ине.
Бөгөнгө байрамдың иң ҡыҙыҡ һәм төп өлөшө башланғанын белгән халыҡ тулыһынса тиерлек был майҙан тирәһенә эркелде. Арттараҡ урын эләккәндәр ултырып торманы, әйтеште яҡшыраҡ күреү, ишетеү өсөн аяғөҫтө ҡалды.
Тәүҙә Быҡтымбай майҙанға сығып, байрамға килеүселәрҙе ҡотланы, рәхмәт әйтте, ҡыҙын әйтештә еңеүсегә бирергә уйлауының сәбәбен аңлатты.
– Элек аҡындар әйтеше йыш була торғайны. Унда аҡындарҙың оҫталығы, тапҡырлығы, аҡыл һандығының байлығы тикшерелә ине. Хәҙерге кеүек йылҡы, ҡуй өсөн генә алышманы улар. Мин яҡшы хәтерләйем. Ырыуҙың иң һылыу ҡыҙын кәләш итеп алыу өсөн әйтештәр йыш була ине. Ололар беҙгә мираҫ итеп ҡалдырған йолаларҙы онотмаҫ, уларҙы тергеҙеү өсөн яһаныҡ беҙ был байрамды. Минең Йомабикә ҡыҙымды бөтәгеҙ ҙә белә. Уны һоратыусылар бик күп. Араларында мин һораған ҡалымды түләргә теләүселәр байтаҡ. Байлыҡ менән дан тотҡан әҙәмгә түгел, тапҡырлыҡҡа, оҫталыҡҡа маһир кешегә кәләш булһын ҡыҙым тигән уй ошо әйтеште, байрамды үткәрергә этәрҙе.
– Дөрөҫ иткәнһең! Йолаларҙы һаҡлау кәрәк!..
– Йомабикә күренһен!.. – тигән тауыштар ишетелде. – Ниндәй ҡыҙ өсөн әйтешә икән аҡындар?!
– Эйе, сит ауылдарҙыҡылар ҡыҙымды күргәне лә юҡтыр. – Быҡтымбай эргәләге тирмә яғына борола биреп һөрәнләне. – Йомабикә ҡыҙым, сығып күрен!
Халыҡ Быҡтымбай ҡараған тирмәгә төбәлеп, шымып ҡалды. Дүсәнбайҙыҡылар сибәрлектең ҡунаҡтарға тәьҫир итеү көсөн күреп маһайырға әҙерләнде. Алыҫтан килгәндәр Йомабикәнең һылыулығы хаҡында күп ишетһә лә, ышанмайынса, ҡыҙҙы күргәс, күңелдәренең тынысланыуына өмөтләнеп көттө.
Бына нескә билен ҡыҙыл таҫма-билдек менән быуған, ҡара төҫ өҫтөнә ҡыҙыл-һары сәскәләр төшөрөлгән камзулда, шундай төҫтәге таҡыялағы ҡыҙ, кәүҙә хәрәкәтен һиҙҙермәйенсә, йөҙгән кеүек тирмәнән сыҡты. Уның дөм-ҡара сәстәре ике толом булып яурыны аша күкрәгенә төшкән, уларҙың остарындағы, түшелдерегендәге тәңкәләр әкрен генә зыңғырлап, ҡыҙҙың ваҡ ҡына баҫып атлап килеүен һиҙҙерә.
Йомабикәнең йөҙө туп-тура алға төбәлгән булһа ла, ҡарашы аҫҡа төбәлгән. Быҡтымбай янына килеп еткәс, ҡыҙ, керпектәрен күтәреп, тәүҙә атаһына, шунан майҙанды уратып ултырған-баҫҡан халыҡҡа ҡарап алды. Уның ошо ябай ғына, ләкин нәзәкәтле ҡараш-хәрәкәте һылыу йөҙөнә, ҙур күҙҙәренә, түңәрәк кенә ирендәренә ҡушылып, халыҡҡа шул тиклем көслө тәьҫир итте – майҙан геү итеп ҡалды. Йомабикәнең матурлығына һоҡланған тауыштарҙы ҡул сабыуҙар күмде.
Ҡыҙының сибәрлеге халыҡҡа оҡшауын күргән Быҡтымбай, ҡәнәғәт төҫ менән йылмайып, башын һелкте һәм, Йомабикә, күлдәге аҡҡош кеүек йөҙөп, кире тирмәгә инеп китте.
Ҡыҙ күҙҙән юғалғас та уға һоҡланған тауыштар, ҡул сабыу тынманы. Быҡтымбайҙың янында ултырған Хәжибәк аҡын әйтештә еңеп, ошондай һылыуҡайҙың үҙенә эләгәсәгенә ышанған ҡиәфәттә киң йылмайҙы.
Ул арала аҡһаҡал майҙанға сығып, ярыш шарттарын һөйләп бирҙе, һәм әйтеш башланды. Уның тәүге өлөшөндә аҡындар үҙҙәре менән таныштырырға тейеш ине.
Шәйехзадаға ҡаршы сыҡҡан Ханбирҙе егерме биш йәштәрҙә, күрше өлкәнән килгән, бер байҙың улы икән. Оҙон буйлы, ҡуйы ҡара һаҡаллы егет төҫкә-ашҡа һөйкөмлө, ҡарашты үҙенә тартып тора. Әммә аҡынлығына килгәндә, тәүге үләңенән үк уға Йомабикә кеүек һылыуҡай өсөн көрәшеүе ауырға тура киләсәге һиҙелде.
Көрәштем йөҙ көрәштә,
Уҙыштым йөҙ бәйгелә.
Биш былтыр еңгәнемде
Һөйләйҙәрҙер әле лә!
Миңә батыр исемен
Үҙе бирҙе Солтан хан.
Миңә ҡаршы сыҡмаҫ инең,
Аҡыллынан һин булһаң, –
тип йырланы Ханбирҙе. Халыҡ шыйыҡ ҡына ҡул сапты. Бер ҡатлы маҡтансыҡ та икән. Шәйехзада яҡшы белә: үҙеңде күпертеп күрһәтергә ярамай! Тыйнаҡлыҡ халыҡ күңеленә ятышлы.
Үҙенә сират еткәс, Шәйехзада тәүҙә думбырала уйнау оҫталығын күрһәтеп алды, уны сиртеп тә, һуғып та моңландырҙы халыҡты.
Мин истәктән бер малай,
Ябайҙарҙан бик ябай.
Дүсәнбайҙа – мүлдәкә,
Йәмһеҙ генә күрмәккә.
Таһыллыҡ юҡ көрәшкә,
Көс төшмәгән беләккә,
Бәйгеләрҙә уҙманым,
Көрәштәрҙә еңмәнем.
Әммә ҡапыл алйыным,
Ҡотортто ен-шайтаным,
Сыҡ та сыҡ, ти, әйтешкә,
Бирешмәмен, имеш тә,
Ятып ҡалма, атып ҡал,
Һылыуҙы, ти, тартып ал!
Ошонан да алйот уй
Башҡа һис тә килмәҫ ғуй!
Алйотландым, алйыным,
Ҡотортто ен-шайтаным.
Ҡыҙығыҙ, ай, сибәрҙер,
Ҡараштары дилбәрҙер.
Уны берҙе күргәндәр
Алйығандыр, иҫәрҙер, әү,
Алйығандыр, иҫәрҙер!
Иҫәрләндем мин дә шулай,
Ситтә ҡалып һис булмай.
Мин – тинтәк, алмам туҡтай
Ояттарға бер ҡалмай!
Халыҡ шарҡылдап көлөп ебәрҙе, шунан Шәйехзаданың йырын алҡыштарға күмде, егетте хуплап, маҡтап ҡысҡырған тауыштар ишетелде. Быны күргән Ханбирҙенең йөҙө боҙолдо, ул аҡындарға һүҙ биреүсе аҡһаҡалға ниҙер әйтте.
Танышыуҙан һуң аҡындар бер-береһенә һорауҙарын бирергә тейеш ине. Ханбирҙе йәнә алдан сығырға йыйынғайны, ләкин, Шәйехзаданың йыры халыҡҡа көслөрәк тәьҫир иткәс, уның сәбәбе аҙаҡтан йырлауында тип уйланы, шикелле. Беренсе булыуҙан баш тартты.
Шәйехзада һүҙ көрәштереп торманы, шунда уҡ һорау-йырын яңғыратты:
Барын еңде Ханбирҙе,
Барын уҙҙы Ханбирҙе!
Иң батыр тигән исем
Ханбирҙегә хан бирҙе.
Әле эшең бөттөмө,
Көрәшселәр ҡалмағас?
Ҡыҙ күҙләргә сыҡтыңмы,
Көрәшеүҙән туҡтағас?
Халыҡ һорауҙың шаянлығын оҡшатып, көлөп ебәрҙе, хуплау ҡысҡырҙы.
Ханбирҙе үҙенең ҡыйын хәлдә ҡалыуын аңланы, сөнки һорау ни тиклем ябай булһа, яуап биреүе шул тиклем ауыр ине. Ул саҡ ҡына уйланып торҙо ла:
Батырҙарҙы еңдем мин,
Бәйгеләрҙә уҙҙым мин,
Кәрәк булһа, ҡыҙ күҙләүҙә
Барыһын да уҙырмын! –
тип ҡыҫҡа ғына яуап йырланы. Шунан артығын әйтергә уның хыялы етмәне шикелле.
Ханбирҙенең һорауы әйтеш алдынан майҙанда бирелгән, илеңдә һылыу ҡыҙҙар бөткәнме, ниңә бында килеп эҙләп йөрөйһөң, тигән төрттөрөүҙән тора ине. Шәйехзада шул уҡ яуапты ҡабатланы ла тағы Йомабикәнең һылыулығын маҡтаған һүҙҙәр өҫтәне:
Йомабикә, һин йома көн тыуғанһыңдыр,
Ҡулдарыңды мамыҡ менән йыуғанһыңдыр,
Һин күктәрҙән был донъяға инмәҫ борон
Хурҙар менән Нур тауында шыуғанһыңдыр.
Йомабикә, Йомабикә,
Йома көндө тыуған ул.
Һауаларҙа хурҙар менән
Нур тауында шыуған ул!
Шәйехзаданың әйтеше ҡул сабыуға күмелде, уны маҡтап ҡысҡырыуҙар туҡтаманы. Бөтәһенә лә мүлдәкәнең өҫтөнлөгө асыҡланды. Быны Ханбирҙе лә аңланы, уның кәйефе төштө, ҡаштары емерелде, сырайы һытылды. Әйтеш рәүешендә йомаҡ йырлау ваҡыты етеп, Шәйехзаданыҡын сисә алмағас, үҙенекен әйтеп тә торманы, ҡул һелтәп, майҙанды ташлап китте.
Аҡһаҡал тәнәфес иғлан итте. Бер аҙ ялдан һуң төп өлөш – Хәжибәк менән Шәйехзада араһында ярыш башланасаҡ. Әлегә тәүге әйтештә еңгән аҡындарҙы йырлатып, бүләктәр тапшырырға тотондолар.
Юныс Шәйехзаданы ситтәрәк торған тирмәгә саҡырҙы. Ҡәҙерле ҡунаҡ кеүек мендәр өҫтөнә ултыртты, ҡымыҙ һуҙҙы.
– Шәп! Шәп! – тип ҡыуанысын йәшерә алманы. – Һуңғы үләңеңде тәүгә ишетәм. Ҡасан сығарҙың уны?
– Әле генә! – тине Шәйехзада, шат йылмайып. Уның бәйгегә сыҡҡан толпарҙыҡы кеүек йөрәге дарҫлап тибә, сикәләре ҡыҙарып киткән. – Ул һорауҙы әйтеш алдынан майҙанда ла биргәйнеләр бит.
– Эйе, эйе! Мин дә аңланым уны!
– Майҙанда ҡыҫҡа ла бара ине. Ә бында нимәлер етмәгән кеүек тойолдо. Шуға өҫтәп ебәрҙем.
– Һәйбәт килеп сыҡты! – Юныс, шатлығына түҙә алмай, улай-былай йөрөнө. – Әгәр ошолай йырлаһаң, һин еңәһең!
– Туҡта! Күҙ тигеҙәһең! – тип туҡтатты уны Шәйехзада. – Хәжибәк Ханбирҙе түгел! Һин беләһеңме? Ул бит ҡасандыр иң данлыҡлы аҡынығыҙ Берйән Хужағол, аҡынбикәгеҙ Сара менән әйтешкән.
– Ҡайҙан беләһең? – тип ғәжәпләнде Юныс.
Берйән менән Сара исемле аҡындар тураһында ишеткәне бар. Ә бына данлыҡлы сәсәндәр менән ошо Хәжибәктең осрашып әйтешеүе уның өсөн көтөлмәгән яңылыҡ ине.
– Аҡындар тураһында китапта уҡыным.
– Шунан? Еңгәнме уларҙы?
– Ул саҡта Хәжибәк йәш булған, егерме биштәр тирәһендә, – тине Шәйехзада. – Эш еңеү-еңмәүҙә түгел, шундай бөйөк аҡындар менән йәш көйөнсә әйтешкә сығыуы – үҙе ҙур мәртәбә.
– Булһын! Булһын! Һин унан да һәләтлерәк! Ун һигеҙ йәшеңдә маҡтаулы аҡынһың! – Юныс тулҡынланыуын йәшерә алманы, ҡапыл тубыҡланып, сәждә ҡылып та алды. – Эй, Хоҙайым, ярҙам итсе Шәйехзада ҡолоңа, уға тел асҡысы, аҡыл зиһене бир!
– Ҡибла яғына ҡарап уҡыманың! – тип көлдө Шәйехзада.
– Ҡайһы яҡта һуң әле ул ҡибла? – Юныс белешә һалды ла, дөрөҫләп, доғаһын ике рәҡәғәткә әүерелдереп, яңынан уҡыны.
Ул арала Шәйехзаданы әйтешкә саҡырҙылар.
Тәүҙә кем алдан йырларға тейешлеген асыҡлап, йәрәбә һалынды. Хәжибәк беренсе булып оҫталығын күрһәтергә тейеш ине.
Әйтеш аҡындарҙың үҙе менән таныштырыуынан, ярышыусыһына һорауҙар биреүенән, кәрәкһә, тормошҡа ҡарашын аңлатҡан үләңдәрҙе йырлауҙан һәм иң аҙаҡтан бер-береһенең йомаҡтарын сисеүҙән торасаҡ. Шуныһы Шәйехзаданы ҡыйын хәлгә ҡуйҙы: алдан әҙерләгән бар үләңдәрен ул әйтеш алдындағы майҙанда, аҙаҡ Ханбирҙе менән алышта әйтеп бөттө тиерлек. Хәҙер яңыларын уйлап табырға, быны тиҙ арала эшләргә кәрәк. Йомаҡтың да икенсеһен әйтергә тура килер, сөнки Хәжибәк Ханбирҙегә биргәнен ишетте һәм, әлбиттә, уның сиселешен тапҡандыр, яуабын да әҙерләгәндер.
Иң сетереклеһе шунда: Хәжибәк Шәйехзаданың йырлау алымын ишетте, һәр үләңен иғтибар менән тыңлап ултырҙы, тәжрибәле аҡын булараҡ, йәш егеттең бар етешһеҙлеген, сибек урынын күргәндер. Хәҙер шуларҙы файҙаланасаҡ, әлбиттә. Шәйехзада Хәжибәктең данлыҡлы аҡын икәненән башҡа бер ни ишеткәне юҡ. Йырлау үҙенсәлектәрен дә, ярышыусыһына тоҙаҡ ҡороу ысулдарын да белмәй. Ә ҡаҙаҡтарҙың әйтешенең төп әтнәкәһе шунда ла инде: һәр саҡ үҙеңә ҡаршы сыҡҡан аҡынды ауыр хәлгә ҡуйыу, уның һәр сығышын ипләп кенә, һиҙҙермәй генә юҡҡа сығарыу һәм, әлбиттә, яуап бирмәҫтәй һорауҙар биреү. Шуға Шәйехзаданың күңеле тыныс түгел. Юныс иһә, мүлдәкәнең Ханбирҙене еңел генә бөгөп һалыуына ҡыуанып, ете күк өҫтөндә йөрөй. Киләһе әйтештә лә шулай бөтәһе лә еңел булыр тип уйлай. Әммә Шәйехзада белә: Хәжибәк менән алыш бик ауырға тура киләсәк. Бында еңеү тураһында түгел, әйтештән йөҙөң яҡты сығамы-юҡмы – иң алда шул хаҡта борсолорға кәрәк.
Ханбирҙе менән Шәйехзада майҙансыҡҡа айырым-айырым сығып үләң әйткәйне, икенсеһе халыҡ араһында тыңлап торғайны. Хәжибәк менән Шәйехзаданың әйтешен башҡа төрлөрәк ойошторҙолар. Кешеләр уратып алған майҙансыҡтың уртаһына кейеҙ түшәп, йомшаҡ мендәр-юрған һалдылар, ике аҡынды ла шунда ултырттылар. Уларҙы саҡ ҡына ситтәнерәк уратып, баһа биреүсе аҡһаҡалдар, ауылдың хөрмәтле әкәләре урынлашты. Быҡтымбай ҙа улар араһында. Ҙур ағас туҫтаҡҡа һалып ҡымыҙ килтерҙеләр.
Оло аҡһаҡал беренсе булып ҡымыҙҙы тәмләп ҡараны ла ҡәнәғәт төҫ менән телен шартлатты:
– Телеңде йоторлоҡ! Ауыҙ итегеҙ, йәмәғәт!
Шунда уҡ башҡалар ҙа ағас һауыттарға үрелде.
Шәйехзада, йолаларҙы белеп бөтмәгәнгә, Хәжибәккә күҙ һирпте. Аҡын башҡалар кеүек ҡымыҙ эсеп торманы, тәмләп ҡараны ла ағас һауытты ашъяулыҡҡа ҡуйҙы. Шәйехзада ла шулай эшләне. Оло аҡһаҡал тағы берҙе ҡыҫҡаса ғына әйтештең шарттарын, маҡсатын халыҡтың иҫенә төшөрҙө, үҙе менән таныштырыу өсөн беренсе һүҙҙе Хәжибәккә бирҙе.
Аҡын эргәһендә ятҡан думбыраны алып, ҡылын сирткеләп ултыра ине, ҡапыл күҙҙәре янып китте, турая бирҙе, шунан ҡарашы томанлана биреп, эргәләге кешеләр аша алыҫҡа төбәлде. Думбыраһын дәртле итеп һуға башланы, шунан йырлауға күсте:
Мине белә барығыҙ,
Мин бит һеҙҙең балағыҙ,
Балағыҙ, ғуй, улығыҙ.
Һеҙҙең йырҙы йырлайым, ғуй,
Тыңлап-йырлап ҡарағыҙ.
Ҡаҙаҡ моңо – минең моң, ғуй,
Ҡаҙаҡ моңо – минең уй!
Мине дөрөҫ аңлағыҙ,
Әрләмәгеҙ, ҡаҡмағыҙ,
Мине белә барығыҙ.
Оҙон көйләп тормайым, ғуй,
Оҙаҡ һөйләп тормайым,
Һүҙҙе ситкә бормайым.
Уйҙарымды төйнәйем,
Аңламайым, тоймайым,
Ниңә беҙгә килгәнен
Истәктең мин белмәйем...
Ошо ерҙә Шәйехзада һағайҙы. Хәжибәк үҙе менән таныштырырға тейеш ине. Ә ул Шәйехзадаға өндәшергә йыйына түгелме?
Истәк ере – торлаҡ ул,
Буйын буйлап йәшәргә... –
тип йырлай ине был ваҡытта аҡын.
Торлаҡ тигән йылы урын
Батыр улһыҙ буламы?
Дәрте ашҡан йәштәргә
Таҡыр юлһыҙ буламы?
Теләмәгән йәшәргә –
Үгәй улы буламы?
Донъя булғас, бары бар,
Йәнһеҙгә ул барыбер.
Йәнлегә ул – йәшәр ер.
Йәнһеҙгә ул – насар ер.
Нимә генә оҡшамаҫ,
Тормош булмай ҡаҡшамаҫ.
Асыу-үпкә булһа ла,
Йәшәү дәрте бөтәме?
Ҡыйын-ауыр булһа ла,
Үҙе истәк булһа ла,
Халыҡ улы итһә лә,
Илен ташлап китәме?
Үҙ иленән ҡасҡан ир
Сит халыҡты аңлаймы?
Ниңә килеп еткән ул?
Алыҫ ерҙе үткән ул?
Сикһеҙ ҡаҙаҡ далаһын,
Уҡытам тип балаһын,
Ҡаҙаҡ өсөн буйлаймы,
Байырға тик уйлаймы?
Халыҡ дәррәү ҡул сапты, хуплаусы ауаздар яңғыраны. Хәжибәк ҡәнәғәт төҫ менән думбыраһын эргәһенә һалды ла ҡымыҙ эсә башланы.
Хәҙер майҙандағы бар күҙҙәр Шәйехзадаға төбәлгән ине. Ҡаҙаҡ аҡыны үҙе менән генә таныштырманы, хәйер, үҙе әйтмешләй, уны таныштырып тораһы юҡ, уны бында эте лә, бете лә белә, тигәндәй. Иң мөһиме – аҡын оҫта итеп һорау ҡуйҙы. Әйтеш шарты буйынса был өлөшкә күсергә әле иртәрәк ине, шуға Шәйехзада өсөн аҙыраҡ көтөлмәгәнерәк килеп сыҡты. Етмәһә, һорау ҙа ябайҙарҙан түгел, Хәжибәк бында истәктең уҡытып йөрөүенең мәғәнәһенә шик һиҙҙерҙе. Йәнәһе, үҙ илен ташлап китеп, аҡса эшләйем тип кенә йөрөгән кешенең мүлдәкәлегенән файҙа бармы икән?
– Әйҙә, Шәйкүлзада аҡын, оҫталығыңды күрһәт, – тине ул арала оло аҡһаҡал.
Хәжибәктең һүҙҙәре Шәйехзаданың зитына тейҙе. Әсе итеп яуап биргеһе, уны көлкөгә ҡалдырғыһы килде. Тик Юныстың “үпкәләп барма, үҙең көлкөгә ҡалырһың, тыныс бул” тигән һүҙҙәрен дә онотманы. Сафаға уҫал итеп әйткәс, аҙаҡ үҙе лә үкенеп ҡуйҙы бит. Тик ҡаҙаҡ аҡынының сәнсеп алыуын да яуапһыҙ ҡалдыра алмай ул. Әсәндең күрше ауылында Ҡәҙим тигән мулла бар ине. Уға бағышлап “Ҡәҙим мулланың һүҙе” тигән шиғыр ҙа яҙғайны Шәйехзада. Бына әле Хәжибәктең әйткәне шул Ҡәҙим мулла һүҙҙәре менән ауаздаш кеүегерәк тойолдо. Шәйехзада, бик үк ҡаты һуғылмаҫҡа тырышып, ҡаҙаҡ аҡынының һүҙҙәрен тоҙлап–борослап алырға булды:
Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?
Беҙҙә мәҙәк хәлдәр бар.
Ауыл һайын мәктәп бар.
Уҡығыҙ, ти, аталар,
Кеше бул, ти, аналар,
Тырышам, ти, балалар.
Ауыл һайын мәктәп бар, әү,
Ауыл һайын мәктәп бар.
Тик бар шундай муллалар,
Уҡыма, тип торалар.
Мәктәп бөтһөн, ти, улар,
Күп булһа, ти, муллалар,
Етмәҫ беҙгә ғөшөрҙәр,
Теймәҫ балдар һәм майҙар,
Китер беҙҙең ҡәҙерҙәр,
Уҡымаһын балалар, әү,
Уҡымаһын балалар.
Беҙҙә шундай мулла бар, әү,
Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?
Ошо ерҙә Шәйехзада юрамал ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтап алды. Әйткәненең халыҡҡа барып етеүен теләне ул. Аңланы уны халыҡ, аҡындың тынып ҡалыуынан файҙаланып, гөр итеп ҡул сапты, көлөшөп алды. Шәйехзада кешеләргә ҡарамаҫҡа тырышты. Әкрен генә думбыраһын сиртә башланы. Шулай ҙа күҙ ҡырыйына Юныстың борсоулы йөҙө салынып ҡалды. Тимәк, уға оҡшамаған дуҫының үләңе, ләкин шулай әйтмәйенсә булмай ине, юғиһә, тышҡа сығарылмаған хистәре күңелен өйкәп торор, әйтештә ары ҡатнашырға ҡамасаулар ине. Хәҙер Шәйехзада тынысланды, инде ҡаҙаҡ аҡынының һорауына ла яуап бирер, Хәжибәкте маҡтап та алыр. Юғиһә, ул, ана, ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән оло аҡһаҡалдың ҡолағына ниҙер шыбырлай.
Шәйехзада киренән думбыраһын ныҡлап һуғырға тотонғас та, халыҡ тынды, аҡынды ары тыңларға әҙерләнде.
Ай, ерем бар, ерем бар,
Урал тигән ерем бар,
Турғай тигән илем бар.
Зар илаған халҡым бар.
Тоҡомдарҙы ҡоротҡан,
Берен ҡуймай ҡол иткән
Уҫалдарҙы фашларға, әү,
Яуыздарҙы фашларға,
Ныҡ иҙелгән халҡымды
Яҡтылыҡҡа өндәргә,
Йырға-моңға әйҙәргә
Илгә биргән антым бар,
Шәйкүлзада атым бар, әү,
Шәйкүлзада атым бар.
Шәйкүлзада булғанда,
Ул йөрөгән урында,
Урал – Турғай буйында,
Ҡаҙаҡ-истәк ерендә,
Наҙанлыҡҡа юл булмаҫ,
Ҡаҙаҡ-истәк юйылмаҫ,
Дошманлыҡ һис тығылмаҫ,
Уға ирек ҡуйылмаҫ.
Дошманға һис юл булмаҫ, әү,
Дошманға юҡ, юл булмаҫ.
Кемдер берәү аҡ һөйләп,
Эше кире булғанда,
Бында торлаҡ табалмаҫ,
Беҙгә йәнәш баралмаҫ.
Берәү илен онотһа,
Үҙен генә ҡайғыртһа,
Ҡаҙаҡ-истәк ерендә,
Турғай – Урал илендә
Бында урын табалмаҫ, әү,
Уға урын табылмаҫ.
Шәйехзада йәнә йырлауҙан туҡтап, думбыраһының тауышын әкренәйтте. Шуны ғына көткәндәй, халыҡ тағы ҡул сабырға тотондо:
– Дөрөҫ әйтә! Афарин, истәк! Ана шулай! Әйт, әйт! Бөтәһен әйт!..
Хәжибәк йәнә оло аҡһаҡалға ниҙер шыбырларға тотондо. Шәйехзада әйткәндәрҙең ниндәйҙер өлөшө үҙенә ҡағылғанын һиҙенеп, аҡһаҡалдың әйтешкә ҡыҫылыуын талап итә ине, шикелле, сөнки йөҙө бик уҫал, ҡаштары емерелгән, ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән Шәйехзада яғына ҡарап ала. Уға ҡарата бер-ике йылы һүҙ әйтергә ваҡыт етте, буғай.
Ҡарҙар ҡаплап ерҙәрҙе,
Кипһә үлән тамыры,
Яҙҙың йылы ямғыры
Ағастарҙы, үләнде
Тағы сәскә аттырыр, әү,
Тағы сәскә арттырыр.
Халыҡ юлдан аҙашһа,
Ил тамырын таш баҫһа,
Хәжибәктәй аҡындар,
Гүйә, ҡылыслы ҡындар,
Ил тамырын һаҡларҙай,
Халыҡ юлын аҡларҙай
Аҡындарын арттырыр, әү,
Аҡындарын арттырыр!
Ил тамырын һаҡларҙай, әү,
Халыҡ юлын аҡларҙай!
Шәйехзада думбыраһына көслө итеп бер һуҡты ла шым ҡалды. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа майҙан тып-тын торҙо һәм бер аҙҙан көслө тауыштарға, ҡул сабыуҙарға күмелде. Халыҡҡа Шәйехзаданың Хәжибәкте маҡтауы ныҡ оҡшаны.
– Дуҫлыҡ! Шулай кәрәк! Хәжибәк – шәп аҡын! – тигән ауаздар ишетелде.
– Был аҡындың исеме нисек әле? – тип һораны алдараҡ ултырған теүәтәйле ир күршеһенән.
– Шәйкүлзада шикелле.
– Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул? Истәкме?
– Эйе, истәк. Беҙҙең мүлдәкә.
Оло аҡһаҡал телгә килде. Уның әйтеүенсә, хәҙер аҡындар бер-береһенә тағы һорауҙар бирә, һорауҙары булмаһа, тормошҡа, йәшәйешкә ҡарата үҙҙәренең фекерҙәрен әйтә. Әлегә аҡындар бер-береһенә торорлоҡ, икеһенең дә үләңдәре фәһемле, тапҡыр, аҡыллы булды. Шулай ҙа Хәжибәктең һорауы ла, яуабы ла аҡһаҡалдарға нығыраҡ оҡшаған икән. Ошондай баһа бирелгәс, халыҡ “геү” итеп ҡалды, бәхәстәр башланды. Ҡыйыуыраҡтар ризаһыҙлығын белдереп ҡысҡырҙы. Аҡһаҡал, баһа биреү менән бер аҙ ашыҡҡанлығын аңлап, көсөргәнеште йомшартырға теләне.
– Юҡ, юҡ! Әле бер ни ҙә хәл ителмәгән! Төп көрәш алда! Алда!..
– Шулай тиген! – тип ҡысҡырҙы бер егет. – Юғиһә, хәл иткәндәр! Беҙҙең фекер һеҙгә бушмы ни?!
Шау-шыу арҡаһында килеп тыуған тәнәфестән файҙаланып, Хәжибәк ашъяулыҡ аша Шәйехзадаға табан эйелде.
– Шәйкүлзада әкә! Бәлки, тормош тураһында үләңдәр әйтеп тормай, тура йомаҡтарға күсәйек? Һин ҡаршы түгелме?
Шәйехзаданы Хәжибәктең “әкә” тип өндәшеүе аптыратты. Уның тәҡдименә ни әйтергә белмәне. Ни өсөн Хәжибәк күрә тороп әйтештең үҙе өсөн иң уңайлы өлөшөнән, тормош хаҡында үләңдәрҙән, баш тарта? Уның шундай ҡобайырҙары бик күптер бит? Шәйехзаданы иң борсоғаны – ярыштың ошо өлөшө, сөнки уның тормош, йәшәйеш тураһында ауыҙ тултырып һөйләрлек шиғыры ла, фекере лә юҡ. Ул, аптыраған көндән, яҙ айында яҙа башлаған “Ғазазил”дан өҙөк уҡырға йыйына ине. Әлбиттә, әле барған әйтешкә ҡулайлаштырып, Хәжибәктең Юныс белешкән ҡайһы бер хәйләкәрлектәренә, алдашыуҙарына төрттөрөп. Шуға ул яурындарын ғына һелкетте:
– Аҡһаҡалдар ни тиер?
– Улар беҙ ни әйтәбеҙ – шуны тыңлар.
Хәжибәктең тормош хаҡында үләңдәрҙе йырлап тормаҫҡа, баш тартырға тәҡдим итеүенең үҙ сәбәбе бар ине. Ул был егет хаҡында бер ни белмәй, ә әйтештә иң мөһиме – ярышыусыңды ураған һайын семетеп алыу, шулай итеп ауыр хәлгә ҡуйыу. Бының өсөн ҡаршыңдағы аҡын тураһында күпте, бигерәк тә яҙмышының сетерекле яҡтарын табырға кәрәк. Хәжибәк Шәйехзаданың истәклеген, аҡса эшләйем тип килеүенең кире яҡтарын күпертеп ебәрергә иткәйне, истәк аҡыны ул уйлағанға ҡарағанда аҡыллыраҡ булып сыҡты, ауыр хәлдән бик анһат ҡотолдо, ҡотолдо ғына түгел, әйләндереп алып килеп, Хәжибәктең үҙенә бәрҙе һәм бик хәйләкәр итеп маҡтап ҡуйҙы. Был истәктең тапҡырлығын да, аҡыллылығын да күрһәтә. Әгәр хәҙер тормош хаҡында үләңдәрҙә был егет уның тураһында ҡайһы бер нәмәләрҙе төпсөнөп (Хәжибәктең иманы камил: ул, һис шикһеҙ, белешкән), халыҡ алдына килтереп сығарһа, аҡындың ауыр хәлгә ҡалыуы бар. Был истәк Хәжибәктең былтыр Дүсәнбайҙағы бер кеше менән ер өсөн судлашып, хәйлә һәм ришүәт ярҙамында эште үҙ файҙаһына ослап ҡуйыуы тураһында белмәй түгел, беләлер. Уларҙы ҡаҙып сығара башлаһа, был әйтештә Хәжибәктең еңеүе икеле. Әлбиттә, ул аҡһаҡалдарҙы алдан майлап ҡуйҙы, улар еңеүҙең Хәжибәк яғында булырына ышандырҙы. Тик юҡҡа алдан был хаҡта ҡысҡыра башланылар, ана, халыҡҡа был һис тә оҡшаманы. Бындай хәлдә алышты тиҙерәк йомаҡҡа алып барып бәйләргә кәрәк. Хәжибәк һәйбәт башватҡыс әҙерләне, уны истәккә сисеүе ауыр буласаҡ. Хатта теше лә үтмәйәсәк. Ә уныҡына ҡаҙаҡ аҡыны яҡынса яуап бирһә лә, Шәйехзаданың йомағын ике төрлө сисергә мөмкин ине, тип Хәжибәкте еңеүсе итеп тә ҡуясаҡтар. Аҡһаҡалдар менән шулай һөйләштеләр.
Егет яғынан ҡаршылыҡ булмағас, Хәжибәк оло аҡһаҡалға икеһенең фекерен шыбырланы:
– Тормош тураһында әйтешеп тормайбыҙ, йомаҡтарға күсәбеҙ.
Аҡһаҡал Хәжибәккә ғәжәпләнгән ҡарашын ташланы. Әйтештең ошо өлөшөндә ул йәш егет алдында үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтә ала ла баһа! Ошо хаҡта аҡынға әйтте. Ләкин теге үҙ һүҙендә ныҡ торғас:
– Йомаҡтар сисеүҙе башлайбыҙ! – тип иғлан итте аҡһаҡал.
Халыҡ был яңылыҡты ишетеп, ҡыҫҡа ваҡытҡа шымып ҡалды, шунан үҙ-ара шаулашырға кереште. Әлбиттә, йомаҡ сисешеү – әйтештең иң ҡыҙыҡ өлөшө, уны тыңлаусылар һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтә. Әммә тормошҡа ике аҡындың ике төрлө ҡарашы, бигерәк тә бер-береһенә төрттөрөүҙәре, семетеп алыуҙары, аҡланырға тырышыуҙары мәҙәк килеп сыға. Шуға халыҡ был яңылыҡҡа төрлөсә ҡараны.
Беренсе булып артҡы рәттәрәк торған Юныс тауыш бирҙе:
– Ә ниңә тормош хаҡында әйтеш булмай? Беҙҙең ишеткебеҙ килә!
– Эйе, эйе! Ҡыҙыҡ була ғуй ул! Ниңә булмай икән?
Юныс әйтештең ошо өлөшөн бигерәк ҡыҙыҡһынып көтә ине, сөнки Хәжибәктең хәйлә-алдашыуҙары хаҡында Юныс тапҡан хәлдәрҙе Шәйехзада бик мәҙәк итеп үләңенә бәйләп ҡуйғайны. Бигерәк тә Ғазазилдең Дүсәнбайға килеп, хәйлә менән бер ҡаҙаҡтың ерен тартып алыуы тураһындағы өлөшө ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан. Унда Хәжибәккә төрттөрөүҙе аңлап, рәхәтләнеп көлдө Юныс. Халыҡҡа ла оҡшар ине. Икенсенән, ҡаҙаҡ аҡынының бәҫен төшөрәсәк бер аҙ. Уны кешеләр ишетһә, мүлдәкә еңер ине! Халыҡ уның яҡлы буласаҡ.
Ул арала Хәжибәк аҡһаҡалға ниҙер шыбырланы.
– Беҙҙең йәш аҡыныбыҙ икенсе әйтештә ҡатнаша, – тине аҡһаҡал. – Уның хәлен аңларға кәрәк. Истәк арыны. Йәш егетебеҙгә ауырлыҡ тыуҙырмайыҡ... Йомаҡтар әйтеше башлана! Беренсе булып Хәжибәк аҡын үҙ йомағын әйтә!
Аҡһаҡалдың арыу хаҡындағы һүҙе Шәйехзаданы ныҡ аптыратты. Ҡайҙан килтереп сығарған? Ул һис тә арыманы, был турала бер ниндәй һүҙ ҙә булманы. Халыҡ та шаулашырға тотондо. Ул арала Хәжибәк, шау-шыуға иғтибар итмәйенсә, думбыраһын һуғып, йомағын әйтә лә башланы. Тауыш әкренләп тынды.
Минең әйтерем шул булыр,
Йомарланған һүҙ булыр.
Яманға ҡаршы урғылған,
Дошманға ҡаршы тулҡынған,
Диңгеҙҙән дә ятаулы,
Бейек тауҙай артыулы,
Тынмай ятҡан бар микән?
Туңмай ятҡан бар микән?
Ҡан сығармай яу ҡыйыр, ғуй,
Булаттан үткер, яу ҡыйыр,
“Мин-мин” тигән, “мин” тигән
Бауыры бөтөп донъяла
Хоҙай менән дан булыр,
Хандан ҡурҡмаҫ бармы икән?
Бейҙән ҡурҡмаҫ бармы икән?
Мәңге юлы ерекмәҫ,
Ағын һыуҙы аҡтырмаҫ,
Юлына туҙан ятҡырмаҫ,
Төнлөгөн ҡурҡып яптырмаҫ,
Атанан күреп уҡ юнған,
Иркә үҫеп, ир булған,
Толпар менеп ил күргән,
“Мин үҙем – мин хан, – тигән, –
Бар фарманым дан”, – тигән,
Хандан ғәйәр кем булыр, ау,
Бейҙән ғәйәр кем булыр?
Шәйехзада белә: ҡаҙаҡ аҡындары бер юлы өс-дүрт йомаҡ бирә торған. Бында ла үләңгә айырым өс һорау йәшеренгәнлеген тойомларға була ине. Тәүге өлөшөндә дәү, оло әйбер хаҡында һүҙ барғанға оҡшай, икенсеһе “мин-мин” тигәнендә айырым бер шәхес тураһында әйткәнлеге һиҙелә, өсөнсөһө, һис шикһеҙ, ил батырын данлай. Тик тәүгеһе – нимә? Дәү көс – халыҡмы, илме? Хәйер, улар – бер төшөнсә, тиергә мөмкин. Икенсеһе – “мин-мин” тигәне – батыр тиер инең, уның тураһында өсөнсө йомаҡта әйтелә. Ханмы? Юҡ, ул “хандан ҡурҡмаҫ”, тиелә бит. Улайһа, кем? Кем? Сәсәнме? Әлбиттә, сәсән! Башҡаса кем булһын? Ҡаҙаҡса – аҡын! Әлбиттә, ул!
Был уйҙар Хәжибәк туҡтап ҡалған ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, үҙе йырлай башлар алдынан, думбыра һуҡҡан арала Шәйехзаданың башынан йылтлап үтте.
Донъяла иң тулҡынлы,
Ҡайнап ағыр упҡынлы,
Юл да бирмәҫ артыулы,
Тәрәндә тынмай ятыулы –
Туңмай ятҡан ил көсө, әү,
Тынмай аҡҡан ил көсө.
Булаттай үткер, яу ҡыйыр,
Ҡан сығармай, яу ҡуйыр.
“Мин-мин” тигән, “мин” тигән,
Бауыры бөтөп донъяла
Хоҙай менән дан булған,
Аҡын булмай, кем булыр, ау,
Аҡын булмай, кем булыр?
Атанан күреп уҡ юнған,
Иркә үҫеп, ир булған,
Толпар менеп ил күргән,
“Мин үҙем – мин хан, – тигән, –
Бар фарманым дан”, – тигән,
Таянғаны ил булған –
Батыр булмай кем булһын, ау,
Батыр булмай, кем булһын?
Мәңге юлы ерекмәҫ,
Өҫтөнә туҙан ятҡырмаҫ,
Батыр сапҡан юл булыр, ау,
Данды тапҡан шул булыр.
Хәжибәктең, был миңә ҡағылмай, тигәндәй битараф, әммә шул уҡ ваҡытта бик етди, хатта уҫалыраҡ ҡиәфәттә ултырыуынан уҡ яуаптарҙың сәптең үҙәгенә эләккәнлеген аңларға була ине. Халыҡ та шуны тойомлап, ҡул сабырға тотондо. Бер аҙҙан майҙан тынып ҡалды. Бар йөҙҙәр Хәжибәккә төбәлде. Уның сикәләре ҡарағусҡылланып, ҡаштары емерелә биреп, ҡолаҡтары ҡыҙарып киткәйне. Был нимәне аңлата? Халыҡ уның яуабын көттө. Дөрөҫ системе Хәжибәктең йомарланған һүҙҙәрен истәк аҡыны, әллә юҡмы?
Был мәлдә Хәжибәк ҡабаланып уйланды. Бөтә бәлә шунда: истәк яңылышманы. Аҡын быны көтмәгәйне. Йомаҡтың тәүге өлөшөндә генә халыҡ хаҡында әйтелә тиергә лә була. Әммә халыҡ – шул уҡ “ил көсө” түгелме ни? Бында бәхәс ҡуптарыу файҙаһыҙ. Уның урынына ҡалған икәүһенә яуапты бер нисек тә инҡар итеү мөмкин түгел. Танырға тура килә: Шәйкүлзада дөрөҫ систе йомарланған һүҙҙе. Хәҙер аңлай аҡын: ике төрлө яуап бирерлек, шыйғалағыраҡ йомаҡ әйтергә кәрәк булған, ә бында башҡаса сиселеш юҡ. Хәҙер Хәжибәк, дөрөҫ, тиер ҙә ул. Шунан? Әгәр истәктең йомағын сисә алмаһа? Әлбиттә, туранан-тура яуабын таба алмаһа ла, яҡынса тойомлар һүҙен. Алдан һөйләшкәнсә, аҡһаҡалдар уның яуабын аҡларға, дөрөҫкә яҡын тип алып барып сығарырға тырышыр, ләкин күңелдә әрнеткес төйөр барлыҡҡа килде. Алдында ултырған малай тип әйтерлек йәш кенә егеттең көслөрәк икәнлеген, үҙенең бирешә, ҡартая башлауын аңлауҙан ине ул. Ошо тойғо олпат аҡынға яуабын яҡшылап уйларға, һүҙ әйтергә ҡамасаулай. Нисек кенә аҡланһаң да, йомаҡ менән ауыр хәлгә эләгеүе көн кеүек асыҡ. Хәҙер иң мөһиме – халыҡ алдында оятҡа ҡалмау. Бының дөрөҫ юлы – көрәшсеңде юғары баһалау, уны маҡтау. Хәжибәк шулай итте. Бар көсөн һалып, йөҙөнә йылмайыу сатҡыларын сығарҙы һәм думбыраһын һуғырға тотондо.
Шәйкүлзада, тинеләр,
Шәйкүл сәсән, тинеләр.
Аҫта ятҡан төйөрҙө
Анһат сисә, тинеләр.
Аҡын да аҡын икәнһең,
Аңлар аҡыл икәнһең.
Йомарлаған һүҙемде
Ыңғай яҡҡа һиҙендең,
Хаҡ ишеккә һин индең.
Йәшеренгән ул өстө
Дөрөҫ итеп һин систең.
Ва-а-ай! Ва-а-ай!
Халыҡ дәррәү ҡул сапты. Был, бер яҡтан, Шәйехзаданы ҡотлау булһа, икенсенән – дөрөҫ яуап бирелеүен Хәжибәктең бәхәсләшеп тормай таныуына рәхмәт билгеһе лә ине. Юғиһә, йыш ҡына ошо йомарланған һүҙ әйтешендә талаш килеп сыға торған.
Бына истәк аҡынына йәшеренгән һүҙен әйтергә сират етте. Ҡаҙаҡ далаларына юлланыр алдынан Шәйехзада, башҡорт сәсәндәренә оҡшатып, Салауат тураһында ҡобайыр яҙа башлағайны. Шунда халыҡ батыры кис усаҡ янында ҡурай тартып, йыр йырлап ултырғанда яугирҙарына, һуғышсыларға ике йомаҡ бирә. Шуның береһен әйтергә булды егет.
14
Әлбиттә, оҙонға һуҙмай, туранан-тура йомаҡҡа күсергә мөмкин ине, әммә әйтештә улай ярамай. Иң ябай һорауыңды ла бөҙрәләтеп, матурлап, сәскәләргә төрөп бирергә кәрәк. Тыңлаусыға һорау мөһим түгел, ә һорауҙың нисек бирелеүе мәртәбә. Аҡындың йырын, оҫталығын күңеленә яҡын итә халыҡ.
Йомаҡ, тигәс, ни тием, әү,
Йомаҡ тигәс, ни тием? –
тип башланы йырын Шәйехзада, шунан ҡапыл думбыраны аҫҡараҡ төшөрҙө лә ҡылдарҙы уң аяғының бармаҡтары менән һуғырға кереште. Быны көтмәгән халыҡ “аһ” итте лә ҡыҫҡа ваҡытҡа тын ҡалды, шунан егетте ҡеүәтләп шаулашырға тотондо. Шәйехзада уң ҡулы буш булғанға, уны өҫкә күтәреп шауламауҙарын үтенде һәм йырын дауам итте:
Өшөттөрә, туңдыра,
Бирегеҙсе, думбыра,
Серле йомаҡ тигәндә,
Аяҡтарым булдыра!
Йомаҡ тигәс, ни тием, әү,
Йомаҡ тигәс, ни тием?
Йомарланған һүҙ, тием,
Асылмаған күҙ, тием.
Сиселгәнсә түҙ, тием.
Йомаҡ тигәс, ни тием, әү,
Йомаҡ тигәс, ни тием?
Өндәшмәгән – ул бейем,
Кейелмәгән – ул кейем,
Урмандағы – ул тейен,
Тотоп булмаҫ – ул кейек!
Йомаҡ тигәс, ни тием?
Йомаҡ тигәс, һорайым,
Инәлдереп тормайым, –
ошо ерҙә Шәйехзада думбыраһын өҫкә ырғытып ебәрҙе лә, төшөп килгәндә кире яҡҡа тотоп алып, һул ҡулы менән һуғып, йомағын ослап ҡуйҙы:
Тере көйө йән биреү, әү,
Тере көйө йән биреү,
Нимә була икән ул, ау,
Нимә була икән ул?
Шул саҡта майҙанда ни булғанлығын күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Халыҡ аҡылдан шашҡан кеүек, тыйылып тормайынса, “һай” ҙа “һай” тип ҡысҡыра, ҡул саба, ырғый, көлә, бер-береһен төрткөләй башланы. Иң ғәжәбе – ошолай һоҡланыуҙарынан, шатланыуҙарынан тиҙ генә туҡтарға уйламай ҙа ине. Истәктең думбыраны туптай күреп шаярыуы бөтәһен дә хайран итте.
Әйтеште дауам иттереү өсөн урынынан торған аҡһаҡал бер аҙ көттө лә, шау-шыу тынмағас:
– Тауыш! Тынысланығыҙ! – тип ҡысҡырҙы.
Әммә уны бер кем дә ишетмәне. Халыҡ шаулашыуын дауам итте.
Аҡһаҡал уң ҡулын өҫкә күтәргән хәлдә тора бирҙе. Быны күреп, кешеләр бер-береһенә ымланы, тынысланырға кәрәклеген аңланы.
– Хәжибәк аҡындың яуабын көтәбеҙ, – тип иғлан итте аҡһаҡал.
Майҙан тып-тын булды. Йомаҡ еңелдән түгел, был һәр кемгә аңлайышлы, ләкин тәжрибәле аҡындар бындайҙарын ғына сисмәгән йомарланған һүҙҙең, күпкә ҡатмарлыраҡтарын да “һә” тигәнсә сәтләүектәй ярып ташлағандары бар.
Хәжибәк думбыраһын алды, ашыҡмаған хәрәкәттәренән уның көсөргәнешле уйланыуын һиҙергә була. Бына аҡын әкрен генә думбыраһын һуғырға тотондо, әммә йырын һаман да башламай, ниҙер күрергә теләгәндәй, ҡарашын алыҫҡа төбәп ҡатып ҡалды, фәҡәт бармаҡтары ғына ҡылдар өҫтөндә ырғыуын дауам итте.
Шәйехзада тулҡынлана башлауын тойҙо. Үҙе уйлап сығарған был йомаҡты егет күп кешегә әйткәне бар, тик ошоғаса уны бер кемдең дә сисә алғаны юҡ, хатта яуапҡа яҡын да юлламайҙар. Ҡаҙаҡ аҡынының да уға теше үтмәҫкә тейеш тип уйлағайны Шәйехзада. Ә бына әле, ни өсөндөр, үҙенә йомаҡ үтә лә ябай кеүек тойолдо, күп әйтештәрҙә ҡатнашып, еңеп сыҡҡан Хәжибәк кеүек тәжрибәле аҡынға уның ҡабығын ярыуы ҡыйынға төшмәҫ һымаҡ.
Думбыраһын һуғыуын дауам иткән Хәжибәк һаман йырларға тотонмай. Ул аңлай: хәҙер йомарланған һүҙҙең серен таба алмаһа, әйтеш тамам буласаҡ, данлыҡлы аҡын еңеләсәк. Шулай уйлау ғына ла Хәжибәктең бөтә тәнен өшөтөп ебәрҙе, арҡаһы буйлап һалҡын тир ағып төштө. Еңелеүҙән ҡурҡыу Хәжибәктең зиһенен ҡатырҙы, аҡылын томаланы, ул йомаҡтың эсенә үтеп инер ишекте төҫмөрләй алмай аптыраны.
Тере көйө йән биреү... Тере көйө йән биреү... Нимә ул? Йоҡлаумы?.. Бындай яуап бигерәк ябай... Йоҡлағанда кешенең йәне үҙендә була, бер ҡайҙа ла китмәй... Улайһа, нимә?.. Ары һуҙырға ярамай. Ана халыҡ түҙемһеҙләнеп шаулаша башланы. Тағы нимә бар? Бәлки, иҫте юғалтыуҙыр?.. Эйе, иҫте юғалтыу! Башҡа нәмә уйлап торорға ваҡыт та ҡалманы... Яҡынса оҡшаған бит. Аҡһаҡалдар иҫкәртте бит уны: йомарланған һүҙҙе сисә алмаһаң, өндәшмәй ҡала күрмә, оҡшағаныраҡ яуап табырға тырыш, беҙ нисек тә һине яҡларға, аҡларға тырышырбыҙ.
Тыңлаусыларҙың үҙенә мөнәсәбәтен йылытыу өсөн яуабын йәнә истәк аҡынын маҡтауҙан башламаҡ итте. Йомаҡҡа дөрөҫ яуап табыуы өсөн истәкте бая юғары күтәреүе барыһына ла оҡшағайны, ғуй, шул сәбәпле үҙенә ҡарата ыңғай ҡарашты тойомланы Хәжибәк.
Шәйкүлзада, тинеләр,
Шәйкүл – аҡын, тинеләр,
Аҡын да аҡын икәнһең,
Тәрән аҡыл икәнһең,
Йомғағыңдың асҡысын
Ныҡ йәшерә икәнһең.
Йомарланған һүҙ сисеү
Ул – булмаған һыу эсеү,
Ябыҡ ишеккә инеү,
Емешһеҙ ағас тиреү.
Әммә беҙ һыуҙы эстек.
Ябыҡ ишеккә индек,
Емешһеҙ ағас тирҙек,
Йомаҡ асҡысын күрҙек,
Тере көйө йән биреү –
Иҫте юғалтыу, тинек, ау,
Иҫте юғалтыу, тинек!
Халыҡҡа яуап оҡшаны. Улар “гөр” итеп ебәрҙе, оҙаҡ итеп ҡул сапты. Хәжибәк еңе менән маңлайына бәреп сыҡҡан тирен һөрттө, ҡәнәғәт төҫ менән йылмайҙы һәм алдындағы һауыттан ҡымыҙ эсә башланы. Аҡһаҡал, уң ҡулын өҫкә күтәреп, шау-шыуҙы туҡтатырға маташып ҡараны ла, халыҡ уны тыңламағас, Шәйехзадаға боролоп башын һелкте. Йәнәһе, әйҙә, яуабыңды әйт, быларҙы тынысландырып булмаҫ, туҡтатһаң, һин генә туҡтатырһың. Ысынлап та, Шәйехзаданың думбыраһына бер һуғыуы булды, майҙанда тынлыҡ урынлашты. Егет йырлай башланы.
Көләс йөҙлө бар халҡым
Һыҡтап илап торғанда,
Сәскә атҡан илемде
Ҡанлы ҡором баҫҡанда,
Көмөш кеүек йылғамды
Юшҡын-үлем быуғанда
Илен һөйгән ир булһа,
Үҙем тыуған ер, тиһә,
Шундай батыр ат менмәй
Тынып өйҙә ятырмы?
Батыр өсөн дошманға
Ер биреү һәм ил биреү –
Тере көйө йән биреү
Менән берҙәй түгелме, әү,
Йән биреүҙәй түгелме?!
Ҡул саптылар, әммә ул шыйыҡ та, сибек тә ине. Сөнки халыҡ ҡаушабыраҡ ҡалды. Улар аңламаны: истәк аҡынының яуабы нимәне аңғарта? Хәжибәк дөрөҫ сисмәгән тигәндеме? Әллә бында әйтеп бөтөлмәгән фекер бармы? Аҡһаҡалдар ҙа, бер-береһенә эйелеп, кәңәшләшергә тотондо.
Был ваҡытта халыҡ араһында төрлө тауыштар ишетелде:
– Нимә булды инде яуабы?
– Илде дошманға биреү! Ерҙе!
– Иҫ юғалтыу түгелме улайһа?
– Түгел шикелле. Аҡһаҡалдар ни тиер?
Шул уҡ ваҡытта икенсе төрлө фекерҙәр ҙә ҡысҡырҙылар:
– Хәжибәк дөрөҫ сисмәне!
– Хәжибәк еңелде!
– Истәк еңде! Истәк!
Ул арала оло аҡһаҡал урынынан торҙо.
– Беҙ бында кәңәшләштек... Әлбиттә, Хәжибәк аҡындың яуабы Шәйкүлзада аҡындың яуабынан айырыла... Айырыла кеүек. Әммә, төптән ҡараһаң, йомаҡ үҙе ике төрлө сиселешкә юл бирә. Шәйкүлзада аҡын йомағының ниндәй тарафта икәнен баштан саҡ ҡына аңлатһа, илен, ерен һөйгән ир тураһында булыуын һиҙҙерһә, Хәжибәк аҡын, һис шикһеҙ, ундай батыр өсөн илен юғалтыу тере көйө йән биреүгә бәрәбәр икәнлеген аңлар ине. Ә инде йомаҡта, бер ниндәй йүнәлеш бирелмәйенсә, “тере көйө йән биреү нимә була?” тип һоралғас, “иҫ юғалтыу” тип яуап бирергә генә ҡала. Шуға күрә, яуап дөрөҫ бирелде тип иҫәпләйбеҙ һәм еңеүсене асыҡлау өсөн йәнә яңы йомаҡтар бирергә саҡырабыҙ. Беренсе булып Хәжибәк аҡын әйтә.
Бындай хәбәрҙе ишеткәс, халыҡ шаулаша башланы, ҡәнәғәтһеҙ тауыштар ишетелде, ләкин аҡһаҡалдар иғтибар биреп торманы.
Хәжибәк ҡулына думбыраһын алды. Уның ҡәнәғәт йөҙөндә йылмайыу уйнай ине. Аҡын йомағын, йәнәһе, әле генә уйлап сығарырға теләгәндәй, думбыраһын һуғып, бер аҙға тынып ҡалды. Әлбиттә, ул йомарланған һүҙен алдан әҙерләгәйне. Йомаҡты донъяға ҡапыл тыуҙыра алыу оҫталығын күрһәтеү халыҡҡа һәр саҡ көслө тәьҫир иткәнлеген белгәнгә, маңлайын сырыштырып, бер нөктәгә текәлеп, оҙаҡ ҡына думбыра һуҡты.
Бына аҡын йәнләнә төштө, күҙҙәрендә ут тоҡанды һәм йырлауға күсте. Тәүҙә йәнә истәк аҡынын маҡтап алды, уның аҡылына, оҫталығына һоҡланды. Йомабикәне лә онотманы, ҡыҙҙың сибәрлеге аҡындарға илһам, дәрт биреүен көйгә һалды, майҙанға йыйылған халыҡҡа ла йылы һүҙ йәлләмәне, йыр, үләң яратҡандары өсөн рәхмәт әйтте.
Хәжибәктең һәр һүҙен диҡҡәт менән тыңлаған Шәйехзада йомаҡҡа күсеүен түҙемһеҙләнеп көттө, йомарлаған серенең һәр һүҙен иҫтә ҡалдырырға әҙерләнде. Йомаҡ-ялҡында һәр осҡон мөһим, сиселеш уларҙың иң ябайының, иң кәрәкмәгән кеүек тойолғанлығының эсенә йәшеренеп ятыуы ихтимал. Шуға Хәжибәктең төп өлөшкә күсмәй, һаман сит нәмәләр тураһында йырлап ултырыуын оҡшатманы. Ниңә һуҙа ул?
Бының сере ябай ине. Хәҙер әйтештең хәл иткес мәле башлана. Еңеүсене асыҡлау бәхәс тыуҙырһа, аҡһаҡалдарҙың һүҙенә ҡарағанда тыңлаусыларҙың фекере алға сыға. Улар көслө алҡышлап, ҡысҡырышып еңеүсене билдәләүгә ныҡ йоғонто яһай. Хатта аҡһаҡалдарҙың ҡарарын юҡҡа сығара ала. Шуға ла Хәжибәктең йырын оҙонға һуҙыуы халыҡҡа үҙен оҫта аҡын итеп күрһәтергә, оҡшарға теләүе ине.
Ниһайәт, ул йомағына күсте:
Тау-урманы күп икән,
Маҡтамайҙар һис тиккә.
Маҡтаһын тип мин көтәм,
Тик йырламам мин бүтән,
Ул тарафтан мин китәм.
Ағас-таштан ҡыу ҡалған,
Өҫтөн япҡын нар һалған,
Сағыл, тауҙан ҡыу булған,
Ҡомдан сәйел тау ҡалған,
Һум елендән һөт аҡмаҫ,
Һыуһап йотом һыу тапмаҫ.
Шундай ерҙән килә, ти, ау,
Шундай ерҙән килә, ти,
Бүреләй бала үҫтергән,
Үҙе эйәр киҫтергән,
Ишәктән моңло ҡысҡырған,
Бүтән моңо булмаған.
Ҡаяла талпынған бөркөтөн,
Толпарҙа елкенгән егетен
Алмаштырған бер бөтөн, әү,
Алмаштырған бер бөтөн –
Кем һуң шунда ялпанлай?
Ҡолаҡсыны һәлпәнләй, әү,
Ҡолаҡсыны һәлпәнләй?
Әйтештә иң ауыры – йомаҡты тулыһынса хәтергә һеңдереү һәм яуабыңда уларҙы ҡабатлап әйтеү. Ул яҡтан Шәйехзаданың хәтере шәп, шиғыр-үләңдәр бер уҡып-тыңлауҙан иҫендә ҡала. Ә бына йомарланған һүҙ әйтешеүҙә хәтерләү генә түгел, йәшеренгән серҙе тиҙ табырға кәрәк. Нимә ул “тау-урмандар”? Моғайын, Шәйехзаданың тыуған иле, Урал яғы, башҡорт илелер. Башҡа ни булһын? Ағас-таштан ҡыу ҡалған, тип теҙеп киткәне ошо тирәне аңлатырға тейеш, даланы. Икенсе төр нәмә түгелдер? Юҡ, түгел. “Бүреләй бала үҫтергән” – нимә ул? Бүреләй... Балаһы ҙур, тимәк. “Үҙе эйәр киҫтергән” – уныһы нимә тағы? “Үҙе – эйәр”... Эйәр... Туҡта! Был бит – дөйә! Уның балаһы ла ҙур булып тыуа. Бүреләй. Үркәстәре эйәр кеүек! Тауышы ла матур, ишәктеке кеүек түгел! Дөйә! Эйе, дөйә! Ҡаялағы бөркөттө, толпарҙағы егетте алмаштырған кем? Уларҙы кем алмаштыра ала? Башына бер фекер килмәй. Ни эшләргә? Яуапты тапмаһа, еңелә бит! Йомабикә алдында үҙен сәсән, аҡын, шағир тип һанаған кеше шулай тиҙ бирешерме? Юҡ, юҡ! Ни эшләргә?
Шәйехзада думбыраһын һуҡҡан арала ҡабаланып ошоларҙы уйланы. Был көсөргәнешле әйтештән ул үҙенең арый башлауын тойҙо. Ары һуҙыу мөмкин түгел. Шәйехзада яйлап яуабын йырларға тотондо, үҙе шул ваҡытта мейеһенең бер өлөшө менән “бөркөт менән егетте кемдең алмаштырыуы мөмкин?” тип уйланды. Шул уҡ ваҡытта икенсе уй мейеһен сүкей: “Еңелергә ярамай! Еңелергә ярамай!” Йомабикә алдында оятҡа ҡала! Ҡыҙ, уға ышанып, ошо әйтешкә ризалығын бирҙе, ә Шәйехзада... Юҡ, юҡ! Ул еңелмәйәсәк!
Урман-дала тигәнең –
Истәк ере булалыр,
Маҡтаһын тип көткәне –
Минән көтөү булалыр.
Ағас-таштан ҡыу ҡалған,
Тиеп теҙеп киткәнең –
Бер йоторҙай һыу ҡалған
Дала тигән ер икән,
Бүреләй бала үҫтергән,
Үҙе эйәр киҫтергән,
Ишәктән моңло ҡысҡырған,
Бүтән моңо булмаған –
Күркәс дөйә шул икән, әү,
Күркәс дөйә шул икән.
Шәйехзада йырлаған арала ҡабаланып уйланы: толпарҙағы егетте кем алмаштырған? Кем ялпанлай ҡолаҡсыны менән? Ҡапыл, йәшен кеүек ялт итеп, уй килде: ҡаҙаҡ! Ҡаҙаҡ батыры!.. Шунда уҡ был фекере шиғыр булып күңелгә ятты.
Бөркөт менән егетте
Алмаштырған бер бөтөн,
Алмаштырған бер бөтөн –
Дөйә өҫтөндә ялпанлап,
Ҡолаҡсыны һәлпәнләп,
Ҡаҙаҡ тигән ир икән, әү,
Ҡаҙаҡ батыры икән!
Шәйехзада йәнә думбыраһын өҫкә ырғытып, төшөп килгәндә тотоп, уйнай-уйнай яуабын ослап ҡуйырға иткәйне, хәленең бөтә барыуын самалап, тыйылды. Ә халыҡ уның йәнә шулай ҡыланыуын көткәнгәме икән, шыйығыраҡ ҡул сапты, артыҡ ҡысҡырыуҙар ҙа булманы. Фәҡәт Юныстың:
– Дөрөҫ! Дөрөҫ! Йомаҡты систе! – тип һөрәнләүе генә Шәйехзаданың ҡолағына салынып ҡалды.
Хәжибәк тә арыған ине шикелле. Йөҙөндә тыңлаусыларға оҡшарға теләп йылмайыу һүрелә төшкән, ҡаштары емерелгән, ҡиәфәте ҡәнәғәтһеҙлек менән һуғарылған. Шуның буйынса ла истәк аҡынының йомаҡты дөрөҫ сискәнлеген тойомларға мөмкин ине.
Хәжибәк был юлы оҙаҡ йырлап торманы, Шәйкүлзада хаҡында маҡтап ҡыҫҡа ғына үләң әйтте лә яуаптарҙың дөрөҫлөгөнә ишара яһаны, шунан истәк аҡынынан йомарланған һүҙ көтөүен аңғартты.
Шәйехзада Салауат батыр хаҡында яҙа башлаған ҡобайырындағы йомаҡтың икенсеһен дә алдан әҙерләгән ине. Шуны йырлап ишеттерҙе:
Булған саҡта тоймайһың,
Булмағанда тояһың,
Йәнең өсөн тереклек,
Тәнең өсөн береклек,
Унһыҙ халҡым бар түгел,
Унһыҙ илем ил түгел,
Уға һәр кем зарыға,
Тын алыуы тарыға,
Булған саҡта тоймайһың,
Булмағанда тояһың,
Нимә була икән ул, әү,
Нимә була икән ул?
Хәжибәк ни уйларға ла белмәйенсә ҡаушап ҡалды. Булғанда тоймайһың, булмағанда тояһың! Һауамы? Тик “тын алыуы тарыға” тип тә әйтелә, булмағанда – тарыға ғына, һис тә тын ала алмай түгел ғуй. Улайһа – нимә?
Хәжибәк көсһөҙлөгөн тойоуҙан, еңелһә, оятҡа ҡалыуҙан ҡото алынып, ҡыҙарып китте, маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир тамсылары бәреп сыҡты. Ә халыҡ, уға төбәлеп, яуабын көтә.
Хәжибәк думбыраһын ҡулына алды. Күпме генә уйлаһа ла, кеше һауаны булғанда тоймай, булмағанда тоя тигән фекерҙән ары китә алманы. Йомаҡтың “унһыҙ халҡым бар түгел, унһыҙ илем – ил түгел” тигән урындарына яуабының тап килеп етмәүен һиҙенә ул, әммә башҡаса сисеү таба алмай. Таба алмай! Ярай, хәл итте! Һауа, тиер. Ә йомаҡтың ил, халыҡ өлөшөнә ҡағылып тормаҫ.
Яуабын ғәҙәттәгесә башлап, истәк аҡынын маҡтап алды ла яуабына күсте:
Йәнең өсөн тереклек,
Тәнең өсөн береклек,
Булмағанда тояһың,
Булған саҡта тоймайһың,
Булғанында һулаған,
Булмағанда туймаған
Һауа була түгелме, әү,
Һауа була түгелме?
Тыңлаусылар ҙа яуаптың ҡойтолоғон һиҙенде, арлы–бирле ҡул сабып, шаулашырға тотондо.
– Дөрөҫ түгел! Яңылышты! Истәк, әйт яуабыңды! – тигән тауыштар ишетелде.
Аҡһаҡалдар ҙа, бер ергәрәк өйөлә биреп, кәңәшләшергә кереште. Уларҙың да фекере ҡапма-ҡаршы килә ине шикелле: икәүһе бер-береһенә төкөрөк сәсеп, нимәлер иҫбат итергә маташты. Оло аҡһаҡал, һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмай, Шәйехзадаға йомаҡтың яуабын ишеттерергә ҡушты.
– Минең халҡым һуңғы өс йөҙ йыл эсендә туҡһан тапҡыр ирек яулап баш күтәргән. Был йомаҡ башҡорт халҡының, һеҙҙеңсә, истәктәрҙең, ана шул көрәштәге төп ауазын аңғарта, – тип әйтте лә Шәйехзада думбыраһын һуғып йырлап ебәрҙе:
Албаҫтылай дошмандар
Ерем бағып килгәндә,
Ерем бирһәм – ил бөтөр,
Илем бөтһә – көн бөтөр,
Унан беҙгә ни булыр?
Мең халыҡлы ҙур илем
Сит дошманға ҡол булыр.
Тышауланған ҡол белә:
Иң ҡәҙерле донъяла –
Булған саҡта һиҙелмәй,
Булмағанда тойола –
Йәнең өсөн тереклек –
Тәнең өсөн береклек –
Ул бит була иреклек!
Әле генә бер-береһенә ҡаршы әйтеп, һүҙ көрәштергән кешеләр, Шәйехзаданың яуабын ишеткәс, ҡапыл бер төйөргә әүерелде, бер фекергә күсте, берҙәм ҡыуаныс кисерҙе һәм шатлыҡлы ауаздар әйтеп, оҙаҡ ҡул сапты. Был йомаҡҡа берҙән-бер дөрөҫ яуаптың фәҡәт ошолай булырға тейешлеген аңлата ине уларҙың шаулашыуы.
Әммә аҡһаҡалдарҙың ҡарары икенсе төрлөрәк ине буғай, сөнки оло аҡһаҡал урынынан тороп, уң ҡулын өҫкә күтәреп, тынысланырға кәрәклеген аңлатты. Уның был ҡылығында дөйөм фекер менән килешергә теләмәүҙе тойоп, халыҡ шаулашыуын дауам итте. Хатта барыһының бер кешеләй булып:
– Истәк еңде! Истәк еңде! – тип ҡысҡырыуы дала өҫтөндә оҙаҡ яңғырап торҙо.
Был ауазға яуап итеп, аҡһаҡал уң ҡулын күтәргән көйө килешмәүен аңлатып, башын сайҡаны.
Оҙонға һуҙылған шау-шыу әкренләп кәмене. Ҡайһы берәүҙәрҙең генә һөрәнләүе асыҡ ишетелә:
– Әйтеш бөттө – истәк еңде!
– Ниңә баш сайҡайһың? – тип өндәште уҫалыраҡ бер ир ҡулын күтәреп торған аҡһаҡалға. – Дөрөҫлөктө йоморға итәһеңме? Өйрәнгәндәр! Етте һеҙгә! Халыҡ фекерен тыңлағыҙ! Еңде истәк!
Ниһайәт, оло аҡһаҡалға һүҙ әйтергә форсат тыуҙы:
– Йәмәғәт! Ырыуҙаштар! – тип башланы һүҙен аҡһаҡал. – Был йомаҡта ике төрлө яуап...
Аҡһаҡалға ары әйтергә бирмәнеләр. Халыҡ, ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡҡандай, геүләп китте.
– Етте! Бер тапҡыр алдаштығыҙ! Килеп сыҡмаҫ! Хәжибәк сисмәне! Ул “һауа”, тине! Истәк “иреклек” тине! Истәк еңде! Истәк еңде! – тигән тауыштар бик көслө яңғыраны. Уларҙы туҡтатыр, тыйыр әмәл юҡ ине.
– Дөрөҫ систе, дөрөҫ! Ике төрлө яуабы бар! – тигәндәре лә ишетелеп ҡалды. Улары көсһөҙ һәм һирәк булғанлыҡтан, тәүгеләренең тулҡыны аҫтында йотолдо.
Оло аҡһаҡал фекерен әйтеп бөтмәүен аңлатып, уң ҡулын күтәргән көйө тора бирҙе. Халыҡ тағы нығыраҡ шаулаша башланы. Бер мөйөштәрәк йыйылған йәштәр:
– Шәйкүлзада еңде! Шәйкүлзада еңде! – тип ҡысҡыра бирҙе.
Бер мәл:
– Туҡтағыҙ әле! – тине кемдер көслө тауыш менән. – Тыңлайыҡ, нимә тиер икән?
Халыҡ әкренләп тыныслана төштө, ҡысҡырыуҙар юҡҡа сыҡты. Тулы тынлыҡ урынлашты. Был тынлыҡ дауыл алдынан тәбиғәттең ҡара болоттар менән ҡапланған, көслө ғәрәсәт вәғәҙәләгән шомло ваҡытына оҡшағайны.
15
Йомабикә майҙандағы кешеләргә күренмәһә лә, әхирәттәре, еңгәләре менән бергәләп тирмәнең асыҡ ишеге аша әйтеште башынан алып күҙәтте. Эргәһендәгеләр уның тыныслығына аптыраны.
– Йомабикә, кем еңер, тиһең? Хәжибәк өҫкә сыҡһа, шул ҡарт бабайға өсөнсө бисәлеккә барырһыңмы? Мүлдәкә лә матурлыҡ өләшкәндә һуңлаған инде... Ниңә Юныс ҡатнашмай икән? – тигән кеүек һорауҙар төрлөһөнән ишетелеп тора.
Йомабикә яуап бирмәй, ишектең төбөндә тиерлек ултыра, ҡыҙыҡһынып майҙанға төбәлгән. Бындағылар шаулашып, ишетергә ҡамасаулаһа ғына телгә килә:
– Ҡысҡырышмағыҙ! Бер ни ишетелмәй!
Шунда уҡ башҡалар шым ҡалып, ишеккә яҡынлаша.
– Ни булды? Кем еңеп бара? Аҡһаҡал ни ти?
Йомабикәнең әхирәттәре лә, еңгәйҙәре лә әйтештең аҫтына йәшерелгән серҙе белмәй. Фәҡәт Быҡтымбай һораған ҡалымды Юныстың атаһы түләргә булғанлығына аптырайҙар, ышанырға теләмәйҙәр.
– Буш һүҙҙер ул! Шунса байлыҡты нисек сит кеше өсөн түләй ул?
– Мүлдәкә Юныстың дуҫы ғуй. Атаһын күндергән, тиҙәр.
– Ҡалым бит бер баш йылҡы йәки һыйыр түгел! Бер һандыҡ алтын! Кит, булмаҫ. Ышанмайым. Бирмәҫ ундай байлыҡты!
– Нисек ышанмайһың? Аҡһаҡалдар әйтешкә үткәрә буламы мүлдәкәне, ҡалымды түләрлеге булмаһа. Тикшергәндәрҙер, күргәндәрҙер – түләй алыр, юғиһә...
Ҡайһы мәлдәрҙә Йомабикә уйланып, майҙанға бер ни күрмәгән күҙҙәре менән текәлеп ултыра. Янындағылар быны һиҙмәй, әлбиттә, ҡыҙҙың бар иғтибары – әйтештә, тип фаразлай.
Ә Йомабикә ары ни булырын күҙ алдына килтерергә тырыша. Был әйтеште ойошторорға булғастар, Юныс мүлдәкә менән ҡорған хыялдарын һөйләгәс, ҡыҙ ҡалай ҡыуанғайны! Ул Шәйкүлзада әкәнең еңеүенә ышана ине. Яңы ғына булып үткән туйҙа барса халыҡ мүлдәкәнең шаянлығына, тапҡырлығына, анһат ҡына таҡмаҡтар сығарыуына, мәҙәк үләңдәр әйтеп йырлауына шаҡ ҡатҡайны, думбыра менән мандолинала оҫта уйнауына хайран ҡалғайны. Шул туйҙа уҡ ҡунаҡтар араһында:
– Был бөтәһен дә уҙҙыра ғуй! Әйтешкә сығырға кәрәк уға! Бер кемгә ал бирмәҫ истәк! – тигән һүҙҙәр ишетелде. Иң ғәжәбе шунда – бының менән бөтәһе лә риза, бер кем ҡаршы өндәшмәй. Хатта:
– Беҙҙең Хәжибәкте биленән тотоп ырғытасаҡ был! – тигән фекерҙәр ҙә әйттеләр.
Кемдер мүлдәкәнең яңыраҡ ҡына ниндәйҙер бер әйтештә еңеп сығыуын иҫенә төшөрҙө. Ошонан һуң Йомабикәнең Шәйкүлзада әкәнең еңәсәгенә шиге ҡалманы. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙың хатта үҙ-үҙенән йәшереп йөрөгән икенсе бер сере лә бар ине.
Йомабикәгә ун алты йәш. Ул инде ун бер-ун ике йәшенән төрлө әҙиптәрҙең ҡаҙаҡсаға күсерелгән ҡалын-ҡалын романдарын уҡырға әүәҫләнеп алды. Хатта урыҫтарҙың китаптарын аңларға тырышып ҡарай. Әлбиттә, уларға әлегә теше үтмәй, ләкин ҡыҙ менән егет араһындағы тойғолар хаҡында һүрәтләнгән урындарын йөрәге менән һиҙгәндәй була. Ул әҫәрҙәрҙә, әлбиттә, иң алда ана шул йәштәрҙең көслө хистәре, бер-береһенә ынтылған мәлдәге төрлө мажаралары, үҙҙәренә ҡамасаулаған кәртәләрҙе еңеп сығыуҙары ҡыҙҙың бар иғтибарын ялмап ала, әҫәрҙе айырыла алмай уҡырға мәжбүр итә.
Ҡыҙ үҙенең яҙмышы хаҡында уйлана башлай. Кемгәлер үлеп ғашиҡ булғыһы килә. Улар алдында ла, китаптарҙағы кеүек, ҡаршылыҡтар килеп тыуыр, Йомабикә менән егет барыһын да еңеп, ҡауышыр...
Ҡыҙҙың хыялында йөрөгән батырҙарҙы һуңғы осор Юныс этеп сығарғайны. Йомабикә белгән егеттәр араһында ул иң матуры, кәүҙәгә лә оҙон, киң яурынлы, бөҙрә сәсле, көслө. Ауылдағы етеп килгән ҡыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек Юнысты йөрәгенә яҡын итә. Ә ул?.. Егеттең үҙен оҡшатыуын бер йыл элек һиҙенә башланы ҡыҙ. Әхирәттәре менән Юнысҡа тап булһалар, ул башҡаларға түгел, гел Йомабикәгә һүҙ ҡуша, шаярып ниҙер әйтә. Һуңғы осорҙа быны асыҡтан-асыҡ белдерә башланы, хатта кеше аша бүләктәр ҙә ебәрҙе. Бөтәһе лә ҡыҙҙың хыялындағы кеүек үрелеп китеп бара. Китаптарҙағы һымаҡ кәртәләрҙең килеп сығыуын көтәһе лә, көрәшә башларға кәрәк кеүек ине.
Ҡаршылыҡ килеп тыуҙы. Көтмәгәндә Йомабикәнең хыялындағы һылыу егет урынына, Юнысты ситкә этеп, икенсе кеше килеп инде. Ул мүлдәкә Шәйкүлзада әкә ине. Ниңә улай килеп сыҡҡанын ҡыҙ үҙе лә аңламай ҡалды. Хатта егеттәрҙең урындары менән алмашыу мәлен һиҙмәне. Бер ҡараһа, хыялында Йомабикәнең эргәһендә думбыра һуғып мүлдәкә йөрөп ята. Ҡыҙ Юнысты янына ҡуйып ҡарай, ә ул юғала ла, йәнә Шәйкүлзада әкә пәйҙә була.
Был алмашыу мүлдәкә уйлап сығарған өс бисәле бай хаҡындағы ҡыҙыҡты кешеләргә күрһәтергә әҙерләнгән осорҙа башланды шикелле. Егет оло бисә булып шул тиклем килештерә ине, ҡарап ултырыусыларҙың көлә-көлә һындары ҡатты. Шәйкүлзада әкә уның һайын шаштыра, әллә нәмәләр уйлап таба, уға эйәреп, Йомабикә менән башҡалар ҙа һынатмаҫҡа тырыша. Шуға ла ул ҡыҙыҡ, ысынлап та, бик уңышлы килеп сыҡты, кешеләр, ҡат-ҡат ҡараһа ла, күреп туймай, тағы-тағы көлдөрөүҙәрен талап итте. Бер мәл “беҙгә лә күрһәтегеҙ шул нәмәгеҙҙе” тип күрше ауылдарҙан килеп ҡарай башланылар. Нишләһендәр – күрһәттеләр. Сөнки уларҙың үҙҙәренә лә оло ҡыуаныс ине халыҡты шатландырыу, ололарҙың һоҡланып, йәштәрҙең көнләшә биреп ҡарауҙарын күреү... Бигерәк тә байҙың оло бисәһе булып ҡыланыуы арҡаһында, етмәһә, ошо ҡыҙыҡты уйлап сығарғаны өсөн, бар ауыл халҡы мүлдәкәне үҙ итте, ә еткән ҡыҙҙар шаян, тапҡыр, аҡыллы егет хаҡында хыялланырға тотондо.
Был әйтеш нисек кенә осланһа ла, Йомабикә өсөн бер нисә сетерекле хәл килеп тыуа. Беренсеһе – Хәжибәк еңһә, ҡыҙ уға өсөнсө бисәлеккә барырға тейеш. Йомабикә ваҡиғаларҙың шулай боролоп китеренә ышанмай, улай булыуын теләмәй. Юҡ, еңмәйәсәк Хәжибәк! Быға ҡыҙҙың иманы камил. Туйҙа күрһәткән оҫталығы, тапҡырлығы, көсө, сослоғо менән мүлдәкә шул ҡартайып бөткән, аҡылдан яҙып барған бабайҙан еңелеп тормаҫ! Ярай, Шәйкүлзада әкә еңде, ти. Шунан? Бына шунда ята ла инде был сетерекле хәлдең икенсеһе. Алдан һөйләшеүҙәре буйынса, мүлдәкә ҡыҙға өйләнеүҙән баш тарта ла, уны Юнысҡа һата, әгәр улай ярамаһа, бүләк итә. Быны Юныстың да, ҡыҙҙың да аталары белә. Хәйер, Йомабикә һиҙенә: ҡыҙының ҡарт бабайға кейәүгә сығыры артыҡ борсомай шикелле атаһын. Уға иң мөһиме – һораған ҡалымды алыу. Кем генә еңһә лә, Быҡтымбай уңа. Тимәк, борсолорға урын юҡ. Ҡыҙының бәхетенә килгәндә... Ни эшләйһең, ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы шулай. Бер Быҡтымбай ғына уны үҙгәртә алмаҫ, ә әйтеш ойоштороп, унда еңеүсегә һылыулығы менән барыһын да хайран иткән ҡыҙын биреүе Быҡтымбайҙың данын ғына арттырасаҡ...
Был хәлдең өсөнсөһө... Мүлдәкәнең әйтештә еңеп, ҡыҙҙы кәләш итергә хоҡуҡ алғас, уны Юнысҡа һатырын, йәки бүләк итерен һис тә күҙ алдына килтерә алмай Йомабикә. Хәҙер аңлай башланы ҡыҙ: үҙе быны теләмәй, сөнки Йомабикәнең хыялындағы егет урынын күптән Шәйкүлзада алған. Ҡыҙҙың йөрәге, күңеле һис тә уны Юнысҡа алмаштырырға теләмәй. Шәйкүлзада әкә Йомабикәне Юнысҡа бирергә тейеш түгел! Юҡ! Әгәр егет икән, улай эшләмәҫ! Үҙенә алыр ҙа Уралға ҡайтып китер. Йомабикә хәҙер хыялында үҙҙәрен гел шулай күрә. Тарантасҡа ултырғандар ҙа, мүлдәкә менән икәүләшеп ҡайҙалыр китеп баралар. Ҡайҙалыр түгел, Шәйкүлзаданың тыуған яғына.
Мүлдәкә үҙе ни уйлай икән? Ҡыҙ һиҙенә, тоя: Шәйкүлзада әкә лә шулай уйларға тейеш. Быны уның ҡарашынан, Йомабикәгә төбәлгән һүҙҙәренән, ҡыҙҙың ҡулына тейһә, ҡапыл ҡыҙарып китеүенән аңларға була.
Ошо ерҙә башына бер ҡурҡыныс уй килә: Хәжибәк аҡын еңеп ҡуйһа әйтештә? Ул саҡта бөтә хыялдар юҡҡа сығамы? Юҡ, юҡ, был бит романдарҙа яҙылғандағы кеүек көслө ҡаршылыҡ. Ҡыҙ менән егет араһындағы тойғо ул кәртәне еңеп сығыр, мүлдәкә уны яуыз Хәжибәк ҡулынан тартып алыр, һис булмаһа, урлар һәм... бергә булырҙар!..
Быға тиклем әйтештең нисек тамамланыуына битараф күренгән Йомабикә борсола, хатта ҡурҡа башлауын һиҙҙе. Әгәр Шәйкүлзада әкә еңелһә? Юҡ, юҡ! Улай булырға тейеш түгел! Түгел!.. Әммә барыбер ҡыҙҙың күңелен оло шом ялмап ала. Ул йөрәгенең дарҫлап тибә башлауын тоя, борсоулы ҡарашын майҙанға төбәп, ундағы алыштың ҡайһа яҡҡа ауышыуын аңларға тырыша.
16
Ниңә Шәйехзада Юныстың сәйер тәҡдименә анһат ҡына ризалашты? Әлбиттә, дуҫына ярҙам итергә теләне. Эйе, ундай ниәте бар Шәйехзаданың. Әммә төп сәбәп ул түгелдер. Теге саҡ туйҙа Йомабикә егеттең шаян таҡмаҡтар әйтеүенә, йырлауына, думбырала оҫта уйнауына һоҡланып та, ҡыуанып та ҡарап ултырҙы. Шунан һуң ҡыҙҙың мүлдәкәгә ҡарата мөнәсәбәте ҡырҡа үҙгәргәндәй тойолдо. Ҡараштары йылыны, йылмайыуы йышайҙы, дәрестәрҙә биргән һорауҙары күбәйҙе, уҡыуҙарҙан һуң элеккесә ҡайтып китмәй, төрлө сәбәп табып ҡала, йә тағы бер һорауы тыуған, йә берәй аҡындың шиғырын күрһәтә, уның хаҡында мүлдәкәнең фекерен белешә. Иң ғәжәбе – ҡыҙҙың ошолай бәйләнсек булыуы егетте ялҡытмай, киреһенсә, уның һорауҙарына рәхәтләнеп яуап бирә, шул ваҡытта ни өсөндөр үҙен уғата шаян, тапҡыр, күпте белгән аҡыллы мүлдәкә итеп күрһәтергә тырыша. Ҡыҙҙың матур күҙҙәрен ҙур асып, иғтибар менән тыңлауы оҡшай егеткә, яуапты аңлай барған һайын ҡыуаныслы йылмайыуы, дәрес буйына өндәшмәй генә уны күҙәтеүе күңеленә кинәнес бирә. Шундай мәлдәрҙә уларҙың ҡараштары осрашһа, икеһенең дә күҙҙәрендә урлашып тотолған кеүек ҡаушау ҡатыш оялыу, ҡурҡыу тойғолары ялтлап китә. Бындай саҡта икеһе лә ҡараштарын ситкә бора, үҙҙәрен бер ни ҙә булмағандай тоторға тырыша. Ә йөрәктә ниндәйҙер татлы хис ҡала һәм ул оҙаҡ ҡына күңелде йылытып, наҙлап тора.
Өс бисәле бай тураһындағы ҡыҙыҡты әҙерләгәндә Йомабикәнең ихлас күңелдән йүгереп йөрөүе, төрлөсә ярҙам итергә тырышыуы, башҡаларҙы әрләп тә, өгөтләп тә алыуы уғата оҡшағайны Шәйехзадаға. Хәҙер уйлап ҡарай ҙа, әгәр ҡыҙ шулай дәртләнеп йөрөмәһә, тамашалары шул тиклем килеп тә сыҡмаҫ ине, моғайын, тип ҡуя.
Араларында бына ошондай сәйер ҙә, аңлайышһыҙ ҙа, әммә күңелде иретеп, йылытып торған мөнәсәбәт булғанда, ни йөрәге менән Йомабикә өсөн әйтештән баш тартһын Шәйехзада? Ул бар һәләтен, тапҡырлығын һалып көрәшер, тағы бер тапҡыр ҡыҙҙы һоҡландырыр, уның матур итеп йылмайыуын күреү бәхетенә өлгәшер, ҙур күҙҙәрендәге ҡыуанысҡа ҡарап үҙе лә шатланыр.
Шәйехзаданың бар маҡсаты ошо. Туҡта! Шул ғынамы икән? Хәйер, утыҙ биш һум аҡса эшләйем тип дүрт ай буйына уҡытып йөрөгән мүлдәкә башҡа нимәгә өмөт итә ала? Уйҙары был тарафҡа китә башлаһа, Шәйехзада уларҙы ҡырҡа туҡтата. Иң мөһиме – әйтештә еңергә кәрәк. Еңергә! Ә унан һуң ни булһа, шул булыр...
Шәйехзаданың әйтештәге һәр йыры, ҡобайыры, әлбиттә, Йомабикәнең ишетеренә иҫәпләнгән ине, ҡыҙҙың һоҡланып тыңлауын, уға оҡшауын тағы бер күрергә өмөтләнде егет.
Шуға ла, әйтеш башланғас та, Йомабикәне эҙләргә тотондо, уның ҡайһы тирәлә ултырыуын күргеһе килде. Ишетәме, юҡмы? Ләкин ҡыҙ, сығып күренеп, тирмәгә инеп киткәндән һуң башҡаса күҙгә салынманы. Шәйехзада бөтә йөрәге менән һиҙә: Йомабикә уны тирмә эсенән туҡтауһыҙ күҙәтә, һәр ҡобайырын йотлоғоп тыңлай. Эйе, ишетә уны ҡыҙ, ишетә! Ошо уй егеттең йөрәгенә – дәрт, ә тәненә көс бирә. Ул илһамланып яңынан-яңы ҡобайырҙар ҡоя, Хәжибәктең бик ауыр кеүек тойолған йомаҡтарын анһат ҡына сисә.
Ҡайһы ваҡыт, күңелде өшөтөп, “әгәр еңелеп ҡуйһам, ни булыр?” тигән ҡурҡыныс уй йөрәген ауырттырып ҡыҫа. Егет тертләп китә, тәнендә ҡош тиреһе ҡалҡып сыға. Юҡ, юҡ! Улай булмаҫ! Булырға тейеш түгел! Шәйехзада үлһә үлер, тик ҡыҙҙы ҡарт бабайға биреп ебәрмәҫ!
Ҡыҙ алдында ул бурыслы хәҙер. Йомабикә ҡотҡарҙы бит үҙен Көмөшбайҙың баҙынан. Ниңә ҡапыл сығарып ебәрҙеләр икән, тип аптырағайны Шәйехзада. Баҡһаң, Юныс менән Йомабикә барған да әйткән Көмөшбайға:
– Беләбеҙ, мүлдәкәне һин ҡайҙалыр бикләп тотаһың. Әгәр хәҙер үк сығармаһаң, беҙ полицияға хәбәр итәбеҙ. Ул саҡта һине ҡулға аласаҡтар!
Көмөшбай шуға ла баҙҙан тиҙ генә сығарып ебәргән Шәйехзаданы.
17
– Беҙҙе атайым менән Быҡтымбай саҡыра, – тине Юныс Шәйехзадаға.
– Ҡайҙа?
– Анау тирмәгә. Әйҙә!
Шәйехзада әле генә тамамланған әйтештән һуң бәйгенән сыҡҡан толпар хәлендә ине. Өҫтөндәге ауыр йөктән ҡотолғас, хәҙер еңеллеккә сумыр кеүек. Ысынлап та, күңелен упҡын һымаҡ бушлыҡ солғап алды, йәненә еңеллек килмәне, йөрәкте аңлап булмаҫлыҡ һағыш, әрнеү һығып ҡыҫҡан. Шәйехзада ни эшләргә кәрәклеген аңламай, ҡаушап, юғалып ҡалды, ҡыуанырға ла, бошонорға ла белмәне.
Төрлө кешеләр, таныштар, таныш түгел әҙәмдәр килеп ҡотлай, кемеһелер ҡулын ҡыҫа, ҡосаҡлай, икенселәре яурынына, түшенә төртә.
– Ай, афарин! Ут истәк булып сыҡтың! Ҡаҙаҡтың иң һылыуын эләктерҙең ғуй! Бәхетең бар икән! – тине берәүҙәр егеттең уңышына көнләшә биреберәк.
– Ай, оҫтаһың! Ҡаҙаҡтан да шәберәк һуғаһың ғуй думбыраны! Ҡайҙа, кемдән өйрәндең? Ә үләңдәрең! Һин аҡындың да аҡыны! Хоҙайҙың яратҡан балаһы икәнһең! – тип Шәйехзада менән ысын йөрәктән һоҡланды икенселәре.
Ер булып ҡарайған, ҡаштары емерелгән Хәжибәк:
– Ҡотлайым! – тине лә асыулы тауыш менән өҫтәне. – Тик еңеүсене халыҡ түгел, аҡһаҡалдар билдәләргә тейеш ине! Дөрөҫ түгел!
Шәйехзада, мин ғәйепле түгел быға тигәндәй, ҡулдарын ғына йәйҙе. Хәжибәк ниҙер әйтергә уйланы ла, ҡул һелтәне, шунан тағы бер:
– Ҡотлайым, – тип Шәйехзаданың ҡулын ҡыҫты һәм үҙенең яҡындары менән юҡ булды.
Аҡһаҡалдар ҙа ҡотланы ла, ниңәлер, Шәйехзаданың үләңдәрендә байтаҡ етешһеҙлек булыуын әйтә башланы. Егет аңламаны: был аҡланырға маташыуҙарымы, әллә уға киләсәк өсөн кәңәш биреүҙәреме?
– Халыҡ үләңдәрҙе аңлап етмәй ғуй, – тип ҡуйҙы аҙаҡ оло аҡһаҡал. – Ярай инде... Ҡотлайым...
Кешеләрҙең тауыш күтәреп, баһалаусыларға ҡаршы сығып, еңеүҙе Шәйехзадаға биреүҙе дәррәү талап итеүе оҡшап етмәне уларға. Бында егеттең ғәйебе юҡ бит, ниңә уға үпкә һиҙҙерәләр? Шулай ҙа аҡһаҡалдарҙың халыҡ менән килешмәй маташыуы егеттең кәйефен төшөрҙө, йөрәген әрнетте.
Бына әле әйтештән һуң тиҙ-тиҙ генә ҡотлап юҡ булған Юныс йәнә пәйҙә булды һәм тирмәгә саҡырҙы. Кемделер эҙләгәндәй, Шәйехзада тирә-яғына ҡараны. Төрлө урында табын әҙерләнгән, ит-аш бешергәндәр. Халыҡ төркөм-төркөм булып шунда ағыла. Аҡһаҡалдарҙы, хөрмәтле ҡунаҡтарҙы урталағы тирмәгә алып киттеләр. Шәйехзада, әлбиттә, Йомабикәне эҙләй, уның баһаһын, әйтештә еңгәне өсөн маҡтауын, ҡотлауын ишеткеһе килә ине. Тик ҡыҙ бер ҡайҙа ла күренмәне.
– Әйҙә, тиҙ бул, – тип ашыҡтырҙы егетте Юныс. – Кемде эҙләйһең?
– Әйҙә. – Яуап биреп тормайынса, Шәйехзада дуҫы күрһәткән тирмәгә табан атланы.
Егеттең күңеле төшөнкө. Йомабикә өсөн бар көсөн, оҫталығын һалып, оло, дәү эште ослап ҡуйҙы, ә ҡыҙ быны күрмәне, баһаламаны, рәхмәтен дә әйтмәне. Ҡайҙа ул? Әйтеш мәлендә, ярай, күҙгә салынманы. Уныһын аңларға мөмкин.
Бөтәһе лә тамамланғандан һуң, Шәйехзада шундай ауыр алышта еңеп, Йомабикәне бәхетһеҙ яҙмыштан ҡотҡарғас, ҡыҙ, эргәгә килеп ҡотламаһа ла, алыҫтан булһа ла ҡыуаныслы йылмайып, ҡулын болғаһа, үҙенең шатланғанын, рәхмәт әйтеүен һиҙҙерһә була бит. Юҡ, йөҙөн дә күрһәтмәне.
Хәҙер Шәйехзада Юныстың атаһы менән Быҡтымбайға үҙенең ҡыҙҙан баш тартыуын, уны дуҫына бүләк итеүен әйтер ҙә бөгөн кис поезға ултырып ҡайтып китер. Йомабикәне башҡаса бер ҡасан да күрмәҫ. Шуның өсөн әйтешкә сыҡтымы ул, еңеү өсөн бар көсөн һалдымы?
Ә Йомабикәне күргеһе килә Шәйехзаданың. Бик күргеһе килә! Егеткә бер ни кәрәкмәй, ҡыҙҙың бер йылы ҡарашы, матур итеп йылмайыуы – бөтәһе өсөн шул бүләк булыр ине. Уның һылыу йөҙөн, матур, һығылмалы кәүҙәһен күреүҙән дә олораҡ бәхет юҡ бит Шәйехзадаға!
Тирмә эсендә табын әҙерләнгән, бер нисә ҡатын-ҡыҙ ризыҡтарҙы, һауыт-һабаны ашъяулыҡҡа ҡуйып йөрөй. Йомабикә, бәлки, ошондалыр тип көткәйне Шәйехзада. Әммә өмөтө аҡланманы – ҡыҙ юҡ ине. Ҡайҙа ул? Ҡыҙҙы юрамал уға күрһәтмәйҙәрме? Йәнәһе, алдан һөйләшеү буйынса, Йомабикәне Юнысҡа бүләк итеүе, йәки һатыуы хаҡында әйтһен дә, шуның менән – вәссәләм! Ҡыҙ һиңә тәтемәй, шулай булғас, уны күреп тороу ҙа кәрәкмәй.
Шәйехзаданың асыуы килә башланы. Ситкә осорға торған һылыуҡайҙы ҙур ҡыйынлыҡ менән быларға алып бирҙе, ә улар ҡыҙҙы күрһәтергә лә йыйынмай! Бигерәк тә Юныстың йөҙөнән китмәгән ҡәнәғәт һәм бәхетле йылмайыу егеттең йәнен үртәне. Уның атаһы менән Быҡтымбай ҙа бик риза ҡиәфәт менән көлөшө-көлөшә башҡа нәмә тураһында һөйләшеп ултыра. Шәйехзада килеп ингәс, бер үткенсене күргән кеүек, ҡулын вайымһыҙ ғына ҡыҫтылар ҙа әңгәмәләрен дауам иттеләр. Әйтерһең, әле генә хәл иткес алыш булмаған, улар янына өсөһөнөң дә яҙмышын ыңғай яҡҡа бороп ебәреүсе килеп инмәгән! Тоторға ла: “Йомабикәгә үҙем өйләнәм!” – тип әйтергә! Шул саҡта белерҙәр егеттең ҡәҙерен! Уларҙың ҡото осоп, ни әйтергә белмәй ҡурҡып ҡалыуын күреү өсөн генә лә, шаярып булһа ла, шулай тип ҡысҡырғыһы килде Шәйехзаданың...
Ул арала ҡул йыуҙыртып, табынға саҡырҙылар. Быҡтымбай ағас һауытҡа тултырғанса ҡымыҙ ҡойоп, Шәйехзадаға һуҙҙы.
– Әйҙә, батыр! – тине ул, киң йылмайып. – Эс! Көс ал! Арығанһыңдыр.
– Арымай ни! – тип һүҙгә ҡушылды Юныстың атаһы. – Хәжибәк аҡындың үҙен еңеү – ай-һай! Уның бит егермеләп йыл ал биргәне юҡ. Әллә ниндәй аҡындар Хәжибәк ҡаршыһында ҡойолоп төштө ғуй! Юныс улымдың “Мүлдәкә еңә, мүлдәкә еңә!” тип яу һалыуына шикләнгәйнем. Йөрәгемә яттың, мүлдәкә!
– Мин дә ышанып етмәнем, – тине Быҡтымбай, ҡымыҙын эсеүҙән туҡтап. – Ҡыҙымды ситкә ебәрге лә килмәй. Үҙенә тиң, йәш, матур егеткә биреп, бәхетле йәшәүен күреү – үҙе ҙур ҡыуаныс ғуй.
Һүҙ шул тирәлә оҙаҡ ҡына уралды. Аҡһаҡалдарҙы әрләп алдылар, Хәжибәктең уларҙы алдан майлағанлығына ишара яһанылар, халыҡтың истәк аҡынын яҡлап сығыуына тел шартлаттылар, уларҙың үҙ һүҙендә ныҡ тороуына һоҡландылар.
Юныс менән Шәйехзада, әҙәп һаҡлап, бер ни өндәшмәйенсә ҡымыҙ эсеүен белде.
Шәйехзада тыныс ултырырға тырышты, ләкин эсе ут булып янды. Бер ниндәй өмөтө юҡлығын белһә лә, Йомабикәне юғалтмаҫҡа буламы-юҡмы тип үрһәләнде. Юҡ, был мөмкин түгел! Түгел!..
Мүлдәкәгә һуңғы һүҙен әйтер мәл еткәнен аңғарттылар. Күҙҙәр уға төбәлде. Бөтәһе лә уның ни әйтерен белә, шулай ҙа көтәләр...
Шәйехзада бер аҙ өндәшмәй ултырҙы, ошо мәлдә барыһының да борсола башлауын тойҙо егет.
– Ә Йомабикә ҡайҙа ул? – тип һораны Шәйехзада көтмәгәндә.
Барыһы ла аптырап ҡалды, улар мүлдәкәнән бөтөнләй икенсе һүҙ көтә ине.
– Йомабикә? – Быҡтымбай, ҡыҙын эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡарап алды. – Ә нимәгә ул һиңә?
– Эйе, нимәгә? – тине Юныстың атаһы ла. – Әйҙә, алдан һөйләшелгән һүҙеңде әйт тә... Юғиһә, оҙаҡлап киттек...
– Миңә Йомабикәне күреп һөйләшергә кәрәк! – Шәйехзада, бер кемгә лә ҡарамай, ашъяулыҡҡа текәлеп ултыра. Әммә уҫал, ҡәтғи ҡиәфәте, ағарып киткән йөҙө уның талабының етди икәнлеген, был ниәтенән сигенмәйәсәген күрһәтә.
Юныс, уның атаһы, Быҡтымбай өндәшмәй генә бер-береһенә ҡарашып алды. Был нимәне аңлата? Ни хаҡында һөйләшергә теләй ул Йомабикә менән? Ҡыҙҙы Юнысҡа биреүҙән баш тартырға уйлаймы? Әгәр ниәте шулай икән, ни эшләргә?
Баштарынан ошондай уйҙар йылтлап үтеп киткән өсәү, бындай хәлдә ни ҡылырға кәрәклеген белмәйенсә, ҡаушап ҡалды.
Беренсе булып Юныстың атаһы телгә килде:
– Нимә һөйләшергә уйлайһың уның менән? Тәүҙә һүҙеңде әйт: Йомабикәне Юнысҡа бир. Шунан күрерһең ҡыҙҙы, һөйләшерһең.
– Эйе, шулай. – Быҡтымбай буласаҡ ҡоҙаһының сетерекле хәлдән сығыу юлын анһат табыуына ҡыуанып, еңел итеп тын алды.
Бына ваҡыт етте! Өҙә һуғыр, бар өмөттө селпәрәмә килтерер, юҡҡа сығарыр мәл Шәйехзаданың боғаҙынан һығып тотто! Ә нимәгә өмөтләнде һуң ул? Йомабикә менән бергә булырбыҙ тип хатта хыялында ла өмөтләнмәне Шәйехзада. Оҡшай егеткә ҡыҙ. Уны күреүенә ҡыуанып, осрашыр мәлдәрен көтөп тик йөрөнө. Бындай хәлдең осо була шул, уның киләсәге юҡ, өмөтө буш!..
Шәйехзада һуҙырға тырышты был мәлдең килеп етеүен, боҙ кеүек һалҡын, үлем һымаҡ ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе әйтеүҙе мөмкин тиклем алыҫҡа, бәлки, мәңгелеккә ташларға теләне. Нисек кенә тырышһа ла, ул хәбәрҙе әйтер мәл етте. Бер ни ҡылып булмай, бар көсөңдө һалып, уны үҙеңдән һығып сығарырға кәрәк. Башҡа юл юҡ. Юҡ!..
– Мин... – Шәйехзада тәрән итеп тын алды. Тауышы ҡалтырап китте. Һуҡ! Өҙә һуҡ! Үлтер үҙеңде лә, ҡыҙҙы ла! – Йомабикәне... Юнысҡа бирәм...
Шәйехзаданың күҙҙәрендә йәш күренде. Ошо хәленән оялып, йылмайырға тырышты. Шуны ғына көтөп ултырған өсәү бер юлы телгә килде, шатланып нимәлер әйтте. Быҡтымбай, ҡыуанысынан ни эшләргә белмәйенсә, Шәйехзаданың яурынына һуҡты, Юныс егетте ҡосаҡлап алды.
– Егет икәнһең! – тине Быҡтымбай.
– Шәйехзада! – Юныстың да күҙҙәрендә йәш күренде. – Рәхмәт! Рәхмәт! Мин белә инем... – Ары һүҙ әйтә алманы, тауышы ҡалтыраны, йәнә Шәйехзаданы ҡосаҡланы.
Юныстың атаһы ғына, шатлығын йөҙөнә артыҡ сығармайынса, етди булырға тырышты.
– Эйе, – тине ул, бөтә был ваҡиғаларға нөктә ҡуйғандай. – Беҙҙән һиңә – бер ат хаҡы!
– Йомабикәне саҡырығыҙ, – тине Шәйехзада, Юныстың атаһының һүҙҙәренә иғтибар итмәйенсә.
Быҡтымбай, боролоп, табын тирәһендә уралған килендәрҙең береһенә өндәште:
– Бар, Йомабикәне алып кил.
– Тик һеҙ сығып тороғоҙ! – Шәйехзада етдиләнде. – Мин уның бер үҙе менән генә һөйләшәм.
Улар быны көтмәгәйне, истәктең үтенесенә нисек яуап бирергә белмәй аптырап ҡалдылар.
Шәйехзада өндәшмәй генә Юнысҡа ҡарап ултырыуын белде. Уларҙың ҡараштары осрашты. Юныс барыһын да аңланы.
– Һөйләшһендәр. – Ризалығын аңғыртып, башын һелкте. – Әйҙәгеҙ, сығайыҡ. Үҙҙәрен генә ҡалдырайыҡ... Һеҙ оҙаҡ һөйләшмәҫһегеҙ ғуй, Шәйкүлзада? Шулаймы?
Шәйехзада өндәшмәне, ул инде бер ни ишетмәй, эргәһендәге кешеләрҙе күрмәй, бар булмышы менән Йомабикәне көтә, хәҙер улар араһында буласаҡ ауыр ҙа, һағышлы ла һөйләшеүҙе күҙ алдына килтерергә маташа ине.
Юныс, әйҙүкләп, бөтәһен дә тирмәнең ишегенә ыңғайлатты. Атаһы ғына, ризаһыҙлығын белдереп:
– Булмағанды... Шулай яраймы? – тип һөйләнде. Юныс уны этеп тиерлек алып сығып китте.
Әле генә шаулап торған тирмә тып-тын булып ҡалды. Сырыш балаҫтар, ситтәрәк самауыр боҫланып ултыра. Ашъяулыҡта – тулы табаҡ, ҡымыҙҙары яртылаш эселгән һауыттар, ҡалаҡтар, икмәк һыныҡтары...
Тирмәлә Шәйехзада яңғыҙ.
Әллә ниндәй шомло тынлыҡ. Әйтерһең, киләсәктә уны ошондай тып-тын, буш, бәхетһеҙ тормош көтә, сөнки унда Йомабикә булмаясаҡ!..
Шәйехзадаға үҙе шундай йәл булып китте, күҙҙәрендә йәнә йәштәре күренде.
Йомабикә тауышһыҙ ғына килеп инде лә туҡтап ҡалды. Егет йәшле күҙҙәрен уға күтәрҙе.
– Йомабикә!.. – тине Шәйехзада, тамағына килеп тығылған төйөрҙө йотоп ебәрергә тырышып. – Йомабикә!..
Бер ни белмәгән, аңламаған ҡыҙ шат йылмайып уның эргәһенә килеп ултырҙы.
– Шәйкүлзада әкә! Ни булды? Һин илайһыңмы? – тип һораны йәлләгән тауыш менән. – Илама!..
Ҡыҙ үрелеп егеттең йәштәрен һөрттө. Уның наҙлы өндәшеүе бөтөнләй иретте Шәйехзаданы. Ул, үҙен тыя алмайынса, һулҡылдап иларға тотондо...
– Илама! – тине йәнә Йомабикә яғымлы тауыш менән. – Һин бит еңдең! Ә мин белдем! Белдем еңереңде! Бөтәһе лә борсолдо, ҡурҡты. Ә мин тып-тыныс булдым! Сөнки мин белдем, белдем! Һин – иң көслө аҡын! Мин теге туйҙа күрҙем бит һине! Думбыраны шундай оҫта һуғаһың! Ә таҡмаҡтарың!.. Туйҙа булғандар уларҙы отоп алған, йырлап йөрөйҙәр. Ә бөгөн! Бөгөн! Хәжибәк бит – данлыҡлы аҡын! Бер ҡасан да ал биргәне юҡ, тиҙәр. Шуны еңдең! Шәйкүлзада әкә! Ниңә өндәшмәйһең?
Ҡыҙ бөтә ҡиәфәте менән шатлыҡ сәсә, йөҙөндә – ҡыуаныслы йылмайыу. Ошоно күреү йөрәкте ҡыҫа, һыҙлата, уға түҙер әмәл юҡ...
– Йомабикә!.. – Шәйехзада бер нисә тапҡыр тәрән итеп тын алды. Был уны тынысландырғандай итте. – Йомабикә... Мин әле генә әйттем... Уларға әйттем...
Ҡыҙҙың әле генә шатлыҡ һыймаған йөҙөнә ҡараңғы күләгә тейеп үтте, күҙҙәрендә шом барлыҡҡа килде.
– Нимәне? Кемдәргә?
– Юнысҡа, атаһына... Һинең атайыңа...
Йомабикә, хәүефле һүҙ ишетеүҙән ҡурҡып, ҡатып ҡалды.
– Мин әйттем... Мин барыһын да әйттем...
– Нимә әйттең?!
Шәйехзада яҡшы аңланы: ниндәй аяуһыҙ, ҡурҡыныс, ҡот осҡос хәбәр яңғыратҡан ул Юнысҡа, егет менән ҡыҙҙың аталарына! Нисек итеп өмөтөн һүндермәйенсә, йәшлек хыялын онтамайынса, йөрәген ҡанһыратмайынса ошо йәш, саф ҡыҙға әйтергә хәҙер уны? Юҡ!.. Өндәшә алмай ул был хаҡта, юҡ!..
Ниҙер һиҙенеп ҡалған ҡыҙ, ҡурҡҡан күҙҙәрен уға төбәп, һаман төпсөнә:
– Нимә әйттең? – Йомабикә егеттең беләгенән тотоп һелкетте. – Шәйкүлзада әкә, нимә?
– Мин... бөгөн... – Шәйехзада төп һүҙҙе һаман артҡараҡ этеп маташты. – Кис... ҡайтып китәм.
Йомабикә, ҡот осҡос яңылыҡ ишеткән кеүек, ҙур асылған күҙҙәрен егеткә төбәне. Тирмә эсен көсөргәнешле, шомло тынлыҡ солғап алды. Ҡайҙалыр сәғәт текелдәй...
Егет, ҡыҙға ҡарамайынса, аҫҡа текләп ултыра. Ул ҡапыл ҡалтыранып алды.
– Ә мин? – тип һораны ҡыҙ. – Ә мин ҡаламмы?
– Беҙ бит һөйләштек... – Шәйехзада ғәйепле күҙҙәрен ҡыҙға төбәне. – Беҙ һөйләштек... Алдан һөйләштек...
– Нимә һөйләштегеҙ?
– Һин... һин.. һин.. Юнысҡа кейәүгә сығаһың... Мин китәм...
Ҡыҙ урынынан ырғып торҙо. Уның күҙҙәрендә ҡурҡыу ҡатыш уҫаллыҡ йылтырай ине.
– Мин сыҡмайым уға!..
– Беҙ бит һөйләштек... Беҙ һөйләштек... Һин Юнысҡа кейәүгә сығаһың...
– Сыҡмайым!!!
– Беҙ шулай һөйләштек, – тип бер ниндәй тойғоһоҙ ошо һалҡын һүҙҙәрҙе ҡабатлай бирҙе Шәйехзада. – Беҙ һөйләштек...
– Шәйкүлзада әкә! – Ҡыҙ егеттең ҡаршыһына тубыҡланып торҙо, ике беләгенән ныҡ итеп тотто, күҙҙәренә тура ҡараны. – Әйҙә, бергә китәйек! Мин ҡалмайым бында!
– Беҙ һөйләштек... – Егеттең бер ни күрмәгән күҙҙәре, ҡыҙҙы үтә тишеп, бик алыҫҡа, бушлыҡҡа төбәлгән. – Мин һүҙ бирҙем!.. Мин әйттем!..
– Юҡ!.. Юҡ!.. – Йомабикәнең күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. Ул егеттең беләгенән тотоп һелкетте. – Мин ҡалмайым бында! Алып кит мине бынан! Алып кит! Ишетәһеңме?!
– Йомабикә, улай ярамай!.. Был мөмкин түгел... Мин һүҙ бирҙем... Мин...
Ҡыҙ ҡапыл битен устары менән ҡапланы. Уның башы аҫҡа эйелде, яурындары әкрен генә ҡалтырай. Шәйехзада ни эшләргә белмәне. Йомабикә шул тиклем йәл!.. Был минутта егет үҙен күрә алмай ине. Уның арҡаһында ошо гонаһһыҙ, саф, йәш ҡыҙыҡай күңел әрнеүҙәре, йән ғазаптары кисерә, ә ул ҡотҡарыу өсөн бер ни эшләй алмай. Юныстың һәм ҡыҙҙың аталарына “һүҙемдән баш тартам” тип әйтә алмай бит! Был егет һүҙе түгел! Ҡыҙға өмөтө бар икәнен алдан белдерергә тейеш ине. Ул саҡта егетте әйтешкә яҡын да юлатмаҫтар ине, сөнки түләр ҡалымы юҡ! Бәлки... Юҡ, юҡ! Был мөмкин түгел! Был мәкерлек, хыянат була. Бөтә яҡтан ҡамалған Шәйехзада. Һалҡын ҡуласанан ҡотолоп булмай, берҙән-бер юл – егет ҡыҙҙы Юнысҡа ҡалдырып, ҡайтып китергә тейеш...
Ҡыҙ был хаҡта уйламай ҙа, уйларға ла теләмәй. Мүлдәкәгә эйәреп китеренә ҡаршы буласаҡтарын, аяҡ саласаҡтарын аңлай, әммә ҡасып китә ала бит! Бер кемгә һиҙҙермәйенсә! Шәйкүлзада әкә әйтһен генә, саҡырһын ғына!
Ҡыҙ, ошо хаҡта әйтеү өсөн йөҙөн асып, йәшле күҙҙәрен егеткә төбәне, тик өлгөрмәне. Тирмәгә Быҡтымбай, Юныс менән уның атаһы килеп инде.
Ашъяулыҡ янында мүлдәкә ултыра, Йомабикә уның ҡаршыһында тубыҡланған... Ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш тулған... Был күренеш инеүселәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Шул минутта уҡ уларҙың йөҙҙәрен асыу пәрҙәһе ҡапланы. Беренсе булып Быҡтымбай иҫенә килде, йүгереп тиерлек барып ҡыҙының ҡаршыһына сүкәйҙе.
– Тор! Тор! – Ул ҡыҙын беләгенән тотоп, аяғына баҫтырырға теләне. – Ни булды?
– Кит! Ебәр мине! – Ҡыҙ атаһының ҡулын этте, тик урынынан торманы.
Юныстың атаһы Шәйехзаданың эргәһенә килеп баҫты.
– Мүлдәкә! Бар, кит! – тип өндәште ул уҫал тауыш менән. – Кит, тием! Һинең бында эшең бөттө!..
Шәйехзада аяғына баҫты... Әкрен генә артҡа сигенде, китә башланы... Ишеккә табан бер-ике аҙым яһағас, туҡтап, боролоп ҡараны...
Быҡтымбай ҡыҙы янына тубыҡланып, тынысландырырға тырыша. Юныс ни эшләргә белмәй ҡаушап ҡалған, йөҙөндә ҡыуаныстың эҙе лә юҡ. Уның күҙҙәрендә нәфрәт осҡондары күрҙе Шәйехзада. Атаһы ла асыулы ҡарашын мүлдәкәгә төбәгән. Ул, ысынлап та, артыҡ бында, артыҡ!.. Тиҙерәк китергә!..
Шәйехзада ҡыҙға ҡараны. Ул һаман тубыҡланған килеш ултыра, һағыш тулы йәшле күҙҙәрен мүлдәкәгә төбәгән. Булмышын ғазап солғап алғанлығы, кескәй йөрәгенең ныҡ ауыртыуы бөтә ҡиәфәтендә һиҙелә.
– Шәйкүлзада әкә! Китмә!.. – тине ҡыҙ һәм, урынынан ырғып тороп, егеткә уҡталды. Атаһы уны ҡосаҡлап, бер аҙым атларға бирмәне.
– Кит!.. – тип ҡысҡырҙы тағы ла Юныстың атаһы.
Шәйехзада ишеккә табан атланы.
– Шәйкүлзада әкә! – Йомабикәнең тауышы егеттең йөрәген телде.
Ҡыҙ уның юғалыуын теләмәй! Ә Шәйехзада китә, китә!.. Бына тағы ике аҙым атлар ҙа... юғалыр! Йомабикә уны бер ҡасан да күрмәйәсәк! “Китмә!..” Ҡыҙҙың күҙҙәренә төйөлгән йәш сикәһе буйлап ағылды...
Шәйкүлзада әкә! Һин бит Йомабикәнең иң ҡәҙерле кешеһе! Нисек йәшәр ул һинһеҙ?!.
Шәйехзада китә... Бына ул тирмәнең ишегенә барып етте... Ишекте асты... Һуңғы тапҡыр боролоп, ҡайғы баҫҡан күҙҙәре менән ҡыҙға ҡараны... Шәйкүлзада әкә!.. Хуш! Мәңгегә хуш, Шәйкүлзада әкә!..
(Дауамы бар)
Читайте нас: