Быуаттар төпкөлөнән халҡыбыҙ һаҡлап килгән изге телебеҙгә рәхмәт һәм хөрмәт йөҙөнән ғәзиз төйәгебеҙҙең баш ҡалаһы Өфөлә башҡорт теленә һәйкәл булырға тейештер ул. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар? Ошо хаҡта фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ, тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ. Дәррәү тотонһаҡ, бойомға ашмаҫ эш түгел бит!