Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
5 Апрель 2018, 17:05

Әҙәби фекер һандалы

Республикабыҙҙағы башҡорт телендә баҫылған берҙән-бер әҙәби-нәфис һәм публицистик журналдың сираттағы юбилей йәше етә – быйылғы мартта 95 йыл тула. Ошо йылдар ағышында милли әҙәбиәт һәм халҡыбыҙ араһында рух күпере булып торған баҫма бер нисә исем (“Яңы юл”, “Белем”, “Яңылыҡ”, “Сәсән”, “Октябрь”, “Әҙәби Башҡортостан”, “Ағиҙел”) алыштырған. Уның ысын мәғәнәһендә әҙәби-художестволы йүнәлештә формалашыуы “Октябрь”ҙән башлана. Журнал тарихында, беҙҙеңсә, иң әһәмиәтле өс осорҙо айырып күрһәтергә мөмкин: 1) утыҙынсы йылдарҙың беренсе яртыһы, 2) илленсе йылдарҙың аҙағы – алтмышынсы йылдар, 3) һикһәненсе йылдар аҙағы – туҡһанынсы йылдар башы. Тап ошо ваҡыттарҙа илдәге билдәле сәйәси-тарихи шарттарҙа ижадсылар тулҡын-тулҡын булып әҙәбиәткә килә, рухи күтәрелеш кисерә, һәм журналда шул туранан-тура сағылыш таба.

"Ағиҙел"гә –95

Республикабыҙҙағы башҡорт телендә баҫылған берҙән-бер әҙәби-нәфис һәм публицистик журналдың сираттағы юбилей йәше етә – быйылғы мартта 95 йыл тула. Ошо йылдар ағышында милли әҙәбиәт һәм халҡыбыҙ араһында рух күпере булып торған баҫма бер нисә исем (“Яңы юл”, “Белем”, “Яңылыҡ”, “Сәсән”, “Октябрь”, “Әҙәби Башҡортостан”, “Ағиҙел”) алыштырған. Уның ысын мәғәнәһендә әҙәби-художестволы йүнәлештә формалашыуы “Октябрь”ҙән башлана.


Журнал тарихында, беҙҙеңсә, иң әһәмиәтле өс осорҙо айырып күрһәтергә мөмкин: 1) утыҙынсы йылдарҙың беренсе яртыһы, 2) илленсе йылдарҙың аҙағы – алтмышынсы йылдар, 3) һикһәненсе йылдар аҙағы – туҡһанынсы йылдар башы. Тап ошо ваҡыттарҙа илдәге билдәле сәйәси-тарихи шарттарҙа ижадсылар тулҡын-тулҡын булып әҙәбиәткә килә, рухи күтәрелеш кисерә, һәм журналда шул туранан-тура сағылыш таба.


Баҫма башы – яҙмала

“Ағиҙел” журналының нәшер ителеү тарихына күҙ ташларҙан элек, уны башҡорт һүҙ сәнғәтенең торошонан бер нисек тә айырып ҡарап булмағанды билдәләргә кәрәк. Һәр милли әҙәбиәттең теге йәки был осорҙағы үҫеше күп йәһәттән әҙәби телдең формалашыуы һәм уның яҙмала ғәмәлгә ашырылыу мөмкинлектәренә бәйле. Ҡалын-ҡалын лингвистик фәнни хеҙмәттәр яҙылып, башҡорт әҙәбиәтенең күп томлыҡ тарихы донъя күрһә лә, “башҡорт яҙмаһының Октябргә тиклем булмағанлығы” тигән иҫкергән тезис һаман да байтаҡ китап уҡыусыһы аңында тейешле аныҡлыҡ алып бөтмәгән һымаҡ. “Үҙ яҙмаһын булдырыу” нимәне аңлата һуң? Теге йәки был халыҡтың үҙ яҙмаһы, асылда, шул халыҡ һөйләшкән тел формаларын нимәгәлер (таш, балсыҡ, тире, металл, туҡыма, ҡағыҙ) теркәү өсөн ҡулланылған шартлы тамғалар, йәғни хәрефтәр системаһы, уны уйлап сығарырға барса халыҡ та һәләтле. Тик шуныһы: яҙма, ниндәй генә сифатта булмаһын, тап аралашыу, үҙ-ара бәйләнештәр, киләһе быуындар өсөн тәғәйенләнә. Ошоно иҫәпкә алып, яҙылмаған ҡанундар буйынса кешелек үҙҙәре йәшәгән тарихи шарттар өсөн ҡулайлы һәм үҙе өсөн дә, башҡалар өсөн дә уңай әҙер графиканы файҙалана.

Алтынсы быуаттарҙан алып Бөйөк ҡағанатҡа берләшкән тиҫтәләгән төрки ҡәүемдәренең фәндә “руник яҙма” тип аталған боронғо тамғаъяҙмаһы булған. Боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларының әлеге көнгә тиклем һаҡланған текстарын сағыштырма тикшереп, ғалимдар тел үҙенсәлектәре яғынан уларҙың шул осорҙағы айырым төрки диалекттарынан өҫтөн тороуын (наддиалектный), йәғни грамматик яҡтан дөйөмләштерелгән әҙәби норма – әҙәби тел характерында булыуын билдәләй. Тимәк, төрки ҡағанаттары дәүерендә үк төрки халыҡтар өсөн уртаҡ яҙма әҙәби тел формалашҡан. Боронғо дәүерҙәрҙә ҙур географик ареалда көн иткән төрки халыҡтарының йәнле һөйләү телдәре менән боронғо төрки яҙма теле араһында, әлбиттә, айырмалар ҙа байтаҡ булғандыр. Бик боронғо осорҙарҙа төрки ҡәүемдәренең һөйләштәре ни дәрәжәлә ул осорҙағы әҙәби төрки тел нормаларына тап килгән, ҡайһы яҡтары менән айырылып торған – был юҫыҡта ла фәнни асыҡлыҡ киләсәктә индерелер тел ғилемендә.

Мең йылдан артыҡ ваҡыт арауығында – XX быуат башына тиклем – төрки халыҡтары йәшәгән төбәктәрҙең административ-территориаль сиктәре үҙгәреүҙәренә, дәүләтселектәренең әллә күпме алышыныуҙарына ҡарамаҫтан, яҙма төрки теле артыҡ үҙгәрештәргә дусар ителмәгән. Яҙма тел нормаларының шулай ғәжәп тотороҡло булыуы, һис шикһеҙ, дөйөм яҙыу графикаһы, икенсе төрлө әйткәндә, шартлы билдәләр-хәрефтәр системаһының барлыҡ төркиҙәр өсөн бер төрлө булыуына ла бәйлелер. IX – X быуаттарҙа төркиҙәр билдәле тарихи шарттарҙа, үҙ яҙмаһы – төрки тамғаларынан төҙөлгән алфавиттан ситләшеп, ғәрәп графикаһына күскәндә лә әллә ҡасан ойошҡан яҙма тел нормалары һаҡланған. Шуға ла барлыҡ төрки халыҡтар билдәле тарихи осорҙа үҙҙәре файҙаланған дөйөм яҙма төрки телде һәм шул теркәлгән бер үк графиканы үҙенеке тип һанарға берҙәй хаҡлы, һәм хәҙерге фәндә ул шулай хәл ителә лә.

Ғәрәп хәрефтәре менән теркәлгән яҙма төрки тел быуаттар һуҙымында барлыҡ төрки халыҡтарын, шул иҫәптән башҡортто һәм татарҙы ла, рухи-мәҙәни йәһәттән бергә берләштереүсе ҡеүәтле факторға әйләнгән. Ислам динен ҡабул иткән төркиҙәрҙең күбеһе кеүек, мең йыллап осорҙа ғәрәп алфавитын ҡулланып яҙыуын дауам итһә лә, XIX быуаттың аҙағындараҡ башҡорт уҡымышлылары “үҙ яҙмаһын булдырыу” тураһында хәстәрлек күрә башлай. Иҫке төрки телдең лексик составы ла, норматив грамматикаһы ла бик боронғо тел формаларынан, ғәрәп-фарсы һүҙҙәренән, башҡа диалекттар берәмектәренән ойошоп, халыҡтың йәнле һөйләү теленән ныҡ ҡына айырылған. “Башҡорт яҙмаһын булдырыу” талабы, тимәк, тексты уҡығанда һис бер ҡыйынлыҡһыҙ аңлашылһын өсөн һәр берәү нисек һөйләй, шулай теркәү, унан да бигерәк, типографик ысул менән баҫмала күбәйтеү ихтыяжынан яралған. Әйтергә кәрәк, был юҫыҡта – ғәрәп хәрефтәре менән – ул замандарҙа уҡ саф башҡортса ҡулдан яҙыуға байтаҡ ынтылыштар булған. Мәҫәлән, Ҡаҙандағы цензор Н. Ф. Катановтың 1907 йылда ғына баҫырға рөхсәт биреү-бирмәүҙе хәл итеү өсөн туғыҙ табаҡ башҡортса текст уҡыуы документтарҙа теркәлгән! Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһендәге башҡорт йәштәре 1908 йылда “Тыу” журналын баҫтырыуға әҙерләүҙәре билдәле. Шул уҡ ваҡыттарҙа башҡортса кириллицала (рус графикаһында) яҙыу мөмкинлектәре лә ҡаралған. 1892 йылда (1898 йылда 2-се баҫмаһы сыға) рус алфавитынан төҙөлгән башҡорт әлифбаһы баҫыла, В. В. Катаринскийҙың “Русса-башҡортса һүҙлеге”, 1907 йылда Ҡаҙанда А. Г. Бессоновтың, 1912 йылда М. Ҡулаевтың башҡорттар өсөн әлифбаһы донъя күрә. Шулай уҡ Н. Ф. Катановтың әлифбаһы барлығы мәғлүм.

Был тырышлыҡтарҙың береһе лә тормошҡа ашмай, сөнки батшалыҡ тарафынан башҡорттарға милли типографиялар булдырыуға рөхсәт бирелмәй. Хәйер, XIX быуат баштарында Ҡаҙан университетында асылған император типографияһы, шул тарафтарҙа быуат аҙағында күбәйгән шәхси типографиялар иҫке төрки, ғәрәп-фарсы телдәрендәге китаптарҙы Рәсәй империяһында йәшәгән барлыҡ мосолман халыҡтарына тарата. XX быуаттың унынсы йылдарында татар уҡымышлылары иҫке төрки телен татарҙың йәнле һөйләү теленә яҡынлаштырыу сараһын күрә башлай, һәм ул иң беренсе сиратта китап продукцияһында күренә. Был үҙ сиратында иҫке баҫма китаптарҙың таралыу географияһын уғата киңәйтеп ебәрә.

1917 йылда Башҡорт хөкүмәте ойошоу менән башҡортса яҙма һәм баҫма булдырыу эшенә тотонһалар ҙа, тоҡанып киткән граждандар һуғышы һәм ҡот осҡос аслыҡ йылдарында ул ниәт икенсе планға күсә. Бары республикала совет власы ныҡлап урынлашып, йәмғиәттә структур үҙгәртеүҙәр тамамланғас, был мәсьәлә үтә актуаль төҫ ала: яңы тормош төҙөү эше уҡый-яҙа белгән белемле кешеләр талап итә.

1919 йылдың ноябрендә республиканың ул саҡтағы баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта РКП(б)-ның Беренсе Бөтөн Башҡорт конференцияһы резолюцияһы нигеҙендә матбуғатты ойоштороу үҙәге – “Центропечать”, “Башҡорт дәүләт нәшриәте” булдырыла (мөдире Д. Юлтый), 1922 йылда Өфөлә, баш ҡала күскәс, акционерлыҡ нигеҙендә – “Башкнига” (1929 йылдан ул –“Башҡортостан дәүләт нәшриәте”нә әйләндерелә), ә Өфө, Стәрлетамаҡ, Табын типографиялары нигеҙендә Өфөлә «Октябрьский натиск» тигән типография ойошторола һәм гәзит-журнал, китап нәшерләү тулыһынса дәүләт ҡурсалауына алына. Шул уҡ йылда татар, башҡорт коммунистарының Бөтә Россия конференцияһы ҡарары менән Мәскәүҙә «Нәшриәт кооперативы» төҙөлә. Шулай итеп, партия һәм дәүләт тарафынан ҡуйылған “грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү, белем биреү” талабын үтәрлек матди-техник база булдырыла.

1921 йылдың июлендә Икенсе Бөтөн Башҡортостан съезында, башҡорт теле рәсми тел тип ҡаралып, барлыҡ уҡыу йорттарында өйрәнеүҙе индерергә ҡарар сығарыла. 1922 йылдың сентябрендә партияның VI Башҡортостан өлкә конференцияһы «Әсә телендә матбуғатты, мәктәптәрҙе, театрҙы, клуб эштәрен һәм ғөмүми культура-ағартыу учреждениеларын киңәйтеү тураһында» ҡарары нигеҙендә мәғариф, мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы һәр төрлө эшмәкәрлек үтә йәнләнеп китә.

Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариаты ҡаршыһындағы Ғилми йәмғиәт Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсерелә һәм «Башҡортостан академик үҙәге» итеп үҙгәртелә, “Башҡортостандың көнкүрешен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү йәмғиәте”, шулай уҡ баш ҡалала М. Ғафури, Д. Юлтый, Б. Ишемғол, И. Насыри һ. б. ҡатнашлығында Башҡортостан шағирҙары берекмәһе ойоша.

Халыҡ мәғарифы комиссариаты башҡорт әҙәби теленең алфавиты менән орфографияһын эшләү маҡсатында Ф. Сәйфи, Ғ. Шөнаси һәм С. Рәмиев составында комиссия төҙөй; һуңыраҡ комиссияға Ш. Хоҙайбирҙин, Д. Юлтый, Ш. Манатов һәм X. Кәримовтар индерелә.


“Яңы юл”

1923 йылдың мартында БАССР хөкүмәте эргәһендә башҡорт теленең яҙмаһын ғилми нигеҙгә һалыу буйынса Үҙәк комиссия ойошторола. Шул уҡ ҡарарҙың махсус пунктында 1923 йылдың мартынан башлап сыға башлаған “Яңы юл” журналына ла ҡағылышлы, атап әйткәндә, кисекмәҫтән башҡорт телендә баҫырға тигән дә күрһәтмә теркәлгән. Уға тиклем, 1922 йылдың ноябрендә, “Бабич” исемле журнал баҫыла башлап, яңы тормош төҙөүгә ҡамасаулаусы айырым етешһеҙлектәрҙе, күҙ буяусы түрәләрҙе аяуһыҙ тәнҡитләү сәбәпле, һуңғы ике һаны конфисковать ителеп, 1923 йылдың мартында бөтөнләй ябыла. “Бабич”тың редакторы Дауыт Юлтый өр-яңы сәйәси, ғилми, әҙәби һәм ижтимағи айлыҡ журнал – “Яңы юл”ды әҙерләй һәм алдағы публикацияларға анонс бирә: “Киләһе номерҙарынан иғтибарән, эске һәм тышҡы сәйәси ағымдар, бәйнәлмиләл (халыҡ-ара, интернациональ. – З. Ш.) эшселәр хәрәкәте, марксизм нәзариялары (теориялары, положениелары. – З. Ш.), профтехника, мәғариф һәм ғөмүми мәғариф эшләре, ауыл хужалығы, кооперация һәм хоҡуҡ эшләре тураһында сәйәси, ғилми һәм фәнни мәҡәләләр, әҙәби шиғыр һәм хикәйәләр керетеп, эшсе, крәҫтиән ғаммәһенә (массаларына. – З. Ш.) аҙыҡ булырлыҡ дәрәжәгә ҡуйыласаҡ”.

Күреүебеҙсә, хәҙерге “Ағиҙел” журналының шишмә башы тип иҫәпләнгән “Яңы юл”дың иң тәүге һанында уҡ нәфис әҙәбиәттән тыш йәмәғәтселекте борсоған һәр төрлө өлкәләге актуаль проблемаларҙы яҡтыртыу күҙ уңында тотолған. Журналды Д. Юлтый етәкләүе, уның тәүге битен Хәбибулла Ғәбитовтың:

Ал журналды ҡулыңа,

Нуры төшһөн күңелеңә,

Ғилем нуры сәселһен

Яңы тормош юлыңа... –

тигән ялҡынлы саҡырыуы менән асылыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы һәм йоттан һуңғы емереклектәр шартында башҡорт милли матбуғатын юҡтан тип әйтерлек бар итеүгә ошо ике аҫыл заттың күп көс һалыуын, шул юлда “ҡанлы 37”-лә сәйәси репрессия машинаһы тарафынан ғүмерҙәре ҡыйылыуын айырым билдәләмәйенсә булмай. Хәбибулла Ғәбитовтың Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш юлында әүҙем ҡатнашыуын, 1917 йылда Башҡорт хөкүмәте ағзаһы итеп һайланыуын, йәш ижадсыларҙы берләштергән “Тулҡын” әҙәби-музыкаль ойошмаһының берәгәйле лидерҙарынан булыуын әйтергә кәрәк. 1918 йылдың апреленән Мәскәүҙә Мосолмандар комиссариатында башҡортса агитация-пропаганда бүлеге мөдире булып эшләгәндә, үҙ инициативаһы менән Кремлгә инә алыуын, В. И. Лениндан башҡорт телендә дәреслектәр һәм гәзит сығарыу өсөн 1 миллион һум аҡса юллап алыуы ғына ни тора! Өфөгә ҡайтҡас, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә, уның баҫма органы “Башҡорт аймағы” журналында халыҡтың ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыу һәм баҫтырыу, яңы орфография буйынса китаптар яҙыу, “Яңалиф”комитетына етәкселек итеү кеүек башҡорт телен ғәмәлгә ашырыу буйынса ҙур эшмәкәрлек алып бара ул.

Ҙур форматлы, 48 биттән торған “Яңы юл” журналы бик күп әҙәби-мәҙәни көстәрҙе йәлеп итә, айырыуса башҡорт халҡының килеп сығышы, ғөрөф-ғәҙәттәре, фольклор байлыҡтары хаҡында С. Мерәсов, Ғ. Вилданов, Ф. Туйкин, Н. Таһировтарҙың ғилми эҙләнеүҙәре ҡаты бәхәстәр тыуҙыра, күптәрҙе дискуссияға йәлеп итә. Нәфис әҙәбиәттән күбеһенсә шиғриәт өлгөләре төп урынды ала, ә сәсмә әҫәрҙәр рус теленән тәржемәләр менән тулыландырыла. Мәҫәлән, бер нисә һанда Сәғит Рәмиев тәржемәһендә Р. Джованьолиҙың «Спартак» романы, башҡортса тәржемәлә Максим Горькийҙың «Ыласын тураһында йыр»ы һ.б. баҫыла. М. Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” хикәйәһе донъя күрә.

Журнал шул уҡ 1923 йылдың аҙағында сығыуҙан туктай.


“Белем”

Социалистик йәмғиәт төҙөү партия күрһәтмәләренә таянып башҡарыла һәм яңы бурыстар ҡуйылыу менән яңыса йүнәлешле баҫмаларға ихтыяж тыуа. Әҙиптәр, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән башҡорт алфавиты төҙөлөп, яҙыуҙың төп орфографик нормалары, грамматик ҡағиҙәләр асыҡланып бөткәс, йыл аҙағында РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты газета-журнал, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптарын күпселектә башҡорт телендә баҫып сығарыу, ерле халыҡ телен мәктәптәрҙә һәм сәнғәт өлкәһендә бойомға ашырыу, башҡорт театрының кадрҙарын һәм милли репертуарын әҙерләү буйынса махсус ҡарар ҡабул итә.

Шуны үтәүгә ҡушылып, 1924 йылдың февраленән Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариаты һәм уның янындағы ғилми ойошма тарафынан "Башҡортостандағы башҡорт-татар уҡытыусыларына һуңғы тәғлим-тәрбиә ысулдарын үә фән яңылыҡтарын белдереп тороу өсөн "Белем" исемендә ғилми үә тәрбиәүи, әҙәби айлыҡ журналға нигеҙ һалына, мөхәррире итеп Имай Насыри, редколлегия ағзалары Ш. Сүнчәләй, Ғ. Дәүләтшин, К. Иҙелғужа тәғәйенләнә. Техник яҡтан һәм художестволы биҙәлеш йәһәтенән ваҡыты өсөн бик матур журналдың йөкмәткеһе “Яңы юл” журналын тулыһынса тип әйтерлек ҡабатлай, шуға күрә лә алдағыһының ябылыуы тәбиғи. 'Тел һәм әҙәбиәт", 'Тәнҡит һәм библиография", “Донъя һәм рус әҙәбиәтенән тәржемәләр” – журналдың төп рубрикалары иҫәбендә; авторҙар ҙа таныш – И. Насыри, Д. Юлтый, Ғ. Фәхретдинов, М. Ғафури, Б. Ишемғол, Х. Ғәбитов, Ғ. Дәүләтшин, Ғ. Хәйри, Т. Йәнәби һ.б.

Башҡортостан халыҡ мәғарифы комиссариаты (1925 йыл, февраль) иғлан иткән иң яҡшы сәхнә әҫәренә, торараҡ – революцион йырҙарҙы («Интернационал», «Йәш гвардия» һ. б.) башҡорт теленә тәржемә итеү буйынса конкурстарҙың барышы һәм йомғаҡтары журнал биттәрендә даими сағылыш таба. РКП(б) Үҙәк Комитетының матур әҙәбиәт тураһында 1925 йылғы резолюцияһы, Ғ. Дәүләтшиндың “Ленин һәм интеллигенция”, Д. Юлтыйҙың ижадсыларға төбәлгән “Яңы әҙәби ағымдарҙың гегемонияһы тураһында”, “Әҙәбиәт һәм әҙиптәр” ҙур резонанс тыуҙырған мәҡәләләре, М. Ғафуриҙың “Бишенсе йыл революцияһы хаҡында иҫтә ҡалғандар” иҫтәлектәре уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Әҙәби оҫталыҡ хаҡында һөйләшеүҙәр, дискуссиялар тыуҙырырлыҡ мәҡәләләр, яңы әҫәрҙәр тәҡдим ителгәне өсөндөр ҙә, педагогик йүнәлешле “Белем” журналы хәҙерге “Ағиҙел” журналының үҙенсәлекле дауамы рәүешендә ҡаралырға хаҡлы.

Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендәге Башҡортостанды өйрәнеүсе ғилми ойошма тарафынан 3 айға бер тапҡыр сығарыла торған “Башҡорт аймағы” (1925 йылдың октябренән башлап 1927 йылға тиклем ошо исемдә, 1927 йылдың башынан “Аймаҡ” тип аталып, 1931 йылға тиклем баҫыла) тигән ғилми йыйынтыҡ та китап уҡыусыларын тарих, этнография һәм әҙәби материалдар менән тәьмин итеп, мәҙәни процеста ҙур роль уйнай.


“Яңылыҡ”

1926 йылдың февралендә Бакуҙа уҙған тюркологтарҙың Беренсе Бөтә Рәсәй съезында төрки халыҡтарҙың яҙмаһын ғәрәп графикаһынан латин графикаһына күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда “Яңалиф” комитеты, урындарҙа бүлексәләре ойошторола, һәм инде бер аҙ тынысланған йәмәғәтселек, әҙиптәр, ғалимдар тағы яңы алфавит, яңы орфография ҡағиҙәләрен булдырыуға дәррәү тотона. "Яңалиф" комитеты башҡорт телендә латин графикаһы менән таныштырыу маҡсатында “Яңылыҡ” исемле журнал ойоштора, уның тәүге һаны 1927 йылдың сентябрендә Өфөлә донъя күрә. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты эргәһендәге башҡорт яңы әлифбаһының үҙәк комитеты тарафынан айға бер тапҡыр сығарыла торған сәйәси-ижтимағи, рәсемле, ярлы-ялпылар өсөн “Яңылыҡ” журналының мөхәррирҙәре итеп Д. Юлтый, Б. Ишемғол билдәләнә. Журналда яңалиф индереү мәсьәләһе буйынса материалдар менән бер рәттән төрлө фән һәм башҡа тармаҡтарҙан мәғлүмәттәр биреү күҙ уңында тотола, шуға ла башҡорт һәм татар яҙыусыларының киң ҡатламын, фән-ғилем эйәләрен мөмкин хәтлем нығыраҡ ҡатнаштырыу бурысы ҡуйыла.

Әйтергә кәрәк, был ваҡытҡа матбуғат баҫтырыу бер аҙ системаға һалынып, журналдарҙың йөкмәткеһе аныҡлана төшә: башҡортса баҫылғандарҙан “Ленин юлы” – партия баҫмаһы, “Белем” – педагогик, “Аймаҡ” – фәнни, “Дәһри” – атеистик, “Яңылыҡ” – әҙәби, тик яңы латинса графикала.


“Сәсән”

1927 йылдың ғинуарында әҙәби-мәҙәни мөхиттең күп яҡлы үҫешенә мул өлөш индергән әҙәби-художестволы айлыҡ журнал – “Сәсән”дең беренсе һаны донъя күрә. Уның нәшере Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариаты булып, Д. Юлтый, К. Иҙелғужа, И. Насыри, Ғ. Дәүләтшиндар (ул осорҙа әлеге шәхестәрҙең һәр береһе әллә нисә яуаплы вазифа башҡарған. Шул сәбәпле, беҙҙеңсә, теге йәки был журнал һанына, кем бушыраҡ, шул яуаплы редактор булған. – З.Ш.) мөхәррирлегендә шаҡтай ҙур тиражда сыға башлай. Журналды асып ебәргән "Редакциянан" исемле мәҡәлә баҫманың маҡсаты, киләсәккә пландары менән таныштыра: "...Башҡорт теле рәсми тел булып, тормошҡа ашырыла башлағас, мәктәптәр, яңы үҫеп килгән ғилми көстәр, йәштәр, уҡыусылар, уҡытыусылар, эшселәр, аңлы крәҫтиәндәр үҙ телдәрендә яҙылған нәфис әҙәбиәткә мохтаж булды. Был хәл төрлө-төрлө стена гәзиттәрендә, ҡулдан яҙып сығарылған журналдарҙа, дөйөм матбуғатта төрлө формалағы көслө ағым булып майҙанға сыҡты. Ошо мохтажлыҡ, ошо ынтылыштың бер өлөшөн донъяға сығарыу уйы менән беҙ ошо эшкә тотондоҡ”. Милли матбуғат һәм нәшриәт булдырыу өлкәһендә ҙур тәжрибә туплаған Д. Юлтый йәш башҡорт әҙәбиәте үҫешендәге ҡыйынлыҡтарҙы төптән белеп, йәмәғәтселеккә еткерә торҙо, мәҫәлән, 1927 йылдың майында республика гәзитендә баҫылған “Башҡортостанда нәшриәт эше” тигән мәҡәләһендә лә әсенеп ошоларҙы яҙа:

“...беҙҙең план буйынса иң аҙ баҫылғаны — нәфис әҙәбиәт һәм балалар әҙәбиәте. Былар нәшриәт планына айырым керетелмәйҙәр һәм айырым аҡса ебәрелмәй. Тик Наркомпростың дөйөм планынан өҙгөләп кенә ҡулдағы әҙәби оригиналдар нәшер ителеп киленәләр. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, хәҙер яңы нәфис әҙәбиәткә һыуһау күп. Бәғзе бер әҙәби мәжмуғалар, тираждарының күплегенә һәм ҡыйынлығына ҡарамаҫтан, һатылып бөтәләр. Былар араһында иң күп үткәне — балалар әҙәбиәте... Хәҙер комсомол, пионер ялпыһы киңәйә. Был армия көндән-көн үҫә. Ләкин уларҙың теләктәрен ҡапларлыҡ дәрәжәлә китап бирә алғаныбыҙ юҡ...”

“Сәсән” дә тәҡдим ителгән даими рубрикаларға (Хикәйәләр, шиғырҙар; Халыҡ поэзияһы һәм әкиәттәре; Көлкө-һәжү/сатира; Әҙәби әҫәрҙәргә тәнҡит һәм библиография; Театр һәм музыка; Фән һәм техника яңылыҡтары; Археологик ҡомартҡылар) күҙ генә йүгерткәндә лә, фото-рәсемдәр менән бай биҙәлешле, ҙур форматлы, ҡатырға тышлы күләмле ошо баҫма йөкмәткеһенең сағыштырғыһыҙ байлығын күрһәтә. Был осор башҡорт шиғриәте Башҡортостанға, уның данлы үткәненә арналып, тыуған ергә һөйөү, яңы ирекле тормошҡа дан йырлау менән һуғарылған. Милли батырыбыҙ Салауат темаһы, халыҡ хәтерендәге эпик батырҙар, тарихи шәхестәргә арналған йырҙар, ҡыҙыҡлы фотолар, йомаҡтар, башватҡыстар – һәммәһе лә уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ, иғтибарын йәлеп итерлек. Журнал биттәрендә Д. Юлтый, Х. Ғәбитов, М. Ғафури, И. Зәйни, Ғ. Амантай, Б. Вәлид, Ғ. Дәүләтшин, К. Иҙелғужа, Б. Ишемғол, И. Насыри, М. Буранғолов, Ф. Туйкин, Х. Әбдрәшитов, йәштәрҙән – С. Агиш, Р. Ниғмәти, Б. Вәлид, Б. Бикбай һ.б. шиғыр, повесть, хикәйәләре урын ала.


“Октябрь”

Республика етәкселеген һәм йәмәғәтселекте, партия етәкселәре ҡушҡанса, яңалифкә ваҡытында күсеү ныҡ борсоған мәлдә, ижадсылар алдында нимә хаҡында нисек яҙыу нескәлектәрен асыҡлау актуалләшә. Барыһынан да элек, пролетариатҡа хеҙмәт итергә тейешле әҙәбиәтте ниндәй художестволы алымдар менән, кемдәр ижад итергә бурыслы... һәм башҡа шуның ише һорауҙарҙы асыҡлау ҙур бәхәстәр тыуҙыра. Теге йәки был идеологик ҡараштарҙы яҡлаған ижади көстәр берләшә башлай. 1918 – 1920 йылдарҙа илдә шаҡтай ишәйеп киткән Пролеткульт ойошмалары урынына Мәскәүҙә партияның художестволы ижад өлкәһендәге сәйәсәтен күпмелер үҙ иткән Рәсәй пролетар яҙыусылары ассоциацияһы (РАПП) – 1925 йылда, ә Өфөлә РАПП йүнәлешендәге Башҡортостан пролетар яҙыусыларының ассоциацияһы (БАПП) 1927 йылдың мартында ойоша. 1928 йылдың яҙында Мәскәүҙә пролетариат яҙыусыларының I Бөтә Союз съезында Башҡортостандан Д. Юлтый һәм Ғ. Хәйри ҡатнаша, Ғ. Хәйри РАПП идараһы составына индерелә. 1928 – 1931 йылдарҙа Өфөлә БАПП-тың пленумдары уҙғарылып, унда башҡорт әҙәбиәтен заманса үҫтереү мәсьәләләре тикшерелә.

1928 йылдың 7 июлендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты латин графикаһы нигеҙендә төҙөлгән яңалифты рәсми дәүләт алфавиты тип ҡарар сығара һәм уға күсеп бөтөүҙе 1930 йылдың 1 ғинуарына билдәләй. Шул уңай менән, бығаса айырым баҫылған “Сәсән” һәм “Яңылыҡ” журналдарын бергә ҡушып, “Октябрь” исеме аҫтында берләштереү ҡарала. Журнал сығарырға тейешле белгестәрҙең составы таныш: яуаплы редактор – Дауыт Юлтый. (1934 йылдан “Октябрь” журналында яуаплы редакторҙар – Б. Ишемғол, Ғ. Амантай), редакция коллегияһына А. Таһиров, Т. Йәнәби, Б. Ишемғол, М. Ғафури, Ш. Шәһәр, Ә. Чаныш, С. Агиш, А. Әминдәр тәғәйенләнә. Совет власының тәүге йылдарынан уҡ милли матбуғат ойоштороу мәшәҡәттәрен үҙ иңенә алған Дауыт Юлтыйҙың редакторлыҡ маһирлығы 1934 йылда яҙған ҡыҫҡаса автобиографияһынан да күренә:

...1919 йыл Беренсе революцион армияла «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитендә эшләнем. Коммунистар отряды менән Урал һәм Стәрле фронттарында булдым. Шул йылдың аҙағында тиф менән ауырып, ике айға ауылға ҡайттым. Реввоенсовет приказы буйынса, Башҡортостанға ҡайтып, Туҡсоранда хәрби комиссар булдым. Шул уҡ ваҡытта партияның кантон комитетын төҙөп, шунда секретарлыҡ вазифаһын да алып барҙым.

1919 йылдың аҙағында Башҡортостан үҙәге Стәрлетамаҡҡа килеп, военкоматтың политик секторында эшләнем һәм «Ҡыҙыл батыр» тигән гәзит сығарҙым.

1921 йылдың башында мине «Башҡортостан» гәзитенә редактор иттеләр. Шул уҡ ваҡытта типографияларҙа политком, Дәүләт нәшриәтендә рәис, партияның ҡала комитетында секретарь инем. 1922 йыл Башҡортостан үҙәге Өфөгә күскәс, мин һаман «Башҡортостанда» редактор булып ҡалдым.

1923 йыл беренсе башлап «Яны юл» исемендә әҙәби журнал сығарҙым. Беренсе сыҡҡан көлкө журналы «Бабичта» ла редактор мин инем.

1925 баштарында «Башкнәгә» нәшриәтенең баш редакторы һәм «Белем» журналының редакторы булып эшләнем.

1925 йылдың аҙағында Мәскәүгә киттем. Унда СССР халыҡтарының Үҙәк Нәшриәтендә башҡорт секторының редакторы булып эшләнем.

1926 йылдан башлап 1928 йылға тиклем тағы «Башкнәгәнең» баш редакторы булдым. Шул уҡ йыл «Яңылыҡ» журналында редактор булдым.

1929 йыл Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә ғилми секретарь булдым һәм «Аймаҡ» журналын редакторланым.

1930 – 31 йылдарҙа «Башгиздың» матур әҙәбиәт бүлеге редакторы һәм «Октябрь» журналында редактор булдым.

1931 йыл йәйендә Ҡыҙыл профессорҙар институтына командировать ителдем. Ауырыу булыу арҡаһында, унда уҡыуҙы дауам иттерә алманым. Хәҙерге көндә «Октябрь» журналы редакторы итеп билдәләнеләр. Минең ҡыҫҡаса тәржемәи хәлем шул. Ошо көндә Башҡортостан комсомол гәзиттәре коллегияларының почетлы ағзаһы һаналам. /1934 йыл...

30-сы йылдарҙың тәүге яртыһында журналдың СССР кимәлендә танылыу алған әҫәрҙәргә юл асыуҙағы, әҙәби ижад буйынса фәнни-теоретик ҡараштар формалаштырыуҙағы роле баһалап бөткөһөҙ. Барлыҡ ижадсыларҙы берләштергән БАПП органы булараҡ журналдың төп йөкмәткеһе нәфис әҙәбиәтте тәшкил итә, мәҡәлә-бәхәстәрҙең күбеһе яңы ижад алымдары, әҙәби герой, әҙәби оҫталыҡ мәсьәләләренә бағышлана.

Бәләкәйҙән үк тормоштоң әсе-сөсөһөн татып, дәһшәтле һуғыштар аша сәмләнеп яңы социалистик тормош төҙөүгә егелгән дәүләт эшмәкәрҙәре А. Таһиров, Д. Юлтый, Ғ. Дәүләтшин, Ғ. Амантай, Т. Йәнәби, Б. Ишемғол, И. Насыри, Х. Ғәбитов, Ғ. Хәйриҙәр, революцияға тиклем үк ҙур танылыу алған М. Ғафури һәм С. Ҡудаш, Ғ. Ғүмәр һ.б. әҙиптәр башҡорт әҙәбиәтен төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр менән байытты. Улар тарафынан киләсәктә башҡорт совет әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итәсәк повестар, романдар, поэмалар “Октябрь” журналының биттәрендә тәүләп баҫыла.

Был хаҡта беренсе халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның яҙғаны бик тә фәһемле: “...1930 йылда октябрь һанында минең «Гөрләүектәр араһында» тигән кескәй генә романтик бер хикәйәм баҫылды. Тәүге өйрәнсек хикәйә. Ә ҡыуанысымдың иге-сиге юҡ ине. Нисек шулай булмаһын?! Бөйөк Октябрь революцияһы әсә телебеҙҙә уҡыу-яҙыу хоҡуғы менән бергә, ижадҡа юл асып, әҙәби журнал да бүләк итте. Төҫһөҙ-һорғолт тышлы, һары ҡағыҙға баҫылған йоҡа ғына был журнал беҙгә, тәүләп ҡәләм алған комсомол быуыны йәштәренә, тылсымлы бәхет асҡысы кеүек мөғжизәле, иртә яҙ осоп килеп еткән тәүге ҡарлуғас кеүек ҡыуаныслы булды. Журнал менән бергә, ләйсән ямғырынан һуң күгәреп ҡалҡҡан күк үлән шикелле, бер-бер артлы йәш ҡәләмдәр күтәрелеп сыға башланы. Уларҙың һәр ҡайһыһы яҙыусы булараҡ та, шәхес булараҡ та ифрат ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле, бала шикелле шат, саф күңелле кешеләр ине...”

Ысынлап та, әҙәбиәт офоғонда Ә. Вәли, М. Сөндөклө, М. Абдуллин, Б. Хәсән, М. Кәрим, Ж. Кейекбаев, К. Кинйәбулатова, Ә. Харисов, И. Абдуллин, С. Ханов, Х. Ҡунаҡбай, Т. Морат, Ғ. Йосопов ише яңы исемдәр күренә башлай. Буласаҡ халыҡ шағиры Р. Ниғмәти, Шәреҡтә беренсе ҡатын-ҡыҙ романист Һ. Дәүләтшина, Ғ. Сәләм, М. Буранғолов, М. Хәй, С. Агиш, С. Мифтахов, Б. Вәлид, Ҡ. Даян, С. Кулибай, Б. Бикбай, А. Карнай, Ә. Вәли һәм башҡа бик күптәр ялҡынлы большевистик рухта, бөйөк патриотизм, интернационализм илһамында тыуған әҫәрҙәре менән, “Октябрь”ҙең иң актив авторҙары булып, журналды яңы баҫҡыстарға күтәрә.

ВКП(б) Үҙәк Комитеты 1932 йылдың апрелендә «Әҙәби-художество ойошмаларын ҡайтанан ҡороу тураһында» ҡарар ҡабул итеп, РАПП һ. б. ойошмаларҙы бөтөрөү һәм социалистик төҙөлөштә ҡатнашырға ынтылған бөтә яҙыусыларҙы бер союзға берләштереү мәсьәләһен ҡуя. Башҡортостанда ла республиканың башҡарма комитеты рәйесе А. Таһиров етәкселегендә ойоштороу комитеты төҙөлә. “Октябрь” биттәрендә шуға ҡағылышлы барлыҡ проблемалар даими яҡтыртыла. Нәфис әҙәбиәттең мөһим проблемалары хаҡында күренекле рус яҙыусылары һәм дәүләт эшмәкәрҙәре А. М. Горький, А. А. Фадеев, А. В. Луначарскийҙың күп һанлы хеҙмәттәре тәржемә итеп баҫыла. Социалистик йөкмәтке һәм милли форма, интернационаллек һәм миллилек тураһында төрлө ҡараштар фонында “Нимә ул башҡорт әҙәбиәте?”, “Кемде башҡорт яҙыусыһы тип әйтәбеҙ?” тигән һорауҙарға теоретик яуап эҙләү журнал биттәрендә, мәҫәлән, Ш. Шәһәр, Ғ. Амантайҙар араһында, ҡыҙыу бәхәстәр тыуҙыра. Ғ. Амантайҙың 1934 йылда баҫылған «Милли әҙәбиәтте билдәләү принциптары» тигән мәҡәләһенең Башҡортостан яҙыусыларының 1934 йылдың мартында булып үткән Беренсе съезында ла яңғырауын, хәҙерге көндә лә актуаллеген юғалтмағанын әйтергә кәрәк.

А. Фадеевтың тәҡдиме буйынса, М. Горькийҙың 1932 йылда А. Таһиров менән осрашыуы һөҙөмтәһендә Башҡортостан Яҙыусылары ойошмаһына, башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ярҙам итеү, тәржемә эштәрен ойоштороу һәм республиканың тормошон яҡындан өйрәнеү өсөн Өфөгә бер нисә тапҡыр яҙыусылар бригадаһы ебәрелә. Улар ярҙамында “Октябрь” журналында баҫылғандарҙан һайлап, руссаға тәржемәлә Мәскәүҙә баҫтырыу, йыйынтыҡтар сығарыу А. Таһиров, Д. Юлтый, Т. Йәнәби һәм байтаҡ әҙиптәрҙең Союз күләмендә танылған әҙәбиәтселәр рәтенә индерелеүе, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтен совет әҙәбиәтенең алдынғы бер милли отряд тип баһаланыуы осраҡлы хәл түгел ине. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙе дәүләт әһәмиәтендәге бурыс тип һанап, Башҡорт хөкүмәтендәге юғары вазифаларына ҡарамай, бөткөһөҙ эштәрҙән ваҡыт табып, барлыҡ кәңәшмә-йыйылыштарҙа докладтар яһап, шул арала ижадҡа ла өлгөрөп, әҙәби-мәҙәни мөхиттең уртаһында ҡайнай улар.

1934 йылдағы СССР Яҙыусылар союзының беренсе съезында ла, артабан да СССР Яҙыусылар союзы идараһының пленумдарында Башҡортостан вәкилдәре лә системалы ҡатнаша, унда күтәрелгән ижади проблемалар “Октябрь” журналы аша башҡорт әҙәбиәте практикаһына ла күсерелә.

Үкенесле күренеш... Журнал биттәрендә шул осор өсөн хас вульгар социаль идеяларҙы сағылдырған, шул нигеҙҙә теге йәки был авторҙарҙы синфиһыҙлыҡта, буржуаз милләтселектә ғәйепләгән материалдарҙың күпләп урын алыуын да әйтеп китергә кәрәк. 1936 – 1937 йылдарҙа “Октябрь” журналы редколлегияһында таныш исемдәр осрай әле: яуаплы редактор – ҡулға алынғанға тиклем Төхфәт Йәнәби, актив яҙышыусылар ҙа байтаҡ. 1937 йылда сәйәси репрессиялар көсәйеп, республиканы етәкләгән күренекле әҙиптәрҙе ҡулға алыуҙар башлана. Ҡот осҡос: журналдың ошоға тиклемге барлыҡ редакторҙары юҡ ителә: Дауыт Юлтый, Булат Ишемғол, Төхфәт Йәнәби, Ғабдулла Амантай 1938 йылдың июлендә атыла, Имай Насыри 1942 йылда лагерҙа үлә. 1937 – 1939 йылдарҙа журналды редактор булараҡ Х. Кәрим, 1939 – 1941 йылдарҙа, Бөйөк Ватан һуғышына алынғансы, Н.Ҡәрип етәкләй.

Шулай итеп, 30-сы йылдар аҙағында журнал рәсми сәйәсәт ҡоралына әүерелә, мәҡәлә-фашлауҙар төп жанрға әйләнә, авторҙар коллективы ҡырҡа кәмей.

Өҫтәүенә, 1939 йылдың аҙағында латинлаштырылған башҡорт яҙмаһының БАССР-ҙың Юғары Советы указы буйынса рус графикаһына күсерелеүе лә яҙышыусыларҙың әҙәйеүенә күпмелер дәрәжәлә сәбәпсе булғандыр. Хатта 1941 йылдың ғинуар һанында Х. Кәримдең “Ауыл” поэмаһы ғына рус, ә ҡалған материал һаман да латин графикаһында баҫылыуын дауам итә.

Башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле әҙиптәре атылып, ҡайһылары мәңгелеккә һөргөн-лагерҙарға оҙатылғас, уларҙың китаптары, әҫәрҙәре баҫылған журнал һандары китапханаларҙан алына, уларҙың үҙҙәрен иҫкә алыу, ижад емештәрен ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Башҡортса әҙәби баҫма биттәрендә күпселек урынды рус яҙыусыларының әҫәрҙәре ала. “Игорь полкы тураһында һүҙ”ҙән башлап А. Радищев, А. Пушкин, М. Лермонтов, Н. Гоголь, Н. Некрасов, Л. Толстой, И. Тургенев, А. Чехов, Салтыков-Щедрин, В. Короленко, Т. Шевченко, М. Горький, А. Фадеев, М. Шолохов, В. Маяковский, Дм. Фурманов, В. Катаев, Л. Кассиль әҫәрҙәренең тәржемәләре айырыуса йыш күренә. Милли һәм донъя әҙәбиәттәре вәкилдәренән – В. Гюго, Ж. Верн, Д. Дефо, Дж. Свифт, Дж. Лондон, А. Барбюс, Р. Роллан, Р. Тагор, Джамбул, Шота Руставели, Давид Сасунский һ.б. әҙиптәрҙең ижад өлгөләре, башҡортса тәржемәләнеп журнал биттәренә эләгеү генә түгел, күбеһе аҙаҡ айырым китап итеп баҫыла. Журналдың тәүге биттәрендә И. Сталин, Н. Ежов кеүек дәүләт эшмәкәрҙәренә арнау-данлауҙар, унан һуң “буржуаз милләтселәр”, “троцкистар”, “бухаринсылар” тип аталған “халыҡ дошмандарын” фашлауҙар урын ала. Яңы йәш ижадсыларҙы ылыҡтырыу өсөн бер-бер артлы конкурстар, әҙәби бәйгеләр хаҡында иғландар баҫыла.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, журнал сығыуҙан туҡтай.






























“Әҙәби Башҡортостан”

Һуғыш йылдарындағы өҙөклөктән һуң, 1946 йылдың ноябрендә “Октябрь” журналы өс мең дана тираж менән нәшер ителә башлай. Яуаплы редактор – Ғ. Зөлҡәрнәев (1946 – 1948), редколлегия ағзалары – С. Агиш, С. Ҡудаш, Ә. Кирәй (Кирәй Мәргән), Р. Ниғмәти, Ә. Усманов, Ә. Харисов. Тәүге һанда уҡ Ленин-Сталин, партия темаһы алға ҡуйыла. Журналда һуғышҡа арналған шиғыр, поэма, хикәйә, очерк, әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре башҡа милли әҙәбиәттәр өлгөләре менән даими аралаштырып баҫыла. 1945 йылдың ғинуарында ВКП(б) Үҙәк Комитетының “Башҡортостан партия ойошмаһында агитация-пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында” тигән ҡарарын үтәү йөҙөнән үткәрелгән кәңәшмәләр, айырыуса драматургияға ҡағылышлы сығыштар, әҙәби күҙәтеүҙәр, партия документтары күпләп баҫыла.

1948 йылдың аҙағында партияның өлкә комитеты башҡорт әҙәбиәтен яҡшыртыу саралары тураһында ҡарар ҡабул итә. “Октябрь” журналының исеме үҙгәртелә. 1949 йылдан башлап ул “Әҙәби Башҡортостан” булып сыға, яуаплы редактор – С. Агиш (1949 – 1951), редколлегия ағзалары – Ғ. Әмири, С. Ҡудаш, С. Кулибай, Ә. Кирәй, Р. Ниғмәти, Ә. Харис. 1951 йылдың көҙөнән яуаплы редактор итеп Ә. Вәли (1951 – 1955) ҡуйыла. Башҡортостан яҙыусыларының республика йыйылышында күтәрелгән “яҙыусыларҙың идея кимәле һәм профессиональ оҫталығын күтәреү” буйынса мәҡәләләр, Н. Нәжми, Б. Бикбай, Х. Кәрим, М. Кәрим, Х. Ғиләжев, А. Игебаев, Ҡ. Даян һәм башҡаларҙың яңы пьеса, поэма, повестары, шиғри шәлкемдәре донъя күрә. И. Абдуллин, Ә. Бикчәнтәев, Ғ. Әмири, Т. Арыҫлан, К. Мәргәндәрҙең сәсмә әҫәрҙәре баҫыла.


“Ағиҙел”

Ике тиҫтәләп йылдан һуң башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең йәнләнә башлауы 1955 йылда Мәскәүҙә үткән декадалағы уңыштар менән бәйле була. Партияның шәхес культын фашлаған ХХ съезынан һуң ижади эҙләнеүҙәргә, күпмелер азатлыҡ бирелеп, яңы юҫыҡта киңерәк офоҡтар асыла. Әҙәби процесс яңы рухлы көстәр – Бөйөк Ватан һуғышынан еңеп ҡайтҡан яугир әҙиптәр менән тулылана.

1955 йылдан башҡортса әҙәби журналдың торошонда ҡырҡа үҙгәрештәр башланыуы фронтовик Хәким Ғиләжевтың (1955 – 1968) яуаплы редактор вазифаһына тәғәйенләнгән ваҡытҡа тура килә. 2 мең ярым данала, дәфтәр һымаҡ ҡына беркетелгән биттәрҙән торған журналдың тиражын арттырыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған Х. Ғиләжев бик күп ойоштороу эштәре башҡара: үҙаллы финанслауға өлгәшеп, төҫлө тыш-биҙәлеш, күләм, авторҙарға түләү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итә. Ошо осорҙа уның тырышлығы менән башланған журналға радиокүҙәтеүҙәр, ҡыҙыҡлы реклама, “Ағиҙел” уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнеш – әҙәби баҫманың әлегә тиклем дауам иткән матур традицияларынан.

Ағиҙел тулҡындары, яңғыҙ аҡсарлаҡ, ә һул яҡта өҫтә Салауат батырҙың һәйкәле һынландырылған зәңгәр тышлыҡ менән журнал 1961 йылдың ғинуарынан, йәғни беренсе һанынан – журналдың тәү тапҡыр киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында үткәрелгән юбилейына үҙенсәлекле бүләк рәүешендә – сыға башлай. 1-се һанда баҫылған Н. Нәжмиҙең “Ҡапҡалар” поэмаһы, гүйә, журнал биттәре аша башҡорт әҙәбиәте ҡапҡаларын көн йөҙөнә киң итеп асып ебәрә. Биш-алты йыл эсендә журналдың тиражы, 20 тапҡырға артып – 50 меңгә етеп, Башҡортостанда ғына түгел, ғөмүмән, бөтә Советтар Союзында тарала. Главпочтамт мәғлүмәттәре буйынса, Камчатканан башлап, Балтик буйына, Төрөкмәнстандан – хатта Яңы Ер утрауҙарына тиклем була был географик киңлек. Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда таралыу һәр береһендә 500-гә барып етә.

Һуғыш ғәрәсәте аша үтеп, тыныс тормош бәхетенең ҡәҙерен яҡшы белгән яугир әҙиптәр (Хәким Ғиләжев үҙе һәм яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Мостай Кәрим, 1962 йылдан – Назар Нәжми) етәкләгән журнал һәм яҙыусылар идараһының берҙәмлеге, редколлегия (Ғәли Ибраһимов, Ноғман Мусин, Әсғәт Мирзаһитов, Фәрит Иҫәнғолов, Баязит Бикбай, Әхнәф Харисов, Рафаэль Сафин, Кәтибә Кинйәбулатова һ.б.) хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәрлеге журналды яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә. Шулай ҙа, Х. Ғиләжев раҫлағанса, журналдың шулай абруйы күтәрелеүенә, уның исеме үҙгәреүе, күләме артыуы – бөтәһенән элек, унда баҫылған әҫәрҙәр һәм уларҙың художество сифаты сәбәпсе була. Эшмәкәрлектәре КПСС өлкә комитетының даими күҙәтеүе аҫтында тороуға, рәсми күрһәтмә-ҡарарҙар сығарылыуға ҡарамаҫтан, журнал коллективы әҙәбиәттән алып ташланған Ш. Бабич, А. Таһиров, Д. Юлтый, Ғ. Дәүләтшин, И. Насыри, Ғ. Амантай, Т. Йәнәби, Б. Ишемғол һ.б. әҫәрҙәрен халыҡҡа кире ҡайтарҙы. Башҡорт совет әҙәбиәтенең алтын хазинаһын тәшкил иткән, ил һәм хатта донъя кимәленә танылған ҡәләм оҫталары Һ. Дәүләтшина, З. Биишева, М. Кәрим, Н. Мусин, Ә. Бикчәнтәев, Н. Нәжми, Ә. Хәкимов, Р. Ғарипов, М. Ғәли, Я. Хамматов, Ә. Мирзаһитов, А. Абдуллин, Ф. Иҫәнғолов, А. Игебаев, Р. Низамов, Д. Исламов һ.б. һәр бер яҙғаны, китап рәүешендә донъя күргәнсе, журнал биттәрендә баҫыла. Рәшит Назаров исемле шиғриәт йондоҙон да башлап “Ағиҙел” журналы ҡабыҙа.

1968 – 1973 йылдарҙағы “Ағиҙел”дең баш редакторы Әсғәт Мирзаһитов, 1974 – 1978 йылдарҙағы – Рәйес Низамов, 1978 – 1988 йылдарҙағы – Әмир Гәрәевтар, шул йылдарҙағы редакция хеҙмәткәрҙәре Абдулхаҡ Игебаев, Әхиәр Хәким, Ғабдулла Байбурин, Йыһат Солтанов, Динис Бүләков, Шакир Янбаев, Мәхмүт Һибәт, Әсхәл Әхмәтхужа, Барый Ноғоманов, Риф Мифтахов, Ҡәҙим Аралбаев, Риф Тойғонов һәм башҡа күпмелер эшләп киткәндәр көсө менән журналдың матур традициялары дауам итә. Журналдың танылған авторҙары К. Кинйәбулатова, Ғ. Рамазанов, Ә. Атнабаев, И. Ғиззәтуллин, Ф. Рәхимғолова, Ш. Янбаев, Ғ. Ибраһимов, Н. Асанбаев, Я. Ҡолмой, Ш. Бикҡолдар менән бер рәттән, балалығы һуғыш осорона бәйле ижадсылар Р. Солтангәрәев, В. Әхмәҙиев, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Т. Йосопов И. Кинйәбулатов, Ҡ. Аралбай, Т. Килмөхәмәтов, Ә. Таһирова, С. Әлибаев, Д. Бүләковтар әҙәбиәт майҙанына баҫа. Күренекле әҙәбиәт белгестәре Ғ. Хөсәйенов, К. Әхмәтйәнов, Ә. Вәхитов, М. Минһажетдинов, Р. Байымов һәм башҡалар, яңы әҫәрҙәргә журнал биттәрендә талапсан баһа биреп, әҙәби оҫталыҡ күтәреүгә булышлыҡ итә. Ҡыҫҡаһы, 1960 – 1980 йылдарҙа республикала әҙәби-мәҙәни тормоштоң ҡайнап тороуы, халыҡ-ара һәм милли әҙәбиәттәр менән бәйләнештәрҙең тығыҙлығы, башҡорт әҙәбиәт ғилеменең уңыштары – барыһы ла журналда сағылыш таба, шуға күрә лә ул әҙәбиәт һөйөүселәр тарафынан көтөп алына торған баҫмаға әүерелә.

***

Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында партия һәм дәүләт кимәлендә үҙгәртеп ҡороу девизы бар ғәмгә яңғыратып, илдәге иҡтисадты тиҙләтелгән үҫтереүгә йүнәлеш алынды. Бының өсөн тәү сиратта сәйәсәтте һәм совет осоронда ҡатып ҡалған идеологик ҡиблаларҙы демократлаштырыу талап ителгәнгә, “гласность”, йәғни билдәлелек шарттары тыуҙырыу көн талабына әйләнде. Рәсми тыйыуҙарҙың, сәйәси-идеологик кәртәләрҙең күпмелер дәрәжәлә юҡҡа сығыуы, айырыуса 1990 йылдың көҙөндә БАССР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителеүе ваҡытлы матбуғатҡа, шул иҫәптән, “Ағиҙел” журналына йөкмәтке яңыртыуға, халҡыбыҙ яҙмышының бығаса яҡтыртырға рөхсәт ителмәгән ҡараңғы биттәрен асыуға ҙур мөмкинлектәр бирҙе. Тап ошо мәлдәрҙә танылған публицист һәм проза маһиры Булат Рафиҡов журналға килә һәм 1988 – 1998 йылдарҙа баш мөхәррир вазифаһын үтәй. Уның гражданлыҡ һәм яҙыусылыҡ позицияһы, журналислыҡ тәжрибәһе республиканың үҙаллылығы өсөн барған ижтимағи-сәйәси көрәштең уртаһына әйҙәй, һөҙөмтәлә журнал коллективы менән халыҡ үҙәге ойошторған йәмәғәтселек эштәрендә дәррәү ҡатнаша. Бына Б. Рафиҡовтың “Ағиҙел”дең 70 йыллығы уңайы менән отчет кеүек яҙған буклеттан:

Тоталитаризмдың йомшара башлауы һиҙемләнеү менән, «Ағиҙел» беренсе булып туған телебеҙҙе яҡлап сыҡты, Муса Мортазиндың «Граждандар һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре» тигән китабы менән уҡыусыларҙы таныштырҙы, Ҡөрьән Кәримде башҡортсаға тәржемәләүҙе ойошторҙо. Әхмәт Зәки Вәлиди Туғандың әҙәби мираҫын өйрәнеү һәм башҡортсаға ауҙарыу эшен башлап ебәреүсе “Ағиҙел” икәнен онотмайыҡ. Бөйөк ғалимдың журналда донъя күргән «Хәтирәләр»е һәм «Башҡорттар тарихы», баҫыласаҡ яңы хеҙмәттәре Башҡортостанда ижтимағи һәм фәнни фекерҙе үҫтереүҙә, һис шикһеҙ, мөһим роль уйнаясаҡ.

«Ағиҙел» — ойоштороусы ла. Кескәйҙәр өсөн беҙ журналда сығарған «Бәпембә» журналы, етерлек тәжрибә, авторҙар һәм редакция коллективы тупланғас, бөгөн ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа яратҡан «Аҡбуҙат» булып китте. Әле журнал эсендә йәштәр өсөн «Шоңҡар» баҫыла, һәм уның да оҙаҡламай үҙ аллы йәшәй башларына ышанабыҙ. Бынан тыш, «Ағиҙел» 3. Вәлиди исемендәге фонд, милли киноүҙәк, үҙаллы телевидение һәм радио булдырыу кеүек эштәрҙә актив ҡатнаша...

Баш мөхәррирҙәр – күренекле шағир Сафуан Әлибаев (1998 – 2002), прозаик Әмир Әминев (2002 – 2016), драматург Рәлиф Кинйәбаев (2016 йылдан) менән бергәләшеп, төрлө осорҙа редакцияла ең һыҙғанып эшләгән Рәшит Солтангәрәев, Рәүеф Насиров, Хәсән Назаров, Вил Ғүмәров, Нәжиә Игеҙйәнова, Мәүлит Ямалетдинов, Ғәлим Хисамов, Гөлнур Яҡупова, Рәмил Йәнбәков, Гөлназ Ҡотоева, Фәнил Күзбәков, Ринат Камалов, Әхмәр Үтәбай, Харис Сәғитовтар, күләмле әҙәби баҫманың бәҫен төшөрмәй, халыҡҡа ваҡытында еткереүгә үҙ өлөштәрен индергән. Оҙаҡ ҡына йылдар дауамында журналда көс түккәндәрҙән: танылған шағирә Тамара Ғәниева байтаҡ йылдар – шиғриәт, проза оҫталары Әмир Әминев һәм унан һуң ун йылдан ашыу Сабир Шәриповтың проза секцияһын етәкләүҙәре, Дамир Шәрәфетдиновтың поэзия секцияһының сәркәтибе булыуы журналға яңы авторҙарҙы йәлеп итеүгә генә түгел, йәш ижадсыларҙың ҡәләмен сарлауға, артабан әҙәбиәт майҙанына баҫыуға хеҙмәт итте һәм итә.

***

Уҙған 95 йыл эсендә әҙәби-нәфис баҫманы билдәле һүҙ оҫталары етәкләне, редакцияның аппаратында ла танылған әҙиптәр эшләне, журнал мөхәрриәтенә шулай уҡ арҙаҡлы яҙыусылар һәм әҙәбиәт белгестәре, ғалим-тәнҡитселәр һайланды. Журналдың баш мөхәррирҙәрен яңынан күҙҙән үткәреү генә лә ошо фекергә ҡеүәт, һәм уларҙың эшмәкәрлеге үҙҙәре йәшәгән йылдарҙағы әҙәби-мәҙәни мөхитен ярайһы асыҡ күҙ алдына баҫтыра. Заманса оптималләштереү ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, журнал заманға аҙымдаш һәм донъяға ауаздаш, арҙаҡлы әҙип Б. Рафиҡов яңғыратҡан принциптарға тоғро: киң йәмәғәтселеккә дөрөҫлөктө еткереү, ил-йорт һәм әҙәбиәт тарихында аҡ таптарҙы бөтөрөү, тыйылған исемдәрҙе һәм әҫәрҙәрҙе халыҡҡа ҡайтарыу, киң уҡыусылар даирәһен әҙәбиәтебеҙҙең өр-яңы ҡаҙаныштары менән таныштыра барыу, уҡыусыларҙа нәфис һүҙ ярҙамында матурлыҡ, ғәҙеллек һәм ватансыллыҡ тойғоларын тәрбиәләү, әхлаҡи сәләмәтлек өсөн көрәш. Иң мөһиме , “Ағиҙел” традицион һәм башҡа рубрикаларын: “Дуҫлыҡ күперҙәре”, “Иман нуры”, “Шиғриәт”, “Сәсмә әҫәрҙәр”, “Рухи хазиналар”, “Заман үә замандаштар” һаҡлап ҡалды, “Ил-йорт ғәме”, “Әҙип тормошо”, “Исемегеҙ хәтер күгендә”, “Яҙмышы китап яҙырлыҡ” кеүек яңылары өҫтәлде. Әҙәби ойошма-берекмәләр менән бәйләнештең нығыуы, журнал уҡыусылыр менән әлдән-әле йәнле осрашыуҙар уҙғарыу, республикабыҙҙың алыҫ төбәктәренә альтернатив юл менән баҫманы ваҡытында ташыу ҙа хуплауға лайыҡ. Нисәмә йыл инде журнал иң уҡымлы жанрҙар буйынса үҙенең йыллыҡ лауреаттарын тәбрикләй, ваҡыт-ваҡыт Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, хатта Евразия сиктәрендә ҡәләмһынаштар иғлан итә. Мәҫәлән, М.Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара, Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр ярышмалары баҫмаға мәртәбә генә өҫтәне һәм йөҙҙәрсә ҡәләмгирҙе яңы ижад артылыштарына илһамландырҙы. Тимәк, “Ағиҙел” хаҡ һәм пак һүҙле әҙәби фекер һандалы булып тора, киләсәктә лә уның ошо ҡиблаға тоғро ҡалыуын, уҡыусылары ишәйеүен теләйек.

Юбилейың менән, “Ағиҙел”!




Зәйтүнә Шәрипова,

филология фәндәре докторы.
Читайте нас: