Күреп тораһығыҙ, һүрәт бик бейек түгел, шуға күрә шағир халыҡтан һәм ерҙән әле булһа айырылмаған тигән тойғо ҡала. Тик башҡалар быны нисек ҡабул итер, вандалдар ҡара эшенә тотонмаҫмы, буяп китмәҫтәрме? Һәр хәлдә, һүрәттең барлыҡҡа килеүе үҙе бер ваҡиға һәм күренеш. Шағир ижадын яратыусылар уны бөгөн үк барып күрә ала.