Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
11 Ноябрь 2022, 19:36

"ҠУРАЙ" РИҮӘЙӘТЕНӘН

Әүәле бер хан йәшәгән. Был хандың ике мөгөҙө булған, ләкин ул мөгөҙөн бер кемгә лә күрһәтмәгән.

"ҠУРАЙ" РИҮӘЙӘТЕНӘН
"ҠУРАЙ" РИҮӘЙӘТЕНӘН

Бер ваҡыт мунса төшкәндә, шәкерте уның мөгөҙөн күреп ҡалған. Хан быға: "Һин минең мөгөҙөмдө күрҙең, кешегә әйтһәң, мин һине үлтерәм", - тигән. 

Шәкерттең был яңылыҡты кем менән булһа ла уртаҡлашып, эс серен бушатҡыһы килгән. Ул урманға барған да: "Йосоп хандың ике мөгөҙө бар!.." - тип ҡысҡыра, ти. Был тауышты бер көтөүсе ишеткән дә, был ергә килеп ҡараһа, ике ҡурай ултыра, ти. Ул ҡурайҙы тартып ҡараһа, унан көй сыҡҡан. Һәм шунан ҡурай барлыҡҡа килгән, тиҙәр. 

("Ҡурай" риүәйәтенән).

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: