Евразия Яҙыусылар берлеге, БР Яҙыусылар союзы, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары менән берлектә сираттағы халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы иғлан итә! Хикәйәләрҙе ағымдағы йылдың 31 авгусына тиклем ҡабул итеү ҡаралған.
Еңеүселәр исемлеге 30 сентябрь иғлан ителәсәк. Бүләктәрҙе тапшырыу тантанаһы октябрь-ноябрь айҙарында үтәсәк, тип хәбәр итә ойоштороусылар. Хикәйәләр “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһында (адресы: Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 7-се ҡат) ҡабул ителә.
Беренсе урын: 2500 төрөк лираһы;
Икенсе урын: 1500 төрөк лираһы;
Өсөнсө урын: 1000 төрөк лираһы.
Беренсе урын: 20000 төрөк лираһы;
Икенсе урын: 15000 төрөк лираһы;
Өсөнсө урын: 10000 төрөк лираһы;
Дәртләндереү призы: 5000 төрөк лираһы.
Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең башҡорт телендә яҙылған хикәйәләрен “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһына алып килергә, йәиһә, почта аша йәки
[email protected] адресына ебәрергә тейеш.
Әҫәрҙең башҡа конкурстарҙа ҡатнашмауы, быға ҡәҙәр бер ҡайҙа ла нәшер ителмәүе шарт.
Конкурста бер кешенән икенән артыҡ әҫәр ҡатнаша алмай. Һәр эш 1000 (бер меңдән) кәм һәм 10000 (ун меңдән) артыҡ һүҙҙән тормаҫҡа тейеш (был яҡынса 4 биттән 40 биткә тиклем).
Бәйгелә ҡатнашыусы эштәрҙә бары тик псевдоним ғына ҡулланыла ала (Әгәр ҡатнашыусының шәхесен танытыусы ниндәйҙер билдә табылһа, эш бәйгенән төшөп ҡала).
Ҙур конвертҡа һалынған, автор псевдонимы ҡуйылған ижади эш менән бергә йәбештерелгән бәләкәй конверт эсендә түбәндәге мәғлүмәттәр ҙә талап ителә:
Хикәйәнең компьютерҙа 12-се шрифт менән баҫылыуы һәм биш данала ебәрелеүе шарт. Призлы урын алыусы хикәйә киләсәктә китап итеп баҫтырылғанға күрә, хат эсендә уның СD йәки флэш-картаға яҙҙырылған Word форматындағы тексты ла булырға тейеш.
Конкурста ҡатнашыусы хикәйәләр авторға кире ҡайтарылмай. Призлы урын яулаған хикәйәләр менән файҙаланыу хоҡуғына Евразия яҙыусылар берлеге тулыһынса эйэ буласаҡ.
Халыҡ-ара бүләкләү тантанаһы Төркиәнең баш ҡалаһы Анҡарала үтәсәк.