Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
1 Февраль 2018, 17:04

ХӘТИРӘЛӘР

Апрелдең өсөнән дүртенә ҡаршы төндә ҡапыл шау-шыу ҡупты. Ырымбурға казактар һөжүм иткән, был эштә Әмир Ҡарамыш ебәргән башҡорт ғәскәрҙәре лә ҡатнашҡан. Иртәнгә ҡәҙәр, төрмә ҡапҡаһын асып, ҡулға алынған казактарҙы һәм башҡорттарҙы сығарҙылар. Әммә айырым бүлмәлә ултырғанлыҡтан һәм тышҡы яҡтан асҡысы булмағанлыҡтан, минең янға инә алманылар. Ныҡ шауланылар, ҡысҡырҙылар. Ҡолаҡҡа башҡортса һүҙҙәр ҙә салынды. Беҙҙекеләр ҡапҡаны аса алмай, мине ҡотҡара алмай сигенгәндәр. Улар киткәс тә, төрмә начальнигы асҡыстарын табып, ҡапҡаны асып, минең янға килде: «һин дә сығып кит, әммә нисек ҡотолғаныңды бер кемгә лә һөйләмә», – тине. Һуңынан аңлашылды, төрмә начальнигы башҡорт һалдаттарына: «Асҡысты миңә бирмәнеләр, асып булмай», – тигән. Улар иһә: «Асҡыс табып, Вәлидовты сығармаһаң, килеп һине үлтерәбеҙ», – тигәндәр.Быны миңә дүрт ай һуңыраҡ, Ырымбур Советтарҙан азат ителгәс, төрмә начальнигы үҙе һөйләне.


Әхмәтзәки Вәлиди Туған


(өҙөк)

Ырымбурҙың большевиктар тарафынан баҫып алыныуы һәм Башҡортостан
хөкүмәтенең ҡулға алыныуы
Ике айҙан ашыу Өфө, Һамар вилайәттәрен ҡулында тотҡан большевиктарға ҡаршы Ырымбур казактары генерал Дутов етәкселегендә көрәшә ине. Казактар араһында ла Каширин исемле офицерҙар ғаиләһе коммунистар булған һәм Башҡортостандың Верхнеуральск ҡалаһын үҙ йоғонтоһо аҫтына алған, Ырымбурҙа ла байтаҡ абруйлы казактар Советтар менән йәшерен бәйләнеш урынлаштырған. Шул сәбәпле ҡаланың таянысы ышанысһыҙ ине. Ғәскәребеҙ әҙер булмағанлыҡтан, хәл мөшкөл дә күренгәс, беҙ был эштәргә ҡыҫылманыҡ. Ниһайәт (Советтарҙың ошо йыл башында ҡабул иткән Европа календары буйынса 18 ғинуарҙа), большевиктар Ырымбурҙы баҫып алды. Турғай вилайәте вәлийе Ғәлихан Бүкәйхан һәм башҡа ҡаҙаҡ менәүәрҙәре шәрҡи Ҡаҙағстанға, Семипалатинск ҡалаһына күсте. Беҙ Ырымбурҙа ҡалдыҡ. Ғәскәр ойоштороу һәм мөхтәриәт тәьмин итеү эштәребеҙгә ҡамасаулай ҡалһалар, Баймаҡҡа китеп, өлкә менән шунан идара итергә ҡарар иттек. Рәйестәре Цвиллинг булған большевиктар тәүҙә беҙҙең менән мөләйем мөғәмәлә итте. Совет хөкүмәтенә ҡаршы сыҡмаһағыҙ, үҙ өлкәгеҙҙә үҙ аллы идара итерһегеҙ, тик сит илдәр менән сәйәси эштәрҙе Советтарға тапшырырһығыҙ, Коммунистар партияһы доктринаһын ҡабул итеүегеҙ шарт түгел, тип аңлатып, быны яҙыу аша ла белгертте. Ойоштора башлаған полкты ла шул уҡ төп шарттарға яраҡлаштырыу маҡсатында, мине үҙҙәренә саҡырҙылар. Унда Аллабирҙе Йәғәфәр улы менән бергә киттем. Офицерҙарыбыҙ Үҫәргән кантонындағы Ҡаҙырша ауылына киткәйне. Беҙ, ҡаҙаҡтар кеүек, Ҡытай сигенә китмәҫкә булдыҡ, сөнки Советтар унда ла барып етәсәк. Полк төҙөп, эске эштәребеҙ менән үҙ аллы шөғөлләнергә мөмкинлек биреү шарты үтәлһә, Советтарҙың юғары хакимиәтен ҡабул итеүебеҙҙе белдереп, 27 ғинуарҙа Мәскәүгә телеграмма ебәрҙек. Башҡортостанда инҡилаб тарихын яҙған коммунист Ш. Типеев, йәнәһе, беҙ Мәскәүгә янау телеграммаһы ебәргәнбеҙ, тип яҙып сыҡты. Ул саҡта кеше ҡурҡытыр хәлдә түгел инек. Ғәскәребеҙгә сабыр һәм һаҡ эш итергә кәңәш биреп, Советтарҙың саҡырыуы буйынса улар менән күрешеү өсөн Ырымбурға киттек. Цвиллинг бик ихтирамлы күренде. Бер нисә мәжлескә саҡырҙылар. Был мәжлестәрҙә иҫке Дума ағзаһы булған татарҙар Кәлимулла Хәсәнов менән Борһан Шәрәф большевиктар янында иҫке дуҫтары кеүек урын алғандар һәм беҙгә ҡарата прокурор кеүек ҡыланалар ине. Биш көн ваҡыт үтте. 3 февраль көнө беҙҙе ҡулға алдылар. Ҡулға алыусылар татар һалдаттары икән, улар беҙгә Советтар исеменән эш итеүҙәрен танытҡан ялған ҡағыҙ күрһәткәс, төрмә начальнигы: быларҙы ҡулға алыу хаҡында беҙгә әмер килмәне, ваҡытлыса ғына алып ҡалам, тине. Беҙҙе бында бикләмәүҙәрен талап итеүгә ҡолаҡ һалманылар. Һуңынан аңлашылды, был хаҡта: «Ҡалалағы Мосолман Хәрби комитетының талабы буйынса улар тарафынан ҡулға алынған башҡорттарҙы совет төрмәһенә бикләүгә рөхсәт бирелде», – тип яҙҙылар. Ырымбур вилайәт Советы комитеты был ҡарарын 4 февралдә (яңы иҫәп буйынса 18 февралдә) Ырымбур «Известия»һында иғлан итте. Аллабирҙе Йәғәфәр, Сәғит Мираҫ – бөтәһе һигеҙ кеше ҡулға алындыҡ. Бер-ике көндән мине һорау алырға саҡырҙылар. Ғәйепләү досьеһында Камил Кәримов менән Ибраһим Бикчәнтәев исемле ике татар зыялыһы Ырымбурҙа большевик казактар нәшер иткән «Казачья Правда» газетаһында «Башҡорт контрреволю­ционерҙары» исеме аҫтында беҙҙе монархист һәм ер биләүсе реакцион капиталист итеп күрһәтеп яҙған ике мәҡәләне һалып ҡуйыуҙарын күрҙем. Баштан-аяҡ ялған булыуы большевиктарға ла мәғлүм был мәҡәләнән бер ни ҙә килеп сыҡманы. Әммә ул саҡ большевиктар кеше атыуға шул тиклем күнеккән, секретарь вазифаһын үтәгән йәмһеҙ бер ҡатынға тиклем, комиссарға мөрәжәғәт итеп: «К стенке что ли?» – тип һорап тора. Комиссар бик етди рәүештә: «Погоди», – тип туҡтатты, һәм мине кире төрмәгә яптылар. Ул арала беҙҙең эштәр нығыраҡ ҡатмарлашты. Сөнки беҙҙе төрмәгә ябыу айҡанлы халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ башланған. Баймаҡтағы ғәскәрҙәребеҙ ҙә рус алтын рудниктарында конфискацияланған өс йөҙ кило самаһы көмөш һәм йөҙ ҙә утыҙ алты кило тирәһе алтын, күп миҡдарҙа аҙыҡ, ҡорал туплаған, беҙҙе азат итеүҙе һорап, Мәскәүгә телеграмма ебәргәндәр. Орскиҙағы рустар ойошторолған полкыбыҙҙы юҡ итергә булған. Баранов исемле комиссар Баймаҡтағы башҡорт ғәскәре комитетына осрашырға саҡырып абруйлы кешеләр аша хат ебәргән. Билдәләнгән күрешеү урынында йәшерен засада ойоштороп, ҡыҙыл ғәскәр беҙҙән килгән комитет ағзаларын, көтмәгәндә ҡулға алып, кисенә атып үлтергәндәр. Беҙҙең иң хөрмәтле офицерҙарыбыҙҙан Ғимран Мағазов, Ғабдулла Иҙелбаев яуыздарса үлтерелде. Бынан һуң һәр тарафтан ҡыҙыл ғәскәрҙәр Баймаҡҡа ебәрелгән, полк сардары Әмир Ҡарамыш, мөхәррир һәм шағир Хәбибулла Ғәбитов, шөбһәләнеп, осрашыу еренә бармағандар. Ғәскәрҙе туплап, үҙҙәрен юҡ итергә килгән рустарға һөжүм иткәндәр, бер нисәһен үлтереп, ҡалғандарын Орск яғына ҡыуғандар. Әммә улар күберәк көс менән кире килгәнсе, беҙҙекеләр, ғәскәрҙе таратып, үҙҙәре аҙ ғына көс менән Бөрйән улусының таулы ерҙәренә йәшеренгән. Уларҙың иң ҡурҡҡаны – төрмәлә ултырған хөкүмәт ағзаларын атып ҡуйырҙар тигән уй була. Беҙ төрмә һаҡсыларының ҡайһы береһен бүләк биреп һатып алдыҡ, икенселәре беҙгә ыңғай ҡарашта ине. Ҡыҫҡаһы, мин иректән һәр саҡ хәбәр алып, шифр менән хәбәр оҙатып торҙом. Шул арала Әмир Ҡарамыштың үҙ ирке менән килгән егеттәрҙән тауҙарҙа ғәскәр туплауы һәм Ырымбурға һөжүм өсөн казактарға ҡушылырға тырышыуы хаҡында хәбәр килде. Бер көн мине дөйөм бүлмәнән алып сығып, айырым бикләнеләр. Мин төрмәлә 1915 йылда уҡ яҙа башлаған «Нуғай тарихы» исемле әҫәремде тамамлау менән мәшғүл булдым. Бер көн Мөхәммәт Таһиров исемле татар егете килде. Миңә ашарға ризыҡ, ҡағыҙ һәм ҡул сәғәте килтергән. Ул элек Ҡаҙанда минең шәкертем булған икән, коммунистарға ҡушылған һәм Ҡаҙандағы «Мосолман Хәрби шураһы» уны Башҡортостан хөкүмәтен тарҡатыу маҡсатында Ырымбурҙағы Советтар менән бергә шөғөлләнергә хеҙмәткәр итеп ебәргән. Төрмәгә минең яныма килеп, был зат: «Остаҙым, беҙ һеҙҙе ул саҡ ҡурҡытыр өсөн һәм мөхтәриәт фекеренән ваз кистермәк булып ҡулға алғайныҡ, әммә эш ҙурайҙы, һеҙҙе ҡотолдорорға тырышабыҙ, ҡотҡара алмайбыҙ. Хәҙер һеҙ Советтарҙың дошманына әүерелдегеҙ, сөнки тауҙарҙа башҡорттар үҙ теләктәре менән ғәскәр төҙөй, шуның өсөн һеҙҙе аманат итеп тоталар, эштең ни менән бөтөүенән ҡурҡам», – тип иланы. Һуңынан Раимов исемле берәү «Башҡортостан Йөмһүриәтенең ҡоролош тарихы» исемле русса ҙур бер әҫәрҙә «Татар хәрби шураһы»ның, Ырымбурҙағы Советтар менән бәйләнештә булып, беҙҙең менән мәшғүл булыуы хаҡында яҙғанын уҡығас, Мөхәммәт Таһировтың һүҙҙәре дөрөҫ булһа кәрәк, тип уйланым. Мин, ни булһа ла булыр, тип «Нуғай тарихы» китабымды яҙыуҙы дауам иттем. Халыҡ араһындағы ҡуҙғалыш беҙҙең өсөн хәйерле булмаясағын башҡорттоң күренеклеләренә хәбәр итһәм дә, был тулҡынланыу тынманы, һәр яҡтан «ҡулға алынғандарҙы сығарығыҙ», – тип Мәскәүгә лә, Ырымбур вилайәт комитетына ла телеграммалар, хатта махсус делегациялар ебәрелде. Һөҙөмтәлә беҙҙең хәлебеҙ көндән-көн хәүефлерәк була барҙы.

Бер көн (ихтимал, 27 март булғандыр) төрмә коменданты миңә, Ырымбур вилайәт комитеты рәйесе Цвиллинг киләсәк, тип хәбәр итте. Янымдағы китаптарҙы түшәк аҫтына йәшерергә ҡушты. Сөнки ҡәләмдәрҙе, китаптарҙы тартып алырға әмер килгән икән. Цвиллинг миңә төрмәлә ятҡан килеш Башҡортостан тауҙарында доброволец отрядтары төҙөүҙе туҡтатырға, бер аҙна эсендә ҡоралдарын тапшырырға, тип ғәскәргә әмер бирергә ҡушты. Ҡорал тапшырылмаһа, беҙҙе язаға тарт­тырасаҡтарын әйтте. Мин уға: «Төрмәнән ебәрелгән әмерҙең ни тәьҫире булһын», – тип яуапланым. Ул да: «Үҙегеҙ беләһегеҙ», – тип сығып китте. Бынан һуң режим бик ҡырҡыулашты. Минең архивымды, китап, ҡағыҙҙарымды алдылар. Һәр ун-ун биш минут һайын береһе килеп, ишек тишегенән ҡарап китә ине.


Төрмәнән ҡасыуыбыҙ

Апрелдең өсөнән дүртенә ҡаршы төндә ҡапыл шау-шыу ҡупты. Ырымбурға казактар һөжүм иткән, был эштә Әмир Ҡарамыш ебәргән башҡорт ғәскәрҙәре лә ҡатнашҡан. Иртәнгә ҡәҙәр, төрмә ҡапҡаһын асып, ҡулға алынған казактарҙы һәм башҡорттарҙы сығарҙылар. Әммә айырым бүлмәлә ултырғанлыҡтан һәм тышҡы яҡтан асҡысы булмағанлыҡтан, минең янға инә алманылар. Ныҡ шауланылар, ҡысҡырҙылар. Ҡолаҡҡа башҡортса һүҙҙәр ҙә салынды. Беҙҙекеләр ҡапҡаны аса алмай, мине ҡотҡара алмай сигенгәндәр. Улар киткәс тә, төрмә начальнигы асҡыстарын табып, ҡапҡаны асып, минең янға килде: «һин дә сығып кит, әммә нисек ҡотолғаныңды бер кемгә лә һөйләмә», – тине. Һуңынан аңлашылды, төрмә начальнигы башҡорт һалдаттарына: «Асҡысты миңә бирмәнеләр, асып булмай», – тигән. Улар иһә: «Асҡыс табып, Вәлидовты сығармаһаң, килеп һине үлтерәбеҙ», – тигәндәр.

Быны миңә дүрт ай һуңыраҡ, Ырымбур Советтарҙан азат ителгәс, төрмә начальнигы үҙе һөйләне.

Апрель айы булыуға ҡарамаҫтан, өҫтөмдә төрмәгә япҡан ваҡыттағы ҡышҡы кейем, аяғымда быйма. Ҡар иреп ята. Бер аҙ диҡҡәт итһәң, минең төрмәнән ҡасып сыҡҡанлығым шунда уҡ аңлашыла. Китеп барам, һәр тарафта атыш, пулялар оса, береһе кейемемә тейеп үтте. Һәр тарафта туп атышы, бәғзе йорттар яна. Урамдарҙа байтаҡ мәйет ята, шулар араһынан атлайым. Берәү миңә «стой» тип ҡысҡырҙы һәм яныма килде. «Ҡулға алындың», – тине лә бер йорттоң тар ғына ишек алдына алып килде. Ҡыҙыл һалдат булып сыҡты. Миңә бер һүҙ ҙә әйтмәне, ғөмүмән, һөйләшмәне. Китеп барышлай «ҡурҡма» тине. Һаҡмар йылғаһы аша тимер юл күпере янында бер бушлыҡта ултырған йортҡа алып килде. Унда минән алда төрмәнән ҡотолған арҡадашым Сәғит Мираҫты күрҙем. Был өй татарҙарҙың билдәле мөхәррире Ямалетдин Вәлиди ғаиләһенең өйө, ә мине алып килгән һалдат уның әҡрәбәһе икән. Арҡадаштарым мине ҡотҡарыу өсөн ике кеше ебәргән. Әммә улар мине таба алмаған. Был егет мине табып алып килде. Мөхәррир Ямалетдин Вәлиди ҙә татарҙарҙың ерле мөхтәриәтселәре иҫәбенән ине. Уның татарҙарҙың мәҙәни тормошо хаҡында русса нәшер иткән әҫәрен төрки ҡәүемдәрҙең хәҙерге заман тарихын өйрәнеүсе Европа ғалимдары ла файҙаланды. Үҙе менән ултырып һөйләшергә һис бер форсат булманы, был хөрмәтле зат әле лә өйөндә юҡ ине, бәлки, ул саҡ Ырымбурҙа ла булмағандыр.

Шул уҡ көндә Ташкенттан килгән бер арҡадашымды ла ошо ҡыйын шарттарҙа күрҙем. Наливкиндың урындағы төрөктәр баҡсаһында йәшеренгән еренән рус зыяратына барып, үҙен-үҙе атып үлтереүе, Мостафа Чокай улы һәм башҡа Ҡуҡан милли хөкүмәте ағзаларының Ҡаҙағстанға ҡасып китеүҙәре һәм бүтән күп ваҡиғалар тураһында шул заттан ишетеп белдек. Төркөстанға кире китеүсе был кеше беҙҙең Башҡортостанда азатлыҡ өсөн һуғыш башлауыбыҙ хаҡында хәбәр еткерергә булды. Һөйләштек, әммә аш ашарға ла ваҡыт булманы. Мин уға Өфөгә китәсәгебеҙҙе, арҡадаштарыбыҙ 17 – 18 апрелдә унда йыйылырға кәрәклеген бер егет аша хәбәр итеүҙәрен аңлаттым. Нисек тә саналы ат табып, ҡаланан ҡасып сығырға булдыҡ. Сана ла табылды. Китеп барғанда баш осонан туп йәҙрәләре оса, урамда мәйеттәр күп. Әммә мылтыҡ атышы тымған, тимәк, казактар һәм улар менән бергә килгән башҡорттар ҡаланың был өлөшөнән сигенгән. Беҙҙе ҡотҡарырға килгәндәр мине ҡотҡара алмауҙарына бик ҡайғырған. Мин, Ҡарғалыға килгәс, уларҙың береһен осратып, етәкселәре булған Әмир Ҡарамышҡа: «Ҡотолдом, Өфөгә килһен», – тип хәбәр ебәрҙем. Бында ла туҡтамаҫтан, ат алмаштырып, Туҡ йылғаһы буйындағы Ғүмәр тигән башҡорт ауылына килдем. Унда бер танышымда ҡундым. Артыҡ һүҙ сығармаясағына ышаныслы был заттың тырышлығы һәм уның яҡшы аттары менән бер көн эсендә бормалы юлдарҙан йәшерен рәүештә Абдулла тимер юлы станцияһына килдем. Станцияға ярты саҡрым етмәҫтән уның менән хушлаштым. Өфөгә юл тоттом. Тимер юлы менән барып, Өфөлә арҡадаштарыбыҙҙың береһенең йортона йыйылып, артабан ниҙәр эшләргә кәрәклеге хаҡында ҡарарҙар ҡабул иттек. Башҡортостан милли хәрәкәте тарихында бер боролош нөктәһе тәшкил иткән был йыйылышты беҙ «Өфө йыйыны» тип атаныҡ.


"Ағиҙел" - №1, 2018 йыл.

Читайте нас: