Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
11 Ноябрь 2022, 14:08

“Абдрахман” йырының тарихы

XVIII быуаттың аҙағында башҡорт ерҙәре кантонлыҡҡа бүленгән. 2-се Бөрйән волосында шул заманда сәсән телле, яҡшы күңелле данлыҡлы йырсы, ҡурайсы йәшәгән. Башҡорттарҙы яҡлап, түрәләр алдында русса хәбәрҙәр һөйләгән.

“Абдрахман” йырының тарихы
“Абдрахман” йырының тарихы

Унан Абдрахман исемле ул ҡала. «Атанан күргән уҡ юнған» тигәндәй, Абдрахман үткер һүҙле, үҙе йырсы ла, ҡурайсы ла була. Был егет атаһына ҡарағанда ла шәберәк булмаҡсы, тик уны уҡырға ебәрергә кәрәк, тиешкәндәр ил ҡарттары. Шул маҡсат менән уҡытып ҡайтарып, үҙ ырыуҙарына кантон итәләр. Атаһы шикелле, үҙ ырыуын, туған-тыумасаһын Абдрахман ҡанат аҫтына ала. Мөмкин булғанда егеттәрҙе әрме хеҙмәтенән, бәләгә тарығандарҙы төрмә ҡурҡынысынан ҡотҡарып алып ҡалған. Һәр төрлө яһаҡтарҙы еңеләйткән. Абдрахман үҙ ырыуындағы иң һылыу ҡыҙға өйләнә, әммә, бала-сағалары булмағас, икенсе мәртәбә кәләш әйттерә, унан да бала булмағас, өсәүләп татыу ғына йәшәп китәләр.

Йылдар үтеү менән кантондың дошмандары, ялған дәлилдәр менән ғәйепләп, уның өҫтөнән юғарыға ҡағыҙ ебәрәләр. Оҙаҡ та үтмәй, түрә-ләр килеп төшә. Уның эштәрен тикшерә башлайҙар. Абдрахман, был ялған бәләнән ҡотола алмаҫын белеп, дошман ҡулына бирелгәнсе, үҙ-үҙен һәләк итмәксе була. Өйөнә ҡайта ла: «Аш-һыу әҙерләгеҙ, мин ҡунаҡтарҙы алып ҡайтам», - ти. Тиҙҙән, ҡунаҡтар килеп, мәжлес башлана. Ошонда ул атаһының һәм үҙенең дуҫ тип йөрөгән кешеләренең дошман булыуын күрә. Уның хаҡында хаҡты ла, нахаҡты ла һөйләп бирәләр. Кире ҡағыр әмәл юҡ.

Ҡунаҡтарҙы оҙатып бөткәс, ике ҡатынын ике яғына алып, тубыҡтарына таяндырып ултырта ла үҙе сығарған көйҙө ҡурайҙа моңло итеп уйнап ебәрә. Унан һуң ошо йырҙы йырлай:

Ирәндеккәй тауҙың, ай, бүреһе,

Күк һырт икән уның күбеһе.

Дуҫ-иш тиеп йөрөгән, ай, дуҫтарҙың

Дошман икән уларҙың күбеһе.

 

Шул саҡ ҡатындары йырлай:

 

Унарлы ла унар, ай, ун аҡыҡ,

Тектерһәнә эйәр ҙә ҡашына.

Булыр-булмаҫ дуҫҡа сер һөйләмә,

Улар етер һинең дә башыңа.

Унарлы ла унар, ай, ун аҡыҡ,

Тектерһәнә эйәр ҙә ҡашына.

Атам дуҫы, тиеп, сер һөйләмә,

Улар етер һинең дә башыңа.

Ошо йырҙарҙан һуң кантон ҡурайҙа уйнап, ҡатындарының әле береһен, әле икенсеһен бейетә-бейетә лә өс стаканға эсемлек һала. Үҙенә тигәненә, һиҙҙермәй генә, һыу һала. Ҡатындарын янына ултыртып:

Унарлы ла унар ун аҡыҡты

Тектерерҙәр эйәр ҙә ҡашына.

Булыр-булмаҫ дуҫтарға сер һөйләнем,

Улар етте минең дә башыма, -

тип йырлай. Стакандағы эсемлекте эсеп ебәрәләр. Кантон шунда уҡ йән бирә. Һуңынан ҡатындары былай тип йырлайҙар:

Егет кенә лә үлмәҫ, ай, булһа ине,

Үлһә лә күмелмәҫ булһа ине.

Аҡ һандыҡҡа ғына һалып ҡуйып,

Һағынғанда күрергә булһа ине.

 

Яҡын дуҫтары йырлайҙар:

 

Унарлы ла һумлыҡ ун аҡыҡлы

Эйәрең булыр, егет тә, ат булһа.

Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,

Ауыр саҡта ла һиңә ят булһа.

Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,

Кәрәге юҡ эйәр ҙә ҡашына.

Атам дуҫы, тиеп ышандың, кантон,

Шул дуҫтарың етте лә башыңа.

 

Шулай итеп, был моң, йырҙары менән, халыҡ араһында бик тиҙ таралып китә.

 

(Кәрим Дияровтың “Сал Уралдың моңдары” китабынан)

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: