Бөтә яңылыҡтар
Рухи хазиналар
6 Декабрь 2017, 13:58

Кем һин, Башҡорт хан?

Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Әгәр ҙә һеҙгә ошондай һорауҙар ҡуйылһа, нисек яуап бирер инегеҙ:

1
1
Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!
Әгәр ҙә һеҙгә ошондай һорауҙар ҡуйылһа, нисек яуап бирер инегеҙ:
1.Урта быуаттарҙа йәшәүсе Башҡорт хандың Рюриковичтар нәҫеленән сыҡҡан Святослав Владимировичтың үгәй атаһы булыуы хаҡында һеҙ нимәләр беләһегеҙ?
2.Мәскәүҙәге данлыҡлы Арбат урамының атамаһы Башҡорт хандың ейәне Арбаттан алыныуы хаҡында белә инегеҙме?
3.Көңгөрҙең Башҡорт хандың ҡыҙы икәнлеге хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?
4.Башҡорт хандың тәнһаҡсылары 2 мең яугирҙән торған дружина булыуы хаҡында һеҙ белә инегеҙме?
5.ХШ быуатта хәҙерге Яр Саллы ҡалаһының Башҡорт тип аталыуы хаҡында нимәләр беләһегеҙ?
6.Башҡорт хандың һәйкәле әлеге ваҡытта Мәскәүҙә һаҡланыуы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?
7.297 йылға тиң булған “ваҡыт фонтомы”нимәне аңлата? Ни өсөн тарихтың был арауығы тарихи йылъяҙмаларҙа теркәлмәгән? Ул йылдар, ысынлап та, юғалғанмы?
8.Башҡорттар Лев Толстойҙы нисек үлемдән ҡотҡарған?
9.Хәҙерге башҡорт телендәге “кеше”, “өлкән кеше”, “егет”, “батыр”, “батыр егет”, “түрә”, “бала”, “йәнтүрә” кеүек бик күп һүҙҙәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең иң тәүҙә хәрбиә дәрәжәне аңлатыуы хаҡында һеҙ белә инегеҙме?
10.”Башҡорт” этнонимы Башҡорт хандың исеменән алынғанмы, әллә киреһенсәме?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы һеҙ билдәле тарихсы Йәдкәр Бәшировтың “Башҡорт хан” тигән китабынан таба алаһығыҙ. “Ағиҙел” журналына 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына альтернатив ысул менән яҙылыусыға ул китапты бүләк итәбеҙ. Яҙылыу хаҡы – 510 һум. Яңы йылға тиклем ваҡыт күп ҡалманы, ашығығыҙ, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ!
Яҙылыр өсөн редакцияға килеп сығығыҙ йә булмаһа шылтыратығыҙ:
т.:8(347)277-76-88, 8-927-238-56-89.


Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.
Читайте нас: