Романдың башы: https://agidel.rbsmi.ru/articles/s-sm-r-r/a-i-el-8-2018-n-yetbay-babich-roman-berense-b-lekt-n-k/
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – бер көн уйлағандан һуң Йомабикә ризалығын бирҙе, һәм Турғай далаһы өҫтөндә хәбәр таралды: “Быҡтымбай ун алты йәшлек сибәр ҡыҙын аҡындар әйтешендә еңеүсегә бирә!”
Ниңә был ҡатын-ҡыҙ уйламай һөйләй икән?! Шәйехзадаға Хәтирәнең һүҙҙәре нисек тәьҫир итә? Бәлки, егет йәшәүҙең мәғәнәһен юғалтыр? Йә үҙенә ҡул һалырға булыр? Исмаһам, алдан иҫкәртергә булмаймы? Әкренләп әҙерләргә, аңлатырға мөмкин бит. Шул саҡта, бәлки, был тиклем ҡанһырамаҫ ине йөрәге!
Шәйехзада, башына тимер таяҡ менән һуҡҡандай шаңҡып, ҡайҙа баҫҡанын да белмәй, ҡайтып ауҙы.
Кешеләр һөйләй, имеш! Был ҡаҙаҡтарҙы әйтер ине! Шулай яраймы ни?! Ниндәй рәхимһеҙлек! Кеше хаҡында уйламау! Үҙенең уларға килеүе, шаян таҡмаҡтар әйтеп көлдөрөүе, балаларының шатланыуы ҡыуаныстыр тип йөрөгәйне. Ниндәй бер ҡатлы иҫәр һин, Шәйехзада! Кешене үҙең кеүек күрәһең, ә улар ана ниндәй! Егет үҙ-үҙен йәлләп иланы. Яратҡанмы икән ни? Шулайҙыр. Йәнен ялмап алған һағышҡа сыҙай алмай, уларҙы шиғыр итеп яҙырға теләне, ләкин йөрәгенән исмаһам бер юл һытып сығара алманы. Күңеле ҡатты ла ҡуйҙы.
Ике көн егет дәрескә барманы, ауырып китеүенә һылтанды. Ҡайтып ҡына китер ине, йәнә ун көнләп уҡытаһы бар. Балаларға һабаҡ өйрәтеп бөтмәйенсә ташлап китә алмай бит ул.
Бөгөн Шәйехзадаға Юныс тигән егет дуҫының туйына барырға тәҡдим итте. Ғәҙәттә, ҡаҙаҡтар бындай байрамға билдәле генә аҡынды саҡыра. Ул егет менән ҡыҙҙы, ҡунаҡтарҙы маҡтап, думбыра һуғып йырлай, бәйеттәр әйтә. Былар ҙа бер данлыҡлы сәсәндең килерен көткән, ләкин тегенеһе ниндәйҙер сәбәп арҡаһында килә алмай икән. Ҡыҙ менән егеттең ата-әсәһе улай ҡараған, былай баҡҡан, әммә һуңлағандар, бар аҡындар ҙа ҡайҙалыр саҡырылған булып сыҡҡан. Шул саҡта Юныс Шәйехзаданы хәтеренә төшөргән: егеттең бик үк ҙур булмаған әйтештә ҡайһы бер ҡаҙаҡ аҡындарын уҙып киткәнлеген үҙ күҙҙәре менән күргәйне, үҙ ҡолағы менән ишеткәйне. Шуны иҫкә алып килеп еткән.
Билдәһеҙ кешеләргә йыр арнау түгел, ҡулына ҡәләм алырға ла теләмәгән Шәйехзада туйға барыуҙан баш тартты. Юныс төрлөсә өгөтләп ҡараны ла, егеттең кәйефе юҡлығын күреп, уның сәбәбен һорашты ла, Шәйехзада әйтмәгәс, күңеле төшөп, сығып китте. Ярты сәғәт тә үтмәне, егеттең бүлмәһенә ике һылыу ҡыҙ килеп инде. Икеһен дә яҡшы белә Шәйехзада: уҡыта бит уларҙы. Береһе бигерәк матур: ул йөҙө, ул кәүҙәһе – ир-аттың хыялында ғына йәшәгән әкиәт сибәренән кәм түгел. Исеме – Йомабикә. Ҡыҙ хаҡында төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Атаһы уның өсөн бик ҙур ҡалым көҫәй, тиҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, бик күптәр һоратып килгән. Әммә ҡыҙ баш тартҡан, ә атаһы уның ихтыярына ҡаршы барырға теләмәй икән. Икенсе ҡыҙ – Йомабикәнең әхирәте. Баҡһаң, ике көндән уның туйы була икән.
Иң ҡыҙығы шунда: Йомабикә шиғриәтте бик ярата, ҡаҙаҡ шағирҙары Ҡунанбай менән Байторсондоң, хатта башҡорт Аҡмулланың бик күп шиғырҙарын яттан белә. Үҙе лә яҙа буғай. Быныһын өҙөп кенә әйтә алмай. Бер тапҡыр ҡыҙ ниндәйҙер шиғыр килтереп, шул хаҡта егеттең фекерен белеште. Төҙөлөшөнөң ҡытыршыраҡ икәнлеген күреп, был башлап ҡәләм тибрәтеүсенең әҫәрелер, тип уйланы Шәйехзада. Тәнҡитләмәне, бәлки, уны ҡыҙ үҙе яҙғандыр, ҡаты әйтеп, күңелен төшөргөһө килмәне, маҡтаны ла ҡуйҙы.
Бына ошо ике ҡыҙ туйға саҡырып килгән. Уларҙы күргәс, егеткә күк йөҙө асылып киткәндәй булды, һағышлы уйҙар онотола төштө, кәйефе күтәрелде. Ул шаярып бер-ике һүҙ әйтеүе булды, ҡыҙҙар ихлас күңелдән көлөп ебәрҙе. Шул саҡ егетте илһам солғап алды. Йөрәгендә әйтеш ҡомары тоҡанды, ошо ҡыҙҙарға оҡшар, уларҙы көлдөрөр өсөн бик матур шиғырҙар, йырҙар сығарыу теләге тыуҙы.
Хәтирәнең һүҙҙәренә ҡайғырып ятыуҙан ни файҙа? Нисек тә был хәлдән ҡотолорға кәрәк бит. Бер аҙ онотолор туйҙа, кәйефе күтәрелер. Ҡыҫҡаһы, барырға тип хәл итте Шәйехзада. Иң тәүҙә Юныс менән осрашты, унан егет менән ҡыҙ хаҡында, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һораштырҙы, кире яҡтарын да әйтеүен үтенде. Шунһыҙ йырҙарың мәҙәк килеп сыҡмаясаҡ. Ҡунаҡтарҙың да яҙмышында булып алған эреле-ваҡлы сетерекле ваҡиғалар хаҡында белеште.
Әртис сәхнәнән тамашасыға оҡшарға тырышҡан кеүек, туйға, байрамға саҡырылған аҡын да ҡунаҡтарҙың, хужаларҙың һөйөүен, мөхәббәтен яуларға бар көсөн һала. Шәйехзада ҡунаҡтарға битараф, әммә туйға саҡырырға килгән Йомабикә алдында үҙен һынатмаҫҡа, бар һәләтен күрһәтергә уйы. Һәр сығыш яһаусының ниндәйҙер дәртләндереүсе маҡсаты булырға тейеш. Дөйөм ҡунаҡтар өсөн йырлап-бейеүҙең йәне булмай, ҡыҙыҡ килеп сыҡмай. Шәйехзада өсөн шундай маҡсат Хәтирә була алыр ине, ләкин ҡатын туйға саҡырылмаған. Хәйер, уның урынын Йомабикә сибәркәй алыр. Ҡыҙ өсөн шаян таҡмаҡтар уйлап сығарыр, уның өсөн илһамланып йырлар, дәртләнеп думбыра һуғыр. Оҡшай егеткә был сибәркәй. Хәйер, кем генә уны күңеленә яҡын итмәгән тиһең. Шулай ҙа, ҡаҙаҡ ир-аттарынан айырмалы, Шәйехзада Йомабикәгә бер ниндәй ҙә өмөт бағламай, ҡыҙ уның өсөн буй етмәҫлек бейеклектә. Ул – фәҡәт илһамланыу өсөн ваҡытлыса сәбәп кенә. Шәйехзада мүлдәкә йырҙары менән, оҫталығын, шаянлығын күрһәтеп, туйҙы бик матурлағайны, ғүмере онотмаҫлыҡ итте тип хәтерләһәләр – шул еткән.
Ошолар хаҡында уйлағас, күкрәгендә илаһи көс уянғанын тойҙо егет. Әйтеш алдынан була торған ярыш ҡомары ялмап алды күңелен.
Барҙы ул туйға. Барыһына ла оҡшаны Шәйехзаданың аҡынлығы. Ул мандолинаһын сиртеүе була, шау-шыу, өҙә һуҡҡандай, юҡҡа сыға. Табын тып-тын ҡалып, егеттең йырлауын көтөп алды, бигерәк тә уның һәр кем хаҡында ни ҙә булһа белеп, шуға төрттөрөп йырлауы оҡшаны. Шәйехзада йыш ҡына башҡорт халҡының шаян таҡмаҡтарын үҙгәртә биреберәк, ҡунаҡтарға бәйләп көйләне. Шуға ла яҡын күрҙеләр.
Ҡыҙҙың атаһы Ғәҙелйән исемле икән. Уға ошондай йыр бағлауын барыһы ла үҙ итте:
Мәжлес өсөн мин йырлайым,
Үткән ғүмер бигерәк йәл! –
тип һағыш һалып йырлағас, күптәрҙең, шул иҫәптән Ғәҙелйәндең дә, күҙҙәрендә йәш күренде.
Һуңлап килгән ҡунаҡтарға:
Беҙ һағындыҡ бит һеҙҙе, –
Төртмә таҡмаҡтарҙы ла күп әйтте Шәйехзада. Янтайып ултырған ҡаҙаҡтар мендәрҙәре өҫтөнә ауып, ҡатын-ҡыҙ яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап, көлә-көлә тыңланы егетте.
Әлбиттә, Йомабикәне лә онотманы, ураған һайын йырҙарын уға бағышланы. Шундай мәлдәрҙә ҡыҙ егеткә рәхмәт әйткән кеүек бик мәғәнәле итеп ҡарап ҡуйҙы. Бәлки, мөхәббәткә һыуһап йөрөгән Шәйехзадаға ғына шулай тойолғандыр.
Иң күп данлау йыры егет менән ҡыҙға эләкте. Уларҙың матурлығын да маҡтаны Шәйехзада, йәшлегенә лә һоҡланды. Киләсәктә мөхәббәтле татыу тормош ҡороу өсөн уйынлы-ысынлы өгөт-нәсихәт, кәңәш рәүешендә таҡмаҡтар әйтте. Шуныһы бигерәк оҡшаны ҡунаҡтарға. Шәйехзада арып туҡтаһа ла, ҡул сабып, тағы йырлауын һоранылар. Егетте әллә ниндәй илһам солғап алды: анһат ҡына таҡмаҡтар уйлап сығара, уларҙы ошо туйға, ҡунаҡтарға, йәштәрҙең ата-әсәләренә бәйләй. Бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты.
Шәйехзаданың бик уңышлы бер таҡмағынан һуң Юныс, шаярып, кәпәс тотоп бар ҡунаҡтарҙы урап сыҡҡайны, ул аҡса менән тулды, һыймай ҡойолоп төшкәндәрен егет усына йомарлап алып килеп, көлкө өсөн Шәйехзаданың яғаһын асып, күлдәк эсенә тыҡты. Халыҡ дәррәү ҡул сапты.
Шәйехзада аҡсаны алмаҫҡа тырышып, кәпәсте ситкә этте, ҡуйынына тығылғанды ла кире бирергә маташты. Ләкин, йолаһы шулай булғас, йыйылған аҡсаны алырға тура килде. Ҡайтҡас һанап ҡарағайны, күҙе шар булды егеттең. Ун өс һум! Шәйехзаданың дүрт ай уҡытып йыйған аҡсаһының өстән бер өлөшө!
Нимә эшләтергә был сама байлыҡты? Уңайһыҙ булып китте егеткә, әйтерһең, урлаған. Тулыһынса үҙенә алырға ярамай, гонаһ булыр. Бер өлөшөн хәйер итеп бирергә кәрәк... Ҡапыл Хәтирәнең бер саҡ әсенеп әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө:
– Исмаһам, кәзәбеҙ ҙә юҡ бит. Һөт күрмәй үҫә бәләкәстәрем! – тигәйне.
Шәйехзада иртәгәһенә үк һөтлө кәзә белеште, ике бәрәсе менән биш һум тора икән. Егет, күп уйлап тормай, кәзәне һатып алды ла Хәтирәләргә килтерҙе. Ҡыуанысынан ҡатындың өсөнсө көн әйткән һүҙҙәрен дә онотҡан ине ул. Ишек төбөнә еткәс кенә “келт” итеп иҫенә төштө.
Ул туҡтап ҡалды. Ярамһаҡланыу кеүек була түгелме? Әй, булһын! Кем нисек теләй, шулай уйлаһын, ә Шәйехзада ысын күңелдән ярҙам итеү теләге менән бүләк итә. Аҡланыу өсөн сәбәбе лә бар. Килгән аҡсанан хәйер биреүҙе Аллаһ Тәғәлә үҙе хуплай.
Өйҙә ҡатын яңғыҙы ине. Егетте күргәс, уның йөҙө, ниңәлер, ағарып китте, ә инде бүләккә ике бәрәсле кәзә алып килгәнен дә белгәс, сикәһе ҡып-ҡыҙыл булды. Шунан көтмәгәндә йүгереп килеп егеткә һыйынды:
– Шәйехзада!.. Асыуланма миңә! Һиңә әйттем дә төнө буйы йоҡлай алманым. Ниңә шулай эшләнем инде? Көн дә килеп, үҙеңә эйәләштергәнһең. Һин булмағас, өй шундай ҡотһоҙ! Бына-бына килеп инерһең һымаҡ. Ә һин – юҡ! Балалар һорай, “Ҡайҙа мүлдәкә абзый?” – тиҙәр. Башҡаса улай юғалма, яраймы? Мин – иҫәр, иҫәр! Үпкәләмәнеңме?
Ҡайҙа инде үпкәләү?! Ошондай һүҙҙәр ишетермен тип уйламағайны! Шатлығынан егеттең йөрәге дарҫлап типте, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡатынды ҡосаҡлап, ныҡ итеп ҡыҫты. Хатта Хәтирәнең һөйәктәре шытырлап ҡуйҙы.
– Айналайым! Үлтерәһең бит!.. – Ҡатындың күҙҙәрендә йәштәре йылтырай ине, үҙе бәхетле йылмая. – Ҡайҙан алдың был кәзәне? Нисек аҡса таптың? Үҙеңә тигәнде әрәм иттеңме?
Шәйехзада кисә туйҙа булыуын, ҡунаҡтарҙың уны үтә ныҡ оҡшатыуын, аҙаҡтан, алырға теләмәһә лә, йолаһы шулай тип, бер кәпәс аҡса йыйып биреүҙәрен бер аҙ маҡтанып, әммә ихлас ҡыуаныс менән һөйләп бирҙе.
Ул арала мүлдәкәнең килеүен ишетеп, ҡайҙалыр уйнап йөрөгән балалар ҡайтып инде. Ике көн эсендә ай буйына күрмәгәндәй һағынып өлгөргән өс бәләкәс Шәйехзадаға һыйынды. Сәлимә генә оялып ситтәрәк йөрөнө, әммә уның да ҡыуанғаны күренеп тора ине. Шунан дүртеһе лә кәзәне һыйпарға, бәрәстәрен яратырға кереште. Хәҙер һөтлө буласаҡтары түгел, ә бәрәстәрҙе ҡосаҡлап иркәләү мөмкинлеге уларҙы нығыраҡ шатландыра ине.
Сәй эскәс, балалар кәзәләрҙе ашатып алырға сығып китте.
– Үпкәләнеңме? – тип һораны йәнә ҡатын.
– Юҡ, Хәтирә! – Шәйехзада тәү тапҡыр уға исеме менән өндәште. Ошоға тиклем батырсылыҡ итмәй ине. Әллә ҡатындың ғәфү үтенгәндәй ҡарашы, әллә ошо хәл арҡаһында уның төн йоҡламай ҡайғырыуы ҡыйыулыҡ өҫтәне – хәҙер Хәтирәне үҙенә тиң кеүек тойҙо. Быға тиклем олораҡ итеп ҡарай ине. Ҡатынды тынысландырырға теләгәндәй, асыҡ беләгенән һыйпап ҡуйҙы хатта.
Егеттән бындай хәрәкәтте көтмәгән ҡатын “терт” итеп ҡалды, керпектәрен һирпеп, ҡурҡҡан ҡараш ташланы. Хәтирәнең беләгенә ҡағылғанда аңлайышһыҙ тойғолар кисереп, Шәйехзада үҙе лә эстән генә бер аҙ ғәжәпләнеп ҡалғайны. Татлы ине был хис, ниңәлер, шомландыра ла, тулҡынландыра ла. Егет хатта еңелсә генә ҡалтыраныуын һиҙҙе. Ул бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙға ирҙәрсә ҡағылғаны, бигерәк тә, таныш булмаған хискә бирелеп, уларҙы һыйпағаны юҡ ине.
Хәтирә егетте ҡапыл ҡосаҡлап алды. Уның ҡулдары шул тиклем көслө ине, хатта Шәйехзада бер аҙға ҡыбырлай алмай ултырҙы, шунан ҡатындың ҡосағынан ысҡынып, уны ныҡ итеп үҙенә ҡыҫты...
Егет өйөнә төн уртаһында ғына ҡайтты.
Ошо көндән һуң Шәйехзада Хәтирәләргә кисләтеп, күҙ бәйләнгәс кенә килә башланы.
– Кеше күҙенә салынма инде, – тип үтенде ҡатын. – Ауыл халҡын беләһең бит. Күрһәләр, берҙе ун итерҙәр...
Тимәк, күргәндәр, һөйләйҙәр. Юғиһә, Көмөшбай менән теге ир уның бүлмәһенә баҫып инеп, туҡмарға тотонмаҫ ине.
Хәҙер ни эшләргә? Ҡасып китә лә алмай. Быларҙың иҫкәртеүе буш һүҙгә оҡшамаған. Кешене үлтереп, Табан күленә ырғытыу бер ни тормай буғай бында. Былтыр шундай аяныслы хәл булған. Ике егет бер ҡыҙ өсөн талашып киткән. Иртәгәһенә берәүһе юҡҡа сыҡҡан. Аҙаҡ уның мәйетен Табан күлендә тапҡандар. Алла һаҡлаһын!..
Был ауыр хәлдән нисек ҡотолорға белмәй, төрлөсә уйланы Шәйехзада. Әллә Хәтирә менән кәңәшләшергәме? Юҡ, ҡатынға ике ирҙең килеүе хаҡында әйтергә ярамай. Хәтирә йәшерен осрашыуҙарын белеп ҡалмаһындар тип былай ҙа бик ҡурҡа. Саҡырылмаған “ҡунаҡтар” тураһында әйтһә, йөрәге шартлар.
– Һин һаҡ ҡына йөрө инде, – ти бит ул ҡат-ҡат. – Кешегә күренмә!
Ә күргәндәр!.. Ни эшләргә хәҙер? Башына бер рәтле уй килмәй. Кәңәшләшер кешеһе лә юҡ, исмаһам.
Көтмәгәндә килеп ингән Юныс Шәйехзаданы ауыр уйҙарынан айырҙы.
– Нимә, төшкән аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырап ултыраһыңмы? – тип көлдө ул.
Юнысҡа асыҡтан-асыҡ әйтергәме әллә ниндәй хәлгә эләккәнен? Теге ике ир ысынлап үлтерергә янаймы, ҡурҡыталар ғынамы? Бәлки, Юныс Дүсәнбайҙа шундайыраҡ хәлдәрҙең нисек осланыуын беләлер?
Шәйехзада икеләнде. Хәтирә: “Бер кем һиҙергә тейеш түгел беҙҙең осрашыуҙы!” – тине бит. Шул һүҙҙәр туҡтатты егетте.
Ул арала Юныс үҙ ҡайғыһын һөйләргә тотондо.
Егеттең ошо тирәләге ауылдарҙың иң сибәр ҡыҙын – Йомабикәне – оҡшатып йөрөүен белә ине Шәйехзада. Оҡшатыу ғына түгел, яратам, ти. Юныс йөрәк серен асып һалғас, “Ә ҡыҙ?” тип һорағайны. “Минең кеүек үк түгелдер, – тип уфтанды егет. – Әммә ул да мине оҡшата”.
Теге туйҙа Шәйехзада Юныс менән Йомабикәне күҙәткәйне шул. Йәштәрҙең бер-береһенә ҡарап йылмайыуынан, өндәшеүенән мөнәсәбәттәрен тойорға була бит. Юныс, ысынлап та, Йомабикәгә ғашиҡ. Был уның ҡарашы менән һәр саҡ ҡыҙҙы эҙләүендә, һылтау табып, уның янында булырға тырышыуында, Йомабикәнең үтенесен беренсе булып үтәргә йүгереүендә күренеп тора. Ҡыҙ кеше хистәрен Юныс кеүек һиҙҙереп бармай. Шулай ҙа егетте яҡын күргәнлеге тойола, тик үлеп ярата тип әйтеп булмай. Хәйер, йәштәр араһында Йомабикә өсөн барыбер Юныстан да ҡулайлыраҡ йәр юҡ: оҙон буйлы, киң яурынлы, сәстәре бөҙрәләнеп тора. Етмәһә, егеттең атаһы, серегән бай булмаһа ла, хәлле кеше. Ҡыҙҙыҡылар артыҡ күпте һорамаһа, рәтле генә ҡалым бирерлеге бар.
Юныс менән Йомабикә күптән түгел ошо хаҡта һөйләшеп тә алған. Ҡыҙ ризалығын өҙөп кенә бирмәгән. Һәр хәлдә, “Был тирәлә иң матур егет – һин!” тигән Юнысҡа. Ошонан һуң, егет татлы хыялдарға бирелеп йөрөгән саҡта, шомло хәбәр тарала: “Быҡтымбай ҡыҙын әйтештә еңгән аҡынға бирә!” Был ни тигән һүҙ? Ысынмы, әллә шаярыумы? Юныс, үҙ ҡолағына ышанмай, Йомабикәнең атаһына барып еткән.
– Ысын, – тигән Быҡтымбай. Шунан көлөмһөрәп өҫтәп ҡуйған. – Һин әйтештә ҡатнаша алмайһың инде: үләң сығармайһың, думбыра ла һуҡмайһың.
Быны ишеткәс, Юныстың йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй булған. Нисек инде – әйтештә еңеүсегә Йомабикәне бирергә? Әгәр берәй бабай барыһын да уҙып китһә? Ғәҙәттә бит һүҙ бәйгеһендә гел ололар алға сыға.
Юныс Шәйехзадаға ошо хаҡта һөйләшергә килгән. Ни эшләргә? Егеттең Йомабикәнән ҡолаҡ ҡаҡҡыһы килмәй.
Нимә тиһен Шәйехзада? Сибәр ҡыҙҙың яҙмышын ниндәйҙер осраҡлылыҡ ихтыярына тапшырып ҡуйыу дөрөҫ түгел, әлбиттә. Йомабикә өсөн Юныстан да йәтеш йәр юҡ. Ләкин ҡыҙҙың яҙмышы атаһы ҡулында, ул шулай хәл иткән икән, бер ни ҡылып булмай.
Юныс кәңәш һорарға ғына килмәгән, тәҡдиме лә бар икән.
– Шәйехзада, һин ҡатнаш был әйтештә! – тип бойорған кеүек әйтеп ҡуйҙы. – Еңәсәкһең! Мин туйҙа “һә” тигәнсә таҡмаҡ сығарыуыңа хайран ҡалдым! Бөтәһе лә урынлы, барыһы ла йөрәккә үтеп инә. Ә мандолинаны нисек оҫта сиртәһең! Беҙҙә бер кем дә һинең һымаҡ уйнамай.
– Һинең әйтеште күргәнең юҡтыр. Унда шундай оҫталар ҡатнаша. Бына тигән аҡындар! – Шәйехзада баш бармағын сөйҙө.
– Ниңә күрмәй, ти? Әйтеш булһа, бөтәбеҙ ҙә барабыҙ ғуй. Һине лә күрҙем. Тәүге әйтешеңдә тартына, әллә ояла инеңме – нисектер килеп сыҡмағайны. Ә хәҙер!.. Бөтөнләй икенсе! Ә ярты ай элек булған әйтештә һуң! Айналайым! Бөтәһен дә биленән алып, мыҡтып һалдың! Ысын аҡын булғанһың!
– Әй, унда бит ул! – Шәйехзада ҡулын һелтәне. – Бер рәтле аҡын булманы. яҡын-тирәләге бар думбыра һуҡҡаны килгән.
– Улай тимә! Улар үҙҙәрен аҡын тип танау сөйөп йөрөй!
– Белмәйем, белмәйем, – тип икеләнде Шәйехзада. – Ярай, еңдем дә, ти. Шунан? Мин бит ала алмайым Йомабикәне. Үҙемә аҡса еткерә алмайым әле. Икенсенән, иртә миңә өйләнергә.
– Өсөнсөнән, ҡалымың юҡ, – Юныс нисектер тыныс ҡабул итте Шәйехзаданың дәлилен.
Улайһа, ниңә әйтештә ҡатнашырға өндәй?
– Һиңә өйләнергә кәрәкмәй Йомабикәгә, – тип дауам итте Юныс. – Һиңә еңергә генә кәрәк. Йомабикә берәүгә лә эләкмәһен өсөн. Аңланыңмы?
– Аңламаным. Еңгәс, ал, тип бәйләнһәләр? – Быныһын Шәйехзада шаярыбыраҡ әйтте. Кем уға көсләп шундай сибәркәйҙе бирһен дә, ниндәй иҫәр ундай ҡыҙыҡайҙан баш тартһын?!
Юныс уның һүҙҙәрен ысынға алды:
– Нисек? Ә ҡалым? – тип һуңғы дәлилен әйтте мүлдәкә.
– Ҡалымды үҙем түләйем. Һин ҡыҙҙы миңә бирәһең!
Ә–ә! Бына эш нимәлә икән!..
– Бирмәйем, һатам! – Шәйехзада шаярыуға борҙо.
– Күпме һорайһың? – Егеттең ҡиәфәте бик етди.
– Һин нимә, ысынлапмы? – Шәйехзада Юнысты төртөп ебәрҙе. – Беҙ, Хужа Насретдин кеүек, тыумаған ҡолондо бүлешә башланыҡ!
– Һиңә – шаярыу! Ә минең бөтә тәнем яна, йөрәгем һыҙлай! – Юныс бүлмә буйлап улай-былай үтте. – Минең бит яҙмышым хәл ителә! Был – Йомабикәне юғалтмауҙың берҙән-бер юлы! Аңлайһыңмы? Әгәр әйтештә еңһәң, күпме теләйһең, шунса түләйем! Көлмә әле! Мин ысын әйтәм, Шәйкүлзада!
Шәйехзада ла етдиләнде. Ул Юныстың хәлен аңлай. Егетең үлеп ғашиҡ. Ундай саҡта кешенең башына төрлө иҫәр уйҙар килә, тиҙәр. Юныс һөйгәнен юғалтмау тураһында төрлөһөн уйлағандыр ҙа, ошо хыялый ысулды тормошҡа ашырып була тигән фекергә килгәндер.
– Ниңә өндәшмәйһең? Һин миңә ярҙам итергә теләйһеңме, юҡмы? – Юныс Шәйехзаданың ике беләгенән тотоп һелкетте.
– Ярай, тырышып ҡарармын. – Бындай хәлдә дуҫына башҡаса яуап биреү мөмкин түгел ине.
– Эш былайға киткәс, һәйбәтләп һөйләшәбеҙ!
Күп майҙан тотҡан ҡаҙаҡ аҡындарының алдына сығыу – ай-һай! Кемдәр ҡатнашыуын яҡшылап белергә кәрәк. Иң мөһиме – оҫта аҡындарҙың отошло яҡтарын да, кәмселектәрен дә үҙеңдең биш бармағың кеүек өйрәнеү! Яҡшы сифатын кәмһетә биреп сығара белеү, хилафлы яҡтарына төрттөрөп, халыҡҡа күрһәтеү! Былары – мотлаҡ. Ошо – уңыштың нигеҙе, еңеүҙең төп ысулы! Әгәр Шәйехзаданың еңеүен теләй икән, һөйгәнен башҡаға биреп ебәрмәҫкә йәне–тәне менән яна икән, бына ошо яҡтан ярҙам итергә тейеш Юныс!
– Булдыраһыңмы? – Шәйехзада егеткә һынсыл ҡараны.
– Булдырам! – Юныстың тауышы ышаныслы сыҡты. – Мин улар хаҡында бөтәһен табам! Хәйләләрен, алдашҡандарын, кәмселектәрен – барыһын, барыһын!
Шәйехзадаға килешеүҙән башҡа сара ҡалманы. Ул шунда уҡ элекке әйтештәрҙә уҡыған шиғырҙарын, бәйеттәрен иҫкә төшөрөргә кереште, бер-икәүһен Юнысҡа мандолина сиртеп йырлап ишеттерҙе. Егет уларҙы оҡшатты, рәхәтләнеп көлдө, шунан “Ярай, ҡамасауламайым”, тип ашығып китеп барҙы. Был минутта, бигерәк тә ҡулына мандолина алғас, Шәйехзада үҙен туҡмарға маташыуҙарын, хатта үлтереү менән янауҙарын да онотто.
Дүсәнбайҙа ғына түгел, яҡын-тирәләге ауылдарҙа ҡыҙҙарҙың күңеленә ут һалырҙай егеттәрҙең иң лайыҡлыһы, әлбиттә, Юныс. Был Йомабикәнең генә фекере түгел, уҡырға барғанда серләшеп китһәләр, туйҙарҙа үҙҙәренә кейәү булырҙайҙарҙы күҙләһәләр, һәр һылыуҡай Юныста туҡтала, унан шәберәге юҡлығына инана. Әммә егеттең Йомабикәгә күҙе төшкәнлеген дә һәр ҡыҙ белә. Ә сибәркәй менән уҙышырға һис кемдең теләге лә, форсаты ла юҡ, сөнки Йомабикә һылыулығы менән беренсе урында тора, тимәк, үҙенә оҡшаған егетте иң алда ул һайларға тейеш, шунан ғына башҡаларға сират етер. Шуға барыһы ла Йомабикә Юнысты һайлаясаҡ тип уйлай, быға ышана, ҡыҙҙың фекере менән бер кем дә ҡыҙыҡһынмай.
Ә Йомабикә... Белмәй: оҡшаймы уға Юныс, юҡмы? Һәйбәт егет тә ул, ләкин ундайҙар аҙмы ни? Юныс башҡаларҙан саҡ ҡына өҫтөнөрәктер, бәлки. Төҫ-ҡиәфәткә арыуыраҡ, әлбиттә, тик Йомабикә үлеп ғашиҡ түгел уға. Эйе, бүтән егеттәргә ҡарағанда нығыраҡ оҡшата. Ана шул-шул – оҡшата ғына. Ә мөхәббәт? Бәлки, юҡтыр ул һөйөү тигән нәмәләре. Әсәһе әйтмешләй, “Ниндәй мөхәббәт?! Китаптарҙа ғына яҙалар”. Ә кейәүгә сығырға ваҡыт етеп килә. Кемде һайларға? Әгәр, бөгөн үк сыҡ берәйһенә, тиһәләр, Йомабикә, әлбиттә, Юнысты һайлар ине. Уйлап ҡараһаң, ҡыҙҙың ваҡыты бар бит әле. Осратыр бөтә йөрәге менән ғашиҡ булырҙай кешене, тап итер. Бәлки, әйтештә берәйһе килеп сығыр. Юғиһә ҡыҙ ошо тирәләге йәштәр менән генә таныш. Ә әйтешкә ситтән дә киләсәктәр. Ғәҙәттә, һүҙ бәйгеһендә олораҡтар ҡатнаша. Ләкин егеттәр ҙә йоҡлап ҡалмай. Атаһының әйтеш ойоштороуына ризалыҡ биреүенең төп сәбәбе – ошо. Әлбиттә, йәш кешенең еңеүе икеле. Әгәр берәйһе йөрәгенә яҡын булһа, уның еңеү-еңмәүенә ҡарамай, ҡыҙ атаһы алдында үҙ һүҙендә тора алыр кеүек.
Бына ошо уй-тойғоһо хаҡында үләң яҙҙы ҡыҙ. “Көтөү” тип атаны. Мөхәббәтен көтөүе хаҡында. Һәйбәт килеп сыҡты кеүек. Хәйер, үҙенә оҡшай ҙа ул. Берәйһенә уҡып ҡарарға кәрәк. Сит кеше һәр саҡ үҙең һиҙмәгәнде күрә. Иң яҡын әхирәте Бибикәй яратты былай. Улай ғына түгел, “аңыңды юйырлыҡ!” тине. Хәйер, ул Йомабикәнең һәр үләңенә шулай ти.
Бына әгәр Шәйкүлзада мүлдәкә маҡтаһа! Уның бит шиғырҙары атаһы алдырған гәзиттә баҫылған. Ул – ысын аҡын!
Оҙаҡ икеләнде ҡыҙ. Ахырҙа, дәрестәр бөткәс, мүлдәкә янына килде.
Бынан ярты ай элек уға бер нисә үләңен күрһәтте ҡыҙ, үҙенеке икәнлеген әйтмәйенсә. Шәйкүлзада әкә: “Шәп!” – тине. Бер генә һүҙ әйтте, тик ысын күңелдән маҡтамаған кеүек тойолдо Йомабикәгә. Шунан һуң ҡыҙ ҡулына бер нисә көн ҡәләм тота алманы. Кәйефе төштө. Мүлдәкәгә үпкәләне. Ике-өс йылы һүҙ өҫтәп әйтһә, уҡаһы ҡойолор инеме?! Әммә аҙаҡ аңланы: үләңде үҙ итмәгән мүлдәкә. Әгәр оҡшамаған икән Шәйкүлзада әкәгә, ул ғәйепле түгел ғуй, тимәк, үләң насар.
Дәрестәрҙән һуң аралашыу һис тә мөмкин түгел. Балалар мүлдәкәне уратып ала ла һорауҙар бирә башлай, Шәйкүлзада сәғәттәр буйы улар менән һөйләшеп ултыра.
Йомабикә, уҡыуҙан һуң бер килке ваҡыт үткәс, мүлдәкәнең йортона китте. Ул өйҙә юҡ ине. Күршеләренән һораштырҙы. Береһе белмәй. Бер сәғәттән тағы һуғылды. Мүлдәкә юҡ. Берәйһенең балаһына исем ҡушырға, йә аят уҡырға киткән, тиер инең, ауылда ундай ваҡиға һәр кемгә билдәле. Ҡайҙа булған? Бәлки, Хәтирә апайҙарҙалыр? Уларға йыш бара, балаларын ярата тигән хәбәр йөрөй. Әгәр мүлдәкәне эҙләп барһа, уңайһыҙ булмаҫмы? Алдына алғас, үләңенә бөгөн үк баһа ишеткеһе килә, иртәгәгә тиклем көтөргә түҙеме етмәҫ.
Ҡараңғы төшә башланы. Бара ул Хәтирә апайҙарға! Бара! Бының бер насарлығы юҡ бит! Әгәр улар хаҡында ауылда әллә ниҙәр һөйләйҙәр икән, Йомабикәнең ни эше?!
Ҡыҙҙың килеп инеүенә ныҡ аптыраны Хәтирә. Шәйехзаданы эҙләп йөрөүен, егеттең инде ярты көн тип әйтерлек өйөнә ҡайтмауын ишеткәс, ҡото осто. Бер нисә көн элек Көмөшбай һоратып килеп, ризалығын бирмәгәс, ир: “Истәк менән буталғаныңды белмәй тиһеңдер! Шуға ҡарамай, балаларыңды уйлап ярҙам итмәксе инем! Әйҙә астан үлегеҙ! Ул истәгеңдең башына етәм мин! Табан күленең төбөнән эҙләрһең!” – тип сығып киткәйне.
Шунан һуң көн дә килеп йөрөгән Шәйкүлзада күренмәне. Ваҡыты юҡтыр, тип уйлағайны ҡатын. Көмөшбай әйткәнен шулай тиҙ тормошҡа ашырырға тотонор тип башына ла килтермәне.
Хәтирәнең ҡапыл ағарып киткән йөҙөн күреп, Йомабикә лә ҡурҡа төштө.
– Ни булды? – тип һораны ҡыҙ. – Һин берәй нәмә беләһеңме?
– Белмәйем, – тине ҡобараһы осҡан Хәтирә. – Тик... Был Көмөшбайҙың ғына эше! Көмөшбайҙың эше!..
Хәтирәнән сыҡҡас, Йомабикә Көмөшбайға барырға итте лә туҡталды. Бер үҙенә уңайһыҙ булыр. Юнысты эйәртергә!
Шулай итеп, Көмөшбайға икәүләшеп юлландылар.
Көмөшбай, ҡыҙ менән егеттең мүлдәкәне эҙләп килгәндәрен белгәс, тәүҙә һөйләшергә лә теләмәне. Бер аҙ тыныслана төшкәс, Шәйкүлзадаға кисә инеп сығыуын таныны, әммә шунан һуң уны күрмәгәнлеген, әле ҡайҙа икәнлеген белмәүен әйтте.
Ҡыҙ менән егеткә сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Шәйехзаданың өйөнә йәнә һуғылдылар. Егет һаман да ҡайтмаған. Юныс менән Йомабикә ни уйларға ла белмәне. Ҡайҙа булыуы мөмкин? Аптырағас, кистән иртә хәйерлерәк, бәлки, берәй баланың йортона барып, ата-әсәһе менән һөйләшеп ултыралыр, тип үҙҙәрен тынысландырып, хушлаштылар.
Иртәгәһенә мүлдәкә дәрескә килмәне.
Ғәжәп хәл. Гел иң алдан килеп, балаларҙы көтөп ултыра торғайны. “Ауырып киткәндер”, – тип фараз йөрөттөләр. Теге саҡта сирләп ике көн уҡытмағайны бит. Кемеһелер мүлдәкәнең өйөнә барып килергә тәҡдим итте.
Өйөнә барыу – файҙаһыҙ. Быны шунда уҡ һиҙенде Йомабикә. Шәйкүлзада әкә менән ниндәйҙер ҡурҡыныс хәл булған. Мүлдәкәнең юғалғанлығын ишеткәс, юҡҡамы ни Хәтирә апайҙың ҡото осто. Бәлки, кисә берәй баланың ата-әсәһе менән һөйләшеп ултырғандыр тигән өмөт бар ине. Бөгөн уҡыуға килгән балаларҙың барыһы ла уларға мүлдәкәнең килмәгәнлеген әйтте. Шулай булғас, оҙаҡҡа һуҙмай Шәйкүлзада әкәне эҙләргә тотонорға кәрәк.
Йомабикә балаларға, бөтәһен дә белгән кеүек, ҡайтырға ҡушты, үҙе Юныстарға атланы. Шулай ҙа юл ыңғайында мүлдәкәнең өйөнә һуғылды. Уның юҡлығын бөтә йөрәге менән тойһа ла, күңеле төбөндә кескәй генә өмөт уты дөрләй. Ә бәлки...
Бына ул йәшәгән өй. Ишек артында “шылт” иткән тауыш ишетелмәй. Йомабикә, бер аҙ уйланып торғас, эскә инде. Өҫтәлдә китап-гәзиттәр кисәге һымаҡ һибелеп киткән, түшәгендәге юрған да бер аҙ асылған көйө ята.
Тимәк, мүлдәкә ҡайтмаған.
Ҡыҙҙың кескәй йөрәген ҡурҡыу тойғоһо солғап алды. Әгәр, Хәтирә апай борсолғанса, уға ҡарата насарлыҡ ҡылһалар?! Йә Хоҙай! Булмаҫ!.. Ни өсөн? Кем быға батырсылыҡ итер?.. Хәтирә апай Көмөшбайҙан шикләнә. Уныһы баш тарта, күрмәнем, ти. Хәҙер ҡайҙан эҙләргә?
Ҡыҙҙы тыңлағас, Юныс та шундай һорау бирҙе: эште нимәнән башларға?
– Уны кем дә булһа һуңғы булып күргән ғуй, – тине Йомабикә. – Шул кешене табырға кәрәк.
– Нисек табаһың уны? Бөтә ауылды һорап сыҡһаң да, кем һуңғы тапҡыр күргән йә юҡ икәнен белеп булмай!
– Һин эҙләргә теләйһеңме, юҡмы? – Ҡыҙҙың асыуы килә башланы.
– Теләйем! – Егеттең ҡарашында тәүәккәллек хасил булды. – Шәйкүлзаданы иң ныҡ табырға теләүсе миндер әле, бәлки!.. Белдем! Уны һуңғы булып мәктәптә балалар күргән! Дәрестән һуң. Уларҙан һорарға кәрәк. Ҡайҙа киткән? Бәлки, берәйһенә әйткәндер уйын? Һорауҙы һинән башлайбыҙ! Һөйлә, сибәркәй!
– “Сибәркәй” тимә миңә! – Ҡыҙҙың уйынлы-ысынлы һөйләшергә иҫәбе юҡ. Бөтә иғтибарҙы мүлдәкәне эҙләүгә йүнәлтергә кәрәк. Ә егет һаман ҡыҙға ярарға маташа. Бәлки, эҙләшеүе лә ысын күңелдән түгелдер, Йомабикәгә оҡшарға теләү өсөн генә йөрөйҙөр. – Минең исемем бар!
– Йомабикә туташ! – Егет бик етди өндәште. – Ҡасан күрҙең мүлдәкәне һуңғы тапҡыр?
Ләкин был етдилеге яһалмараҡ килеп сыҡты. Шул йәнә оҡшаманы ҡыҙға.
– Мин ҡайтып киткәндә балалар менән һөйләшеп ҡалды, – тине ул ҡоро ғына.
– Ана шуларҙан һорашайыҡ.
Балаларҙы ҡайтарып ебәргәненә үкенеп ҡуйҙы ҡыҙ. Хәҙер йә иртәгәне көтөргә кәрәк, йә ярты ауылды урап сығырға. Көнө буйы ҡул ҡаушырып ултыра алмаясаҡ Йомабикә.
– Әйҙә, киттек, – тине ҡыҙ, урынынан ҡуҙғалып.
Егет бергәләп йөрөргә теләгәйне, ҡыҙ быға ҡырҡа ҡаршы төштө.
– Беҙ мөхәббәттә аңлашырға осрашманыҡ. – Тауышы уҫал сыҡты. – Һин ауылдың теге осона бар, мин – был яҡҡа.
Юныстың кәйефе төштө. Ниәте – форсаттан файҙаланып, ҡыҙ менән һөйләшеү ине. Ошоға тиклем уларҙың йүнләп аңлашҡаны ла юҡ. Йомабикә яҡын күрәме уны? Әгәр шулай икәнен белһә, бергә булыу өсөн егет тауҙар аҡтарыр ине. Әле лә ул бөтә көсөн һала, ләкин ҡыҙҙың аныҡ ҡына итеп үҙ тойғоһон һиҙҙермәүе күңелен өйкәй. Етмәһә, Шәйкүлзада өсөн ошолай янып йөрөүе йөрәгендә көнләшеү хисе уята. Әлбиттә, мүлдәкә Юнысҡа көндәш түгел. Иҫән-һау табылһа, ун көндән иленә ҡайтып китәсәк. Ләкин ғашиҡ йөрәк быны аңлаймы ни?! Ул көнләшә, юҡты уйларға мәжбүр итә, ҡанһырап һыҙлай. Йомабикә бер генә һүҙ менән егетте тынысландыра ала ла бит, юҡ, өндәшмәй...
Мүлдәкә йәшәгән өй янында осрашырға һөйләшеп айырылдылар.
Йомабикәлә Юнысҡа ҡарата асыу барлыҡҡа килде. Егет мүлдәкәне һис тә эҙләргә теләмәгән кеүек йөрөй. Хатта уның юғалыуына, таба алмауҙарына Юныс ғәйепле һымаҡ тойола. Бының улай түгеллеген аңлай ҡыҙ, ләкин Шәйкүлзаданың ғәйеп булыуы арҡаһында бар донъяға нәфрәте уянды, шул асыуҙы кемгә булһа ла йүнәлтергә кәрәк – бөтә сәбәп шунда. Етмәһә, Юныс юҡ-бар һөйләп йәненә тейә, былай ҙа утҡа баҫҡан бесәй кеүек йөрөгән Йомабикәне тағы ла ныҡ уҫалландыра.
Ниңә шул тиклем йәне көйә һуң ҡыҙҙың? Ул үҙ-үҙен аңларға теләй. Мүлдәкәнең юғалыуы ҙур ҡайғыға һалдымы уны, әллә башҡа сәбәп бармы? Йомабикә үләңен уға уҡырға, кәңәшен ишетергә теләгәйне – бөтәһе лә шунан башланды. Яҙғанын күрһәтә алмауы ғына был хәтлем йәненә тейергә тейеш түгел дә баһа?!
Ҡыҙ, күпме генә уйланһа ла, күңелендә урғылған хистәрҙе аңлай алманы. Әлеге маҡсаты шул: мүлдәкәне табырға (Иҫән-һау булһын инде!), шунан үләңдәрен уҡып ишеттерергә. Ҡалғанын аҙаҡ асыҡлар...
Йомабикә был оста йәшәгән балаларҙы тиҙ урап сыҡты, ләкин береһе лә күңелде йылытырлык хәбәр әйтмәне.
– Мин ҡайтып киткәндә, мүлдәкә башҡалар менән һөйләшеп ҡалды, – тине берәүҙәре.
– Кемдәр менән? – тигән һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алманылар.
– Мүлдәкә бер үҙе ҡалды, – тине.
Быныһы төптө дөрөҫ түгел. Сөнки Шәйкүлзада әкә үҙ өйөнә тиклем гел балалар менән атлай.
Юныс та шунан артығын белә алмаған.
– Бөтә ауылды күтәрергә кәрәк! – тине ҡыҙ бик тәүәккәл тауыш менән. – Һиҙәм, Шәйкүлзада әкә менән ниҙер булған!
– Бәлки, икенсе юлы барҙыр, – тип икеләнде егет. – Халыҡты ҡаңғыртмай торайыҡ.
– Ниндәй икенсе юл?! – Ҡыҙҙың уҫал ҡарашы егетте телеп үтте. – Хәҙер ваҡыт ҡәҙерле! Ярты көндән һуң булыуы мөмкин!
– Ололар менән кәңәшләшәйек. Улар ни тиер.
– Улар менән кәңәшләшә башлаһаң!.. Яҡшылап эҙләгеҙ, берәйһенә инеп, һөйләшеп ултыралыр, тиәсәктәр. Ә ваҡыт бит үтә!
Шулай ҙа бер аҙ бәхәсләшкәндән һуң Юныс был эштә ололарһыҙ бер ни ҙә килтереп сығара алмаясаҡтарына ышандырҙы ҡыҙҙы. Ауылда иң абруйлы әкәләрҙең береһе – Йомабикәнең атаһы. Уға хәлде һөйләп бирергә булдылар...
Быҡтымбай мүлдәкәнең юғалыуына ышанырға теләмәне. Ниндәй буш хәбәр был! Кеше бесәй балаһы түгел дә көпә-көндөҙ юҡ булырға. Һөйләшкән арала мүлдәкәнең өйөнә хеҙмәтсеһен йүгертте. Теге: “Мүлдәкә кисәнән бирле ҡайтмаған”, – тигәс, аптырауға ҡалды. Шунан ауылдың аҡһаҡалдары һаналған дүрт ил ағаһын саҡыртып алды. Улар ҙа мүлдәкәнең юғалыуына шаҡ ҡатты.
Кәңәшләшкәс, шундай фекергә килделәр: иртәнсәк балаларҙы мәктәпкә йыйғас, яҡшылап һорашырға: ҡайҙа, кемеһе Шәйкүлзаданы һуңғы тапҡыр күргән? Шунан ни ҙә булһа асыҡланырға тейеш, бер ҡайҙа ла булмағандыр мүлдәкә, тип таралыштылар.
Йомабикә иртәнгә тиклем көтөргә ҡаршы сыҡты. Балаларҙы бөгөн үк йыйырға тәҡдим итте ул Юнысҡа.
– Бер һораштыҡ бит инде... – тип ҡаршылашып маташты Юныс.
– Их, һин! – тип асыуланды ҡыҙ. – Мин һине егет тип уйлағайным! Ә һин... Балаларҙы бергә йыйһаң, улар бер-береһенең иҫенә төшөрөп, бөтәһен дә хәтерләйәсәк! Яңғыҙынан һораһаң, белмәйем, иҫләмәйем, тиеүҙән артыҡ китмәйәсәк.
Ни эшләһен ғашиҡ егет? Һөйгәненең һүҙен тыңларға мәжбүр булды. Улар эргә-тирәлә йәшәгән биш малайҙы өйҙәренән саҡырып сығарҙы ла, икеһен – ауылдың бер осона, ҡалғандарын икенсе яғына йүгертте.
Күп тә үтмәй, мәктәпкә бөтә балалар ҙа тиерлек йыйылды. Өсәүҙе тапмағандар: береһе ата-әсәһенең йомошо менән күрше ауылға йүгергән, икенсеһе балыҡ тоторға киткән, өсөнсөһө ҡайҙалыр уйнап йөрөй.
Балаларға хәлде Юныс аңлатып бирҙе:
– Кисә уҡыуҙар бөткәс, мүлдәкәбеҙ, өйөнә лә инеп тормай, ҡайҙалыр киткән. Шунан бирле ғәйеп. Кем уны һуңғы булып күрҙе?
Балалар шымып ҡалды. Береһе лә был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмай ине.
Йомабикә аңланы: былай һөйләшһәләр, бер ни ҙә белә алмаҫтар. Ҡыҙ балаларҙың хәтерен икенсе төрлө яңыртырға итте.
– Кисә дәрестәрҙән һуң һеҙ мүлдәкәгә һорауҙар бирә инегеҙ, – тине ул, тыныс булырға тырышып. – Миңә уның менән һөйләшергә кәрәк ине. Һеҙ туҡтауһыҙ һорашҡас, көтөп торманым, ҡайтып киттем. Мүлдәкәнән ни һорағанын кемегеҙ иҫләй? Кем беренсе һораны?
– Мин! – тине бер малай. – Мин беренсе һораным!
– Ҡартатайым, Ер өс үгеҙ өҫтөндә ята, ти. Шул дөрөҫмө, тип һораным. Мүлдәкә, юҡ, тине. Ул миңә... – Малай Шәйехзаданың нимә тип яуап биргәнен һүҙмә-һүҙ һөйләп бирҙе.
– Мин, – тине бер ҡыҙ. Ул да үҙенең ни һорағанлығын, мүлдәкәнең нисек яуаплағанын яҡшы хәтерләй ине.
Шулай итеп, мүлдәкә менән кемдең нимә тураһында һөйләшкәнен һорашып, дәрестәрҙән һуң ни булғанлығын бер-бер артлы иҫләргә тотондолар. Кемеһелер Шәйехзаданың яуабын ишеткәс тә ҡайтып киткән, берәүҙәр аҙаҡҡа тиклем ҡалған. Балалар, һорауҙарҙың нимә хаҡында булыуын хәтерләп, кемдең кем артынан һөйләшеүгә ҡушылғанлығын да тулыһынса күҙ алдына килтерҙе. Фәҡәт бер урында ғына ике малайҙың ҡайһыһы алданыраҡ һорағанлығын ҡапыл асыҡлап булманы. Сөнки... Сөнки мүлдәкә, һораусыны бүлеп, һөйләшеүгә ҡушылмай ситтәрәк торған Сағынбайҙы янына саҡырған икән.
– Мүлдәкә бит, мин һорай башлағас, туҡтатты ла ситтә торған Сағынбайға өндәште, – тине малайҙарҙың береһе.
– Эйе, эйе! – тип раҫланы уның һүҙен икенсе малай. – Сағынбай менән һөйләшкәс, һине онотоп, миңә һорау бирергә ҡушты.
– Туҡтағыҙ әле, – тине уларға Йомабикә. – Сағынбай менән һөйләштеме ул?
– Һөйләште, – тине балалар.
Быны балалар хәтерләмәй ине. Үҙенән һорарға Сағынбай мәктәпкә килмәгән.
– Уны атаһы йомош менән күрше ауылға ебәргән, – тине саҡырырға барған малай.
– Йә, ярай! – тине Йомабикә. – Ары кем һөйләште мүлдәкә менән?
– Мин иҫләнем! – тине ҡапыл бер малай. – Сағынбай әкәгә: “Минең һеҙгә йомошом бар!” – тине.
Башҡа балалар ҙа шунда уҡ быны хәтерләне.
– Эйе, йомошом бар, тине шул!
– Юҡ, әйтмәне, – тине балалар. – Беҙ ишетмәнек.
– Нимә тип яуап бирҙе һуң ул? Мүлдәкә һорағандыр бит “Ниндәй йомош?” тип.
– Һораны, – тине балалар. – Ә Сағынбай...
Сағынбайҙың ни тигәнен хәтерләй алмай бер булдылар. Шулай ҙа, һораша торғас, бер малай иҫләне:
– Мин аҙаҡтан әйтермен, тине. – Был малайҙың исеме Аманъюл ине.
– Эйе, эйе, шулай тине! – Башҡалар шунда уҡ быны иҫләне. – Шулай тине лә тышҡа сыҡты.
– Беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡайтып киткәс, Сағынбай кире инеп бара ине, – тип ары хәтерләне Аманъюл.
– Эйе, эйе! – тиеште башҡа балалар ҙа.
– Улай булғас, Сағынбай күргән инде мүлдәкәне һуңғы булып? – Йомабикә балаларға һынсыл ҡараны.
– Эйе! Хәтерләнек, шулай! Беҙ ҡайтып киттек, Сағынбай йомошон әйтергә ҡалды.
– Бына белдек кемдең һуңғы булып мүлдәкәне күргәнлеген, – тип еңел һулап ҡуйҙы Йомабикә. – Рәхмәт һеҙгә, хәҙер ҡайтһағыҙ ҙа була.
Әммә ҡыуанырға иртә әле. Ярай, Шәйкүлзада әкәне һуңғы булып Сағынбай күргән. Шунан? Әгәр улар мәктәптә үк айырылышһа? Унан һуң ҡайҙа киткән әкә?
Ни генә булһа ла, тәүҙә Сағынбайҙы күрергә кәрәк. Ниндәй йомошо булған икән? Бәлки, бөтә сер шундалыр?
Сағынбайҙарға Йомабикә менән Юныс бергә китте. Ҡыҙ, ауыл буйлап егет менән ҡушарлап йөрөүҙе оҡшатып етмәһә лә, ниңәлер, яңғыҙы барырға ҡурҡты.
Сағынбайҙы улар ишек алдында осратты.
– Ҡасан ҡайттың? – тип һораны Йомабикә.
– Ҡайҙан? – тип аптыраны малай.
– Бәй, һин күрше ауылға киткәйнең бит.
– Мин бер ҡайҙа ла барманым, – тине Сағынбай.
Хәҙер Йомабикә менән Юныс аптырауға ҡалды.
– Беҙ әле генә бар балаларҙы мәктәпкә йыйҙыҡ, ә һин килмәнең, – тине ҡыҙ. – Һине йомош менән күрше ауылға киткән тинеләр.
– Мин өйҙә булдым, – тип үҙенекен тылҡыны малай.
Егет менән ҡыҙ бер-береһенә ҡараны. Быны нисек аңларға? Тимәк, малайҙың атаһы, балаларҙы ни өсөн мәктәпкә йыйыуҙарын белгән дә, Сағынбай күрше ауылға китте, тип хәйләләгән. Шулай килеп сыға бит. Ә ниңә алдашҡан?
Уларҙың ниңә килгәнен аңларға теләп, эргәлә өндәшмәй генә торған малайға Юныс:
– Һин кисә уҡыуҙар бөткәс... – тип һүҙ башлағайны, уны ҡыҙ туҡтатты һәм Сағынбайға боролоп:
– Ярай улайһа. Бар, – тине.
Малай йүгереп өйөнә инеп китте.
– Ниңә ебәрҙең уны? – тип аптыраны Юныс. – Унан бөтәһен дә белә инек.
– Ана шул-шул. Белергә була, – тине ҡыҙ, борсоулы уйланып. – Мүлдәкәнең юғалыуында ғәйебе бар икән, туранан-тура һораһаҡ, алдашыр. Нисек дөрөҫөн белергә?
– Һин бигерәк ҡуйыртаһың, – тине Юныс ҡәнәғәтһеҙ төҫ менән. – Бала кеше шулай тәрәнгә төшөп фекерләй тиһеңме? Тыныс ҡына итеп тоторға ла һорарға! Сағынбай уны-быны уйламай әйтер ҙә бирер.
Йомабикә бер аҙ шымып торҙо.
– Атаһы, Сағынбай өйҙә юҡ, тип ниңә алдашҡан?
– Һин юҡ нәмәгә шикләнәһең! Өйҙә эше булғандыр, эт һуғарып йөрөүен теләмәгәндер.
Юныстың вайымһыҙ төҫө ҡыҙҙың йәненә тейҙе.
– Сағынбай һуңғы булып әкәне күргән! Шунан атаһы алдашҡан! Ошо шик түгелме ни?
– Ярай, шик тә булһын, ти. Уның менән ни эшләй алабыҙ?
– Һин мүлдәкәне табырға йөрөйһөңмө, әллә миңә ҡамасауларғамы? – тип асыуланды Йомабикә.
Егет ҡыҙҙы тынысландырырға тырышты:
– Ярай, әйҙә, яҡшылап уйлашайыҡ.
Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғы. Баш өҫтөндә ишек ябылыр алдынан Шәйехзада баҙҙың эсен шәйләп ҡалды. Бер нисә көршәктән, бер биҙрәнән башҡа һис ни юҡ. Стена буйында Ике-өс таҡта ята. Баҙ бейек түгел. Тура баҫһаң, баш түбәгә тейә. Уның аҫтында үрмәксе ауҙары... Шәйехзада таҡталар өҫтөнә ултырҙы, шунан һуҙылып ятты. Еүеш, һалҡынса. Егет дерелдәп ҡуйҙы, өшөй башланы. Ниңә көтмәгәндә-уйламағанда, ҡаҙаҡ балаларына белем биреп, мулла булып бер аҙ аҡса эшләйем, тигән егет бөгөн баҙ эсендә бикләнеп ята? Үҙе ғәйеплеме быға, әллә башҡаларҙың хәйләкәр тоҙағына эләктеме?
Шәйехзада һуңғы көндәрҙә ваҡиғаларҙың бер тирәлә уҡмаша биреп, ҡапыл ҙур тиҙлек менән йүгереүен иҫенә төшөрҙө, улар араһында бәйләнеш эҙләп маташты.
Бынан өс көн элек кенә дүрт ай эсендә утыҙ биш һум аҡса эшләүенә ҡыуанып, шул уҡ ваҡытта һалҡын, еүеш көҙ көнөндә ни менән шөғөлләнергә белмәйенсә эсе бошоп, үҙ бүлмәһендә аптырап ята ине.
“Инде ҡайтырға күп ҡалманы, – тип яҙғайны ул көндәлегенә шул саҡта. – Алла ҡушһа, мин теләгәнсә булһа, сентябрҙең 20-һенән ҡалмай китәм. 22-һендә дәрестәр башлана, шуға ашығам. Ҡайтырға 16 көн, таң атһа – 15 көн, йәғни ярты ғына ай ҡалды инде...”
“Ун биш көндән ҡайтып китәм, – тип дауам итте Шәйехзада көндәлеген, бер аҙ уйланып ултырғас. – Ун биш көндән һуң тағы көндәр тыуыр. Әммә Дүсәнбайҙа мин булмам. Ҡаҙаҡтар, муллабыҙ фәлән ине, төгән ине, тип һөйләшеп ултырыр. Әммә ун биш көндән мин булмам. Газеталар аҙна һайын килеп торор, ләкин уҡыусы булмаҫ, сөнки ул саҡта мин булмам...”
Ана шул “мин булмам” тип яҙыуы икенсе төрлөгә әйләнеп бара түгелме?
“Мин булмам”, “мин китәм” тип әйтергә ярамай тигәнде ишеткәне бар ине Шәйехзаданың. Сөнки ул һүҙҙәреңде күҙгә күренмәгән ендәр һәм фәрештәләр икенсе төрлө аңлап, йәғни был әҙәм үлем һорай тип, үҙҙәренә бирелгән бойороҡ итеп, ең һыҙғанып эшкә тотона, имеш.
Дөрөҫтөр был һүҙҙәр. “Мин булмам” тип яҙырға өлгөрмәне, Хәтирәләргә барғас, ҡатын егетте, башҡаса килмә, тип ҡыуып сығарҙы. Был үҙе Шәйехзадаға үлем менән бер ине, ул үҙен упҡынға осҡандай, юҡҡа сыҡҡандай тойҙо.
Ары юғары көстәр йәнә “мин булмам” тигән бойороҡто тормошҡа ашырыу өсөн Шәйехзадаға Көмөшбай менән бер ирҙе ебәрҙе. Улар егеткә бер-ике эләктереп, үлтереү менән янап сығып китте.
Инде туйҙа үҙен ысын аҡын итеп күрһәтеп, баш әйләндерерлек аҡса эшләүе фәрештәләр һәм ендәр ойоштора башлаған ваҡиғаларға тап килмәй тип уйларға өлгөрмәне, ул аҡсалар Хәтирә менән йәшенеп осрашырға мөмкинлек бирҙе. Быны нисектер (моғайын, юғары көстәр ярҙамында) Көмөшбай белеп ҡалған, һөҙөмтәлә Шәйехзада баҙҙа бикләнеп ята. Был – “мин булмам” тип егет үҙе фаразлаған ваҡиғаларҙың тормошҡа аша барыуына тағы бер аҙым бит!
Шәйехзада баҙҙа күпме ятыуын онотто, тәүлектең ҡайһы мәле икәнен белмәне. Яҡынса төҫмөрләп, икенде, йәстү намаҙҙарын уҡыны. Өҫтәмә нәфел намаҙына баҫты, сәждә ваҡытында Аллаһ Тәғәләнән “мин булмам” тип яҙып яңылышҡанлығы өсөн ҡат-ҡат ғәфү үтенде, ярлыҡау һораны.
Үҙе лә бер ҡатлы аңра инде. Сағынбай тигән уҡыусыһы өйөнә саҡырып алып ҡайтҡас, атаһының өсөнсө көн туҡмарға килгән ирҙәрҙең береһе икәнлеген белгәс, бигерәк тә Көмөшбайҙың бындалығын күргәс, боролоп сыҡ та кит бит инде! Юҡ! Улар менән бәхәсләшә, һүҙ көрәштерә башланы...
Дәрестәр тамамланғас, ғәҙәттәгесә, балалар мүлдәкәләренә һорау бирә башланы. Улар менән һөйләшкәндә Сағынбайҙың өндәшмәй генә ситтә тороуына иғтибар итте Шәйехзада.
– Сағынбай, кил бында, – тип өндәште малайға. – Ниңә унда тораһың?
– Мин – аҙаҡтан... – тине малай серле итеп.
Балаларҙың һөйләшеп бөтөп, ҡайтып китеүен түҙемле көтөп алды Сағынбай. Атаһының уға: “Йомошоңдо әйткәнде бер кем дә ишетмәһен!” – тип киҫәткәнен ҡайҙан белһен Шәйехзада.
– Ниңә саҡыра? Ниңә үҙе килмәне? – тип һораны бер аҙ аптыраған Шәйехзада. Уҡытҡан балаларҙың ата-әсәһе менән таныш ине мүлдәкә. Ә бына Сағынбайҙың атаһы менән бер тапҡыр ҙа осрашмағанын иҫләне.
– Белмәйем. – Малай яурындарын һелкетте. – Тик, бөгөн үк килһен, тине. Үҙең менән алып ҡайт, тине.
Быныһы тағы ныҡ ғәжәпләндерҙе Шәйехзаданы.
– Әллә ауырып ятамы? Үҙе килмәгәнгә әйтәм.
Ярай, саҡырғас, барыр, уҡаһы ҡойолмаҫ. Әммә сәйер бөтәһе лә. Ул ниндәй ашығыс эш икән, “бөгөн үк килһен” тигәс?
Берәй нәмә аңларға теләп, юлда Шәйехзада Сағынбайға бер-ике һорау бирҙе, малай әйткәндәренә бер ни өҫтәй алманы.
Сағынбайҙар ауылдың арғы осондараҡ йәшәй икән. Ишек алдына барып ингәс, Көмөшбай менән килеп туҡмашҡан ирҙе күреп, шаҡ ҡатты егет.
Шул ваҡиғанан һуң ни йөрәге етеп саҡырған ул өйөнә Шәйехзаданы? Ғәфү үтенергә теләйме? Әллә уйы башҡамы?
Шәйехзада ауыҙ асып һүҙ ҡушырға өлгөрмәне, ишектән Көмөшбай килеп инде. Уның уҫал ҡиәфәтен, нәфрәт менән янған күҙҙәрен шәйләп, Шәйехзада барыһын да аңланы. Уны бында яҡшы хәбәр көтмәй.
– Һин кисә ниңә Хәтирә янына барҙың? – тип ҡысҡырҙы Көмөшбай Шәйехзаданың ҡаршыһына килеп. – Мин бит һине иҫкәрттем!
– Кит юлдан! Мин һинең менән һөйләшмәйем!
Шәйехзада ирҙе урап үтеп, йорттан сығып китергә ниәтләне, ләкин бер аҙым атларға өлгөрмәне, Көмөшбай, уның беләгенән эләктереп, үҙенә борҙо.
– Һөйләшерһең! – Икенсе ҡулы менән егеттең түшенән эләктерҙе.
Тәүге мәлдә Шәйехзада ҡаршылыҡ күрһәтмәне, ҡулдарын аҫҡа төшөрөп, тыныс ҡына өндәште:
– Ваҡыты еткәс, ебәрермен! – Көмөшбайҙың тауышы һаман уҫал. – Яуап бир! Кисә ниңә Хәтирәгә барҙың? Ҡараңғы төшкәс. Мин белмәй тиһеңдер! Бөтәһен дә беләм. Мин бит һине иҫкәрттем!..
Шәйехзада Көмөшбайҙың ҡулдарынан ысҡынырға маташты. Әммә улар ҡыпһыуыр кеүек көслө, анһат ҡына ҡотолорлоҡ түгел ине.
Ләкин бындай хәлдә күпме торорға мөмкин?
Шәйехзада Сағынбайҙың атаһына күҙ һалды. Ул – ишек янында. Шунда тороуы осраҡлымы, әллә егеткә юлды ҡапларға самалаймы? Ярай. Быныһынан ысҡынһа, уныһын төртөп сығып китер.
Шәйехзада Көмөшбайҙың ҡулына кинәт өҫтән аҫҡа һуҡты. Быны көтмәгән ир егетте ысҡындырып ебәрҙе. Шәйехзада ишеккә уҡталды.
– Тот! Ебәрмә! – тип аҡырҙы Көмөшбай.
Шәйехзада ишек алдында торған ирҙе ситкә этте, ләкин сығып өлгөрмәне, иҫенә килгән Көмөшбай арттан килеп йәбеште.
Көрмәкләшеү китте. Күрәһең, улар бөтәһен дә алдан уйлап ҡуйған. Ҡайһы аралалыр бүлмә ситендәге баҙҙы асҡандар, егетте шул тирәгә төрткөләп алып барҙылар. Шәйехзада һиҙмәй ҙә ҡалды, ҡапыл үҙен упҡынға осоп киткәндәй тойҙо. Ул “дыңҡ” итеп баҙ эсенә килеп төштө. Шунда уҡ ишек ябылды, донъяны дөм ҡараңғылыҡ сорнаны. Өҫтә ниндәйҙер ауыр нәмәне дөһөрләтеп баҙ ишеге өҫтөнә күсергәндәре ишетелде.
– Үлтереп, Табан күленә ырғытмағанға рәхмәт әйт! – Көмөшбай баҙ ишеге тәңгәленә килеп ҡысҡырҙы. – Аҡылға ултырмаһаң, һине күл төбө көтә! Әлегә уйлан! Бөгөн үк Дүсәнбайҙан китәм, тигәнсә. Шунан ҡарарбыҙ һине ни эшләтергә!
Ирҙәр сығып китте. Ишекте тыштан йоҙаҡ менән бикләгәндәре ишетелде.
Тыныслана төшкәс, Шәйехзада һәрмәнеп баҙҙың ишеген тапты, асырға маташты, тик уны урынынан ҡыбырҙатырлыҡ түгел ине. Өҫтөнә бик ауыр нәмә ултыртҡандар.
– Эһе–һей! Кем бар унда? – тип ҡысҡырып ҡараны Шәйехзада, ләкин яуап биреүсе булманы. Күрәһең, был Сағынбайҙарҙың төп өйө түгел.