Ғөмүмән, Тельман Ғәзиз улы әсәһенең китаптарының сығыуына ҡаршы түгел, тик авторлыҡ хоҡуғы һаҡланырға тейеш. Хатта Тельман Ғәзиз улы әсәһенең Коммунистик урамындағы фатирын ҡулъяҙмалары һәм иҫтәлекле ҡомартҡылары менән Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағына бирергә теләй. Фатирҙың ишеге һәр ваҡыт асыҡ, Тельман Ғәзиз улы әсәһенең ижады, йәшәү шарттары, документтары менән танышырға теләүселәрҙе ҡабул итергә әҙер.