“Яңы юл” журналының 1923 йылдың мартында донъя күргән иң тәүге һанын Хәбибулла Ғәбитовтың “Ярлы башҡортҡа” тигән шиғыры асып ебәрә.
Ал журналды ҡулыңа,
Нуры төшһөн күңелеңә,
Ғилем нуры сәселһен
Яңы тормош юлыңа... –
тигән юлдар баҫманың бурыстарын да күрһәтә, замандаштарға, милләттәштәргә саҡырыу ҙа булып яңғырай.
Тәүге һандан уҡ нәфис әҙәбиәттән тыш йәмәғәтселекте борсоған һәр төрлө өлкәләге актуаль проблемаларҙы яҡтыртыу күҙ уңында тотола һәм баҫманың йүнәлеше “сәйәси-ғилми, әҙәби-ижтимағи айлыҡ журнал” тип билдәләнә. Төрлө тематикалы материалдар урын ала: Әхмәдулла Бейешевтең “Эшселәр тәшкиләте (профсоюзлар) һәм дәүләтнең артта ҡалған халыҡлары”, Муллаян Халиҡовтың “Ауыл хужалығы эшләре”, Ғәзим Ҡасимовтың “РСФСР-ҙа хөкөм эшләре” кеүек рәсми, Нуриәғзәм Таһировтың “Башҡорт телен тарихса төбсөү”, Ғ. Шөнәсиҙең “Тәбиғәт ғилемләре үә аларның иҫ киткес дәрәжәлә алға китеүләре”, Б. Кәримовтың “Беҙҙә йыр һәм музыка” ғилми мәҡәләләре урын алған. Әҙәби материалдарға ла ныҡлы иғтибар ителә: Исмәғил Рәмиевтең “Шәреҡнең бөйөк шағиры Ғүмәр Хәйәм” мәҡәләһе, Дауыт Юлтыйҙың, Фазыл Туйкиндың, Ғ. Ғүмәровтың шиғырҙары, рецензиялар ҡыҙыҡһыныу уята.
Артабанғы һандарҙа рубрикаларға бүленеү ҙә күҙгә ташлана: “Ғөмүми бүлек”, “Ғилми һәм фәнни бүлек”, “Тарихи материалдар бүлеге”, “Әҙәбиәт бүлеге”.
Журналдың барлығы 11 һаны донъя күреп, 1924 йылдың февраль-март һанынан һуң яңынан дауам итмәй.
1924 йылдың ғинуарынан Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариаты һәм уның янындағы ғилми ойошма тарафынан “Белем” исемле журнал (мөхәррире – Имай Насыри). “Матбаға, ҡағыҙ һәм яҙыу көстәрен һәм башҡа расходтарҙы иҡтисад итеү өсөн” ул “Яңы юл” журналы менән берләштерелә. Журналдың төп рубрикалары – “Тел һәм әҙәбиәт”, “Тәнҡит һәм библиография”, “Донъя һәм рус әҙәбиәтенән тәржемәләр”. Күреүебеҙсә, педагогик йүнәлешле булһа ла, һүҙ сәнғәтенә лә етерлек урын бирелә.
1927 йылда “Белем” журналы редакцияһынан “Сәсән” һәм “Яңылыҡ” журналдары бүленеп сыға.
1927 йылдың ғинуарында әҙәби-художестволы журнал – “Сәсән”дең беренсе һаны донъя күрә. Ул Д. Юлтый, К. Иҙелғужа, И. Насыри, Ғ. Дәүләтшиндар мөхәррирлегендә ҙур ғына тиражда сыға башлай.
Тәүге һанда Хәбибулла Ғәбитовтың журналға арналған шиғырында шундай юлдар бар:
Һөйлә, “Сәсән”, әйҙә, ас китапты!..
Һөйләп аңлат ҡанлы быуатты!
Һөйлә күп иҙелгән эшсе халыҡты...
Ҡан аралаш тамған күҙ йәште.
Был фекер шул осор хөкүмәтенең милли әҙәбиәтте һәм мәҙәниәтте үҫтереүҙәге ролен һәм маҡсаттарын да күрһәтә.
1930 йылдың 1 ғинуарынан бығаса айырым баҫылған “Сәсән” һәм “Яңылыҡ” журналдарын бергә ҡушып, “Октябрь” исеме аҫтында берләштереү ҡарала. Яуаплы мөхәррире – Дауыт Юлтый (яуаплы мөхәррирҙәр йыш алмашып тора – 1934 йылдан 1941 йылға тиклем “Октябрь” журналында Б. Ишемғол, Ғ. Амантай, Т. Йәнәби, Х. Кәримов, Низам Ҡәриптәр эшләй).
Тап “Октябрь” журналы биттәрендә 1940 йылда башҡорт халыҡ ижады өлгөләре “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпостары баҫылып сыға.
Шулай ҙа был осорҙағы әҙәби процесҡа репрессиялар тулҡыны ныҡ зыян килтерә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, “Октябрь” журналы сығыуҙан туҡтай.
Һуғыш йылдарындағы өҙөклөктән һуң, 1946 йылдың ноябрендә “Октябрь” журналы яңынан нәшер ителә башлай. Яуаплы мөхәррир – Ғ. Зөлҡәрнәев (1946–1948), редколлегия ағзалары – С. Агиш, С. Ҡудаш, Ә. Кирәй (Кирәй Мәргән), Р. Ниғмәти, Ә. Усманов, Ә. Харисов. Журнал әҙәби әҫәрҙәр, күҙәтеүҙәр менән бергә шул осор сәйәсәтенә ярашлы, партия эшен пропагандалай.
1949 йылдан башлап“Октябрь” журналының исеме үҙгәртелеп, “Әҙәби Башҡортостан” булып сыға башлай, яуаплы мөхәррирҙәре – С. Агиш (1949 – 1951), Ә. Вәли (1951 – 1955) була.
Ағиҙел тулҡындары, яңғыҙ аҡсарлаҡ, ә һул яҡта өҫтә Салауат батырҙың һәйкәле һынландырылған зәңгәр тышлыҡ менән журнал 1961 йылдың ғинуарынан сыға башлай. Был үҙгәрештәрҙе бик күптәр Хәким Ғиләжевтең баш мөхәррир булып эшләгән йылдарына бәйләй. Ысынлап та, бер нисә йыл эсендә журналдың тиражы ныҡлы арта, Башҡортостанда ғына түгел, ғөмүмән, бөтә Советтар Союзында тарала.
Артабан да “Ағиҙел” журналы үҙенең традицияларын һаҡлап ҡала. Төрлө йылдарҙа эшләүсе баш мөхәррирҙәр Әсғәт Мирзаһитов (1968-1973), Рәйес Низамов (1974-1978), Әмир Гәрәев (1978-1988), Булат Рафиҡов (1988-1998), Сафуан Әлибаев (1998-2002), Әмир Әминев (2002-2016), Рәлиф Кинйәбаевтар (2016-2020) баҫманың принциптарына тоғро ҡалып, рухиәтте үҫтереү юлында ең һыҙғанып эшләй.
Шуны әйтергә кәрәк: “Ағиҙел” – ойоштороусы ла. Яҙыусы Булат Рафиҡов мөхәррир булған саҡтарҙа журнал эсендә журналдар ойошторола. Шуларҙан “Бәпембә” “Аҡбуҙат”ҡа әйләнә, “Шоңҡар”, “Йәдкәр” (әле ул “Шәрҡиәт мәсьәләләре” тип атала) журналдары үҙаллы нәшер ителә башлай.
Бөгөн “Ағиҙел” журналын билдәле драматург, яҙыусы Мөнир Ҡунафин етәкләй. Яңы мөхәррир килеү менән баҫманың тышлығы ла, йөкмәткеһе лә үҙгәреш кисереп, йәнләнеп китте. Шулай ҙа баҫма иң яҡшы традицияларына – уҡыусыларҙа нәфис һүҙ ярҙамында илһөйәрлек, матурлыҡ тойғоларын тәрбиәләү, әҙәби гәүһәрҙәр менән таныштырыуға – тоғро ҡалды. Журнал коллективы 100 йыллыҡҡа арнап конкурстар үткәрҙе һәм үткәрә: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемендәге поэмалар конкурсы, Сабир Шәрипов исемендәге хикәйәләр ярышнамәһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге премияға конкурс, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсы. Унан башҡа баҫманың “Аҡмулла арбаһы” проекты Башҡортостан Башлығы гранттар бәйгеһендә еңеп сыҡты. Был проект буйынса “Ағиҙел” журналы коллективы республикала ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә, Мәскәүҙә лә түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар, төрлө саралар уҙғарҙы. Ә “Аҡмулла арбаһы”ның йөҙөк ҡашы – “Ағиҙел”дән – 100 хикәйә” тигән ике томлыҡты уҡыусылар бик шатланып ҡаршы алды. Был эштәр барыһы ла телебеҙгә, рухиәтебеҙгә көс өҫтәй, мәдхиә булып яңғырай, йөрәктәрҙе ҡанатлы итә!
Юбилейың менән, “Ағиҙел”!
Луиза Кирәева әҙерләне.