Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
10 Октябрь 2023, 17:04

Таулыҡай йәки Аһылай

Борон заманда бөрйән ҡәбиләһе башҡорттарынан Таулыҡай исемле бер бай үҙен оҙатып барыусы Аслай (Аһылай) тигән урта хәлле кеше менән хажға китә. Мәккә-Мәҙинәгә диңгеҙ юлы менән оҙаҡ барғандар. Ҡайһы ваҡытта диңгеҙҙәге эре балыҡтар карапҡа һөжүм иткән. Был хәлдән ҡотолоу өсөн йәрәбәгә сыҡҡан бер-ике кешене, кәфенгә урап, балыҡҡа ырғытҡандар һәм һөжүмдән ҡотолғандар. Таулыҡай менән Аслай барған елкәнле карапҡа ла эре балыҡ һөжүм иткән, йәрәбә Таулыҡайға сыҡҡан.

Таулыҡай йәки Аһылай
Таулыҡай йәки Аһылай

Ошо саҡ Таулыҡай, васыяттарын яҙып, Аслайға ҡулъяҙмаһын биргән, үҙе, атлап барып аҡ кәфенгә ятыу менән үк, йән биргән, ти. Был хәлде Аслай ауыр кисергән һәм, ауылға ҡайтҡас, Таулыҡайҙың ғаиләһенә һөйләп, васыятнамәһен, әйберҙәрен тапшырған. Аслай, Таулыҡайға арнап көй сығарып, түбәндәге йырҙарҙы йырлаған:

Таулыҡайға сыҡты, ай, йәрәбә,

Васыяттарын әйтте лә боҙмаҫҡа.

Аҡ кәфенгә барып ятыу менән,

Йәнкәйҙәре осто ла ожмахҡа.

 

Асыусан да арыҫлан, ай, балаһы,

Баһылһыраҡ юлбарыҫ балаһы.

Аҙ һөйләп тә күпте, ай, аңлатҡан

Таулыҡай ҙа ирҙең арыҫланы.

Йылдар үтеү менән был көйҙөң исемен «Таулыҡай» йәки «Аслай», «Аһылай», «Аслаев» тип йөрөтөр булғандар.

Көйҙөң тарихын Баймаҡ районы Күсей ауылынан көслө ҡурайсы Ишдәүләт ағай һөйләне. Был көйгә күбеһенсә Күсей, Тоҡтағол, Шаҙығай, Хәлил ауылдарының йырсылары йырлай торғайны.

 

Кәрим ДИЯРОВ.

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: