Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Август 2018, 13:10

"Ағиҙел"-8, 2018. Н. Ғәйетбай. Бабич. Роман. Беренсе бүлек, 1-2 өлөштәр

Улар көтмәгәндә килеп инде.Ямалдың ҡыҙына исем ҡушып ҡайтҡайны Шәйехзада. Өҫтөн дә һалырға өлгөрмәне, бүректәрен күҙҙәренә төшөрөп кейгән ике ир пәйҙә булды. Ҡаштары емерек, йөҙҙәре уҫал. Таныны уларҙы Шәйехзада – Дүсәнбайҙыҡылар. Береһенең исеме – Көмөшбай, икенсеһенекен хәтерләмәй.Инеү менән Көмөшбай – эре кәүҙәле, киң яурынлы, ҡулдары көрәктәй ир – һаулыҡ һорашып та тормайынса, уны-быны уйламаған Шәйехзаданы яғаһынан эләктереп, күтәрә төштө һәм ҡурҡыныс тауыш менән ыҫылданы:– Һин, йолҡош истәк! Мин һине иҫкәртәм! Дүсәнбайҙан кит! Бер көн ваҡыт һиңә! Китмәһәң, үлек кәүҙәңде Табанкүл төбөндә табырҙар. Ишеттеңме?Икенсе ир, ул-был була ҡалһа йә Шәйехзада ҡаршылашһа, тип күрәһең, тегеһенә ярҙамлашыу өсөн эргәгә килеп баҫҡан.Бер ни аңламаған Шәйехзада ни тип әйтергә белмәне, фәҡәт ҡыпһыуыр кеүек ҡулдарҙан ысҡынырға маташты.– Ишеттеңме?! – тип тағы ла уҫалыраҡ тауыш менән ҡабатланы Көмөшбай.– Туҡта! Ни булды?– Бур кеүек төнөн йөрөгәс тә, былар һиҙмәй, тиһеңдер! Беҙ ҡапсыҡта ятмай! Бөтәһен дә беләбеҙ!– Төнөн? Төнөн минең бер ҡайҙа йөрөгәнем юҡ!Көмөшбай, ике ҡулы менән Шәйехзаданы яғаһынан ҡаты итеп тотоп торған көйө, дуҫына өндәште:– Хәтере ҡатҡан! Эләктер берҙе! Иҫе яңырһын!Шуны ғына көткән икенсе ир ныҡ итеп Шәйехзаданың ҡабырғаһына һуҡты. Икенсе тапҡыр яңағына һелтәнгәйне, егет ялтанып өлгөрҙө, уҫтаптай йоҙроҡ “выжт” итеп сикәһен ялап үтте. Шәйехзада быларҙың бик етди дәғүә менән килеүенә төшөндө. Әммә сәбәп нимәлә?

Наил
ҒӘЙЕТБАЙ
БАБИЧ
Роман
Башҡортостан мөхтәриәтенең 100 йыллығына, Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арнала.
Беренсе бүлек
Әйтеш
1
Улар көтмәгәндә килеп инде.
Ямалдың ҡыҙына исем ҡушып ҡайтҡайны Шәйехзада. Өҫтөн дә һалырға өлгөрмәне, бүректәрен күҙҙәренә төшөрөп кейгән ике ир пәйҙә булды. Ҡаштары емерек, йөҙҙәре уҫал. Таныны уларҙы Шәйехзада – Дүсәнбайҙыҡылар. Береһенең исеме – Көмөшбай, икенсеһенекен хәтерләмәй.
Инеү менән Көмөшбай – эре кәүҙәле, киң яурынлы, ҡулдары көрәктәй ир – һаулыҡ һорашып та тормайынса, уны-быны уйламаған Шәйехзаданы яғаһынан эләктереп, күтәрә төштө һәм ҡурҡыныс тауыш менән ыҫылданы:
– Һин, йолҡош истәк! Мин һине иҫкәртәм! Дүсәнбайҙан кит! Бер көн ваҡыт һиңә! Китмәһәң, үлек кәүҙәңде Табанкүл төбөндә табырҙар. Ишеттеңме?
Икенсе ир, ул-был була ҡалһа йә Шәйехзада ҡаршылашһа, тип күрәһең, тегеһенә ярҙамлашыу өсөн эргәгә килеп баҫҡан.
Бер ни аңламаған Шәйехзада ни тип әйтергә белмәне, фәҡәт ҡыпһыуыр кеүек ҡулдарҙан ысҡынырға маташты.
– Ишеттеңме?! – тип тағы ла уҫалыраҡ тауыш менән ҡабатланы Көмөшбай.
– Туҡта! Ни булды?
– Бур кеүек төнөн йөрөгәс тә, былар һиҙмәй, тиһеңдер! Беҙ ҡапсыҡта ятмай! Бөтәһен дә беләбеҙ!
– Төнөн? Төнөн минең бер ҡайҙа йөрөгәнем юҡ!
Көмөшбай, ике ҡулы менән Шәйехзаданы яғаһынан ҡаты итеп тотоп торған көйө, дуҫына өндәште:
– Хәтере ҡатҡан! Эләктер берҙе! Иҫе яңырһын!
Шуны ғына көткән икенсе ир ныҡ итеп Шәйехзаданың ҡабырғаһына һуҡты. Икенсе тапҡыр яңағына һелтәнгәйне, егет ялтанып өлгөрҙө, уҫтаптай йоҙроҡ “выжт” итеп сикәһен ялап үтте. Шәйехзада быларҙың бик етди дәғүә менән килеүенә төшөндө. Әммә сәбәп нимәлә?
Шәйехзада Көмөшбайҙың ҡыпһыуырынан ҡотолоу өсөн бар көсөнә уны этеп ебәрҙе, үҙе, ауырая төшөп, аҫҡа эйелде. Ирҙәрҙең икенсеһе, быны ҡаршы һуғышыу тип аңлап, йоҙроҡтарын Шәйехзадаға яуҙырҙы. Ҡулы менән бер ни ҙә эшләй алмаған егет тегене тибеп ебәрҙе. Ир эсен тотоп туҡтап ҡалды. Быны күргән Көмөшбай, оторо ҡыҙып, Шәйехзадаға ябырылды. Ул арала икенсе ир ҙә иҫенә килеп, Шәйехзадаға ташланды. Улар икәүләп егетте өҫтәл менән мейес араһына ҡыҫырыҡланы. Быларҙың маҡсаты яуыз икәнлеген тойған егет, әгәр ныҡлап ҡаршылашмаһаң, үлтереп ҡуймаһалар, имгәтеп ташлауҙарынан ҡурҡып, бесәй тиҙлеге менән мейес алдында ятҡан балтаны эләктерҙе. Яңағына, ҡолаҡ төбөнә, ҡабырғаларына арыу ғына эләккән Шәйехзада ҡыҙғайны. Әгәр тегеләр ҡурҡып туҡтамаһа, ары ни булыры билдәһеҙ ине.
– Ташла балтаңды! – тип аҡырҙы Көмөшбай ҡарлыҡҡан тауыш менән.
– Яҡын килмәгеҙ! Башығыҙҙы яра һуғам!
Шаярмағанлығын аңлатып, Шәйехзада балтаһы менән һелтәнде. Тегеләр егеттең юҡты һөйләмәгәнлегенә төшөнөп, ишеккә табан сигенде.
– Беҙ һине иҫкәрттек! Иртәгә эҙең булмаһын Дүсәнбайҙа! – Тегеләр сығыу яғына ыңғайланы.
– Туҡтағыҙ! Ни булды? Мин бер ни аңламаным! – тип ҡысҡырҙы Шәйехзада.
Тегеләр туҡтаны, бер-береһенә ҡарашып алды. Әйтергәме, юҡмы, тип икеләнделәр шикелле. Шунан ирҙәрҙең икенсеһе бер аҙым алға атланы.
– Көмөшбай Хәтирәне икенсе бисәлеккә алырға йөрөй, – тине ул. – Кисә ул ризалығын бирмәне. Яңғыҙы дүрт балаһы менән астан үлә ғуй. Шуны аңламай иҫәр бисә. Һинең арҡала алйотлана. Үҙең бит уны бисәлеккә алмайһың. Башын бутама, иҫән саҡта ҡас! Беҙ һине иҫкәрттек!
Шулай тинеләр ҙә сығып киттеләр. Шәйехзада ҡулында балта тотҡан килеш иҫәңгерәгән кеүек тороп ҡалды.
Бына эш нимәлә икән! Шәйехзаданың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ҡайҙан белгәндәр?! Был хаҡта ул үҙе уйларға ла тартынып йөрөй, ә баҡһаң!.. Хәҙер ни эшләргә? Әлеге ике ир ҡушҡанса ҡасырғамы? Әммә ҡапыл юҡҡа сығыу мөмкин түгел. Тағы ун көн уҡытаһы бар.
Хәтирә... Сәйер генә килеп сыҡты уларҙың араһы.
Бер көн яҡындағы станциянан йөрөп уҡыған ун йәшлек Сәлимә исемле ҡыҙ ишектән ҡыйыр-ҡыймаҫ инде лә туҡтап ҡалды. Ғәҙәттә һүҙһеҙ-ниһеҙ инеп урынына барып ултырған балаға ни булған?
Шәйехзада уға аптырабыраҡ ҡарап торҙо ла:
– Үт, үт, Сәлимә, – тине. – Ниңә туҡталдың?
Сәлимә, ниңәлер, ҡып-ҡыҙыл булды, ҡулындағы бәрәңгеләре төшөп китте. Ҡыҙ оялышынан илап ебәрҙе.
Шәйехзада Сәлимәнең янына килде, бәрәңгеләрен йыйып алды, тынысландырырға теләп арҡаһынан һөйҙө.
– Илама, иркәм, матурым, бәләкәсем! – тине лә етәкләп элекке урынына түгел, алғараҡ килтереп ултыртты. – Ниңә илайһың? Әллә берәй малай һуҡтымы? Йығылдыңмы?
– Юҡ. Берәү ҙә һуҡманы, – тине ҡыҙ бер аҙ тыныслана төшкәс. – Уҡыуға түләргә әсәйемдең аҡсаһы юҡ. Ошо бәрәңгеләрҙе бирҙе. Алып бармайым, тигәс, асыуланды.
Ҡыҙ йәнә илар хәлгә етте. Уны йәлләп, Шәйехзада үҙе саҡ илап ебәрмәне, йәнә ҡыҙҙы һөйөп алды:
– Ниңә уның өсөн илайһың? Илама! Әсәйең белеп ебәргән! Мин бәрәңгене бик яратам. Рәхмәт!
Күҙҙәренә тулған йәште балаларға һиҙҙермәҫкә теләп, егет ситкә боролдо. Бер аҙ тыныслана төшкәс, дүрт йомро бүләк өсөн доға ҡылды.
Шәйехзада бәрәңгене, ысынлап та, һағынғайны. Был яҡта ҡаҙаҡтар, ниңәлер, уны сәсмәй. Аҙаҡ егет был күстәнәстәрҙе бешереп, аҡ май ялатып, бик тәмләп ашаны.
Шул көндө Шәйехзада Сәлимәне оҙата барҙы. Бәрәңге өсөн ҡыҙыҡайҙың әсәһенә рәхмәт әйткеһе килде. Сәлимә – бик аҡыллы ҡыҙ, белемгә ынтылышы бар, артабан уҡырға кәрәк уға. Шул хаҡта һөйләшмәк булды.
Ҡыҙҙың әсәһе егерме биш – егерме һигеҙ тирәһендәге ҡатын икән. Һөйкөмлө генә. Тик күҙҙәре үтә һағышлы, моңһоу. Егет күңелендә Сәлимәгә булған йәлләү тойғоһо хәҙер ошо ҡатынға ҡарата ла уянды. Ниндәй ҡайғы өйкәй икән уның йөрәген?
Ҡатын егетте сәй эсергә саҡырҙы. Һөйләшеп киттеләр. Яйлап күп нәмә асыҡланды.
Хәтирәгә егерме алты йәш. Дүрт балаһы бар – ике улы, ике ҡыҙы. Сәлимә – иң өлкәне. Ире тимер юлында стрелочник булып эшләгән, ике йыл элек поездан тапалып үлгән. Тол ҡатын тимер юлында юл таҙарта икән, ләкин аҡсаһы аҙ, тартып-һуҙып ашауға саҡ еткерә, хатта балаларына яңы кейем ала алмай. Ярай, ҡулы оҫта, иҫкенән тегеп кейендерә. Шуныһы ла яҡшы – өлкәндәренеке бәләкәйҙәренә ҡала.
Хәтирә күңелсәк булып сыҡты. Күҙҙәре һағышлы күренһә лә, Шәйехзаданың шаян һүҙҙәренә ихлас көлдө, егеттең килеп сыҡҡанына ысын күңелдән ҡыуанды.
Оҙаҡ ултырып ташланы Шәйехзада. Ниңәлер, был һөйкөмлө ҡатындың эргәһенән ҡапыл ғына киткеһе килмәне. Уның быяла уйынсыҡ тәгәрләп киткәндәге кеүек селтерләп көлөүен ишетеүе күңеленә яҡын ине. Тағы-тағы мәҙәктәр һөйләп көлдөргөһө килде. Шулай итеп, уның ҡарашындағы моңһоулыҡты юҡҡа сығара алыр һымаҡ.
Төҫкә лә матур ғына Хәтирә. Күҙҙәре ҙур, оҙон керпектәре бөгөлөп тора, шуға ла йөҙө һағышлы тойолалыр. Ыҡсым тура танауы, тулы ирендәре, күпереп торған ҡара сәсе ҡатынды һылыу итеп күрһәтә. Ябығыраҡ, әммә ҡалҡыу күкрәктәре, нескә биле кәүҙәһенә һомғоллоҡ, һылыулыҡ бирә.
Шәйехзада үҙенең сәсәнлеген күрһәтмәйенсә түҙә алманы. Ни өсөндөр был ҡатынға оҡшағыһы килә ине уның.
“Һә” тигәнсә шиғыр сығарып, көйләй биреберәк Хәтирәгә уҡып ишеттерҙе:
Рәхмәт, апай, ебәргәнһең дүрт бәрәңге,
Тәрбиәләп үҫтерә күр дүрт балаңды.
Батыр улдар, матур ҡыҙҙар, үҫеп еткәс,
Таң ҡалдырһын тирә-яҡты, бар әҙәмде.
Хәтирә егеттең шулай тиҙ үләң сығара алыуына хайран ҡалды.
– Әллә һин аҡынмы? – тип ҡыҙыҡһынды.
– Аҡын булырға!.. – Шәйехзада тауышы менән был атама уның өсөн буй етмәҫлек бейеклек икәнен аңлатты. – Тик ултырғансы тип сығарам ҡай саҡ. Бына әлеге кеүек.
– Юҡ, һин – аҡын! Аҡын! – тип һоҡланыуын йәшермәне Хәтирә. – Бигерәк шыма килеп сыҡҡан ғуй!
Шәйехзада үҙенең ун-ун бер йәштәрҙән бирле шиғыр яҙыу менән шаярыуын әйтеп торманы инде. Бында ҡаҙаҡ аҡындары менән ныҡлап аралашыуын, хатта ярышып әйтешеүен дә һөйләмәне: маҡтанырлыҡ уңыштары юҡ әле, бер әйтештә еңеүен һанамағанда. Биш-алты һүҙ бәйгеһендә уҙып киткәнде генә ысын аҡын тип таныйҙар бында. Әммә был әйтештәрҙә ҡатнашыу Шәйехзадаға күпте бирҙе. Ул ғәм алдында йырларға оялмай хәҙер, думбыра ҡаға башланы, мандолина уйнап йырлауҙы ла бынан ике йыл элек ҡаҙаҡ аҡындарынан өйрәнгәйне.
Быларҙы һөйләп торманы егет. Ләкин үҙе менән мандолина алып килмәүенә үкенде. Бер-ике үләң әйтеп, йырлап Хәтирәнең күңелен яулағыһы килде.
Көтмәгәндә Шәйехзадаға үҙен күрһәтергә икенсе мөмкинлек тыуҙы. Ҡыуаныслы күренеш түгел ине ул.
Сәй эсеп бөтөп, ҡайтырға ваҡыт еткәйне. Ҡатын менән егет, бер-береһен яҡын күреп, күңелдәренең ауаздаш икәнлеген тойоп, айырылыу минуттарын теләмәйерәк көтә. Уйламағанда улар янына уҫал ҡиәфәттәге бер ир килеп инде лә, һаулыҡ та һорашып тормайынса:
– Иртәгә үк сығып кит! – тип ҡысҡыра башланы. – Миңә был бүлмә кәрәк! Үҙең сыҡмаһаң, сығарып ташлайым әйберҙәреңде! Ишетһен ҡолағың!
Был ирҙең килеп инеүе, бигерәк тә уҫал, тупаҫ аҡырыуы тап-таҙа итеп йыуылған һары иҙән өҫтөнә бер биҙрә бысраҡ, нәжес индереп һирпкән кеүек тәьҫир итте Шәйехзадаға. Ул ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик ҡәҙерле булып киткән ҡатынды йәберләгәндәре өсөн үҙен солғап алған асыуға, нәфрәткә түҙә алмайынса, был ирҙең боғаҙына йәбешергә әҙер ине.
Урынынан ырғып торған егеттең ҡиәфәте уның бик үк яғымлы булмаған тойғоларын асыҡ күрһәткәндер, ир бер аҙ тыныслана төштө, ингәндәге кеүек ҡысҡырмай башланы. Һөйләшә торғас, шул асыҡланды: әле Хәтирә дүрт балаһы менән йәшәп ятҡан кирбес бинаның бер мөйөшө элек күмер һарайы булған. Шуны рәткә килтереп йәшәп ятыуы ҡатындың. Әммә бүлмә өсөн түләргә аҡсаһы етмәй, бурысы байтаҡ йыйылып киткән. Был ир, тимер юлында түрәрәк кеше булараҡ, ураған һайын бурысты түләүҙе һорап килә, юғиһә, бөгөнгө кеүек, бүлмәнән ҡыуып сығарыу менән ҡурҡыта икән. Бына әле лә шул уҫал ниәт менән ингән.
Быны ишеткәс, Шәйехзада эстән генә һөйөнөс тойғоһо кисерҙе. Хәтирә уның күңеленә ятты. Егет ҡатынға тағы нисек итеп нығыраҡ оҡшарға белмәй ултыра ине. Аллаһ Тәғәлә сәбәбен дә ебәрҙе. Уның кеҫәһендә аҡсаһы бар! Ике бай зәҡәттән тип ҡорсаңғы ғына ике тәкә биргәйне, шуларҙы берәр һумға һатҡайны егет. Хоҙай ҡушыуы буйынса, кеҫәһендә шунан килгән ике һум да бер нисә тине ята.
– Нисә һум бурысы? – тип һораны Шәйехзада ирҙән, һүҙҙе ары ҡуйыртырға бирмәйенсә. Үҙе эстән уйлап ҡуйҙы: “Ике һумдан күберәк булмаһа ярар ине!”
– Бер һум да туҡһан тин! – тине ир.
Шәйехзада ҙур ҡыуаныс менән кеҫәһенән ике һумды сығарып, тегенең усына шапылдатып һуҡты:
– Мә һиңә – ике һум! Ун тине хәйер булһын! Башҡаса бында инеп, кеше ҡурҡытып йөрөмә!
Ир ризалыҡ менән сығып китте.
Хәтирә ҡулдарын күкрәгенә ҡыҫты:
– Ниңә бирҙең? Мин нисек түләйем һиңә? Ул ни көн дә тиерлек килә. Гел шулай ҡурҡыта. Уның һүҙенә иғтибар итә башлаһаң... Бирмәҫкә ине! Беҙ нисек тә түҙер инек әле.
Ҡатындың йөҙөндә Шәйехзаданың ике һумы өсөн ихлас ҡайғырыу яҙылғайны. Егет уны йәлләп, тынысландырырға тырышты.
– Борсолма! Хәйергә килгән аҡса ул. Тағы бирәсәктәр.
Хәтирә бошонмаһын өсөн шулай тине. Ә ысынында иһә Шәйехзадаға аҡса ауырлыҡ менән килә. Дүрт айҙа ул барлығы утыҙ биш һум йыйырға өмөтләнә. Ул аҡса ҡыш буйы мәҙрәсәгә түләргә, йәшәргә, кейенергә етәсәк.
Ошонан һуң Шәйехзаданың юлы йышайҙы Хәтирәләргә. Ҡулына мандолинаһын тотоп килә башланы. Һылтауы ла табылып тора. Ямғырҙар башланды. Туҡтаһа ла, тышҡа сығып йөрөрлөк түгел, көн һалҡын, көҙгө ел иҫә. Гәзит-журнал һирәк килә, булған китаптар күптән уҡылып бөткән. Эш юҡ. Дәрестән ҡайтаһың да, ни эшләргә, ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөйһөң. Эс боша. Ғүмер бушҡа, тиккә үтә кеүек һәм Шәйехзада “барып һөйләшеп ултырайым әле” тип Хәтирәнең өйөнә табан атлай.
Балалар ҙа егеттең мандолина сиртеп йырлауын хуш күрә. Бигерәк тә бейеү таҡмаҡтарын ярата улар. Ҡылдарға сиртеүе була, бейеү көйөн белеп алғандар, шунда уҡ төшөп тә китәләр. Шәйехзада ла таҡмаҡтарҙы балалар аңларлыҡ итеп сығара, уларға шаяртып төрттөрә, шуныһы бигерәк оҡшай тегеләргә.
Алты йәшлек Биксура – бик йылғыр малай. Шәйехзада килтергән кәнфиттең күбеһен һуғышып-талашып үҙенә эләктерә, башҡаларға аҙ ҡала. Ошоға төрттөрөп тә йырлап ебәрә Шәйехзада:
Килтергәйнем биш кәнфит,
Барын алған Биксура.
Башҡаларға кәнфит юҡ,
Биксура кәнфит һура.
Шулай тип ҡат-ҡат йырлағандан һуң Биксура кәнфиттәрҙе тигеҙ бүлешә башланы.
Хәтирә, ғәҙәттә, үҙе бейемәй, йылмайып ҡул сабып ҡына ултыра. Шулай ҙа бер төшөп китте. Бик матур бейей икән. Кәүҙәһенә йәтешле яһаған хәрәкәттәре күҙҙең яуын алып, күңелгә хуш килеп тора. Егеттең һоҡланып ҡарауын күрепме, әллә башҡа сәбәп булдымы, шул бер тапҡырҙан һуң, Шәйехзада күпме һорамаһын, башҡаса төшмәне.
Шулай итеп Хәтирәләргә көн дә бара башланы егет. Әлбиттә, буш ҡул менән йөрөмәй: йә сәй, йә шәкәр тотоп бара, хәйергә ит төшһә, уны ла йәлләмәй. Йышыраҡ кескәйҙәргә шәкәр-кәнфит, тәмлекәстәр алып килә. Уның килеүенә балаларҙың шатланғанын күрһәң! Ләкин егет өсөн ҡатындың йөҙөндәге ҡыуанысты күреүҙән дә оло бәхет юҡ. Оҡшай ул Шәйехзадаға, оҡшай! Үҙенән һигеҙ йәшкә өлкәнерәк тип уйламаҫҡа тырыша. Булһасы! Өйләнергә йыйынмай ҙа баһа! Күңеле тартыла, ҡатынды күргеһе, уның менән һөйләшкеһе, мәҙәк һүҙҙәр менән, йәки шаян таҡмаҡтар йырлап көлдөргөһө, ҡыуандырғыһы килә. Был татлы ла, ләззәтле лә тойғонан һис тә ҡотолоп булмай. Хәйер, егет унан арынырға ла теләмәй. Бындағы ҡотһоҙ тормошон биҙәй бит ошо осрашыу, һөйләшеп-йырлашып ултырыуҙар.
Әллә мөхәббәтме икән был? Һөйөү тойғоһо кешенең йәшенә ҡарап тормай, тиҙәр бит. Ун һигеҙ йәшенә етеп, был татлы хисте ысынлап кисергәне юҡ Шәйехзаданың. Дөрөҫ, оҡшатҡан ҡыҙҙары булды, бер-икәүһен әҙәби-музыкаль кисәләрҙән һуң оҙатҡылап та ҡуйҙы. Әммә шунан ары китмәне. Йә тегеләр әкренләп осрашыуҙан ҡаса башланы, йә Шәйехзадаға уларҙың ниндәйҙер сифаты оҡшамай ҙа, ара өҙөлә. Ҡайһы саҡта егет буй етмәҫлек берәй ҡыҙға, хатта үҙенән өлкәнерәк сибәр ҡатынға ситтән тороп ғашиҡ була ла, был хаҡта һиҙҙермәйенсә, әйтмәйенсә, төрлө хыялға сумып йөрөй. Имеш, Шәйехзада уға яратыуын еткерә, теге ҡыуанып китә, үҙенең дә егетте күптән яҡын күреүен белдерә, улар осраша, Шәйехзада ҡыҙҙы үбә. Шунан өйләнешәләр һәм ләззәтле минуттар, сәғәттәр кисерәләр...
Ошондай мәлдәрҙә мөхәббәт хаҡында шиғырҙар яҙа егет. Улар йә бәхетле мәлдәргә бағышланған була, йә һағышлы тамамлана.
Хәтирәгә бағышлап та бер нисә шиғыр яҙҙы егет. Унда Шәйехзада хыялға бирелеп, юҡты бар итеп һүрәтләне, йә ҡайнар мөхәббәттә аңлаштылар, йә төрлө сәбәп менән бер-береһенең йөрәген яралап, араны өҙҙөләр. Һуңғыһы бигерәк һағышлы, ҡыҙғаныс килеп сыға ине, уларҙы уҡып илағаны булды хатта. Тик береһен дә Хәтирәгә уҡыманы егет. Оялды.
Бер көндө уларҙың мөнәсәбәте өҙөлдө.
Егет ҡатында ике сәғәттәй булып, сәй эсеп, балаларҙы бейетеп, үҙе шаян таҡмаҡтар менән көлдөрөп ҡайтырға йыйынғайны. Хәтирә уны оҙата сыҡты. Был егетте һағайтты, сөнки барыһы менән бүлмәлә хушлаша ла ҡайтып китә ине. Ниңә был юлы ҡатын эйәреп сыҡты? Бөгөн көлөүе лә ихлас булмаған кеүек тойолғайны шул.
Яңылышмаған Шәйехзада. Ҡатын етди ҙә, ҡайғылы ла ҡарашын ситкә бороп, йөрәк өҙгөс һүҙҙәр әйтте:
– Шәйехзада, башҡаса килмә беҙгә. Йә эҫенешеп китербеҙ. Кешеләр әллә нимә һөйләй, төрлө хәбәр килеп етә. Һиңә тиҙҙән ҡайтырға, ә миңә бында йәшәргә. Асыу­ланма. Шулай кәрәк. Хуш!
2
“Дүсәнбай ауылы байы Быҡтымбай ун алты йәшлек һылыу ҡыҙын аҡындар әйтешендә еңеүсегә бисәлеккә бирә!”
Шундай хәбәр “һә” тигәнсә эргә-тирәләге йәйләүҙәргә, ауылдарға таралып, бөтәһен дә шаҡ ҡатырҙы. Быға ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне халыҡ. Быҡтымбай ҡыҙы Йомабикәнең сибәрлеге хаҡында даны бөтә ҡаҙаҡ далаһына таралған: уның ҡаш-керпектәрен – ҡамышҡа, йөҙөн – айға, билен талға оҡшатып, көйгә һалды йырауҙар. Ун ике йәше тулыр-тулмаҫтан яусылар Быҡтымбайҙың тупһаһын шымартып бөттө.
Эйе, ҡыҙҙы хәлле кешеләр араһынан кәләш итеп алырға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Былай ҙа бай Быҡтымбай тағы ла сереп байый был ҡыҙы арҡаһында, тиешеп көнләште күршеләре. Йомабикә өсөн Быҡтымбайҙың ябай ҡалымға ҡарағанда йөҙ тапҡыр күберәк һораясағы көн кеүек асыҡ ине. Көтмәгәндә – ошо хәбәр! Имеш, әйтештә еңеүсегә бирә. Ә ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп торған берәйһе алға сыҡһа һүҙ бәйгеһендә? Аҡындарҙың бөтәһе булмаһа ла, күбеһе ярлы-ябаға бит... Шунан?
– Юҡ, буш хәбәрҙер, – тип тел шартлатты донъя күргән, күпте ишеткән ҡарттар. – Быҡтымбайҙы беләбеҙ. Ул бер ус онон да бушҡа бирмәҫ. Ә бында бит йөҙ алтынға торорлоҡ ҡыҙын – әйтештә еңеүсегә... Юҡ, булмаҫ!
– Берәй әтнәкәһе барҙыр, – тип йомғаҡлап ҡуйҙылар.
Ә әтнәкәһе, ысынлап та, бар ине.
Турғай яҡтарынан аҡын тигән даны сыҡҡан Хәжибәк төбәктең өлкәндәре йыйылған ҙур бер ҡымыҙ мәжлесендә Быҡтымбайҙы ситкәрәк саҡырып, серле ҡиәфәттә әйтеп ҡуйҙы:
– Иртәгә һинең йәйләүеңә киләм әле. Йомошом төштө ғуй.
– Данлыҡлы аҡын ҡунаҡҡа килһә, ҡыуанысыбыҙ ҡуйынға һыймаҫ! – тине Быҡтымбай.
Иртәгәһенә, ысынлап та, ярҙамсыларын, ҡуштандарын эйәртеп Хәжибәк килеп төштө.
Быҡтымбайҙың һыр биргеһе килмәне: ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү тирмәһенә матур итеп һый әҙерләтте. Ҡымыҙҙың мул сағы, ҡуйҙарҙың һимеҙ заманы – табын иҫ киткес ине.
Хәжибәк үҙенең аҡынлыҡ оҫталығын күрһәтеп, хужаларға, уның ҡунаҡтарына бағышлап үләң әйтте, йыр йырланы, әле генә танышҡан кешегә “һә” тигәнсә таҡмаҡ сығара алыуы менән бөтәһен дә хайран итте. Бағышлауҙарҙың иң матуры, әлбиттә, сибәр Йомабикәгә эләкте. Ҡунаҡ: “Ҡана бөтәһен дә матурлығы менән телһеҙ иткән ҡыҙыңды күрһәт”, – тигәс, ул аш-һыу индергән ҡатын-ҡыҙ менән инеп күренде. Аҡын Йомабикәне Ай ҡыҙына оҡшатып, Ерҙеке түгел, күктән төшкәндер был илаһи зат, тип йырланы.
Байрам аҙағына яҡынлашты, әммә Хәжибәк һаман да ниндәй йомош менән килгәне тураһында ләм-мим. Быҡтымбай аңланы: сәсән икәүҙән-икәү ҡалып һөйләшмәксе. Аяҡтарҙы һоноп алырға саҡырҙылар.
Быҡтымбай менән Хәжибәк тирмәнән сығып, әкрен генә атлап, башҡаларҙан ҡайырылып ситкәрәк китте. Эргәләге ҡалҡыулыҡ битләүендә уйнаған йылҡы, ҡуй көтөүҙәренә һоҡланып ҡарап торҙолар.
– Мин күптән өсөнсө бисә алырға йыйынам, – тип һүҙ башланы Хәжибәк. – Тәүге ҡатындарым ҡартайҙы. Береһе иллене ашаҡланы, икенсеһе ҡырҡты йомғаҡлай. Оҡшатҡанды таба алманым ошоғаса. Бына ҡыҙыңды бик яҡын иттем күңелемә. Мин үҙен күргәйнем инде. Уға тиклем сибәрлеге хаҡында ишетеп белә инем. Ысынлап та, һылыулығын данлап йырларлыҡ ҡыҙ. Һинең рөхсәтең менән яусы ебәрмәксемен. Шуға алдан һөйләшеп ҡуяйыҡ: күпме ҡалым һорайһың?
– Ҡалымы ҙур инде уның. Тик кәртәһе унда түгел. Ҡыҙым иркә үҫте. Матурлығына һоҡланып, башҡалар ҙа күтәрҙе. Бик үҙһүҙле. Үҙем дә үтә ныҡ яратҡас, уй-теләгенә ҡаршы килмәнем бер ҡасан да. Һинән байыраҡ, йәшерәк ил ағалары һоратып ҡараны. Береһен дә оҡшатманы.
– Ҡыҙ бала ни белә? Уны үҙ иркенә ҡуйырға ярамай, – тине Хәжибәк. – Үҙ бәхетенә үҙе аяҡ салыуы бар.
– Уныһы шулай, – тип уфтанды Быҡтымбай. – Далала уйнап йөрөгән ҡоралай кеүек ирекле үҫте. Гел шатлыҡта, бәхеттә булды. Шуға ла һоҡландырғыс булып буй етеп килә. Күңелемдә шом бар: риза булмаҫ һиңә өсөнсө бисәлеккә барырға.
– Уныһын хәл итербеҙ. – Хәжибәк ышаныслы тауыш менән әйтте. – Ҡалымы күпмерәк булыр? Бәлки, минең иңем күтәрә лә алмаҫ.
– Ҡалымы уның һылыулығына таман инде. Биш йөҙ алтын булыр. Ике һандыҡ аҫыл зат тағы өҫтәмә.
– Күберәк икән шул.
– Мин дә шулай уйлайым, – тип ҡыуанып китте Быҡтымбай, ҡыҙын был кешегә көсләп бирергә тура килмәйәсәген аңлағас. – Һәр кемдең көсө етмәҫ. Әле йәшерәк тә. Ун алтыһы ла тулмаған ғуй.
– Йәш тип... Ҡыҙ баланы ун ике тирәһендә биреп ҡотолорға кәрәк. Әйҙә, ире үҙе ҡарап үҫтерһен. Аҙаҡ бирерлек һәйбәт кеше таба алмаҫһың.
– Минең ҡыҙым көндән-көн матурая, көндән-көн уның хаҡы арта ғына бара.
– Ярай. Риза, – тине Хәжибәк, бер аҙ уйланып торғас. – Бирәм мин һиңә биш йөҙ алтын. Өҫтәп ике һандыҡ аҫыл зат. Килешәбеҙме?
Быҡтымбай быны көтмәгәйне. Был таушала башлаған иргә өсөнсө бисәлеккә барыуҙан ҡыҙының ҡырҡа баш тартасағын һиҙенә ул. Ҡалымы ҙур икәнлеге тураһында уйлаймы ни бала? Хәлле генә кешеләрҙән яусы килеп тә, ҡыҙы береһен дә оҡшатмағас, бер тапҡыр Йомабикәнең тын алышын аңларға теләп, оҙаҡ ҡына шул турала һүҙ ҡуйыртып ултырҙы. Ярата ул ҡыҙын. Һауалағы ирекле ҡош кеүек үҫкән бәпесен үҙе оҡшатмаған кешегә биреп, ситлеккә бикләгеһе килмәй. Тиҙ арала эргәһенән ебәрергә лә теләге юҡ. Көн дә күреп, арҡаһынан һөйөп, оло ҡыуаныс кисерә ғуй ата кеше. Кәйефе юҡ саҡта, тормош ауырлыҡтары баҫа башлағанда Йомабикәне күреүе була, күңеле ҡыуаныс кисерә, донъя мәшәҡәттәре онотола. Гел генә яныңда тота алмаҫһың, ти ҡыҙҙың әсәһе, Быҡтымбайҙың икенсе бисәһе Гөлзада. Ризалығын һорап тормайыҡ, ҡалымы ҡалыныраҡ булған кешегә бирәйек тә ебәрәйек. ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы шул инде: күңелең ятҡанға түгел, атай-әсәйең биргәнгә сығаһың. Уныһы шулай, тип килешә бисәһе менән Быҡтымбай, әммә ҡыҙын көсләп бирергә күңеле ятмай. Йәш әле, ваҡыты еткәс оҙатырбыҙ, бәлки, үҙенә оҡшаған берәйһе килеп сығыр. Ә ниндәй кешегә йөрәге ятырҙай икән һуң?
Быҡтымбай шул һөйләшеүҙә ҡыҙҙың күңеле ҡайҙа тартылғанын уратып-суратып белешергә тырышты. Быҡтымбайға килгән бар гәзит-журналды, һатып алған китаптарҙы уҡып барғанлығын белә, быға бик ҡыуана ине. Оҡшаған үләңдәрҙе яттан һөйләгәнен ишеткәне бар. Әлеге һөйләшеүҙә ҡыҙының үҙенең дә үләң яҙып маташыуын ишетеп хайран булды. Быҡтымбай өсөн сәсәндәр, аҡындар – ҡул етмәҫлек бөйөктәр, күктә йәшәүсе илаһи заттар! Аллаһ Тәғәлә маңлайына өргән бәхетле әҙәмдәр. Ундай бейеклеккә ябай кеше бер ҡасан да күтәрелә алмаҫтыр. Ошо һөйләшеүҙә ҡыҙы үҙе сығарған үләңдәрен уҡып ишеттерҙе. Бик оҡшаны Быҡтымбайға уның яҙғандары. Шыма, матур, һүҙҙәре урынлы, килешеп тора. Быҡтымбай әҙәбиәтте аңлай әҙерәк, ни тиһәң дә, уҡып бара ғуй.
Йомабикә, асылып китеп, ниндәй аҡындарҙы оҡшатыуын әйтеп һалды. Быҡтымбай хатта һиҙенде: ҡыҙы тегеләрҙең үләңдәрен генә түгел, үҙҙәрен дә яҡын күрә. Уларҙың береһенә кейәүгә сығырға риза булыр ине, моғайын. Тик ҡайҙан табаһың ундай илаһи заттарҙы? Икенсенән, Быҡтымбай белгән аҡындар йә бик ярлы, йә ныҡ ҡарт. Был Хәжибәк тә ошо тирәләге данлыҡлы аҡын да бит, тик олораҡ – алтмышты ваҡлаған. Уға барырға риза булырмы ҡыҙы?
Хәжибәк бик ныҡышҡас, Быҡтымбай уға үҙенең икеләнеүҙәрен, уның сәбәптәрен әйтеп һалды. Шунан икәүләшеп уйға баттылар һәм бер аҙҙан дөйөм фекергә килделәр.
Ул шунан ғибәрәт ине. Әгәр атаһы: “Ҡыҙым, һиңә кейәүгә сығырға ваҡыт етте, һоратыусылар күп, береһен һайларға кәрәк”, – тиһә, үләңдәрҙе яратҡан ҡыҙы аҡынға сығырға ҡаршы булмаҫ ине, моғайын. Туранан-тура, сәсән Хәжибәк һората, тиергә ярамай – ни әйтере билдәһеҙ. Әгәр аҡындар араһында әйтеш ойоштороп, шунда еңеүсегә сығырһың кейәүгә, тиһәң, Йомабикәнең ризалығына өлгәшеп булыр һымаҡ. Ярышта күп кенә йәш сәсәндәр ҙә ҡатнашыр, ләкин уларҙы уҙып китеренә Хәжибәктең иманы камил. Үҙ ғүмерендә күпме әйтештә ҡатнашты ул, йәшерәк сағында бер-ике еңелеүен иҫәпләмәгәндә, бер ҡасан да ал биргәне юҡ. Думбырала оҫта уйнауын күрһәтеп, төртмә шаян таҡмаҡтарын әйтеп, күңелдәргә үтеп ингән бәйеттәрен йырлап ебәрһә, барыһын йығып һала ла ҡуя.
Уйҙар уртаҡлашты, ниәттәр берләште...
Атаһының һүҙҙәрен тыңлағас, Йомабикәнең күңелендә ҡырҡа кире хистәр тыуҙы. Кемгә кейәүгә сығырға – ул үҙе һайлаясаҡ! Шулай тип әйтмәксе булып ауыҙын асҡайны, атаһының үтенесле лә, ҡурҡҡан да ҡарашын күргәс, тыйылды. Атаһы бит уға насарлыҡ теләмәй. Шуға ла күпме яусы килде, ҡыҙы үҙһенмәгәс, барыһын кире борҙо. Әммә ҡасан да булһа Йомабикә кейәүгә сығырға тейеш ғуй! Был – тормош ҡануны. Ошо сәбәпле йәберләмәй, көсләмәй, ихтыярына ҡуйып, үҙенсә хәйләләп ҡыҙының яҙмышын хәл итмәксе. Теге саҡта уның ниндәй үләңдәрҙе, ҡайһы сәсәндәрҙе оҡшатыуы менән бик ҡыҙыҡһынғас, аптырағайны. Бына ни өсөн булған икән! Атаһы балаһының күңеле тартылған даръяны тойомларға теләгән!
Ҡыҙға атаһы йәл булып китте. Үҙе өсөн түгел, Йомабикәне уйлап тырыша ла баһа ул!.. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Ризалашырғалыр, бәлки? Аҡынға кейәүгә сығыу хәйерлерәктер, моғайын, күңеле үҙ итмәгән серегән байҙың ҡосағына ингәнсе. Икенсенән, ҡыҙыҡ та бит әле һинең өсөн ярышыусы аҡындарҙың бәйгеһен күҙәтеү! Ә еңеүсе оҡшамаһа? Йомабикә был хаҡта уйламаҫҡа тырышты. Күңеленә ятмаһа, баш тартыу мөмкин булмаҫмы икән ни? Шуныһы ҡурҡыта. Әммә... ҡыҙ иң ауыр хәлдән дә ҡотолоу юлы табып булырына ышана.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – бер көн уйлағандан һуң Йомабикә ризалығын бирҙе, һәм Турғай далаһы өҫтөндә хәбәр таралды: “Быҡтымбай ун алты йәшлек сибәр ҡыҙын аҡындар әйтешендә еңеүсегә бирә!”
(Роман тулы килеш сайтҡа һыймау сәбәпле, уның дауамын киләһе публикация теп өҫтәрмен. Сайтты күҙәтеп барығыҙ.)
Читайте нас: