Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
1 Февраль 2018, 18:39

ОҘОН КӨЙ ҺӘМ ЙЫРАУСЫ

Өйөңдәге хәлде күршеңдән һора, тигән һүҙ йәшәй. 1990 йылда Японияның Эсаши ҡалаһында үткәрелгән “Ойвакэ” Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға насип булды. Ойвакэ – япондарҙың оҙон көйө, “йөк артмаҡланған атты ҡыуыусының йыры” тип тәржемә ителә. Япондар, Бөйөк ебәк юлында урынлашҡан халыҡтарҙың моңонда уртаҡлыҡ оҙон көйҙәрендә сағыла, тип һанап, бығаса үҙҙәренең йырсылары ғына ҡатнашып килгән фестиваль-конкурсҡа был юлы Кореянан, Монголиянан, Ҡаҙағстандан, Башҡортостандан һәм Венгриянан халыҡ йырсыларын, музыканттарҙы саҡырған ине. Фестивалде ойоштороу комитеты ағзаһы, ул саҡта Хоккайдо университетының ректоры, аҙаҡ Айны халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау үҙәге директоры, исеме бөтә донъяға билдәле этномузыка белгесе, профессор Кадзуюки Танимото менән танышыу бәхете эләкте. Ни өсөн бәхет тием, сөнки Танимото әфәнде арҡаһында мин, бәләкәйҙән оҙон көйҙәребеҙҙе тыңлап, уларға мөкиббән булып үҫкән кеше, оҙон көйҙөң нимә икәнен тәрәнерәк аңлай башланым. Беҙ уның менән 2009 йылға, вафатынаса, тиклем тығыҙ аралашып йәшәнек. Уның арҡаһында 2000 йылда беҙҙең “Урал хазиналары” фольклор төркөмө Японияның Осака ҡалаһында үткәрелгән “ВАШШОИ-2000” Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнашты, 2003 йылда башҡорт моңо Японияның Саппоро ҡалаһында уҙғарылған “Евразия йыры” Халыҡ-ара фестивалендә яңғыраны. Танимото әфәнде үҙе лә башҡорттоң оҙон көйҙәрен тыңлау, яҙып алыу маҡсаты менән 1998, 2000, 2004 йылдарҙа Башҡортостанға килеп ҡайтты. Тәүге сәфәрендә мин уны Хәйбулла районының Һаҡмар Бүреһе ауылында йәшәгән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа алып барҙым. Әйткәндәй, ағай боронғо бәйгеләрҙә ҡатнаша алырҙай мәшһүр йыраусы ине. Уның Һаҡмар буйындағы тәбиғәт ҡосағында йырлауын тыңлағас, Танимото әфәнде иланы һәм: “Бөгөн минең иң бәхетле көнөм”, – тине.“Оҙон көй – Евразия халыҡтары традицион музыкаһының иң бөйөк ҡаҙанышы. – Рәсми сығыштарында ла, былай һөйләшкәндә лә шулай тип ҡабатларға ярата ине Танимото әфәнде. – Һәм был мөғжизәнең эпиүҙәге тап башҡорт халҡында. Шуға иғтибар иттем: башҡорт оҙон көй йырлағанда, үҙе түгел, күңеле йырлай. Оҙон көйҙө һәр башҡорт башҡарһа, тарихы юғалмаясаҡ, киләсәге лә буласаҡ”. Оҙон көй һәм йыраусы тураһында әйтелгән был һүҙҙәргә аңлатма биреү артыҡ.

Юлай ҒӘЙНЕТДИНОВ


Әгәр ҙә һин

ысын башҡорт булһаң,

Йырлап күрһәт миңә “Урал”ды…

(Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһынан).


“Башҡорт халҡының милли һыҙаты бигерәк тә оҙон көйҙә тәрән һәм тулы бирелгән, уның тормошо, яҡты киләсәк өсөн көрәше асыҡ сағылдырылған. Шуға күрә оҙон көй бер үк ваҡытта милли эпос та ул: башҡорт халҡы оҙон көйҙәрендә үҙенең бай тарихын һүрәтләндереп барған. Халыҡтың уйҙарын, тойғоларын камиллашҡан формала кәүҙәләндереү, уның милли үҙенсәлектәрен дөйөмләштереү көсө, музыкаль һәм поэтик оҫталыҡ дәрәжәһенең юғары булыуы, шулай уҡ традицияларының хәҙерге көндә лә йәнле үҫеше – былар бөтәһе лә оҙон көйҙө башҡорт халҡының музыкаль-поэтик классикаһы тип атарға мөмкинлек бирә”, – тип яҙылған “Башҡорт халыҡ йырҙары” (төҙөүселәре – Ә. Харисов, Х. Әхмәтов, Л. Лебединский. Өфө, 1954) йыйынтығының баш һүҙендә. Милли хазинабыҙ оҙон көйгә бынан да тулыраҡ һәм теүәлерәк баһа биреү мөмкин түгелдер: “Оҙон көй бер үк ваҡытта милли эпос та ул. Ул – башҡорт халҡының музыкаль-поэтик классикаһы”.

Оҙон көй маһирҙарын ололап, йыраусы тигәндәр. 1907 йылда Вена ҡалаһында сыҡҡан “Яңы азат матбуғат” гәзитенең 24 ноябрь һанында (“Башҡортостандың ҡыҫҡа энциклопедияһы”нан килтерелә, 423-сө бит) шундай юлдар бар: “Башҡортостандың үҙенсәлеге башҡорттоң яҙмышы, иҙелеүгә ҡаршы, азатлыҡ өсөн данлы көрәше тураһында һоҡланғыс поэтик юғарылыҡта әҫәрҙәр ижад иткән йыраусыларҙың күплегендә”.

Билдәле булыуынса, башҡорт халҡы борондан тарихи ваҡиғалар айҡанлы йыйынға йыйыла торған булған. Илгә дошман килһә, ҡулға ҡорал алып яу сабырға ҡарар иткәндәр, ә инде яуҙа еңеп ҡайтҡан батырҙар хөрмәтенә ҡобайырҙар, көйҙәр, йырҙар сығарғандар, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр, сәсәндәр бәйгеләре үткәргәндәр. 1770 йылдарҙа Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткән академик И. Лепехиндың (1740 – 1802) юлъяҙмаларынан (фольклорсы-ғалим Салауат Галиндың “Башҡорт халҡының йыр поэзияһы” китабынан килтерелә. Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө, 1979): “Ул үҙенең ата-бабаларының данлы эштәре тураһында йырланы. Башҡорттар уларҙы батырҙар тип атай. Йырсы ата-бабаларының тормошондағы онотолмаҫлыҡ нәмәләрҙе йырлау менән генә сикләнмәне, ә тауыш һәм тән ҡыланыштары менән уларҙың бөтә хәрәкәттәрен – нисек итеп үҙҙәренең иптәштәрен өгөтләгәндәрен, яуға кергәндәрен, дошманды үлтергәндәрен, яраланғандан һуң вафат булғандарын һүрәтләне. Быларҙың барыһын да йырсы ҡарт шул тиклем йәнле итеп күрһәтте, хатта күптәр иланы”.

Тыныс тормошта ла бындай бәйгеләр үткәрелә торған булған. Улар тураһында 1944 йылда Ғата Сөләймәнов мәшһүр ҡурайсы, йыраусы, бейеүсе Ғиниәт Ушановтан мәғлүмәт яҙып алған. Тамъян-Ҡатай кантонының башы, үҙ биләмәһендәге ҡурайсы, йырсы һәм бейеүселәрҙе саҡырып, ярыш уҙғармаҡсы булған. Бының өсөн волость башлыҡтарына хәбәр иткән, ә улары үҙ ҡарамағындағы ҡурайсы, йырсы, бейеүселәренә еткергән. Ярышта алдын сыҡҡан ҡурайсыға – дүнән, йырсыға – ҡонан ат, бейеүсегә һарыҡ тәкәһе бүләк ителәсәк, тип иғлан таратҡандар.

Йыраусы башта үҙе теләгәнде йырлаған, унан тикшереп ултырыусылар әйткән көйҙө көйләргә тейеш булған. Икеһен дә дөрөҫ башҡарһа, икенсе баҫҡыс ярышына ултырып ҡалған. Әгәр инде көйҙөң береһен дөрөҫ, икенсеһен яңылыш йырлаһа, йәки белмәһә, тимәк, ул киләһе бәйгегә үтә алмай тигән һүҙ.

Икенсе баҫҡыстың шарты: тикшереп ултырыусылар әйткән көйҙө вәзене, аһәңе менән йырлап биреү һәм тағы берәүһенең тарихын һөйләп биреү. Йыраусы ошо талаптарҙың ҡайһыһындыр үтәй алмай икән, ул ярыштан төшөп ҡалған.

Өсөнсө шарт һәм һуңғыһы: тикшереүселәр яңы ике көй йырларға һәм берәүҙең тарихын һөйләп бирергә ҡушҡан. Йыраусының тауышы ел аҙағына биш саҡрым ергә ишетелһә – ҡонан ат уныҡы.

Ирекһеҙҙән шулай тип уйлап ҡуяһың: бындай бәйгелә ҡатнашыу өсөн күпме йыр, күпме тарих белергә кәрәк булған!

1987 йылда Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында һоҡланғыс йыраусы Сәғиҙә Мәғәсүмованың йырҙарын тыңларға насип булғайны. Инәй 84 йәштә ине, күҙҙәре күрмәй, ҡиәфәтенән, ғөмүмән, бөтә булмышынан яҡтылыҡ бөркөлә, йырынан йылы тулҡындар тарала. Магнитогорскиҙа наркоз аҫтында операция яһағайнылар, уянып киткәс, иҫәнлегемә шатлығымдан операция өҫтәлендә йырлап ебәрҙем, шаҡ ҡаттылар, ти. Көйләй-көйләй ҙә, 365 йырым бар, тип әйтеп ебәрә. Ҡапыл ғына аңламаным. Баҡтиһәң, йыл буйы көн һайын башҡарырға йырым етерлек, тигән һүҙ бит был.

Ырымбур өлкәһе Переволоцкий районының Ҡотош ауылында йәшәгән һоҡланғыс йыраусы Флүрә апай Дауытованы “Хазина” тапшырыуына яҙып алдыҡ. Ул: “Беҙҙең ауылдағы Раҡия исемле апай, 100 йырым бар, ти торғайны. Йыр күп инде ул, йырлаһаң (үҙенең дә күп белгәнен нисек баҫалҡы әйтә!). Атайымдың бер туған ағаһы Бәхтегәрәй бабайым йырҙы бигерәк күп белде, бына кемде яҙырға кәрәк ине ул, үлеп әрәм булды”, – тине.

Башҡорт халҡының оҙон көйҙәренә, йыраусыларына урыҫ зыялыларынан шулай уҡ И. Георги (1720 – 1802), П. Кудряшов (1797 – 1827), В. Даль (1801 – 1872), И. Березин (1818 – 1896), Р. Игнатьев (1829 – 1886), С. Рыбаков (1867 – 1921) һ.б. күптәр һоҡланған, был турала хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырған, бәғзеләре йыр йыйынтыҡтары баҫтырып сығарған. Уларҙың оҙон көйгә, йыраусыға ҡарата баһаһын күрһәтеү өсөн бер миҫал етәлер. “Башҡорттарҙа шундай көйҙәр күп, уларға теләһә ниндәй композитор көнләшеп ҡарар ине”, – тип яҙған күренекле тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе, этнограф, фольклорсы, археолог Руф Игнатьев үҙенең “Сказания, сказки и песни, сохранившиеся в рукописях татарской письменности и устных пересказах у иногородцев-магометан Оренбургской губернии” тигән хеҙмәтендә. Заманында Париж консерваторияһында профессор Галеви етәкселегендә белем алған, Рәсәй һәм Көнбайыш Европа музыкаһының иң юғары ҡаҙаныштарында тәрбиәләнгән Руф Игнатьев 1858 йылдан 1865 йылға тиклем йәй мәлдәрендә Троицкий өйәҙенең Туңғатар (хәҙерге Учалы районы) ауылында йәшәй, башҡорттар менән тығыҙ аралаша һәм уларҙың йырҙары тураһында һүҙен, белгес булараҡ, әлбиттә, тулы яуаплылыҡ менән әйтә. Әйткәндәй, был төбәк әле лә йыраусылары менән дан тота. Миңә, мәҫәлән, Ишкенә Батыршин, Зыяфат Әхмәтшина, Спартак Ильясов кеүек Руф Игнатьев тыңлаған йырҙарҙы һаҡлаған мәшһүр йыраусылар менән “Хазина” тапшырыуҙарын әҙерләргә насип булды. Хәҙисә Күсәбаева, Хәнифә Латипова, Мәүзифә Ураҙова, Хөсәйен Көсөғоловтарҙы күреп өлгөрмәнем, әммә магнитофон таҫмаһына яҙылған йырҙарын тыңлап иҫем китә. Спартак ағай, Аллаға шөкөр, иҫән әле, Хоҙай үҙенә оҙон ғүмер бирһен. Минеңсә, ул боронғо йыраусылар ярышына сыға алыр ине.

1897 йылда, мәғлүм булыуынса, музыка белгесе, этнограф Сергей Рыбаковтың “Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта” тигән фундаменталь хеҙмәте донъя күрә. Китапта хәҙерге Учалы, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында яҙып алынған ике йөҙҙән ашыу йыр һәм көй тупланған. Төплө белемле (Санкт-Петербург университетын һәм Санкт-Петербург консерваторияһын тамамлаған) этнограф һәм музыка белгесе Сергей Рыбаков башҡорт йырҙарының киңлегенә, фәлсәфәүи йөкмәткеһенә, импровизаторлыҡ һәләтенә эйә йыраусыларҙың, ҡурайсыларҙың күплегенә һоҡлана. Йылдар үткәс, кемдер, уның хеҙмәтенә һылтанма яһап, борон-борондан үҙ ерендә йәшәгән халыҡтың тамырын алыштырып маташыр тип уйламағандыр ҙа инде: “К сожалению, гостевые песни в прежней форме почти не сохранились, и отголоски их можно найти то у крещеных татар, (...), то у обашкирившихся казанских татар. Речь идет о песнях 3-й Бурзянской волости Орского уезда, записанных С.Г. Рыбаковым и приводимых им в книге “Музыка и песни уральских мусульман ...”. Все особенности уклада жизни, говора и т.д., подмеченные С.Г. Рыбаковым у жителей этой волости, говорят о них не как о башкирах в собственном смысле этого слова, а как о татарах, притом городских. Что касается песен, то и они обнаруживают близость не с башкирскими песнями, а с песнями казанских татар. Так, первый куплет песни под №184 обнаруживает полное сходство с текстом, приводимым Н.Ф. Катановым в записи К. Насыри.

Текст в записи С.Г. Рыбакова:

Мәсем генә ташы – мәүләм таш,

Көмөш кенә йөҙөк, мәрйен ҡаш.

Бармаҡҡайың – ҡамыш, йөҙөң – ҡояш,

Аҡылдарың камил, үҙең йәш.

Текст в записи К. Насыри:

Тәрәзә төбе асылташ,

Алтын белән, жаный, аралаш.

Бармагың – камыш, йөзең – кояш,

Акылларың камил, үзең яшь.

Ясно, что это варианты одного и того же текста, а приводимые С.Г. Рыбаковым – более ранний, архаичный. В записях С.Г. Рыбакова много арабизмов, которые не были свойственны даже поэтическому языку песен крестьянской традиции у казанских татар, а больше характеризовали творчество горожан. Все это вместе взятое приводит к мысли, что 3-ю Бурзянскую волость населяли потомки татар-горожан, сохранившие их обычаи и песни” (Р.А. Исхакова-Вамба. Народные песни казанских татар. Казань. Татарское книжное издательство. 1976, 60 – 61-се биттәр).

1894 йылда Сергей Рыбаковҡа 3-сө Бөрйән волосы Мәндәғол һәм Кейекбай ауылдары (хәҙерге Бөрйән районы) йыраусылары Мәсемташта йәйләүҙә йырлаған куплеттың аҙаҡҡы ике юлының тап килеүенән сығып, Исхаҡова-Вамба бөрйән ырыуы башҡорттарын Ҡаҙан татарҙарына әйләндереп ҡуя. Шаҡ ҡатырғыс: ҡала татарҙарының ейәндәре (Р. Исхаҡова-Вамба ҡала икәненә баҫым яһай. – Ю.Ғ.) Мәсемташта йәйләүҙә ҡыуыш ҡороп, ҡымыҙ эсеп, ҡурай тартып, оҙон көй йырлап ята! С. Рыбаков үҙенең сәфәрендә йырҙарҙың нескәлеген ишеткән, тойған, иғтибарлы уҡырға ғына кәрәк. Мәндәғолдарҙың, кейекбайҙарҙың холоҡ-фиғелен тасуирлауында ла Ҡаҙан татарҙары һыҙаттарын һис кенә шәйләп булмай.












Роза Исхакова-Вамбаса фекер йөрөткәндә, хәҙерге Баймаҡ районының Ирәндек буйҙарында кем йәшәй тип уйлайһығыҙ? “Татар халык жырлары” (төҙөүсеһе – Р. Шакирова. Татарстан китап нәшриәте, 2014) китабының 8-се битендә “Азамат” йыры урын алған. Рәмзиә Шакирова был йырыбыҙҙы үҙләштереү аша Ирәндек буйҙарын да татар халҡының төйәге итеп ҡуя түгелме һуң? Ханым “Татар халыҡ аштары” тигән йыйынтыҡ та сығарған икән. Аш-һыу өлкәһендә, бәлки, белгестер ҙә, әммә башҡорт ир-егеттәренең йөрәк ҡаны менән һуғарылған “Азамат”ты (Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡорт кавалерия дивизияһында был йырҙың нисек популяр булғаны тураһында дивизияның политбүлек начальнигы урынбаҫары Сабир Ҡадиров үҙенең хәтирәләрендә яҙған: “Күренекле яҙыусылар Башҡорт дивизияһында”, “Ағиҙел”, 1981, №5) татар халыҡ йырына әйләндереү – хилафлыҡ.

Был йыйынтыҡта, йомшаҡ әйткәндә, һорау билдәһе ҡуя торған урындар тағы бар. Береһенә генә туҡталып үтәйек. 225-се биттә “Эскадрон” исемле йыр килтерелгән. Уның дөрөҫ атамаһы – “Зәки Вәлиди көйө”. 1918 – 1920 йылдарҙа Башҡорт милли ғәскәре яугирҙарының яратып башҡарған йырҙарының береһе булған. Һүҙҙәрен – Абдулҡадир Инан, көйөн Ғәлимйән Таған яҙған. Уны ла “Татар халык жырлары” йыйынтығына индереү – хилафлыҡ.

















Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең өзләү тураһында әйткән һүҙен оҙон көйҙәребеҙгә ҡарата ла ҡулланып булалыр: “Оҙон көйҙәребеҙ үтә милли сәнғәт кенә түгел, үтә милли милек тә”.

Татарстан ғалимы, филология фәндәре докторы Фәрит Йосоповтың “Сафакүл татарлары: үткәне һәм бүгенгесе” тигән китабындағы (Ҡазан Юсуф 2013) ҡайһы бер урындарға туҡталып үтәйек.

“Урал төбәктәрендә йәшәүсе татарҙарҙың ҡыҫҡаса тарихы” тигән инеш һүҙенән (25-се бит): “Архив материалдарында “ул замандарҙа был биләмәлә йәшәгән татарҙарҙың бер өлөшө – башҡорттар, ысын башҡорттар, яңы башҡорттар тип йөрөтөлә”. Был турала мәшһүр башҡорт тарихсыһы Әнүәр Әсфәндиәров бына нимә тип яҙа: “Ҡайһы бер тарихи хеҙмәттәрҙә уларҙың авторҙары аҫаба һәм килмешәктәрҙең асылын боҙоп күрһәтә. Мәҫәлән, килмешәктәр, файҙаланған ерҙәрен киңәйтә барып, йәнәһе, аҫаба була алған һәм улар башҡорттарға ҡушыла, уларҙың сафын тултыра барған; башҡорт аҫабаһы һәм аҫаба дәрәжәһенә ирешкән килмешәктәр бер үк хоҡуҡтар менән файҙаланған. Ысынында иһә мишәр, аҫаба хоҡуғы алған осраҡта ла, башҡорт аҫабалары сафына күсмәгән, үҙ ҡатламында – хәрби мишәрҙәр рәтендә – булыуын дауам иткән” (Ә. Әсфәндиәров. “Олатайҙарҙың бар тарихы”, Өфө – 1996, 209-сы бит). Быға шуны ғына өҫтәү кәрәктер: архив материалдарында, йәғни халыҡтың иҫәбен алыу документтарында кемдең кем икәне аныҡ билдәләнә һәм теркәлә, алдашыуға юл ҡуйылмай, был яһаҡ күләменә, ер мәсьәләләренә бәйле. Мәҫәлән, 1832 йылда сыҡҡан ер тураһындағы батша законы нигеҙендә аҫаба башҡорттарҙың һәр ир затына 40 дисәтин ер бирелеү ҡаралһа, мишәрҙәргә, хәрби ҡатламда тороу сәбәпле, – 30, ә типтәрҙәргә һәм татарҙарға 15 дисәтин ер бүлеү күҙ уңында тотолған (күрһәтелгән китап, 180-се бит).



Ә хәҙер китапҡа ингән халыҡ ижады ынйыларына туҡталайыҡ. Тарихи һәм лирик йырҙар бүлегендә “Эскадрон” йыры ҡуйылған. Беренсенән, борондан тик башҡортса йырланған был башҡорт халыҡ йырының һүҙҙәрен килтереү өсөн татар алфавитында хәрефтәр етмәй, шуға автор “ҙ” урынына латин графикаһынан “d” хәрефен ҡуллана, “ҡ” урынына “к”ға аҫтан ҡойроҡ тағып, яңы хәреф яһап ҡуя, ә “ғ”ны беҙҙең алфавиттан ала. Китаптағы башҡа башҡорт халыҡ йырҙары менән дә ошо уҡ хәл. Артабан беҙ уларҙы яңғырауы буйынса, китапта яҙылғанса, тик башҡорт алфавиты хәрефтәре менән килтерҙек. Ошо урында, күршеләргә латиницаға күсергә рөхсәт итмәгәне өсөн, В.В. Путинға нисек рәхмәт әйтмәйһең инде!

Икенсенән, йырҙың һүҙҙәренә ҡул тейгән: “яуға китеп иҫән ҡайталмаһам, дуҫҡайҙарым иҫкә алһын, тип” түгел, дөрөҫө – “яуға китеп, иҫән ҡайталмаһам, Урал тауы иҫкә алһын, тип”. Был мөһим, сөнки башҡорт өсөн Урал, Ватан төшөнсәләре айырылғыһыҙ. Дуҫҡайҙарҙы, әлбиттә, Ватан менән сағыштырып булмай. 1812 йылғы Ватан һуғышына барған яугир белә: иҫән ҡайта алмаһа, уны Ватаны онотмаясаҡ.

“Уйыл” (343-сө бит):

Урал тауҙарына менгән аҡ йурғаның

Бәкәлдәре аның аҡ булыр.

Ир-йегеттәр ҡайҙа йөрөсә лә,

Ҡылған эше аның хаҡ булыр.

Рәсәйҙең көнсығыш сиген һаҡлаған башҡорттар сығарған был йырҙың тәүге ике юлына иғтибар итәйек. Бында ла ҡул тейгән: башҡорт “аҡ юрға” тип әйтмәй, күк юрға, ти. Ә бәкәлдең аҡ булыуы мөмкин.

“Азаматов кантон” (347-се бит):

Санаҡайға йектер атҡайымды,

Арҙы-бирҙе йөрөп ҡайтайым.

Алып бирсе минең ҡурайымды,

“Мирхәй кантон” көен тартайым.

Заманында кантон башлығы булған Мирхәйҙәр Азаматовҡа арналған йырҙың тәүге юлына ҡул тейгән: дөрөҫө – “саналарға ектер атҡайымды”. Башҡорт “атҡай” ти, әммә “санаҡай” тимәй. Автор, күрәһең, саналар тигәс, бер нисә сана, тип уйлаған һәм бер атты бер нисә санаға егеп булмай тип, “саналар”ҙы “санаҡай”ға әйләндергән. Быны аңлау өсөн оҙон көй поэзияһын тойорға кәрәк. “Азаматов кантон”ды Учалы районының Ялсығол ауылынан мәшһүр йыраусы Ишкенә Батыршин яратып башҡара торғайны. Йырҙың бындай китапта баҫылып сыҡҡанын ишетһә, ҡәберендә әйләнеп ятыр ине...

“Ҡолой кантон” (352-се бит):

Ҡолай ҙа кантондың күрке бар,

Башҡайына кийәр бүрке бар.

Үҙ илкәйенә үҙе хужа,

Ниләр генә итсә лә, ирке бар.

Был классик башҡорт халыҡ йыры менән бергә, асылда, тарихи шәхес Мөхәмәтҡолой Кучуков та үҙләштерелә. Йырға килгәндә, тәүге юлында уҡ яһалмалыҡ: Ҡолай тигән исем юҡ, ә Ҡолой бар.

“Ҡаһым түрә” (352-се бит):

Ҡасыйм түрә меңгән аҡ юрғаның

Теҙгендәре килә лә йалтырап.

Ҡасыйм түрә Мәскәүҙәргә киткәс,

Дошмандары тора ҡалытырап.

“Аҡ юрға” тураһында әйттек инде, дөрөҫө – “һор юрға”.

Был мәшһүр йырға йыйынтыҡта түбәндәге аңлатма бирелгән: “Ҡурған һәм Силәбе өлкәләрендә йәшәүсе татарҙар араһында оҙон көй менән йырлана торған был йыр бик киң таралған булған. (...) Һүҙ кантондар идаралығы осоронда бер кантондың башлығы булып торған Ҡаһым түрә тураһында бара. Сафакүл татарҙары күп йылдар кантон системаһында (Ф. Йосоповтың «Сафакүл татарҙары» кем икәне ошо урында асыҡ күренә: Рәсәйҙә кантон системаһы башҡорттарҙа һәм мишәрҙәрҙә генә була. – Ю.Ғ.) йәшәгәнгә күрә, был йырҙа һүрәтләнгән ваҡиғалар һәм геройҙар уларға бик яҡын булғанлыҡтан, ул бер нисә быуын кешеләре хәтерендә йәшәп килгән”.

Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың 1986 йылдың 4 февралендә “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылған “Ҡаһым түрә” тигән мәҡәләһендә түбәндәге мәғлүмәттәр килтерелә: “Йән башын иҫәпкә алыу буйынса 7-се ревизияла (1816 йыл) Стәрлетамаҡ өйәҙе 7-се башҡорт кантонындағы 24-се йортҡа ҡараған Айыусы ауылында 6-сы йорт-ғаиләлә Ҡасим Мырҙашев теркәлгән. 1811 йылда уға 33 йәш була. Сотник дәрәжәһендә һуғышҡа киткән һәм 1813 йылда унда һәләк булған. Шуныһы асыҡ: Ватаны өсөн ҡаһармандарса һуғышҡан һәм шуның өсөн халыҡ күңелендә ул яҡты эҙ ҡалдырған.

Ҡаһымдың нисәнсе башҡорт полкында хеҙмәт итеүе һәм ниндәй полкка командалыҡ итеүен дә әйтеүе ҡыйын. Шулай ҙа бер нәмә асыҡ: 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 28 башҡорт полкының һәр береһендә командир вазифаһын урыҫ офицерҙары башҡарған. Ә башҡорттарҙан уларҙың ярҙамсылары булған. Фольклорҙа һәм хатта рәсми ҡағыҙҙарҙа ла улар командир тип атала. Бынан тыш, сотник (поручик), есаул (капитан), войсковой старшина (майор) званиеһындағы башҡорттар полк старшинаһы итеп билдәләнгән һәм улар ҙа полк командиры, йә түрә тип аталған.

Һәр кантон, халыҡтың иҫәбенән сығып, бер йә ике полк төҙөгән.

Ҡаһым Мырҙашевтың тыуған яғы – Стәрлетамаҡ өйәҙе – өс полк биргән, шуларҙан 13-сө полк тулыһынса Юрматы, Табын һ.б. волость башҡорттарынан торһа, 2-се, 12-се полктар яртылаш шуларҙан формалашҡан. Бына шул полктарҙың береһендә Ҡаһым түрә хеҙмәт иткән”.

Ҡаһым түрә бер ҡасан да кантон башлығы булып тормаған һәм “Сафакүл татарҙары кантон системаһында йәшәгәнгә күрә, был йырҙың геройы уларға яҡын, шуға ул бер нисә быуын кешеләре хәтерендә йәшәп килә” тигән аңлатма, йомшаҡ әйткәндә, йомшаҡ. Әйткәндәй, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында башҡорт ауылдарынан (китапҡа индерелгән башҡорт халыҡ йырҙары үткән быуаттың 60-сы, 70-се йылдарында фольклор экспедицияларында ошо ауылдарҙа Салауат Галин һ.б. башҡорт ғалимдары тарафынан яҙып алынып, “Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап” (Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974) томына ингән) тыш, бер нисә мишәр ауылы ла бар, улар заманында барын-табын, ҡыуаҡан, ҡалмаҡ, һарт һ.б. башҡорт ырыуҙарының еренә килеп ултырған. Ә. Әсфәндиәров “Олатайҙарҙың бар тарихы” тигән китабында (208-се бит) был күренеш тураһында, башҡорт аҫабалары менән мишәрҙәр “припуск” тураһында договорҙар төҙөгән. Был документта ер биләүсе башҡорттарҙың һәм улар индергән мишәрҙәрҙең йәшәү урындары (ауылдары), һуңғыларына биреләсәк ерҙең сиктәре, индереү шарттары күрһәтелгән, тип яҙған.

1812 йылғы Ватан һуғышында ике мишәр полкы төҙөлөп, береһенең яуҙарҙа ҡатнашҡаны, икенсеһенең Мәскәүҙә гарнизон хеҙмәтен үтәгәне билдәле. “Ҡаһым түрә” йырын яуҙа ҡатнашҡан полктың яугиры башҡорттарҙан отоп алып ҡайтҡан, тиһәләр, бәлки, ышанырға булыр ине.

“Егет булһаң” (360-сы бит):

Йегет кенә булсаң, ай, егет бул,

Көмөш ҡуйҙыр ҡайыш йегәнгә.

Йегет кенә булып, буйға йеткәс,

Ҡояш булып йәйел йыһанға.

Был йырҙы данлыҡлы Байыҡ сәсән сығарғаны тураһында уның туранан-тура нәҫеле, Салауат районының Арҡауыл ауылында йәшәүсе ҡурайсы, йыраусы Искәндәр Миһранов “Хазина” тапшырыуында һөйләне һәм йырланы.

“Кәкүккәй” (384-се бит):

Бирсәнә лә, йәнекәй, ҡурайымды,

Мин кәкүккәй көйөн тартайым.

Йебәрсәнә, йәнкәй, беләгемде,

Мин саҡсауыл буйҙап ҡайтайым.

Йырҙың дөрөҫ һүҙҙәре:

Алып бирсе, еңгәм, ҡурайымды,

Мин “Кәкүккәй” көйөн тартайым.

Ебәрһәнә, еңгәм, беләгемде,

Йылға буйлап йүгереп ҡайтайым.

Йәш килен кейәү йортона оҙатылып килгәс, ҡәйнешен күреп ғашиҡ була. Уныһы, өҫтәүенә, оҫта ҡурайсы ла. Саф мөхәббәт, бер ниндәй ҙә ҡыйыш-мыйышлыҡ юҡ. Бына ошо һөйөүгә һоҡланып сығарылған көй. Ни өсөн “Кәкүккәй” тип аталғаны түбәндәге һүҙҙәрҙән күренә:

Һаҡмар ғына буйын, әй, тал алған,

Япраҡтары уның таралған.

Һандуғасҡай менән, әй, кәкүккәй

Һайрар, саҡырар өсөн яралған...

Һуңғы осорҙа, билдәле булыуынса, ТНВ-ла, айырыуса Интернетта күршеләр ҡурайға “хужа” булып алды. Күренекле шәхестәренә арналған телевизион тапшырыуҙарҙа, мәҫәлән, музыкаль фон сифатында ҡурай моңо яңғырай, беҙҙең яҙмаларҙы файҙаланалар, әммә титрҙа һылтанма юҡ. Ф. Йосоповтың китабына “ҡурайлы” йырҙарҙың индерелеүе лә ниндәйҙер дәрәжәлә был музыка ҡоралына хужа булырға ынтылыуға булышлыҡ итә.

Был күренештең икенсе яғы ла бар бит әле: Ҡаҙандың 1000 йыллығына арналған “Татарстан халыҡ рухы” китабында Ишмулла Дилмөхә­мәтовтың фотоһы баҫылыуы, асылда татар тарихында ҡурайсы булмағанын таныу бит ул.

Ҡыҙ илатыу йырҙарынан (390-сы бит):

Атаҡайым өйөндә

Утыра ийем тәҙрә төбөндә.

Йат кешеләрҙең өйөндә

Утырамын ишек төбөндә.

Уй...

Мәғлүм булыуынса, сеңләү жанры үткән быуаттың аҙағында Силәбе, Ҡурған башҡорттарында һаҡланып килә ине, бәлки әле лә онотмаған кешеләр барҙыр. Ф. Йосоповҡа, башҡорттоң хатта классик оҙон көйҙәрен үҙ китабына индергән кешегә, сеңләү нимә генә инде ул: “ҡыҙ илатыу йырҙарынан” тип нарыҡлап ҡуйған.

Был китапҡа ҡарата нимә әйтәһең инде, ҡағыҙҙа нимәгә генә хужа булмаҫҡа мөмкин: бихисап башҡорт халыҡ йырҙары варианттары менән “Сафакүл татарҙары”ның йырына әйләнгән. Беҙ әле уларҙың бер өлөшөн генә килтерҙек. Автор йырҙары булһа, судҡа бирергә мөмкин ине, ә был осраҡта тик намыҫ, әҙәп төшөнсәләренә таянабыҙ. Китаптың Республика традицион мәҙәниәтте үҫтереү үҙәгенең проекты буйынса сығарылыуы һағайта. Рухи байлыҡтарыбыҙға тағы ҡайһы йүнәлештә ҡурҡыныс янай – бына нимә.

Шундай хәҡиҡәт бар: йыр йырланһа ғына йәшәй. Беҙҙеке, тип кем генә әйтмәһен, мәҫәлән, мин, 40 йылдан ашыу инде оҙон көйҙәребеҙҙе йыйған кеше, “Кәкүккәй”ҙе башҡарған башҡа милләт кешеһен белмәйем. Был һүҙем теләгән һәр кемдең йырҙы отоп алыу ихтималлығын инҡар итмәй. Татарстандың Әлмәт ҡалаһында йәшәгән татар дуҫым Инсаф Исламовтың “Азамат”ты йырлауы арҡаһында дуҫтары ейәндәренә ошо исемде ҡушып бөттө. Хатта минең дә ейәнем тыуғас, дуҫым Азамат исемен тәҡдим итте, ҡыуанып ҡуштыҡ. Инсаф ағай был йырыбыҙҙы ҡайҙа ғына башҡармаһын, уны татар халҡыныҡы тип иғлан иттереү башына ла килмәйәсәк. Азамат башҡортта “ысын ир-егет” тигән мәғәнәгә эйә, был йөкмәтке йырға ла һалынған, һәм уны Инсаф ағай һымаҡ ысын ир-егеттәр яратып йырлай.

2007 йылда Ҡурған өлкәһендә “Хазина” тапшырыуҙары әҙерләгәндә Әлмән районы Вешнянка ауылында 87 йәшлек Ғәшүрә инәй Ғәниеваның һөйләгәндәрен ғүмерҙә лә онотасаҡ түгелмен. Мишәр ҡыҙы ата-әсәһе менән Силәбе өлкәһе Арғаяш районының бер башҡорт ауылында йәшәгәндә сәйәси золом осоро башлана. Һылыуҙы яратып йөрөгән башҡорт егете быларға ҡурҡыныс янағанын белеп ҡалып, һәләкәттән ҡотҡарып алып ҡала. Ҡыҙ уға кейәүгә сыға, улдары тыуа. Тик күп тә үтмәй ире ауырып вафат булып ҡала. Һылыу ҡатынға яусы өҙөлмәй, аптырағас, ул Ҡурған өлкәһенә ҡаса. Искәндәр тигән башҡорт ауылында йәшәй башлай. Бында ла яусылар килә башлағас, ҡурайсы егеткә кейәүгә сыға, тағы ике улы тыуа. Беҙ барғанда Ғәшүрә инәй өлкән улы һәм килене менән йәшәй ине, күҙҙәре күрмәй. Ире һәм ике улы мәрхүм. Ғәшүрә инәй йәш саҡтағы һөйгән йәрен һөйләй ҙә “Ашҡаҙар”ҙы йырлай:

Төштәремдә күреп, ай, ҡыуанам,

Инде үбәйем тиһәм, уянам...

Инәй, бәлки, “Ашҡаҙар” йырының тарихын белмәгәндер ҙә, әммә уның үҙенең яҙмышына ни хәтлем тап килеүен тойған...

Исмәғил Рәмиев үҙенең иҫтәлектәрендә (“Тукай турында замандашлары”. Казан, 1960, 136-сы бит) былай тип яҙа: “Шағирҙы күреп белеүем 1911 – 1913 йылдарға тура килә (...).

– Башҡорт балаһы, – ти торған ине ул миңә, гәрсә Уфа яғы Урал буйы типтәре булһам да, – “Ашҡаҙар”ҙы йырла әле.

Шағир үҙе лә йырға ҡушыла”.

Туғандаш халыҡтың күңелеңә ятҡан, тойғоларыңа тап килгән йырын, ул беҙҙеке, тип дәғүә белдермәйенсә лә башҡарып була. Туҡай кеүек! Ата-бабаларыбыҙ иҫ киткес оҙон көйҙәр ҡалдырған, уларҙы лайыҡлы кимәлдә йырларлыҡ йыраусыларыбыҙ, Аллаға шөкөр, бар.

Өйөңдәге хәлде күршеңдән һора, тигән һүҙ йәшәй. 1990 йылда Японияның Эсаши ҡалаһында үткәрелгән “Ойвакэ” Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға насип булды. Ойвакэ – япондарҙың оҙон көйө, “йөк артмаҡланған атты ҡыуыусының йыры” тип тәржемә ителә. Япондар, Бөйөк ебәк юлында урынлашҡан халыҡтарҙың моңонда уртаҡлыҡ оҙон көйҙәрендә сағыла, тип һанап, бығаса үҙҙәренең йырсылары ғына ҡатнашып килгән фестиваль-конкурсҡа был юлы Кореянан, Монголиянан, Ҡаҙағстандан, Башҡортостандан һәм Венгриянан халыҡ йырсыларын, музыканттарҙы саҡырған ине. Фестивалде ойоштороу комитеты ағзаһы, ул саҡта Хоккайдо университетының ректоры, аҙаҡ Айны халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау үҙәге директоры, исеме бөтә донъяға билдәле этномузыка белгесе, профессор Кадзуюки Танимото менән танышыу бәхете эләкте. Ни өсөн бәхет тием, сөнки Танимото әфәнде арҡаһында мин, бәләкәйҙән оҙон көйҙәребеҙҙе тыңлап, уларға мөкиббән булып үҫкән кеше, оҙон көйҙөң нимә икәнен тәрәнерәк аңлай башланым. Беҙ уның менән 2009 йылға, вафатынаса, тиклем тығыҙ аралашып йәшәнек. Уның арҡаһында 2000 йылда беҙҙең “Урал хазиналары” фольклор төркөмө Японияның Осака ҡалаһында үткәрелгән “ВАШШОИ-2000” Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнашты, 2003 йылда башҡорт моңо Японияның Саппоро ҡалаһында уҙғарылған “Евразия йыры” Халыҡ-ара фестивалендә яңғыраны. Танимото әфәнде үҙе лә башҡорттоң оҙон көйҙәрен тыңлау, яҙып алыу маҡсаты менән 1998, 2000, 2004 йылдарҙа Башҡортостанға килеп ҡайтты. Тәүге сәфәрендә мин уны Хәйбулла районының Һаҡмар Бүреһе ауылында йәшәгән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевҡа алып барҙым. Әйткәндәй, ағай боронғо бәйгеләрҙә ҡатнаша алырҙай мәшһүр йыраусы ине. Уның Һаҡмар буйындағы тәбиғәт ҡосағында йырлауын тыңлағас, Танимото әфәнде иланы һәм: “Бөгөн минең иң бәхетле көнөм”, – тине.

“Оҙон көй – Евразия халыҡтары традицион музыкаһының иң бөйөк ҡаҙанышы. – Рәсми сығыштарында ла, былай һөйләшкәндә лә шулай тип ҡабатларға ярата ине Танимото әфәнде. – Һәм был мөғжизәнең эпиүҙәге тап башҡорт халҡында. Шуға иғтибар иттем: башҡорт оҙон көй йырлағанда, үҙе түгел, күңеле йырлай. Оҙон көйҙө һәр башҡорт башҡарһа, тарихы юғалмаясаҡ, киләсәге лә буласаҡ”.

Оҙон көй һәм йыраусы тураһында әйтелгән был һүҙҙәргә аңлатма биреү артыҡ.

"Ағиҙел", №1, 2018 й.
Читайте нас: