Әйткәндәй, әҙиптәр хаҡында. Ҡайһы бер мәғлүмәт сараларында күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ тигән һүҙҙәр күренеп ҡалды. Әлбиттә, заманса әйтһәк, креатив бында бөтөнләй тойолмай. Ай-һай, Бабич күренекле шағир ғынамы икән? Эйе, күренекле һүҙе хәҙер, баҙарса әйтһәк, киң ихтыяж менән файҙаланыла. Күренекле яҙыусы, күренекле шағир, күренекле драматург, күренекле тәнҡитсе... Үҙемсә уйлап ҡуйҙым, китаптар сыҡмай, эш хаҡы ла самалы, бәлки, ижад та алыҫ китмәгәндер. Ошо шарттарҙа күренекле һүҙе, һис юғы, түгелгән көстө, тимәк, күрелгән зыянды, күпмелер күләмдә ҡаплаған һымаҡ була. Әйҙә, күренекле булайыҡ, атаҡлы исемен алайыҡ, халыҡ яҙыусыһын юллайыҡ... Туҡта, туҡта, күренекле ҡәләмдәш, ә быларға йөҙ йыл элек халҡы бәхете өсөн ҡыҙылдар ҡылыстарынан туралған шағирҙың ниндәй мөнәсәбәте бар? Юҡ, йөҙ тапҡыр, мең тапҡыр юҡ! Шулай булғас, Бабич ижадын тейешенсә баһалайыҡ. Шәйехзада Бабич – башҡорт халҡының бөйөк шағиры. Ә беҙ, ҡайҙа барайыҡ инде, былай ҙа билдәле бит, күренеклеләр инде. Исмаһам, шуға лайыҡ булайыҡсы.