Бөтә яңылыҡтар
Публицистика
5 Июнь 2018, 18:16

Нимә ул иҡтисад? Ул – кешеләр араһында дөрөҫ ҡоролған мөнәсәбәт

Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Мазһар Насип улы Иҫәнбаев 1936 йылдың 15 сентябрендә Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Темәс педагогия училищеһын, унан Башҡорт дәүләт университетын тик яҡшы билдәләргә тамамлай. Ике йыл Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы иҡтисади тикшереүҙәр бүлегенә күсә. Докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1990 – 1997 йылдарҙа Мазһар Насип улы Башҡортостан Юғары Советында һәм Дәүләт Йыйылышында социаль-иҡтисади проблемалар бүлеге мөдире була. Унан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшереүҙәр институтына күсеп, бүлеккә етәкселек итә башлай. Мазһар Иҫәнбаев – БДУ-ның төбәк иҡтисады кафедраһы профессоры. Ғалим баҙар мөнәсәбәтенә күсеү шарттарында Рәсәй составындағы республикаларҙың хужалыҡ комплекстарын формалаштырыуҙың методологик нигеҙҙәрен барлыҡҡа килтерҙе. Бөгөн ул – Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә иҡтисад фәндәре кандидаты һәм докторы ғилми дәрәжәләрен яҡлау буйынса махсус комиссия, “Башҡортостан” энциклопедияһының ғилми-методик советы, Башҡортостан Фәндәр академияһында сыҡҡан “Йәдкәр” ижтимағи-сәйәси һәм гуманитар журналының мөхәрририәт ағзаһы.Ғалим менән әңгәмәбеҙ ил, республика, донъя иҡтисады, сәнәғәт, кесе эшҡыуарлыҡ, фермерлыҡ, кооперациялар эшмәкәрлеге хаҡында барҙы.

"Ағиҙел" № 10, 2016 й.

Нимә ул иҡтисад? Ул – кешеләр араһында дөрөҫ ҡоролған мөнәсәбәт


Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Мазһар Насип улы Иҫәнбаев 1936 йылдың 15 сентябрендә Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Темәс педагогия училищеһын, унан Башҡорт дәүләт университетын тик яҡшы билдәләргә тамамлай. Ике йыл Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгәндән һуң СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы иҡтисади тикшереүҙәр бүлегенә күсә. Докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1990 – 1997 йылдарҙа Мазһар Насип улы Башҡортостан Юғары Советында һәм Дәүләт Йыйылышында социаль-иҡтисади проблемалар бүлеге мөдире була. Унан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшереүҙәр институтына күсеп, бүлеккә етәкселек итә башлай.

Мазһар Иҫәнбаев – БДУ-ның төбәк иҡтисады кафедраһы профессоры. Ғалим баҙар мөнәсәбәтенә күсеү шарттарында Рәсәй составындағы республикаларҙың хужалыҡ комплекстарын формалаштырыуҙың методологик нигеҙҙәрен барлыҡҡа килтерҙе. Бөгөн ул – Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә иҡтисад фәндәре кандидаты һәм докторы ғилми дәрәжәләрен яҡлау буйынса махсус комиссия, “Башҡортостан” энциклопедияһының ғилми-методик советы, Башҡортостан Фәндәр академияһында сыҡҡан “Йәдкәр” ижтимағи-сәйәси һәм гуманитар журналының мөхәрририәт ағзаһы.

Ғалим менән әңгәмәбеҙ ил, республика, донъя иҡтисады, сәнәғәт, кесе эшҡыуарлыҡ, фермерлыҡ, кооперациялар эшмәкәрлеге хаҡында барҙы.


– Мазһар Насип улы, совет осоронда “Кем эшләмәй – шул ашамай” тигән бик талапсан мәҡәл була торғайны. Әммә һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә беҙ уның ҡапма-ҡаршы мәғәнәһен аңлатҡан күренештәргә лә шаһит булып ҡуябыҙ. Йәғни, тормош эшләмәйенсә лә аҡса табыу, самаһыҙ байығыу мөмкинлектәре барлығын күрһәтте. “Намыҫлы хеҙмәт” тигән төшөнсә лә тарихта ҡалып килә кеүек. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Рәсәйҙәге барлыҡ аҡсаның 76 проценты дөйөм халыҡтың бер процент өлөшөн тәшкил иткән кешеләрҙең ҡулында икән. Ҙур тәжрибә туплаған иҡтисадсы булараҡ, ошо күренешкә ниндәй баһа бирер инегеҙ?

– Эйе, ғәйәт тиҙ арала байырға ынтылған, саманы белмәгән, фәҡәт үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан кешеләр арҡаһында барлыҡҡа килә социаль тигеҙһеҙлек. Илебеҙҙә миллиард һумдар менән эш иткән 110-лап олигарх иҫәпләнә. Улар араһында Рәсәй ҡаҙнаһына ярҙам йөҙөнән һис юғы 1 миллион һум биргәне бармы икән? Телевидениела Гейс тигән Америка миллиардерын йыш күрһәтәләр. Ул: “14 миллиард доллар капиталым бар. Миңә ул тиклем аҡса нимәгә? Шуға уйланым-уйланым да капиталымдың 12 миллиардын Африкала, Көньяҡ Америкала бөлгөнлөктә йәшәгән халыҡтарға ярҙам итеү маҡсатында бирҙем. Кәрәк булһа, тағы ла булышлыҡ ҡылырмын”, – тип сығыш яһаны. Аптыраным да ҡуйҙым. Ә беҙҙең Рәсәй миллиардерҙарының Рәсәй бюджетына һис юғы 100 мең һум аҡса биреүе хаҡында ишетелгәне бармы?

– Үҙебеҙгә яҡын булған ауыл темаһына күсәйек. Ундағы халыҡ илгә Брежнев етәкселек иткән осорҙа ғына айлыҡ эш хаҡы алып йәшәне. Шуға тиклемге Хрущев заманында көнлөксө рәүешендә йөрөгәндәр, унан алдараҡҡы ваҡыт һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе аяҡҡа баҫтырыуға, яу йылдарына, коллективлаштырыуға барып ялғана. Быуат аҙағына ҡарай үҙгәртеп ҡороу башланғас иһә халыҡ эш хаҡын юғалтып ҡына ҡалманы, ғөмүмән, ауыл хужалығы тармағы емерелде. Урынлы һорау тыуа: ошондай яңыртыу беҙҙең илгә кәрәк булдымы икән? Ни өсөн донъялағы сеймалға һәм мөмкинлектәргә иң бай илдә беҙ иң ярлыларҙың береһе булып йәшәйбеҙ?

– Үҙгәртеп ҡороу, һис шикһеҙ, кәрәк ине. Ни өсөн тигәндә, илебеҙ сәнәғәтенең, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙың иң ныҡ үҫешкән сағы 1965 – 1975 йылдарға тура килде. Унан инде тиҙлек кәмей башланы. Һөҙөмтәлә 1980 йылға бөтә күрһәткестәр буйынса ла байтаҡҡа түбән тәгәрәнек. Ауыр хәл килеп тыуҙы. Министрҙар Советы рәйесе Алексей Косыгин көс-ҡеүәте ташып торған белемле, абруйлы етәксе ине. Ул ауырып киткәс, халыҡ хужалығының хәл-торошо инерция буйынса түбәнәйгәндән-түбәнәйҙе. Шуға күрә Михаил Горбачевтың үҙгәртеп ҡороуға йөҙ борған сәйәсәте бик ваҡытлы һәм кәрәкле башланғыс булды. Ул бик шәп старт алды, әммә көсө лозунгтарҙы ташлауға ғына етте. Башланғанды аҙағына еткереү өсөн сыҙамлыҡ, ныҡышмалылыҡ, ихтыяр кәрәк бит.

– Бер үк ваҡытта дәүләттең сәйәси ҡоролошон үҙгәртеп ҡороу зарурлығын да белә инек, сөнки үҙәкләштерелгән система иҡтисад тармағын яңыртыу мөмкинлеген бирмәне. Әйтәйек, малсылыҡ буйынса алдынғы Башҡортостан халҡы итте Мәскәүҙән ташыны. Был парадоксҡа тиң: нисек инде етештергән продукциябыҙ үҙебеҙҙә ҡыйбат, ә Мәскәүҙә арзан торҙо икән? Шулай түгелме?

– Парадоксҡа тиң хәлдәр иттең хаҡына ғына бәйле булһа икән. Дөрөҫ, иҡтисад алға китһен өсөн сәйәси система камиллашырға, үҙгәрергә тейеш. Тап шуның өсөн дә 90-сы йылдарҙа Горбачев илде федератив мөнәсәбәттәргә күсереү программаһын төп мәсьәлә итеп ҡуйҙы. “Союз килешеүе” төҙөлөп, Рәсәйҙәге барлыҡ автономиялы төбәктәр союздаш республикалар статусын алырға, һөҙөмтәлә илебеҙ иҡтисади йәһәттән ҡеүәтле Советтар Союзына әүерелергә тейеш ине. Әммә Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты төҙөлөү сәбәпле генераль секретарҙың пландары емерелде. Бында ла Горбачевтың ныҡышмалылығы етмәне. Фетнә ойоштороусыларҙы һепереп ташлап, бер нәмәгә лә ҡарамайынса, килешеүҙе төҙөргә һәм СССР-ҙың тарҡалыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк булған да бит.

Мин үҙгәртеп ҡороуҙың төп мәғәнәһен автономиялы республикаларға, өлкәләргә, крайҙарға үҙаллылыҡ биреүҙә күргәйнем. Илебеҙ иҡтисады үҫешә алмауҙың төп сәбәбе лә тап ошо үҙаллылыҡ етмәүгә ҡайтып ҡала. Өҫтән ҡушҡанды ғына үтәп, алға китеү мөмкин түгел. Үҙаллы үҫешә алмау сәбәпле артта ҡалыуыбыҙ дөйөм илдең иҡтисади күрһәткесендә лә сағыла. Ысын федератив мөнәсәбәттәрҙең тармаҡты алға ебәреүгә ниндәй өлөш индерәсәген өҫтә лә аңлайҙар, әммә юл бирмәйҙәр. Үҫешергә теләгән ил өсөн төбәктәрҙең үҙаллылығы иң мөһим йүнәлеш булып тора ла бит...

Әле беҙҙең республика килеменең 76 проценты үҙәккә күсә. Һис юғы яртыһын алғанда ла ҡәҙимге булыр ине. Ысын федератив мөнәсәбәт ҡоролғанда, федераль сығымдарҙы ҡаплауға етерлек проценттар ғына алынырға тейеш.

– Әлеге нисбәт иң ябай логика күҙлегенән дә аңлашылыр ине. Күршеһенең байығыуы өсөн үҙе ярлылыҡҡа ла риза булып, көнө-төнө тырышып эшләгән кешене күҙ алдына килтереү ҙә етә бында. Шулай түгелме?

– Ҡыҙыҡ сағыштырыу. Тап шулай. Ошоноң өсөн дә федератив мөнәсәбәттәр нигеҙендәге Союз килешеүе төҙөү маҡсаты бик дөрөҫ ине. Әммә ул килеп сыҡманы. Үтә йылғыр кешеләр илебеҙгә мотлаҡ кәрәкле үҙгәртеп ҡороуҙың йүнәлешен үҙ файҙаһына бороп, дөйөм байлыҡты халыҡтың ҡулынан тартып алды. Һөҙөмтәлә элек яйға һалынған иҡтисадты ла юғалттыҡ, илебеҙҙе лә емерҙек.

– Советтар Союзы төҙөүҙең нигеҙендә совет халҡын барлыҡҡа килтереү маҡсаты ятыуы – был ҡоролоштоң ғүмерле булмауын раҫлаған дәлил, тип ҡараны социологтар. Шулай ҙа ул осорҙоң ыңғай яҡтарын да оноторға тейеш түгелбеҙ. Совет ҡоролошонда иҡтисади үҫеш булманы тип тә әйтә алмайбыҙ.

– Уныһы шулай. Нимә генә тимә, халыҡҡа бушлай белем биреү, медицина ярҙамы күрһәтеү, торлаҡлы итеү – быға хатта иң алдынғы тип һаналған дәүләттәр ҙә өлгәшә алманы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, СССР беҙҙең илдең менталитетына тура килгән ҡоролош түгел. Ул үҙендә йәшәгән халыҡтарҙың мәнфәғәтен иҫәпкә алмайынса, социаль үҫеште генә күҙ уңында тотҡан дәүләт булып формалашты. Һөҙөмтәлә ошо яһалмалығы нигеҙендә оҙаҡ йәшәй алманы, ижтимағи тулҡындар ҡаға башлағас, тиҙ генә тарҡалды ла ҡуйҙы.

Был йәһәттән дә илгә үҙгәртеп ҡороу мотлаҡ кәрәк ине. Әммә уны тормошҡа ашырып булманы. Горбачевтың урынына Ельцин килде һәм, башлағанды дауам итеп, “Суверенитетты йота алғансы алығыҙ!” тигән шарт ҡуйҙы. Әммә ул мәрхүм булғас, “йоторға” өлгөргәнде кире ҡоҫторҙолар.

– Үҙгәртеп ҡороу осорона байтаҡ ваҡыт үтте. Барлыҡ матди һәм интеллектуаль мөмкинлектәр була тороп – сеймал бар, белгестәр әҙерләүсе юғары һәм махсус уҡыу йорттары эшләп тора, йәштәребеҙҙең байтағы сит илдәрҙәге алдынғы уҡыу йорттарында белем туплап ҡайта һәм башҡалар – ни өсөн иҡтисадыбыҙ һаман да йылдам үҫешә алмай?

– Ни өсөн тигәндә, хәҙерге ваҡытта, алда әйткәнемсә, Рәсәй Федерацияһын барлыҡҡа килтергән республикаларҙың, өлкәләрҙең һәм крайҙарҙың үҙаллылығы һәм беҙҙең дәүләт милке юҡ. Илебеҙҙең элекке байлығы тотошлайы менән тиерлек олигархтар ҡулында. Ниндәй генә тармаҡты алып ҡарамайыҡ, барыһына ла улар хужа. Нефть, газ, ҡара һәм төҫлө металлургия булһынмы, урман байлыҡтарымы – һәммәһенә лә олигархтар идара итә. Дәүләт милкендә бер нәмә лә юҡ тип әйтерлек. Ә ул халыҡ хужалығы ҡеүәтенең 50 – 60 процентын тотоп торорға тейеш. Алдынғы капиталистик илдәрҙә нисбәт шул сама. Уларҙа бөлгөнлөккә төшкән предприя­тиеларҙы хужаларынан һатып алып, дәүләт милкенә әүерелдереү сараһы күрелә. Һәр хәлдә, закондары быға мөмкинлек бирә.

Беҙҙә иһә банкротлыҡ процедураһын айырым кешеләрҙе байытыу өсөн генә уйлап сығарҙылар кеүек. Юғарыла ултырғандар дәүләт милке булырға тейеш түгел тигән фекерҙә. Был уларға теге йәки был ғәмәлде тормошҡа ашырыу өсөн аҡса юҡ тип һылтаулау өсөн отошло. Ә бит уйлап ҡараһаң, милке булмаған дәүләттең үҙенең кемгәлер кәрәге бармы икән?

– Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенә нисек ҡарайһығыҙ? Белгестәр фекеренсә, был аҙым беҙҙе киң баҙарҙан бөтөнләйгә ҡыҫырыҡлап сығарҙы.

– Дүрт-биш йыл элек шул ойошмаға ингәс, эй, шатланған булдылар. Ә беҙ, Рәсәй һәм Башҡортостан ғалимдары, быға ҡырҡа ҡаршы сығыш яһаныҡ. Ни өсөн тигәндә, был ойошманың уставы буйынса алдынғы илдәр етештергән тауарҙарҙы аҙ үҫешкәндәре мотлаҡ алырға тейеш. Тимәк, беҙҙең кеүектәр алға киткән дәүләттәр өсөн үҙ биләмәһендә баҙар майҙандары булдырырға бурыслы. Уларҙың тауарҙарына юл асыу мөһим. Беҙҙең дәғүә шул рәүешле белдерелде: әгәр был ойошмаға инһәк, булған ғына сәнәғәтебеҙҙе юғалтасаҡбыҙ. Был фекерҙе үҙәккә лә яҙҙыҡ, киң мәғлүмәт саралары аша ла сығыш яһаныҡ, конференциялар үткәрҙек, ләкин һүҙебеҙгә ҡолаҡ һалыусы булманы. Һөҙөмтәлә ойошмаға инеү менән саҡ-саҡ тын алып торған машиналар эшләү, станоктар төҙөү, авиация, еңел һәм ауыр сәнәғәт бөтөнләйе менән юҡҡа сыҡты.

Ауыл хужалығын алып ҡарайыҡ. Беҙҙең ил революцияға тиклем үк иген, ит, һөт, май етештереүсе төп илдәрҙең береһе булған. Ул саҡта Рәсәй барлыҡ Европаны яулаған. Ә бөгөн был тауарҙарҙы сит илдәрҙән һатып ала башланыҡ. Фермерҙарыбыҙ етештергән аҙыҡ-түлек үҙебеҙгә бөтөнләй кәрәк булмай сыҡты.

Эйе, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүгә ҡаршы сығыуыбыҙҙың дөрөҫлөгөн ваҡыт үҙе раҫланы. Бәхеткә күрә, илебеҙгә ҡарата иҡтисади санкциялар белдерелде һәм үҙебеҙҙә етештерелгән тауарға, аҙыҡ-түлеккә ихтыяж барлыҡҡа килде. Тәү сиратта ауыл хужалығын үҫтереү мөмкинлеген алдыҡ. Хәҙер инде үҙебеҙҙең еңел сәнәғәт тармағын көсәйтеү хаҡында һөйләй башланылар. Ғөмүмән, иҡтисади санкциялар беҙҙең, ғалимдарҙың, теге саҡта хаҡ булғанын раҫланы.

– “Импортҡа алмаш” тигән бик ҡыҙыҡлы төшөнсә барлыҡҡа килде. Уның мәғәнәһенә ҡарағанда, нисектер үҙ илебеҙҙә ситтән тороп йәшәгән кеүекбеҙ. Йәғни санкциялар белдерелеү сәбәпле импортҡа алмаш ихтыяжы килеп сыҡҡан өсөн генә иҡтисадыбыҙҙы үҫтерергә тейеш булып сығабыҙ. Шулай түгелме?

– Шулай. Өҫтәүенә хатта илебеҙ иҡтисадын маҡсатлы үҫтереү буйынса оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән программаларыбыҙ ҙа юҡ. Киреһенсә, бюджеттағы аҙмы-күпме аҡсаны тартып-һуҙып еткереү өсөн булғанды емереү, ҡыҫҡартыу, экономиялау менән генә шөғөлләнәбеҙ. Үҫеште фәндән, ғилми асыштарҙан айырып ҡарай башланыҡ кеүек. Тармаҡҡа тейешле иғтибар бүленмәй. Ә бит беҙҙең илдең генә түгел, тотош кешелектең киләсәге фән үҫешенә туранан-тура бәйле буласаҡ, йәғни фәҡәт ошо өлкәне камиллаштырыу һөҙөмтәһендә социаль мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү мөмкинлеге асыласаҡ. Сит илдәрҙә тап шул йәһәттән маҡсатлы эшмәкәрлек алып барылғанда, ғилем тармағын ҡеүәтләндереү, мәктәптә уҡыу-уҡытыу сифатын яҡшыртыу өсөн ҙур көс, сығымдар һалынғанда, беҙ мәғариф һәм фән учреждениеларын ҡыҫҡартабыҙ. Илебеҙҙең иң терәрлек кешеләре, айырыуса алдынғы ҡарашлы йәштәр күпләп сит илдәргә китә. Ни өсөн үҙебеҙҙең “аҡыл”ды ҡырға ебәрәбеҙ һуң? Был һорауға бер кем дә яуап бирә алмай.

– Ҡыҙыҡлы бер тенденция бар. Себерҙә табылған нефтте торбалар буйлап төрлө ҡалаларҙағы заводтарға ҡыуалап, эшкәртеп һатһаң, продукцияның үҙҡиммәте бик юғары күтәрелә икән. Уны алыусы ла аҙ була. Шуның өсөн дә нефтте ер аҫтынан сығарғас уҡ, эшкәртмәйенсә генә һатһаң, файҙалыраҡ, имеш. Ҡырҡылған урманды урындарға сығарып эшкәртеү ҙә продукцияның үҙҡиммәтендә сағылыш таба. Шуның өсөн ағасты ла үҫеп ултырған килеш һатыу отошлораҡ, имеш. Тимәк, беҙҙең илдә сеймалды эшкәртеү үҙе зыянлы булып сыға. Был дөрөҫмө? Эшкәртеүҙең хаҡы тауарҙыҡын арттырырға тейешме?

– Дөрөҫ юл түгел был. Ни өсөн сеймал рәүешендәге нефть һәм ағас иң осһоҙ хаҡҡа һатылырға тейеш? Икенсенән, уларҙы бит төрлөсә эшкәртергә мөмкин. Күп компонентлы сеймал булған нефттән тик бензин йә мазут айырып алыуға ҡоролған сәнәғәт үҙе үк – насар үҫешкән иҡтисад күрһәткесе. “Ҡара алтын”ды заманса алым менән эшкәртеү уның составындағы компоненттарҙы айырып алып, төрлө продукция яһауҙы аңлата. Сәнәғәттең был тармағы – нефть химияһы – илебеҙҙә насар үҫешкән. Алдынғы технологиялар юҡ тиерлек.

Рәсәйҙә сығарылған нефттең составында көкөрт күп. Йәғни, сифаты түбән. Беҙ был йәһәттән Иранда, Ираҡта, Кувейтта табылған нефть менән ярыша алмайбыҙ. Шуға ла осһоҙға һатырға мәжбүрбеҙ. Ә донъя баҙарында нефткә хаҡты әле телгә алып киткән илдәр билдәләй.

Геологтарҙың аңлатыуынса, Ер шары көньяҡҡа табан ауыш, һөҙөмтәлә юғары сифатлы еңел нефть шул яҡҡа ағып төшә, ә иң ауыр ҡуйы өлөшө был тарафта ятып ҡала икән. Был дәлилгә ышанам. Ни өсөн тигәндә, мәҫәлән, Коми Республикаһында ҡуйы нефтте күмер һымаҡ шахта ысулы менән сығаралар, ә Чечняла, Сүриәлә ул ерҙе аҙ ғына ҡаҙһаң да табыла.

Ҡыҫҡаһы, “ҡара алтын”ды донъя баҙарына сеймал рәүешендә сығарыу иҡтисадтың иң түбән кимәлдә үҫешеүен күрһәтә.

– Бәлки, был тиҙ арала байлыҡ туплау, арзан хаҡҡа күпләп сеймал һатыу иҫәбенә кеҫә ҡалынайтыусылар өсөн ҡулай ысулдыр. Ә бына ағас эшкәртеү сәнәғәтенә килгәндә, нимәләр әйтерһегеҙ? Совет осоронда ҡыҙыҡлы ваҡиға хаҡында ишетергә тура килгәйне. Беҙҙекеләр япондарға Алыҫ Көнсығыштағы урмандан күпмелер ағас һатырға ҡарар иткән. Ике яҡтың килешеүе буйынса тегеләр үҙҙәре килеп, билдәләнгән диләнкәлә эш алып барырға тейеш булған. Беҙҙекеләр ағасты ташығанда һалынасаҡ әҙер юлға ла иҫәп тотҡан. Күпмелер ваҡыттан япондар эштең тамамланыуы хаҡында хәбәр иткәс, беҙҙекеләр вертолет менән диләнкәне ҡарарға киткән. Ҡалын урман араһында ҡап-ҡара ер күренә, әммә уның тирәһендә бер ниндәй юл күҙгә салынмай, ти. Баҡтиһәң, япондар үҙенә тәғәйен ағастарҙы тамыры, ботаҡ-япрағы менән бергә һауа юлынан алып сығып, диләнкә урынын һөрөп ҡалдырып киткән икән. Беҙҙең урмансыларға, билдәле инде, елкә тырнарға ғына ҡалған.

Был хәлде иҫкә алыуымдың сәбәбе шул: Башҡортостан ағастары ҡеүәтле машиналарҙа, тауар поездарында көнө-төнө ҡырға ташыла. Шул бүрәнәләр менән бергә күпме аҡса, эш урыны, үҙебеҙҙең халыҡтың социаль хәлен яҡшыртыу мөмкинлеге ситкә китә!

– Шулай. Беҙҙең Бөрйән, Белорет урмандарын ҡуртымға алған Мәскәү компаниялары килешеүгә ярашлы ағас ресурстарын юғары кимәлдә эшкәртергә тейеш ине. Документтың был пункты үтәлмәне. Компаниялар ағасты күпләп ҡырҡып, тик төҙөлөш материалы, бүрәнә, таҡта рәүешендә генә оҙатырға тотондо. Был хәлде белеп ҡалған республика етәкселеге килешеүҙе ғәмәлдән сығарырға, урман ресурстарын үҙ мәнфәғәтебеҙ өсөн ҡулланырға тигән ҡарарға килде. Һөҙөмтәлә аныҡ ғәмәлдәр күрелә башланғайны ла, күбеһе Мәскәү олигархтарының ҙур ҡыҫымына дусар булды. Хоҙай үҫтергән урман эре компаниялар өсөн буштан килгән аҡса бит инде. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡтың, мәҫәлән, бөрйәндәрҙең, үҙ байлығын файҙаланырға хоҡуғы юҡ.

– Нефть, ағас эшкәртеү сәнәғәтенә бәйле проблемалар игенселек тармағына ла хас. Әйтәйек, 10 – 15 йыл элек шундай мәсьәлә килеп сыҡты. Иген үҫтереү өсөн һалынған хеҙмәт (ерҙе һөрөү, сәсеү, тырматыу, йыйып алыу, һаҡлау, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашлама, хеҙмәт хаҡы өсөн киткән сығымдар) уның үҙҡиммәтен барлыҡҡа килтерә. Шартлы рәүештә алғанда, бер центнер ашлыҡтыҡы 10 мең һумға барып баҫты, ә ошо уҡ суммаға сит илдән биш центнер иген һатып алыу мөмкин икән, шөғөлөң, гүйә, кәрәкһеҙ килеп сыға. Был осраҡта нисек? Ни өсөн беҙҙең илдә иҡтисад шулай ҡоролған?

– Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында хатта игенселек буйынса алдынғылыҡты бирмәгән Ырымбур, Пермь өлкәләре лә бик ауыр хәлдә ҡалды. Канада, Америка, Европа фермерҙары Рәсәйгә ашлыҡты махсус рәүештә арзан хаҡҡа һатып, ошо хәлде тыуҙырҙы. Һөҙөмтәлә беҙҙекеләр иген фабрикаларын бөтөрөргә мәжбүр булды. Тегеләргә иһә шул ғына кәрәк ине: ашлыҡҡа хаҡты кинәт күтәреп ебәрҙеләр. Был – донъя баҙарындағы хаҡтар сәйәсәтенең ябай ғына хәйләһе. Үкенескә күрә, беҙ күп осраҡта отолғас ҡына ярыҡ кәмәлә ҡалғаныбыҙҙы аңлайбыҙ. Аҡса баҙарында хаҡтар минут һайын үҙгәреп тора, күп илдәр ошоно файҙаланып та үҙенә капитал туплай.

Мин ул осорҙа Хөкүмәт Аппаратында эшләнем һәм донъя баҙарында игенгә хаҡ төшөүенә ҡарап, уны үҙебеҙҙә үҫтереүҙе туҡтатмау яғында булдым. Республикабыҙҙа ашлыҡ һаҡлау өсөн ҙур ҡоролмалар төҙөп, “һары алтын”ды оҙайлы ваҡытҡа һалып ҡуйыу мөмкинлеге булдырырға кәрәк тигән тәҡдим индерҙем. Һауа шарттарының тотороҡһоҙлоғон, йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ килеүен күҙ уңында тотҡанда, был күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Шул осорҙа Рәсәй етәкселеге республикаларҙа һәм өлкәләрҙә етештерелгән иген культураларын сит илдекеләр шикелле бик түбән хаҡҡа ала башланы. Һөҙөмтәлә беҙҙә был шөғөл, ысынлап та, ҙур сығым талап иткән кәрәкһеҙ эш кеүек булып ҡалды.

Дүрт-биш йыл элек Әлшәй районында тырышып эшләгән бик егәрле фермер бар ине. Ул бер мәл ҙур ғына майҙанда арыш сәсте. Әммә үҫтергәнен үҙе ҡуйған хаҡҡа бер кем дә алырға теләмәне, төшөрөүен һоранылар. Фермер иҫәпләп ҡараһа, алынасаҡ килем игенде үҫтереүгә киткән сығымдарҙы ла ҡапламай икән. Тимәк, тир түгеүҙән ни фәтүә?

– Бөтөн дәүерҙәрҙә, һәр дәүләттә тыуым мәсьәләһе ауыл ярҙамында хәл ителгән. Ҡала ғаиләләрендә иһә балаларҙың һаны күпселектә бер-икенән артмай, һирәк осраҡта ғына өсәүгә етә. Тимәк, демографик үҫеш ноль процент тәшкил итә тигән һүҙ.

Тыуым – һәр дәүләттең стратегик мәсьәләһе. Һуңғы йылдарҙа ул беҙҙең илдә ситтән ағылған граждандар иҫәбенә хәл ителеп килә. Ҡырҙыҡылар критик массанан артһа, был хәлдең дәүләткә ҙур хәүеф менән янауы ихтимал. Шуның өсөн дә үҙ именлеген ҡайғыртҡан ил иң беренсе сиратта ауылды һаҡларға тейеш. Унда аҙыҡ-түлек үҫтерелгәне өсөн генә түгел, ә демографик мәсьәләне хәл итеү маҡсатында хәстәрлек күрергә, дотацияларға бурыслы. Мәсьәләнең ошолай ҡуйылыуына нисек ҡарайһығыҙ?

– Бик дөрөҫ әйтәһегеҙ. Бөгөн ауылға иғтибар башҡа дәүерҙәргә ҡарағанда көслөрәк булырға тейеш. Уның үҫешен сикләү үҙең ултырған ботаҡҡа балта сабыуға тиң. Икенсенән, талантлы шәхестәрҙең күбеһе ауылдан сыға.

– Ә бының сәбәптәре нимәлә тип уйлайһығыҙ?

– Ауыл – кешелек үҫешенең тәбиғи шарттары һаҡлап ҡалынған урын. Унда һәр милләттең иң күркәм сифаттары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре тупланған. Ауыл кешеһе юлында осраған һәр кем менән һаулыҡ һораша, башҡаларға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы була, ярҙамға килергә әҙер тора. Тимәк, изге ерҙең үҫешен сикләү, уның йәшәүе өсөн шарттар булдырмау кешелеклелек сифаттарының тамырын өҙөүгә тиң.

Ҡалала иһә бындай ҡиммәттәрҙе киң йәйелдереүгә шарттар юғыраҡ. Унда кешеләрҙең күбеһе бер-береһен танымай, шуға сит итеп ҡарай. Һөҙөмтәлә айырым-айырым тормош менән йәшәйҙәр.

– Шул уҡ ваҡытта урбанизацияның икенсе этабы башланды. Йәштәр генә түгел, хатта урта быуын вәкилдәре лә, белем алырға юлланған балаларына эйәреп, баш ҡалаға күсенә. Күбеһе ипотекаға фатир ала, йә булмаһа йорт төҙөй.

– Эйе, һуңғы ваҡытта республика ауылдары халҡы күпләп ҙурыраҡ урындарға, айырыуса баш ҡалаға күсә. Өфөләр иһә үҙ сиратында – Мәскәүгә, мәскәүҙәр сит илдәргә юллана. Был, әлбиттә, яҡшыға алып килмәйәсәк. Сит илдәргә күберәк юғары квалификациялы белгестәр, ғалимдар китә. Шул уҡ ваҡытта байҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн юлланғандар ҙа бар. Эшләп тапҡан аҡсаһы менән бындағы донъяһын бөтәйтергә, балаларын уҡытырға, кредиттарын түләргә тырышалар.

– Мазһар Насип улы, ни өсөн беҙҙең халыҡ үҙ илендә лайыҡлы йәшәү урынына сит илдәрҙәге байҙарға бил бөгөргә, уларҙың хеҙмәтсеһе булырға тейеш һуң?

– Былар барыһы ла – илебеҙҙә иҡтисади сәйәсәттең дөрөҫ алып барылмауы сәбәпле килеп сыҡҡан күңелһеҙ күренештәр. Мәскәүҙә, әйтәйек, төбәктәр менән сағыштырғанда йәшәү шарттары яҡшы, эш хаҡы юғары. Ни өсөн тигәндә, фе­дератив мөнәсәбәттәрҙең дөрөҫ ҡоролмауы арҡаһында субъекттарҙағы табыштың ҙур өлөшө илдең эре ҡалаларында туплана.

– Бер нисә йыл элек “мәктәп бөтһә, ауыл бөтә” тигән һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килгәйне. Ул дөрөҫлөккә тура килмәй. Ни өсөн тигәндә, мәктәптәрҙең ябылыуы, статусы үҙгәреүе унда белем алған балаларҙың кәмеүенә бәйле. Ә уҡыусылар ни өсөн аҙая һуң? Уларҙың ата-әсәһе ауылда эш булмау сәбәпле район үҙәктәренә, ҡалаларға күсенә. Тимәк, мәктәп түгел, ә эш урыны, кешеләрҙе хеҙмәт менән тәьмин иткән хужалыҡ бөтһә, урындағы тормош һүнә. Ауылдың юҡҡа сығыуы уның иҡтисадына туранан-тура бәйле. Шулай түгелме?

– Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Мәктәп бында – ике арауыҡта торған урын. Уның ябылыуы ауылдың бөтөүенә сәбәп түгел, ә урындағы хужалыҡтың юҡҡа сығыуы һөҙөмтәһе. Колхоздар гөрләп эшләгән йылдарҙа мәктәптәр ҡыҫҡарманы, уларҙа балалар шығырым тулы булды, хатта ике сменала уҡый торғайнылар. Уртаса ҙурлыҡтағы ауылдарҙың да һәр береһендә тиерлек урта мәктәптәр асылды. Мәҫәлән, тыуған ауылым Икенсе Этҡолда, күршелә ятҡан Байым, Ниғәмәт ауылдарында шундай мәғариф учреждениелары эшләне.

– Ә беҙҙең Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә генә Сыңғыҙ һәм Буранбайҙан ике йөҙҙән ашыу бала уҡыны. Ул ваҡытта ауылдарыбыҙ ҙур ҙа түгел ине. Һуңынан Буранбайҙа туғыҙ йыллыҡ мәктәп барлыҡҡа килде. Бөгөн иһә тулы булмаған кластарҙы тултырыр өсөн балаларҙы бер ауылдан икенсеһенә йөрөтөп уҡыталар.

Нисек уйлайһығыҙ, төйәктәребеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк?

– Әлбиттә, ауылдарҙа эш урындары булдырыу, күмәк кеше хеҙмәт итерлек хужалыҡтар төҙөү был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа мөһим аҙым булыр ине. Кооперацияны үҫтерергә кәрәк. Хужалыҡ итеүҙең был алымы тауар етештереүҙе генә үҙ эсенә алмай. Уны һатыу менән дә шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта эш иген үҫтереүгә, ит, һөт етештереүгә генә ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Ауылда ниндәй кәсепте йәйелдерергә мөмкин, шуларҙың барыһында ла кооперация алымы булырға тейеш. Миҫалға тыуған яғымдың Һаҡмар буйы ауылдарын алайыҡ. Унда шул тиклем уңдырышлы ҡара тупраҡ, һыу ҙа күп. Баҫыуҙарҙа йәшелсә-емеш, картуф үҫтереп, Баймаҡ, Сибай, Магнитогорск баҙарҙарын тултырырға, ауылдарға эшкәртеүсе цехтар ҡуйырға була.

Урал аръяғында йылҡысылыҡты үҫтереү мөһим. Бигерәк тә Ирәндек төбәгендә. Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы райондары ерҙәре аттарҙы йәйен-ҡышын көтөүсеһеҙ ҙә йөрөтөү өсөн уңайлы. Был йәһәттән йылҡысылыҡ – иң аҙ сығым талап иткән тармаҡ. Ҡымыҙ бешеү, ҡаҙылыҡ яһау һәм башҡа эштәр менән һәр бер хужалыҡ, айырым кешеләр шөғөлләнә алмай. Был үҙ сиратында йылҡысыларҙың кооперацияға берләшеүен талап итә. Райондарҙа халыҡтан һөт һатып алып, ҡайҙалыр тапшырған ширҡәттәр барлыҡҡа килде бит. Бейә һөтөн дә шул рәүешле йыйып, район үҙәгендә уны эшкәртеү өсөн бәләкәй заводтар төҙөү талап ителә. Эште дөрөҫ ойошторғанда, ҡымыҙ ғына түгел, ҡаҙылыҡ та әллә ҡасан уҡ башҡорт брендын тәшкил иткән ризыҡҡа әүерелер ине. Беҙ йылҡысылыҡ продукттары тейәлгән йөк машиналарын элек үк донъя буйлатып йөрөтөргә тейеш инек. Бында бары тик ойоштороусы ғына талап ителә.

– Һеҙҙең тыуған ауылығыҙҙа йәшәгән Риф Сырлыбаев көн һайын таңдан тороп һыйырҙарын һауа. Үҙенекенән тыш, тағы бер нисә кешенең һөт продукттарын йыйып ала ла ҡояш ҡалҡыуға Сибайға барып етә һәм төшкә 20 мең һум аҡса менән әйләнеп ҡайта. Юҡ, тауарҙы баҙарҙа тороп һатмай, ә ҡалалағы күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәргә ундағы үҙ кешеләре аша тарата. Шулай итеп, һөт ризыҡтары ҡулланыусыһына туранан-тура барып етә. Аҡса Риф Сырлыбаев өсөн юлда ята. Нисек эшләүе тураһында һорашҡайным, “Йыбанмаҫҡа кәрәк”, – тип кенә яуап бирҙе ул.

– Бая һүҙ алып барған кооперация ошо инде. Риф туғаныбыҙ эшкә ауылдағы туғандарын, күршеләрен йәлеп иткән. Сибайҙа уға ярҙам итеүселәр ҙә шул кооперация ағзалары булып иҫәпләнә. Әгәр ҙә йүнсел барлыҡ эштәрҙе үҙе генә башҡарһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ ине. Әйткәнебеҙсә, ауыл хужалығы кешеләрҙең ойошоуын талап итә. Колхоздың нигеҙендә лә шул кооперация ята бит, ә был – уның бер формаһы.

– Шуныһы ҡыҙыҡ, Мазһар Насип улы: ауыл хужалығы хаҡында нисек кенә һүҙ башлаһаҡ та, һәр ваҡыт кооперацияға, колхозға барып төртөләбеҙ. Был юҡҡа түгелдер.

– Юҡҡа түгел, әлбиттә. Ҡыҙыҡ бер ваҡиға иҫкә төштө әле. Оҙаҡ ваҡыт ситтә йөрөп, тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайтҡан генерал бер мәжлестә район етәксеһенә: “Мин ауылдан сығып киткәндә гөрләп эшләп ултырған колхоз ҡайҙа? Ниңә уны һаҡламанығыҙ? Колхоздарҙы кире аяҡҡа баҫтырырға кәрәк”, – тип белдерҙе. Район етәксеһе иһә: “Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың китаптарын уҡып ҡарағыҙ. Унда үткән быуаттарҙа беҙҙең ауылдарҙа эшләгән колхоздар хаҡында һүҙ әйтеләме? Юҡ. Колхоз – совет осороноң ҡалдығы. Әгәр һөҙөмтәле ысул булһа, юҡҡа сыҡмаҫ ине”, – тип яуапланы.

Тарихсының китаптарында бит Башҡортостандың феодализм осоро тураһында һүҙ бара. Ул саҡта ерҙәрҙе община менән файҙаланғандар, барыһы бергә дөйөм халыҡтыҡы һаналған. Хәҙер ерҙәрҙе пайҙарға бүлделәр ҙә, уларҙы байтаҡ кеше ни эшкәртә, ни ҡуртымға бирә алмай. Элек диңгеҙҙәй тулҡынланып торған иген баҫыуҙарының күбеһендә хәҙер алабута, дегәнәк, әрем үҫә, баш ҡалҡытҡан ағас үҫентеләре инде өй һалырлыҡ булып килә.

– Ер шарында халыҡ һаны йыл һайын 60 – 70 миллионға арта. Яҡын йылдарҙа туҡланыу һәм эсәр һыу ҙур проблемаға әйләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта һеҙ әйткән ташландыҡ баҫыуҙар барыбер ҙә бер килеп эшкәртеләсәк. Әммә унда игенде кем сәсер, биләмәнең хужаһы кем булыр? Шуныһы үкенесле: кеше өсөн иң ғәзиз булған ер бөгөн күптәргә кәрәкмәй булып сыҡты.

– Әгәр ауылда йәшәүселәр аңына килеп өлгөрмәһә, ерҙәребеҙгә ситтәр килеп хужа буласаҡ, ә инде урындағы халыҡ уларға хеҙмәт итеүсе батрак хәлендә ҡаласаҡ.

– Һуңғы 10 – 15 йыллыҡ тәжрибә шуны күрһәтте: фермерлыҡ үҙен аҡламаны. Килешәһегеҙме?

– Беҙҙең республикала фермерҙарҙың бюджетҡа индергән өлөшө – дүрт, Рәсәй буйынса һигеҙ-туғыҙ процент. Хәҙер “колхоз” һүҙе күптәрҙә мыҫҡыллы йылмайыу ғына тыуҙыра, ә бит заманында күмәк хужалыҡтар илде туйындырыусы, халыҡты хеҙмәт урыны менән тәьмин итеүсе, уларҙың социаль хәлен яҡшыртыусы төп көс булған. Сталиндың ауыл иҡтисады өлкәһендә күрһәткән иң ҙур хеҙмәте колхоз төҙөү тип иҫәпләнә. Әлбиттә, илебеҙҙә күмәк хужалыҡтарҙы ойоштороу еңел бармаған. Күптәрҙе атҡандар, һөргөнгә ебәргәндәр – хужалыҡтың был ысулын барлыҡҡа килтереү хаҡы ҙур ҡорбандар менән түләнгән.

Эйе, беҙҙең атай-олатайҙарҙың үҙҙәре үгеҙ, ат урынына егелеп, илде күтәреү өсөн барлыҡҡа килтергән күмәк хужалығы бөгөн кемдәлер мыҫҡыллы йылмайыу тыуҙырыр тип күҙ алдына ла килтерә алмай инек. Ярай, “колхоз” тигән һүҙҙе лә алмайыҡ. Әйҙә, артель, кооперация, йә булмаһа компания тип аталһын – ташты ла мамыҡ тип әйтеүҙән ул ҡаты булыуҙан туҡтамай бит.

– “Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй”, “Күмәкләгән – яу ҡайтарған”, “Яңғыҙҙың эше ырамай, күмәктең аты арымай”, “Айырылғанды – айыу, бүленгәнде бүре ашар”, “Берҙәмлектә – көс” тигән халыҡ мәҡәлдәре юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгәндер инде. Шулай бит?

– Һис шикһеҙ. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бергәләп эшләүҙең әһәмиәтен аңламаған бер нисә быуын эшем эйәләре үҫеп етте. Беҙгә көнбайыштың индивидуализм психологияһы төрлө юлдар менән һеңдерелә. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер ауылдаштар ғына түгел, хатта бәғзе бер туғандар араһында ла һалҡынлыҡ хисе, өҫтөнлөк итеүгә ынтылыш барлыҡҡа килде.

Тап шуның өсөн дә илебеҙҙә фермерлыҡты үҫтереү буйынса алып барылған иҡтисади сәйәсәт үҙен аҡлап етмәй. Уның нигеҙе кешеләрҙе берләштереүгә түгел, ә айырыуға, төрлө социаль ҡатламдарҙы барлыҡҡа килтереүгә ҡоролған.

Икенсенән, аҡыллы баштар төрлө гранттар, кастингтар, аукциондар уйлап сығарыуға оҫтарып алды. Улар үҙ эшен асҡан йүнселдәргә, шул иҫәптән фермерҙарға төрлө ярҙам саралары күрһәтә. Ярай, был хәлде ыңғай күренеш тип баһалайыҡ. Егәрле, тәүәккәл кешеләр тәҡдим ителгән аҡсалата ярҙамды ла, кредитты ла ала. Ләкин был мөмкинлектән файҙаланған йүнселдәрҙең бюджетҡа килтергән йыллыҡ аҡсаһы күрһәтелгән ярҙамдың суммаһын да аҡламай. Халыҡ һүҙе менән әйткәндә, “Бер тинлек ҡуян, ун тинлек зыян” кеүек килеп сыға. Бигерәк тә фермерҙар район, республика, федераль ҡаҙнаға көтөлгән аҡсаны бирә алмай. Бының төп сәбәбе шәхси хужалыҡта шәхси мәнфәғәттең өҫтөнлөк итеүенә һәм, һеҙ әйткәнсә, “Яңғыҙ ҡарғаның яҙ килтерә алмауы”на бәйле. Фермерлыҡты үҫтереүҙә дәүләт халыҡтың түгел, ә айырым кешеләрҙең социаль хәлен яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

– Ауылдарҙа кооперацияны үҫтереү тағы ла ниндәй хеҙмәттәрҙе ойоштороу, кешеләргә ниндәй эш урындары булдырыу мөмкинлеге бирер ине тип иҫәпләйһегеҙ?

– Әйтәйек, ауылдарҙа күп кеше һыйыр аҫрай. Әгәр уларҙың артып ҡалған һөтөн йыйып ҡайҙалыр тапшырған кеше үҙе бәләкәй цех асып, тейешле кимәлдә әҙерләнгән продукцияны ҡалалағы магазиндарға һатыуға сығара башлаһа, ошо кооперация тип аталыр ине. Бында рәйесе, бухгалтеры, парткомы, агрономы, зоотехнигы, иҡтисадсыһы булған элекке колхозды күҙ алдына килтерергә ярамай. Әлбиттә, ул заманда кеше насарлыҡ күрмәне, иң мөһиме – эш бар ине. Шулай ҙа хәҙерге ауыл өсөн иң уңайлыһы –- кооперация.

Минең эсте яндырғаны шул: сеймал зонаһы булған Сибайҙа һөт, ит комбинаттары ябылды. Был булдыҡһыҙлыҡмы, ғәмһеҙлекме – аңлай алмайым. Һөҙөмтәлә бөгөн ҡала халҡының күпселеге Магнитогорскиҙа эшләнгән порошоктан һөт яһап эсә. Быны нисек итеп аңлатырға мөмкин икән? Сибайҙағы комбинаттар Баймаҡ районында етештерелгән сеймалға ғына ла эшләй алыр ине. Шул уҡ ваҡытта Ырымбурҙан килгән ҙур машиналар, хаҡын бер нисә тингә генә ҡиммәтләтеп, Урал аръяғының һөтөн үҙҙәренә ташып ҡына тора.

– Эйе, шул аҡ менән бергә күпме аҡса, эш урыны, йәшәү мөмкинлеге ситкә китә. Был халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың поэмаһындағы “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ, үҙем һыу буйҙарында” тигән юлдарына тап килеп тора.

Республикабыҙ райондарын сағыштырып ҡарағанда, ҡайһы төбәктә машиналар эшләү, нефть сығарыу, нефть химияһы һәм башҡа сәнәғәт тармаҡтары үҫешкән, шунда йәшәү кимәле лә юғары, ауылдар ҙа төҙөк, кесе эшҡыуарлыҡ та алға киткән. Шулай бит?

– Эйе, был төбәктәрҙә сәнәғәт кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн этәргес көс булып тора. Белеүегеҙсә, республикала был йәһәттән иң алдынғы район – Туймазы. Биләмәһендә ауыр һәм еңел сәнәғәт ныҡ үҫешкән Туймазы һәм Октябрьский ҡалалары урынлашҡан. Уларҙағы предприятиелар юғары технологияларға ҡоролған һәм үҙҙәренең фәнни үҙәктәре бар. Шуларҙан бәләкәйҙәре бүленеп сығып, тора-бара үҙаллы предприятиеға әүерелә. Тимәк, яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Шул предприятиелар урынлашҡан ауылдар әкренләп үҫешеп, ҡасабаға әйләнә. Ә ҙур ерҙә, билдәле, халыҡ өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Бер үк ваҡытта ундағы кешеләрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн ауыл хужалығы предприятиелары кәрәк булып сыға. Ҡыҫҡаһы, сәнәғәт тармағы алға киткән төбәктәрҙә кесе эшҡыуарлыҡтың үҫешеү механизмы шулай.

– Һеҙ сит илдәрҙә күп йөрөйһөгөҙ. Уларҙа кесе эшҡыуарлыҡ, фермер хужалыҡтары нисек ойошторолған? Ғөмүмән, сит илдекеләр ҡайһылайтып үҙҙәрен дә, беҙҙе лә аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә ала икән? Уларҙың сере нимәлә?

– Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Германияла булдым. Бер фермер хужалығына алып барғайнылар. Йүнсел атаһы, ҡатыны һәм малайы менән бергә эшләй. Йәнә бер кешене эшкә яллаған. Хужалыҡта 170 һауын һыйыры, 100 башмаҡ иҫәпләнә. Фермаларында барлыҡ эштәр автоматлаштырылған. Компьютер һәр һыйырҙың күпме һөт биреүен, уның ҡуйылығын, температураһын күрһәтеп тора. Фермер һауғанын көн һайын заводҡа алып бара. Уларҙағы бер округ 10 – 15 ауылға тиң. Һәр ҡайһыһында айырым һөт заводы эшләй.

Уларҙа алдау, кемделер кәмһетеү, һөтөн кәметеп йә арттырып яҙыу, йәшереү, тартып алыу, урлау кеүек күренештәр бөтөнләй юҡ. Фермерҙар дәүләткә һалымды ваҡытында түләп бара. Барлыҡ ғәмәлдәр ап-асыҡ башҡарыла. Уларҙың эшләгәнен ҡарап йөрөп, ғүмер буйы иҡтисадты өйрәнгән кеше булараҡ, был тармаҡтың яп-ябай икәнлеген аңлап ҡайттым.

Ә беҙҙең илдең “иҡтисад баҡсаһы” аяғыңды һындырырлыҡ, уйлаһаң, башыңды ҡатырырлыҡ, зиһенде томаларлыҡ. Табыштың күпме булғанын, ҡайҙа күпме һәм ни өсөн киткәнен һис аңларлыҡ түгел. Кем урлай? Нисек урлай? Ҡайҙа иткән? Беҙ, ғалимдар, йылдар буйы иҡтисадтың серҙәрен сисә алмай ҙур-ҙур хеҙмәттәр яҙабыҙ, симпозиумдарҙа, конференцияларҙа сығыш яһайбыҙ, баш ватабыҙ. Баҡтиһәң, ул яп-ябай икән дә.

– Уңышлы иҡтисадты кешеләр араһында дөрөҫ ҡоролған мөнәсәбәт тип атап буламы?

– Әлбиттә, була. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт дөрөҫ ҡоролһа, иҡтисади бәйләнештәр ҙә шулай буласаҡ. Үкенес, беҙ ана шул иң ябай ҡағиҙәне аңлай алмайса йәшәйбеҙ. Германиялағы һөт заводтары йөҙҙән ашыу продукт етештерә. Донъяла нисә төрлө еләк-емеш булһа, барыһының һуттарын алып, шунса йогурт эшләйҙәр. Ә беҙҙә хатта хужалыҡ иҫәбе тигән иң ябай мөнәсәбәт тә юҡ. Фермерҙар етештергән продукцияһы өсөн тейешле хаҡын да ала алмай. Кеше хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күрмәй – бөтә бәлә шунда. Әҙәм балаһы күберәк килем алып, йәшәү шарттарын яҡшыртһа ғына яңы үрҙәргә ынтыла бит.

– Тимәк, илебеҙ иҡтисадының артта ҡалыу сәбәптәре тап үҙебеҙгә бәйле булып сыға?

– Тап шулай. Дәүләт тә халыҡтың йәшәү рәүешен гарантиялаған норматив акттарҙы эшләп еткермәй. Закондар көсһөҙ, йә бөтөнләй юҡ.

– Шулай ҙа һөйләшеүҙе матур итеп йомғаҡлайыҡ әле, Мазһар Насип улы.

– Беҙҙең республика халҡы тырыш, уңған. Эш кенә бир үҙҙәренә – бәләкәй хеҙмәт хаҡына ла тау аҡтарырға әҙерҙәр. Ниндәй генә ҡатмарлылыҡтар тыумаһын, барыһы ла яйланыр, иҡтисадыбыҙ үҫешер, илебеҙ тағы ла ҡеүәтләнер тигән өмөттәмен. Бәләкәй сағымдан хеҙмәт кешеһенә оло ышаныс менән ҡарарға өйрәнгәнмен, ошо инаныу мине йәшәтә лә инде.

“Ағиҙел” әҙәби-мәҙәни баҫма булһа ла, уның һуңғы һандарында иҡтисадҡа, кесе эшҡыуарлыҡҡа, халҡыбыҙҙың көнитмешенә иғтибар бирелеүе һөйөндөрҙө. Үҙ эшен асҡан, башҡаларға хеҙмәт урындары булдырған яҡташтарым хаҡында уҡып ҡыуандым. Мәҡәләләрҙә Рауил Йәнсурин, Ишдәүләт Ғибәҙәтов, Рәфҡәт Ишбулатов, Радмир Ирназаров, Байрас Ҡотлоғәлләмов, Айбулат Ғүмәров, Рим Әхмәров атлы райондаштарымдың хеҙмәт өлгөләре, үҙ эшен асырға теләгәндәргә биргән кәңәштәре, тәжрибә уртаҡлашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн иһә һеҙҙән ауылдашым Риф ҡусты Сырлыбаев хаҡында ишеттем. Ана бит, кәрәк булғас, кооперация төҙөй алған ул! Дөрөҫөн әйткәндә, Риф һымаҡ уңған егеттәр һәр ауылда тиерлек бар. Уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында башҡалар ҙа белергә, өлгө алырға тейеш.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Мазһар Насип улы! Журналды уҡыусылар исеменән һеҙҙе 80 йәшлек оло юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр шатлығы насип булһын үҙегеҙгә!


Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмәләште.



Читайте нас: