Бүлмәләш ҡыҙҙар как рас ҙур табала маргаринда кәртүф ҡурған. Шуны ашап, сәй эсеп алдыҡ та, ағай шиғырҙарын уҡыны. Иртәгәһенә ул мине Әлфиә Афзалованың концертына саҡырҙы. Ҡунаҡханаһына барҙым. Әле типографияла баҫылған ҡулъяҙма фолиант амбар дәфтәре кеүек ине. Матур почерк, төрлө төҫтәге паста менән тәржемәләп ултыра. Мин уға үҙемдең дәфтәремде ҡалдырҙым. "Уҡы әле, ағай, фекереңде әйт", – тигән булдым. Ул минең общий дәфтәргә "Фарсы моңдары"н тотош ҡулдан яҙып ҡуйған һәм иртәгәһенә китап әҙерләргә ваҡыт булыуын белдерҙе. Ояла-ояла әҙерләнем дә хат менән Өфөгә һалдым. Февралдә "Ижади йәштәр конференцияһына" саҡырҙылар. Наивный ғына шиғырҙарымды теткеләп ташлаусылар ҙа булды. Рәми ағай ҡулдан яҙып әҙерләнгән булған икән. Рауил Бикбаев ағай шуны уҡыны. Һәм... Рәми ағайҙың китеп барыуын иғлан иттеләр. Ҡойолдоҡ та төштөк. Хәсрәтебеҙҙең сиге юҡ ине...
Әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығына әүерелгән Рәми Ғарипов, халҡыбыҙҙың азат рухлы романтигы, интиллегент инсаны, зирәк һәм тоғро шәхесе, бөҙрә сәсле һылыу егет, кәңәш бирер, уҫалдарҙан яҡлашыр ағай булды. Беҙҙең, 70-се йылдар уртаһында әҙәбиәт майҙанына аяҡ баҫырға ҡыйыулыҡ иткәндәрҙең хәтерендә һәм күңелендә ошондай һындарҙа һеңде ул. Шул килеш йәшәй. Иҫкә төшкәндә уйылып китер уйҙарға һала.
Рәми Ғариповтың тәрән ижады, уның шәхсиәте хаҡында үҙе яҡты донъянан киткәс, байтаҡ матур һүҙҙәр әйтелде. Үҙен белгәндәр ҙә, белмәгәндәр ҙә һоҡланыу тойғоларын һүрәтләне. Рәхмәтле шәкерте, үҙе лә талант эйәһе Рауил Бикбаев аҡыллы шағир бөйөклөгөн баһалауға күп көс һалды.
Шағирҙың поэтик донъяһы башҡорт шиғриәтенә зәп-зәңгәр төҫтәр алып килде. Зәңгәрлеккә ғашиҡ итте. Сөнки уның "ҡанатһыҙ ҙа осоп китер" киңлектәре, күңелдең иң төбөнә йәшерелгән хыялдың тышауҙарын, йүгән-дилбегәләрен ысҡындырып үҙ артынан эйәртер ҡөҙрәтле ине.
"Донъя зәңгәр, донъя шундай зәңгәр // ҡанатһыҙ ҙа осоп китерлек..."; "Керпектәрен асып ҡарай // гөлдәрҙән зәңгәр күҙҙәр..."; "Зәңгәрлеге иҫтә күҙҙәреңдең..."; "Аяғыңды йыуа зәңгәр тулҡын,// нишләп тулҡын түгел ҡулдарым?.."
Шағирҙың миләштәре, һандуғастары, йыл миҙгелдәре, мөхәббәте; ғорурлыҡ, ихласлыҡ, инсафлылыҡ, һағыштары; Пуччини, Рембранд, Шопен, Моцарт, Леонардо, Салауат Юлаев, Батырша кеүек инсандар даирәһен айҡар аҡылы мәңгелек, баһалап бөтмәҫ мираҫ булып йәшәй һәм йәшәйәсәк.
Ағайҙың үҙе тере саҡта яҙған автографлы китаптарын ҡәҙерләп һаҡлайым. Йоҡаҡ ҡына улар. Әммә һиммәтле.