Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Июнь 2018, 13:03

Прозаиктар иғтибарына!

Башҡортостан Яҙыусылар союзының Проза һәм публицистика секцияһы “Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинарында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеүен дауам итә.

Башҡортостан Яҙыусылар союзының Проза һәм публицистика секцияһы “Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинарында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеүен дауам итә. Бөгөнгә егерме заявка килде.
Күпселектең һорауы буйынса, сараны үткәреү ваҡытын сентябрь йә октябрь айына күсерәбеҙ. 15 авгусҡа ҡәҙәр заявкаларҙы [email protected], [email protected] электрон адрестарына ебәрергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: семинар яңы исемдәр асыу, бөгөнгө проза талаптарын һәм үҙенсәлектәрен байҡау, оло әҙиптәр тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында үткәрелә. Сараға 50 йәшкә тиклемге башҡорт телендә проза өлкәһендә эшләүсе яҙыусылар, тәнҡитселәр, билдәле әҙиптәр саҡырыла. Семинарсылар исемлеген секция һәм идара раҫлай. Унда 1-2 яңы проза әҫәре (ҡаралама хәлендә лә булыуы ихтимал), автор тураһында тулы мәғлүмәт (ҡайҙа йәшәй, ҡасан яҙыша башлаған, баҫылған әҫәрҙәре, китаптары һәм телефоны, электрон адресы) булырға тейеш. .
Сараны үткәреү ваҡыты һәм урыны сентябрҙә хәбәр ителәсәк.
Яҙыусылар идараһы
рәйесе урынбаҫары Р. Зәйнуллин
Семинар рәйесе С. Шәрипов
Сәркәтибе Р. Ырыҫҡужина.
Читайте нас: