1987 йылдың йәйендә “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Булат Рафиҡов мине кабинетына саҡыртып алды.
– Шиғырҙар яҙам... ”Башҡортостан ҡыҙы” журналы өсөн мәҡәләләр яҙам... Командировкаларға йөрөйөм. Редакцияға килгән хаттарға яуап яҙыу йонсотобораҡ китте. Ваҡ эш, һөҙөмтәһе аҙ... Радиола эшләгәндә мөмкинлектәр киңерәк ине, етди темаларға сығыштар яһап була ине. Ҡатын-ҡыҙҙар журналының үҙенсәлеге икенсерәк шул...
– “Ағиҙел”гә эшкә килергә теләгең юҡмы? – Булат ағай сабыр, һүҙҙең тәмен белеп кенә һөйләй торған кеше, миңә һынауһыҙ, ҡәҙимгесә генә ҡарап ултыра.
– Әлләсе... Бигерәк ҙур журнал. Тарта алырмынмы икән?
– Тартырһың. Иртәгә үк эшкә сыҡ! – Мин ҡаушай төштөм.
– Отпускынан һуң тура “Ағиҙел”гә кил!
Шуның менән һүҙе лә тамамланды ағайҙың. Дөрөҫөн әйткәндә, мин унан бер аҙ шөрләй инем. Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы сәркәтибе булып эшләгән сағынан күреп беләм. Бигерәк етди, сөсөләнеп бармаған Булат ағай әшнәләрсә дуҫлыҡ булдырырлыҡ кеше кеүек күренмәй ине. Хөрмәт итә инем, әлбиттә. Ишетелә ине: Булат ағай ярайһы киҫкен сәйәси мәсьәләләргә йоғонто яһарлыҡ аҡыллы шәхес. Юғары трибуналарҙан уҡылған күп кенә русса докладтарҙың авторы ул... Үҙе бик үк сәбәләнеп мөнбәрҙәргә атлығып торманы, әммә әйтергә теләгәндәрен ярайһы ҙур дәрәжәләге рәсми вазифалы кешеләр ауыҙынан әйттереүгә өлгәште. Партияның Башҡортостан өлкә комитетында 90-сы йылдарҙа барған ығы-зығыға, диктат, мин-минлек күренештәренә ҡәтғи баһа биргән, ул саҡтағы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Әсғәт Мирзаһитовтың докладының авторы ла Булат Рафиҡов, тиҙәр ине.
Уның эшкә саҡырыу тәҡдименән шаңҡыбыраҡ ҡалдым шулай ҙа. Миңә тиклем “Ағиҙел” редакцияһының бүлектәрендә бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа эшләмәгән. Етмәһә, ниндәй ҙә ауыр бүлек бит әле: публицистика... Йәшлек шул, ҡанатланып сығып киттем Булат Заһри улының кабинетынан. Ә ниңә? Эштең нимәһе бар?! Булдырып булыр ул!
Ана шунда, республикабыҙҙың иң мәртәбәле ҡалын журналы редакцияһында 21 йыл буйы эшләп, радионан ҡала, иң һәйбәт университеттарымды үттем дә инде. Шунда Булат Рафиҡовтың үҙе, Йыһат Солтанов, Рәшит Солтангәрәев кеүек шәхестәр менән аралашыу бәхетенә өлгәштем. Нисәмә-нисә арҙаҡлы, талантлы авторҙар менән аралашыу, улар менән эш алып барыу, уларҙың күңел һәм зиһен даирәһе менән осрашыу мөмкинлеге асылды. Мин эш башлап ебәргән осорҙағы юғары компетенциялы, халыҡ араһында журналислыҡ, әҙәби хеҙмәттәре менән абруй яулаған коллектив мине эшкә өйрәтте. Ҡара эш ине ул. Редакцияға иртәгә үк журнал биттәренә сығарып ебәрерлек материал килмәй. Публицистика бүлегенә мәҡәләләрҙе башлыса русса яҙып килтерәләр. Уларҙы журналда баҫтырыр өсөн кире күсереп, башҡортса яҙырға тура килә. Ул саҡта компьютерҙар юҡ. 60 – 70, унан да күберәк битлек машинкала баҫылған йә ҡулдан яҙылған материалдарҙы ҡабат яҙа-яҙа ҡулдар ҡалйып киткән саҡтар була ине. Башҡортсаға күсереп яҙғандан һуң уларҙы машинкала баҫтырып алаһың, машинканан һуң грамматик хаталарын төҙәтәһең, сығып барған һандың корректураһына ла күҙ һалаһың. Ҡыҫҡаһы, конвейерға һалынған өҙлөкһөҙ эш. Ә башыңда киләһе һандың йөкмәткеһе, уның өсөн әҙерләнәсәк мәҡәләнең ҡараламаһы алдыңда ята.
Булат Рафиҡов ағай берәүҙе лә кабинеттар буйлап йөрөп күҙәтмәй ине. Белә, редакцияла үҙ бурысын еренә еткереп башҡарырлыҡ етди кешеләр йыйылған. Уның төп маҡсаты – йөкмәтке. Темалар төрлөлөгө һәм уларҙың уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыр мәғлүмәте. Беҙ Рәшит Солтангәрәев ағай менән көн һайын иртәнсәк баш мөхәррир кабинетына юлланабыҙ. Унда гәзиттәр өйөлөп ята. Өсәүләшеп алмашлап гәзиттәрҙе уҡыйбыҙ, шунан ундағы мәғлүмәт, илдә барған ваҡиғалар хаҡында фекер алышабыҙ. Мин дә һүҙгә ҡушылып киткән булам, күберәген тыңлайым. Һәм нәҡ ана шундай көндәлек “летучка” мине донъяға битараф булмаҫҡа, ил-ватан, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынырға, байтаҡ нәмәләрҙең айышына мөнәсәбәт формалаштырырға өйрәтте лә инде. Шундай өсәү-ара әңгәмәләрҙә авторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен баһаларға, кемдең нимәгә һәләтле булыуын аңларға ла өйрәнелде.
Рәшит ағай авторҙарҙың нимәгә һәләтле булыуын яҡшы белә ине. Йыш ҡына алдына килеп ятҡан проза әҫәренең авторына иғтибар итә лә, кәйефе ҡырыла.
Эйе, университет ине “Ағиҙел” журналы. Йыһат Солтанов ағайҙың ҙур көсөргәнеш менән үҙләштереп була торған, ҡатмарлы фекер һәм асыштарҙан торған эсселары ла минең ҡулымдан үтте. Ни саҡлым мәғлүмәт бирҙе улар миңә. Хәйер... Мин, ахыры, етди эштәр башҡарам тип алданып ултыра бирҙем. Йәштәш ҡәләмдәш әхирәттәрем вазифаларға ынтылды һәм күбеһе журналдарҙың баш мөхәррирҙәре булып йөрөнө. Мин күҙемде ҡағыҙға текләп, авторҙарҙың мәҡәләләрен еренә еткереүсе һәм шунан ләззәт кисереүсе “негр”ға әүерелдем.
...Философия фәндәре кандидаты Әмир Юлдашбаев Зәки Вәлиди Туғандың “Хәтирәләр” китабын төрөксәнән башҡортсаға тәржемә итеү ниәтен белдерҙе һәм публицистика бүлеге ошо сенсацияға тиң эште башҡарып, халыҡҡа еткереү эшенә тотондо. Әмир ағай материалдарҙы киҫәк-киҫәк килтереп ауҙарып тора, мин уҡыусы ҡабул итерлек хәлгә еткереп редакторлайым. Һәр бүлек, һәр фекер, тарихи ваҡиғалар сылбыры, милләтебеҙҙең иң аяныслы яҙмышҡа дусар ителгән осоро мине, йәне-тәне менән халҡын яратҡан кешене, тетрәндергәндән-тетрәндерә бара. Аяуһыҙлыҡҡа, көсөргәнешкә дусар ителгән халҡыбыҙ яҙмышының бығаса беҙгә ҡараңғы булған биттәрен уҡып ултырғанда, һиҫкәнеүемде тыя алмай, бүлмәләге коллегаларыма хәтирәләрҙең ҡайһы бер урындарын ҡысҡырып уҡып алам һәм “уф-фф!” тип көрһөнөп ҡуям. Танылған шәрҡиәтсе, Бонн, Геттинген, Истанбул университеттары профессоры, күп кенә Европа, Азия университеттарының почетлы докторы Зәки Вәлиди, уның фекерҙәше милләттәшебеҙ Фәтхелҡадир Инан мираҫтарының редакция көсө менән илебеҙгә ҡайтарылыуы һәм халыҡҡа еткерелеүе баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ ине ул осор.
Журнал йәнә шәхес культы осоронда репрессияланған легендар полководец Муса Мортазиндың исемен аҡлауға ла тос өлөш индерҙе. Яҙыусы Рәшит Солтангәрәев ағайҙың уның хаҡындағы повесы әҙәбиәт һөйөүселәр араһында киң билдәлелек алды.
Был йылдарҙа тарихсы, филолог ғалимдар өсөн дә киң мөмкинлектәр асылды. Ғалимдарыбыҙ Марат Ҡолшәрипов, Диас Йәнтурин, Нияз Мәжитов, Әнүәр Әсфәндиәров, Ирек Аҡманов, Рәшит Шәкүр республикабыҙ үҙаллылығы өсөн көрәштең хәләллеген яҡлап, яңынан-яңы дәлилдәргә таянып мәҡәләләр яҙҙы. Яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың эҙләнеүҙәре лә тетрәндергес ваҡиғаларға сумдырҙы, нахаҡ бәләләр яғылып ҡорбан ителгән мәшһүр шәхестәрҙе реабилитациялауға булышлыҡ итте.
Археолог, академик Нияз Мәжитов менән уның ҡыҙы Әлфиә Солтанова башҡорттарҙың беҙҙең эраға тиклем тиҫтәләгән йөҙ йылдар элек ойошҡан халыҡ булыуын иҫбатланы. Уларҙың “Башҡортостандың боронғо быуаттарҙан алып ХVI быуатҡа тиклемге тарихы” тигән ҙур хеҙмәте лә публицистика бүлеге мөхәррире тарафынан тәржемә ителеп, журнал уҡыусыларына барып етте.
Филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтованың боронғо “Йософ Ҡиссаһы”, “Иҙеүкәй һәм Мораҙым” дастандарының башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡыһы булыуын иҫбатлаған хеҙмәте үҙе генә лә ниндәй етди ҡаҙаныш ине.
“Милли суверенитет һәм милли яңырыу” – РБ Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, философия фәндәре докторы, профессор Дамир Вәлиевтың монографияһы шулай тип атала ине. Милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуҡтарын ғәмәлләштереү тәжрибәһен анализлаған автор, һәр халыҡ милли суверенитет яулап ҡына ысын мәғәнәһендәге азатлыҡҡа, мөстәҡиллеккә килә алған, тигән һығымта яһай. Ә милли суверенитет – этнос үҙ яҙмышын үҙе хәл иткән, үҙенең этник территорияһына һәм байлыҡтарына хужа була ала, үҙ милли тормош рәүешен, хужалыҡ һәм ижтимағи-сәйәси ҡоролошон булдырған милли азатлыҡ кимәле ул. Ғалим башҡорттарҙың IХ – Х быуаттарҙа уҡ үҙ дәүләтселеге булған, тигән һығымталарын сығанаҡтар аша дәлилләй.
Ә ауылдар тарихына ҡағылышлы мәҡәләләр һуң? Арҙаҡлы Әнүәр Әсфәндиәровтың архивтарҙа ҡаҙыныуҙары һөҙөмтәһендә яҙылған ауылдар тарихы хаҡындағы беҙ бығаса белеп еткермәгән үтә лә ҡиммәтле мәғлүмәткә бай мәҡәләләренең “Ағиҙел” биттәрендә донъя күреүе күпме халыҡты үҙ нәҫеле, тыуған төйәге хаҡында эҙләнеүҙәргә әйҙәүе – үҙе бер яңы күтәрелеш. Боронғо замандарҙа уҡ алып барылған халыҡ иҫәбен алыу яҙмаларын уҡып, байтаҡ кешеләр үҙҙәренең ниндәй милләттән икәнлеген асыҡланы. Райондарҙа, ауылдарҙа ла яҙмышыбыҙ һәм тарихыбыҙға битараф булмаған энтузиастар етерлек ине. Уларҙың тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән мәҡәләләр ҙә яуа башланы редакцияға. Кешеләр нисек кенә энтузиаст булмаһын, “Ағиҙел” тиклем журналда тота килеп сығарып ебәрерлек кимәлдәге мәҡәләләр булмау сәбәпле, публицистика бүлеге мөхәрриренә ул тикшеренеүҙәрҙе лә еренә еткереп күсереп әҙерләргә тура килә ине. Халыҡтың ошондай эҙләнеүҙәре нигеҙендә республикабыҙҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Шәжәрә байрамы” кеүек матур саралар традицияға инеп китте.
Журнал редакцияһы минең икенсе өйөмә әүерелде. Мин эштә лә, өйҙә лә журнал мәшәҡәттәренән айырыла алманым. Ғәҙәтем дә шундайыраҡ инде: күңелемә ятҡан шөғөлгә башкөллө сумам да ҡуям. Миңә һөҙөмтә кәрәк. Фекер, образ йәнгә оялаһа, мәҡәләләрҙе үҙем аңлаған кимәлгә еткермәйенсә туҡтай алмайым. Журнал эштәренә лә мөнәсәбәтем йәшәү формаһына әүерелде. Бөгөн эшләй торғанды иртәгәгә ҡалдырыу, мәлен, илһам килеүҙе көтөү минең өсөн ят нәмә. Сөнки республика мәҙәниәтенең интеллектуаль кимәлен билдәләүсе матбуғат баҫмаһында хеҙмәт итеүҙе мин намыҫ эше тип баһаланым. Әҙәбиәт, сәнғәт һөйөүселәрҙә зауыҡ тәрбиәләргә тейешбеҙ, тип инандым.
Минең тәнҡит бүлегенә лә, сәнғәт бүлегенә лә ҡыҫылышым булмауға ҡарамаҫтан, сәнғәт кешеләре хаҡында мәҡәләләр тәнҡит бүлеге өсөн әҙәби тәнҡит, рецензиялар яҙҙым. Яҙыусылар, шағирҙар, сәнғәт кешеләре хаҡында яҙған мәҡәләләрем һуңыраҡ “Уйсандар, һеҙгә өндәшәм!” тип исемләнгән китабыма инеп китте. Йәл, ул китап мин уйлағанса уҡ сыҡманы. Шәхестәрҙең портреттарын ҡуйып, матурлап сығарһалар, шәп була ине. Етмәһә, шул уҡ китапҡа индерелгән публицистик мәҡәләләрем бөтөнләй алып ташланды...
Башҡорт әҙәбиәте – ҙур әҙәбиәт, әммә “Ағиҙел” журналы шул әҙәбиәттең иң гәүһәр өлгөләрен генә уҡыусыларға еткерергә тейештер ул. Дөрөҫ, күңел талабың булғас, һин һәләтеңдән килгәнсә ижад итергә хоҡуҡлыһың. Әммә һәр ялтыраған алтын булмай. Һәр ижадсы үҙен һәләтлемен тип уйлай. Әммә аҡты ҡаранан айырырлыҡ бүлек мөхәррирҙәре бар ине ул осор.
Миңә төрлө йылдарҙа Абдулхаҡ Игебаев, Рәшит Солтангәрәев, Рәмил Йәнбәков (урынбаҫар),Гөлнур Яҡупова (яуаплы сәркәтип), Ғәлим Хисамов (урынбаҫар), Рәүеф Насыров, Әхмәр Үтәбай, Хисмәт Юлдашев, Рәлис Ураҙғолов, Салауат Әбүзәров, Гөлназ Ҡотоева (Гөлнур Яҡупованан һуң яуаплы сәркәтип), Сабир Шәрипов, Мәүлит Ямалетдинов, Сафуан Әлибаев, Хәсән Назаров, Мәхмүт Хужин, Ринат Камаловтар менән эшләргә насип итте. Төрлө характерлы, төрлө кимәлдәге ижадсылар булып танылған был шәхестәргә ҡарата күңелемдә йылы тойғолар һаҡлана. Публицистика йөгөн 12 йыл тартҡандан һуң, ниһайәт, үҙемә яҡын шиғриәт бүлегенең мөхәррире булып киткәс, байтаҡ йәш шағирҙарға таяныс булырға тырыштым. Сөнки журнал редакцияһында эшләү менән бер рәттән Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының шиғриәт секцияһы рәйесе булып йөрөнөм. Ун ике йыл буйы секцияны етәкләүем осоронда байтаҡ талантлы шағирҙарға арҡадаш булдым, тип әйтергә лә йөрьәт итәм. Был бушлай эшкә лә мин күңелемде һалыр булдым. Йәш шағирҙарҙың ҡулъяҙмаларын тикшереүҙе ойоштороу ярайһы сетерекле эш ине, хәҙер ҙә шулай.
Булат Рафиҡов мөхәррир булыу менән бер рәттән йәмәғәтселек тормошонда ла әүҙем булды. Республика кимәлендәге ҡайһы бер вазифалар, кадрҙар мәсьәләһе уның менән кәңәшләшеп хәл ителә ине. Хәтеремдә, “Мәрхәмәт” хәйриә ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Солтанованың Хөкүмәттең вице-премьеры итеп тәғәйенләнеүендә лә Булат ағайҙың ҡыҫылышы булды.
Булат ағай Динис Бүләковты ярата ине. Хәйер, ул һөйкөмлө, кешелек сифаттары камил яҙыусы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйесен һөйһөнмәгән кеше булмағандыр. Һәйбәт кеше ине Динис ағай. Тик... Бер ғәҙәте бар ине. Ана шуның арҡаһында 51 генә йәшендә донъя ҡуйҙы. Йәл, бик йәл булды уның иртә китеп барыуы. Башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел, башҡорт иленең алтын бағанаһының гөрҫләп ауыуы аҙағыраҡ әҙәби даирәлә лә, йәмәғәтселектә лә үҙен ныҡ ҡына һиҙҙерҙе. Кешеләрҙе булдыҡлылығы, эшкә әрһеҙлеге аша баһалай белгән Динис Бүләковтан миңә яҡты иҫтәлек ҡалды. 1993 йылда миңә “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелде. Шунан бирле, ниндәй генә эштәр эшләмәйем, поэмалар (улар 9), китаптар, республика матбуғаты өсөн резонанс тыуҙырырҙай публицистик мәҡәләләр яҙмайым, бер генә маҡтауға, хөкүмәт наградаларына лайыҡ була алғаным юҡ әле. Дөрөҫөрәге, ижадым лайыҡһыҙ түгел ине буғай, баһалаусы, баһаларға теләүсе табылманы.
Әҙәби хеҙмәт, етди журнал редакцияһындағы эштәр, журналды таратыу буйынса командировкалар быуынға төшә, бик ныҡ арыта ине. Бәғзе саҡ үҙемде йыш ҡына елдереп барған поездың артынан йүгереп, уны ҡыуып етергә маташҡан кеше шикелле хис итә башланым. Йүгерәм дә йүгерәм. Тын быуыла. Ә кемдәрҙер машиналары, аттарына атланып алып, мине уҙа ла уҙа... Тиҫтә йылдар буйы бер ниндәй мораль стимулға ла өлгәшә алмау кәрҙе кәметеп, бәкәлгә һуға. Был тынғыһыҙ хеҙмәттең, шулай ҙа, ыңғай яғы ла бар ине. Республикабыҙ буйлап командировкаларҙа йөрөгәндә мин халҡыбыҙҙың ниндәй булыуына төшөнә-төшөнә барҙым. Ихлас, эскерһеҙ ауыл һәм ҡала халҡы, фиҙакәр уҡытыусылар менән осрашыуҙарҙан барыбер илһамлана һәм тотҡан юлымдың дөрөҫлөгөнә инана инем. Башҡорт, татар ауылдарындағы үҙенсәлекле йәшәү тороштары, милләттәрҙең менталитеты ла төрлөсә, әммә ябай халыҡтар ихлас һәм һөйкөмлө бит Башҡортостанда. Мин байтаҡ һыуҙарҙың сәйен эстем, егәрле ҡулдарҙан ризыҡ-тәғәм ейҙем, хөрмәт итеүҙәр йылыһында ихлас хозурландым. Башҡортостан халҡына, башҡорттарға, татарҙарға ана шул яҡты йөҙҙәре, ихтирамлы мөнәсәбәттәре өсөн бөгөн рәхмәтемде әйткем килә.
Булат Рафиҡов ағай ҙа, Рәшит Солтангәрәев ағай ҙа бер-бер артлы ғына киттеләр ҙә барҙылар. Йәтимһерәп ҡалдым. Оҙаҡ йәшәрҙәр, үҙем белмәгәнде уларҙан һорармын да белермен, тип уйлағанмын. Эргәмдә кәңәшләшерлек тә кеше ҡалманы тиерлек.
Рәшит ағай егәрле журналист та, яҙыусы ла, мөхәррир ҙә ине. Уның республикала резонанс тыуҙырған “Ике дуҫтың береһе ҡол”, “Элек бында бейейҙәр ине” тигән публицистик мәҡәләләре генә лә ни тора. Әйткәндәй, “Ике дуҫтың береһе ҡол” мәҡәләһенән һуң редакцияға төрөктәр йышланы һәм ағайҙы Төркиәгә ҡунаҡҡа саҡыра башланы. Әммә төрөктәр артынса уҡ органдарҙың да вәкиле килеп етте һәм Рәшит ағайҙы киҫәтеп ҡуйҙылар:”Төркиәгә бармауың хәйерле. Европалағы иң аяуһыҙ тышҡы һәм эске разведка – Төркиәлә!”
Проза бүлеге мөхәррире Рәшит Ғимран улы өҙлөкһөҙ романдар уҡый. Сөнки журналдың төп арҡа һөйәге романдар бит. Авторҙарҙан килгән ҡулъяҙмалар журналға бирерлекме, юҡмы – уҡырға кәрәк. Беҙ байтаҡ йылдар бер бүлмәлә ултырып эшләнек. Күҙе талғансы романдар уҡыр ине Рәшит ағай. Уларҙы имгәтмәй ҡыҫҡартыу, мөхәррирләү үтә лә сетерекле. Бындай эште прозаның нимә икәнен энәһенән-ебенә тиклем белгән мөхәррирҙең башҡарыуы отошло ине. Сөнки үҙе лә һәйбәт прозаик Рәшит Солтангәрәев авторҙарға дәғүә ҡуйырлыҡ абруйға лайыҡ кеше булды.
Бер осор Булат Рафиҡовтың инициативаһы менән ырыуҙар хәрәкәте йәнләнеп китте. Үҙ ырыуым, ҡыпсаҡтар тарихын өйрәнеп, поэма яҙған кеше булараҡ (36 йәштә яҙғанмын), был хәрәкәт халҡыбыҙҙың тарихыбыҙға мөнәсәбәтен тәрәнәйтер, тигән фекерҙә инем. Был хәрәкәткә ҡаршы сығыусылар ҙа булды, әммә уның ыңғай яҡтары торараҡ яҡшы беленә башланы. Кешеләр үҙ шәжәрәләрен тергеҙергә, туғанлыҡ ептәрен барларға тотондо һәм бындай эҙләнеүҙәр байтаҡ асыштарға юлыҡтырҙы. Шәхес дәүмәле кешенең иле, милләте, туған теле яҙмышына мөнәсәбәте менән баһалана ул. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “Урал” халыҡ үҙәгенә тупланған милләттәштәребеҙҙең фиҙакәр һәм талымһыҙ эшмәкәрлеге лә беҙҙе илһамландырыр булды. Шул саҡтағы тупланғанлыҡ байтаҡ кешеләрҙең күңел һәм зиһен даирәһенең, милли үҙаңының ни рәүешле булыуын асыу мөмкинлеген бирҙе. Энтузиастар, ғалимдар башлыса журнал редакцияһында йыйылышыр булды. Мин былай ҙа ныҡ хөрмәт иткән халҡымдың аҫыл заттары менән аралашыуҙан, уларҙың фекерен тыңлау, эшмәкәрлегенә ҡулалмаш булыуҙан ҙур кинәнес, ғорурлыҡ тойғоларын кисерҙем. Ултырыштарҙа барған һөйләшеүҙәр минең күңел офоҡтарымды байтаҡҡа киңәйтте.
...Һәм... ағайҙар китеп барҙы... Ә кем журналға баш мөхәррир булыр һуң? Коллектив редакцияның яуаплы секретары Әмир Әминев ҡулай булыр ине, тигән фекерҙә. Булат ағай етәкселегенең шаһиты булды, тартыр кеүек. Вазифа етди. Матбуғаттың мәртәбәһе лә ул саҡ юғары. Дөрөҫөн әйткәндә, милләттең рухи һәм интеллектуаль камиллығын юғары кимәлдә тоторға бурыслы стратегия институты юҫығында ине журнал. Сөнки милләттең, илдең мәртәбәһе донъяның ҡиммәттәр реестры күҙлегенән мәҙәниәт кимәле менән үлсәнә, ҡаҙнаның фискаль кимәле менән түгел. Рәсәй тиклем Рәсәй ҙә бит донъяла бөйөк яҙыусылары, композиторҙары, рәссамдары, Ҙур театрҙың балет мәктәбе арҡаһында данлы ил тип иҫәпләнә.
Фекерҙәр ҡуйырып алды. Редакцияла бер осор шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләгән Сафуан Әлибаев Зәки Вәлиди исемендәге республика китапханаһының директоры итеп ҡуйылды. Журнал эшенә бик үк күңеле ятманы буғай Сафуан ағайҙың. Номерға шиғри шәлкемдәрҙе әҙерләүгә лә ашҡынып торманы, урынында һирәк була ине. Булат ағай йыш ҡына номер өсөн шиғыр шәлкемдәрен әҙерләүҙе миңә ҡушыр булды. Номер баҫыла, тарала. Ә яуаплы ағай, шәлкемдәрҙе кем әҙерләне, тип тә һорамай.
Әлибаев китапханаға китеп, мөхәррир урыны бушағас, мин шиғриәт бүлегенә күсереүҙе һорап, Булат ағайға мөрәжәғәт иттем:
– Публицистика бүлегенән арыным, Булат ағай, шиғриәт менән сәнғәт бүлегенә күсерһәгеҙ ине... – Булат ағай өндәшмәй.
– Урыныңа кеше тап, асылда публицистика бүлегендә мин һинән башҡа кешене күрмәйем...
Мин уға төрлө-төрлө исем-фамилияларҙы әйтеп ҡарайым, ыҡҡа килмәй. Минең тәкәм дә төкөп ҡуйҙы, тик ни хәл итәһең, баш мөхәррирҙе уҙып булмай бит. Шиғриәт бүлегенә Хәсән Назарҙы алдылар.
Журналға баш мөхәррир кәрәк. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы Әлибаевты тәҡдим итә. Тыш-пыштар, телефон аша һөйләшеүҙәр китте. Кандидатураларҙы союздың идараһы ултырышына сығарырға булдылар. Хәлдәр ҡырҡыулашты. Редакцияның фекерен һанға һуҡмаҫҡа итәләр. Редакциянан бер мин генә идара ағзаһы. Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаев Сафуан Әлибаев кандидатураһын, мин Әмир Әминев кандидатураһын яҡлап сығыштар яһаныҡ. Әминев журналда күптән эшләй, Булат ағайҙан күп нәмәләргә өйрәнгәндер тип уйлай инем. Ултырыш алдынан күп кенә идара ағзаларына редакция фекерен белдереп шылтыратып сыҡҡайным да... Рәйестең фекеренә ҡаршы булырға теләмәгәндәрҙер. Мәсьәлә йәшерен тауыш менән хәл ителде һәм бер тауыш өҫтөнлөк менән Сафуан Әлибаев журналдың баш мөхәррире итеп һайланды. Хөрт кеше түгел ине ул, тик “Ағиҙел” журналының шинеле уға киңерәк ине.
Әминевты, идара ултырышында минең ярһып-ярһып маҡтауҙарым арҡаһындалыр тип уйлайым, “Шоңҡар” журналына баш мөхәррир итеп тәғәйенләнеләр. Һуңыраҡ, Сафуан Әфтәх улы пенсияға киткәс, миңә ул саҡтағы матбуғат министры Зөфәр Тимербулатовҡа барырға һәм Әминевты “Ағиҙел” журналына баш мөхәррир итеп ҡайтарыуҙы һорап йөрөргә тура килде. Был юлы шулай килеп сыҡты ла.
“Ағиҙел” журналында минең йәшлек шиғырҙарым студент сағымда, 1976 йылдың 11-се һанында, тәү башлап донъя күрҙе. Унан бирле 42 йыл ғүмер үтте. Мин журналда шиғырҙарымды баҫтырҙым, мәҡәләләрем аша уй-фекерҙәрем менән уртаҡлаштым.Үҙем эшләгән осорҙа журналдың 252 һаны минең дә ҡултамғам менән уҡыусыларыбыҙ ҡулына барып еткән икән. Артабан да бергә булырбыҙ, тигән өмөттә ҡалам.