Ҡатындарҙы, балаларҙы йыртҡыстарса үлтереп үсен ҡандырған палач Алексей Тевкелевҡа мәңгелек ҡарғыш һаҡлана.
1736 йылда Полковник Тевкелев һәм Мартынов отрядтары 50-нән ашыу башҡорт ауылдарын утҡа тота. 2000 кеше үлтерелә. Балыҡсы улусының Һөйәнтүҙ ауылын бер төн эсендә көлгә әйләндерә. 1000 кеше һәләк була. Һөйәнтөҙ фажиғаһенән ихтилал ҙур көс менән яңынан тоҡана, был башҡорт халҡы тарихындағы һуғыштарҙың иң ауыры була.
1739—1740 йылдарҙа 725 ауыл яндырыла. Край тулыһынса бөлгөнлөккә төшә һәм аслыҡҡа дусар ителә.
1735 йылдан 1740 йылға тиклемге осорҙа ихтилалдарҙа үлтерелгән, аҫылған, каторгаға оҙатылғандар менән бергә башҡорт халҡы 60 мең кешеһен юғалта. Әммә азатлыҡ өсөн ҡанлы көрәш туҡталмай. Ошондай фетнәләрҙе баҫтырыр өсөн батша генералдары Румянцев, Соймонов, Татищев, Урусов Башҡортостанға ебәрелә.
Алексей Ҡотломөхәмәт Тевкелев Тәфтиләү башҡорт ауылдарын яндырып дан-шөһрәт ҡаҙана, генерал-майор исеменә үрләй, бүләккә крепостной крәҫтиәндәр менән ауылдар, имениелар ала. Түрәлек менән маһайып көн итә. Уның улын, Осип Тевкелевты Пугачев яуында Алдар батырҙың ейәне Ҡаранай батыр аҫып үлтерә.