Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Февраль 2018, 18:43

Ә. Ғ.-Үтәбай. Яу ҡайтарған Иштуған. (повесть)

...1939 йылдың көҙөндә Иштуған Ишбулат улы, яратҡан ҡатыны Әсмәне ҡалдырып, Көнсығышҡа хәрби хеҙмәткә китә. Әсмә еңгәй менән өҙлөкһөҙ хат алышалар. Хеҙмәтен тултырып ауылға ҡайтыр көндәре лә яҡынлаша. Бөтә яҡты уйҙар, хыялдар, юрауҙар, өмөттәр, ашҡынып көтөүҙәр селпәрәмә юҡҡа сыға: 1941 йылдың 22 июне... Ауылдан көн һайын бер нисә өйҙән йәше еткән ир-егеттәрҙе фронтҡа оҙата­лар. Һуғыш башланып бер нисә ай үтеүгә ауылға түҙемһеҙлек менән көтөп алынған өсмөйөшлө хаттар менән бергә, йөрәктәрҙе туңдырғыс шомло «ҡара ҡағыҙҙар» килә башлай. Фронттан ғәрипләнеп, сулаҡ, сатан, хәлһеҙ һалдаттар ҡайта башлай. Ауыл халҡын ауыр ҡайғы баҫа…

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
(Әхмәр Үтәбаев 1960 йылда Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, әрмелә хеҙмәт итә. Бер нисә шиғыр һәм проза китабы авторы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналистика өлкәһендә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты.)

Бөйәнһеҙ* бөрйән булмаҫ,


Бөрйәнһеҙ башҡорт булмаҫ.

Халыҡ әйтеме
*Бөйән – бөрйән ырыуындағы ара атамаһы. Иштуған Ишбулат улы Ҡотлоғәләмов ошо ара вәкиле. Быйыл уның тыуыуына 100 йыл тула.

Айыу менән көрәш

Әжәле килмәйенсә, бәндә үлмәй...

Меңәрләгән дошман көбәктәренән миллиардлаған пулялар, снарядтар, миналар рәүешендә һибелгән әжәл Иштуғанды был юлы ла урап үтте...

Ҡағылманы бөйәнгә!

Хатта яраламаны ла!..

Тәненең бер өлөшөндә лә пуля сыйып үткән, снаряд һыҙырған урын юҡ. Был хәлгә һуғыштың аҙағына тиклем, унан һуң тыныс тормошта йәшәгәндә лә аптыраясаҡ үҙе. Һәр яуҙан һуң күңеленән генә шөкөр итәсәк. Ситтән ҡараған кешегә, ярһып-ярһып һөйләгән телмәрен тыңлағанға принципиаль ҡарашлы “ата коммунист” булып тойолһа ла, күңеленән генә Хоҙайға рәхмәттәр яуҙырасаҡ. Быны бары тик Хаҡ Тәғәлә генә ишетәсәк. Фәҡәт Ул ғына яратҡан бәндәһен мең бәләләрҙән аралап, һуғыштың тамуҡ ғазаптарынан арындырып, утлы йылғаларҙы кистереп, тыуған яғына имен-аман әйләнеп ҡайтырға сәбәп ҡыласаҡ.

Һуғышта үлем – саҡырылмаған ҡунаҡ. Әжәл – кеше ғүмерҙәре менән туҡланыусы, мәңге тамағы туя белмәҫ әсмәйел. Асҡорон. Мәскәй үҙ тамағын “туйҙырыр” өсөн дә әжәл һуғышты уйлап сығарған, бының өсөн Иблисте яллаған, тимәк. Уға күберәк, йәшерәк, өфәндәй буйлы, типһә тимер өҙөрҙәй, баҫһа баҡыр иҙерҙәй әзмәүер егеттәрҙең, баһадир заттарҙың йәне кәрәк. Һайлана әжәл. Ҡоҙғон ише ҡоро-һары, емтек менән генә туҡланмай. Уның ожмахы – һуғыш. Һуғыш барғанда ла, алыштар оҙағыраҡ ваҡытҡа туҡталып торһа, әжәл зар ҡыла, һуйыштар башлауын һорап Хоҙайға ялбара, имеш.

Әжәл тамуғы – тыныс тормош. Һуғыштар оҙаҡ ваҡытҡа туҡталып торған ваҡытта ул, ысынмылыр-бушмылыр, асҡаҡһып, ҡартайып мәрхүм булғандарҙың йәненә тейенеп кенә,ҡоро-һары менән генә туҡланып көн күрә, имеш. Аслы-туҡлы көн итә әжәл, “ураҙа”тота.

Иштуғандың күңел сөңгөлөндә шундай аңлау ҙа йәшәй: ошоғаса нисәмә яуға инеп, унан иҫән, улай ғына ла түгел, миллиардлаған пулялар һәм снарядтар “ямғырынан” ҡоп-ҡоро сыға алыуы юҡҡа ғына түгелдер. Диңгеҙ, даръя кис тә, үҙеңә бер тамсы ла һыу эләктермә, имеш. Ә бит күпме яуҙаштары дары еҫен тойоп өлгөрмәҫтән алда, бер фашисты ла үлтереп өлгөрмәҫтән, хатта мылтыҡтарынан уларға төбәп һис юғы бер тапҡыр атмаҫ элек яҡты донъя менән мәңгелеккә хушлашты. Күптәре танау төптәре лә кибеп өлгөрмәгән, бер тапҡыр ҡыҙ үбеп өлгөрмәгән үҫмерҙәр.

Үҙенең ниндәйҙер ғиллә менән яуҙарҙан имен сыға алыуын Иштуған хәҙер инде бәхетле осраҡ, уңыш йылмайыуы, яҙмыш бүләге тип кенә һанамай. Тәүҙәрәк һәр алыштың аҙағында ҡулы менән тәненең һәр өлөшөн ҡапшап, тикшереп сыға торғайны. Йәнәһе, уға берәр пуля килеп тейгән дә, ҡыҙған баштан абайламай ҡалмағанмы.

Төптәнерәк уйлап ҡараһа, имен ҡалыуының бер сәбәбен Иштуған ата-әсәһе тәрбиәһенән килгәнен дә яҡшы аңлай. Улай ғына ла түгел, тап улар биргән һабаҡтарҙы һанлауы, кәңәштәрен йола башҡарғандай үтәүе уны бәләләрҙән йолоп алып килә, күрәһең. Күңеленең төбө менән генә быны тоя, тик аңлата, үҙе лә аңлай ғына алмай. Асылда, уны атаһы менән әсәһенең доғалары һаҡлап килә. Уларҙың балаһы булараҡ был хәлде таныһа ла, Совет армияһының кадровый офицеры, ғәҙел командир булараҡ, был таныуын инаныу кимәленә тиклем күтәрә алмай. Ярай әле, тип үҙе йыуана йыш ҡына, кешегә ҡысҡырып уйлау халәте бирелмәгән, юғиһә, юғары командирҙар алдында үҙен әллә ҡасан диндар булараҡ фашлатыр һәм бының һөҙөмтәһен татыр ине.

Тәүге тапҡыр ут эсенә ингәненән алып әжәл уты бөрккән меңәрләгән ут-ялҡын көбәктәре менән уға әжәл күҙҙәре менән ҡараған дошманды ошоғаса үҙ ғүмерендә күргән иң ҙур һәм иң ҡотһоҙ йыртҡысҡа – айыуға тиңләр булды. Урмансы булып эшләгән атаһы менән күп тапҡырҙар урманда тайыш табан менән йөҙгә-йөҙ осрашҡандары булды. Ул сағында үҫмер Иштуғандың тәндәре эҫеле-һыуыҡлы булып, йөрәге дөп-дөп тибә башлай торғайны. Әммә һуғыштағы “айыуҙан” айырмалы, үҙҙәренең яғындағы тайыш табандар кешеләр уларға теймәһә, ҡағылмаһа, ҡулдарындағы “оҙон сыбыртҡы”лары менән сағып алмаһа, юлдарына ҡаршы сығыусыларға асыуланып үкерер-үкерер ҙә, кире боролоп, китә белделәр. Ә инде һуғыш яланындағы айыуҙар тәбиғәттәге айыуҙарҙан күпкә имәнесерәк. Ундағы айыу айыумы ни, бына бындағы айыу, исмаһам, айыу.

Ә бит атаһына, Ишбулат бәһлеүәнгә, хатта айыу менән көрәшергә, бил һынашырға насип була. Иштуған һаман әле атаһының тәүәккәллегенә, батыр йөрәкле булыуына һоҡланыу ҡатыш аптырай. Таң ҡала. Ғәжәпләнә. Нисек инде үҙеңдән бер нисә тапҡырға көслөрәк ғифриткә яланғул ҡаршы сыҡмаҡ, уның менән көрәшмәк кәрәк? Халыҡ араһында айыуҙың көсө хаҡында шундай хәтәр һүҙҙәр йөрөй: атта - алты кеше, айыуҙа алты ат көсө була. Бындай аҙымға барырлыҡ ҡарар ҡабул итер өсөн дә күңелеңдәге әллә күпме ҡаршылыҡты еңергә, үҙ-үҙеңдән, ғүмереңдән, әжәлеңдән аша атларға, иң тәүҙә күңелеңдәге тайыш табанды ҡолатырға кәрәк бит әле.

Дошман менән күпме тапҡыр йөҙгә-йөҙ осрашып бәрелеште Иштуған. Баҙап ҡалғанында һәр ваҡыт атаһының айыу менән көрәшеп еңгән сағын иҫенә төшөрҙө. Бындай саҡтарҙа ул ҡасандыр атаһы ғына кисергән тойғоларҙың ни тиклем аяуһыҙ, суйындай ауыр булғанлығын тойҙо. Иң ауыры, моғайын да, “ҡурҡыу” тип аталған сик һыҙығын аша үтеүҙер. Һәр осраҡта ла был һыҙыҡтың аръяғында кәмендә әжәл көтәүелләй. Бер яҡта йәнеңдең ғәзизлеге шул һыҙыҡҡа яҡынлауҙан тыйһа, икенсе яҡта әжәлдең шөкәтһеҙ ҡараңғылығы алдында бәндәнең көсһөҙлөгө. Тап ошондай саҡта кешегә рухи көс таяныс була алалыр. Тыуған илеңдән, ватаныңдан, туғандарыңдан, ғаиләңдән, яҡындарыңдан, дуҫтарыңдан башҡа бер кем ҡалмай күңелеңдә. Тик улар хаҡында уйлағанда, үҙҙәрен күҙ алдына килтергәндә генә үлемдең дә мәғәнәһе барлыҡҡа килгәндәй тойола. Яу барғанда күңелең менән мең терелеп, мең үлеүең дә тап ошо тойғоларға бәйле.

Атаһының яланғул айыуға ҡаршы көрәшергә сығыуға бәйле был ҡылығын батырлыҡ, ҡуш йөрәкле булыу ғына түгел, хатта алабарманлыҡ ҡатыш дыуамаллыҡ тип тә атарға мөмкин булыр ине. Әммә Иштуған хәҙер инде иң шөкәтһеҙ “һуғыш” тип аталған айыу менән йөҙмә-йөҙ осрашҡас, тыуған яғының айыуҙарын яҡын дуҫтары кеүек кенә ҡабул итә.

Ишбулат бәһлеүәндең айыу менән көрәшеүе төбәк халҡы оҙаҡ йылдар мәрәкә итеп һөйләрлек ваҡиғаға әүерелә. Был алышыуға шаһит булыусылар тәүге йылдарҙа уны мәрәкәнән ғәйре тәндәр сымбырҙап китер тамаша күргәндәй бәйән итер. Һуңынан инде, йылдар үтә килә шаһиттар яйлап баҡыйлыҡҡа күсә барған һайын, был алыш ваҡиғаһына яңы биҙәктәр, уйҙырмалар өҫтәлеп, ул мәрәкә төҫө ала барыр. Легендалар шулай ярала. Улы Иштуған өсөн һис бер тәрбиә мәктәбенә тиңләгеһеҙ фәтүәһе лә бар атаһы Ишбулат бәһлеүән менән айыу көрәшенең. Ул да булһа: үҙеңдән күпкә көслөгә ҡаршы торғанда бирешмәү, уны еңеү алымы, уңыш сере, өмөтһөҙлөккә бирелмәү сараһы, хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙ, көслөрәк көсөнә, көсһөҙөрәк аҡылына таяна.

Ул заман Темәстең Башҡортостандың ғына түгел, төбәктең, улай ғына ла түгел, тотош Рәсәйҙең социал-мәҙәни-сәйәси үҙәктәренең береһенә әүерелгән мәле. Ошоларға һуңыраҡ, Октябрь революцияһы йылдарында ауылдың Башҡорт иленең тәүге баш ҡалаһы булыуын, Башҡорт милли хәрәкәте юлбашсыһы Әхмәтзәки Вәлидиҙең, мәшһүр шағир Шәйехзада Бабичтың һәм башҡаларҙың килеүен, Башҡортостан автономияһын иғлан итеүгә бәйле тарихи ваҡиғаларҙың тап ошонда ҡайнауын, совет власы йылдарында педучилище, башҡа дәүләт учреждениелары асылыуын да өҫтәгәндә ошо төбәктә барған ваҡиғаларҙың һәлмәклеген дә тояһың. Хәҙерге ваҡытта республикабыҙ өсөн Өфө ниндәй роль уйнаһа, ул йылдарҙа Темәс шундай урынға әүерелә.

Өҫтәүенә, йыл һайын 24 ноябрҙә ауылда ҙур йәрминкә үтә. Унда Ырымбурҙан, Талҡаланан (Верхнеуральск), Силәбенән, Екатеринбургтан, Ҡаҙандан, Түбәнге Новгородтан сауҙагәрҙәр килеп һатыу итәләр. Ситтәгеләр баҙарға мәғдәнселек сәнәғәте ысулы менән етештерелгән төрлө көнкүреш кәрәк-ярағы тәҡдим итһә, урындағы аҫабалар төрлө йәнлек тиреләре, солоҡ балы, ит, һөт ризыҡтары, күмер, дегет, ат арбаһы, сана, ҡамыт, дуға, ыңғырсаҡ, эйәр, урындағы сеймалдан етештерелгән төҙөлөш материалдары сығара. Тап шул йылдарҙа көҙ үткән Темәс йәрминкәһе төбәктә йәшәүсе бөрйән, түңгәүер, ҡыпсаҡ, тамъян, үҫәргән башҡорттарына тормош-көнкүрештәрен яйға һалыр өсөн мөһим урынға әүерелә. Башҡорттар баҙарға йәйләүҙә күп итеп туплаған балын, итен, майын, йәнлек тиреһен, башҡа тауарын ылау-ылау тейәп килтерә. Бер шағир әйтмешләй:

Баҙарҙарға барған саҡта түгел,

Ҡайтҡан саҡта һора хәлемде?

Хәҙер инде йәрминкәнән ҡарар күҙгә ят булған танһыҡ та, хикмәтле лә булып тойолған тауарҙарҙы өйҙәренә тейәп ҡайтыусыларҙың туғандарының, балаларының күҙҙәрендәге ғәжәпләнеү ҡатыш тулған шатлыҡ осҡондарын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ? Тап шуның өсөн дә “Темәс йәрминкәһе” тигән һүҙ ишетелеү менән төбәктә йәшәүсе ололарҙың күҙҙәрендә осҡондар ялтлап китеүенә һис тә ғәжәпләнергә лә түгелдер.

Йәрминкә тамашаһыҙ ҙа үтмәй торғандыр. Сираттағы бер йәрминкәгә Себер яғынан килгән берәү өйрәтелгән айыуы менән ғәм халыҡҡа мәрәкәле тамаша күрһәтеп йөрөй. Айыуҙы ғына күргәндәре бар темәстәрҙең. Ни тиһәң дә, улар үҙҙәре айыуҙар төйәгендә йәшәй. Ауылдарына терәлеп торған урманға, йә булмаһа көнсығышта һуҙылып ятҡан Ирәндек һырттарының шырлыҡтарына инеүең генә бурыс – айыуҙар быуа быуырлыҡ. Бәғзеләре йәрминкәгә һатыр өсөн айыу, бүре тиреләре лә алып килгән. Шуғалырмы, йыртҡыстың хужаһы үҙенең һәм айыуының баҙарын күтәрергә теләп һөрәнләпме һөрәнләй, ауыл халҡының намыҫына тейергә теләп йәүкәләй:

– Кем дә кем айыуым менән көрәшеп еңә, шуға бына ошо бүләк биреләсәк...

Шулай ти ҙә кәмитсе, тауышын тағы ла ҡалынайтыбыраҡ – бының менән әйткән һүҙенең мөһимлеген билдәләп – шуныһын да өҫтәп ҡуя:

– Ә кем дә кем айыуҙан еңелә, ул кеше миңә мөгөҙлө кәзә бирергә тейеш... – Шунан шымыраҡ әйтә. – Һарыҡ булһа ла ярай...

Икеләнеп шымтайған халыҡ араһында шундайыраҡ шыбырлашыуҙар китә: имеш, Талҡала баҙарында айыу бер көрәшсенең билен һындыра һуҡҡан, Екатеринбургта берәүҙе ауната һуғып, ҡанһыратып туҡмаған. Саҡ һалдырып алғандар. Имеш, был кәмитсе айыуының бер кешенән дә еңелмәҫен белгәнгә күрә бүләк мәсьәләһендә иркен ҡылана, айыуҙы йыға алған кеше табылмаған, имеш...

Бүләккә тигән ялтырап торған хром итектәрҙе яурынына уҡ элеп алған Себер кәмитсеһе. Йәрминкәгә килеүсе сауҙагәрҙәр һәм һатып алыусыларҙың барыһының да иғтибары айыуға, шунан кәмитсенең ҡулындағы бүләккә йүнәлә. Бүләге лә ҡыйбат ҡына, уның ҡарауы, айыуы ла Аллам һаҡлаһын, алыптай. Үҙен ҡасандыр ҙур ҡалала циркта уйнаған тиҙәр. Хәҙер иһә ҡартайыуы арҡаһында ошо кәмитсе уны арзан хаҡҡа һатып алып, йыртҡысты ситлек ҡуйылған ат арбаһына ултыртып, баҙарҙан-баҙарға, йәрминкәнән-йәрминкәгә аҡса һуғып йөрөй икән.

Бер яҡтан ҡарағанда, тырнаҡтары ҡырҡылған, үҙенә моронһа кейҙерелгән йәнлектең кешегә үлемесле яра һалырлыҡ, зыян килтерерлек хәүефе лә юҡ һымаҡ. Өҫтәүенә, ҡулға өйрәтелгән. Кәнфит, шәкәр биргән кешене яларға әҙер генә тора. Тағы ла шуныһы: тайыш табан циркта эшләгән сағында уҡ кешеләр менән көрәшергә өйрәтелгән. Әммә ҡалын-ҡалын урмандарҙа йөрөп донъя көткән Темәс халҡы айыуҙың шундай ғәйрәтен дә белә: ул бер һуҡҡанда хатта аттың билен һындыра ала. Шуға күрә йәрминкәләге айыу ауыҙы һәм тырнаҡтары ярҙамында кешегә зыян килтерә алмаған сүрәттә лә, бер һуҡҡанда аяҡ-ҡулдарыңды, бил-ҡабырғаларыңды һындыра һуғыуы бар. Әгәр ҙә уның зыйтына тейеп, үсектереп ҡыҙҙырып ебәрһәң, ойпалап ташларға ла, ботарлап ырғытырға ла тартынмаҫ. Хатта исем-шәрифеңде лә һорап тормаҫ...

Шуғалыр, ғифрит менән көрәшергә баҙнат итерҙәй кеше тойолмай ҙа тойолмай. Уның ҡарауы, кәмитсенең баҙары күтәрелгәндән-күтәрелә. Әле тегендә, әле бында һабантуйҙа, йыйындарҙа бил бирмәгән батырҙарҙан кемдер ҡыймылдарға, күкрәген киреп майҙанға сығырға итә лә... туҡталып ҡала. Халыҡ үҙ батырының тауышын ғына көтә. Хәҙер дәррәү күтәреп алырға, уны дәртләндерергә әҙер генә.

Тынлыҡ бик оҙаҡҡа һуҙылып киткәндәй. Шул арала халыҡ араһында тороусы әллә нисәмә ир-аттың йөрәктәре дөп-дөп тибә. Уларҙың йөрәк тауышы бар майҙанға яңғыраған кеүек. Һәр хәлдә, ир-аттар йөрәктәре тибешен шулай бар майҙанға яңғырағандай ишетә. Йөрәк тибештәре гүйә ваҡыт ағышын һанаған сәғәт теле. Әгәр ҙә айыу менән көрәшергә баҙнат итеүсе табылмаһа, көллөһө лә оятҡа ҡаласаҡ. Йөрәктәр тибеше шул мөҙҙәтте яҡынайтырға теләгәндәй, йышыраҡ һуға башланы. Ошо йөрәк тибештәрендә батыр тыуырға тейеш. Ул мотлаҡ рәүештә майҙан уртаһына сығып, ауылының намыҫын яҡларға тейеш. Тағы ла күпме дауам итер икән был көсөргәнеш?! Йөрәктәр нығыраҡ дөпөлдәгән һайын көсөргәнеш тә арта бара. Уның ҡарауы, Себер кәмитсеһе йөҙөнә мыҫҡыллау билдәләре сығарып, майҙанға йыйылыусыларҙың намыҫына тейә, талаҡтарын таштыра:

– Миңә Себер, Екатеринбург яғында һеҙҙе, башҡорттарҙы, айыу менән көрәшә алырлыҡ ғәйрәтле халыҡ тип әйткәйнеләр. Буш һүҙ булып сыҡтымы ни? Ҡуяндары ғына ҡалғанмы? Батырҙарығыҙ шөр ебәрҙеме?

Күптәрҙе, бигерәк тә ауылдың аҫаба ир-атын, кәмитсенең был һүҙҙәре сығырынан сығара. Устар йомарлана. Йоҙроҡтар төйнәлә. Бер юлы бер нисә күкрәктә йөрәк дөпөлдәй. Уларҙың талпынып типкәне бар майҙанға ишетелеп торғандай. Ҡолаҡтарҙы шаулау тауышы баҫа. Кәмитсенең намыҫландырып әйткән тауышы әллә ҡайҙан, ер аҫтынан ишетелгәндәй...

Данлыҡлы көрәшселәрҙең икәү-өсәүһе бер юлы тигәндәй ынтыла биреп ҡуя ла, айыуҙың һынына тағы ла күҙ төшөргәс, туҡталып ҡала. Дәғүәселәре әҙәм затынан булһа, ир-аттарҙың һәр ҡайһыһы һис икеләнеүһеҙ майҙанға сығыр ине. Бында хәл башҡасараҡ. Тайыш табанды көс-ғәйрәт менән генә алдырып булмаясаҡ. Етмәһә, хужаһы уны нәҡ кешеләрсә көрәшергә лә өйрәткән тиҙәрме-ниме? Шул арала халыҡ араһында шыш-быш китә...

Көрәшселәр араһында торған Ишбулат бәһлеүән генә үҙенең нисегерәк ҡуҙғалып китеүен һәм майҙан уртаһына нисек сығып баҫҡанын хәтерләмәй. Юғиһә, мынау килмешәк кәмитсе тотош ҡәүеменә тел-теш тейҙерә башланы лаһа. Ғәрлеге ни тора!

Халыҡ “аһ!” итте. Әллә сәпәкәй иттеләр, әллә Ишбулатты йәлләүҙән йоҙроҡҡа йоҙроҡ һуҡтылар. Шулай ҙа ауыл көрәшселәренән күпкә өлкән йәштәге ирҙе йәлләүселәр ҙә табылманы түгел, табылды:

– Ишбулат ағай, ни тигән һының был? Ана, йәшерәктәр, ана, Ғатаулла йә Ғәзиз көрәшһен...

– Урманда йоҡлап ятҡан айыуҙы ҡыш барып гөжгөтөп сығарып, мылтыҡ менән атып алыу түгел был, Ишбулат ҡустым. Киленде, балаларҙы етем итәһең бит...

– Ишбулат ҡорҙаш, ҡуй, буш менән булма...

Шулай ҙа майҙанға йыйылыусылар араһында Ишбулатҡа теләк белдереүселәр, уны дәртләндереп хуплаусылар ҙа табылды:

– Йәштәрҙең танауына сиртте Ишбулат, юғиһә, мынау ҡыл түбә башҡортто мыҫҡыллай башланы...

– Ғүмер буйы урманда йөрөп, барлыҡ йәнлектәрҙең, бигерәк тә бүре-айыуҙарҙың холҡон белеп бөткән ул. Мына, күреп торорһоғоҙ, хәҙер был тайыш табандың арт һабағын уҡытасаҡ...

– Бирешмә, Ишбулат ағай...

– Үҙебеҙҙең ағай...

Иҫ белә башлағандан алып урмандан ҡайтып инмәне Ишбулат. Шуға күрә ундағы йыртҡыс-йәнлектәрҙең холҡон биш бармағындай яҡшы белә. Айыу менән көрәшеүҙең ни икәнен бик яҡшы аңлай. Бер нисә тапҡыр ҡышҡы һунарға сығып, ояһында йоҡлап ятҡан айыуға ыҫ һалып, гөжгөтөп сығарғаны бар. Ул сағында йыртҡыс менән йөҙмә-йөҙ осрашып, ҡулындағы “оҙон сыбыртҡыһы” менән саҡтырып алырға ла тура килде. Бында хәл башҡасараҡ. Тик ошоғаса ғифрит менән көрәшеп ҡарағаны ғына юҡ. Ишеткәне генә бар айыу менән көрәшеүселәр хаҡында.

Көрәш шарты буйынса ул айыуҙы һырты менән ергә һалырға, йәғни ҡолатырға тейеш. Бында шуныһы бәхәсһеҙ: айыуҙы ҡара көс менән еңеү мөмкин түгел. Иң ҡурҡынысы – яраланған йә булмаһа үсле айыу. Үҙҙәренсә әйткәндә, ендәнгән айыу. Шуға күрә асыуланғансы уҡ... үлтергәндә генә еңеүгә өлгәшә алаһың. Айыу һунарына барғанда бер нисә һунарсының мылтыҡтарын яһап, өң янында сыҡҡанын абайлап тороуҙары ла шунан килә. Яралы айыу йән биреп өлгөргәнсе үк өң янындағы бер нисә кешене әшәүәтһеҙ итеп ботарлап ташларға өлгөрә.

Әле килеп айыуға ҡаршы сығыусы Ишбулат бәһлеүән йыртҡыс менән билгә бил, йөҙгә-йөҙ, ҡулға ҡул матҡышыуҙың үҙенең файҙаһына булмаҫын бик яҡшы аңлай. Шуға күрә тайыш табан асыуланып өлгөрмәҫ элек аңғармаҫтан уны биленә һалырға һәм, иң мөһиме, ғәм алдында үҙенең еңеүсе икәнен күрһәтеү генә мөһим. Бының өсөн ул тәүге ынтылышта уҡ дәғүәсеһен биленә һалырға, шунан ҡапыл юҡҡа сығырға тейеш. Шулай итмәһә, икенсегә ынтылғанда, ул сағында инде асыуланып өлгөргән йыртҡыс киҙәнә башлаясаҡ. Айыу киҙәнә башланымы, уны тынысландырыуға тырышыу ахмаҡлыҡҡа тиң.

Баҙнатсылығы етеп майҙан уртаһына сығып баҫҡансы уҡ Ишбулат бәһлеүән тайыш табанды ҡороғул һыртына һалыуҙың ике генә юлы барлығын белә ине. Бының өсөн айыуҙы тулыһынса хәлһеҙләндерерлек, ҡулдарын һәлендереп төшөрөрлөк итергә кәрәк. Бик күп һунарсылар, урмансылар менән аралашҡаны бар Ишбулаттың. Тәжрибәһе етерлек. Әүәле булған бер ваҡиға ла иҫенә килеп төштө. Бөрйән ырыуынан бер ир урманға утын киҫергә тип бара. Күпмелер ваҡыт эшләп алғас, шундағы йылғаға һыу эсергә төшә. Балтаһы утын киҫкән ерҙә ҡала. Һаҙҙағы айыу үҙен мәлһеҙ борсоусыны кәрәген бирергә артҡы тәпәйҙәренә баҫып, өҫтөнә килә башлай. Ҡасырға әмәле булмай, нишләһен, ир кеше ҡороғул айыуға ҡаршы тора. Ул, әйтергә кәрәк, бүреләрсә эш итә. Айыуҙың боғаҙына йәбешә. Боронғо һунарсыларҙың да әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөргәне бар: “Йыртҡысҡа бүре кеүек ҡаршы торорға кәрәк...”

Айыуҙың йә бүренең теленән тотоп аулаусылар хаҡында ла ишеткәне бар Ишбулаттың. Кәмитсе айыуына моронһа кейҙергәс, теленән алып булмай. Тимәк-тимәк, Ишбулатҡа тик бер ысул – тайыш табандың боғаҙынан ғына эләктерергә ҡала.

Йыртҡыстың күҙҙәренә текәлде Ишбулат. Тегенең ниәтен дә аңланы. Айыу уның менән көрәшергә уйламай ҙа кеүек. Хужаһы уны төрлөсә йәүкәләп ҡоторта ҡотортоуға, әммә тәжрибәле һунарсы тайыш табандың ҡараштарын баштан уҡ эләктереп алып, уны үҙ яғына ауҙарып алды. Ҡараштарҙы бер генә секундҡа ла айырмау мөһим. Хәҙер-хәҙер ҡулға өйрәтелгән йәнлектең йыртҡыслыҡ асылы уянырға тора. Ҡабаланырға ла, һуңларға ла ярамай. Тимәк, уға яҡынларға, икмәк киҫәге йә булмаһа кәнфит-шәкәр һонған кеше булып, матҡып алырға һәм һыртына һалырға. Әле йыртҡыстың ҡанындағы асылы ойоған, тантана итә. Моғайын да: “Ҡаршымда торған кеше миңә бер ниндәй ҙә зыянлыҡ ҡылмай. Ул мине тәмлекәй менән һыйларға итә. Тик ҡулында шәкәр-фәләне күренмәй, ҡайһы кеҫәһенән сығарыр икән?” – тип уйламаһа ла, шундай һый өмөт итәлер.

Тап шуның өсөн дә Ишбулат һул ҡулын салбар кеҫәһенә тыҡты. Айыу ҡараштарын берсә уның күҙҙәренә төбәп, берсә кеҫәһендәге ҡулдарына күсереп, ҡараштарын уйнатҡылай башланы. Әгәр ҙә тайыш табан кеҫәһендә бер ни ҙә юҡлығын аңлап өлгөрһә, алданғанын һиҙһә, хәҙер киҙәнә башлаясаҡ. Тағы ла ун-ун биш секундтан һуң булыуы бар.

Барыһы ла Ишбулат уйлағансы килеп сыҡты. Ғүмере буйы балта тотоп ҡатҡан ҡулының бармаҡтары бүренең аҙау тештәренән кәм түгел ине. Ҡаршыһында тороусы ирҙең кеҫәһенән күҙен алмаған йыртҡыс әҙәм затынан бындай һөжүмде көтмәгәйне: Ишбулат уң ҡулы менән айыуҙың боғаҙын ҡапыл матҡып алды. Быуҙы. Тын юлын ҡапланы. Йыртҡыстың шул секундта уҡ күҙе аларҙы. Унда йыртҡыс ҡаны уянды. Уянды ла барлыҡ тән ағзаларын хәрәкәткә килтерергә, үҙен тын алыуҙан мәхрүм итеүсене ботарлап ташларға бойорҙо.

Тик һуңланы. Хәрәкәт тиҙлеге Ишбулат яғында ине инде. Тайыш табандың Ишбулатты ботарлап ташларға тәғәйен көс-ғәйрәте ерҙе туҡмарға ғына сарыф ителде. Айыуҙы күтәрерлек кенә ҡарыуы бар ине Ишбулаттың. Ул, тын алмайынса, бер мәлгә генә хәрәкәтһеҙ ҡалған айыуҙы шул секундта аяҡ салып ауҙарҙы ла һыртына һалды.

Үҙенә көтмәгәндә яһалған һөжүмдән ҡапыл ярһыған тайыш табан барып төшкән урынынан тороп, ян-яғына ҡараш ташлағанда, Ишбулат халыҡ араһына инеп юғалғайны. Йыртҡыс халыҡ араһына инергә баҙнат итмәне. Тегеләй атланы, былай килде. Ахырҙа эйелде, барлыҡ асыуын ергә төшөрөп, ике тәпәйе менән ерҙе туҡмарға тотондо. Шуны ғына көткәндәй, баҙар майҙанына йыйылыусылар гөр килеп ҡул сапты.

– Мәрҙәс, Ишбулат батыр! Ҡурҡып торманың, ауылыбыҙ данын айыу еңеп яуланың!..

– Көрәштә еңгән өсөн бүләк уға тейеш!..

– Шәп булғасың, беҙҙең батырға ҡаршы үҙең көрәшеп ҡара! Эй, кәмитсе!

Тик айыу эйәһе һис тә ыҡҡа килерлек түгел. Ул: “Көрәшсегеҙ хәрәмләште. Яңынан көрәшһен, еңеүен еңгәс, ниңә улайтып халыҡ араһына инеп йәшеренә? Әйҙә, яңынан сыҡһын”, – тип ғәм халыҡты йәнә ҡужғытып ебәрҙе. Берҙәм ҡупҡалйып сығып, үҙен уратып алған ауыл халҡы менән әрепләшеүҙе кәмитсе килештермәне. Тәғәйен бүләкте Ишбулат батырға үҙ ҡулы менән тапшырыуҙан башҡа сара ҡалманы уға.

Хоҙай яуҙырған ямғыр


Ҡалҡыулыҡ башынан томанһыу уйһыулыҡ ус эсендәгеләй күренә. Туҡтауһыҙ алыштан талсыҡҡан, йонсоған яугирҙарҙың тәне буйлап һалҡын тараҡандар йүгереп үткәндәй тойолдо шул саҡ. Тараҡандар ғына булһа бер асыу. Һарыҡ көтөүеләй мөйкөлдәп дошман танкылары уларға табан килә. Кемдер хәтерҙән, кемдер берәү шыбырҙап ҡына танкыларҙы һанарға тотондо: “Берәү, икәү, өсәү... ун ете... егерме биш... утыҙ алты... илле ете... Иптәш лейтенант, етмештән ашыу фашист танкыһы беҙгә ябырыла... Хәҙер залп бирһәләр, беребеҙ ҙә иҫән ҡалмаҫ...”

– Разговорчики!

Лейтенант Ҡотлоғәләмовтың яугирҙарҙы паникалы һөйләшеүҙән тыйылырға бирелгән фарманы бик ҡәтғи һәм аяуһыҙ яңғыраны. Бындай саҡта һәр кем тәбиғи инстинкты буйынса ҡотолоу юлын үҙе һайлай. Иштуғандың икенсе фарманы яугирҙарҙың сигенеү юлын ҡыйҙы. Аяҡтарына тышау булып, кешән булып тағылды.

– Ни шагу назад!

Алдағы тәүлектән ашыуға һуҙылған яуҙа подразделениеларҙағы хәрби техника тулыһынса тип әйтерлек эшлектән сығып бөткәйне Яугирҙарҙың да яртыһынан күберәге ҡорбан булды. Һәр взводта берәр пушҡа ла, берәр отделение һалдат. Шундай хәлдә йоҡолары туйған, тамаҡтары туҡ фашистарға, өҫтәүенә, етмешләп танкыға ҡаршы тороп ҡара! Лейтенанттың үҙ взводын туҡталып ҡалырға мәжбүр итеүе ҡотолғоһоҙ үлемгә саҡырыуға тиң ине. Быны һәр кем яҡшы аңлай. Иштуғандың взводында яңы яуға инеүселәр юҡ. Барыһы ла дары еҫен ап-аруҡ еҫкәгән, ҡурғаш ямғырына утыҡҡан. Улар командирҙары артынан ут эсенә лә, дошман тылына ла, ожмахына ла, тамуғына ла эйәреп инергә әҙер.

1944 йылдың ҡышы. Улар Венгрия ерендә. Фашист сигенгән хәлдә лә, бик ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтә. Һәр ҡарыш ер өсөн ике яҡ та иҫәпһеҙ-һанһыҙ юғалтыуҙарға дусар. “Ағас киҫкән ерҙә ботаҡ, юнысҡы юнған ерҙә тап ҡала” тип әйтә урмансы атаһы. Тәүләп һуғышҡа ингәндә яугир дуҫтарын юғалтыуҙы бик ауыр кисерә торғайны Иштуған. Күңелендә генә баш һалған дуҫтарының дөйөм ҡәберлеген хасил итте. Әммә һәләк булыуҙар көн һайын, сәғәт, минут һайын ҡабатланғас, ҡорбандарҙың һаны меңдән ашҡас, ул зыяратта урын етмәй башланы кеүек. Ни өсөн тигәндә, ул ҡәберлекте ҡәҙерләп һаҡлар өсөн һәләк булыусыларҙың барыһының да йөҙ-һындарын күҙ алдына килтереү кәрәк ине. Әммә һуғышта был ғәмәлде башҡарыу мөмкин түгел, саҡ ҡына онотолдоңмо, башҡа төрлө уйҙарға бирелдеңме, үҙең дә һиҙмәҫтән шул ҡәберлеккә барып эләгеүең ихтимал. Был иһә зыяраттың бөтөнләй юҡҡа сығыуына тиң. Тора-бара Иштуған яуҙаштарының вафатын ҡәҙимге хәл итеп ҡабул итергә өйрәнде. Дөрөҫөрәге, үлемгә өйрәнде. Утыҡты. Тыныс тормошта йәшәүселәргә был хаҡта әйтһә, валлаһи, ышанмаҫтар, ауыҙыңдан ел алһын, тиерҙәр ине. Бары тик вафат дуҫтары, яуҙаштары өсөн дошмандан үс алыуға әйҙәгән нәфрәте генә артты. Ҡайһылай ҙа дөрөҫ әйткән урмансы атаһы: “Ағас киҫкән ерҙә ботаҡ, юнысҡы юнған ерҙә тап ҡала...”

Әлегә уларҙың алдында Будапешт... Ҡалаға барып етеүгә бик алыҫ. Фашистар Гудериандың ҡеүәтле танкыларын совет ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡуйып, ҡайһы бер юғалтҡан позицияларын кире яуларға өлгәште. Был хәл СССР ғәскәрҙәрен кире Мәскәүгә табан сигендереүгә ныҡ өмөтләнгән фашистарҙы оторо дәртләндереп ебәрҙе. Улар рухи күтәрелеш кисергән кеүек булды.

Фашистарҙың бындай кәйефе хаҡында разведчиктар алып ҡайтҡан мәғлүмәттәр аша белергә өлгәште бригада командалығы. 16-сы бригадаға ҡараған 6-сы мехкорпус командиры, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Катков барлыҡ офицерҙарҙы штабҡа йыйылырға бойорҙо һәм личный состав алдына шундай бурыс ҡуйҙы:

– Әле беҙ яулаған ҡалҡыулыҡ – Совет Армияһының рухи ҡәлғәһе, ғорурлығы. Әгәр ҙә уны юғалтһаҡ, совет ғәскәрҙәре көнсығышҡа табан илле саҡрымға сигенде тигән һүҙ. Һуңынан юғалтҡан позицияларыбыҙҙы кире яулар өсөн күп ваҡыт һәм ҡорал көсө кәрәк буласаҡ. Беҙ ҡалҡыулыҡты кәмендә дүрт тәүлек үҙебеҙҙең ҡулда тоторға тейешлебеҙ. Өҫтәмә көстәр килгәнсе...

“Ир маҡтана, ҡорал эшләй” тигән кеүек, Гудериандың танкыларына ҡаршы тороуы еңел булмаясаҡ. Быны Иштуған яҡшы аңлай. Шул ваҡыт ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа комбаттарының алышта һәләк булыуы хаҡында мәғлүмәт яңғырап үтте. Бер аҙҙан элемтәселәр ҙә батальон буйлап эстафета итеп тапшырылған хәбәрҙең дөрөҫлөгөн раҫланы. Комбат Кузнецов һәләк булған. Бындай саҡта взвод командирҙары һалдаттарҙың рухын күтәреүҙе беренсе урынға ҡуя. Шулай итмәнеңме, паникаға бирелеүгә бер аҙым... Хәҙер-хәҙер штабтан яңы командирҙың тәғәйенләнеүе хаҡында хәбәр итергә тейештәр. Лейтенант Ҡотлоғәләмов әленән-әле элемтәселәргә мөрәжәғәт итеп, фарман көттө. Тик ниңәлер ул килмәне лә килмәне. Баҡтиһәң, телгә килгән дошман танкылары бригаданың элемтә үҙәген утҡа тотоп, хәрби подразделениеларҙы күҙ-ҡолаҡһыҙ, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ, үҙ-ара бәйләнешһеҙ ҡалдырған. Яңы элемтә сымдары һуҙып, штаб менән бәйләнеш булдырғансы хәтһеҙ ваҡыт талап ителә. Өлгөрә алырҙар микән, ни өсөн тигәндә, хәҙер-хәҙер фашист танкылары уларҙың өҫтөнә иҙеп менәсәк.

Бер аҙҙан шул да асыҡланды: бер нисә фашист танкыһы һәм пехотаһы ҡалҡыулыҡты уң яҡтан урап үтеп, штабтың үҙенә ҙур ғына зыян килтергән. Тимәк, яңы комбатты тиҙ генә тәғәйенләү мөмкин булмаясаҡ. Штаб – ул фронттың баш мейеһе, мейе зыян күрҙеме, барлыҡ организм тоя бының һөҙөмтәһен. Өҫтәүенә, штаб начальнигы Владимир Кострицондың батырҙарса һәләк булыуы хаҡында ла хәбәр килеп етте.

Баҡтиһәң, ҡанлы алыш барған һуғыш эсендә лә мөғжизәләр була икән. Аллаһы Тәғәләне инҡар иткән Совет иле һалдаттарына Ул үҙе ярҙамға килде. Күк менән ер тоташтымы ни! Һауанан ҡар ҡатыш ямғыр яуып ҡына ҡалманы, ә һыу ағымы йылғалай, шарлауыҡтан төшкән һыу таҫмаһылай ишелде. Ахырыһы, Хоҙай аңланы миктәгән яугирҙарҙың хәлен, уларға бер аҙға ғына булһа ла, хәл йыйырға, тын тартырға мөмкинлек бирҙе. Күктән ергә ағылған йылға фашист танкыларын да туҡталып ҡалырға мәжбүр итте. Ҡар сырымтаһы менән ҡушылған һыу ағымы танкыларҙың да ҡарау-күҙәтеү приборҙарын томалағайны. “Ҡарышлауыҡ”тар шып туҡтаны, уларҙың моторҙарының геүләп эшләүе генә ниндәйҙер ғиллә менән алғы позицияны биләгән лейтенант Ҡотлоғәләмовтың взводы һалдаттарының ҡолағына килеп яғылды. Артабан нимә булыр? Йылға ағымы яугирҙарға хатта тын алырға ла мөмкинлек бирмәй. Ҡайҙалыр барыу, ышыҡҡа инеп боҫоу хаҡында уйларлыҡ та түгел.

Кем белә, бәлки Хоҙай уларҙы ошолай итеп, әжәлдәрен ҡабул итер алдынан тәһәрәтләндерәлер. Йыуындыралыр. Сөнки уларҙың әжәле ҡотолғоһоҙ. Танкылар уларҙы тапап, иҙгеләп, ер менән тигеҙләп үтеп китәсәк. Һәләк булыусыларҙы бер кем дә йыуындырып, кәфенләп, йыназалар үткәреп, йыйыштырмаясаҡ. Ғәзиз һөйәктәре тап ошо ерҙә ятып ҡаласаҡ, серейәсәк. Тап шуның өсөн дә Хоҙай ошо ямғырын яуҙырып, һалдаттарға һуңғы хөрмәт күрһәтәлер. Ҡойма ямғыр һалдаттарҙың өҫкө һәм эске кейемдәрен үтәнән-үтә, лыҡма һыуланы. Кейемдәр кәүҙәләренә ҡуша йәбеште. Тын алыуға килгәндә, тере йән эйәһе бының да әмәлен уйлап тапты. Нимә генә тимә, тын алмайынса әҙәм балаһы бер минут та йәшәй алмай. Ике устарын ауыҙҙарына ҡыуышландырып терәп һауа яҫтығы барлыҡҡа килтерҙе һалдаттар. Шулай иткәндә бер аҙ тын алырға, тимәк, йәшәргә була.

Иштуған үҙе лә был хаҡта бик йыш уйланғаны бар. Атаһының армияға китер алдынан васыят һүҙе лә шул булды: “Иштуған улым, һәр көнөңдө һуңғыһы күреп йәшәргә кәрәк. Хоҙайҙың ҡасан үҙенә алып китерен бәндә белә алмай. Мөмкинселегең булһа, һәр ваҡыт тәһәрәтләнеп, ғөсөл ҡойоноп, эске кейемеңде аҡтан кейеп йөрөргә тырыш. Унда һине ҡәҙерләп йыйыштырыусы кеше булмаясаҡ...”

Фәрештәләй ап-аҡ йөҙлө әсәкәйе Нурия иһә улын һалдатҡа шундай һүҙҙәре менән оҙатты: “Атаң ҡошап анда айыу менән көрәшеп йөрөмә тағы. Аның кеүек дыуамал булма...”

1939 йылда армияға саҡырылды Иштуған. Уны һалдатҡа оҙатыусылар араһында һөйөп-һөйөлөп танһыҡтары ҡанмаған йән һөйгәне Әсмә лә бар ине. Әрмегә барып етеп бер аҙ хеҙмәт иткәс, уға улдары Альберт тыуыуы хаҡында хәбәр килеп етә. Ошо урында бер лаҡап хаҡында һөйләп, ҡайһы бер хәлдәргә аныҡлыҡ индереп китеү урынлы булыр. Йәнәһе, берәүҙең ире һуғышҡа киткәс, ҡатыны улдары тыуыуы, уға Альберт тип исем ҡушыуҙары хаҡында хат яҙа. Шул саҡ һуғыштағы ире: “Ҡаҡшатҡанһың икән, бында беҙ Альберттарҙы бөтөрә алмай йөрөйбөҙ”, – тип яуап хаты яҙып ебәргән, имеш. Яугир хатында Альберт исеменең герман тамырлы булыуына ишара яһаған икән. Бындай хәл, ысынлап та, булғанмылыр-юҡмылыр, әммә лаҡабы ҡалған. Ләкин Иштуғандың кәләше Әсмә тапҡан улына уның бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ. Сөнки Альберт һуғышҡа тиклем тыуған.

Иштуған буласаҡ кәләше менән Темәс педагогия училищеһында уҡығанда таныша. Училище Ырымбурҙан Темәскә күсерелгәндең тәүге уҡыу йылдары ине. Әсмә Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында тыуа. Әсәһе вафат булғандан һуң атаһы яңынан өйләнә. “Әсәй үгәй булһа, атай еҙнәйгә әүерелә”, тигәндәй, атаһы ҡыҙҙы Темәстә асылған балалар йортона алып килеп ҡалдыра. Приют ябылғас, ҡыҙ үгәй әсәһе хөкөмөнә ҡайтырға теләмәйенсә, Темәстә тороп ҡала. Тыуған яғында уны һағынып көтөп тә тормайҙар. Үҙен һыйындырыусы ғаилә лә табыла. Ғайсин Ниғмәт тигән кешелә. Шуларҙа йәшәп, Темәс педагогия училищеһында уҡый. Иштуған иһә ауылында ете класты тамамлағас, ауыл клубына китапханасы булып урынлаша. Унда бер йыл эшләгәндән һуң 1936 йылда педагогия училищеһына уҡырға инә.

Тап ошо мәлдә күршеләрендә генә йәшәгән һыу һөлөгөндәй оҙон, һығылмалы буйлы, ҡара сәсле, сос, өлгөр, етеҙ һылыуға күҙе төшә егеттең. Алсаҡ, дәртле, изге күңелле, бөтә нәмәгә лә иғтибарлы, кешеләргә ярҙамсыл, спортты үҙ иткән, йәштән ораторлыҡ һәләтенә эйә булған тәбәнәк буйлы, баҙыҡ кәүҙәле, дәрте-дарманы ташып торған егет ҡыҙҙың күңелен яуламай буламы инде? Улар ауылдаштарының күҙ-ҡашы араһында Темәстең Таһиры менән Зөһрәһенә әүерелә. Ауылда йәштәр араһында таралған “Таһир батыр, Зөһрә матур” тип башҡарылған йыр ҙа тап улар хаҡында булыр.

Тик егеттең атаһы Ишбулат ҡына яратҡан улына детдом балаһын алып биреүгә баштан уҡ ҡаршылыҡ белдерә. Ауыл буйлап өйҙән-өйгә, ауыҙҙан-ауыҙға, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа төрлө һүҙҙәр, фекерҙәр, юрауҙар тарала. Гүзәл буйлы сибәр ҡыҙға ситтән күҙ атыусы, һағалыусы егеттәр ҙә күренә башлай. Ҡайһы бер ауылдаштары ауыҙынан: “Әсмә менән Иштуған, Таһир менән Зөһрә кеүек, ҡауыша алмаҫтар микән?” – тигән һүҙҙәр ҙә Ишбулаттың йортона килеп етә.Темәс халҡының теленән төшмәй Әсмә менән Иштуған. Барыһы ла йәштәрҙең киләсәге өсөн борсола. “Улыма детдом балаһын алып бирмәйем” тигән Ишбулат та йомшара төшә.

Бер үк ваҡытта, бер үк ауылда ике Таһир менән Зөһрә булмай, тигәндәре хаҡтыр. Әсмә әхирәттәре менән ауыл янындағы Рапат итәгенә киске уйындарға сығып йырлаһа, уның зыңлап торған сағыу, моңло тауышы башҡа ҡыҙҙарҙыҡынан ҡырҡа айырылып торған. “Ана, Әсмә Иштуғанын юҡһына, бигерәк моңло бала. Иштуғандың атаһы Ишбулат нимә уйлайҙыр инде?”– тиҙәр ҡыҙҙың тауышын ишетеүселәр. Бындай уйындарҙа йөрәге һөйөүгә мөлдөрәмә тулы Иштуған да шымып йөрөмәй, әлбиттә. Егет ҡыҙға үҙенең хис-тойғоларын ғәйрәтле “Урал” йырын башҡарып, һыңҡылдата баҫып бейеп еткерергә тырыша. Уның бындай ынтылышын ҡыҙ ҙа зирәк күңеле менән тоймай ҡалмай.

Алдына алғанын ҡуймай Иштуған. Бар донъяны һоҡландырып ике йәш йөрәктә тыуған сафтан-саф, пактан-пак һөйөүгә кем ҡаршы тора алһын инде? Был осраҡта хатта айыуҙы көрәшеп еңгән атаһы Ишбулат та көсһөҙ. Ошо урында саҡ ҡына алғараҡ китеп, шундай мәғлүмәтте лә еткерәйек:“детдом балаһы” ҡайныһын 10 йыл буйына, ҡәйнәһен 35 йыл буйына (шуның 27 йылында ҡәйнәһе тома һуҡыр була) 1973 йылға тиклем ҡарап, ҡулдарына йылы һыу ҡойоп тәрбиәләп сауабын аласаҡ әле. Үҙе лә 5 бала табып, уларҙы үҫтереп, “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ буласаҡ.

Былар барыһы ла алда әле. Әлегә Әсмә менән Иштуған 1938 йылдың йәйендә шаулатып туй үткәрә. Уларҙың ҡауышыуын “Таһир менән Зөһрә” ҡиссаһының яңы варианты тип тә атарға булалыр. Ғәҙәттә, бындай осраҡта: “Бер-береһен өҙөлөп һөйөүсе ғашиҡтар ҡауышалар, уларҙың балалары тыуа, бәхетле ғүмер кисерәләр һәм икеһе бер үк көндө баҡыйлыҡҡа күсәләр”, – тигән әкиәт-ҡиссалар һөйләнеүсән. Боронғоларҙың “Бәхетле парҙар һәр ваҡыт, ике донъяла ла бергә булалар” тигәндәре лә дөрөҫтөр. Тағы ла алғараҡ китеп, шул хаҡта әйтеп үтәйек: улар, ысынлап та, 53 йыл бергә балҡып, барса халыҡты һоҡландырып йәшәп, икеһе бер көндө, Иштуған – 73, Әсмә 70 йәшендә баҡый донъяға күсәләр.

1991 йылдың эҫе йәйендә була был хәл. Иренең китеп барыуы хаҡында түшәктә ятҡан Әсмәгә еткерәләр. Әсмә йән һөйгәнен күрергә теләп, ятҡан түшәгенән торорға ынтыла. Әммә тороу ғына түгел, сеңләп илар хәле булмаһа ла, күҙҙәренән ике-өс бөртөк кенә йәше һытылып сыға. Ошонан һуң дүрт сәғәт үтеүгә ул да һөйөклө ире артынан ҡалмай... Шунан алда Иштуғаны, ауыл буйлап йөрөгәндә, бер нисә кешегә шундай хәбәр ҙә еткерә: “Әсмәгә файматтан һалдырып әйттем әле: штубы минән алда теге донъяға китеп барма, иң тәүлә үҙем атлайым, тип...”

Хоҙай уның әйткәнен ишеткән, күрәһең, ысынлап та, ир аталғаны баҡыйлыҡ ҡапҡаһын алда атлап үтә. Уның артынан һөйөклөһө Әсмә лә ҡалышмай. Нәҡ тә үҙҙәренең ауылындағы, ғөмүмән, башҡорт донъяһындағы яҙылмаған ҡанунға тоғро ҡала улар. Йәғни ир кеше, ғаилә башлығы, һәр ваҡыт алдан йөрөргә, уның артынан ике-өс аҙым ҡалып ҡатыны: “Бабай, шәп атлама, тороп тор”, тип тыр-тыр эйәрергә тейешле.

144-тең береһе


Совет һалдатына, бигерәк тә, офицерға дини хөрәфәт буйынса йәшәү ситен. Тик күңелдәгеһе күренәме ни инде? Коммунист булараҡ, дини йола ят тойолһа ла, һуғыш яланында сирҡаныс алғанда ул, доғалар уҡырға белмәһә лә, күңеленән генә Хоҙайҙың барлығын иҫенә төшөрөп, тәһәрәтләнеп, эске кейемдәрен йыуып кейеп, үлеменә әҙерләнгәйне. Ҡапылғарай вафат булып ҡуйһа, үҙен ҡәҙерләп күмеүсе булмаһа, тип кәфенләнгәйне. Белоруссияның ҡала-ауылдарҙан ситтә ятҡан һаҙлыҡлы бер урыны ине. Унда Иштуған һымаҡ уҡ тәүге тапҡыр яуға инеүселәр бихисап булды.

Яңы формалашҡан 16-cы механизацияланған бригаданың беренсе хәрби операцияһы. Иштуған һәм башҡа бик күптәр ошонда тәүге тапҡыр алышты. Байтағы ятып ҡалды. Күптәрен һаҙлыҡ упты. Йотто. Үлем Иштуғанды урап үтте. Артабанғы яуҙарҙың һәр береһенә ул үлеменә ошо рәүешле әҙерләнеп инде. Шуғамылыр, әллә башҡа ғилләнәнме, әжәл уға ҡағылманы. Ҡағылмау ғына түгел, хатта тырнағының осо менән генә булһа ла, тейеп тә үтмәне. Ошонан һуң Хоҙайҙың барлығына ышанмай ҡара!

Иҫән ҡалыуының серен фронтташ дуҫтары менән бүлешергә итте лә кире уйланы. Берҙән, дөрөҫ аңламауҙары, уны ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләүҙәре бар. Икенсенән, яуҙаштарының береһе командованиеға уның инаныуҙары хаҡында еткерә ҡалһа, уны Ишбулаттың улы тип ҡарап тормаясаҡтар. Был хаҡта ул хатта ауылдағы туғандарына, ата-әсәһенә, кәләше Әсмәгә лә яҙа алмаясаҡ. Донъяла бөтөнләй һөйләргә ярамаған хәбәрҙәр, тик үҙең менән ҡәбергә алып китерлек аңлауҙар, күңелеңдә генә һаҡланған хәҡиҡәттәр була шул. Үкенескәме, бәхеткә күрәме. Сөнки эс серҙәреңде ҡағыҙға ышанып яҙырға мөмкин осраҡта ла, хат ташыусыларҙың да төрлөһө була. Һуңғы ваҡытта фронттың ғәҙәттән тыш бүлеге лә армиялағы мосолман фамилиялы офицерҙар тирәһендә ныҡ соҡсона, уларҙың тырнағы аҫтынан кер эҙләргә кереште особистар.

Бары тик һуғыш уттары тынып, тыуған яғына ҡайтып, олоғайған көнөндә генә сере һыйған ейәне Байрасҡа ғына әйтәсәк әле ул был хаҡта. Уныһында ла: “Олатай, һин һуғышта булһаң да, нисек иҫән ҡалдың ул? Бер ерең дә яраланмаған бит”, – тип ҡапылғарай биргән сәйер һорауын ҡәнәғәтләндерер, ейәнен тынысландырыр өсөн генә һөйләйәсәк.

Иштуған Ҡотлоғәләмовты офицер булараҡ, әлеге мәлдә икенсе бер нәмә борсой. Хәҙер-хәҙер ямғыр ҙа туҡтаясаҡ та, ер менән күкте тоташтырған һыу ҡорғандары шарран асыласаҡ. Асыласаҡ та, Хоҙайҙан иғлан ителгән тәнәфес ваҡыты үтәсәк. Танкылар хәрәкәткә килер. Уларҙың көбәктәренән атылған снаряд шартлауы уларҙы киренән ҡотолғоһоҙ, бер ҡайҙа ла ҡасып китеп булмаҫлыҡ ысынбарлыҡҡа алып ҡайтасаҡ.

Хәҙер инде ямғырҙан тамам батҡаҡҡа әүерелгән ерҙән йүгереп ҡасырлыҡ та түгел. Взводында иҫән ҡалған яугирҙары әҙәм танығыһыҙ сүрәткә инеп бысранып бөткән. Үҙҙәрен хәс тә батҡаҡлы балсыҡта аунап уйнаған малай-шалай тиерһең. Үҙе лә ситкә бер-ике аҙым яһауы булды, тайып китте, түше менән барып төштө. Петлицаларындағы хәрби званиеһын айырыусы билдәләре батҡаҡҡа буялды.

Бөйөк Ватан һуғышында барлығы 144 яугир 4 тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.

Шул саҡта Иштуғандың мейеһенә йәшен тиҙлегендә уй килеп төштө. Уйы уны йәһәт кенә аяғына баҫтырҙы. Ул һикереп торған ыңғайы балсыҡлы ҡулы менән битен һыпырып ҡуйҙы. Шундуҡ тарбағай ҡайындың күләгәһендә соҡорҙа байтаҡ ҡына йыйылған һыу өҫтөнә баҡты. Тәбиғи көҙгөлә үҙен күреү ине ниәте. Баҡты ла, көлөп үк ебәрҙе. Дөрөҫөрәге, үҙен-үҙе таныманы. Ниәтенән йылмайып уҡ ҡуйҙы. Хәс тә уйынсыҡ тапҡан бала кеүек ҡыланды.

Ысынлап та, уның бит шундай мөмкинлеге бар. Улай ғына ла түгел, ил алдында, совет офицеры булараҡ биргән анты бар. Кем белә, бәлки, уйлағанын бойомға ашырһа, взводындағы, бригадалағы күптәр иҫән ҡалыр. Бәлки, дошман танкыларын да күпмелер ваҡытҡа туҡтата, ярҙам килеп еткәнсе ҡалҡыулыҡты тота алырҙар. Фронт штабы киренән аяҡҡа баҫып, бәйләнештәр урынлаштырылғансы, һәләк булыусы командирҙар урынына яңылары билдәләнгәнсе күпмелер ваҡыт арауығын кемдер биләргә тейеш бит. Ул урындың буш тороуы бригаданың аҡтыҡ көстәрен тулыһынса юғалтыуға алып киләсәк. Ямғыр туҡтағас та һуң буласаҡ...

Йәшәү менән үлем арауығы...

Фанилыҡ менән баҡыйлыҡ сиге...

Ямғырҙың тымғанын көтөп тора башлаһаң, күпкә һуңлауың да бар. Фашистар һауанан ағылған йылға ағымын үҙенең файҙаһына ла бороуҙары бар. Нимә генә тимә, танк көбәктәренән осҡан снарядтар өсөн ямғыр ҡамасау була алмай. Әлегә фашистар тоҫмал менән атырға теләмәйенсә, ямғырҙың туҡтауын, көндөң асылғанын көтә. Моғайын, фашистар ямғыр яуыуын файҙаланып ял итәлер. Бәлки, үҙҙәренең культура режимына таянып, аламағайрам* йолаһын атҡаралыр.

Шулай ҙа әлегә ямғыр уларҙың файҙаһына. Тәүлектәр һуҙымында алышыуҙан һуң иң ҙур өлөшө ҡыйралған бригаданың әлеге хәле ташҡа үлсәйемдер. Һәр хәлдә, Иштуған бригаданың әлеге хәлен шулай баһалай. Хәҙер ямғыр туҡтаһын да, фашист танкылары хәрәкәткә килһен, ти. Тырам-тырағай, бер-береһенең араһында һис бер бәйләнеш булмаған, фронт штабынан һәр йәһәттән айырылған, хәлһеҙләнгән, һалдаттары ас подразделениеларҙы улар тапап-иҙеп үтеп китәсәк. Уларҙың танкыларға ҡаршы тороп маташыуы себендең филгә йоҙроҡ болғауына тиң буласаҡ. Әлегә уларҙы был һәләкәттән ямғыр ғына ҡотҡарып тора.

Иштуған әленән-әле ярҙамсыһын тегендә-бында йүгертте. Күрше подразделениеларҙың хәлен белеште. Улар ҙа ҡайҙандыр, нимәнәндер, кемдәндер, күктәнмелер мөғжизә көтә. Фронт штабынан һис бер хәбәр юҡ. Иң мөһиме – тарҡау подразделениеларҙы бер йоҙроҡҡа тупларлыҡ фарман да, ул фарманды бирер кеше лә күренмәй. Бригада күрәләтә әжәленә әҙерләнә кеүек. Рациялар өнһөҙ.

Шуны ғына көткәндәй һалдаттар араһында үҙ-ара бышылдашыуҙар, өмөтһөҙлөккә бирелеү ауаздары ишетелеп ҡала. Кемдер Хоҙайға, кемдер туғандарына ялбара. Был тауыштар лейтенант Ҡотлоғәләмовты сығырынан сығара. Уның тауышы бик ҡәтғи яңғырай:

– Разговорчики!

Биш-ун минут үтеүгә барыһы ла һуң булыуы бар. Ул сағында ошо секундҡа, ошо мәлгә мәңгелеккә ҡайтып булмаясаҡ. Бер секунд эсендә Иштуғандың күҙе алдынан барлыҡ туғандары, ата-әсәһе, ҡатыны, әле бер тапҡыр ҙа күрмәгән улы, тыуып-үҫкән яғының тауҙары, урмандары, хәтфә туғайҙары, йәмле Һаҡмар һыуы, Ирәндек тауҙары, күккә ашҡан болоттар йүгереп үтте. Һуң ул ошо ниәтен бойомға ашырмаһа, шул аҙымға бармаһа, бер ҡасан да йәндәй күргән кешеләрен, тыуған яғын күрә алмаясаҡ. Үҙе лә ошо ҡалҡыулыҡта ятып ҡаласаҡ.

Йә үләбеҙ, йә тере ҡалабыҙ. Икеһенең береһе!

Лейтенант кисекмәҫтән уйлағанын бойомға ашырырға булды. Фашист танкыларынан яуған снарядтарҙан да ҡурҡынысыраҡ ине уның ҡорған ниәте. Әллә күпме подразделениенан, меңәрләгән һалдаттарҙан, хәрби техниканан, әллә күпме генералдарҙан торған бригада өсөн яуаплылыҡты бер үҙе иңенә алырға ҡарар итте айыуҙы еңгән Ишбулаттың улы Иштуған.

Моғайын, теге саҡта ауылда айыуға ҡаршы көрәшергә сыҡҡан атаһы ла яурынында шундай уҡ яуаплылыҡ йөгөн тойғандыр. Бәлки, шуғалыр ҙа үтә лә таныш был тойғо Иштуғанға. Ҡанында ата-олаталарының яугирлыҡ шойҡаны уянып китте. Алдына алғанын ҡуймай торған ғәҙәте уға самаһыҙ көс өҫтәй, илһамландыра. Плащ-бөркәнсеген ябынды ла, иҫән ҡалған взвод һалдаттарын тиҙ генә янына йыйып алды. Яугирҙарын һәр береһен күҙ ҡарашы менән барлап сыҡҡас:

– Бөркөттәрем! Беҙ хәл иткес ваҡиға алдында торабыҙ. Үҙебеҙҙең генә түгел, тыуған илебеҙҙең яҙмышы тап ошо минутта хәл ителә. Ошо минуттан беҙҙең взвод ғәҙәти булмаған хәрби режимға күсә. Ошо минуттан мин һеҙҙең взвод командиры лейтенант Ҡотлоғәләмов түгел, ә Фронттың хәрби совет ағзаһы. Был – хәрби советтың ҡарары. Штаб менән бәйләнеш булдырылғанға тиклем минең кем икәнлекте тик үҙегеҙ белергә тейешһегеҙ. Килеп тыуған хәл шуны талап итә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, фашист танкылары оборона сиген йырып, тылға үтеп инде һәм фронт штабына ҙур зыян килтерҙе. Штаб начальнигы Владимир Кострицон вафат булды. Фронт менән мин ошо окоптан етәкселек итәм! Хәҙер барығыҙ ҙа башҡа подразделениеларға йүгерегеҙ. Уларҙың командирҙарын, әгәр ҙә һәләк булһалар, уларҙың ярҙамсыларын минең янға саҡырығыҙ!

Биш минут эсендә йыйылды офицерҙар. Тәҡәтһеҙ яуын аҫтында, асыҡ һауала үткән тәүге ашығыс кәңәшмәгә 36 офицер килде. Барыһы ла плащ-бөркәнсектә, “Фронттың хәрби совет ағзаһы” лейтенант Ҡотлоғәләмов телмәрен ҡыҫҡа тотто, фармандары аныҡ һәм ҡоро яңғыраны:

– Мине бында Фронттың хәрби советы ебәрҙе. Бригада менән идара итеүҙе миңә тапшырҙы совет. Килеп тыуған хәлде үҙегеҙ белеп тораһығыҙ. Беҙгә тырам-тырағай тарҡалған, ҙур өлөшө ҡыйратылған подразделениеларҙың ҡалған яугирҙарын, хәрби техниканы бер йоҙроҡҡа туплап, фашист танкыларына ҡаршы тороу бурысы йөкмәтелә. Айырылғанды айыу ашар. Фашист был ерҙән үтергә тейеш түгел. Һәр ҡайһығыҙ взводығыҙҙың номерын, расчетығыҙҙа күпме һалдат, күпме пушка, күпме боеприпас, күпме миномет ҡалғанын әйтеп сығығыҙ...

Бер-бер артлы рапорттар яңғыраны:

– автоматсылар ротаһы, тулы булмаған ике взвод, 67 һалдат, 40 автомат, 25 граната, ике йәшник патрон...

– ПТР ротаһы, ике взвод һалдат, танкҡа ҡаршы өс миномет, 4 йәшник снаряд...

– разведка ротаһы, бер отделение, 10 автомат, 17 граната, 2 рация, бер йәшник патрон...

– техник тәьминәт ротаһы, бер взвод һалдат, 30 автомат, өс мискә яғыулыҡ-майлау материалы...

– зенит-пулемет ротаһы, бер взвод, ике зенитка, 7 зенит ҡоролмаһы, өс йәшник снаряд...

– инженер-мина ротаһы, бер взвод һалдат, 10 комплект танкҡа ҡаршы мина, 3 инженер ҡоролмаһы...

– миномет взводы, ике отделение һалдат, өс миномет, 4 йәшник снаряд...

– медик-санитар взводы, бер отделение һалдат, ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн 10 палатка, әлеге ваҡытта взвод көсөргәнешле режимда эшләй, яралыларҙың һаны мең һалдаттан ашыу, медикаменттар етешмәй...

– автомобиль ротаһы, бер отделение һалдат, ике хәрби машина, машиналарҙың иң ҙур өлөшө эштән сыҡты...

– артиллерия ротаһы, ике взвод һалдат, өс орудие, боеприпастар етерлек...

Ямғыр аҫтында “хәрби совет ағзаһы” үткәргән асыҡ һауалағы ашығыс кәңәшмәгә танк полкы командиры подполковник Нестеренко ла килгәйне. Иштуғандың уның менән хәрби кәңәшмәләрҙә осрашҡаны, һөйләшкәне бар. Әммә туҡтауһыҙ ҡойған ямғыр, етмәһә, “хәрби совет ағзаһы”ның плащ-бөркәнсек аҫтында булыуы полковникҡа Иштуғанды танырға ҡамасауланы. Подполковник та уның алдында рапорт бирҙе:

– Танк полкында ни бары ике танк экипажы менән тороп ҡалды, әлеге мәлдә тағы ла ике танкты ашығыс ремонтлау бара, снарядтар юҡ кимәлендә, танкистар алышта эшлектән сыҡҡан танкыларҙан атылмай ҡалған снарядтарҙы эҙләү өҫтөндә, 15 минуттан барлығы 4 танк экипажы менән алышырға әҙер...

Подразделениелар өсөн яуаплылар рапорт биреп бөткәс, “хәрби совет ағзаһы” уларға шундай фарман еткерҙе:

– Бригаданан ҡалған барлыҡ көстәрҙе, техниканы алғы һыҙыҡҡа тупларға, элемтәселәр бәйләнеш өсөн яңы сым һуҙырға, дошманды ҡаршыларға әҙерләнергә, һәләк булған командирҙарҙы уларҙың урынбаҫарҙары йә булмаһа хәрби дәрәжә буйынса иң юғарыһы булған офицер алмаштыра, танк полкының имен ҡалған танкылары ҡалҡыулыҡты уң һәм һул яҡтан һаҡлай. Имен ҡалған барлыҡ машиналар хәҙер үк фронт штабы урынлашҡан ерҙәге боеприпастар базаһына юлланһын. Унда булған барлыҡ ҡоралды, боеприпасты бында алып килергә. Яралыларға ашығыс ярҙам күрһәтергә...

Бригаданың иҫән ҡалған өлөшөн иң алғы һыҙыҡҡа тиклем күсереүҙең әлегә лейтенант Ҡотлоғәләмов үҙе генә белгән сере лә бар ине. Фашист танкылары үҙҙәре биләгән позициянан тороп уларға нисек кенә итеп ут асмаһын, снарядтары өҫтәренән осоп үтеп, артҡы позицияға ғына барып төшәсәк. Ә инде улар ҡалҡыулыҡҡа үрмәләй башлаһа, бригаданың танкҡа ҡаршы техникаһы оҙаҡ ваҡыт уларҙы тауға мендермәҫлек көскә эйә.

Иң яҡшы һаҡланыу ысулы – ул һөжүм. Ҡайһы ваҡыт кем алдан һөжүм итеп өлгөрә, шул еңеүсе. Ямғыр саҡ ҡына тымып торған арала бригаданың имен ҡалған орудиелары телгә килде. Саҡ ҡына иртәрәк ҡыуанған икән Иштуған. Танкҡа ҡаршы ата торған орудиелар бер-бер артлы туғыҙар снаряд осороп, бер танкыны ла ҡыйрата алманы. Орудиелар 1200 метрға тиклем ата, ә фашист танкылары 600 метрҙа ғына тора. Шул саҡ орудие командиры Анаклычев:

– Иптәш хәрби совет ағзаһы, миңә үҙемдең тура ата торған пушкамды сығарырға рөхсәт итегеҙ!

– Рөхсәт, сығар!

Күп тә үтмәҫтән пушка дымпылдатып атырға ла тотондо. Уң флангынан ынтылған 5 танкыны 5 снаряд менән яндырып өлгөрҙө Анаклычев. 6-сы снаряды ҡасырға ынтылған 6-сы танкыны ла хәрәкәтһеҙ ҡалдырҙы. Һуғышта бер кешенең дөйөм ғәскәр өсөн ниндәй батырлыҡ эшләй алыуы хаҡында һөйләй ине орудие командирының тәүәккәллеге. Уның ҡаһарманлыҡ өлгөһө өмөтһөҙлөккә бирелеп өлгөргән яугирҙарҙың рухын күтәрҙе. Бригадала дөйөм хәрәкәт, рухи күтәренкелек хәрәкәте барлыҡҡа килде. Бер юлы 6 танкыһын юғалтҡан фашистарҙың совет һалдаттарын еңел генә тапап-иҙеп үтеп китергә тигән ниәте бойомға ашманы.

Германия армияһы генерал-полковнигы, бронетанк ғәскәрҙәренең генерал-инспекторы, “Тиҙ йөрөүсе Гейнц”, “Гейнц-ҡойон” тигән данлыҡлы ҡушамат йөрөткән Гейнц Вильгельм Гудериандың иң яҡшыһы тип табылған “Юлбарыҫ”тары төлкө ише ҡойроҡтарын һыртҡа һалды. Әммә бригада яугирҙары бер нәмәне яҡшы аңлай: был хәл әле еңдек, тигәнде аңлатмай. Күрер ҙә торорҙар, ҡойроғон һыртҡа һалған танкылар хәҙер инде мәкергә ҡоролған һөжүменә әҙерләнә. Танкыларҙың сигенгәнен белгән орудиелар хәҙер инде үҙҙәре тура тоҫмал менән гөмпөлдәтә башланы. Биноклдән күҙен алмаған хәрби совет ағзаһы артиллерия ротаһына үҙенең фарманын еткерҙе:

– Тоҫмал менән атыуҙы туҡтатырға, снарядтарҙы сарыф итергә юл ҡуймаҫҡа! Разведчиктар, тиҙ генә дошман позицияларының координаталарын билдәләгеҙ ҙә мәғлүмәттәрҙе артиллерия ротаһына еткерегеҙ...

Ял итеү форсаты килеп тейгәс, ер аҫтынан ҡалҡҡандай, ҡулдарына тәмле еҫ борҡоп торған кәстрүлдәр тотоп старшиналар килеп сыҡты. Уларҙың араһынан береһе Иштуғанға өндәште:

– Иптәш хәрби совет ағзаһы, уңышлы һөжүмдән һуң һалдаттарға йөҙәр грамм ҡойоп бирергә рөхсәт итегеҙ? Тәүлектән ашыу тәғәм ризыҡ ҡапҡандары юҡ, ҡапҡылап та алырҙар...

– Рөхсәт кенә түгел, уларҙың һәр береһенә – мотлаҡ. Гудериандың данлыҡлы танкыларынан ана нисек итеп талҡан яһаны Анаклычев. Уға ике норма “нарком” һалһағыҙ ҙа була...

– Есть, Анаклычевҡа ике норма һалырға...

Тиҙ арала һалдаттарға йылы аш таратылды, “нарком” өлөшө лә ҡойоп бирелде. Оҙон-оҙаҡ туйынып ултырырға түгел. Тамаҡ ҡына ялғарға. Уғаса булмай дошман хәҙер тағы ла уларға яҫҡынып киләсәк. Ҡайын төпһәһенә ултырып, котелогынан бутҡа ашап ултырған лейтенант Ҡотлоғәләмов янына күрше ротаның взвод командиры урынбаҫары өлкән сержант Михайлов менән шул уҡ рота старшинаһы Назаренко килеп баҫты. Уларҙы Иштуған командирҙарынан үҙенә ваҡытлыса ярҙамсы итеп һорап алғайны. Улар тәүҙә бер аҙ өндәшмәй йылмайып взвод командирының әүҡәтләнеүен көтөп баҫып торҙо. Тынлыҡты тамағын ҡыра-ҡыра старшина боҙҙо.

– Иптәш хәрби совет ағзаһы... – Назаренко уның үҙенә диҡҡәтен йүнәлтеүен көттө, Иштуған уға боролдо. – Иптәш лейтенант? Ҡотло... Ҡотлоғәләмов?

Иштуған уға тауышланмаҫҡа, өндәшмәҫкә ҡушып ирендәренә һуҡ бармағын терәне. Прапорщик менән өлкән сержантҡа үҙенә яҡыныраҡ килергә ымланы. Тегеләр үҙенә эйелгәс, тик үҙҙәре генә ишетелерлек хәбәр сурытты.

– Бригада штабына фашист танкылары, автоматсылары һөжүм итеп, ҙур зыян килтергәнен беләһегеҙ. Әлеге мәлдә бригаданың личный составы менән штаб араһында бәйләнеш өҙөлдө. Штаб менән яңынан бәйләнеш булдырғансы ике-өс көн үтәсәк. Дөрөҫөрәге, беҙ ҡамауҙа тороп ҡалдыҡ. Әммә беҙҙең тылға фашистарҙың ҙур булмаған өлөшө үтеп өлгөрҙө. Иң ҙур көстәре – беҙҙең алда. Улар беҙ биләгән ҡалҡыулыҡты алмайынса тороп, беҙҙең тылға үтә алмаясаҡ. Штаб начальнигы Владимир Кострицондың һәләк булғанын да беләһегеҙ. Килеп тыуған хәлде күҙ уңында тотоп, бөтөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алдым. Һөҙөмтәһе өсөн дә үҙем яуап бирәсәкмен. Әгәр ҙә һуңынан һорашһалар, һеҙ мине күрмәнегеҙ ҙә, белмәнегеҙ ҙә. Ишетһен ҡолағығыҙ. Өлкән сержант Михайлов, үҙебеҙҙең взводта мине танып өлгөрөүселәр булһа, ауыҙҙарын яп. Белеп ҡалһалар, паника башланыуы бар. – Иштуған ҡулы менән ҡалҡыулыҡ һыртындағы блиндажға ымланы. – Мин һәр ваҡыт шул блиндажда ултырырмын, ә һеҙ икегеҙ минең биргән командаларҙы подразделениеларға еткереп торорһоғоҙ. Сым аша бәйләнеш ялғанғас, рация янында ултырырһығыҙ. Мин һеҙгә ышанам. Аңланығыҙмы?

Прапорщик Назаренко менән өлкән сержант Михайлов килеп тыуған хәлдең мөһимлеген, взвод командиры лейтенант Ҡотлоғәләмовтың ниндәйен тәүәккәл аҙымға барғанлығын шундуҡ аңланы.

– Так точно, барыһы ла аңлашылды, иптәш хәрби совет ағзаһы. Беҙгә ниндәй бойороҡтарығыҙ булыр?

– Тиҙ генә подразделениеларҙы йөрөп сығып, уларҙың яуға әҙерлеген тикшереп сығығыҙ. Ун минуттан миңә докладывать итегеҙ!

– Есть...

Шуны ғына көткәндәй, ямғыр бер аҙ баҫылғандай булды. Иштуған күҙәтеү пунктына – блиндажға ашыҡты. Ауырайтып та торған һымаҡ. Эх, бер аҙ ятып алғанда инде...

Ятып алыу ғәҙәте


Ғәҙәт ҡылыҡтың ҡустыһы…

Сир, ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй...

Ғәҙәт һуңғы сиктә холоҡҡа әүерелә...

Холҡоң ниндәй булһа, яҙмышың да шундай...

Кем уйлаған, башҡалар күҙлегенән ситен булып тойолған бер ғәҙәте уны әжәленән аралап алып ҡалыр тип...

Ашағандан һуң бер аҙ ятып алырға ярата Иштуған. Был ғәҙәте бала сағынан килә. Бигерәк тә бесән мәлендә төшкө, киске ашты ашағандан һуң ҡыуышҡа инеп, аяғын һуҙыуҙы ғәҙәт итеп алды. Был ваҡытта усаҡ янында атаһы һәр саҡ тиерлек салғы сүкей. Темәстәрсә әйткәндә, “тапап ала”. Атаһының тигеҙ көйгә таҡылдауы Иштуған өсөн ваҡыт ағышын һанаған сәғәт телеләй тойола. Гүйә, был саҡта ошо текелдәү туҡталһа, донъя ағышы ла ҡатып ҡалғандай була.

Ниңәлер, егет атаһының мәңге шулай салғы сүкеүен теләй. Ҡыҙыл армияға алынып, хеҙмәт итер урынға йүнәлгәндә, һуңынан хәрби эшелонға ултырып көнбайышҡа, фронтҡа табан барғанда салғы сүкеү тауышын поезд рельстары туҡылдауы ҡабатланы төҫлө. Тәүге сирҡаныс алып, фашистар менән утлы яуға ингәс ваҡыт ағышын совет һалдаттарының, немецтарҙың туҡтауһыҙ орудиеларҙан, пушкаларҙан атыу тауыштары – канонада һанарға тотондо. Совет һалдаттары биләгән позицияларға, нәҡ улар ултырған окоптар, блиндаждар өҫтөнә снарядтар, миналар төшөп ярылғанда Иштуған күкрәгендә һуҡҡан йөрәк тауышын ишетте һәм бер хәҡиҡәтте аңланы булһа кәрәк: салғы сүкегәндә, рельстар туҡылдағанда, снарядтар яуғанда барлыҡҡа килгән бер-бер артлы ҡабатланған тауыштар, баҡтиһәң, уның йөрәк тибешенә көйләнгән ваҡыт ағышы ғына икән дә. Улар ни бары Иштуғандың йөрәк тибешен бермә-бер ҡабатларға тырышҡан ритмлы ауаздар ғына икән. Әгәр ҙә уның йөрәге тибеүҙән туҡтаһа, үҙе өсөн был тауыштарҙың бер ниндәй ҙә әһәмиәте ҡалмаясаҡ, уларҙы бер ваҡытта ла ишетмәйәсәк тә, белмәйәсәк тә.

Ваҡыт үҙ көйөнә көйләнеп аға, урман эсе төрлө ҡоштар тауышына, сиңерткәләр сырылдағына күмелгән, ара-тирә ләүкелдәп усаҡ янғаны, сәүкелдәп эт өргән тауышы ишетелеп ҡала. Был ваҡытта инде тамағы туйыуынан ләззәтләнгән егет күҙҙәрен асалы-йомалы итеп рәхәтләнеп ята бирә. Иштуғанға ошо рәүешле йән рәхәте кисергәндә кемдеңдер мыштырҙап йөрөп нимәлер эшләп йөрөгәне оҡшай. Хәс тә кемдер уның арҡаһына, елкәләренә массаж яһаған кеүек. Эх, ошондай миҙгелдәр мәңгегә һуҙылһа ине лә бит. Булмай шул, сөнки тормош дауам итә.

Бына атаһы салғыларын сүкеп бөттө лә, ҡыуыш эсенә инеп, нимәнелер ҡыштырҙап йөрөп эҙләне. Ҡыуыш бесәне араһында сысҡан йөрөп ятамы ни. Оҙаҡ маташты атаһы. Бына ул эҙләгәнен тапты булһа кәрәк, туҡталып ҡалды. Шунан тик үҙенә генә хас атайҙарса мөғәмәлә менән улының яурындарынан тотоп һелкетте. Уның был ишараһы шуны аңлата: “Етте, улым, ятма улай һуйҙайып, киттек сабырға...”

Бындай ғәҙәте өсөн ул өлкәндәрҙән, бигерәк тә атаһынан, темәстәрсә әйткәндә, арҙанғаны ла (әрләнгәне) булды. “Шул да булдымы ғәҙәт, ашағандан һуң, киреһенсә, хәрәкәт талап ителә түгелме ни? Нейткән ғәҙәтең? Белгең килһә, аттар аяғөҫтө тороп юшай. Һыйыр ғына ятып көйшәй. Күпмегә дауам итер был ғәҙәтең, кит, атолатаң улайтмағанды...”

Был ғәҙәте Иштуғандың холҡоноң нәҡ киреһен иҫбатлағаны ғына аңлашылмайҙыр атаһына. Өтәлән, дәүкәр, дыуамал да булған, күңеленә тыныслыҡ тапмаған һәм башҡаларға ла тынғылыҡ бирмәгән улы ашағандан һуң бөтөнләй икенсе кешегә әүерелә.

“Ас кешенең асыуы яман” тигәндәй, Иштуған туҡтауһыҙ хәрәкәттә булһын, тынғыһыҙлығына ярашлы ғәмәлдәр башҡарһын, тиһәң, уны һәр ваҡыт ас тоторға кәрәкме икән?

Бына атаһы ҡыуыштан сыҡты. Бына ул усаҡ янына ҡуйылған түмәр өҫтөндә салғыһына яңы шына юнып ҡаҡты ла, алпан-толпан атлап, бесән сапҡан ергә китте. Атаһының атлауы менән башҡа бер кемдекен дә бутарлыҡ түгел. Үксәләренә ныҡлы баҫып, ерҙе тойоп, үҙен уның хужаһы итеп тойоп атлай уның атаһы. Аяҡ кейеменең үксәләре тиҙ туҙыуының сәбәптәре лә шунандыр. Иштуған атаһынан буйға тәпәшерәк, уның ҡарауы, төптән йыуан сыҡҡан. Сымыры. Олпатлыҡҡа атаһынан күпкә ҡалышһа ла, башҡаларҙы нимәгәлер ышандырыу һәләте буйынса атаһы унан күпкә ҡалыша.

Хәҙер инде ҡыуыш алдында мыштырҙау сираты Иштуғанға етте. Ул ятҡан еренән шыуышып ҡыуыштан сыға. Аяғына баҫа. Рәхәтләнеп кирелеп ала. Ҡыуыш артында сылтыраған шишмәгә төшөп бит-ҡулын сайҡай. Күлдәген сисеп ташлай, бил тиңелтем йыуынып ала. Шишмәнең быуындарына үтер һалҡын һыуы тәненә тейгәндә үҙен утлы ҡуҙға баҫҡандай тоя. Бар тәне буйлап, һәр күҙәнәгенә тиклем ҡан йүгерә. Яңы ғына йоҡоһонан арына алмаған егетте алмаштырып ҡуйҙылармы ни! Арыуҙары онотолоп, тән, аяҡ, ҡул мускулдарына көс, ҡарыу ҡайта. Хәҙер үҙенә берәй күбәне һөйрәргә ҡушһындар, күбәгә аттай егелеп дыһырлатып һөйрәп алып китәсәк. Туйғансы һыу эсә. Күлдәген кейгәс, кире ҡыуыш янына килә. Салғыһын сүкеп ҡайынға элеп киткән атаһы. Бәй, шул ике арала атаһы Иштуғандың салғыһының һабын да алмаштырып өлгөргән. Оҙаҡ мыштырҙаны шул. Һуңғы арала салғы бөғәзеһе устарын өйкәп, “ашай” башлағайны шул. Был хәлде нисек белгән дә, ҡайҙан күргәндер атаһы? Салғы ашлау буйынса атаһының тиңе булмаған оҫта икәнлеген яҡшы белә Иштуған.

Егет салғыһын елкәһенә һалып, атаһының артынан эйәрә. Шулай ятып алыуынан тәне бер аҙ ауырайған һымаҡ булып ҡалғайны, һалҡын шишмә үҙ ҡөҙрәтен белә. Әгәр ҙә ашағандан һуң ятып алмаған булһа, бындайын рәхәтлекте татымаған да булыр ине.

Был ғәҙәтен аслан ташлай алманы ул. Ә кем уйлаған, тап ошо ғәҙәте арҡаһында һуғышта үлемдән ҡотолоп ҡалыр тип? Ленинград йүнәлешендәге фронтта бер ауылды фашистарҙан азат иттеләр. Фашистар был тирәне баҫып алғас, күптәр ауылын ташлап урмандарға партизандарға ҡасып киткәйне. Ауыл өйҙәренең яртыһында тиерлек бер кем дә тормай. Шуға күрә бригаданың бер нисә взводын ауылдың буш ҡалған өйҙәренә урынлаштырҙылар. Бригада буйынса айырым фарман булғансы улар ошо ауылда йәшәп торорға тейеш.

Взвод командиры лейтенант Иштуған Ҡотлоғәләмов 1-се отделение һалдаттары менән ике бүлмәле йортто һайланы. Урынлашып, ул-был иткәс, рота старшинаһы ашарға ташыны. Тамаҡҡа тамаҡ, һүҙгә һүҙ ялғанды. Дыу килеште һалдаттар. Ауыл йортонда урынлашыу күбеһен тыуған яҡтарына бәйле хәтирәләргә әйҙәне. Йорттоң алғы бүлмәһендә ашарға ултырҙылар. “Нарком” өлөштәре лә һауыттарға һалынды. Яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар. Әммә күңелһеҙ мәл оҙаҡ дауам итмәне. Һуғыштың үҙ йолаһы. Үҙ философияһы. Әгәр ҙә яуҙа һәләк булыусыларҙы йәлләп, ҡайғырып ултырһаң, бәләне саҡырып алырға мөмкинһең. Уйын-көлкө, мәрәкә һөйләү, төрттөрөүҙәр китте. Берәүһе гармунын һуҙҙы, икенсеһе уға ҡушылып йырын һуҙҙы. Һалдаттар әле генә үткән ҡанлы алышта айҡашмаған тиерһең.

Иштуған, һәр ваҡыттағыса, бындай һөйләшеүҙәргә артыҡ ҡыҫылмай. “Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен” тигәнсәрәк эш итә. Һалдаттары сама белмәй башлаһа, үҙенең дежур һүҙен әйтеп ысҡындыра: “Разговорчики!” Шуның менән вәссәләм. Һалдаттар был осраҡта шымыуҙы, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә, сөнки лейтенантты сығарынан сығарыуҙың нимәгә алып килгәнен яҡшы аңлай улар. Командирҙары асыу һаҡламай, кенә лә ҡыумай, әммә үҙенең ихтыярына ҡаршы килеүселәрҙе ене һөймәй. Әгәр ҙә уның ихтыярына ҡаршы килмәһәң, уның кәйеф торошон бер үк юғарылыҡта һаҡлай алһаң, һалдаттары әйтеүенсә: “Бригадала, бригадала ғына түгел, тотош донъяла лейтенант Ҡотлоғәләмовҡа еткән взводный юҡ...”

Взвод командирының тиҙ генә ҡапҡылауының сәбәбе билдәле. Кем берәү әйтмешләй, ятһа йоҡлап, торһа, ашап бара. Иштуған был юлы ла тиҙ генә тамағын туйҙырҙы ла, яуҙаштарына тәмле аш, артыҡ шауламауҙарын теләп, үҙенең ғәҙәтенә тоғро ҡалып, төпкө бүлмәгә инеп башын терәне. Урталыҡтағы ишекте ябып уҡ ҡуйҙы. Теге яҡтағы тауыштар ныҡ ишетелмәй ҡалды. Арыуы ла еткәндер, ятҡан ыңғайға шундуҡ йоҡлап та китте. Дүрт йыл буйына хәрби тормош менән йәшәп, ул хатта аяғөҫтө йоҡлап өйрәнгәйне.

Әүен баҙарына ла, төштәр бүлмәһенә лә бер юлы барып инде был юлы Иштуған. Әйтерһең дә, тап ошо мәлгә уның өсөн барыһы ла әҙерләп ҡуйылғайны. Взводындағы урыҫ һалдаттары әйтмешләй, кәмәгә лә ултырҙы, балығынан да ауыҙ итте. Төшөндә туптар ярылған, пулялар һыҙғырған һуғыш мәшхәрен күрҙе. Нисектер, шул сағында донъя һелкенеп киткәндәй булды. Әйтерһең, уның өҫтөнә снаряд килеп төшкән дә, меңәрләгән киҫәктәргә тураҡлап, ян-яҡҡа сәсрәтеп ебәргән икән. Тик ни ғиллә менәндер, ул шулай мең-мең киҫәктәргә сәрпәкләнгән килеш тә иҫән ҡалған! Ниндәйҙер ғиллә менән. Иштуған үҙенең ҡот осҡос хәлен аңлауҙан киҫәктәргә бүленгән тән өлөштәрен киренән бергә тупларға ынтылып, уянып китә лә, ҡулы менән үҙен һәрмәп ҡарағандан һуң, тойғандарының төш кенә икәнлеген белгәс, тыныслана, тағы ла ойоп китә. Күпмелер ятҡандан һуң йәнә киҫәктәргә сәрпәкләнә. Тағы ла уянып китә, тағы ла тынысланып йоҡоға тала...

Шулай уяныулы-һаташыулы көйө күп булһа ярты сәғәт самаһы ятҡандыр. Йоҡоһо йоҡо булманы. Төшө лә, өнө лә – барыһы бергә буталды. Уҡмашты. Ятҡанынан ятмағаны яҡшыраҡ булған да бит. Башы сәңкеп ауырта. Йөрәге һулҡылдай. Күңеле ниндәйҙер фажиғәне тойған кеүек. Яңы ғына, ятҡан арала, әжәл уның янында уранғыланы кеүек. Иштуған быны тоя ғына. Бер нисек тә аңлата алмай. Әйтерһең дә, төнгө ҡараңғылыҡта тоҫмал менән ҡайһылыр тарафҡа табан атлап китеп барған да ул, аңғармаҫтан тәрән итеп ҡаҙылған соҡорға барып төшкән. Ул соҡорҙан сығырлыҡ та, соҡор эсендә ҡалырлыҡ та түгел. Иштуған үҙенең бындай хәлдә ҡалған сағын иҫләмәй.

Сираттағы мәртәбә уянып киткәс, һикереп аяғына баҫты. Көҙгөгә ҡарап күҙ-башын һыпырып алырға итте лә, үҙен бындай хәлдә күреүҙән тартынды. Егеттәре йоҡлаймы икән? Урталағы ишеккә килеп, ҡолағын терәне. Тауыш-тын ишетелмәй. Йоҡлайҙар. Шуға күрә алғы бүлмә ишеген һаҡ ҡына асты. Асты ла, ҡолап китә яҙҙы. Бер генә түгел, ике тапҡыр ҡолап китә яҙҙы. Беренсенән, алғы бүлмәнең иҙән таҡтаһы урынына... тупраҡ өйөмөнә һикереп төшөп баҫыуҙан. Икенсенән, килеп тыуған ҡот осҡос хәлде аңлауҙан. Дөрөҫөрәге, аңлай алмауҙан.

Төш тип күреп ятҡандары өнөндә булған даһа!. Тик снаряд ул йоҡлаған төпкө бүлмәгә түгел, нәҡ яугирҙары ултырған бүлмәгә төшөп, алғы яҡты тотошлайы менән ян-яҡҡа бырағытҡан. Унда-бында ғына яуҙаштарының үлек кәүҙәләре, тәндәренең айырым өлөштәре һибелеп ята. Аяҡтар. Ҡулдар. Баштар... Шунда уҡ теткеләнгән гармун киҫәктәре ята. Ҡайһы бер һалдаттарҙың үле кәүҙәләренең өҫтәренә аштары түгелгән. Ризыҡҡа яҙмаған. Бынан ярты сәғәт самаһы ғына элек бар донъяларын онотоп күңел асҡан яугирҙар араларында кемеһелер иҫәндер... Ярҙам көтөп яталыр...

Йорттоң алғы бүлмәһе бөтөнләй юҡ кимәлендә. Иштуған төпкө бүлмәнән тура тышҡа аяҡ баҫты. Шунда ғына күрҙе: взводының башҡа йорттарға урынлашҡан һалдаттары йүгереп йөрөп үлектәрҙе йорт янындағы сирәм өҫтөнә ташый. Яндарына йүгереп барҙы: взводының 1-се отделениеһы һәләк булған. Тотошлай.

Бергә утты-һыуҙы кискән яуҙаштарын юғалтыуҙы ауыр кисерҙе взвод командиры. Был тетрәндергес ваҡиға хаҡында өйҙәгеләргә яҙған хатында ла һөйләне. Әсәһе яуап хатында был хәлгә үҙенең баһаһын да биргән: “Хоҙай аралағандыр үҙеңде, балам. Үҙ алдына, үҙ уйына бирелгәндә әҙәм балаһы Аллаһы Тәғәләнең хозурында була, тип әйтә торғайны боронғолар. Атаң был ғәҙәтеңде яратмай торғайны, хәҙер, ана, үҙе лә һинең ише ашап алғас, ятып ала башланы. Ни булһа ла, имен-аман йөрөп ҡайт, балам, үҙеңде һаҡла. Һаҡланғанды һаҡлармын тигән Аллаһы Тәғәлә. Хоҙай үҙе әшкәрткәндер, һине һаҡлап ҡалыр өсөн ашағандан һуң ял итергә күндергәндер. Барыһы ла Уның ихтыярында, балам...”

Иштуған тәүҙә әсәһенең аллалаштырылған фәлсәфәһен ҡабул итмәһә лә, тора-бара үҙен ниндәйҙер күренмәгән көстөң һаҡлағанына инана башланы. Сөнки ашағандан һуң ятып алырға яратыуы уның хәлһеҙлегенән, арыуынан түгел, фәҡәт яңғыҙы ғына ҡалып уйҙарына сумырға ынтылыуынан килә ине.

Хәрби совет ағзаһының артиллерия взводы командиры лейтенант Иштуған Ҡотлоғәләмов икәнлеген прапорщик Назаренко менән өлкән сержант Михайловтан тыш разведка ротаһы командиры майор Дмитриев та белә ине. Әммә Иштуған уға үҙенә ышанғандай ышана. Ни өсөн тигәндә лейтенант Ҡотлоғәләмов менән майор Дмитриевты тағы ла бер сер бәйләй. Уныһы Украина ерендәге Корсунь-Шевченко хәрби операцияһында булған ваҡиға.

“Бесәй-сысҡан” уйыны


1944 йылдың ҡышы...

Корсунь-Шевченко хәрби операцияһы ай ярымға һуҙылды...

Украинаның ҡуйы урмандар менән уратып алынған һаҙлыҡлы урынында лейтенант Иштуған Ҡотлоғәләмов етәкселек иткән артиллерия взводы позиция биләне. Тиҙ арала окоптар, траншеялар ҡаҙылды. Ҡапыл да төйәкләнергә яраҡлы блиндаж һымаҡ нәмә әтмәләнде. Бригаданың башҡа подразделениелары үҙҙәренең хәрби бурысын үтәр өсөн уңайлы шарттарға ярашлы урынлашты. Ҡышҡы ай булһа ла, ер өҫтө ныҡлап туңып өлгөрмәгәйне. Хәйер, был яҡтарҙа ҡышын ер туңамы икән? Шуға күрә урталыҡтағы утрауҙың ҡаты еренән саҡ ҡына ситкә баҫтыңмы, һаҙлыҡ һине үҙенә убырға әҙер. Убырлы ҡарсыҡ кеүек. Ер өҫтөн һибәләп яуып үткән алдатҡыс ҡар хәс тә мина кеүек. Уның аҫтында нимә ятҡанлығын һис тә белерлек түгел. Ҡар өҫтөнә баҫып, бер һалдат абайламаҫтан һаҙлыҡҡа барып сумды. Саҡ һөйрәп сығарҙылар үҙен. Бата яҙҙы.

Һаҙлыҡты шыҡырайтып туңдырыр өсөн кәмендә Урал һыуығы кәрәк шул. Был яҡтарҙың ҡышы ҡышмы ни? Йүнләп ҡары ла яумай, яуғаны ла тиҙ иреп, бар донъяны әҙәм ҡарағыһыҙ батҡаҡлыҡҡа әйләндерә. Бигерәк тә Урал, Себер яҡтарында – сасҡау һыуыҡтар илендә үҫкән егеттәр ыҙа сигә Украина ҡышынан. Ҡаты һыуыҡтар булмаһа ла, еүеш һауа тынды ҡурып, бәғерҙе өтөп бара. Ҡышы ҡыш һынлы булмағанға күрә лә, был тарафтарҙың яҙы ла яҙ кеүек түгел. Көҙө лә, ҡышы ла, яҙы ла бер самала.

Һалдаттар кәшкелдәй-кәшкелдәй туҡтауһыҙ йүткерә. Йүткереүҙе ваҡытлыса баҫыуҙың ысулы – тәмәке. Исеме генә тәмәке уның, дөрөҫөрәге, Темәс ауылы лөғәтендәгесә, сабакы. Ярай әле, “нарком” өлөшө бар. Әлегә шул ҡотҡара егеттәрҙе. Һуғышта айныҡ тормош алып барыусылар булмай тиерлек. Бындайын еүеш һауалы, етмәһә, әсе еле үҙәккә үтеп барған һаҙлыҡ эсендә икенең береһен һайлайһың: йә тәғәйен өлөшөң менән тамаҡ сылатаһың һәм йылынаһың, йә үпкәңә һыуыҡ алдыраһың.

Нужа ҡалас ҡына ашатмай, шайтан ризығы һаналған араҡыны ла һемерттерә икән. Саҡ ҡына алғараҡ ҡарап фекер йөрөткәндә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа башҡорт ауылдарында ҙур афәт булып дауам иткән эскелек тап ошондай фронт һыуыҡтарын еңергә тырышыуҙан блиндаждарҙа, окоптарҙа башлана. Тимәк, эскелек, тәмәке тартыу дауам итһә, һуғыш та тамамланмаған әле. Суворовтың “Һәләк булған һуңғы һалдат ерләнмәйенсә тороп, һуғыш тамамланмай”, тигән дәлиленә тағы бер өҫтәмә.

Бигерәк тә һалдатҡа яңы алынған, быға тиклем дары еҫен генә түгел, араҡыны ла еҫкәп ҡарамағандар өсөн үтә лә хикмәтле был өлөш. Һуғыш араҡыны уларҙың ауыҙына көсләп, ауыҙҙарын шаҡарып тиерлек асып ҡойҙо. Егеттәр бындай саҡта тыуған яҡтарындағы бәхетле бала саҡтарын, үҫмер йылдарын, әсәләренең, һөйгән йәрҙәренең яғымлы йөҙҙәрен күҙ алдына килтереп, араҡы шойҡанына бирелә һәм бирешә. Бындай саҡта йәш һалдаттарҙың күҙҙәре йомола, ирен ситтәрендә йылмайыу ғәләмәте барлыҡҡа килә. Үҙҙәрен Кәзә һаҙлығы тигән урында бер нисә тәүлеккә ҡатып ҡалырға мәжбүр ителгән һалдаттар ҙа тимәҫһең. Бындай күренештәрҙе тик кинола, телевизор экраны аша ҡарағанда ғына һуғыш романтикаһына шаһит булаһың, ысынында, һуғыш барғанда ошондай шарттарҙа һалҡын окопта тик бер төн генә үткәргән кеше ул романтиканың араҡы шойҡаны ғына булғанлығын шундуҡ төшөнөр ине. Был өлөштән пәйҙә булған күңел күтәренкелеге лә араҡының һалдат тәненә яһаған тәьҫир мөҙҙәтенә генә тиң. Ул шойҡан ҡайҙалыр осоп китеүе була, ҡотһоҙ ысынбарлыҡ шыҡырайып алдыңа баҫа: артта – Мәскәү, алда – дошман... Бер шағир әйтмешләй: “Алданыуҙар алдан йөрөй икән, айнығыуҙар килә һуңынан...”

Хәрби корпустың юғары етәкселеге подразделениеларға дошман менән алышҡа әҙерләнергә һәм һөжүмгә сигнал көтөргә фарман еткерҙе. Позиция биләүҙәренә ике тәүлек үтеп китте, һөжүм башлауға команда бирелмәне. Әйтеүҙәренсә, улар бында аҙна буйы торасаҡ. Сосаңлап күренеп йөрөмәҫкә, артыҡ хәрәкәттәр яһамаҫҡа ҡушылды. Усаҡ яғыу ҙа ҡәтғи тыйылды. Һалдаттарға урман ситендәге бер украин ауылында әҙерләп килтерәләр ашарға. Фронт кухняһы шунда күсте.

Барыһы ла тын да алмайынса юғарынан фарман көттө.

Лейтенант Ҡотлоғәләмовтың взводы эргәһендәрәк разведка ротаһы. “Йүкә телефон” аша шундай мәғлүмәт тә килеп етте: рота һалдаттары берешәрләп-икешәрләп дошман тылына тел артынан разведкаға китеп, ғәйеп була башлаған. Бер аҙҙан разведчиктар биләмәһенә ҡараш ташлап, Иштуған иғтибар итте: разведчиктарҙың кәйефтәре төшөнкө, йөҙҙәрен ҡара һөрөм ҡаплағандай. Яурындары һалынҡы.

Рота командиры майор Дмитриевтың да кикреге төшкән. Башҡа ваҡытта үҙенең оптимистик рухы менән үҙ ротаһының ғына түгел, башҡа подразделение һалдаттарының да кәйефен күтәргән күңелсәк майорға ни булғандыр? Бындай саҡта хәл белешеү һылтауы менән уға яҡынлап, бер ыңғайы разведчиктарҙың кәйефе ни өсөн төшөнкө икәнлеген белергә лә була. Күрше хаҡы тәңре хаҡы, тигәндәй, лейтенант дошман позициялары урынлашҡан тарафҡа ҡарап тәрән уйға ҡалған рота командиры янына килде.

– Майор Дмитриев, күренеп тора, кәйефегеҙ юҡ. Разведка ниндәй хәсрәттәр менән яна? Ниңә балтағыҙ һыуға төштө? – Иштуған командир янына килеп күрешергә ҡулын һуҙҙы. – Беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ?

Бындай һорауҙы көтмәгәйне майор. Шуға күрәлерме, ҡапыл ғына ниҙер әйтергә лә белмәйенсә, баҙап ҡалды. Көсләп йылмайырға итте, тик килеп сыҡманы. “Һинән йәшерен-батырыным юҡ”, тигән ишара менән телгә килде:

– Хәлдәр шәптән түгел, лейтенант Ҡотлоғәләмов. Икешәрләп дошман тылына киткән разведчиктарым фашист снайперының пуляһынан һәләк булды. Ике сәғәт эсендә алты яугирымды юғалттым. Әрәм булды егеттәр...

Дмитриев шулай тине лә тынып ҡалды. Үҙе, бына шундай хәлдәр, нимә эшләйем инде, тигәнерәк ишара менән ҡосағын йәйҙе. Ул тағы ла урман яғына текәлде. Күҙҙәре йәшкәҙәгәйне уның. Хәсрәте ихтыярын шул рәүешле емереп сыҡты. Барлыҡҡа килгән паузаны Иштуған тултырҙы.

– Өҫтә нимә тиҙәр һуң?

– Нимә тиһендәр? Корпус командиры, ай-вайыма ҡарамай, ашығыс рәүештә тел алып ҡайтырға бойорҙо. Бөгөн төндә үк! Тел алып ҡайтмайынса һөжүм башламайбыҙ, тине. Фарман үтәлмәһә, рапортыңды өҫтәлемә һал, ти. Таңдан үҙең рядовой сифатында разведкаға китәсәкһең, ти. Аптыралған...

– Әле ниндәй саралар күрҙең?

– Әле бына ике снайпер егетем дошман подразделениеһына барып етмәй кире әйләнде. Алты яугирым да бер тирәлә, фриц мәкеренә ҡапҡан. Беҙ позиция биләгән урындан ике-өс саҡрым да ара үтеп өлгөрмәгәндәр... – Майор ауыр һулыш алды ла өҫтәп ҡуйҙы. – Бында килгәнсе үк Украина һаҙлыҡтарындағы “һунарсы” ҡушаматлы немец снайперы хаҡында ишеткәйнем. Махсус әҙерлек үткән Отто Штрассер. Бик хәйләкәр. Һуғышҡа тиклем Германияла донъя халыҡтарының йола-традицияларын өйрәнгән, ғилми дәрәжәгә лә эйә икән. Алған ғилемен снайпер булараҡ та ҡуллана икән, тигән аңлашылып бөтмәгән мәғлүмәт тә бар...

– Шунан ни әйтерһең?

– Бына шуның этлеге. Разведчиктарым барыһы ла арҡаларына тейгән пулянан йән биргән. Бына быныһын инде бер нисек тә аңлата алмайым. Ғалим булараҡ та ниндәйҙер тәжрибәләр үткәрә, буғай...

– Һунарсы тиһең инде? – Иштуған майорға һынамсыл итеп ҡараны. – Ниңә, разведчиктарың араһында һунарсылар юҡмы ни?

– Юҡ та, ниңә улай тиһең?

– Һунарсының хәйләһен һунарсы ғына сисә ала инде ул. Шынаны шына менән һуғып сығаралар...

– Уныһы шулай ҙа. Һәләк булған егеттәрем иң яҡшылары ине. Бында ҡалғандарының тәжрибәһе етмәйерәк. Беҙгә ул снайперҙы дөмөктөрөп, тел алып ҡайтыр өсөн фашист гарнизонына коридор асырға кәрәк...

– Әйҙә, мин барам...

– Һин? Юҡ, лейтенант Ҡотлоғәләмов, – майор ҡырт киҫте. – Артиллерия взводы командирын разведкаға ебәреп, хәрби трибунал алдына баҫырға башым икәү түгел...

– Мин бит һунарсы...

– Һунарсы?

– Эйе. Уралда айыуын да, бүреһен дә тотҡан бар. Атайым менән уларҙы үлтереп тә, тере килеш тә алып ҡайттыҡ...

– Булмай тигәс, булмай, лейтенант. Отто Штрассер һиңә айыу ҙа, бүре лә түгел, ул хәйләкәр төлкө...

– Мин төлкө лә аулағаным бар. Былай итәйек, Олег, – Иштуған уға исеме менән өндәште. – Тиҙҙән ҡараңғы төшә, һин мине разведкаға ебәрмәйһең. Мин унда үҙ белдегем менән генә китәм. Берәр хәл була ҡалһа, һин мине күрмәнең дә, белмәнең дә. Барыһын да үҙ өҫтөмә алам...

– Барыбер ҙә юҡ, лейтенант...

Был һүҙҙәрҙе өҙөп әйтте лә, майор, һүҙем ошоноң менән тамам, тигән ишара менән китеп барҙы. Артабан уның менән һөйләшергә теләмәй Дмитриев.

– Мин барыбер барам...

– ...

Иштуғандың был һүҙҙәре һауала аҫылынып ҡалды. Майор әллә ишетте, әллә юҡ. Шулай ҙа майорҙың кинәт яһаған ишараһында ”нишләһәң дә, үҙ мәйелең, тик был эшеңдә минең ҡыҫылышым юҡ”, тигәнде лә аңларға мөмкин ине. Ни тиһәң дә, разведка ротаһы командиры Иштуған алдына алғанын ҡуймай торған ныҡышмал, оторо. Фронт юлдары буйлап меңәр саҡрымдарҙы иңгә-иң терәп үтеп, ике командир бер-береһен белеп бөткәйне инде. Взвод командирына үҙ биләмәһенә әйләнеп ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмағайны. Әммә...

Әммә хәрби тормош менән йәшәй башлауының тәүге көндәренән алып уставҡа, дисциплинаға тайпылышһыҙ буйһонған, принципиаль командирҙың күңел төбөндә һунар ҡомары уянды. Уяныуҙарҙың бындайҙары ла була икән. Уянды ла, күңеленең иң-иң нескә ҡылдарын рәхәтләндереп ҡытыҡларға, дәртләндерергә тотондо. Бер аҙҙан Иштуған был тойғоһона ҡаршы тора алмаясағын тамам аңланы. “Ир үлгәндән дан ҡалған”, тигән булды ул үҙ-үҙенә. Эстән генә. Үҙенең һунарға сығыуын аҡлар өсөн генә.

Әмәлһеҙлектең һуңғы сигенә еткән майор Дмитриев, бәлки, лейтенанттың тәҡдиме менән килешер ҙә ине. Әммә ул һунарсы түгел. Һунар ҡомары уға ят, ситен. Һунарсы һәр ерҙә лә һунарсы инде ул. Ҡомары ауырыу, сир кеүек. Иштуған етәкселек иткән взводтың йәшерен арсеналында, лейтенант үҙе әйткәнсә, “ҡара көнгә” тип һаҡлаған снайпер винтовкалары ла бар ине. Шуны йәпләп алды.

Әҙерлек тамам. Иштуған тәүҙә үҙе менән ҡаҙаҡ егете Ҡайратты алырға ла булып киткәйне. Был уйынан шундуҡ кире ҡайтты. Сөнки ҙур тәүәккәллек менән үҙенең башын утҡа тыҡҡан урынға ул башҡаларҙы ла йәлеп итә алмай. Был – уның ғына һунары. Уңышы ла, уңышһыҙлығы ла үҙенеке генә. Икенсенән, төлкө һунарына күмәкләп йөрөмәйҙәр...

Эңер төштө. Ер өҫтөнә ҡараңғылыҡ ҡорғаны ябылды. Ауылда һуйыр һунарына әҙерләнә инеләр был саҡта атаһы менән. Төн уртаһы үтеп, таңға табан ыңғайлағанда юлға сығалар. Урманға ингәс, ылыҫлы ағастар араһына барып урмандың таң әтәсе ҡурпысыҡтың тауышын көтәләр. Уның тауышы яңғыранымы, һуйыр уйыны башлана. Инә һуйыр менән ата һуйырға ҡауышыу, мөхәббәт мөҙҙәте, һунарсыларға иһә табыш килтерер мәл. Кемгә – мөхәббәт, кемгә – һунар, кемгә – үлем, кемгә – табыш.

Иштуған тәүҙә взвод командиры урынбаҫарына күрше ротала йомошо барлығын әйтте. Хужалыҡҡа күҙ-ҡолаҡ булып торорға ҡушты. Шунан “һунарсы”ға ҡунаҡҡа юлланды. Уның бригада подразделениеһынан дошман тылына сығып киткәнен майор Дмитриев ҡына белде. Күрмәмешкә һалышһа ла, Иштуғандың барыбер үҙ һүҙендә торасағын, мотлаҡ дошман тылына барасағын һиҙенә ине ул. Майор үҙенсә шундай план ҡорҙо: әгәр ҙә лейтенант бер сәғәттән әйләнеп килмәһә, артынса ике разведчикты ебәрәсәк. Улар менән мотлаҡ үҙе лә барасаҡ. Иштуғандың дошман тылына табан ҡуҙғалыуын шәйләгәс, майор үҙе лә ике һалдаты менән төнгө һунарға йыйынды.

Разведчиктарҙың эҙҙәрен тиҙ тапты Иштуған. Дошман тарафына тураға ынтылған егеттәр. Уңға-һулға тартылып, маневр ҙа яһап тормағандар. Ҡайҙа шул тиклем ҡабаланғандар? Үҙҙәрен кемдер ҡыуалап барған тиерһең. Бында ниндәйҙер хикмәт барлығын шундуҡ тойҙо төнгө юлсы. Бинокль аша ай яҡтылығында сама менән уларҙың снайпер тоҙағына эләккән урындарын да билдәләне. Һөҙәк урын. Арҡырыға буйҙан-буйға һуҙылған соҡорҙоң аръяғында кескәй генә ҡалҡыулыҡ. Бик уңайлы позиция. Тимәк, “һунарсы” тап шул урындан тороп быларҙың килеүен көтәүелләгән.

Дөрөҫөрәге, ул егеттәр менән “Бесәй-сысҡан” уйнаған. Бесәй ҡорбанын эҙләп тапмай, көтөп ала. Иштуған бер генә секундҡа бала сағын, тиҫтерҙәре менән гөр килешеп, “Бесәй-сысҡан” уйнап йөрөгән мәлдәрен иҫенә төшөрөп алды. Тик ниңә фәҡәт ошо уйын хәтеренә килгәнен аңлай ғына алмай әлегә...

Һөҙәк урынға етәрәк ваҡ ағастар үҫә үҫеүгә. Әммә снайперҙың позицияһынан тороп ҡарағанда ваҡ ағастарға тиклемге йөҙ – йөҙ илле метр арауыҡтағы тигеҙлекте ағастар бөтөнләй ҡапламай, тиерлек. Ҡалҡыулыҡ башында ултырыусы кеше был урынды бик яҡшы күрә ала. Шуға күрә был яҡтан килеүселәр ергә һеңешеп шыуышһа ла, снайперға улар ус эсендәгеләй генә булып күренә. Ул арауыҡтан хатта төнөн сысҡан да үтерлек түгел. Күрәһең, разведчиктарҙы “һунарсы” биләгән позицияның өҫтөнлөгөн белмәү харап иткәндер. Һөжүм көтөлмәгәндә булған. Лейтенанттың разведчиктар һуңғы һулышын һулаған урынды өйрәнгәндән һуң яһаған тәүге һығымтаһы ошо булды.

Иштуған кескәй сағынан үҙе инанғанды шик аҫтына ҡуйып ҡарай белә. Был да атаһы биргән һунарсы һабаҡтарынан килә торғандыр. “Әгәр ҙә улай түгел икән, тағы ла ҡайһылай булыуы ихтимал...” тигән һорауға бәйле ул һабаҡ. Шуға күрә төнгө һунарсы тәүге яһаған һығымтаһын тикшереп ҡарарға йөрьәт итте. Бының өсөн әле күҙ уңынан үткәргән күҙәтеү объектына кәмендә тағы ла өс позициянан тороп ҡарарға тейеш. Бер генә күҙлектән сығып, теге йәки был хәлгә баһа биреүҙән күпкә алыҫ тора командир. Хатта һыуыҡты ла өрөп ҡабырға өйрәтте уны һуғыш.

Тәүҙә шыуышып уң яҡҡа ун аҙым самаһы китте, артабан һул яғына ла шунсама арауыҡ шыуышты. Аҙаҡ тағы ла һулғараҡ тартылды. Һәр урында ла бер үк ергә күҙ һалды. Алдындағы һөҙәклекте тағы ла бер нисә урындан күҙ уңынан үткәргәс, Иштуған саҡ-саҡ һыҙғырып ебәрмәне: Отто Штрассер, ысынлап та, бик оҫта, тәжрибәле һунарсы икән дә. Тимәк, уның хаҡындағы легенда юҡтан ғына тыумаған! Ғалимлығы ла юҡтан түгел. Немец снайперы совет разведчиктарының тәбиғәт хикмәттәрен аңлап етмәүен бик оҫта файҙаланған. Уның тап ошо урында тоҙаҡ ҡороуы ла юҡҡа ғына түгел. Үтә хәйләкәр Отто Штрассер!

Тәбиғәт был урынды шул тиклем маһир әүәләгән. Уны аңлар өсөн һунарсы тәжрибәһе кәрәк. Атаһы менән төлкө һунарына барғанда тап ошондай урындарҙа үҙен барса йәнлектәр араһында иң хәйләкәре тип һанаған төлкөнө тота инеләр. Иштуған тағы ла бер нисә урындан тороп баяғы урынға күҙ йүгертте. Был яҡтан ҡарағанда ғына алда һөҙәк урын күренгән һымаҡ, артабан ҡалҡыулыҡ күҙгә һирпелгәндәй. Ысынында иһә уларҙың береһе лә юҡ. Был яҡтан дошман тылына табан барыусы разведчиктар һөҙәк урынға барып етеп, алдағы ҡалҡыулыҡтың ышығында ҡалдыҡ, тип алданған ғына. Шуға күрә лә улар туп-тура киткән. Һөҙөмтәлә ҡалҡыулыҡҡа барып еттек тигән генә саҡта ап-асыҡ урында тороп ҡалғандар. Ысынында иһә был тәбиғәт алдағы: алғы яҡта ваҡ ҡыуаҡлыҡтар үҫә, уның артынса теҙелеп киткән бейек ағастар ҡалҡыулыҡ булып күҙгә ташлана. Ҡапылғарай күҙ һалғанда был яҡтан барыусы, ышыҡ урынға еттем, тип алдана ғына. Теге “һунарсы” үҙенең ҡорбандарына тоҙаҡ ҡорор урынды алдан ентекле рәүештә тикшереп, барыһын да өйрәнгән һәм, йәтмәгә балыҡ ҡыуып индергән һымаҡ, разведчиктарҙы һәләк иткән. Бына һиңә һунарсы!

Уныһы шулай. Лейтенант бер минут самаһы ғына туҡталып ҡалды. Тәрән итеп тын алды. Көсөргәнеш менән уйлана ул бындай саҡта. Артабан башҡарыр ғәмәлдәрен барлай. Хәҙер инде Иштуғанға тағы ла бер мәсьәләне ентекле өйрәнергә кәрәк: дошман тылына табан барған разведчиктарға Отто ҡайһы ерҙән тороп атҡан һуң? Икенсенән, ниңә пуля һәр ҡайһыһының арҡаһына барып ҡаҙалған? Әгәр ҙә ошо һорауына яуап таба алһа, йәтмәһенә немец снайперын үҙе ҡыуып индерәсәк.

Бында хәйләкәр “һунарсы”ның үҙенең хәйлә-ысулын файҙаланып ҡына еңергә мөмкиндер. Башҡа юл юҡ. “Ҡуянды һағалап тотҡан хәйләкәр төлкөнөң үҙен тотор өсөн үҙеңә хәйләкәр төлкө булырға кәрәк“. Был – атаһының һүҙҙәре.

Хәйерсегә ел ҡаршымы, ыңғаймы? Шуны ғына көткәндәй, ай ҡалҡты. Болоттар ҙа таралды. Хәҙер инде немец снайперының һунар биләмәһе ус эсендәгеләй күренә. Тик һунарсы үҙе ҡайһы ерҙә ултырып, урталағы асыҡлыҡҡа инеүселәрҙе күреп ҡалырға тейеш һуң? Шикле урын күренмәй. Шулай ҙа ҡуйы ғына булып үҫкән ваҡ ағаслыҡтың теләһә ҡайһы урынында сираттағы ҡорбанын көтөп яталыр ул. Әлегә ул Иштуғанды күрмәй, шулай ҙа ул да бөгөн ҡорбан булған разведчиктар кеүек алдындағы һағымға алданып туп-тураға шыуышһа, шыуышһа... Ул сағында... ул сағында...

Иштуған Оттоның хәйләһенә тамам төшөндө кеүек. Хәйләкәр снайпер асыҡлыҡҡа разведчик килеп инеү менән ҡапыл ситкә шыуыша ла, биләмәне уң йә һул яҡтан тиҙ генә уратып үтеп, уны йәтмәһенә индереп, арҡаһына пуля ҡундыра. Был осраҡта, снайпер яҙа атҡан хәлдә лә, разведчикты үҙҙәренең позицияһы менән ике арала ҡамауға ала. Ысҡындырмай тәпеһенән.

Иштуғандың тәүге һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты. Ошоға тиклем йәшәп, бигерәк тә хәрби тормошо башланғас, ул интуицияһынан алданғаны юҡ. Ысынлап та, Отто совет разведчиктары менән “Бесәй-сысҡан” уйыны ҡорған.

Башта уҡ тел осона килгән был сабый сағы уйынының асылы ла шуға ҡайтып ҡала. Балалар ҡулға-ҡул тотоношоп, түңәрәккә баҫа. Урталыҡҡа сысҡан булып уйнар баланы индерәләр. Бесәй иһә балаларҙың рәтен емереп йәки башҡа төрлө ысул менән түңәрәктең эсенә үтеп инергә һәм сысҡанды тотоп “ашарға” тейеш. Дүрт яғы ла ағастар менән ҡаймалаған был асыҡ урын нәҡ шул уйын түңәрәген барлыҡҡа килтергән дә инде. Унда килеп индеңме, һәләк булдың тигән һүҙ.

Иштуғанға тағы ла бер нәмәне асыҡларға кәрәк. “Һунарсы” үҙенең биләмәһен уратып ҡамаған юлды билдәләргә. Уныһын да тиҙ тапты лейтенант. Асыҡлыҡтың һул яғында ғына яҙғы һыу тәрән йырын хасил иткән. Уныһын да тәбиғәт махсус рәүештә немец снайперы өсөн әҙерләп ҡуйған кеүек. Йырындың осо Иштуғандың тәүге күҙәтеү урынына тиклем һуҙыла. Уның аша снайпер шыуышып түгел, йүгерә-атлай үтһә лә, өҫ яҡтан күренерлек түгел. Йырын эсендәге ерҙең тапалып бөтөүенә ҡарағанда, “Бесәй-сысҡан” уйынында түңәрәк яһап баҫыусылар күп тапҡырҙар әйлән-бәйлән яһаған.

Соҡорҙо тикшереп йөрөгәндә ҡапыл танауына әскелтем еҫ килеп бәрелде. Ҡырҡыуыраҡ араҡы еҫе. Урман өҫтөндә көслө ел уйнап тора. Тимәк, был шайтан ризығын ҡулланыусы шешәһен әле генә асып һемергән. Тимәк, бесәй... сысҡан көтөп боҫҡан. Өшөй башлағас, йылынырға иткән. Темәс ауылының бөйән һунарсыһы елдең йүнәлешен билдәләне. Шиге раҫҡа сыҡты. Нәҡ ваҡ ҡыуаҡлыҡтар араһынан алып килгән был еҫте ел. Рәхмәт Украина еленә. Хәҙер Иштуған бесәйҙең яҡынса ҡайһы тирәлә ултырғанына тиклем белә.

Иштуғанға тәүәккәлләүҙән башҡа сара ҡалманы. Әлеге хәлендә ул бер нәмәне лә үҙгәртә алмай. Немец снайперы тәҡдим иткән “Бесәй-сысҡан”ға ҡушылып, инициативаны үҙ ҡулына алырға, бесәй менән сысҡандың урындарын алмаштырырға, тәпегә бесәйҙең үҙен ҡаптырырға бурыслы. Башҡаса әмәле юҡ. Иң тәүҙә ул ҡыйыу рәүештә “һунарсы” ҡорған шартлы биләмәгә шыуышып инергә тейеш. Ҡаршы яҡта ҡыуаҡ араһында күҙәтеп ятыусы снайпер уны күреп ҡалыу менән һул яҡҡа шыуыша башлар. Шунан йырынға барып төшкәндән һуң, Иштуған әле ятҡан урынға килеп сығып, тылдан һөжүм итер. Был ваҡытта лейтенант сама менән ҡыуаҡлыҡҡа етеп барған булыр һәм арҡаһына утлы ҡурғаш төйөнө килеп ҡаҙалыр...

Быныһы иһә “һунарсы”ның ҡорған мәкерле планы. Бында Иштуғанды шиккә һалған бер мәсьәлә бар. Ул да булһа снайперҙың разведчикҡа ҡаршы яҡтан атмайынса, арт яҡтан урап үтеүе. Әгәр ҙә был юлы уйын ҡағиҙәһен боҙһа. Ул сағында инде Иштуғанды һәләкәт көтә. Ошо һуғышта ҡатнашыусы бихисап совет һалдаттары кеүек, үҙен ҡорбан итеүгә лә әҙер ул. Был тойғоно һәр бер алышҡа инер алдынан кисерә. Һәр яуҙы һуңғыһы тип иҫәпләүе арҡаһында, һаман да терелер ул, бәлки. Башҡаса мөмкин дә түгел. Улай ғына ла түгел, әгәр ҙә ошо тойғо булмаһа, утлы алышҡа инеп тә булмай торғандыр. Нисәмә яуға инеп, күңеле менән меңдәрсә тапҡыр үлеп, меңдәрсә терелгән кеше өсөн һәләкәтен ҡаршылауы әллә ни түгелдер ҙә. Ҡыҫҡаһы, Иштуған күптән инде үҙ үлеменә өйрәнгән хәрби кеше. Ҡасандыр, бәлки, һуғыштан һуң, әлеге ише ул мәл килер, мотлаҡ килер, тик ул әжәлен лайыҡлы ҡаршылай алһын ине. Уның ҡулында, күҙ алдында бик күптәр йән бирҙе. Бик күптәр, өйөр айғыры ише ажғырып торған ир-егеттәр, әжәл ҡармағына килеп ҡапҡас, өйрәткәндә тәртә араһына төшөп тәҡдиренә башын эйгән аҫау кеүек йыуашайып ҡала. Һуңғы һулышымды алғанда бахырланмаһам ярар ине, тип мең тапҡыр уйланғаны бар уның...

Иштуғандың мейеһе аша бер секунд эсендә генә әллә нисә төрлө уй йүгереп үтте. Был уйҙары уға хәҡиҡәттең күҙенә тура ҡарау мөмкинлеген бирә. Күптәр бындай аңлауҙың кешенең һуңғы минуттарын йәшәгән сағында килә тиҙәр. Йәнәһе, бындай ваҡытта кеше барыһын да белә, күрә, аңлай, әммә бер нәмәне лә үҙгәртә алмай. Йәнәһе.

Шулай ҙа күңелендәге һунарсы ҡомары бының киреһен уйларға мәжбүр итә. Эске һиҙемләүе лә был инаныуын раҫлай. Отто Штрассер һунарсы ғына түгел, фанатик та. Майор Дмитриев дөрөҫ әйтә: донъя халыҡтарының йола-традицияларын өйрәнеүсе ғалим. Кем белә, “Бесәй-сысҡан” уйынын ул ошо рәүешле өйрәнгәндер һәм фәнни тәжрибә генә яһайҙыр? Кем белә инде?

Әгәр ҙә шулай булмаһа, разведчиктарҙың арҡаларына түгел, маңлайҙарына атыр ине. Йәки булмаһа, әлегә Иштуған күңел төбө менән генә тойған аңлайышһыҙ бер сәбәп бар. Лейтенант оҙон түләккә төшөп был хаҡта уйланып тора алмай. Хәйер, “һунарсы” уны күптән һиҙеп тә алғандыр.

Ул магазины 10 патронлы булған Токаревтың СВТ-40 снайпер винтовкаһын әҙер килеш тотоп, һул беләгенә аҫты ла алға шыуышты. Ҙур тиҙлек алды. Разведчиктар һәләк булған урынға еткәс, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Разведчиктар һәләк булыусыларҙың мәйеттәрен йыйып алып ерләгән, әммә уларҙы снайперҙың пулялары ҡыуып еткән урындарҙа тамған ҡандары күләүек булып йәйелеп өлгөрмәйенсә ҡатып ҡалған.

Әммә Иштуғандың һәләк булыусыларҙы иҫкә төшөрөп, тойғоларға бирелеп ултырыр ваҡыты юҡ. Сөнки улай итһә, үҙе лә бесәй тәпеһенә баҫасаҡ. Уның ошо мәлдәге өҫтөнлөгө тиҙлегенә бәйле. Тағы ла бер-ике ынтылыуҙа лейтенант ваҡ ағастар ҡаплаған ергә барып етеп, тәүге өйкөм ҡыуаҡлыҡ араһына инеп, әле генә үҙе тиҙ арала шыуышып килгән яҡҡа табан винтовкаһын тоҫҡап ята ине инде. Былар барыһы ла бер нисә секунд эсендә эшләнде. Бала сағында тиҫтерҙәре менән “Бесәй-сысҡан” уйнаған саҡтағы һамаҡтары теленә килде.

Бесәй сыҡты һунарға,

Тәмле сысҡан ауларға.

Аяғында йөн ойоҡ,

Мыйығының йүне юҡ...

Тәпе ҡоролдо. Алдатҡыс ем тағылды. Бесәй биләмәне уратып баҫҡан балалар сылбырының иң бушаҡ урынын табып, бына-бына түңәрәккә килеп инәсәк. Көтөргә генә ҡалды. Нимәнелер көткән саҡта секундтар минуттарға, минуттар сәғәттәр, сәғәттәр көндәргә, көндәр айҙарға, айҙар йылдарға һуҙыла икән. Әле генә киләсәк миҙгелде көткән сағыңда хатта тын алырға ла онотаһың икән. Хәҙер-хәҙер килеп инәсәк бесәй-сысҡан үҙенең һунар биләмәһенә һәм үҙе ҡорған тәпегә үҙе үк килеп баҫасаҡ. Көтөргә... бер... ике... өс...

Ун... ун биш... егерме... егерме биш...

Бына Иштуған ваҡ ағастар араһындағы ҡыймылдаған ҡарасҡы һынын күреп ҡалды. Бер аҙҙан уның кәүҙәһе бар тулылығында сағылыш алды. Оптик прицел аша немец офицерын бар тулылығында күрергә мөмкин ине. Тик мыҡты кәүҙәле, буйсан немец урынына уның ҡураныс ҡына кәүҙәһен күргәс күңеле ҡайтҡандай булды. Бына ул үҙе, ана нисек икән Отто Штрассер атлы немец снайперы. Совет разведчиктарының башына еткән фашист. Хәйләкәр бесәй! Ғалим, имеш. Иштуған уны сәп өҫтөнә ултыртты. Тап маңлайына төбәне. Тәтегә баҫты...

Винтовкаһының тауышын ишетмәне лә кеүек. “Шыңҡ” иткән кеүек кенә булды. Тулҡынланыуынан ҡан баҫымы күтәрелеп ҡолаҡтары тоноп ҡалған икән. Бары тик фашистың ултыра төшкәнен генә күрҙе. Ҡаҡ ергә ултырта атты. Йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултыртты. Ентекләберәк ҡараны тегегә. Хәйләләп ултырмаймы, йәнәһе. Снайпер артындағы ағасҡа һөйәлеп ултыра. Пуля тап маңлайына ҡаҙалған. Битенә ҡара юлаҡ төшкән...

Шыуышып яҡынланы. Отто Штрассер шундуҡ йән биргәйне. Бәй, үҙе ботаник та икән. Ғәҙәттән тыш ҙур күҙлектәре, ҡарпыш ҡолаҡтары, ҡураныс кәүҙәһе, ас яңағы уны тап фән, ғилем кешеһе итеп һынландыра. Иштуған уның кеҫәләрен ҡапшап ҡараны. Документ-фәләне табылманы. Ҡуйын кеҫәһенән яртылаш бушаған араҡы шешәһен генә тартып сығарҙы. Бөкөһөн асып, еҫкәп ҡараны. Тап үҙе. Бая биләмәне өйрәнеп, уң яҡҡа шыуышҡанда ел алып килгән шнапстың еҫе. Кемде кемде, Урал һунарсыһын еҫ тойоу йәһәтенән алдап булмайҙыр.

Ҡулындағы спайпер винтовкаһын алды. Алды ла, уның ағас төйҙәһендәге киртектәрҙе һанап сыҡты. Отто прикладын 79 тапҡыр кирткән, тимәк, шунсама совет һалдатының башына еткән. Үҙе 80-се ҡорбан. Йолаһына тап килтереп, Иштуған кеҫәһенән бәкеһен сығарып, үҙенең винтовкаһы прикладына 1-се киртеген ырҙы. “Һунарсы”ның винтовкаһын яурынына аҫып алды. Майор Дмитриевҡа снайперҙың юҡ ителеүе хаҡында иҫбатлама кәрәгер. Шнапсты ла кеҫәһенә тыҡты: разведчиктар командирына “ҡуян күстәнәсе” йәтеш тәһә.

Китер саҡта фашист снайперына тағы бер аҙ ҡарап торҙо лейтенант. Нисектер Отто ваҡытлыса ял итергә генә ултырған кеүек. Уның шул рәүеше тағы ла ниндәйҙер серҙе һаҡлай кеүек. Тик ниндәй сер һуң ул? Күҙҙәренә яйһыҙ ултырған ҙур күҙлеге, нисектер, һыртына эйәр һалынған һыйырҙы хәтерләтә кеүек. Иштуған эйелеп уның күҙлеген һалдырҙы. Бер аҙ маңлайынан ағып төшкән ҡанына ла буялып өлгөргән.

Ҡар менән күҙлекте таҙартҡас, “эйәрен” кейеп ҡарарға йөрьәт итте. Кейҙе лә, артына боролоп, күктәге Айға баҡты. Башы әйләнеүҙән ҡолап китә яҙҙы. “Һунарсы”ның был ҡорамалы аша донъя түңкәрелеп киткәндәй тойолдо. Үҙен борсоған һорауға ла яуап тапты. Отто Штрассер тауыҡ ише төнөн бер нәмә лә күрмәгән икән дә. Күргән хәлдә лә, был уға алыҫтан төҙәп атырға мөмкинлек бирмәгән. Разведчиктарҙы ҡамау ҡулсаһына индереп, арт яҡтан терәп атыуы, “Бесәй-сысҡан” уйыны ҡороуы ла күреү һәләтенең насар булыуына бәйле. Бына һиңә “һунарсы”, бына һиңә ғалим! Бесәй түгел, ә һуҡыр сысҡан. Фашистар армияһы ошондай һуҡыр сысҡандарға мохтажлыҡ кисерәме икән?

Үҙҙәренекеләр яғына юлланғанда шулай уйланды Иштуған. Иң тәүҙә разведчиктар ротаһы биләмәһенә инде. Майор Дмитриев ике разведчигы менән төнгө һунарға йыйынып бөтөп, сығырға ғына торалар. Командирҙары лейтенанттың ҡулындағы немец снайперының винтовкаһын күргәс, ултырған еренән һикереп килеп торҙо.

– Иштуға-а-а-а-а-а-н, һинме ни был? – Ул лейтенантты ҡосаҡлап уҡ алды. –Шунан, һөйлә, нисек булды? Дөмөктөрҙөңмө “һунарсы”ны?

– Бесәй үҙе ҡорған тәпеһенә үҙе баҫты, – ул майорҙың ҡулына трофей винтовканы тотторҙо. – Бына һиңә әйберләтә дәлил. Дошман тылына коридор асыҡ. Разведчиктарыңды ебәр...

– Лейтенант, аңлатыбыраҡ һөйлә. Ниндәй бесәй? Ниндәй тәпе? Бесәйе һәм тәпеһе булғас, сысҡаны ла барҙыр инде?

– Сысҡаны үҙе – снайпер Отто Штрассер, – Иштуған түш кеҫәһенән күҙлек сығарып, майорға тотторҙо. – Миңә үҙемдең взводҡа барып килергә кәрәк. Егеттәреңде ебәр, бер аҙҙан килермен, барыһын да аңлатып бирермен.

– Үлгәнсе һиңә бурыслымын, Иштуған браток. Мине трибуналдан ҡотҡарҙың...

– Беҙ тыуған илебеҙ, тыуған яҡтарыбыҙҙа ҡалған туғандарыбыҙ алдында бурыслыбыҙ, Олег. Ярай, хәҙер килермен. Оҙаҡламам...

Иштуған разведка блиндажынан сығыу яғына бара биргәс, кире боролоп килде. Кеҫәһенән немец снайперының ҡуйынынан алған шешәне майор алдындағы өҫтәлгә ултыртты.

– Ә быныһы нимә тағы? – Дмитриев аптыраулы ҡарашын Иштуғанға төбәне.

– Ҡуян күстәнәсе...

– Нимә?

– Беҙҙә, башҡорттарҙа, урмандан алып ҡайтҡан ҡалдыҡ ризыҡты шулай атайҙар...

– Һин һәр ваҡыт халҡыңдың йолаларына тоғроһоң инде, лейтенант. Тиҙерәк кил бында. Таңға тиклем һөйләшеп ултырырбыҙ. Һыйын да, башҡаһын да табырбыҙ...

...Һуңынан аулаҡта разведчиктар командиры Иштуғанды хәленән килгәнсе һыйланы. Һалдаттарын әле бында, әле тегендә йүгертте, булмаған аш-һыу таптырҙы. Өтәләнеп торҙо. Сиктән тыш шат ине шул. Бер күҙе Иштуғанда, икенсеһе дошман позициялары яғында булды. Тел алырға киткән разведчиктарын көттө ул. Һаҡта тороусылар ваҡыт-ваҡыты менән уға килеп, доклад яһап торҙо.

Лейтенант уға немец снайперына бәйле үҙе алып ҡайтҡан барлыҡ яңылыҡтарын һөйләп бирҙе. Был саҡта инде майорҙың сәстәре үрә торҙо. Ыҡ-мыҡ итте, нимәлер әйтергә теләне, әммә төнгө һунарсының дәлилдәре кире ҡаҡҡыһыҙ ине. Иштуғандың әйткәндәрен үҙе лә иҫбат итергә теләгәндәй, хатта снайперҙың күҙлеген кейеп ҡараны. Шундуҡ башы әйләнеп китеп, трофейҙы ташлап уҡ ебәрҙе. Лейтенант хаҡлы ине. Дмитриев һүҙҙе бөтөнләй башҡа юҫыҡҡа борҙо.

– Иштуған, браток, дуҫым, әйҙә, беҙҙең разведка ротаһына күс, – шунан өҫтәп ҡуйҙы. – Рөхсәт юллап рапортты үҙем яҙам, кәрәкһә, өҫкә үҙем барам...

Майор ҡунағына оло диҡҡәт менән текәлде. Ул Иштуғандың был тәҡдименә шатланып риза булыр, шундуҡ оса ҡуныр тип көткәйне. Лейтенант уның был тәҡдимен, бер ни булмағандай, тыныс ҡына ҡабул итте. Бер аҙ ултырғас:

– Олег, мин үҙемдең взводты, бергәләп ут-һыу кискән, күҙемә генә ҡарап торған һалдаттарымды нисек ташлап китәйем? Шул турала уйланыңмы? – тине.

– Анауындай һәләтең, оҫталығың менән һин бит разведкаға күберәк кәрәкһең, браток. Разведка – мөһимерәк участка. Ул фашист тылынан алып ҡайтҡан мәғлүмәттәр тотош бригаданың яҙмышын хәл итә. Бына әлеге хәлебеҙҙе генә алып ҡара. Мәғлүмәтле – батша, мәғлүмәтһеҙ – ҡол. Мәғлүмәт булмағас, тотош бригада менән ошо серек һаҙлыҡҡа бәйле ултырабыҙ... – Дмитриев, тауышын күтәрә биреберәк, ниәтен ошо йүнәлешкә борҙо.

– Һуғыштың атаһы һаналған артиллерияны кәмһетмә әле, һин, кем, майор. Кем генә булып, ҡайҙа ғына һуғышһаҡ та, барыбыҙ ҙа бер үк эште башҡарабыҙ инде... –Иштуғандың үҙ туғыҙы туғыҙ, бер аҙым да сигенергә теләмәй.

– Етмәһә, әлеге батырлығың өсөн мин һиңә бер нисек тә награда юллай алмайым. Минең һине, артиллерия взводы командирын разведкаға ебәрергә, һинең унда барырға хаҡың юҡ ине. Әгәр ҙә һин унда йөрөгәндә ут асырға фарман бирелһә, нишләр инек?

– Юҡты һөйләмә әле, майор. Награда өсөн һуғышабыҙмы ни? Бына минең үҙ взводымда ғына бөгөндән Герой исеме бирерлек һалдаттарым бар. Батырлыҡ ниндәйҙер исемгә йә наградаға иҫәп тотоп яһалмай. Өҫкә яҙып та ҡарағаным булды. Әммә рапорттарымды етди ҡабул итмәйҙәр күп осраҡта. Шунан ҡул ғына һелтәнем. Һуңынан, һуғыш тамамланып, йылдар үткәс, кемдер ул рапорттарға юлығасаҡ. Наградалар эйәләрен һуңлап булһа ла табасаҡ. Беҙҙең башҡорт: “Изгелек эшлә лә, һыуға һал. Халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер...” – ти бындай саҡта.

– Әйтерең бармы, Иштуған? Мин, мәҫәлән, һуғыштың шундай бер ғәҙелһеҙлеген дә беләм... – Ошо ергә еткәс, көрөшкәгә һалып йотҡан “нарком” өлөшө тиҙ арала башына сығып, теле сиселгән майор ярым шыбырҙауға күсте. – Һалдаттың батырлығы өсөн штабтағыларҙың награда һәм хәрби чин алғандарын да беләбеҙ бит. Йә, әйт, шулай түгелме?

– Айырым осраҡтар барҙыр, Олег, әммә был хәл барлыҡ Совет армияһына хас күренеш тип иҫәпләмәйем. Кем нисектер, әммә мин шәхсән шулай уйлайым...

– Дөрөҫөн әйткәндә, Советтар Союзы Геройы исеме бирерлек, тим ҡанһыҙлығы менән “һунарсы” ҡушаматы алған фашист снайперын дөмөктөргәнең өсөн, – майор блиндаж стенаһына һөйәүле немец снайперы винтовкаһын ҡулына алды. – Бына бит, 79 совет һалдатының башына еткән. Уның иҫәбендә бер нисә билдәле офицер ҙа бар. Уларҙы ла тыуған илдәрендә һөйөклө ҡатындары, балалары көтә ине. Әгәр ҙә немец бөгөн иҫән ҡалһа, тағы ла күптәрҙе һәләк итер ине, һин булмаһаң...

Улар артабан һөйләшеп ултыра алманы. Дөрөҫөрәге, әңгәмәләре иң ҡыҙған ерендә бүленеп ҡалды. Разведчиктары ҡайтты. Немец офицерын эләктергәндәр. Уныһы шундуҡ тик юғары командование менән генә һөйләшергә теләүен белдерҙе. Әсирҙе ике һалдаты менән майор Дмитриев үҙе бригада штабына алып китте. Иштуған үҙ взводына йүнәлде.

Иртә таңдан бригада хәрби операция башланы. Шулай итеп, артиллерия взводы командирының Украина һаҙлыҡтарында яһаған батырлығына ике генә кеше шаһит булып ҡалды. “Ысын батырлыҡ матур маҡтауҙарға мохтаж түгел” тиҙәр. Шулайҙыр. Ошоға оҡшаш меңәрләгән совет һалдаттарының батырлығы хәҙерге көнгә килеп етмәйенсә, ошо рәүешле аҙ һанлы шаһиттарҙың хәтерендә генә йәшәп килеп, улар баҡыйлыҡҡа күсеү менән мәңгелеккә онотолған. “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” тиһәләр ҙә, Иштуған ҡаһарман ише күпме батырҙарыбыҙ илебеҙ, халҡыбыҙ тарафынан һаман да баһаланмай килә.

Лейтенант Ҡотлоғәләмовтың батырлығы хаҡында белеүсе өсөнсө кеше лә бар. Ул – Иштуғандың ейәне Байрас. Уны тубығына ултыртып алып урман араһында немец снайперы менән “Бесәй-сысҡан” уйнауы хаҡында һөйләр яугир. Тәүҙә ейәненә был тарих бесәй менән сысҡандың баҫтырышыуы хаҡындағы әкиәткә тартым мәҙәк кенә булып тойолор. Әммә үҫә килә, бигерәк тә олатаһы баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң, был тарих Байрасты тәрән уйға һалыр. Бәлки, был ваҡиға хаҡында яугир башҡа кешеләргә лә бәйән иткәндер. Уныһы әлегә мәғлүм түгел. Һәр хәлдә, ошо әҫәрҙе яҙыусыға яугирҙың урмандағы ошо батырлығы Байрас аша килеп етте. Корсунь-Шевченко хәрби операцияһында совет ғәскәрҙәре уңышлы сығыш яһауында Иштуған батырҙың да өлөшө бар.

Майор Дмитриев менән лейтенант Ҡотлоғәләмовтың өҙөлөп ҡалған әңгәмәһе 1944 йылдың ҡышында Будапештты азат иткәндән һуң тағы дауам итәсәк әле. Был юлы инде разведка ротаһы командиры майор Дмитриев Иштуған Ҡотлоғәләмовҡа Советтар Союзы Геройы исеме юллап юғарыға хат яҙыр. Был хатҡа бригада подразделениелары командирҙары ҡул ҡуйыр. Уларҙың үтенесе яуапһыҙ ҡалыр.

Корсунь-Шевченко хәрби операцияһында ҡатнашыусы бер хәрби үҙенең көндәлегенә ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡалдырған. Ниндәйҙер хикмәт менән улар һаҡланып ҡалып, замандың мәғлүмәт базаһына әүерелгән Интернет селтәренә урынлаштырылған. Бына ул юлдар:

“...Когда мы двинулись вперёд, то на глубину примерно десять километров местность была чёрной. Оборона противника практически была уничтожена. Вражеские траншеи, вырытые в полный рост, превратились в мелкие канавы, глубиной не более чем по колено. Блиндажи были разрушены. Иногда попадались чудом уцелевшие блиндажи, но находившиеся в них солдаты противника были мертвы, хотя не видно было следов ранений. Смерть наступала от высокого давления воздуха после разрывов снарядов и удушья...”

Аттар аяғүрә юшай...


Һыйырҙар ғына ятып көйшәй...

Аттар аяғүрә юшай...

Бер аяғың күтәрелгәнсе, икенсеһен эт ашай...

Атаһының кинәйәләп башлаған, әммә аҙағына тиклем әйтеп еткерелмәгән һүҙҙәре был. Бик асыуланған сағында ғына ишетә атаһынан Иштуған был һүҙҙәрҙе. Әлеге лә баяғы бесән мәлендә. Егет һикереп аяғына баҫа. Сөнки белә, тағы ла әҙерәк ятһа, атаһы тағы ла әсерәк итеп “һоғондорасаҡ”. Ошолайыраҡ итеп, тап Темәс ауылы лөғәтендә: “Һыйыр ҡошап көйшәп, ниңә һуйҙайып, көпә-көндөҙ йоҡтап ятаһың?”

Әлбиттә, атаһы уға был һүҙҙәрҙе ғүмерҙә лә әйткәне булманы. Әммә үҙ ғүмерендә ишеткән тауыштар араһында башҡа берәүҙекенә лә оҡшамаған был һиҫкәндергес ауаз яңғыраһамы, Иштуған өсөн ул үлем язаһынан да аяуһыҙыраҡ булып ишетелер ине. Атайҙарҙы асыуландырырға ярамағанлығын бик яҡшы белә ул. Әсәйҙәр генә көнөнә әллә нисә тапҡыр тоҡанып, шунсама мәртәбә һүрелә. Әммә уларҙың был хәләте балаларын сикһеҙ яратыуҙан, шул сәбәпле ҡурсалауҙан килә. Самаһыҙ сабыр йәнле әсәһе Нурия улы Иштуғанға бындай һүҙҙәрҙе әйтһә әйткәндер, бәлки, әммә уларҙы улы хәтерләмәй.

Атайҙар менән эш башҡасараҡ. Атаһының ниндәйҙер сәбәп менән әйтә башлап, шунан һуң ҡапыл туҡталып ҡалып, күп нөктәләр менән тамамлаған ишаралары бихисап. “Улым уллы, ҡыҙым ҡыҙлы булмай белмәҫ” тигән кеүек, атаһының ошо рәүешле асыуын үҙенә йотоп ҡалдырып, Иштуғанға кинәйәһен генә еткереүенең серен егет әрмегә килеп, үҙе хәрби офицер, взвод командиры дәрәжәһенә барып еткәс кенә аңланы. Үҙе ҡыҙыу ҡанлы, яндырай тип иҫәпләгән атаһы ҡайһылай ҙа сабыр икән дә. Үҙенең ҡулы аҫтындағы ҡырҡ ата балалары булған һалдаттар менән етәкселек иткәндә, сығырынан сығып, шартларҙай булған сағында килде бындай аңлау. Тәүге осорҙа баш бирмәҫ, тыңлауһыҙ һалдаттарын “тәртип боҙғандары” өсөн һәр ваҡыт язаһын биреп килде лә, һуңғы сиктә атаһын иҫкә йыш төшөрә башлағас, үҙ-үҙен еңергә өйрәнде. Һалдаттарын тыңлатыр өсөн ул тамаҡ ярыуҙың әллә ни файҙаһы юҡлығын да аңлар дәрәжәгә етте. Киреһенсә, ярыҡ барабан ише ҡолаҡ тондорғансы аҡырыуҙың, екереүҙең командир өсөн зыян ғына икәнлеген аңланы.

“Асыуыңды яндырмаһаң, асыуың һине үҙе яндырасаҡ” - ошо булды был тәңгәлдәге үҙ-үҙен тәрбиәләүҙән килеп тыуған һығымтаһы. Шуға ла иғтибар итте лейтенант Ҡотлоғәләмов: взводына командалар биреү тонын бер тонға кәметкәйне, һалдаттары күҙ менән ҡаш араһында тыңлаусанға әүерелгәндәй. Атаһына оҡшатып, төрлө кинәйәләр менән фарман бирергә лә өйрәнде. Шуларҙың араһында үҙенә лә, һалдаттарына ла иң ныҡ оҡшағаны – “Разговорчики!”. Аҙағы күп төрлө мәғәнәлә дауам ителеү ихтималлығы булған был тылсымлы өн-ауазды әйтеүе була, бигерәк тә йәш һәүеректәр үҙҙәре үк тәртә араһына төшкәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар. Был һүҙен Иштуған Ишбулат улы һуғыштан һуңғы тыныс тормошта ла ҡулланыр. Хәйер, уға тыныс тормош булдымы икән? Ғүмер буйы үҙе яныр һәм башҡаларҙы ла яндырыр өсөн яратылғайны ул.

Ярай әле, ул саҡта барыһы ла тыныс тормошта, бесәнлектә, ауҡанлыҡта булып үткән күңелле хәтирәләр. Бында иһә тотош бригаданың яҙмышы хәл ителә. Шуға күрә Иштуғанға ашағандан һуң ятып алыу йолаһын онотоп торорға тура киләсәк. Ятҡан урыныңда мәңгелеккә ҡалырға ла мөмкинһең.

Блиндажы янына килгәс, разведчиктарҙың ике фашисты ҡулға алыуҙары мәғлүм булды. Алғасҡылар дошман тылынан тиҙ әйләнеп килде. Ярты сәғәт тә үтмәне. Хәрби совет ағзаһының фарманы буйынса әсирҙәрҙе елтерәтеп уның янына алып килделәр. Береһе – офицер, икенсеһе – һалдат. Икеһе лә лаяҡыл иҫерек. Аяҡтарында саҡ баҫып торалар. Үҙ телдәрендә тотлоға-тотлоға һүгенәләр, әшәүетһеҙҙәр. Ниндәй хәлгә тарығандарын да аңларлыҡ хәлдә түгелдәр. Танкыларынан сығып, хәжәттәрен йомошларға ҡыуаҡ араһына киткән саҡтарында эләктергәндәр. Тәржемәсе лә килеп етте. Уларҙан лейтенант Иштуған үҙе һорау алырға булды. Һөйләшеү шундуҡ башланды.

Әсирҙәр бик һүҙсән булып сыҡты. Әллә араҡы шойҡаны, әллә инде ҡотолғоһоҙ әмәлдәре алдында баҙап ҡалыуҙары һалдаттарҙың телен сискәйне. Кемуҙарҙан лыбырлығын сығалар. Кәнфиткә лайыҡ булырға тырышҡан малайҙар ише, ярыша-ярыша, сер һандығын асалар.10 минут самаһы улар менән ҡорған әңгәмәнән һуң шул мәғлүм булды: Гудериандың маҡтаулы танк корпусы ҡойма ямғыр ваҡытын файҙаланып, танк эстәрендә үҙенең еңеүен байрам итә. Әле уларҙа күңел асыу бара. Фашистар үҙенә ҡаршы тороусы советтарҙың 16-сы мехбригадаһын тулыһынса тар-мар иттек, быны Икенсе донъя һуғышының бөйөк һынылышы тип иҫәпләй. Ямғыр тымғандан һуң танк корпусы ҡалҡыулыҡ аша, ундағы бригаданың ҡалдыҡ-боҫтоҡ көстәрен тапап үтеп, көнсығышҡа, Мәскәү яғына табан эре аҙымдар менән атламаҡсы. Корпустың алғы һыҙығында70-ләгән танк тора. Дошман хатта 16-сы мехбригаданың штаб начальнигы Владимир Кострицондың вафат булғанлығын, мехкорпус командиры, генерал-майор Федор Катковтың ҡаты яраланыуы, бригада штабының ҡыйратылыуы хаҡында ла белә булып сыҡты...

Хәрби совет ағзаһы әсирҙәр менән һөйләшкәндән һуң үҙе өсөн шуны раҫланы: фашистарҙың разведка хеҙмәте бик яҡшы ҡуйылған. 16-сы мехбригаданың төп көстәренең ҡыйратылыуы, юҡҡа сығыуы хаҡында фашистар яңылышмай. Фронт штабының хәрби операция менән идара итерлек хәлдә түгеллеген дә немецтар бик яҡшы аңлай. Шуға күрә лә улар ҡалдыҡ көстәрҙе бер йоҙроҡҡа тупларлыҡ офицерҙың табылмаҫына, ундай сара күрелмәҫенә тулыһынса ышана. Айырым төркөмдөң фронт һыҙығын йырып үтеп, бригада штабына яһалған һөжүме совет армияһын “башһыҙ” ҡалдырыу өсөн махсус ойошторолғанын да аңлауы ҡыйын түгел. Тик улар ошо бригадала взвод командиры булып хеҙмәт итеүсе башҡортто, лейтенант Иштуған Ҡотлоғәләмовтың барлығын белмәй шул. Белһәләр, улай уйламаҫ инеләр.

Иштуған үҙенең хаҡ юлда булыуына тағы ла инанды. Бригада һынлы бригада менән командалыҡ итеү бурысын үҙ иңенә алды ул. Әсир фашистар уның хаҡлығын раҫланы ғына. Оҙаҡ уйланып торорға ваҡыт юҡ. Үҙ взводы һалдаттарын подразделениелар буйынса йүгертеп өҫтәмә күрһәтмәләр бирә башланы. Бер аҙҙан элемтәселәр урындағы бәйләнеш селтәрен ҡороп, подразделениелар менән Иштуғандың блиндажын тоташтырып өлгөрҙө. Хәрби совет ағзаһының тауышы сымдар аша аныҡ һәм ҡәтғи яңғыраны һәм подразделениелар унан фарман-бойороҡтар алды:

– Техник-тәьминәт ротаһы командиры майор Ковальчук, һеҙ мине ишетәһегеҙме?

– Техник-тәьминәт рота командиры майор Ковальчук һеҙҙе тыңлай, иптәш хәрби совет ағзаһы!

– Имен ҡалған барлыҡ техниканы яңынан байҡап сығырға. Эшкә ярарлыҡтарын тиҙ арала ремонтларға һәм тәғәйен взводҡа бүлеп бирергә! Башҡарылған эш хаҡында миңә докладывать итергә!

– Есть, иптәш хәрби совет ағзаһы, эшкә яраҡлы техниканы байҡап сығырға, ремонтларға һәм докладывать иитергә!

– Инженер-мина ротаһы командиры капитан Мальцев, һеҙ мине ишетәһегеҙме?

– Инженер-мина ротаһы командиры капитан Мальцев һеҙҙе тыңлай, иптәш хәрби совет ағзаһы!

– Ҡалҡыулыҡтың алғы, дошман позицияларына яҡын урындарына миналар һалырға. Бик һаҡ булығыҙ, дошман снайперҙары йоҡламай. Һуңынан миңә докладывать итергә!

– Есть, иптәш хәрби совет ағзаһы, ҡалҡыулыҡтың алғы, дошман позицияларына яҡын урындарына миналар һалырға һәм һеҙгә докладывать итергә!

– Разведка ротаһы командиры майор Дмитриев, мине ишетәһегеҙме?

– Разведка ротаһы командиры майор Дмитриев һеҙҙе тыңлай, иптәш хәрби совет ағзаһы!

– Тиҙ генә дошман позицияларына разведка ойоштороғоҙ. Немецтарҙың төп көстәренең координаталарын билдәләгеҙ. Мөмкин булһа, яңы мәғлүмәткә эйә тел алып ҡайтығыҙ. Офицер булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Разведканан ҡайтҡас, миңә докладывать итегеҙ!

– Есть, иптәш хәрби совет ағзаһы, дошман позицияларына разведка ойошторорға. Позицияларының координаталарын билдәләргә. Тел алырға һәм докладывать итергә!

Ораторлыҡ һәләте һоҡланырлыҡ ине Иштуғандың. Темәс педагогия училищеһында уҡыған сағында уҡ уҡытыусылары уның һәләтен күреп өлгөргәйне. 1939 йылда армияға алынғас бигерәк ярап ҡалды уныһы. Тәүҙә көнсығышта еңел танк бригадаһының зенитка батальонында курсант булып хеҙмәт итте. Ораторлыҡ һәләтен бында ла тиҙ күрҙеләр. Өс айҙан хәрби хеҙмәттә күрһәткән тырышлығы өсөн старшина итеп үрләтелде.

Армия срогын тултырып, инде тыуған яғына юлланырға тип йөрөгән сағында һуғыш башланып китә. Туғандары менән тиҙҙән осрашырбыҙ тигән өмөттәре селпәрәмә килә. Тап шул саҡта Иштуған Коммунистар партияһы сафына инә. Тыныс холоҡло, бер үк ваҡытта ярһыу йөрәкле егет фронтҡа ебәреүҙәрен һорап бер нисә тапҡыр ғариза яҙа. Етенсеме-һигеҙенсеме тапҡыр яҙғанында, әгәр ҙә уның ғаризаһындағы үтенесе ыңғай хәл ителмәһә, фронтҡа ҡасып китәсәге хаҡында белдерә. Шуны ла өҫтәп теркәй: бының өсөн уны барыбер атмаясаҡтар...

Кемделер нимәгәлер инандырыр өсөн үҙең дә тәүҙә шуға ышанырға тейешһең бит әле. Тап ошо ышаныс уны был аҙымға барырға этәрҙе лә инде. Иштуғанды әлеге мәлдә бер генә мәсьәлә борсой: нисек булһа ла дошманды ҡалҡыулыҡҡа үткәрмәҫкә. Бригаданың имен ҡалған көсөн бер йоҙроҡҡа тупларға һәм дошманға ҡаршы торорға. Ошо ғына бурыс. Ә ҡалғаны...

Алда нимә булыры хаҡында уйлана башлаһаң, хәҙер үк табан ялтыратырға йә булмаһа, ҡулдарыңды күтәреп, дошманға бирелергә генә ҡала. Байтаҡ ҡына һуғыш тәжрибәһе туплап өлгөргән Иштуған һалдаттар араһында бындай кәйефтең барлығын да белә. Икенсенән, аҙаҡ нимә булыры хаҡында бер нимә лә уйламай ул. Уны “самозванец” тип атауҙары ла, яуапҡа тарттырыуҙары ла бар. Әммә бригаданың иҫән ҡалған һалдаттары хаҡында борсолоу, фашистарға бер аҙым ерҙе лә бирмәҫкә теләү уны ошолай ғәҙәттән тыш аҙымға этәрҙе лә инде.

Эйе, уны һуңынан күп нәмәлә ғәйепләп атыуҙары ихтимал, әммә бригаданың әлеге фажиғә алдында торған сағында ул барыбер хаҡлы, һәм ул хәҡиҡәт өсөн үлеүе лә йәл түгел. Үлгән хәлдә лә уның намыҫы таҙа буласаҡ. Ахмаҡ ҡына икеләнмәй, шикләнмәй тиҙәр. Ә Иштуғандың әлеге ваҡытта икеләнергә һәм шикләнергә, был хаҡта уйланырға форсаты, ваҡыты юҡ.

Телефон аша взводтарға йөкләмә, бурыстар биргән саҡта 3-сө мотоуҡсылар батальоны командиры подполковник Медведев менән һөйләшкәндә тағы ла атаһының айыу менән көрәшкән ваҡиға иҫенә төштө. Быға Медведев фамилияһы ғына сәбәп түгеллеген дә яҡшы аңлай Иштуған. Ғөмүмән, иң ауыр мәлдәрендә ошо хәтирә уяна уның күңелендә.

Был хәлдең юҡҡа ғына шулай түгеллеген яҡшы аңлай лейтенант. Гүйә, атаһы улының ауыр хәлен аңлап ярҙам итергә теләй. Нимә әйтергә теләй һуң атаһы? Айыуҙың бында ниндәй ҡыҫылышы булыуы мөмкин икән һуң? Уйҙарҙы тыйып буламы икән һуң? Улар һуғышты ла, унда-бында ярылған туптарҙы ла бар тип тә белмәй...

...Атаһы айыу менән көрәшкән саҡта Иштуған малай ғына ине. Шуға был алышты әллә ни иҫләмәй ҙә. Атаһы айыуҙы нисек итеп йыҡҡанын ауылдаштарының береһе лә күреп өлгөрмәне шикелле. Шулай ҙа атаһының айыуҙы ҡороғул көйө һыртына йығып һалыуы Иштуғандың тиҫтерҙәре араһындағы дәрәжәһен бер башҡа күтәреп ебәрҙе. Кемдең улы бит әле ул: айыуҙы еңгән Ишбулаттыҡы. Әммә үҫә килә, танауы еҫ белә башлағас, атаһынан:

– Атай, һин теге саҡта айыуҙы нисек еңдең ул? Бөтәһе лә шул хаҡта һөйләй... Бына минең ысынын белгем килә. Айыу бит кешенән көслө, нисек итеп уны йығыуға өлгәштең? – тип һорай ҡуйҙы берҙән-бер көндө.

– Ярай, улым, үҫә килә барыһын да үҙең аңларһың әле. Дөрөҫ әйтәһең, айыуҙы ҡул көсө менән еңеү мөмкин түгел. Берәй урманға барғанда, өңөнә һуғылырбыҙ...

Уларҙың был һөйләшеүенән һуң йыл самаһы ваҡыт үткәс, көҙ көнө атаһы уны урманға үҙе менән бергә алды. Ауылдан уҡ йәйәүләп киттеләр. Ҡулдарына мылтыҡ менән балта ғына алдылар. Маҡсаттары – урмансы булып эшләгән атаһының биләмәләрен ҡарап ҡайтыу. Ҡара урманға ингәс, атаһы урынлымы-урынһыҙмы, уның менән ҡысҡырып һөйләшеп килә башланы.

– Атай, нишләп ҡысҡырып һөйләшәһең ул? Айыу беҙҙе алыҫтан уҡ, килгәнде ишетеп, ҡаса бит, – булды Иштуғандың атаһына биргән тәүге һорауы.

Бер йыл элек башланып өҙөлгән теге әңгәмә үҙенән-үҙе ошо рәүешле ялғанып китте. Баҡтиһәң, атаһының урманда башҡарған ғәмәлдәренең барыһы ла урынлы икән. Тағы ла шуныһы: урманда бер ниндәй ғәмәл дә былай ғына башҡарылмай, бер аҙым да осраҡлы яһалмай. Шулай ҙа атаһы хикмәт менән һөйләгәндәй тойолдо улына.

– Шым ғына йөрөһәң, айыуҙың ҡапыл өҫтөнә барып сығыуың бар, Иштуған улым...

– Ул сағында?

– Ул сағында, бигерәк тә, янында балаһы булһа, ҡыҙғанып кешегә ташланыуы бар...

– Кеше бит уға зыян килтермәй, атай. Балаһына ла...

– Һәр тере йән эйәһенә үҙенең балаһы ғәзиз. Мына һин – минең улым. Айыу килеп сығып, беҙгә зыян итмәһен өсөн дә мин ҡысҡырып һөйләшәм...

Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, атаһы ике ҡулын өҫкә күтәреп, айыу булып үкереп тә ебәрҙе. Бигерәк кинәйәле мәрәкә ине атаһының шулай ҡыланыуы. Ул айыу сүрәтендәге ҡыланышын шундай һүҙҙәр менән тамамланы:

– Урманда үҙеңдең барлығыңды айыуға аңғартып йөрөү яҡшы, балам...

– Бүрегәләме?

– Юҡ, бүре һинең урманда йөрөгәнеңде әллә ҡайҙан уҡ һиҙә. Ҡулыңда мылтығың бармы-юҡмы икәнлегеңде лә алыҫтан еҫкәп белә...

– Атай, бүре көслөмө, әллә айыумы?

– Ә бына һин үҙең нисек уйлайһың?

– Әллә? Атай, ә һин айыу менән бүренең һуғышҡанын күргәнең булдымы?

– Күргәнем булмаһа, һуғышҡандарын беләм...

– Улар нишләп һуғыша һуң?

– Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә. Бүреләр ҡыш көнө асығыуҙың һуңғы сигенә сыҡһа, өңөндә йоҡлаған айыуҙы уятып, күмәкләп ашағандары тураһында ишеткәйнем...

– Айыу көслө булғас, бүреләр уны нисек еңә һуң?

– Айыуҙың көсө – тырнаҡтарында, беләктәрендә, ә бүренеке – тештәрендә....

– Тештәрендә?

– Эйе...

– Улай булғас, һин теге Себер кешеһенең айыуын нисек итеп еңә алдың һуң? Айыу бит кешенән өс-дүрт тапҡырға көслөрәк. Ә һинең бүренеке кеүек тештәрең юҡ...

– Кемдер беләк көсө менән, кемдер аҡыл менән алдыра, улым. Иң мөһиме – айыуҙың йыртҡыслығы уяныуҙан алдараҡ өлгөрөп ҡалырға кәрәк...

– Нисек итеп өлгөрөргә?

– Айыу һинең изге ниәтеңде алдан белергә тейеш. Уға үҙеңдең ҡурҡҡанлығыңды белдермәү фарыз. Ҡурҡҡаныңды белдеме, хәҙер ташланып, ботарлап ташлаясаҡ.

– Шунан?

– Шунан ней шул...

– Ней шул?

– Бигерәк һорауың күп, улым...

– Миңә ҡыҙыҡ, атай...

Ишбулат улының һорауҙарҙы күп биреүенә зарланған булып ҡыланһа ла, Иштуғандың зирәклегенә ифрат шат. Эстән генә, улына күрһәтмәй генә, уғата шатланды атаһы. Әйтерһең дә, улының киләсәктә офицер булып, тотош ғәскәрҙең яҙмышын хәл итерлек тактик операциялар яһарға әҙерлеген тап шул көндө урманға икәүләп барғанда белгән атаһы. Шуға ла улының һорауҙары дөрөҫ юҫыҡта икәнде раҫлағандай, әйтеп ысҡындырҙы:

– Әйткәс, әйтәйем инде. Бәлки кәрәге тейер. Мин йәш саҡта теге айыуҙы тап бүре булып еңдем дә инде, улым. Бүре кеүек бармаҡтарымды боғаҙына батырҙым. Ҡапыл тын юлы быуылған айыу ауыр ит киҫәгенә әүерелә. Ул кәмит айыуы иң тәүҙә мине дуҫ итеп күрҙе. Һул ҡулымды кеҫәмә тыҡтым да, унан кәнфит йә шәкәр сығарырға булдым, йәнәһе. Башта уҡ айыуҙың күҙҙәренә тура ҡарап, уға үҙемдең дошманлыҡ мөнәсәбәтемде белдерһәм, шундуҡ тәгәрәтә һуға йә аяҡ-ҡулымды ботарлай ине. Әйтер һүҙем: йәнлекте унда йыртҡыслығы уянмаҫ элек йәнен алып өлгөрөргә кәрәк...

Ул көндө аталы-уллы Ишбулат менән Иштуған урманда хәтһеҙ генә йөрөнө. Тайыш табандың өңө янында ла булып киттеләр. Айыу өңөндә булмай сыҡты. Атаһы әйтеүенсә, балаһын өйрәтеп урман ҡыҙырған сағы. Тап урмансы Ишбулат кеүек. Ул да үҙенең балаһын күп нәмәгә өйрәтеп урман ҡыҙырҙы. Байтаҡ нәмәне аңланы Иштуған атаһынан. Үҙен борсоған һорауҙарына ла яуап таба алды.

Атаһы менән ошо һөйләшеүен иҫенә төшөргән Иштуған үҙалдына һөйләнеп алды: – ...Йәнлектең йыртҡыслығы уянып өлгөрмәҫ элек... Бүре булып боғаҙынан алдым...

Хәрби совет ағзаһы ҡалҡыулыҡтың иң бейек нөктәһендә позиция биләгән үҙ взводы һалдаттары араһынан ҡаҙаҡ егете Ҡайрат Исмәғилевте танып ҡалды.

– Рядовой Исмәғилев, минең янға! – тип бойорҙо.

Ҡайрат уның янына атылып килеп етте. Ҡулын каскаһына терәп честь бирҙе.

– Иптәш хәрби совет ағзаһы, рядовой Исмәғилев һеҙҙең бойороҡ буйынса килде.

– Ҡайрат, теге емдектәрҙе бында кире алып кил әле?

– Кемләрне, Иштуған әкә, әй, яңылыштым, ғуй, товарищ член военного совета? Кемләрне бында алып килергә?

– Емдектәрҙе, тим...

– Төсөнмәдем, ғуй, член совета... әкә?

– Пленға төшкән немец офицеры менән һалдатты, тим...

– Төсендем... Очтым... Бир аяғым монда, берсе тегендә...

– Разведка взводынан тылмасты ла саҡырырға онотма, взвод командиры ла килһен...

– Есть!

Туғандаш ҡаҙаҡ милләтенән булған Ҡайрат менән Иштуған һәр ваҡыт аңлашырға еңел булған туған телдәрендә һөйләшергә тырыша. Оҙаҡ ваҡыт һөйләшә-аралаша торғас, Иштуған ҡаҙаҡса, Ҡайрат башҡортса ап-аруҡ һупалай башланы.

Күп тә үтмәй рядовой Ҡайрат разведка взводы командиры, тәржемәсе оҙатыуында әсирҙәрҙе “Хәрби совет ағзаһы” блиндажына елтерәтеп килтереп еткерҙе. Әсирҙәрҙең ҡобаралары осҡайны. Үҙҙәрен атырға хөкөм иткәндәр тип уйлайҙар, күрәһең. Әммә лейтенант Ҡотлоғәләмовтың үҙен тыныс тотоуына ҡарап, улар йыуанып ҡуйҙы.

Иштуған уларҙың алдына карта йәйеп ебәреп, немецтарҙың позицияларының нисек урынлашыуы хаҡында һорауҙар бирергә тотондо. Бигерәк тә танк корпусының командованиеһы урынлашҡан нөктәләргә хәрби совет ағзаһы айырыуса ныҡ иғтибар итте. Тәржемәсенән немец офицерына биргән һорауҙарына яуаптарҙы ҡабатлап, яңынан әйттерҙе.

Икенсегә совет офицеры алдына килеп баҫҡан әсирҙәр тәүҙә ауыҙҙарына һыу уртлағандай ине. Күрәһең, эскән араҡыларының сарфыуы кәмеп, кикректәре бер аҙ шиңгәндер. Әммә Совет Армияһының хәрби совет ағзаһы, әгәр ҙә улар яңылыш мәғлүмәт бирһә, улар менән һөйләшеү бик ҡыҫҡа буласағына ишараланы.

– Әгәр ҙә һеҙ биргән мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тап килмәһә, артабан оҙаҡ йәшәй алмаясаҡһығыҙ. Шәхсән икегеҙҙе лә үҙем атып үлтерәсәкмен...

Хәрби совет ағзаһы билендәге кобураһын һыйпап ҡуйҙы. Әсирҙәрҙән алынған яуаптарға ярашлы, разведка взводы командиры майор Дмитриев үҙенең ҡуйын дәфтәренә фашистар яулаған позицияларҙың координаталарын билдәләне. Разведкаға барып килгән взвод командиры әсирҙәрҙең яуаптарын үҙенең билдәләре менән сағыштырып, хәрби совет ағзаһына доклад яһаны:

– Иптәш хәрби совет ағзаһы, немец офицерының мәғлүмәттәре разведка мәғлүмәттәренә бермә-бер тап килә. Һәр метрына тиклем. Офицер үҙ өлкәһендә профессиональ, күрәһең, махсус мәктәптә уҡығандыр...

– Беҙҙең боеприпастар бик һанаулы. Шуға күрә бер снаряд та яҙлығып атылырға тейеш түгел...

Майор Дмитриев хәрби совет ағзаһының ниәтен төшөнә башлағандай. Ул дошман позицияларының координаталары билдәләнгән картаны Иштуғандың алдындағы бүкәнгә йәйҙе.

– Бына, ҡарағыҙ, иптәш хәрби совет ағзаһы: немец офицеры биргән мәғлүмәт, ә бына быныһы – беҙҙеке...

– Айыуҙың йән ере уның боғаҙында... – Был һүҙҙәрен туған телендә шыбырлаған Иштуған фашистарҙың танк корпусы командованиеһының картала билдәләнгән нөктәһенә ҡәләме менән ҙур нөктә төрттө...

– Мин һеҙҙе аңламаным, иптәш хәрби совет ағзаһы, һеҙ ниндәй телдә әйттегеҙ ул?

– Туған телемдә, иптәш майор Дмитриев, мин былай ғына, атайымдың ҡасандыр миңә әйткәндәрен иҫемә төшөрҙөм...

Хәрби совет ағзаһы һике өҫтөнә йәйелгән карталағы айырым нөктәләргә ҡалын нөктәләр өҫтәне. Взвод командиры уның был билдәләренән “айырыуса иғтибар” тигәнде һүҙһеҙ ҙә аңлап өлгөргәйне.

– Беҙгә был мәғлүмәттәрҙе кемгә бирергә?

– Артиллерия ротаһына алып барығыҙ! Капитан Таратутаға. Уларға команданы рация аша үҙем бирермен. Орудиеларын координаталар буйынса төбәп әҙер торһондар!

– Есть!

Майор Дмитриев сығып барған еренән туҡталып ҡалды ла хәрби совет ағзаһы янына кире боролоп килде. Блиндажда үҙҙәренән башҡа кеше тыңламағанына инанғас ҡына:

– Иштуған... лейтенант, – тип өндәште.

– Хәрби совет ағзаһы, тип өндәшегеҙ миңә, иптәш майор, – Иштуған уны төҙәтергә ашыҡты.

– Эйе, хәрби совет ағзаһы, ну, был бит һин, Иштуған, – майор үҙен танығандан һуң да лейтенанттың тыныс ҡала алыуына бот сапты. – Мин һине башҡа берәү менән дә бутамайым. Беҙ бит өс йыл бергә киләбеҙ, Иштуған...

– Мин – Иштуған, һин – Олег, мин – лейтенант, һин – майор. Шунан ни әйтергә теләйһең, Олег?

– Мин һине шундуҡ таныным, тинем...

– Шунан?

– Шул...

– Һәр секунд беҙҙең яҙмышты хәл иткән саҡта кемдең кем икәнлеген асыҡлай башлаһаҡ, дошман танкылары беҙҙе тапап үтәсәк, иптәш майор. Мине бригада командованиеһы хәрби советы ваҡытлыса ошо урынға тәғәйенләне. Аңлашылдымы?

– Аңлашылды...

– Улайһа, минең приказды тыңла, иптәш майор, капитан Таратутаға координаталарҙы бир!

– Есть, бригада хәрби совет ағзаһы...

Биш минуттан артиллеристар әҙерлек һыҙығына баҫты. Координаталар билдәләнде. Көбәктәр төбәлде. Команда ғына көттөләр.

Хәрби совет ағзаһының был тактик алымы атаһы менән урмандағы әңгәмәһен иҫкә төшөргәндән һуң тыуҙы. Бигерәк тә атаһының “... Йәнлектең йыртҡыслығы уянып өлгөрмәҫ элек... Бүре булып боғаҙынан алдым...” тип әйткәндәре хәтерендә терелеүе уның аңын һеңгәҙәтте...

Эйе, эйе, нәҡ атаһы – теге саҡта Темәстә айыуҙы еңгән Ишбулат бәһлеүән нәҡ ошо мәлдә ярҙамға килде. Дөрөҫөрәге, урмансы Ишбулаттың тормош тәжрибәһен файҙаланырға ҡарар итте улы Иштуған.

Әсирҙәрҙең һүҙе буйынса фашистар әлеге мәлдә ямғырҙы файҙаланып байрам итә. Улар 16-сы мехбригада тар-мар ителгән тип иҫәпләй. Йәғни уларҙың яғынан ҡаршылыҡ көтмәй. Эйе, атаһы айыуға ҡаршы көрәшкән саҡта ла, тәүҙә уның кеҫәһенә күҙен һалып, унан шәкәр йә кәнфит сығарыуын көткән. Шул саҡта уның боғаҙына ташланып, быуып хәлһеҙләндергән. Йәнлектең йыртҡыслығы уянып өлгөрмәҫ элек. Фашистар байрам итә, араҡы шауҡымынан айнығып өлгөрмәҫ элек Иштуған да уларҙың боғаҙынан алырға, йәғни танк корпусының штабын бомбаға тоторға, корпусты башһыҙ, хәрәкәтһеҙ ҡалдырырға тейеш.

Хәрби совет ағзаһы рация аша артиллеристарға фарман еткерҙе:

– Артиллерия ротаһы командиры капитан Таратута! Минең приказды тыңлағыҙ! 1-се һанлы әҙерлек!

Рация аша капитандың ҡалын тауышы яңғыраны:

– Иптәш хәрби совет ағзаһы! Артиллерия ротаһы 1-се һанлы әҙерлектә! Артиллерия ротаһы командиры капитан Таратута!

– Дошман позицияларына ут асырға!

– Есть, ут асырға!

Артиллерия ротаһы командирының бойороғонан һуң һәр расчетта айырым бойороҡтар яңғыраны. Бер аҙҙан ауыр орудиелар бер-бер артлы дошман позицияларына залп бирҙе. Снарядтар бер-бер артлы танк корпусына табан осто. Уларға ҡойоп яуған ямғыр һис тә ҡамасауламай. Ер һелкенеп киткәндәй булды. Бинокленән күҙен алмаған Иштуған ямғыр ҡоршауҙары аша йәшен тиҙлегендә осоп үтеүсе, фашистарға үлем илтеүсе снарядтарҙы ғына шәйләп өлгөрҙө. Залп тағы ҡабатланды. Унан һуң “Орудиеларҙы яһарға!” тигән фармандар тағы ҡабатланды. Снарядтар тағы ла һыҙғырып осто. Барып төшкән урындары ҡуйы ағаслыҡтар араһына тура килгәнлектән, Иштуған улар шартлағандан һуң барлыҡҡа килгән ялҡын көлтәләрен генә шәйләне. Бер аҙҙан дошман позицияларын ҡара һөрөм ҡапланы. Фашист танкылары яна ине.

Бүре айыуҙың боғаҙына аҙау тештәрен батырҙы.

Еңеүен байрам итеүсе фашистар быны көтмәгәйне. Бәғзеләре янған танкыларынан ергә һикереп төшөп, ут ҡапҡан кейемдәрен һүндерергә теләп күләүектә аунаны, ҡар ҡатыш яуған ямғыр душына баҫты. Күптәре дөрләгән танкылары ҡоршауынан ҡотолоп сыҡһа ла, икенсегә төшөп ярылған снарядҡа эләгеп, үҙенең әжәлен тапты. Өлгөрмәгәндәре танкылары эсенән сыға алмайынса янды. Уларҙың тарафында оло тәртипһеҙлек, паника ҡупты.

10 минут самаһы дошман позицияларына снарядтар яуҙырғандан һуң орудиелар туҡталып ҡалды. Тирә-яҡта тынлыҡ. Хәрби совет ағзаһы бындай тынлыҡтың асылын бик яҡшы аңлай. Ул бары тик оло дауыл алдынан күҙәтелә торған тынлыҡ. Тынлыҡ ни тиклем оҙаҡҡа һуҙылһа, дауылы ла хәтәр була торған. Шуға күрәлерме, күңел уның тиҙерәк тамамланыуын, дауыл башланырын теләй кеүек.

“Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тигән йола бар тыуған ауылы Темәстә. Был йола буйынса, берәүгә алыҫтан ҡунаҡ килһә, хужа кеше ҡунаҡ күрһәтергә – “ҡунаҡ янына” тип ауылдан туғандарын, күршеләрен саҡыра. Урындағы лөғәтсә әйткәндә, тауыш итә. Килеүселәр быға яуап итеп, ҡунаҡты ошо мәжлестә булыусылар менән бергә үҙе лә саҡырып һыйларға тейеш. Был осраҡта “ҡунаҡ яны” “ҡунаҡ ялы” менән алмашына. Тап шуның кеүек Иштуған фашистарҙың яуап һүҙен көттө. Баҡһаң, фашистар ҙа башҡорттарҙың был йолаһын белә булып сыҡты. Тынлыҡ биш минут самаһы һуҙылдымы-юҡмы, күҙгә күренмәгән фашист танкылары, барыһы ла бер юлы ҡалҡыулыҡҡа төбәп, тәртипһеҙ рәүештә ут асты. Дөрөҫөрәге, улар асыу ғына сығарҙы. Сөнки танкыларҙың көбәгенән ысҡынған снарядтар бригада биләгән ҡалҡыулыҡтың битләүенә, Иштуған ултырған блиндажға 200 – 300 метрға етмәйенсә, ярыла.

Фашист танкылары байтаҡ ҡына ваҡыт асыу сығарҙы. Әммә улар снарядтарының елгә осҡанын, һауаға атҡандарын тиҙ абайланы, булһа кәрәк, тиҙ арала тынып ҡалдылар. Хәҙер ҡарышлауыҡтар хәрәкәткә киләсәк, ҡалҡыулыҡҡа морон терәгәс, атыу тауыштары тағы ла яңғыраясаҡ. Ул сағында инде Иштуғандың тәүге позицияны биләгән взводы уларҙың тәүге һөжүмен ҡабул итеп аласаҡ. Фашистар икенсе, уларға яҡынлаған позициянан тороп ут асҡанға тиклем мехбригаданың ПТР взводы, миномет расчеттары уларҙың был ниәтен бойомға ашырырға юл ҡуймаҫҡа бурыслы.

Хәрби совет ағзаһы рация аша подразделениеларға фармандарын еткерә башланы:

– Бөтә подразделениеларға! Барлыҡ артиллерия расчеттарын, пушкаларҙы, минометтарҙы 200 метрға алға күсерергә. Кисекмәҫтән, 5 минуттан приказдың үтәлеше хаҡында доклад яһарға!

Расчеттар командирҙары хәрби совет ағзаһының был фарманын күрәләтә үлемгә барыу тип баһаланы булһа кәрәк, бер-икеһе ҡаш йыйырып, яурындарын һикертеп рация аша лейтенантҡа бер-бер артлы үҙ дәғүәһен белдерҙе:

– Иптәш хәрби совет ағзаһы, алға шылыу күрәләтә үлемгә барыу була түгелме?

– Иптәш хәрби совет ағзаһы, фашист танкылары аҫтында тапалырға башыбыҙ ике түгел! Приказығыҙҙы юҡҡа сығарығыҙ!

– Иптәш...

Үҙенә ҡаршы сығыусыларҙы күреп шартларҙай булып тулышҡан Иштуған саҡ-саҡ “Разговорчики!” тип ҡысҡырып ебәрмәне. Үҙ-үҙен тыйып өлгөрҙө. Был һүҙҙе әйтеп ысҡындырһа, уны күптәр мотлаҡ таныр ине.

– Кем унда хәрби советтың ҡарарына ҡаршы сыға? Приказдарға дәғүә белдерелмәй, приказдар үтәлә. Трибуналға баҫырға итәһегеҙме? Барлыҡ артиллерия расчеттарын, пушкаларҙы, минометтарҙы 200 метрға алға күсерергә. Кисекмәҫтән приказдың үтәлеше хаҡында доклад яһарға!

Был һүҙҙәренән һуң подразделение командирҙары майланған ҡайыш хәленә килде. Бер нисә минуттан һуң улар командирҙың приказын үтәү тураһында доклад яһарға тотондо. Иҫән ҡалған барлыҡ расчеттар ҡалҡыулыҡтың ситенә тиклем алып барып ҡуйылды. Хәҙер инде дошман позицияһы ус эсендәгеләй булып күренеп тора. Иң алда тороусылар ҡалҡыулыҡ аҫтындағы ҡара һөрөм томан менән ҡушылып ҡапланған майҙанға морон төртөп фашист танкылары килеп сыҡҡанын күреп ҡалды.

Биш минуттан инде хәрби совет ағзаһының хаҡлығы бермә-бер раҫланды. Уның фарманына дәғүә белдереүселәр телдәрен арҡыры тешләрҙәй булды. Байтаҡ ҡына ара алға күсеп ултырып, барыһы бер юлы тиерлек залп биргән немец танкыларының снарядтары расчеттарҙың өҫтөнән һыҙғырып үтеп, бынан биш минут элек улар биләгән урынға төшөп ярыла башламаһындармы. Әгәр ҙә элекке урындарында ҡалған булһалармы? Ул сағында ер менән тигеҙләнер инеләр. Һуңынан фашистарҙың ауыр танкылары уларҙы ер менән тигеҙләп үтер ине. Бригаданың аҡтыҡ көстәрен хәрби совет ағзаһының һуғыш тактикаһын яҡшы белеүе, тәүәккәллеге ҡотҡарҙы.

Фашистар снарядтарын йәлләмәне, әммә уларҙың береһе лә сәпкә эләкмәне. Уларҙың “тейһә – тейенгә, теймәһә – ботаҡҡа” тигән принцип менән эш итеүе шуны ла раҫлай: беренсенән, яңы ғына үҙҙәренең еңеүен байрам итеүсе дошмандың личный составы иҫерек килеш һуғыша, икенсенән, был уларҙың берҙән-бер юлы, сөнки бригаданың ҡалдыҡ көстәренең ҡалҡыулыҡта урынлашыуы – уларҙың өҫтөнлөгө. Фашистар атҡан снарядтарының сәпкә тейеүе-теймәүе хаҡында белә алмай, сөнки күрмәй.

Хәйләһеҙ донъя – файҙаһыҙ. Һуғышта ул тактика тип атала. Немец танкылары тынып ҡалғас, хәрби совет ағзаһының рация аша фарманы яңғыраны:

– Барлыҡ минометтарға һәм пушкаларға фашист танкыларына, броняны тишә торған снаряд менән, ут асырға!

Һәр бер расчетта бер-бер артлы уның командаһы ҡабатлап яңғыраны. Фарманда “броняны тишә торған снаряд” тип әйтелһә лә, артиллеристар ниндәй снарядтары ҡалған булһа, шуны файҙаланды. Бер аҙҙан фашист танкылары өҫтөндә ел-дауыл уйнарға тотондо. Тағы ла күпмелер ваҡыт үтеүгә һауаға ҡара һөрөм күтәрелде. Хәрби совет ағзаһы йәнә телгә килде:

– Атыуҙы туҡтатып торорға! Снарядтарҙы һаҡларға! Позицияларҙы ташлап китмәҫкә!

Тик яу мәлендә генә була торған сәйер тынлыҡ урынлашты. Шылт иткән дә тауыш ишетелмәй. Әйтерһең дә, әле генә артиллерия тауыштары геүләмәгән кеүек. Фронт юлдарында тотош ғүмергә тиң тәжрибә туплаған Иштуған бындай тынлыҡта мәкер яралғанын да яҡшы аңлай. Әммә килеп тыуған хәлдең үҙҙәренең файҙаһына икәнлеген дә яҡшы белә ул. Шуға күрә үҙенә һорау һәм үтенес менән баҡҡан подразделение командирҙарына ул үҙенең ихтыярын шундай һүҙҙәр менән еткерә, командирҙарҙың ышанысы аша үҙен дә нығыта:

– Бер аҙым да сигенмәҫкә!

Хәрби совет ағзаһы иҫтәренә килгән фашистарҙың артабанғы тактикаһын күҙалланы. Улар алданғанын аңлағас, танк көбәктәрен аҫҡа төшөрөп, ҡалҡыулыҡтың моронона тиклем күсеп ултырған бригаданың имен ҡалған көстәренә атырға тырышасаҡ. Әммә уларға зыян итә алмаясаҡ фашист танкылары.

Күҙаллауы раҫланды. Хәҙер фашист танкыларының снарядтары ҡалҡыулыҡтың итәгендә ярыла башланы. Ҡайһы бер снарядтар миналарға барып төшөп, ике шартлау бергә ҡушылып, ҡолаҡ тондорғос тауыш хасил була. Немецтарҙың был атыуы асыу сығарыуға ғына тиң ине.

Әммә уйланып торорға ваҡыт юҡ. Хәҙер инде тамам айныҡҡан, алыштағы ситуацияға баһа бирә алырлыҡ хәлгә килгән дошман ҡалҡыулыҡты тураға менеп яулап булмаҫлығын аңлап, уны ике яҡтан уратып үтеп, бригаданы ҡамауға алырға ынтыласаҡ. Уларҙан алда өлгөргәндә генә атакаларын кире ҡағып буласаҡ. Хәрби совет ағзаһының артабанғы фармандары яңғыраны:

– Танк полкы командиры минең янға килһен. Ҡалғандар әлеге позицияла икешәр пушка һәм миномет ҡалдырып, ҡалғандарын ҡалҡыулыҡтың ике яҡ ҡабырғаһының моронона күсереп ултыртырға...

Хәрби совет командиры янына танк полкы командиры подполковник Захарченко йүгереп килеп етте.

– Иптәш, хәрби совет...

– Ваҡыт тар, подполковник, нисә танкың ҡалды?

– Ике танк, тағы ла икеһе ремонтта, тиҙҙән әҙер буласаҡ...

– Бер танкыңды ҡалҡыулыҡтың һул яҡ ҡабырғаһына, икенсеһен уң яҡ ҡабырғаһына ҡуй. Фашист танкылары хәҙер беҙҙең рубежды ике яҡтан уратып алырға тырышасаҡ. Иң тәүге һөжүмде ҡабул итергә тейешһең...

– Есть...

Фашистарҙың ҡалҡыулыҡты уратып алыу маҡсатында яһаған хәрәкәте тағы ла уңышһыҙ тамамланды. Танкыларҙың ҡалҡыулыҡҡа һырт биреп үтеүе бригада артиллерияһына уларҙы ҡыйратыу өсөн тағы ла күберәк мөмкинлек бирҙе. Сәптәр ике тапҡырға ҙурайҙы ғына. Ике яҡтан да тиҫтәләгән танк ҡара һөрөм сығарып туҡталып ҡалғас, фашистар был уйынан шундуҡ баш тартты. Гудериандың данлыҡлы “Пантера”лары һәм “Юлбарыҫ”тары совет орудиелары атып еткерә алмаҫлыҡ арауыҡҡа сигенде.

Бригадаға ял итеү, көстәрҙе барлау, артабанғы һөжүмде кире ҡағыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ул арала ҡояш байыны, донъя ҡараңғылыҡ юрғанын ябынды. Хәрби совет ағзаһы рация аша подразделениеларға фарманын еткерҙе:

– Старшиналарға һалдаттарға ашарға таратырға. Ял итергә. Әммә бер күҙегеҙ йоҡола, икенсеһе өкөлә булһын. Таң атҡансы дошман танкылары ҡалҡыулыҡҡа һөжүм итергә баҙнат итмәҫ. Таңғы һөжүмде кире ҡағырға әҙерләнергә! Разведка ротаһы командиры майор Дмитриев!

– Майор Дмитриев һеҙҙе тыңлай, иптәш хәрби совет ағзаһы!

– Дошман тылына разведка ойоштороғоҙ, улар немецтарҙың артабанғы ниәтен асыҡлаһын!

– Есть, иптәш хәрби совет ағзаһы, дошман тылына разведчиктар ебәрергә!

Иштуғандың һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты. Разведчиктар ҡулға алған әсир танкист немецтарҙың ҡалҡыулыҡҡа һауанан һөжүм итеү өсөн хәрби самолеттарҙы көтөүе хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Фашистарҙың көндәре һанаулы, уларға меңдәрсә саҡрымдарға һуҙылған Көнбайыш фронтта совет ғәскәрҙәренә ҡаршы тороу еңел түгел. Шуға күрә Иштуған Гудериандың танкыларына ярҙамға самолеттар ҙа, артиллерия расчеттары ла килеп етмәҫен яҡшы белә. Әммә Гудериан танкылары ярҙам килеүен көтөп кенә ултырмаясаҡ. Төрлө юлдар менән һөжүм итеп ҡалҡыулыҡты ҡулға төшөрөргә тырышасаҡ. Ә уларға иһә төп көстәр килеп еткәнсе дошманды үткәрмәү бурысы тора.

Бригада дүрт тәүлек буйына дошмандың атакаһын кире ҡаҡты. Һуңғы снарядтар атылып бөттө. Ерҙән көткән ярҙамды күктән көтөп алдылар. Дүрт тәүлек буйына йоҡо күрмәгән яугирҙар совет истребителдәренең геүләүен ишеткәс, иркен тын алғандай булды. Төп көстәрҙең килеп етеүен һөйөнсөләне һауалағы тимер ҡоштар. Һуңғы снарядын күтәргән Анаклычев шатлығынан ергә ҡолап китте лә ҡысҡырырға тотондо:

– Иптәш хәрби совет ағзаһы! Үтә алманы фашистар, ур-ра, йәшәһен данлыҡлы Совет Армияһы! – Ул нисек ҡолап киткән булһа, шундай етеҙлектә аяғына һикереп баҫып, снаряды менән орудиеһын яһаны. – Тыуған ил өсөн, Сталин өсөн! – дошман танкыларға атып та ебәрҙе.

...Ҡалғанын хәрби совет ағзаһы төшөндә кеүек кенә хәтерләй. Ваҡытында килеп еткән совет танкылары авиация ярҙамында Гудериандың ҡалдыҡ көстәрен тиҙ арала юҡ итте. Лейтенант Иштуған Ҡотлоғәләмов үҙенең блиндажынан сығыр алдынан плащ-бөркәнсеген сисеп ырғытты. Уның үҙенең взводына барып ҡушылғанын башҡа подразделение командирҙары күрмәй ҙә ҡалды. Бригаданың иҫән ҡалған яугирҙарын хәрби техникаһы менән ҡуша яңы хәрби берәмеккә беркеттеләр. Разведка ротаһы командиры майор Дмитриев хәрби совет ағзаһының ысынында кем булғанлығын таныусыларҙы бер урынға йыйып лейтенант Ҡотлоғәләмовтың батырлығы хаҡында “өҫкә” хат яҙҙылар, Герой исеменә лайыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Һөҙөмтәлә Иштуғандың түшенә ни бары Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ҡаҙалды.

Совет ғәскәрҙәре Будапештҡа ингәс, майор Дмитриев лейтенант Ҡотлоғәләмовҡа бер нисә биттән торған хат тотторҙо:

– Был беҙ ижад иткән хаттың күсермәһе. Һуғыштан ҡайтҡас, ейәндәреңә уҡырһың. Бәлки, һинең хаҡта әҙәби әҫәр яҙырға теләгән берәй яҙыусы ла табылыр...

– Һин һаман да бер үк балыҡ башын сәйнәйһең, Олег, эш исем-наградала ғынамы?

– Үкенескә күрә, братан, һуғыш та бюрократизмдан азат түгел шул. Һиңә тигән Герой орденын, моғайын, берәр тыл ҡомағы үҙенә алып таҡҡандыр. Ә мин һиңә теге, Украина һаҙлығында, немец снайперын юҡ иткән өсөн беренсе, ҡалҡыулыҡтағы батырлығың өсөн икенсегә Герой исеме бирер инем...

– Иҫән-һау тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтып етһәк, шул булыр беҙгә награда, Олег, юҡҡа башың ҡатмаһын. Бына ул яуҙан да тере килеш сыҡтыҡ. Шул етмәйме ни беҙгә?

– Юҡ, братан, һинең батырлығың барыбер ҙә бер баһаһын алыр. Беләһеңме, беҙгә юғарыла нимә тип әйткәндәрен?

– Нимә тинеләр һуң? – Иштуғанға Дмитриев менән һөйләшеү ҡыҙыҡ була башланы.

– Һеҙҙең бригада юҡ ителде, башҡа хәрби берекмәгә беркетелде. Шуның өсөн лейтенант Ҡотлоғәләмовҡа Советтар Союзы Геройы исемен бирәйекме, тиҙәр. Ҡотлоғәләмов һымаҡтар миллион, тиҙәр. Эт талағырҙар! Үҙҙәрен шул ҡалҡыулыҡ башына теҙеп дошманға ҡаршы ҡуйырға ине лә бит, бәлки, беҙҙе аңларҙар ине...

Иштуған майор Дмитриев биргән хатты тыуған яғына алып ҡайта. Тәүге осорҙа яҡташтары был хатҡа әллә ни әһәмиәт бирмәй. Һуңынан хат юғала. Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында. Ысын батырлыҡ матур маҡтауҙарға мохтаж түгел шул.

Күҙгә төйөлгән йәштәр


1945 йылдың яҙы. Совет Армияһының бер-бер артлы еңеүҙәр яулап, Гитлерҙың ояһы Берлинға яҡынлашҡан сағы. Иштуған Ҡотлоғәләмов хеҙмәт иткән хәрби берәмеккә Австрия һәм Чехословакия территорияһында баш һалырға теләмәгән фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеү бурысы ҡуйыла. Прага ҡалаһына етәрәк өс урында уларҙы дошман тәүҙә ут асып, унан һуң аҡ байраҡ күтәреп ҡаршылай. Ҡала халҡы иһә еңелеү белмәгән армия һалдаттарын урамдарға, йорттарының балкондарына сығып тәбрикләй. Малайын етәкләгән велосипедлы бер ханым Иштуған менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә тәҡдим итә. Фотолар әҙер булғас, уны-быны уйламаған лейтенант ауылға кәләшенә ебәрә. Алты йыл буйына ирен күрмәгән, өҙөлөп һағынған Әсмәнең уға яҙған яуап хаты бик ҡыҫҡа һәм ҡәтғи була: “...Мин һине һуғышып йөрөйһөңмө, тиһәм, үҙеңә оҡшаған малайың бар икән...” Праганы фашистарҙан азат иткән көн Иштуған өсөн ана шундай, бигүк күңелле булмаған хәтирә менән дә иҫтәлекле.

Артабан баш ҡала халҡы совет һалдаттарын һәм офицерҙарын фатирҙарына саҡырып һыйларға, шул рәүешле рәхмәтен белдерергә тотона. Лейтенант Иштуған Ҡотлоғәләмовты биноклдәр етештереүсе фабрикант йортона алып ҡайта. Ҡунағына бинокль һәм компас бүләк итә.

– Һеҙҙең һәр бер теләгегеҙҙе үтәргә әҙербеҙ. Иң тәүҙә һеҙгә нимә кәрәк? – ти уға хәстәрлекле хужа.

– Мунса, – тип яуаплай лейтенант.

Хәлле генә фабрикант йортоноң бер бүлмәһе мунса икән дә. Ваннаһы ла иркен, ҙур, йөҙөп-сумып йөрөрлөк. Бындай интерьерҙы тәүге тапҡыр күрә ҡунаҡ. Өс сәғәткә һуҙыла уның чех ваннаһы эсендәге тән яҙыуы. Йыуынып сығыуға ҡунаҡ бүлмәһендәге бай ғына табын артында совет офицерын хужа, уның ҡатыны, улы, ҡыҙы, атаһы һәм әсәһе көтә. Иштуған ординарецын саҡырып индерә. Ҡунаҡ бүлмәһенең бер яҡ стенаһында шкафтар теҙелеп киткән. Шкафтарҙың һәр бүлемендә бер сортлы спиртлы эсемлек. Һәр эсемлекте тик үҙ рюмкаһы менән генә эсәләр икән чехтар.

– Ниндәйен эсәһегеҙ? – Иштуғанға шулай мөрәжәғәт итә йорт хужаһы. Юғалып ҡалмаған офицер:

– Үҙегеҙ ниндәйҙе эсһәгеҙ, мин дә шундайҙы эсәм, – тип яуаплай.

Фабрикант өҫтәлгә ҡыҙыл шарап ултырта. “Эх, ҡыҙылды ултыртты бит...” тип уйлап ҡуя, биш йыл буйына үтәнән-үтә күренгән “нарком”дың ҡатырағын йотоп өйрәнгән лейтенант. Әммә ҡыҙыл булһа ла, йотоп ебәргәс, үҙе һуңынан тыуған яҡҡа ҡайтҡас һөйләгәндәй, “дыңҡ” итеп ҡала. Шарап, күрәһең, ҡаты ғына булып сыға. Бер аҙ ашап алғас, хужа:

– Мәскәүҙе тыңларға теләйһегеҙме? – тип һорай.

– Нишләп теләмәҫкә, ти, би-ик тағы ла нисек тыңлағыбыҙ килә! – тип ҡуя совет офицеры.

Европа цивилизацияһының тағы бер хикмәте. Баҡтиһәң, бер яҡ стена ике бүлемле икән, уртаһына радиоалғыс беркетелгән. Бер мәл радионан Левитандың мәғрур тауышы яңғырай: “Мәскәү һөйләй! Мәскәү һөйләй! Мәскәү һөйләй!” Диктор Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуы, Гитлер фашизмының ҡыйратылыуы хаҡында мәғлүмәт еткерә. 9 май көнө була был. Үҙ иленең патриоты булған чех фабриканты еңеү өсөн тост әйтеп бокал күтәрә:

– Һуғыш хаҡындағы хәҡиҡәтте беҙ нәҡ ошо радио аша, Левитандың һөйләүенән белеп торҙоҡ. Беҙ һеҙҙең ниндәй ҡалала ғына түгел, ниндәй урамда икәнлегегеҙҙе, ниндәй ауылды йә ҡаланы азат итеүегеҙҙе ишетеп ҡыуандыҡ. Ниһайәт, бына һеҙҙе үҙебеҙҙең илебеҙҙә, баш ҡалабыҙҙа, йортобоҙҙа көтөп алыуға өлгәштек.

Иштуғандың күҙҙәренә әсе йәштәр тығыла. Ҡысҡырып илап ебәреүҙән көскә тыйыла ул. Күңелендә оҙайлы йылдар, айҙар, көндәр, сәғәттәр, минуттар, секундтар буйына йыйылған хәсрәт быуаһы йырылырға ғына тора. Совет Армияһы мәктәбе, хәрби дисциплина, патриотизм тойғоһо уны ошо рәүешле эстән генә иларға күнектергән шул. Әммә тыуған яғына ҡайтып ҡәһәрле һуғыш үҙ мөһөрөн һалып һәм айырым кешеләрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында иң артта ҡалған хужалыҡтарҙы етәкләгәндә, малдар аслыҡтан ҡырылғанда, кешеләрҙе юҡлыҡ, мохтажлыҡ ҡамсыһы ҡайыҙлағанда, ошоларҙың барыһын да йөрәге аша үткәреп, чех фабрикантының ҡунаҡсыл йортон, Еңеү көнөндә әйткән һүҙҙәрен, был ил халҡының йәшәү шарттарын иҫенә алып, был хаҡта иң яҡындарына бәйән итеп: “Эй-й-й-й-й-й-й...” – тип тағы ла күҙҙәренә йәштәр тығыласаҡ әле ул.

Кем белә, бәлки, Бөйөк Еңеүгә өлгәшкән Бөйөк илдең үҙ илендәге әсенеүле яҙмышы ла күҙ йәшенә әүерелеп атылғандыр. Әммә Иштуған түгелеп китеп, рәхәтләнеп илай алманы. Үкенескәме, бәхеткәме, һуғыш был быуынды иламаҫҡа өйрәткәйне шул.

Иртәгәһенә фабриканттың улы еңел машинаһына ултыртып, Иштуғанға Прага ҡалаһын күрһәтеп алып йөрөй. Иҫтәлекле урындарҙа булалар. Фотоға төшәләр. Һыра заводына ла һуғылалар. Үҙҙәре күтәрә алырлыҡ ҡына мискәне һалып алып, кире йортҡа ҡайталар. Байрам табыны дауам итә. Еңеүселәр үҙҙәрен ҡунаҡ итеүсе чехтарҙың иркенә ҡаршылашмай.

Ни тиһәң дә...

Ҡунаҡ – Аллаһтың илсеһе...

Ҡунаҡ – хужаның ишәге...

Шул уҡ ваҡытта...

Өс көн ҡунаҡ, өс көндән һуң муйнаҡ...

Ҡунаҡтарға килә белгән кеүек, китә белеү тигән йола бар...

Өс көндән һуң уларҙы Праганан утыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Пешт тигән ҡалаға урынлаштыралар. Тағы ла ҡалала йәшәргә, тарихи урындарҙы күрергә, ҡунаҡ булырға теләүселәргә: “Һеҙ әлегә ҙур ҡалала йәшәргә, мәҙәниәтле ял итергә өйрәнмәгәнһегеҙ”, – тип тыя юғары командование. Дүрт йыллыҡ оҙайлы һуғышта туҡтауһыҙ кешеләр йән биреүенән, ҡалалар, ауылдар емерелеүенән, һыуығынан, аслығынан, бер юлы меңәрләгән мәйеттән башҡа нәмә күрмәгәнлектән эт ҡайышына, ҡатҡылға әйләнеп бөткән яугирҙан ниндәй “мәҙәниәт” талап иткәндер инде һуғыш хакимдары, шуныһы ғына аңлашылмай. Һуғыштан һуң был хаҡта яҡташтары менән әңгәмә ҡорғанда, Иштуған батыр шулай тип кенә әйтеп ҡуйыр: “Эй-й-й-й-й-й-й-й...” Ошолай әйтеүенә барлыҡ әрнеүҙәрен дә, йөрәк яныуҙарын да, үкенестәрен дә һыйҙырыр ул, бүҫкәртер ҙә...

Пештта бер ай ятҡандан һуң, юғары командование подразделение командирҙарын саҡырып ала ла:

– Үҙегеҙ менән өсәр хәрби комплект алығыҙ һәм бөтә төр ҡоралығыҙ, айлыҡ аҙыҡ запасы менән платформаға килеп, составтарға тейәлегеҙ...

Кисә генә еңеүгә өлгәшкән һалдаттар үҙҙәренең бер ҡатлылығына, эскерһеҙлелегенә барып, тыуған яҡтарына трофей тейәп ҡайтаралар, яҡташтарына, туғандарына бүләк була икән, тип шатлана. Күптәр тиҙҙән туғандары, һөйөклө кәләштәре, балалары менән бәхетле осрашыу мәлен күҙ алдына килтереп ләззәтле минуттар кисерә.

Тиҙҙән ауыр составтар ҡуҙғалып китә. Бер аҙҙан Брест хәрби ҡәлғәһе аша тыуған ил биләмәләренә килеп ингәс, емереклектәрҙән харабаға әүерелгән тыуған илде күргәс, Иштуғандың күҙҙәренә тағы ла йәштәр тығыла. Составтағы башҡа һалдаттарҙың, офицерҙарҙың күҙҙәрендә лә йәш. Тик ҡысҡырып илаусы ғына юҡ. Поезд бригадала хеҙмәт итеүсе хәрбиҙәрҙең ҡайһы берҙәренең тыуған ерҙәре аша туҡтамайса үтеп киткәс кенә, һалдаттар аңына килә. Улар өсөн һуғыш тамамланмаған икән әле...

Поезд Мәскәүгә инеп тормайынса, Урал тауҙары яғына йүнәлеш ала. Составтың Силәбе ҡалаһында өс көн туҡталып торасағы хаҡында ишеткән лейтенант Иштуған Ҡотлоғәләмов, өс көнгә отпуск һорап, рапорт яҙа. Унда 1939 йылда әрмегә алынғандан һуң донъяға килгән улы барлығы, уны күрергә теләүе хаҡында ла иҫкә алырға онотмай. Үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. Туғандары менән осрашыуҙы тиҙләтергә теләгәндәй, яугирҙың йөрәге йышыраҡ тибә башлай. Ул саҡ ҡына күҙҙәрен йомоуы була, йәмле Һаҡмар туғайҙары, мәғрур Ирәндек һырттары алдына килә.

Силәбе ҡалаһына еткәс кенә уға тыуған яғына ҡайтып килергә рөхсәт ителә. Лейтенант өҫ-башын рәтләп, туғандары менән осрашырға әҙерләнә башлай. Шәхси әйберҙәрен барлай. Үҙенсә туғандарына бүләк, күстәнәс хәстәрләй. Билдәләнгән станцияға етәрәк, Иштуғандың дежурлығы ваҡытында төндә артиллерия взводында һәм разведка ротаһында хеҙмәт итеүсе ике һалдаттың ҡасҡанлығы асыҡлана. Зыҡ ҡубып эҙләйҙәр. Улар ҡасыр алдынан яуҙаштарына шулай тип әйтеп киткән була: “Бер уттан икенсе утҡа инергә теләмәйбеҙ. Беҙҙе япондарға ҡаршы һуғышырға алып китеп баралар...”

Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, ошо сәбәпле Иштуғанға ҡайтып туғандарын күреү юлы ябыла. Һәр ваҡыттағыса: “Эй-й-й-й-й-й-й...” – тип әйтергә генә ҡала. Поезд Силәбелә өс тәүлек торғандан һуң Алыҫ Көнсығышҡа табан һуҙыла. Читаны үтеп Монголия территорияһына барып еткәс кенә хәрби техниканы бушатырға, маскировать итергә фарман бирелә.

Иштуған хеҙмәт иткән корпус генерал-полковник Кравченко етәкселегендәге 6-сы танк полкы составында маршал Толбухин командалыҡ иткән Байкал арты фронтында ҡатнаша. Июль айы үтеп, 9 август таңында япондар оборона тотҡан ергә килеп етә. Һис ниндәй артәҙерлекһеҙ-ниһеҙ уларға туранан-тура һөжүм итә совет ғәскәрҙәре. Иң тәүҙә легендар “Т-34” танкылары ҡуҙғала. Тегеләр пушкаларынан танкыларға ут аса. Гитлер фашизмына ҡаршы көрәштә артиллерияны хәрби һөнәр кимәлендә үҙләштергән лейтенант япондарҙың был йәһәттән нимәгә һәләтле булыуҙарын күрергә теләй. Уларҙың пушкаларынан сыҡҡан снарядтарҙың совет танкыларына килеп бәрелеп, туп һымаҡ ҡаҡлығып, ситкә осоп киткәнлеген күргәс, барыһын да аңлай тәжрибәле яугир: япон милитаристары менән һуғыш оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ.

Совет армияһының ҡеүәтле техникаһы биш минут эсендә япондар оборонаһын өҙөп, уларҙың төп көстәре урынлашҡан плацдармдың өҫтөнә барып менә. Япон ғәскәрҙәрендә оло паника ҡуба. Тере ҡалғандары ҡоралдарын ташлап шундуҡ ҡул күтәрә, ҡаршы торғандар юҡ ителә. Артабан хәрби корпус тау артылып, тау төшөп, бер туҡтауһыҙ 650 саҡрым юл үтә. Юлында осраған хәрби подразделениелар саҡ ҡына ҡаршылыҡ күрһәткәндән һуң барыһы ла тотҡарлыҡһыҙ пленға бирелә.

Совет һалдаттары һәм хәрби техникаһы һыуһыҙ интегә. Уларҙың юлында һис бер йылға ла, күл дә осрамай. Сарсауҙарының һуңғы сигенә барып етә һалдаттар. Радиаторҙарында һуңғы тамсыһына тиклем һыуҙары быуға әүерелеп осҡас, хәрби техника ла берәм-берәм эшлектән сыға бара.

Кемдер үҙе белгән ҡәҙәре дини ғилемен иҫенә төшөрөп, Хоҙайҙан ямғыр һорай. Үтенә. Ялбара. Зар ҡыла.

Ишетә Хаҡ Тәғәлә уларҙың зарын. Бер мәл күктән ишелеп төшә һыу. Кем белә, бәлки, утты-һыуҙы кисеп утыҡҡан совет ғәскәрҙәренә ҡаршы тора алмаған илдең көсһөҙлөгөн күреп, Хоҙай уларҙың артабан ҡырылыуын да теләмәйме? Әллә инде Иштуған кеүек оҙон һәм ауыр фронт юлдарын үтеп, күҙҙәренә тығылған йәштәрен йырып ебәреп, һуғыштың ҡот осҡос ҡаты аяуһыҙлығынан ҡатҡылға әүерелгән күңелдәрен йомшартырға итәме? Ошо яуҙа ҡатнашыусылар үҙ ғүмерҙәрендә ошонан да хәтәрерәк ямғыр яуғанын бер ҡасан да күрә алмаҫ ҡабат.

2016 – 2017 йылдар.


Читайте нас: