Аҡыл эйәһе үҙенең шәкерттәренә хикмәтле ағас тураһында һөйләй ҙә:
“Шул ағас аҫтында ятып теләк теләһәң ҡабул була,” - тип, һүҙен тамамлап ҡуя. Шәкерттәрҙең береһе, шул ағасты табыу ниәте менән йәйәүләп сәфәргә сыға...
Йылдар буыйына төрлө илдәргә йөрөп, теләк ағасын эҙләй. Ләкин бер ҡайҙа ла теге ағасты таба алмай... “Буш хәбәр һөйләне, аҡылдан шашҡан ҡарт! Күпме ваҡыт әрәм иттем!”- тип, инде өмөтөн өҙөп, тыуған яҡтарына ҡайта... Ауылына ҡайтып етегрә күп тә ҡалмай, арып -талып, юл буйында үҫкән ағас төбөнә ял итергә ята ла, йоҡлап китә...
Шул тиклем тамағы асып уянып китә лә: “Эх берәр телем икмәк булһа ла ашарға ине,”- тип уйлай. Ҡайҙандыр юлсы килеп сыға ла, үҙенең икмәге менән бүлешә. “Ашауын ашаным да, бына һыу ҙа эсергә ине,” - тип уйлау менән янында ғына шишмә сылтырап ағып ятҡанын күрә. "Өнөммө, әллә төшөммө? Гел уйлаған нәмәм алдыма килеп тик тора. Бәлки теләк ағасы аҫтында ятамдыр? Кит булмаҫ! Был ниндәйҙер ен -пәрейҙәр эше,” - тип уйлап бөтөү менән урмандан ниндәйҙер ҡарасҡылар килеп сыға. Егет ҡурҡып китә лә; “Былар мине үлтереп китерҙәр инде,” - тип уйлау менән теге ендәр егетте үлтереп тә китәләр...
Хөрмәтле уҡыусыларым! Күршемдә генә йәшәгән бер ҡатын “Әсәйем, ҡарт көнөмдә кеше күҙенә генә ҡарап ҡалырмын инде , ситкә сыҡтың да киттең” ,- тип мин ҡайтҡан һайын һөйләнер ине. Әйткәне ҡабул булып, дүрт йыл урын өҫтөндә ятты. Үҙ доньяһын ташлап минең янға килергә риза булманы. Күршеһе ҡараны. Ҡайта алманым әсәйемде тәрбиәләргә. Балаларым бәләкәй.Үҙем эшләйем. Етмәһә, ирем аяғын һындырып дауахана юлынан ҡайта алманы. Әсәйемдең әйткән һүҙҙәре теләк булып, мине үкендереп, үҙенә ҡайтты ахыры, - тип һөйләгәйне...
“Ҡайһы берҙә кешенең уйланған уйҙарҙы ауыҙ эсенән ҡыбырлатып ҡына әйтһәң дә, Аллаһы Тәғәләнең “Амин" тигән ваҡытына тура килеүе мөмкин,”-тип әйтә торған ине ҡәрсәйем мәрхүмә... Мин быға миҫал итеп, хәҙерге көндә булған хәлде һөйләп китәһем килә...
Ҡатындың улы эсергә ярата ине. Эсеп ҡайтыу менән әсәһе: “Ҡайта алмай, берәй ерҙә дөмөгөп ҡалмайһыңмы? Дөмөкһәң, бер аҙ булһа ла рәхәтләнеп, һинһеҙ йәшәп ҡалыр инем!” - тип әрләй торған ине. Һуғыш сығып киткәс, улы үҙе теләп һуғышға китте... Оҙаҡ торманы, һуғышта һәләк булыуы тураһында хәбәр килде...
Әсә кеше, үҙенең әйткәндәрен онотоп, хәҙер улын һағынып илай. “Өйҙәге эштәрҙе ҡулыма ла тигеҙмәй ине.. Мал ҡарау тигән нәмәне белмәнем...Тағы, аҡса етмәгәнгә китте, тип тә әйтә алмайым... Себергә йөрөп аҡсаһын да тапты... Бына хәҙер, йәйрәп ятҡан ҙур өйҙә бер үҙем торҙом да ҡалдым!” - тип илай. Ундай миҫалдарҙы яҙып бөтөрлөк түгел.. Тормош юлында осрап ҡына тора... Ошо миҫалдарға таянып шуны әйтәһем килә. Уйламай әйтелгән һүҙҙәр ҙә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабул булыуы мөмкин. Бигерәктә ураҙа ваҡытында уйлап һөйләйек, уйлап теләктәр теләйек!