Уның хаҡында Әхтәм Абушахманов һөйләне. Театрҙа башҡарған ролдәре бик етди характерлы уның. Ә инде янына килеп, әңгәмәләшә-һөйләшә башлаһаң, тормоштоң, бигерәк тә сәнғәт донъяһының күптәргә күренмәгән салыш яҡтарын үҙенсәлекле ҡараш менән тоя алыусы сатирик та, юмор оҫтаһы ла ул Әхтәм Әхәт улы. Яратҡан артисыбыҙҙың тап шундай һыҙаттарын күҙ уңында тотоп журналыбыҙ сайтында “Абушахман лаҡаптары” тигән рубрика асырға ҡарар иттек. Әйткәндәй, бәйәндәр алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Уларҙың күбеһе халыҡ артисының “Сәхнә артындағы тормош” тигән китабында. Китапты һатып алырға теләһәгеҙ, редакцияға мөрәжәғәт итегеҙ!