1. МЫЖЫМА! Тор ҙа эшләй башла. Нимәлер эшләһәң, юл үҙенән-үҙе асылыр.
2. 7 урынына 40 тапҡыр үлсәп ваҡыт әрәм итмә. Тот та ЭШЛӘп ҡара. Килеп сыҡһа - шәп, сыҡмаһа, эшләп ҡараманым тип әйтмәҫһең.
3. СӘЙӘХӘТ ит. Йөрөргә ваҡытың йә аҡсаң булмаһа, тәбиғәткә булһа ла сығып ура эш араһында.
4. ХАТАларҙан ҡурҡма. Тик ятҡан кеше генә хаталанмай.
5. Кеше менән ЯРЫШМА. Үҙең булып ҡал. Кешегә эйәрмә.
6. Үҙ ФЕКЕРЕҢ булһын. Кешене хөрмәт ит, әммә үҙеңсә эшлә. Һинең өсөн ир, ҡатын, атай, әсәй, дуҫ хәл итмәһен.
7. АЛЛАға хөрмәтеңде күрһәтмәйенсә уның исемен телгә алма.
8. Кешегә ТАҒЫЛМА көсләп. Бер ҡыуғандар икән, кит. Үҙ баһаңды бел.
9. АҠСА тип донъяңды онотоп сапма. Бай булһаң да, ярлы булһаң да бөтәбеҙ бер ерҙә осрашасаҡбыҙ.
10. ИҪЕҢдә тот: атай-әсәй һәм яҡын туғандарҙы ғына нисек бар шулай ҡабул итәбеҙ һәм яратабыҙ. Башҡа кемделер күңелең ҡабул итмәй икән, уға ғүмереңде әрәм итмә.
11. "ЮҠ" тип әйтергә өйрәнеү мотлаҡ. Кешенең елкәгә йәһәт кенә менеп ҡунаҡлай торған ғәжәп бер холҡо бар.
12. ЕБӘР! Иҫтәлектәр һәм үкенестәр менән алға атлау ауыр. Булған - бөткән, тарихта ҡалған.
13. Һәр кеше һүҙенә ЫШАНМА. Тел һөйәкһеҙ. Кеше лә төрлө була. Ҡайһы берәүҙәр үҙ файҙаһына ғына аса ауыҙын. Үҙ күҙҙәрең менән күргәнгә генә ышан. Ҡолаҡтар ҙа ҡай саҡ яңылыш ишетеп ҡуя.
14. УЙЛА. Һөйләр алдынан уйла. Күп һөйләгән кеше арыта һәм тиҙ ялҡыта. Юҡ-бар һөйләгәнсе өндәшмәү яҡшыраҡ.
15. Кемгәлер йәнен көйһә, АШЫҠМА. 24 сәғәт көт тә унан яуап бирерһең. Ул арала тормош та үҙгәреп китеүе ихтимал. Асыу ҙа һүнә.
16. ҮҘ АЛЛЫ бул. Кешегә һалыныу, кешене үҙ мәнфәғәтеңә ҡулланыу бик насар ғәҙәт.
17. ИХТИРАМ ит үҙеңде, атай-әсәйеңде, туғандарыңды, олоһон да, кесеһен дә.
18. Үҙгәртә алмаған хәлдәр өсөн БОРСОЛМА, Күп нәмә беҙҙән тормай.
19. ТӘБИҒӘТкә яҡын бул. Беҙ - тәбиғәт балаһы. 20. ХЫЯЛдарың яҡты һәм матур булһын. Хыялға ирешеү өсөн нимәлер эшләргә кәрәк.
21. ҒҮМЕР бер генә бирелә һәр кемгә. Таланттарыңды күрһәтеп ҡал.
22. ЯУАПЛЫ булырға өйрән. Әйткәнһең икән - эшлә. Эшләгәнһең икән - яуабын тот.
23. ТОҒРО бул әйткән һүҙеңә, дуҫыңа, хыялдарыңа, һайлаған йәреңә, тыуған илеңә.
24. БӨГӨН башла ниәт иткән эшеңде. Иртәгә ул һәр ваҡыт иртәгә булып ҡала.
25. ҺАУЛЫҠ - иң ҙур байлыҡ. Дөрөҫ туҡлан. Кеше ашҡаҙаны төпһөҙ мискә түгел. Спорт менән шөғөллән. Иртә ят, иртә тор.
26. МАТУР бул. Таҙа бул, ыҫпай кейен, әҙәпле тот үҙеңде. Эскән һәм тартҡан кеше матур түгел инде. Йөҙөнән күренә. Һүгенгән кешенең ауыҙы салыш була тип ҡурҡыта торғайны борон ололар. Ысындан да шулай икән ул.
27. ТЫНЫС бул. Сәбәләнеп, ҡысҡырып, әрләшеп йөрөгән кешенән фөрештәләр ҙә ҡаса ти.
28. ТЫЙНАҠ бул. Һөмһөҙлөк тормошто, бәлки, күпкә еңеләйтәлер. Әммә ундай кешене күреү менән йәшенге килә.
29. Һәр нәмәнең үҙ ВАҠЫТЫ. Кескәй баланан йә оло кешенән ауыр эш эшләтеү насар хәл. Йәш кешенең ял итеүҙән туймай ятыуы ла насар хәл.
30. ҠУРҠЫУ кешегә зыян итмәһә лә, үҙеңә зыяны ҙур. Ҡурҡып күп нәмәнән мәхрүм булып ҡалыу ҙа яҡшы күренеш түгел.
31. УҠЫ. Күп уҡыған кеше башҡаларҙан айырылып тора телмәре менән дә, тормошҡа ҡарашы менән дә. Бөйөк яҙыусы-шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен уҡы.
32. Бер ҡасан да БИРЕШМӘ. Ғүмер ике килмәй. Үҙ юлыңдан алға атла ла атла. Артҡа ҡарама. Ситкә тайпылма.