"Башҡорт тамаҡ төбө шаҡтай ҡырағай һәм мөңрәгән характерҙағы тауыш сығарҙы. Ошо тауыш фонында ул (үҙенең әйтеүенә ҡарағанда) бәләкәй тел ярҙамында башҡорт көйҙәрен уйнаны. Көй әкрен, ләкин аңлайышлы, асыҡ һәм яғымлы сыға ине". Шундай уҡ йылылыҡ менән ул Темәс ауылында йәшәүсе Мансур Голубуевтең өзләү оҫталығы тураһында яҙа: "Был тауыштар ысынлап та ҡоштоҡона оҡшаған, шул уҡ ваҡытта көй ҙә асыҡ ишетелә ине. Был аҡҡош ҡаңғылдауын рәхәтләнеп тыңлайһың, сөнки ул шундай оҫта башҡарылған һәм яғымлы нәмә... Шунан һуң йырсы күгәрсендең нисек гөрләүен, ниндәйҙер бер ҡыр ҡошоноң, биҙгәләктең булһа кәрәк, нисек һайрауын һүрәтләндерҙе, һәм былар бөтәһе лә бик үҙенсәлекле һәм дөрөҫ яңғырай ине".
(С. Галиндың "Башҡорт халҡының йыр поэзияһы" (Өфө, 1979) китабынан).