Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
20 Август , 00:20

БУЛЫР ИЛДЕҢ БАЛАҺЫ...

Булыр илдең балаһы бер-береһен батыр, тир. Бөлөр илдең балаһы бер-береһен бахыр, тир.Халыҡ әйтеме Һәр халыҡҡа ла, әлдән-әле туҡтап, тарихи тамырҙарын, үтелгән юлын, атай-олатайҙарының уй-хыялдарын барлап алыу хас. Беҙ улар хыялының бәҫен төшөрмәнекме, улар күрергә теләгән вариҫтар була алдыҡмы, улар ҡыуған юлдан тайпылманыҡмы? Ошо йәһәттән сығып, зыялылары – төрлө кимәлдәге ҡоролтайҙар, ғалимдары фәнни конференциялар үткәрә, шағирҙары:Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,Бер йәнемә миллион үлем бир! –тип халҡы өсөн йәне фиҙа икәнен белдерә, йырсылары:Аямаған йәнен, түккән ҡанын,Һис бирмәгән башҡорт Уралын, –тип йырлай.Ә инде һынлы сәнғәт оҫталары халыҡтың бөгөнгә тиклем үтелгән юлында «халҡым!» тип ҡорбан булған батырҙарының, күренекле шәхестәренең күҙ менән күреп танырлыҡ һындарын тергеҙә... Ошо тәртиптә рухи тамырҙар тәрәнәйә, тармаҡлана – халыҡтың киләсәккә өмөтө тулылана, ышанысы арта.

Сибайҙа ла, әле һуңғы йылдарҙа ғына ла, Советтар Союзы Геройы Ф.И. Белов, халҡыбыҙҙың бөйөк улдары Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди һындары барлыҡҡа килде, һәм улар барыһы ла Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғарипов исеме менән бәйле. Йәғни, уның идеяһы, авторлығы һәм уның ҡулдары менән эшләнелгән. Һәм, әлбиттә, Хәйҙәр ағайҙың эшмәкәрлеге был хеҙмәттәр менән генә сикләнмәй.
– Атайым ғүмер буйы балта оҫтаһы булды, еҙнәйем токарь... – тип хәтерләй оҫта үҙенең бала сағын, – мин дә токарь булырға хыяллана инем...
Атаһы – балта оҫтаһы, еҙнәһе – токарь... Бәлки үҙенә яҡын булған ҡәҙимге кешеләр ҡулы ла матурлыҡ тыуҙыра алыуын, күҙ менән күрә һәм ҡул менән тота алырлыҡ булдыра алыуын күрә йөрөү Хәйҙәр ағайҙа ла үҙенә ышаныс, ынтылыш яралтҡандыр, арауыҡ–тирәлә күләм–үлсәмде ни рәүешле эшләгәндә килешле булырын, кешеләр күреп һоҡланырлыҡ булырын тойоу тәрбиәләгәндер. Ни булһа ла булған, башҡорт халҡының хәҙерге көндә исемен ғорурланып һөйләй алырлыҡ үҙ скульпторы бар.
Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғарипов 1949 йылдың 14 ғинуарында Яйыҡ йылғаһын һыулаған, бер осо Мәғрипкә, бер осо Мәшриҡҡә терәлеп ятҡан Наурыҙ ауылында яҡты донъяға килгән. «...Боғасты итәгенән үткән анау юл – Әбей батша юлы. Ул юлдан батшаларға баш бирмәгән башҡорт батырҙарын Себер һөрөр булғандар. Ана, Балэскән йылғаһы, олатаңдың иген сәскән ере. Был ергә Бүгәс менән Салауат та, Әхмәтзәки Вәлиди менән Муса Мортазин да аяҡ баҫҡан. Зәйет исемле бабаң империалистик һуғыштан әфисәр булып ҡайтты», – тип йыш һөйләр була бәләкәс Хәйҙәргә Хәлидәр ағай. «Тап ошо атайым һөйләгән легендалар, риүәйәттәр тыуған ерҙе торған һайын серлерәк итә барыр ине һәм ошо «серле тыуған еремде» төйәк иткән халҡымдың тарихын уйлап йыш ҡына көслө ярһыу кисерә инем...»
1970–1975 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, X. Ғарипов Баймаҡ сәнғәт мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләнә. Йәмәғәт башланғысында халыҡ театры рәссамы хәстәрҙәрен дә йөкмәй. Ижади ныҡышмаллығының тәүге уңышын да, уңыш килтергән йән рәхәтлеген, тантаналы кисерештәрҙе лә ул тап ошо осорҙа татыйҙыр. Уның биҙәлешендәге «Нәркәс» спектакле менән Мәскәүҙә халыҡ театрҙарының Бөтә Союз конкурсында ҡатнашҡан Баймаҡ халыҡ театры тап биҙәлеш номинацияһы буйынса беренсе урынды яулай. Ижад кешеһе өсөн ошонан да уңышлы старт буламы ни: Рәсәй Федерацияһы ғына түгел, тотош СССР халыҡ театрҙары араһында бит! Һәм унда йыйылған спектаклдәрҙең биҙәлештәренә ниндәй генә дәрәжәле, тәжрибәле рәссамдарҙың ҡулы теймәгәндер?! Ана шулар араһында яуланылған беренселек бит ул...
Оҙаҡламай Хәйҙәр ағай ғаиләһе менән тыуған яғына – Учалыға ҡайта һәм сәнғәт мәктәбендә уҡытыусылыҡ итә башлай, һәм тағы ла йәмәғәт башланғысында (йәғни, эш хаҡы алмаған килеш) Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейының этнография бүлеген йыһазландырырға тотона. Боронғо башҡорт халҡының көнкүрешен күҙалларлыҡ композициялар тыуҙыра: ҡымыҙ бешкәндәр икән дә башҡорттар әүәле, иген иккәндәр икән, алтын йыуғандар... Эйе, һәр төрлө тарихи музей ҙа – ул бит үткәндәргә сәйәхәт, халыҡтың милли тамыры... Музей менән ете йыллыҡ хеҙмәттәшлек дәүеренән һуң Хәйҙәр Хәлидәр улы күренекле скульптор Лев Владимирович Кузнецов менән «Һуғыш һәм хеҙмәт даны» стелаһын эшләшергә ризалыҡ бирә. Тәжрибәле скульптор менән бергә эшләү, әлбиттә, һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Һәм был эште тамамлау менән үк ул Ленин, Дзержинский, Исмәғил Солтанов бюстарын, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты эргәһендәге һәм Наурыҙ, Рысай ауылдарындағы һәйкәлдәрҙе, юл буйындағы хайуандар һындарын бер тынала атҡарып сыға. Бер үк ваҡытта ул Учалы халыҡ театрҙары сәхнәләштергән әҫәрҙәргә, байрам тамашаларына декорациялар яһай.
Алда телгә алған, тәү ҡарамаҡҡа ул һындар – Белов та, Вәлиди ҙә, Салауат та, Шакирйән дә – шул ҡәҙәр еңел генә эшләнелгән һымаҡ тойғо ҡалдыра. Был хәл авторҙың тотонған образының характер һыҙаттарын, тарихи фонда уларҙың башҡарған роль үҙенсәлектәрен нескә тойоуҙан, интуитив рәүештә генә түгел, аңлы рәүештә тойоуҙан, аныҡ, ҡәтғи күҙаллай алыуынан һәм, әлбиттә, аңында күҙаллаған образды кешеләргә түкмәй-сәсмәй еткерә алыу талантынан, тәжрибәнән килә.
Салауат исеме халҡыбыҙҙы башҡа халыҡтарҙан үҙгәлеклерәк итеп тороусы изге тамға ул. Шуға ла теләһә ниндәй башҡорт ижадсыһы Салауат Юлаев образына йә оҫталығы етмәүҙән ҡурҡыу, йә халыҡ тарихына битарафлығы арҡаһында ғына ҡағылмаҫҡа мөмкин. Шуның өсөндөр, әле Салауат бюсы Сибай урамында пәйҙә булған тәүге көндәрҙә үк, Хәйҙәр Ғариповтың тәүәккәллегенә, ҡыйыулығына һоҡланғайным, уңышлы, оҫта атҡарып сыға алыуына ҡыуанғайным, теләктәшлек белдергәйнем. Башҡортостандың, башҡорт халҡының иң арҙаҡлы кешеләре лә – телдән дә, ваҡытлы матбуғат, радио-телевидение аша ла Салауат бюсына һоҡланыуҙарын, ә авторға ихтирамдарын, оло рәхмәтен белдерҙе.

Сибайға ҡайтыуымдың тәүге көнөндә үк: «Хәйҙәр Ғарипов Шәйехзада Бабичтың ҡәберенә ҡуйылырға тейешле һәйкәлгә тотонған», – тип ишеттем. Салауат бюсы, Вәлиди бюсы, Шакирйән... Әлбиттә, Бабич һыны кәрәк был батырҙар галереяһын тулыландырыу өсөн. Мортазин кәрәк, Шайморатов, Алдар батыр... кәрәк.
Бабич! Бабич трагедияһы, башҡорт халҡы өсөн, Алдар батыр йә Һөйәнтөҫ ваҡиғаһы, Салауат йә Мортазин ҡазалары өсөн һыҙланыуға тиң дәрәжәләге трагедия бит ул.
Оҫтаханала әле пластилиндан ғына эшләнелгән буласаҡ Бабич һынының моделен күргәс, ғәжәпләнеүемде йәшерә алманым:
– Ҡарасәле, Хәйҙәр ағай, һин бит реалистик һындар эшләй инең?!
– Әлбиттә, – ти ул күп уйлап тормай, ана, сыҡ урманға, тауҙарға... – улар барыһы ла реализм...
– Был бит фантасмогория. Ҙур оҫталыҡ, образлы фекерләү талап иткән жанр...
– Был һын ҡәбер өҫтөндә торасаҡ. Ул тирәләге пространство тап ошондай килбәт талап итә, – тип тыныс ҡына һөйләй башлаған «лекция»һынан, ярһый барып, Бабичтың шиғырҙарын уҡырға тотоноп китә Хәйҙәр ағай.
...Ян, минең аҡ күкрәгем, ян, ян,
Янып тор мәңгегә.
Бабичтың «Бер минут» исемле шиғырының ошо һуңғы юлдарын уҡыған ыңғайға, моделенең «ҡылыс менән ярып алынған күкрәге» эсенә кескәй генә ут та тоҡандырып ҡуйҙы.
Бына ошо ерендә ут янып торасаҡ...
Таш йөрәкле әҙәмдәрҙе лә уйға һалырлыҡ, уты баҙлап торған йөрәкле шағир һыны! Был күренеш тап ошо сүрәттә, йәғни тура мәғәнәһендә лә һәм шағирҙың һүнмәҫ рухын бәйән итеүсе символик юҫыҡта ла матур сағыла. Һәм миңә, филолог кешегә, Бабичтың күптән һәм яҡшы таныш шиғырҙарын әҙәбиәттән (ни өсөндөр?) алыҫ булып тойолған скульпторҙан ишетеү сәйер ҙә, ғәжәп тә һымаҡ. Ә ул дауам итә:
Ваҡлығы менән йыһандың
ваҡланаһым килмәне,
Ят үлемде ҡаршы алдым,
ятһынаһым килмәне...
Мин тыңлайым һәм Лермонтов хәтергә килә. Ул да үҙ үлемен, нисегерәк үлерен алдан тойған бит.
...В полдневный жар в долине Дагестана
С свинцом в груди лежал недвижим я;
Глубокая еще дымилась рана.
По капле кровь сочилася моя.

Лежал один я на песке долины;
Уступы скал...
Үҙ үлемеңде алдан тойомлау бөйөктәргә генә хас сифат тиҙәр. Үҙҙәрен алдан ни көткәнен белә-күрә, яҙмыштан насип ҡиблаларына ашҡынғандар, юлдарынан тайпылмағандар. Бөйөк Шәйехзада Бабич, бөйөк Муса Йәлил, бөйөк Михаил Лермонтов! Бер аҙға ғына туҡтап, арыған йәндәрегеҙгә ял бирһәгеҙсе, ел ыңғайынараҡ атлаһағыҙсы, ағым ыңғайынараҡ йөҙһәгеҙсе!.. Ишетмәйҙәр. Юҡ, ишетәләр... Ишетһәләр ҙә, хас Шакирйән Мөхәмәтйәнов кеүек, яуызлыҡ амбразураларын кәүҙәләре менән барып ҡаплайҙар.
Әңгәмәсем Бабичтың «Йәш шағирҙың ҡәбер ташында» исемле әлеге шиғырын дауам итә.
...Донъяла йәнгә тыныслыҡ
юҡлығын белгәс тамам,
Мин әле йәш, тип үлемдән
тартынаһым килмәне...
Хәйҙәр ағайҙы байтаҡ йылдар белһәм дә, холҡоноң тап ошондай сифатын беренсе тапҡыр күрәмдер. Олпат кәүҙәле, ҡырҡыуыраҡ холоҡло был кеше шиғыр уҡығанда, телмәрендә күңел төбөндә ятҡан балаларса ябайлыҡ ҡалҡып сыға. Был ябайлыҡты ул үҙе лә тоя, күрәһең, тартынамы, – ҡырҡыу интонациялар менән баҫырға теләй – мәрәкәрәк күренеш барлыҡҡа килә.
– Ә был һәйкәлде вертикаль күсәрҙә әкрен генә әйләнеп торорлоҡ итеп проектлағанда?!.
– Шым, – ти ул миңә, – кеше ишетеп ҡалмаһын. Был килеш тә ҡуйҙыртһалар әле...
– Ә ниңә, ҡуйҙыртмауҙары ла ихтималмы ни?
– Мөмкин шул, ҡаршы сыҡҡан кешеләр ҙә бар. Ябайыраҡ итеп эшләргә кәрәк, халыҡ аңламаҫ, тиҙәр.
Ҡәбер таштарын аҡтарып сығып килгән, кәүҙәһе сапҡыланып бөткән һынға ҡарайым. Теге шиғырҙың аҙағы хәтергә килә:
Тар ҡәберҙең ҡуйынына
керҙем – ҡотолдом донъянан,
Сөнки биҙҙем донъянан,
Йәшләй үк керҙем ләхеткә,
киң түшәкте тарһынып,
Төп ятаҡ булғанға ләхетем,
тарһынаһым килмәне...
Бабич феномены. Мөғжизәгә тиң фиҙакәрлек, үҙ маҡсатыңа тоғролоҡ һәм халҡыңды яратыу... Хәйҙәр Ғарипов эшләгән Бабич һыны моделе... Оҙаҡ йылдар бикле ятһа ла, рухы һынмаған икән дә шағирҙың. Хатта, киреһенсә, сәме артҡан. Шуға ла, асырғаныулы ярһыу менән эре-эре ҡәбер таштарын аҡтарып, яратҡан Башҡортостанын, башҡорт халҡын һағынып атылып сыҡҡан бит ул. Беҙҙе һәм Башҡортостаныбыҙҙы нисегерәк, ни рәүешле күрергә өмөт итеп шулай ашҡынды икән? Күрергә теләгәнен күрә алырмы ул, өмөттәре аҡланырмы уның? Түккән ҡандары бушҡа тәләфләнмәнеме, маҡсаттары аҡланыу өҫтөндәме? Был һәйкәлдең аҡтарылып осҡан таштары ла ҡәҙимге таштар түгел. Һөңгө башаҡтарына, ҡылыс һәм йәлләт балталарына оҡшаған үткер ҡырлы таштар. Ошо таштар менән бит инде уны мәңгелеккә баҫтырып, Бабичты башҡорт халҡынан, башҡорт халҡын Бабичтан айырып ҡуйырға теләгәйнеләр, һул ҡулы мандолина тотҡан килеш ҡырҡылып төшкән икән дә, уң ҡулы – ҡәләм тотҡан килеш. Ҡәләм тотҡан ҡул ҡылыс йөҙөнә ниҙер яҙырға итә. Ни генә яҙһа ла, азатлыҡ һәм ҡоллоҡ тураһында булыр инде ул яҙыу. Бәлки, ул, моғайын, «Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!» тип яҙырға итәлер, әллә «Беҙ үҙебеҙ башҡорттар!» тиме, «Ал да нур сәс халҡыңа!» тиме? Бәлки,
Әйҙә, күңелем, бында торма, күккә,
күккә, күккә ос.
Күккә ос: күктә тыныс, бында һуғыш,
бында ҡылыс, –
тиҙер.
Юҡтыр.
Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң.
Бер йәнемә миллион үлем бир! –
тиҙер ул. Моғайын, шулай тип яҙырға итәлер...
«Хәйҙәр бер ғүмерендә биш кешенең өлөшөнә төшөр һынауҙар, көсөргәнешле хеҙмәт даръяһы үтте, яланғас ҡулдары, ярһыу йөрәге менән майҙан тотто. Бер кемдән, бер ҡайҙан ярҙам булмаған саҡтарҙа ла, эштәре балсыҡта көйө кибеп, сарсап ярылғанда ла өмөтөн өҙмәне... «Мин үҙ Салауатымды яһаясаҡмын!» тигән тәүге танышҡан көндө үк әйткән һүҙҙәренә, йәшлектәге хыялына тамсы ла хыянат итмәне», – тип һөйләгәйне Хәйҙәр ағайҙың тормош иптәше, һуңғы йылдарҙа башҡорт уҡыусыһы өсөн иң популяр яҙыусыларҙың, драматургтарҙың береһе булып танылған Таңсулпан Ғарипова... Эйе, ижад донъяһында ла төрлө кеше осрай: кемеһелер төймәләй хеҙмәтен дә дөйәләй итеп ҡабартырға ярата, кемеһелер киреһенсә. Ә Хәйҙәр ағайҙың берәй эшенә хуплау һүҙе әйтһәгеҙ: «Ирҙән ир быуаҙый, ҡустым, – тиер ул һеҙгә, – ана, күрәһеңме, – тип стенаһына элеүле торған уҡытыусыларының һүрәттәренә күрһәтер, – улар булмаһа, был эштәр ҙә булмаҫ ине». Ысынлап та, уға бик мәртәбәле, абруйлы «сәнғәт генералдары»нан белем алыу яҙған. СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәшит Нурмөхәмәтов, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Мөхәммәт Арыҫланов, Эрнст Сәйетов һәм үҙенең остазы иҫәпләгән Ғүмәр ағай Мөхәмәтшиндан. Ул хәҙер ҙә уҡытыусылары менән әленән-әле яйын сығарып осрашыу йәһәтен күрергә тырыша. Ә Ғүмәр ағай менән уларҙы «ижади партнерҙар» тип тә әйтергә мөмкиндер. Мәҡәлә геройының әйтеүенә ҡарағанда, уның һәр эше лә Ғүмәр ағай ҡатнашлығында башҡарылған, ҡайһыларында – авторҙаш, авторҙаш булмағандарында тәжрибәле кәңәшсе сифатында. Һәм был «дуэт» һуңғы ун йыл эсендә генә әлеге батырҙар галереяһын булдырҙы ла инде.
Скульптура сәнғәтендәге бюст жанры мәшәҡәтен, ҡатмарлылығын күпмелер дәрәжәлә әҙәбиәттәге хикәйә жанрына тиңләп булыр ине. Әйтәйек, сағыштырмаса бәләкәй күләмдә, ерлектә геройҙың характер үҙенсәлектәрен, күңел кисерештәрен күрһәтеп биреү, ҙур күләмле әҫәрҙәрҙән айырмалы рәүештә, бигүк еңел түгел. Бюста ла шулай бит: уларҙы ҡараған кеше ошо һындарҙың күҙ ҡараштарынан, йөҙ мускулдарының нисек ҡуйылышынан ғына ла геройҙың үткән тормошонда ниҙәр кисергәнен, уның үткәндәрҙә булған ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәтен, хәҙергегә ҡарата уй-тойғоларын һәм киләсәккә ниндәй хыялдар, теләктәр менән баҡҡанлығын уҡый-күрә алырға тейеш бит. Һәм уның өсөн скульптура-портрет һынындағы һәр кескәй генә штрихтың да дөрөҫ ҡуйылыуы йә ҡуйылмауы әҫәрҙең уңышында хәл иткес мөһим роль уйнарға мөмкин. Әхмәт Сөләймәновтың да, Сәлимйән Бәҙретдинов һәм башҡа бик күптәрҙең Сибай Салауатында, беҙ күреп өйрәнгәнсә, яугирлеккә генә түгел, ә шағирлыҡҡа ла баҫым яһалғанлығын билдәләп китеүҙәре һис кенә лә ерле юҡтан түгел. Ул һыҙаттар авторҙың күрә белеү-күрһәтә белеү оҫталығынан һәм улар үҙҙәре генә белгән, әле әйтеп кителгән, ҙур оҫталыҡ талап иткән ижад мөмкинлектәренән хасил.
Ижад эшенең һәр төрөндә лә теге йәки был темаға беренсе булып тотоноу, тәүәккәлләү һәм атҡарып сығыу авторға айырым бер мәртәбә өҫтәп кенә ҡалмай, ижад ителгән әҫәрҙең баһаһын да бермә-бер балҡытып ебәрә. Шулай, сөнки таныш түгел йүнәлештә кемдеңдер артынан юлланған икенсе кешегә күпкә еңелерәк, ә өсөнсө кешегә бөтөнләй еңел. Сөнки уға үҙенән алда үткән авторҙарҙың хаталарын, уңышлы-уңышһыҙ тәңгәлдәрен анализлау мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Хәйҙәр Ғариповтың һәр башҡарған эше лә талантлы башҡарылыуы менән генә түгел, үрҙә әйтелгәнсә, беренсе булып башҡарылыуы менән дә тарихи әһәмиәте ҙур, милләт алдындағы баһаһы юғары. Әйтәйек, Учалы тыуған яҡты өйрәнеү музейын йыһазландырған саҡта, Хәйҙәр ағай ул заман өсөн Башҡортостан музейҙарының береһендә лә ҡулланылмаған һәр төрлө мөнәсәбәттә лә эффектлы, яңыса ла һәм халыҡҡа ҡарауы күңелле булырҙай алымдар эҙләй. Эҙләгән таба: ул беренсе тапҡыр боронғо башҡорт халҡының көнитмешен сағылдырған тотош композициялар тыуҙыра. Ҡымыҙ бешкәндәрме, алтын йыуғандармы, иген иккәндәрме – барыһы ла ошо композицияларҙа сағылыш таба... Алдағыларҙы ҡабатлау үҙен ихтирам иткән, үҙен ысын ижадсы тип иҫәпләгән кеше өсөн ғәрлек. Салауат скульптура-портретына тотонғас та Хәйҙәр Ғарипов борсолмай түгел. Күренекле скульпторҙар Сосланбәк Тавасиев, Тамара Нечаева үткән темалар бит был (ул скульпторҙар был яландың еләген йыйып алып бөтмәгәндәрме икән?!). Ләкин Хәйҙәр Ғарипов, Ғүмәр Мөхәмәтшин менән берлектә, беренсе тапҡыр Салауаттың яугир генә түгел, шағир ҙа икәнлеген күрһәтеүгә өлгәшә. Салауат темаһында беренсе тапҡыр төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ғына түгел, ете ырыуҙың да йөҙ-ҡиәфәт үҙенсәлектәрен берләштерә. Һәм, әлбиттә, беренсе тапҡыр башҡорт Салауат Юлаевты башҡорт скульпторы эшләй...
Шакирйән Мөхәмәтйәнов бюсы. Был һында ла әлеге «беренсе булып» тигән аспекттар байтаҡ. Ул һында беҙ, яҙмыш ҡыҫымы арҡаһындамылыр, Александр Матросов псевдонимы алған, тыуған һәм йәшәгән адресы «Советтар Союзы» ғына булған, «Совет мәктәбендә уҡыған-тәрбиәләнгән өсөн генә шундай батырлыҡ эшләй алған», йәғни ниндәйҙер идеологияға ҡулай­лаштырылған номенклатур образды түгел, ә ҡәҙимге, алдына алынғанын аҙағынаса еткермәйенсә туҡтамай торған, еңмешерәк фиғелле һәм беренсе тапҡыр фотоһүрәттәре буйын­са, ауылдаш­тарының хә­­­тер­ләүҙәре буйынса эшләнелгән «табаҡ бит­ле»рәк башҡорт егетен күрәбеҙ. Мәш­һүр композитор Заһир Исмәғилев һыны ла, «1937 йыл ҡорбандарына һәйкәл» символик композицияһы ла, Шәйехзада Бабич фантасмогорияһы ла Башҡор­тос­танда беренсе тапҡыр һәм беренсе тапҡыр башҡорт скульпторы тарафынан эшләнелгән. Ләкин уларҙың береһе лә «Ярай, беренсе тапҡыр ошолай ҙа ярап торор» тигән мөнәсәбәт менән түгел, йәғни «Тәүге ҡоймаҡ төйөрөмлөрәк була инде» тигән мөнәсәбәт менән эшләнелмәгән. Ә Башҡортостандың Рәссамдар берлеге рәйесе Хәтип Фазылов әйткәнсә, «...теманы художестволы асыуҙың барлыҡ талаптарына ла яуап бирә», һәм махсус белеме булмаған кеше лә ул һындарҙың талантлы башҡарылыуына шик килтермәҫ.
Күп йыллыҡ емешле хеҙмәттәре өсөн Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғарипов Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре дәрәжәһенә лайыҡ булды. 2005 йылда Башҡортостандың йыл скульпторы тип танылды...
Аҙмы карап шартлап һыуға бата,
Самолеттар ҡолап онтала.
Экипаждың күргән-кисергәне
Яҙылып ҡала ҡара ҡумтала.
Ҡазаларҙың аныҡ сәбәптәрен
Шул ҡумтанан уҡып беләләр –
Юлыҡҡандар ниндәй ҡазаларға,
Аңдып торған ниндәй бәләләр.
...Үткәндәрем, халҡым, азатлыҡ, тип
Яу сабыуҙар, талаш-янъялдар.
Шулар –
башҡорт «ҡолап онталған ер»,
Башҡорт «шартлап батҡан даръялар».
Һәм үҙ халҡын өҙөлөп һөйгән генә, –
Даръя төбөнәнме,
уттанмы
Таба
Батырҙарҙың һүҙен-төҫөн
Һаҡлап ҡалған ҡара ҡумтаны.
Батырҙарҙың ҡара ҡумталарын
Эҙләнеүҙәр әгәр туҡталһа,
«Башҡорт тигән халыҡ бөттө» тигән
Яҙыу ҡалыр ҡара ҡумтала.
...Берсә аҡтар, бер ҡыҙылдар булып
Йыл артынан йылдар аҡһындар.
Хәйҙәр ағай!
Сығар, тап һәм сығар
Ҡара ҡумталарҙан аҡ һындар...

Рәйес ТҮЛӘК,
шағир, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты.

2006 йыл.

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас: