Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Мәүлит ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Арғаяш районы Яратҡол ауыл советының 1936 йылға ҡараған хужалыҡ кенәгәһендә Кинйәбулатовтар ғаиләһе тураһында ошондай мәғлүмәт теркәлгән: «Йорт хужаһы – Кинйәбулатов Кәрим, эшләгән урыны – Ураҙбай ауылы, 1890 йылда тыуған, белемле, уҡытыусы. Фатима – хужабикә, 1897 йылғы. Ғәлиә – ҡыҙы, 1916 йылғы, уға етәгеһе – Кәтибә 1918 йылғы, Мөхлисә – 1926 йылғы, Ынйыҡай – 1927 йылғы, улы Уран – 1934 йылғы. Ғаилә хужалы - ғында – бер һыйыр, бер башмаҡ». Кәрим Кинйәбулатов заманы өсөн алдынғы ҡарашлы кеше булған. «Һынсыл тәрбиәсе, ғәжәп баҫалҡы, белемле мөғәллим ине», – тип яҙасаҡ йылдар уҙғас бер иҫтәлегендә атаһы тураһында шағирә. Ураҙбайҙа, ауыл советы ҡушыуы буйынса, кулак тип һөргөнгә ебәрелгән кешенең буш йортон мәктәп итеп йүнәтеп алғас, аталары шунда балалар уҡытҡан. Шул саҡта ауылдаштары сикһеҙ шатланып: «Мәктәбе лә, уҡытыусыһы ла тура килде бит, Хоҙай бар ул», – тигәндәр.
Ваҡыты еткәс, Кәтибә шул башланғыс мәктәпкә уҡырға бара. Атаһы, ауылдың алдынғы агитаторы булараҡ, мәктәбем, тип йән ата. Үҙенең педагогик тәжрибәләрен ул, ғәҙәттән тыш балалар менән нисек һаҡ эш итергә кәрәк, тигән дәфтәренә теркәй. Ата-бабалар васыятына тоғро ҡалып нәҫел-нәсәбе тарихын өйрәнеп, «Кинйәбулатовтар шәжәрәһе»н төҙөй, «Тел асҡысы» тигән көндәлек тотҡан булған.
«Тел асҡысы» тигән көндәлегендә балаларының үҫешен күҙәтә, уларҙың ҡулдағы бармаҡтар кеүек төрлө булыуҙарын билдәләй. Мәҫәлән, өсөнсө ҡыҙы тураһында: «Мөхлисәнең теле бик иртә асылды... Өс йәшендә хәреф таный башланы... Ул уҡырға һәм яҙырға тиҙ өйрәнде... Һәр нәмәне үҙенсә тамаша ҡылып, әкиәт итеп һөйләй... Ул апаларына ҡарағанда үтә зирәк...» – ти. Теле асылып һөйләшә башлаған сабыйҙың әкиәттәрен дә яҙып алған. Мәғрифәтле атай һалған был тәрбиә орлоҡтары шытымдар бирә – йылдар уҙғас Мөхлисә оҫта тегенсе һәм кендекәй булып китә, мандолинала уйнай, ауылдаштарына мейес сығара, яҡташтары араһында таҡмаҡсы һәм сеңләү әйтеүсе булып таныла.
Оло апалары Ғәлиә уңған, аҡыллы һәм ныҡыш бала булып үҫә. Аталары уға ҡарап, ҡыҙым үҫкәс, уҡып ғалим булыр, тип өмөт итә. 13 йәштә Өфө медицина училищеһына уңышлы һынау тота. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул имтихан комиссияһын ышандырып уҡырға инә һәм ҡыҙыл диплом менән тамамлай.
Ә бына икенсе ҡыҙы тураһында: «Кәтибә әҙәбиәткә тартылыр, уның йыр менән таҡмаҡҡа һәләте ҙур», – тип юраған атаһы. 1935 йылда Кәтибә Ҡолой ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Юраған юш килә тигәндәй, ул атай һалған юлды һайлай. «Мин атайым кеүек уҡытыусы булам» тигән яҡты хыял менән янып, ул шулай тәүәккәлләп алыҫ Өфө тарафтарына юллана. 1936 –1938 йылдарҙа, Өфөлә педагогия институтында ойошторолған эшселәр факультетында уҡый.
Утыҙынсы йылдар – яҙмыштарҙы аяуһыҙ ватҡан, рухи ҡиммәттәрҙеһаҡһыҙ утҡа атҡан мәнһеҙ заман. Аҙаҡтан был хаҡта уйланып, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов «Табыныу» тигән поэмаһында:
«Мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә,
Мең туғыҙ йөҙ ун етене хурлап,
Илем минең етем ителә», –
тип тетрәнеп яҙасаҡ. Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшина һ.б. ошондай мәҙәниәт һәм мәғрифәт өсөн йәнен биргән аҫыл заттар «халыҡ дошманы»на әйлән - дерелә. Әлбиттә, бындай сәйәси шойҡан Силәбе тарафтарын урап уҙмай. Арғаяш районының Ураҙбай ауылынан (икенсе исеме Туҡыс) Кәрим Кинйәбулатов, Бикҡол ауылынан Һаҙый Шаимов, Яратҡол яғында бәләкәй ауылдан Ҡунаҡкилде ҡулға алынғас, халыҡ араһында «изгеләрҙән-изге, районда иң һәйбәт уҡытыусыларҙы сүпләйҙәр», тигән шомло хәбәр тарала.
Алдынғы ҡарашлы уҡытыусы Кәрим Кинйәбулатовтың Өфөнән методик ҡулланмалар һәм әҙәби китаптар алдырып уҡып, мәғрифәтле ил мәнфәғәте тип янып йәшәгән сағы була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдаштарының ҡыуанысы күпкә бармай. Яҙғы бер матур көндә, ул дәрес алып барғанда, власть тарафынан мәктәп тар-мар ителә. Шунда уның үҙен милләтселектә ғәйепләп ҡулға алалар. Бөтөн булған ҡулъяҙмалары һәм китаптары тентеү барышында тартып алынып яндырыла.
Йылдар уҙғас, атаһын ҡулға алыуҙы былай тип хәтерләйәсәк: «1938 йыл.Март айы. Мин Өфөлә институтта уҡып йөрөйөм. Дәрестән ятаҡҡа ҡайтһам,ҡыҙҙар миңә хат күрһәтәләр. «Башта бейе, шунан алырһың», – тиҙәр. Мин кинәнеп, таҡмаҡ әйтеп арығансы бейенем. Хатты алғас, ашығып уҡыйым:
«Кәтибә! Атайыңды алып киттеләр. Ҡыҙым, бик ҡайғырып китмә, дошмандар эше инде ул. Атайың яңылыштан да ҡырын эш эшләмәҫ. Инәйең.»
– тигән ҡот осҡос хәбәр йөрәген телеп үтә. Быға уның һис кенә лә ышанғыһы килмәй. Хатты тишерҙәй булып ҡат-ҡат уҡый, латин хәрефтәременән эре-эре итеп яҙған инәй ҡулы. Көтөлмәгән был хәлдән ул илай алмай ағарынып ҡатып ҡала.
Бүлмәлә бергә йәшәгән курсташ ҡыҙҙары: «Кәтибә, ни булды? Нимә тип яҙғандар?» – тип ныҡышалар. Ә ул ҡараштарын бер нөктәгә төбәгән килеш үҙенән: «Ниңә? Нишләп?» – тип һорай.
Кәрим Кинйәбулатовҡа ғәйеп тағыпҡулға алынғас, ауылдаштары, уҡы -тыусыбыҙ аҡланып ҡайтыр, тип ышанып, өнһөҙ генә оҙатып ҡалғандар, ти. Тик атай кеше киткән еренән кире әйләнеп ҡайтмаған, Фатима итәк тулы балалар менән тороп ҡалған. Әсәһенең хәленә ингәндәй, шағирә бер шиғырында:
«Яңғыҙлыҡтың асы икәнлеген
татыма һин
Тере түгел, үле булып та», –
тип яҙасаҡ.
«Яҙмыш, ниңә тартҡылайһың? Эх, уҡытыусы булып, шиғриәт донъяһында йөҙһәң ине ... Тик мин хәҙер ҡайҙа барам, ҡалай булам?» – тигән һорауҙар теҙә Кәтибә. Каникулға ҡайтҡас, йәнә күңелһеҙ хәлдәр килеп тыуа. Был юлы «халыҡ дошманы» тип мәктәп фатирынан урамға ҡыуылғас, улар Ураҙбайҙан кире Мәүлит ауылына ҡайталар. Унда атаһының туғаны Мөтәғулла ағай ҡыйығы аҫтына һыйынып йәшәргә ҡала.
Бына шул саҡта Кәтибә яңғыҙ инәһен, яҡлаусыһыҙ ҡалған береһенәнбереһе бәләкәй туғандарын йәлләп: «Инәй, мин ауылда эшкә ҡалам», – ти. Инәһе быға риза булмай, ҡыҙының киләсәген уйлап, Өфөгә китеп уҡыуын дауам итергә күндерә. Ул оло һүҙен йыҡмай, ауылда күпмелер торғандан һуң тимер юл станцияһына юллана. Вагон мәж килә, унда ҡош ҡуныр урын юҡ. Яҙмышына буйһоноп, ул електәргә үтерлек һыуыҡ тамбурҙың ҡараңғы ғына мөйөшөнә барып баҫа.
Өфөгә барып еткәс, Ағиҙел ситендә генә йәшәгән бер әбейгә фатирға төшә. Оҙон юл ғазабы, күңел тетрәнеүҙәре, ҡышҡы сатлама һыуыҡтар үҙенекен итә – уны үпкә ауырыуы бөрөп ала. Исмаһам, тағы бер генә йыл булһа ла уҡырға ине, тип уйлай алмалай йөҙҙәре һурылған Кәтибә.
Утыҙынсы йылдарҙа Яҙыусылар союзының беренсе съезынан һуң әҙәби ижад күпкә йәнләнә. Бына шул рухикүтәрелеш осоронда эпик ҡоласлы прозаиктар һәм феноменаль күренеш булырҙай шағирҙар үҫеп сыға. Бәрәкәтле Силәбе ере әҙәбиәткә Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй кеүек атаҡлы шағирҙарҙы бирә. Мөхәмәтйәров Хәй – әле генә нәшер ителә башлаған «Терпе» балалар журналының беренсе мөхәррире, Ҡадир Даян – Башҡорт педагогия институтында башҡорт филология факультеты мөдире, Ғәлимов Сәләмдең, институтты ҡыҙыл дипломға тамамлап, ғилем донъяһына аяҡ баҫҡан сағы.
Яҡташтарҙың бындай рухи ынтылышы Кәтибәгә лә йоғонто яһағандыр,улар шул мөхиттә аралашып йәшәгәндер, күрәһең. Бәлки, шуға ла Яҙыусылар союзы рәйесе итеп яңы ғына тәғәйенләнгән Ҡәрип Низамов, алыҫ тарафтарҙан белем эстәп килгән йәш дуҫының хәлен яҡшы аңлап, дауаланыу өсөн уға Аксаков исемендәге шифаханаға юллама биргәндер инде.
1939 йылда Кәтибә Кәрим ҡыҙы тормошонда ышаныслы аҙым яһай, ул ауыр һынауҙар үтеп педагогия институтына уҡырға инә. Бәхет ҡапҡалары йәнә асылғандай итә, ул башкөллө онотолоп, мауыҡтырғыс студент тормошона сума. Тырышып уҡый, әҙәби түңәрәккә йөрөй, унда ҡулъяҙма журналын ойоштороусы була. Шул саҡта ул үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫмаға әҙерләй. Ул саҡтағы Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире Нәжиб Иҙелбай: «Бөгөнгөләй хәтеремдә, әле ҡайҙалыр уҡып йөрөгән елкенсәк ҡыҙ Кәтибә, бер шәлкем шиғырҙарын күтәреп, минең янға килеп инде. Шиғриәтте янып яратыуы осҡон сәскән күҙҙәренән, бәйеткә тартым ирмәк һүҙҙәренән үк күренеп тора ине», – тип иҫкә алғайны.
Шул осорҙа башлап яҙыусыларҙың «Икенсе йыр» (төҙөүсеһе – Мәҡсүд Сөндөклө, Өфө, 1939 йыл) исемле альманахы донъя күрә. Проза бүлегендә – Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Сабир Кинйәкәй хикәйәләре, поэзия бүлегендә Назар Нәжми, Фәүзиә Рәхимғолова, Ярулла Вәлиев, Кәтибә Кинйәбулатова шиғырҙары баҫыла. Унда Арғаяш ҡыҙының (уны студенттар үҙҙәре шулай йөрөтә) «Һөйлә, тарих» исемле шиғри дебюты ышандыр ғыс яңғырай:
Һөйләп бирсе, тарих, баш сайҡама,
Һин тормошто дөрөҫ беләһең,
Ҡатмар сәхифәңде аҡтарғанда
Бөтәһен дә асып бирәһең.
Һөйлә, тарих, һөйлә тартынмайса,
Йырла беҙгә дауыл йырҙарын,
Миллионлаған батыр легиондарҙың
Тетрәтеүен һуғыш ҡырҙарын...
1940 йылда, йәйге каникулда, бер төркөм йәш шағирҙар – Мәлих Харис, Назар Нәжми, Фәүзиә Рәхимғолова, Кәтибә Кинйәбулатова Кавказ яғына барып, Ҡара диңгеҙ буйында сәйәхәттә йөрөп ҡайта. Ләкин көтмәгәндә башланып киткән Бөйөк Ватан һуғышы йәш шағирәнең өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергәндәй итә. Байтаҡ йылдар уҙғас:
«Тормош – ормош, тигәндәре,
Ташланы утҡа, һыуға.
Янманым да, батманым да,
Тик сумдым йырға, моңға», –
тип яҙасаҡ шағирә был турала. Ил башына төшкән афәтте аңлап ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә. Шиғриәт шишмәһенән тере һыу уртлаған ҡыҙ инәһенә терәк булмаҡ, Иленең йөгөн бүлеп алмаҡ булып оло юлға сыға. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, эш юллап Арғаяш мәғариф бүлегенә бара. Кадрҙар етешмәгәнгә күрә уны кинәнеп Сиреүсе ете йыллыҡ мәктәбенә тәғәйенләйҙәр. Был юлы уларҙы яҙмыш тигәндәре Мәүлиттән Табын ауылына алып китә. Ошо изге тупраҡта ул атай һыҙған юлға аяҡ баҫа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Бында уға барыһы ла яҡын һәм таныш.
Был турала уның элекке уҡыусыһы, ә хәҙер Арғаяш районының Маҡтаулы гражданы Зәйтүнә Ҡәүем Ҡыҙы Хәйруллина (1930 йылғы) былай тип хәтерләй: «1942-1943 уҡыу йылында мин дүртенсе синыфта уҡый инем. Беҙҙең мәктәпкә Өфөнән йәш уҡытыусы килә, тигән хәбәр таралды. Был – башҡорт теле уҡытыусыһы Кәтибә Кәрим ҡыҙы. Ул бик матур, һөйкөмлө һәм яғымлы апай булып сыҡты. Беренсе осрашыуҙан уны яратып өлгөрҙөк. Ул беҙгә оҙон тәнәфестә уйындар өйрәтә, шуның араһында оҫта итеп ҡумыҙҙа, мандолинала уйнай, моңло итеп йырлап та ебәрә ине.
Бер ваҡыт уҡытыусыбыҙ Нәзифә апай уны класҡа саҡырып алып:
– Беҙҙең ҡыҙҙарға бейеү өйрәтәһе ине, – тип хәбәр һалды.
– Ә ниңә үҙең өйрәтмәйһең? – ти Кәтибә апай.
– Мин йырҙар өйрәтәм, ә бейей белмәйем, – ти апайыбыҙ. Шунда Кәтибә Кәрим ҡыҙы тартынып тормай:
– Улай булғас, бейергә лә өйрәнәбеҙ
инде, – тине.
Ул шунда беҙгә ике бейеү һалды, тағын да «Өмә» йырын өйрәтте. КәтибәКәрим ҡыҙы бик тынғыһыҙ кеше булды. «Еңербеҙ» район гәзитенә мәҡәләләр яҙа, матур-матур шиғырҙар баҫтыра. Мәктәп тормошо, колхоз эштәре – былар барыһы ла беҙгә ҡыҙыҡ. Һуғыш йылдарының ҡайғы-хәсрәттәрен еңеләйтергә бағышланған мәҡәләләре һаман күҙ алдымда.
Улар йәшәгән йортҡа йыш барам.Ғаиләләре ишле, тормоштары ауыр ине. Аслыҡ-яланғаслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, Кәтибә апай бер ҡасан да йөҙ һытып, бойоғоп йөрөмәне.
Беҙҙең мәктәптә ул ни бары бер йыл ғына эшләне, шунан һуң уны Ҡолой урта мәктәбенә директор урынбаҫары итеп күсерҙеләр».
Һуғыш ауырлыҡтарын йәш уҡытыусы яҡташтары менән бергә күтәрә. Уҡытыу-тәрбиә эштәре менән булыуҙы мәктәп ҡушһа, халыҡ араһында тайпылышһыҙ аңлатыу эштәре алып барыу бурысын уға тыуған партия йөкмәй. Шағирә үҙе әйткәнсә, ул «янмай-батмай, йыр-моңға сумып», баш баҫып эшләй.
Рәшиҙә Нафиҡ ҡыҙы Кучукова (1939 йылғы) уҡытыусыһы тураһында күңелендә шундай иҫтәлектәр һаҡлай: «1946 йыл. Һуғыш емеректәрен төҙәткән ауыр заман. Ҡолой ете йыллыҡ мәктәбенә беренсе синыфҡа уҡырға барғанда мине башлап сәстәре икенән үреүле, мөләйем йөҙлө Кәтибә апай ҡаршы алды.
Мин, сая холоҡло ҡыҙ, уның ҡулында тәрбиәләндем. Кәтибә Кәрим ҡыҙы бишенселә синыф етәксебеҙ булып, башҡорт телен уҡыта башланы. Ул беҙҙе юғары маҡсат ҡуйып йәшәргә өйрәтте, тырыш һәм сабыр булырға саҡырҙы.
Сентябрь. Тәүге немец теле дәресе бара. Уҡытыусы нимәлер аңлата. Ләкин күңелдәрҙә уңалмаған һуғыш яралары үҙенекен итә, беҙ немец телен өйрәнеүҙән класс менән баш тартабыҙ. Ә ни бары бер йыл уҙғас, алтынсы синыфта, Кәтибә апайҙың кәңәше менәнфранцуз телен өйрәнә башлайбыҙ.
Кәтибә апай бала күңелен аңлай, әсәй, өләсәйҙәр аша эш итә. Бик дәртле кеше, мандолинала оҫта уйнай, матур итеп йырлай. Ул дуҫлыҡты яҡлап: «Һеҙ мәктәптә үҙ-ара туған булып китәһегеҙ, бер-берегеҙгә асыуланып, төҫ боҙоп йөрөмәгеҙ», – тип ҡат-ҡат иҫкәртә торғайны.
Яҙ. Ҡар ирей. Бар тирә-яҡты һыу баҫты. Бер ваҡыт минең менән ултырған малай уҡырға йөрөмәй, юҡ та юҡ. Шунда мине Кәтибә апай хәл белергә ебәрә. Барһам, Закирҙың инәһе: «И-и, балам уҡырға барыр ине, быймаһы төпһөҙ, аяғына кейере юҡ», – тип өҙгөләнә.
Мин был хәлде апайға алып барып еткерҙем. Закир иртәһенә тишек быймаһын кейеп мәктәпкә килде. Бына шунда Кәтибә апай аптырамай, әмәлен таба. Ул институтта уҡыған саҡта алған ҡупшы туфлийын балаға бүләк итә. Беҙ был хәлгә сикһеҙ шатланып туфлиҙы болашмаҡ кейеп ҡарайбыҙ. Мин шунда: «Их, минең дә ошондай туфлийым булһасы», – тип эстән һыҙғайным.
– Балаҡайҙар, тыңлауһыҙ, үҙһүҙле һәм тәкәббер була күрмәгеҙ, – ти Кәтибә апай бер йәмһеҙ хәлдән һуң. – Һеҙ – буласаҡ еңгәләр, әсәйҙәр, өләсәйҙәр. Әсә – ул милләт тотҡаһы. Һеҙ батыр улдар, тыйнаҡ һәм йыйнаҡ ҡыҙҙар тәрбиәләргә бурыслыһығыҙ. Ә тәртипһеҙлек менән бер ҡайҙа ла һыймаҫһығыҙ, бер-берегеҙҙе ғәфү итергә өйрәнегеҙ, – тип әйткән һүҙҙәре хәтеремдә мәңгегә уйылып ҡалды».
Уҡытыусы Кәтибә Кәрим ҡыҙының, барлыҡ әрнеүҙәрҙе йотоп, һуғыш яраларын онотоп, ил эсендә ут булып эшләп йөрөгән сағы. Баҡһаң, Өфө тарафтары йәш шағирәне һис онота алмай икән. Бер мәл көтмәгәндә ул баш ҡаланан, Өфөнән, атаҡлы әҙип Баязит Бикбай ҡулы менән шиғриәт иленә саҡырып яҙылған бик шатлыҡлы ла, үтә тулҡынландырғыс та хат ала.
Теүәл ун йыл артта ҡала. Шағирә йөрәгенә ун башлы аждаһа булып баҡҡан йылдар булғандыр, моғайын. «Ауғанды йығылған ғына белә», – тип әйткән инәй һүҙҙәре күңеленә уйылып ҡала. Аҙаҡтан шағирә үткән ғүмер – ҡалған хәтер тураһында бик ҡыҫҡа ғына итеп: «Бәләкәй генә өй, ғәҙәттән тыш күп мәшәҡәттәр, аяҡтан йыҡҡан эш, II группа инвалидлығы, алҡымдан алған ауырыу, атайһыҙлыҡ», – тип теркәйәсәк иҫтәлегендә. Бына шуға күрә шағирәнең рухташы, яугир-шағир, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми: «Бөгөлөп тә төшөр ине, хатта, һин күргәнде күрһә, күп ирҙәр», – тип яҙа.
1952 йыл. Асы, һалҡын көҙ. Балаларҙың күҙ терәге «үҙе атай, үҙе инәй» булған иң ғәзиз кешеһе – әсәһе илле биш йәшендә яҡты донъя менән мәңгегә хушлаша. Кәтибә Кәрим ҡыҙы атаһын юғалтҡандан һуң ауырлыҡтарҙы аҙ татымай. Атайһыҙ йәшәү ҡыйын булһа ла, күнегелә, һуғыш һалған яралар уңала бара. Тик ҡайғы тигәндәре генә ағас башынан йөрөмәй. «Әҙәм балаһы ның башына төшкән ҡайғыларҙың яңыһы иң ауыры була икән, – ти ул, хәҙер килеп инәһен юғалтҡас. – Асыларҙан-асы ҡайғыны шунда икенсе тапҡыр татыным». Тәбиғәте менән үтә тыныс холоҡло, тирә-яҡта тегенсе тип аталған Фатиманан балаларына: «Мин үлгәс, илап ултырмағыҙ, эшләгеҙ ҙә эшләгеҙ, ҡайғыны мин шулай баҫтым», – тигән васыят ҡала.
Алда әҙәби ижад тигән үтә яуаплы һәм оло донъя көткәнгә күрә яҙмышын билдәләр бизмәндең башы шиғриәт яғына баҫа. Кәтибә Кәрим ҡыҙы ауыр йылдар аша яралы яҙмыш кисеп, инәй фатихаһы менән йырлы юлын дауам итә. Тик был юлы инде ул атаһының өмөтөн аҡламаҡ булып тынғыһыҙ йәнен әйҙәүсе мәңгелек илаһи моң иленә алыҫ сәфәргә юллана.
Ауырлыҡты йыр еңә
Башҡорт иленең Урал ташына ҡош ҡундырмаҫ сая ҡыҙын баш ҡала, әйҙүк, оҙаҡ көттөрҙөң, тигәндәй һынсыл ҡаршылай. «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙер «Ағиҙел») журналы редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр булып эшкә килә. Тыуған яҡтан башланған һикәлтәле һуҡмаҡтар, алыҫ илткән бормалы юлдар артта ҡалһа ла, тормоштоң ауыр минуттары ваҡыты-ваҡыты менән уның башын биләп алғылай. Бындай саҡта яралы күңелгә ни бары шиғриәт үҙе берҙән-бер дауа, ә Өфө иһә – мәңге әйҙәп тороусы йыр-моң бишеге. Аҙаҡ шағирә: «Өфө – ул башҡорт иленең Мәккәһе», – тип атаясаҡ.
Һуғыштан һуң илде ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу йылдары яҙыусыларҙан айырыуса балалар өсөн яңы әҫәрҙәр талап итә. Баязит Бикбай, Мостай Кәрим,
Зәйнәб Биишева, Фәрит Иҫәнғолов, Әнүәр Бикчәнтәев кеүек әҙиптәр, йәш дуҫтарының рухи ихтыяжын иҫәпкә алып, ижадҡа сума. Әле билдәле булмаған йәш автор Кәтибә Кинйәбулатова ла, илһамланып, балалар өсөн әҫәрҙәре менән әҙәбиәткә ныҡлап аяҡ баҫа.
1954 йылда «Тәүге сәскәләр» исемле балалар өсөн беренсе шиғри китабы Өфөлә дәүләт нәшриәтендә баҫыла. Икенсе йылына «Алтын тояҡ – аҡ кәзә» исемле икенсе китабы нәшер ителә. 1956 йылда ул Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Йәшлек дәрте менән ең һыҙғанып балалар әҙәбиәтен үҫтереү өҫтөндә эшләй. «Йәшел япраҡтар» (1958), «Әнисә» (1960), «Айгүзәлдең алтын асҡысы» (1970) кеүек бер-бер артлы шиғри йыйынтыҡтары, «Атай тауышы» (1967), «Тереләргә әйтер һүҙ» (1971) исемле проза китаптары донъя күрә.
Әҙибә балалар әҙәбиәтенә тоғро булып ҡала, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ул балалар өсөн китаптар яҙа. Лирик поэзияһында үҙенсәлекле балалар образдарын тыуҙырһа, прозаһында, һуғыш йылдарына әйләнеп ҡайтып, үткәндәге ауыр тормош ысынбарлығы тураһында һөйләй.
Алтмышынсы йылдарҙа ул балалар яҙыусыһы булып таныла. Уның байтаҡ әҫәрҙәре уҡыу программаларына индерелә. Балалар өсөн шиғырҙары, урыҫ теленә тәржемә ителеп, Мәскәү нәшриәтендә баҫылғас, күренекле балалар яҙыусыһы Корней Чуковский хат яҙа:
«Ҡәҙерле Кәтибә! Һеҙҙең хатығыҙҙы алғанда мин дауаханала ята инем. Миңә уҡырға, яҙырға тыйылғайны. Шуға күрә бына әле генә һеҙҙең «Травинка»ғыҙ менән яҡындан рәхәтләнеп танышыу бәхетенә ирештем.
Бик шәп китап. Ул алтын япраҡтар шатлығын, ҡоштар моңон, елдәр, сәскәләр, йондоҙҙар, болоттар серен эсенә алған – ысын мәғәнәһендә шиғри, тау шишмәһе һымаҡ саф, яҡты китап. Һеҙ бәхетлеһегеҙ, шиғриәт һеҙгә бирелә: һеҙ уны эҙләп интекмәйһегеҙ, күңелегеҙҙе йонсотоп ҡыйнамайһығыҙ һәм, ғөмүмән, бер ниндәй көсәнеүҙе белмәйһегеҙ. Һеҙҙә бер ниндәй яһалмалыҡ та, ярамһаҡланыу ҙа юҡ. Күп кенә хәҙерге заман шағирҙары, бигерәк тә сит ил шағирҙары шаҡ ҡатырмалы сюжеттар, эксцентрик, юҡбар темалар эҙләп маташа, ә һеҙҙең өсөн бөтә донъя – үҙе шиғриәт, сөнки һеҙ башҡалар өсөн генә түгел, үҙегеҙ өсөн дә шағирәһегеҙ. Мин уны теге ваҡытта, һеҙҙең менән танышҡан һәм Новелла Матвеева тарафынан ғәжәп камил тәржемә ителгән шиғырҙа - рығыҙҙы тыңлаған ваҡытта уҡ аңлағайным. Мин ул тәржемәләрҙе ғәжәп тип әйтәм, сөнки шиғырҙар бөтөнләй тәржемә булып яңғырамай, улар иркен һулышлы, тәрән, ябай, нәфис тә һәм оҫта ҡойолған да. Бик йәл, мин ауырыйым, юғиһә, бер һүҙһеҙ «Травинка» тураһында мәҡәлә яҙып сығыр инем.
Был хатты ла мин табиптарҙан йәшереп, урлашып, тигәндәй, яҙам. Табиптар, минең баш мейеһе бик арыған, тиҙәр. Һеҙҙең китапты бөтә шифахана һәм клиникаларға ебәрергә кәрәк – унда йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт бирер илаһи көс бар.
Бәхетле булығыҙ. Һеҙҙең К.Чуковский».
Кәтибә Кинйәбулатова 1963 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлай. «Башҡор тостан ҡыҙы» журналын ойоштороп, тәүге баш мөхәррире була.
Шағирә лирик поэзияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Төрлө йылдарҙа «Һүнмәҫ мөхәббәт», «Минуттар», «Лирика», «Әсә һулышы», «Аҫылташтар илендә» һ.б. шиғри китаптары баҫыла. Уның поэзияһы идея-тематик йәһәттән бай, гражданлыҡ лирикаһы менән һуғарыла, мөхәббәт, тәбиғәт-пейзаж һәм фәлсәфәүи йөкмәтке үҫтерелә. Ватан, әсә образын һынландырыу, тыуған яҡ темалары ижадында ҡыҙыл еп булып һуҙыла.
Кәтибә Кинйәбулатова – ихлас күңелле, һоҡландырғыс, тыуған яғына мәңге тоғро шағирә. Асылда, уның шиғриәте тыуған яҡ моңдарына тамырланып үҫте. Лирик һәм эпик поэзияһында ла, сәсмә әҫәрҙәрендә лә гүзәл тәбиғәтле Арғужа, Мейәс буйҙарына булған һөйөү тойғоларын һүрәтләй, яҡташтарҙың һулымаҫ яҡты һынын кәүҙәләндерә. “Ҡәләм алһам, иҫтәремә төшә атам йорто – тыуған яҡтарым”, – тип яҙғайны ул бер шиғырында. 80 йәш тулыу айҡанлы донъя күргән яңы китабын шағирә юҡҡа ғына “Аҫылташтар илендә” тип атамаған.