Быны революцияға тиклем мәсеттәрҙең күплеге, мәҙрәсәләр гөрләп тороуы, халҡыбыҙ араһында әүлиәләр күп булыуы ғына түгел, ә башҡорт халҡының бөтөн әҙәбе, рухиәте лә ошоно раҫлап тора. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен генә алайыҡ.
Иғтибар иткәнегеҙ бармы икән? Бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең ҡайһы бер хәҙистәре халҡыбыҙҙа быуаттар аша быуындан-быуынға һөйләнеп, телдән-телгә күсеп, башҡорт халыҡ мәҡәлдәренә әүерелгәндәр.
КҮРШЕ ХАҠЫ – ТӘҢРЕ ХАҠЫ
Мәҫәлән, башҡорт халҡындағы “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы” мәҡәле Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең хәҙисенә ҡайтып ҡала. Бәйғәмбәребеҙ күрше менән татыу йәшәргә, уны рәнйетмәҫкә, киреһенсә, тик яҡшылыҡ күрһәтергә өндәгән. Был аманатты ул Ябраил фәрештә аша Аллаһы Тәғәләнән алған.
Бәйғәмбәребеҙ үҙенең сәхәбәләренә: “Ябраил фәрештә күршегә яҡшы мөғәмәлә итеү тураһында туҡтауһыҙ өгөт-нәсихәт бирҙе, хатта, күршене вариҫтар иҫәбенә индерер инде, тип уйланым” (имам әл-Бохариҙан), – тип һөйләгән. Бәйғәмбәребеҙ икенсе бер хәҙисендә: “Бер кем дә күршеһенә зыян килтерергә тейеш түгел, хатта уның диуарына ҡаҙаҡ ҡағырға ла хаҡы юҡ”, (имам әл-Бохариҙан) – тигән. Хәҙистәрҙән күренеүенсә, Аллаһы Тәғәлә күршегә ҡарата мөнәсәбәтте шул тиклем юғары кимәлгә ҡуйған. Шуға күрә лә башҡорттарҙа был хәҙис “Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы”, тигән мәҡәлгә әүерелгән. Йәғни, күршегә яҡшылыҡ эшләү ул Хоҙай Тәғәләнең ризалығына ирешеү, ә күршегә яуызлыҡ эшләү – Хоҙайҙың асыуына тарыу менән бер, тигән мәғәнәгә эйә.
ӘҘӘП БАРҘА – ИМАН БАР
Был башҡорт халыҡ мәҡәле лә бәйғәмбәребеҙ хәҙисе менән туранан-тура бәйле икәне күренеп тора. “Һеҙҙең аралағы иң әҙәпле кеше – камил иманға эйә”, (имам әт-Тирмизиҙән) – тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәмәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм. “Әҙәп барҙа – иман бар”, тип тап ошо хәҙис хаҡында бәйән итә башҡорт халыҡ мәҡәле. Йәғни әҙәпле кешенең генә иманы камил икәнен ата-бабаларыбыҙ борон-борондан яҡшы белгән һәм һәр саҡ ошо мәҡәл нигеҙендә йәштәрҙе хаҡ динебеҙгә өйрәткән.
ҠУНАҠ ӨС - КӨНЛӨК
Бәйғәмбәребеҙ тағы бер хәҙисендә: “Аллаһы Тәғәләгә һәм Ҡиәмәт көнөнә иман килтергән кеше бүләк сифатында үҙенең ҡунағына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтһен ”, – тигән. “Эй, Аллаһ илсеһе, уның бүләге күпме булырға тейеш һуң?”, – һораған кешеләр. “Көн һәм төн, бөтәһе, өс көн буйы ҡунаҡ итергә тейеш, унан артығы саҙаҡа булыр” (имам әл-Бохариҙан) , – тип яуап биргән бәйғәмбәр ғәләйһисәләм.
Хәҙер инде башҡорт халҡындағы “Ҡунаҡ – өс көнлөк”, тигән мәҡәлде иҫебеҙгә төшөрәйек. Был мәҡәл тап ошо хәҙистән алынғанлығы күренеп тора. Бәйғәмбәребеҙ ҡушыуы буйынса, ҡунаҡҡа өс көн буйы ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү ул һәр мосолмандың бурысы булып торған. Ҡунаҡ итеү өс көндән артһа, ул Аллаһ ризалығы өсөн бирелгән саҙаҡаға тиңләнгән.
Бәйғәмбәребеҙ хәҙистәре менән бәйле мәҡәлдәр башҡорт халҡында байтаҡ. Уларҙы һанай китһәң, айырым китапҡа торошло. Башҡорттар борон-борондан Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәгән. Әле үрҙә телгә алған мәҡәлдәр тап ошо хаҡта һөйләй.
АЗАТ ЯРМУЛЛИН