Бөтә яңылыҡтар
Публицистика
27 Август 2020, 13:56

Йырлы ижад

#Ағиҙелжурналы

"Вазифалы урындарҙа мин дә байтаҡ юл үттем, тик барыбер шиғриәтте, йыр-моңдарҙы үҙ иттем", – тип яҙҙы үҙенең “Ғүмерем булды йырлы” шиғырында танылған шағир, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, тәбиғәт йырсыһы, илһөйәр, данлыҡлы Байконурҙа тәүге космонавтарҙы йыһанға осороуҙа ҡатнашҡан һалдат, ун дүрт китап авторы, йөҙәрләгән моңло йыр һүҙҙәренә ынйы ҡойоусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың Почет грамотаһына лайыҡ булған Радик Закирйән улы Хәкимйәнов.
Уның ҡайһы ғына шиғырын алма – оптимистик рух менән һуғарылған. Ғәрәсәтле 1941 йылда тыуып, һуғыш осоро балалары күргәндең барыһын да кисереп, асыҡҡан да, һыуһаған да, кейемһеҙ интеккән дә, ил ни күрһә – шуны күргән. Шул мәлдәрҙе һүрәтләгән шиғырҙарын иламайынса уҡып булмай. Бөгөн егәрле ҡәләм оҫтаһы үҙ быуыны тураһында:
“...Тормош беҙҙе артыҡ наҙламаны,
Үҫтермәне һөйөп-иркәләп,
Заманаһы шундай ине, ул саҡ
Егелдек беҙ эшкә иртәрәк...” – ти.
Радик Хәкимйән гүзәл Башҡортостаны­быҙҙың хозур тәбиғәтле Әй буйҙарында йәйрәп ятҡан Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Закирйән броне булһа ла һуғыштың тәүге көндәренән үк үҙе теләп, ике балаһын – Фруза менән Радикты әсәләре ҡулына ҡалдырып, фронтҡа китә. Һуғышта артиллерист булғас, гел алғы һыҙыҡта йөрөй ул. Мәскәү ҡалаһын обороналауға үҙ өлөшөн индерә. Уға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеү көндәрен күрергә насип булмай, яу ҡорбаны була. Ә улы атаһын һаман көтә, төштәрендә күрә... Хис-тойғоларын, уның ҡайтыуына булған өмөттәрен шиғри юлдарға һалып йыуана:
“...Әллә инде мин ғәйепле булдым –
Йыр-моңдарым ҡайғы килтерҙе.
Юҡ, юҡ, әсәй, ғәзиз атайыбыҙ
Миңә һаман ҡайтыр шикелле...”
Шулай арҡа терәр атаһы булмағанға күрә лә, әсәһенә ауырлыҡ һалмаҫ өсөн эшкә лә, уҡыуға ла бик тырыш була үҫмер. Тәүге шиғырҙарын мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ яҙа башлай. Өмөтлө шағир исеменә юл ярып, беренсе ижад емештәре район гәзиттәрендә баҫыла. Төрлө эштәрҙә эшләп, үҙенә әҙ-мәҙ аҡса туплап, Златоуст ҡалаһына уҡырға юллана. Бөтөнләй ят мөхиттә ауыл малайын берәү ҙә көтөп тормай, әлбиттә. Сәмсел егет бында ла һынатмай, техник уҡыу йортона инеп, уны уңышлы тамамлай. Ошо матур мәлдәрҙе лирик шағир булараҡ иҫкә ала:
“Әй, Златоуст! Һиңә килһәм,
Күңелдә нурҙар балҡый.
Йәшлектең тәүге ҡалаһы
Йәшлек эҙҙәрен һаҡлай.
Мартендарҙың торбалары
Ҡаршылайҙар йыраҡтан,
Балҡый домна ялҡындары,
Сәләм биреп йөрәктән!”
Һөнәри белемен хәрби заводта ҡуллана ул. Ысын ир-егет һөнәре уның күңеленә шул тиклем хуш килә, оҙон буйлы, атлап китеше хас та офицерҙыҡы, хәрбиҙәрсә егет бында арҡа нығыта, ошо йылдарына шиғырын арнай:
“Тағанайҙың ҡаялары
Ап-аҡ баштарын ҡаға.
Домналарҙан ҡайнар ҡорос
Шишмәләр булып аға...
...Әй, йомарт ер! Күпме байлыҡ
Бар һинең күкрәгеңдә,
Һөйгәнемде таптым һиндә,
Зәп-зәңгәр күлдәреңдә!”
Әле лә, һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡларға торһа ла, ағай йәш егеттәргә биргеһеҙ, ал-ял белмәй ижад итә, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Уның әүҙемлегенә хайран ҡалырлыҡ. Был, әлбиттә, уның ижадында ла сағыла. Үҙенең “Ғүмерем булды йырлы” шиғырын да тормош девизы итеп алырлыҡ:
“Йәмле йәйҙә тыуғанғамы,
Күңелем изге, нурлы,
Ҡайғылар баштан ашһа ла,
Ғүмерем булды йырлы!
Был ҡырыҫ, һалҡын заманда,
Тынмаһын тик йөрәгем!
Булһам ине кәрәк саҡта
Халҡымдың бер терәге!” – тип бар булмышын образлы һынландыра.
1961 – 1964 йылдарҙа Совет Армияһы сафында өс йылдан артыҡ намыҫлы хеҙмәт итә. Тап шул мәлдәрҙә Байконурҙа иң беренсе космонавтарҙы Йыһан киңлектәренә осороуға үҙ өлөшөн индерә һалдат Хәкимйәнов. Һәр бер егеттең кескәй сағынан уҡ космонавт булырға теләүен иҫәпкә алғанда, был уның өсөн ҙур бәхет һәм тормошоноң тағы бер яҡты бите була. Әлбиттә, данлыҡлы Байконур уның киң ҡоласлы ижадында ҙур урын ала. Үҙе шуның уртаһында ҡайнағас, бар сихрилығын, матурлығын, Рәсәй фәненең алға китеүен дә, ундағы эштең яуаплы ла, сыҙамлылыҡ талап итеүен дә образлы сағыштырыуҙарҙа, антитеза алымы менән оҫта сағылдыра автор:
“Ҡылғанлы, ҡомло далала
Байконур тигән ҡала.
Киң ғаләмгә ракеталар
Ошонан юлдар яра...
Был донъяла күп асыштар
Байконурҙан башлана!”
Армиянан ҡайтҡас, Радик Хәкимйән Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Уҡыу дәүерендә башкөллө ижадҡа сума – байтаҡ шиғырҙарын ошонда яҙа, уҡыуҙа ла һынатмай. Юғары белем алып, партия-совет эшендә ҡайнай. Үткер-үткер публицистик мәҡәләләр, юмористик әҫәрҙәр менән сығыш яһай. Шиғри йыйынтыҡтары ла әкренләп баҫыла тора. Тәрән фәлсәфәүи мәғәнәле, халыҡсан, шул уҡ ваҡытта йырлап торған шиғырҙары тупланған “Таңдарыма еләм”, “Ергенәмдең йәме”, “Күңелем тулҡындары”, “Яҙмышым”, ”Уттарға индем”, “Ғүмер ағыштары”, “Усағымдың осҡондары”, “Шишмә моңдары”, “Көҙгө урман”, “Йырлы ғүмер”, “Йылдарым тәлгәштәре”, “Ашыҡтырма, яҙмыш”, “Ғүмер көлтәһе”, “Тормош бит ул мөғжизә” китаптары башҡорт, рус һәм татар телдәрендә төрлө йылдарҙа баҫылып сыға һәм киң ҡатлам уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә.
Шағирҙың замандаштарына, киләсәк быуындарға әйтер һүҙе бик тос. Авторҙың поэтик оҫталығын тағы бер баҫҡысҡа күтәргән “Ғүмер көлтәһе” исемле шиғри йыйынтығын ғына алайыҡ. Китап тематик йәһәттән бер нисә өлөшкә бүленгән. Тәүге бүлек “Тыуған ер ҡәҙере” тип атала һәм ”Башҡортостан” тигән поэтик әҫәр менән асыла: “Башҡортостан – гүзәл гөлләмә һин, сәскә атһын барлыҡ гөлдәрең” тип сәскәләрҙең үҙе өсөн иң матуры булған “Донъялағы иң изге ерен” – Әй буйҙарын, ауылын – Үрге Ҡыйғыһын, “Шишмәләрем сафлыҡ биргән, ҡоштарым һуҙған йырын... Кәжигәрҙең түбәһенән зәңгәр күккә осҡанмын, ерем миңә ҡанат ҡуйған” тип, шағир тәбиғәт күренештәренең кеше тормошона йоғонтоһон психологик йәнәшәлек алымы менән лирик геройҙың эске кисерештәрен образлы поэтик фекерҙәре менән оҫта асыуға өлгәшкән. Китаптың һәр битендәге поэтик әҫәрҙәрҙе асып уҡыған һайын, шиғырҙан-шиғырға, юлдан-юлға шағирҙың поэтик диапазонының киңәйә барыуын күрәһең. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йыйынтыҡта шиғырҙарҙы бер-береһенә тоташтырыусы уртаҡ мотивтар, темалар үҫә бара. Әйтәйек, йәшәү мәғәнәһе, һәр кемдең был донъялағы тәғәйенләнеше, барыһы ла ваҡытлыса, фанилыҡ мәңгелек түгел, ә беҙҙе уратып алған мөхит кенә мәңгелек икәнлеген ошо бүлектәге “Дүрт миҙгелдән торалыр ул йәшәү: ерҙән, һыуҙан, уттан, дауылдан; улар биргән барлыҡ ҡөҙрәттәрҙән, күпме йәшәү көсө алынған” тигән тәрән фәлсәфәүи юлдарҙа белдерә автор.
Йыйынтыҡтағы һәр әҫәр ритмик яҡтан теүәл, композиция ҡоролошо буйынса төҙөк, ғөмүмән, поэтик оҫталыҡ йәһәтенән юғары кимәлдә. “Уралтауҙа уйланыуҙар” шиғырының йөкмәткеһе сағыу һәм образлы деталдәр аша авторҙың хис-тойғоға бай күңеле аша сағыштырыуҙар менән асылған, был әҫәрҙе тормошсан һәм уҡымлы итә:
“...Ил тарихы, үткәндәр ул
“Таш ҡапсыҡ”ҡа бикләнгән,
Әле һаман байтаҡ серҙәр
Асыҡланып бөтмәгән!”
Шулай Радик Хәкимйән яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө төбәктәрҙә ең һыҙғанып эшләп йөрөй ҙә тыуған ғәзиз Башҡортостанына әйләнеп ҡайта (“Башҡортостан – дуҫлыҡ төбәге”). Китапҡа автобиографик характерҙағы байтаҡ шиғыр тупланған. Хәйер, һәр ижад емеше шулай булырға тейештер ҙә, тап шул рухта яҙыу әҫәрҙе ысынбарлыҡҡа яҡынайта, уҡыусыны ышандыра.
Автор социаль тигеҙһеҙлек, намыҫ һәм алдашыу, выждан ғазабы, иман һәм башҡа тормош ҡиммәттәре темаһына ҡағылғанда аяуһыҙ реалист күҙлегенән сығыш яһай. Шуға ул бар халыҡҡа “Үҙгәрәбеҙ” тип оран һала, ул нотоҡ уҡыуға күсмәй, ниндәйҙер дидактика ла юҡ һымаҡ, әммә авторҙың әсенеүен тоймау мөмкин түгел, хатта үҙен дә ғәйепләй төҫлө:
“Барыбыҙ ҙа үҙгәрәбеҙ
Яҡшығамы, яманғамы,
Ҡайһы яҡҡа күберәк икән –
Дөрөҫлөккә, ялғанғамы?!.”
Заман ҡуйған һорау-проблемаларҙы поэтик дөйөмләштереп кенә ҡалмай, шиғыр аҙағында ниндәй ҙә булһа өмөт сатҡыһына, быларҙың ваҡытлыса ғына икәнлегенә баҫым яһап, кешеләрҙе уяу булырға саҡыра шағир:
“Хужа булһаҡ яҙмыштарға
Яҡтырыр, тим, тағы донъя.
Ер-әсәбеҙ имен булһын,
Күҙҙәр өмөт менән тулы.
Уяу булығыҙ, кешеләр,
Һүндермәгеҙ ал таң нурын,
Һүндермәгеҙ!..”
Ғөмүмән, авторҙың ниндәй генә шиғри шәлкемен алма, һәр береһе оптимизм менән һуғарылған. Ҡайһы бер шиғырҙары афоризмға торошло. Был һүҙҙәремә иҫбатламаны “Аҡыллыраҡ булып булмай” шиғырында табырһығыҙ:
“Бик теләһәң, мөмкиндер ул
Булырға матурыраҡ...
Ләкин булып булмайҙыр ул
Үҙеңдән аҡыллыраҡ!”
“Кәрәҙ ҡоям” шиғырында Радик Хәкимйән: “Томшоҡ менән үлән ташып, оя ҡора һандуғас. Бал ҡорттары, шәрбәт эҙләп, эшкә саба таң тыуғас. Мин дә шулай, һүҙҙәр эҙләп, ҡоям шиғри кәрәҙҙе. Йырым менән балҡытһамсы күңелдәрҙең тәҙрәһен!” – тип, үҙен берсә егәрле бал ҡортона, берсә йырсы ҡош – таң һандуғасына оҡшата. Бындай образлы сағыштырыуҙар уның шиғырҙарында байтаҡ. Мәҫәлән, “Шишмәләр” шиғырын уҡыған һәр уҡыусы сафланыр төҫлө. Сөнки, шағир әйтмешләй, “Шишмәләр – йәшәү тылсымы, һыуҙары саф аҡҡанда, шишмә һыуҙары шифа ул, йәнде һағыш баҫҡанда! Мин дә, бер шишмәләй ташып, урғылып аҡтым сыңлап, аҙмы сафлыҡ, нур өләштем, ғүмерем буйы йырлап!”
“Сапҡан тайҙар”ҙай сабып “Һуғылмаған ғүмер көлтәләрен” алтын уңыш итеп шиғри ынйы-гәүһәрҙәрен “тәбиғәттең мең-мең тылсымына” ҡушып үрә-үрә ун биш тиҫтәгә яҡын шиғри йыйынтыҡ һәм 700-ләп йыр һүҙҙәре ижад иткән! Уның йырҙарын Башҡортос­тандың һәм Татарстандың күренекле сәхнә йондоҙҙары башҡара.
Йыйынтыҡта һуғыш осоронда тыуған шағир “Дәһшәтле йылдар ауазы” тигән бүлеккә лә урын биргән.
“Бағышлауҙар” бүлеге лә китапҡа айырым биҙәк бирә, шағир ғүмер юлында осраған, үҙенә остаз булған билдәле шәхестәргә шиғырҙар арнаған.
Китапты йомғаҡлаған бүлеккә “Мөхәббәт емештәре” тип исем бирелеүе юҡҡа түгел. Сөнки ул тик йыр текстарынан (ә был бүлек йыйынтыҡтың яртыһын биләй) ғына тора, ә йырҙарыбыҙҙың күбеһе мөхәббәт тураһында. Тыуған илеңә, ереңә, тәбиғәтеңә, атай-әсәйеңә, яҡындарыңа, дуҫтарыңа, Аллаһ Тәғәләгә мөхәббәт! Бында тупланған шағирҙың поэтик табыштары барыһы ла йыр ҡанундарына яуап биреүе, лирик һәм музыкаль булыуы менән әһәмиәтле. Радик Хәкимйән шиғырҙары көйгә һалыуҙы үҙҙәре үк һорап, көйһөҙ ҙә йырлап тора, автор һәр һүҙҙе иғтибарлы һәм урынлы ҡуллана.
“Уйлап әйт, һайлап әйт һүҙеңде,
Әйтмәүең ҡайһы саҡта алтын ул.
Дуҫтарҙың хәтерен ҡалдырма,
Ауыр һүҙ үҙеңдә ҡалһын ул.
Уйлап әйт, һайлап әйт һүҙеңде,
Яралар һалма һин кешегә!
Уйламай әйтелгән һүҙҙәрҙән
Күңелдәр өшөй бит, күшегә”.
Танылған шағир Радик Хәкимйәнгә оҙон ғүмер, һаулыҡ, яңынан-яңы ижади асыштар, уҡымлы рухи табыштар теләйбеҙ!

Наҡыя ИСҠУЖИНА, филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты.

Читайте нас: