Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
10 Июль 2023, 14:27

ЙӘЙ ТАШЫ МАЖАРАЛАРЫ. Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ

Йәй ташы тураһындағы тарихты мин тәүге тапҡыр өләсәйемдән ишеттем. Миңә ул саҡта ун йәш тирәһе булғандыр.

 Баҡмал Мансур ҡыҙы, әсәйемдең әсәһе, 1898 йылда тыуған. Уны Һаҡмар буйында, Ирәндектең аръяғында-биръяғында йәшәгән бөтә халыҡ белде һәм хөрмәтләне. Башҡорттарҙың арҙаҡлы шәхестәре Мөжәүир хәҙрәт, Әнүәр мулла, Шаһишәрип дәрүиш, Түбә ҡасабаһында йәшәгән атаҡлы урыҫ Блещенко, халыҡ табибы мәрйә Полина һәм башҡа бик күптәр унда туҡтап, йоҡлап, ҡымыҙ эсеп йөрөнө. Өләсәйемдең күңеле киң, йөҙө яҡты, һүҙе бөтмәҫ булды. Урыҫ менән дә башҡортса һөйләшһә лә, тегеләре уны иғтибар менән тыңлап, үҙҙәренсә нимәлер һөйләй торғайнылар. Хәйер, ҡунаҡсыл кешенең һүҙҙәренә кем иғтибар итһен инде - бөтә булмышы, тойғолары уның йөҙөнә яҙылған була бит. Оҙаҡ ҡына йәшәне өләсәйем - йөҙҙө тултырыуға ике йыл ғына ҡалғас, беҙҙең аранан китеп барҙы.

Уның һөйләгәндәренән ике риүәйәт бигерәк тә иҫтә ныҡ ҡалған. Уларҙың береһе Һаҡмар ятыуының төбөндә йәшәгән һыу һыйырҙары хаҡында булһа, икенсеһе мөғжизәле йәй ташы тураһында ине. Йәй ташы хаҡындағы хикәйәт миңә шундай оҡшаны - уны хатта таҫмаға яҙып алдым. Яҙған ваҡытта өләсәйемә туҡһан алтынсы йәш киткәйне. Аҙна элек яңынан тыңлағайным - тауышы шундай көр, хәтере шундай теүәл - иҫ китмәле. Ошо мәҡәләне яҙған ваҡытта хикәйәтте яңынан ишетеп, күңелем тулып китте. Бынан йөҙ ҙә ун ете йыл элек тыуған кешенең телмәрен башҡаса тыңлау мөмкин түгелдер ул! Был мәҡәләмдә мин йәй ташы менән бәйле тарихҡа туҡталып китмәксемен.
Йәй ташы менән бәйле ваҡиға 1919 йылдың май айында була. Өләсәйем, ул мәлдә егерме бер йәштәге ҡатын, көйәнтә-биҙрәләрен алып, Саҡмағош йылғаһына юллана. Көмөш һыулы бәләкәй генә йылға ул Саҡмағош. Ҡуяндар ауылынан үрерәк бер генә ауыл да булмағанлыҡтан, халыҡ ғүмер баҡый шунан алып һыу эсте, балығын тотто һәм һыу инде. Быны мин шуның өсөн тәфсирләп яҙам, сөнки йәй ташының ҡайҙан килеп сығыуы, ҡайҙа "йәшәүе" әлегәсә сер булып ҡала. Фәҡей ағайымдың, Баҡмал өләсәйемдең өлкән улының, һөйләгәндәренән сығып, шуны белдем - үтә күренмәле һыуҙарын көньяҡҡа табан ашыҡмайынса ғына ағыҙған Саҡмағош йылғаһы Баҙар сауҡаһы эргәһендәге күлдән башланып китә икән. Алтынбай - күл ошо исемде йөрөтә. "Нишләп күлгә шундай исем биргәндәр?" тип һораным мин күл тураһында тәүге ишеткән саҡта. "Ошо күлдә Алтынбай исемле мулла батып үлгән", - тип шыбырланы миңә ағайым. Уның ҡәҙимге генә һөйләшеп торған ерҙән ҡапыл шыбырлауға күсеүенең сәбәбен аңлап етмәнем, сөнки бәләкәй инем әле.
Өләсәйемдән тыуған ағайҙарымдың, улар бөтәһе лә мәрхүм инде, һөйләгәндәренән сығып, күлде мин ошо рәүешле күҙ алдыма килтерәм. Был күл ҡәҙимге һыу ятҡылығына оҡшамаған. Арҡырыға тар ғына - йүгереп килеп ырғыһа, өлкән кеше бер ярынан икенсе ярына һикереп сыға ала. Оҙонлоғо күпмелер, әйтә алмайым - ярайһы ғына оҙон булырға тейеш ул. Алтынбай күле бик тәрәнгә киткән ер ярығы булып килеп баҫа минең күҙ алдына. Һыуы ҡара күк төҫтә булырға тейеш. Халыҡ уны төпһөҙ тип иҫәпләй.
Минең ике ағайым - Әхиәр менән Әхтәм - күлдең тәрәнлеген тикшереп ҡарамаҡсы була. Картуф еренең кәртәһенән бер һайғауҙы алып, шул күлгә китәләр. Өс-дүрт урында һыуға батырып ҡарайҙар, әммә төбөнә етә алмайҙар. Һайғауҙың оҙонлоғо байтаҡ - һигеҙ аҙымдан да кәм булмай. Шул йөрөгәндәрендә ағайҙарым бер суртан күреп ҡала - уның оҙонлоғо үҫмер баланың буйына торошло була. Үҙен бимазалап йөрөгән егеттәргә уҫал күҙҙәре менән текләп тора ла, ҡара күк төҫтәге тәрәнлеккә инеп юғала. Суртан һыртына үҫкән үләндәрҙең ҡылған кеүек сайҡалып ҡалыуын ғына күреп өлгөрә ағайымдар.
Иҫемдә ҡалғандарҙы шуның өсөн тәфсирләп һөйләйем - өләсәйемдең мажараларына 2019 йылда бер быуат тула. Ниәтем шундай: бер йәйҙе шул тылсымлы ташты эҙләүгә бағышлау. Сәйәхәтем уңышлы булырға тейеш, сөнки Алтынбай күле лә, Саҡмағош йылғаһы ла ошо оҙайлы ваҡыт эсендә бер ниндәй үҙгәреш тә кисермәне. Дуҫым Юлай менән Саҡмағош эргәһендә йоҡлағанда шуға иғтибар иттем - уның һыуы кәмемәгән. Хатта артҡан кеүек тойолдо, сөнки Ҡуяндар ауылы юҡҡа сыҡҡас, туғайҙарҙы мал тапауҙан туҡтаған. Һыуы ла үтә күренмәле - хәүефләнмәйенсә ятып эсергә була.
Хәҙер өләсәйемә кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул Саҡмағошҡа эсеү өсөн һыу алыу ниәте менән килгәйне. Бер биҙрәне тултырып, өҫкәрәк мендереп ҡуя ул. Икенсе биҙрәһен тултырмаҡсы булып, һыуға эйелә. Шул саҡ ниндәйҙер йән эйәһенме, әллә таштымы күреп ҡала. Таш тип әйтер инең, ҡайһы саҡта өҫкә күтәрелеп китә, тәлмәрйен тип әйтер инең, аяҡтары, башы юҡ. Уның аҫ яғы аҡһыл төҫтә, өҫ яғы йәшкелт төҫтә була. Ваҡыты-ваҡыты менән ул йә әйләнеп китә, йә сумған кеүек хәрәкәттәр яһай. Ни булһа ла, ҡыуанып йөрөгән балыҡты ла, терелеп киткән ташты ла хәтерләтә ул. Өләсәйем серле таштың өҫкәрәк ҡалҡыуын көтөп тора ла тегене күнәгенә һоҫоп ала.
Ташты һыу эсенән сығарып, ҡулына алыуы була, көн торошо ҡапыл үҙгәрә. Донъя ҡараңғылыҡҡа сума: көслө дауыл ҡуба, томан кеүек нәмә бөтә ерҙе солғап ала. Шул саҡта өләсәйем иҫен юғалта - дауылдың ике биҙрәһен төрлө яҡҡа ырғытып бәреүен генә күреп өлгөрә ул. Иҫе уға өйөндә генә кире ҡайта. Ҡайтыу юлын нисек үткәнен ул бөтөнләй иҫләмәй. Уң ҡулында ныҡ итеп ҡыҫылған таш булыуын ғына тоя ул. Биҙрәләрен, көйәнтәһен һыу буйында ҡалдырып киткәнен аңлай. Дауыл иһә ҡотороноуын дауам итә. Өләсәйемдең күҙ алдында көслө ел тәҙрә ҡапҡастарын, рамдарын йолҡоп алып, селпәрәмә килтереп, ергә ҡуша һуға. Йәш ҡатын ныҡ ҡурҡа: ҡулындағы ташын урындыҡҡа ырғыта ла, ҡайныһы йәшәгән йортҡа йүгерә. Өләсәйемдең ире, минең олатайым, был ваҡытта өйрәтелгән ыласыны менән һунарға киткән була. Тәбиғәттең ҡапыл үҙгәреп китеүенең сәбәбен йәй ташы менән бәйләү өләсәйемдең башына ла инмәй. Ҡайныһының өйөнә килеп ингәндә, төш ауған була. Намаҙға әҙерләнеп йөрөгән ҡайныһы, эштәрен ташлап, килененең йортона ашыға. Тырым-тырағай ятҡан рамдарға ҡарап, башын бер аҙ сайҡап торғандан һуң, эшкә тотона. Ватылған өлгөләрҙең ҡайһыларын ҡарындыҡ менән ҡаплап, бәғзеләрен ярылған быялалар ярҙамында бөтәштереп, рамдарҙы кире урынына ҡуя. Был мәлгә ел тыма төшә, ә өләсәйем ҡәҙимге хәленә ҡайта башлай. Әммә ямғыр яуыуын дауам итә.
Урал айының, хәҙергесә июнь айының башында ырыу йәйләүгә сыға. Ямғыр туҡтамай ҡойһа ла, ғаиләләр көс хәл менән тирмәләрен ҡороп, шунда йәшәй башлайҙар. Һауып алған һөттө эшкәртеү бик ауырға төшә. Ул заманда һөт айырғыс булмағанлыҡтан, ҡаймаҡ эшләү өсөн һөттө ҡайната торған булғандар. "Тәҡәтте шундай ҡоротто ямғыр, - тип һөйләгәне иҫемдә өләсәйемдең, - асыҡ ҡаҙандарға һыу тула ла ҡуя торғайны". Ошондай шарттарҙа бер ай яфа сиккәндән һуң, халыҡ, тирмәләрен һүтеп алып, ауылға яҡыныраҡ урынға күсеп килә.
Яңы йәйләүҙә эштәрен бөткәс, йорт-ҡураһының хәлен белеү өсөн өләсәйем йортона ҡайта. Инһә, ҡайны ҡартты һәм өҫтәл артында ултырған Лоҡман исемле ғалим кешене күрә. Алдында ятҡан ҡалын китапты өйрәнеп ултырған була ғалим кеше. "Килен, дауыл сыҡҡан көндө иҫләйһеңме? - тип өндәшә уға иренең атаһы. - Мине өйөңә саҡырғайның. Шул килгәнемдә урындыҡта бер таш күргәйнем. Ул ябай таш булып сыҡмаған, ә йәй ташы булған. Шул ташты урынына кире илтеп һалмайынса, ҡойма ямғырҙан ҡотолоп булмай. Лоҡман ағай боронғо китаптан уҡып шуны әйтте. Темәстән вазифалы кешеләр килгән. Уларға йәйге ташты урынына алып барып һалыуҙы ойоштороу бурысы йөкмәтелгән. Быны һин үҙең эшләргә тейешһең".

Шул саҡ Темәстән кешеләр килеп инә. Йорт тирәләй һаҡ ҡуйыла. Ҡайны кеше сит кешеләргә йәй ташын күрһәтә. Һыуҙан ҡырҡ көн элек алынған ташты кире урынына ҡайтарыу талабы ҡуйыла улар тарафынан. Олатайым менән өләсәйемде бер арбаға, ҡайныһы менән ҡәйнәһен икенсе арбаға ултыртып, сит кешеләр ауыл янындағы йәйләүгә алып китә уларҙы. Шул ваҡыт халыҡ араһынан кемдер йәй ташын һорап ала. Таш ҡулдан-ҡулға күсеп китә: береһе уның менән ауырыған күҙен ышҡый, икенсеһе ташты сырхау балаһының ауыҙына тыға, ә өсөнсөһө һыҙлаған беләге буйлап йөрөтөргә керешә. Йәй ташының сәләмәтләндереү көсө бар икәнен бөтә халыҡ белгән була ул заманда.

Мәхшәр оҙаҡ дауам итмәй - ҡораллы кешеләр ташты өләсәйемә кире ҡайтарып бирә. "Ташты һыуға ҡарап тороп һалма, - тип кәңәш бирә оло йәштәге ҡатындар. - Йылғаға арҡаң менән боролоп, яуырының аша ташла. Йәй ташы һыуға барып төшкән урынын кеше белеүен теләмәй". Әммә Саҡмағош буйына килгәс, өләсәйем кәңәште тота алмай. Һыуға ҡарап ултырып, ташты тәрәнерәк урынға төшөрә. Алған урынына һис кенә лә төшөргөһө килмәй, сөнки ташты тотоп алған урын һай була. Һай урынға һалһа, ташты эҙләп, шул урынға яңынан киләсәген күңеле менән һиҙә ул. Бынан тыш, өләсәйем таштың башҡа кешеләрҙең ҡулына эләгеүен дә теләмәй. Әгәр ул, өлкәндәрҙең һүҙен тыңлап, ташты яуырыны аша ташлаһа, тарих ошоноң менән тамамланыр ине.
Ысынында иһә хәл икенсе төрлөрәк йүнәлеш ала. Ташты һыуға төшөрөп, сүгәләп ултырған еренән күтәрелә башлауы була, өләсәйемдең кәүҙәһе көтмәгәндә юғары тиҙлектә өҫкә осоп китә һәм күктә юғала. Олатайым был мәлдә ҡатынының эргәһендә торған була. "Аллаһы Тәғәлә мине күккә алды ла ҡуйҙы, - тип аңлатты был мөғжизәне өләсәйем. - Үҙем менән нимә булғанын аңлап өлгөрмәнем. Күккә олғашыуым хаҡында олатайыңдың һүҙҙәренән сығып әйтәм". …Аңына килгәндә, өләсәйем таныш булмаған урында тороуын аңлап ала. Тирә-яҡта йәшел ҡарағайҙар үҫеп ултырғанын күрә. Үҙенән һулда, Мәккә яғында, теҙелеп ултырған тирмәләрҙе ҡарап тора. Улар янында аҡ яулыҡ ябынып, ҡатын-ҡыҙҙар һыйыр һауа. Бихисап башҡа кешеләрҙе лә күрә ул. Таныш булмаған урында өләсәйемде бер кем дә алып йөрөмәй, шуға ул яңы донъяны үҙаллы өйрәнергә була. Атлай торғас, өләсәйем ҡара-көрән төҫтәге алмасыбар аттарҙан торған йылҡы өйөрөнә тап була. Малҡайҙарҙың ялдары шундай оҙон була - ергә етеп, шунда тулҡын-тулҡын булып ята. Улар араһында айғырҙар ҙа, бейәләр ҙә, ҡолондар ҙа була. Ҡатын-ҡыҙҙар бында ла эшкә бирелгәндәр - бейә һауалар икән. Тағы бер аҙ атлағас, өләсәйем бейек аҡ тауға барып сыға. Уның итәгендә дүрт мөгөҙлө аҡ тәкәләр йөрөгәнен күрә ул. Хайуандар таныш булмаған кешегә текләп-текләп ҡарайҙар (ошо урында өләсәйем малдарҙың үҙенә нисек ҡарағанын кәүҙәһенең торошо һәм күҙ ҡарашы ярҙамында һүрәтләп күрһәтте). Аҙмы-күпме ваҡыттан һуң уның ҡаршыһына өҫкө өлөшө ҡырҡып алынған ғәләмәт бейек тау килеп баҫа. "Ҡаршы-Көршө тауы тураһында һөйләй торғайнылар. Был тау, ахырыһы, шулдыр", - тип үҙ алдына һөйләнә ул (Минең был тау тураһында бер кемдән дә бер нәмә лә ишеткәнем булманы - С.М.).
Уңға тартып бара торғас, иге-сиге булмаған диңгеҙгә барып сыға өләсәйем. Һыу бөтә донъяны баҫып алғандай тойола. Тик Мәккә яғында ғына ҡоро ер барлығын күрә ул. Унда мискә йыуанлығындағы йыландарҙың, бер-береһенә уралышып, телдәрен сығарып, үҙенә текләп ҡарап тороуын күреп, ҡурҡып ҡала. Өләсәйем уларҙың араһынан атлап үтә, әммә йыландар уға зыян килтермәй. "Ҡарайес-Көрәйес тигән йыландар ҙа була. Уларға ла доға ҡылығыҙ, тип өйрәтә торғайнылар ҡарттар. Был йыландар шуларҙыр", - тип эстән генә һөйләнеп ала ул.
Үтеп барышлай һөйрәлеүселәр араһында самауыр йыуанлығындағы кеҫәрткеләр йөрөгәнен дә абайлай. Саҡ ҡына арыраҡ, һыу эсендә, ошоғаса күрмәгән хайуандарҙы күреп, иҫе китә өләсәйемдең. Ғәләмәт оҙон муйындары менән бер-береһенә үрелешеп, үҙ-ара низағлашып, шау-шыу тыуҙыралар улар. "Аҙағыраҡ, балаларым мәктәпкә барғас, мин ул хайуандарҙың һүрәтен китапта күрҙем. Һеҙ уларҙың исемен беләһегеҙ", - тип аңлатма биреп китеүҙе кәрәк тип тапты өләсәйем. Был хайуандар жираф булып сыҡты.
…Ошо урында өләсәйем аңын юғалта һәм кире үҙ донъяһына әйләнеп ҡайта. Олатайым уны йылға буйында түгел, ә кемдеңдер мунсаһы артында табып ала. Йәрәхәт-фәләнһеҙ, шул уҡ кейемендә, тик иҫһеҙ хәлдә була ул. Алты-ете сәғәттән һуң өләсәйем ҡәҙимге хәленә ҡайтҡандай тойола һәм көндәлек эштәрен башҡарырға тотона. Әммә ире һарайға инеп киткән арала, иҫкәртмәйсә, ҡапыл юҡ була. Ҡатынын ҡайҙа эҙләргә кәрәклеген белә олатайым - тиҙ-тиҙ атлап Саҡмағош яғына китә. Яр буйына килһә, өләсәйем, кейеме менән һыуға төшөп, йәй ташын һәрмәп табырға маташып йөрөгән була. Һыуҙан тартып сығарып, олатайым ҡатынын өйөнә алып ҡайта һәм сынйыр менән ауыр һандыҡҡа бәйләп ҡуя. Ошо ваҡиғанан һуң уға өләсәйем менән бик оҙаҡ мәшәҡәтләнергә тура килә. "Колхоз ойошторолған мәлдә лә иҫем килделе-киттеле ине әле", - тип иҫләй торғайны өләсәйем етмешенсе йылдарҙа. Тимәк, йәй ташы менән булған мажараның эҙемтәләре тиҫтә йылдан ашыу ваҡытҡа һуҙылған булып сыға.
Өләсәйемдең яҙмышы һыу аҫты донъяһы менән ныҡ бәйле булды. Йәй ташынан тыш, ул һыу һыйырҙары хаҡында ла һөйләргә яратты. Икенсе Этҡол ауылынан кемдеңдер шундай һыйырҙың быҙауын алып ҡайтыуын телгә ала торғайны. Һөргөнгә ебәрелгән ҡустыһының төрмә начальнигына һыу һыйырының быҙауын тотоп алып килеүе, шул арҡала ваҡытынан алда иреккә сығыуы хаҡында бәйән иткәне лә иҫтә. "Һыуҙа яралған быҙауҙың алты имсәге була. Бала ғына булһа ла, имсәгенән һөт саптырып тора. Тик тиҙ күҙегеүсән булғанға, һирәк осраҡта ғына мандып китә ул хайуанҡай", - тип һөйләй торғайны ул.
Баҡмал өләсәйем һөйләгән мажараға оҡшашлы ваҡиғалар башҡа урындарҙа теркәлмәгәндер, ахырыһы. Һәр хәлдә, мин был турала ишеткәнем, дә уҡығаным да булманы. Фекеремсә, "тере таш" әлесә һаҡланып ҡалһа, шул Саҡмағошта ғына ҡалғандыр. Йылғаға ул Алтынбай күленән (икенсе исеме - Киндер күле) килеп ингәндер, тип фараз итәм мин. Бәлки, ошо күл беҙҙең донъя менән "Урал-батыр" риүәйәтендә һүрәтләп кителгән һыу аҫты иленең тоташҡан урынылыр. Артабанғы тикшеренеүҙәр был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә булышлыҡ итер, тигән ниәттә ҡалам.
Ямғырға тәьҫир итә алырлыҡ көсө булған эре таштар иһә Башҡортостанда әҙ түгел. Бынан һикһән биш йыл элек, 1930 йылда, тыуған яҡты өйрәнеүсе М.Ф. Чурко Белорет районының Йөйәк ауылы эргәһендә мөғжизәле таш булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған. Ҡаяны хәтерләтеп, өҫкә ҡалҡып сыҡҡан таш икән ул. Урындағы халыҡтың әйтеүенсә, шул ташты ҡамсы менән туҡмаһаң йәки уға ҡул менән тейһәң, дауыллы ямғыр башлана икән. Быға башҡа милләт кешеләре лә ышана икән, сөнки бер урыҫ шул ташҡа ҡулы менән тейгән икән, ҡойма ямғыр башланған, ә ташҡа тейгән кеше аҙаҡ ауырып киткән.
Ошондай тәбиғәт һәйкәлдәре менән танышырға теләүселәргә Зәкирйән Әминевтың мәҡәләһен уҡып сығырға тәҡдим итәм. Мөғжизәле таштар тураһында әлеге көндә был ғалимдан да тулыраҡ яҙған кеше юҡ. Мәҡәлә бынан бер йыл элек урыҫ телендә баҫылып сыҡты (Аминев З.Г. Абдулкадир Инан о камне яда и об обрядах вызывания дождя // Ахнаф Харисов и актуальные проблемы башкирской филологии. (К 100-летию со дня рождения). Материалы Всероссийской научно-практической конференции. - Уфа, 2014).
Тыуған төйәгебеҙ шундай киң һәм тарихҡа иҫ киткес бай, шунлыҡтан халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын йыйып, туплап, китап итеп сығарырға теләүселәр артҡандан-арта бара. Кемдәрҙә йәй ташына ҡағылышлы ҡомартҡылар һаҡланып ҡалған, миңә ошо адрес менән мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайым: [email protected]

Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
философия фәндәре докторы.

"Киске Өфө" гәзитенән.

Читайте нас: