Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
20 Май , 21:50

БАТЫРЛЫҠ ОНОТОЛМАЙ

Рейхстагтың ҡапҡа баштарынаЯҙылғандар беҙҙең исемдәр!Әнғәм АТНАБАЕВ Заманында ике тиҫтә йылдан ашыу Берлиндағы рейхстагка Еңеү байрағын элеүселәр тип Михаил Егоров менән Мелитон Кантария ғына аталды һәм халыҡ аңына һеңдерелде. Шулай ҙа, төрлө мәғлүмәттәрҙән һикһән йыл элек рейхстагка бер нисә яугирҙың байраҡ ҡаҙауы мәғлүм булды. Ҡәһәрле һуғышҡа “нөктә ҡуйған” ошо ҡаһарман һалдаттар араһынан яҡташыбыҙ сержант Ғази (Ғизи) Заһитовтың исеме, уның иң беренсе булып Еңеү байрағын элеүе хаҡында йыш телгә алына.

Дөрөҫлөктө эҙләү юлында

1964 йылдың 30 апрелендә “Комсомольская правда” – “Знаменосцы”, 1 майҙа “Труд” гәзите “Победный штурм” тигән мәҡәләләр баҫтырып сығара. Был теманы башҡа матбуғат саралары ла күтәреп ала. “Ағиҙел” журналы ла ситтә ҡалмай. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының Медицина ярҙамы күрһәтеү станцияһы радиотехнигы Хамат Заһитовтың “Беҙҙең яҡташыбыҙ – рейхстаг башында” тигән мәҡәләһендә (“Ағиҙел”, 1964, №5) шундай тетрәндергес юлдар бар: “Былтыр, 10 майҙа, шулай, “Правда” гәзитен уҡып ултыра инем. Күҙҙәрем ҡыҙыҡлы бер мәҡәләгә туҡталды. Рейхстаг башына Еңеү байрағының нисек ҡуйылыуы хаҡында яҙылғайны унда. Мине мәҡәләлә бигерәк тә Ғ.Ҡ. Заһитов ҡыҙыҡһындырҙы. Фамилияһы ла, инициалдары ла ағайымдыҡы. Ысынлап та, шул минең ике туған ағайым түгелме икән? Ә, бәлки, бүтән кешелер? Кешеләр исемендә ниндәй генә оҡшашлыҡтар булмауы мөмкин. Икенсе төрлө уйлағанда, ышанырға ла мөмкин. Сөнки һуғыш тамамланыуға 18 йыл үтһә лә, рейхстагты штурмлауҙа ҡатнашҡан ҡаһармандарҙың күптәре әлегәсә билдәһеҙ ҡала килә, ләкин яңы табылған материалдар нигеҙендә әленән-әле яңылары күренә. Ғизи Заһитовтың да шулай булыуы ихтимал бит. Әгәр ҙә инде ул иҫән булһа, был һис тә ҡыйын эш булмаҫ ине. Үҙен күргән-белгәндәргә хат яҙһа ла, үҙе һөйләһә лә, мәсьәлә бик тиҙ асыҡланыр ине. Ләкин... Мәскәүҙән Берлинғаса ҙур һуғыш юлы үткән батыр һуғышсы, инде Башҡортостанға ҡайтҡас, 1953 йылда автомобиль катастрофаһына эләгеп, фажиғәле рәүештә һәләк булды...”
Дөрөҫлөктө асыҡлау өсөн, Хамат Заһитов “Правда” гәзитенә хат яҙып һала. Редакциянан уның хатын КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы марксизм-ленинизм институтына ебәрәләр. Был ваҡытта институтта Бөйөк Ватан һуғышының күп томлы тарихы әҙерләнә, уларҙа байтаҡ архив материалдары, һуғышта ҡатнашыусыларҙың иҫтәлектәре туплана. Институтта эшләүсе тарих фәндәре кандидаты И.Д. Клименко Хамат Заһитов менән бәйләнешкә сығып, Ғ.Ҡ. За-һитовтың һәм уның иптәштәре А.Ф. Лисименко, М.П. Минин-дың, рейхстаг түбәһенә беренселәрҙән булып менеп, ҡыҙыл флаг элеүҙәренең дөрөҫлөгө хаҡында хәбәр итә, ағаһының яугир дуҫы Лисименконың адресын да һала.
Хамат Заһитов А.Ф. Лиси-менкоға – Брянск өлкәһенең Клинцы ҡалаһына ла хат яҙа. Яуап хаты оҙаҡ көттөрмәй. А.Ф. Лисименко бик күп мәғлүмәт еткерә, Ғази Заһитов менән 1945 йылда Берлинда төшкән фотоһүрәтен дә һала. Әйткәндәй, ул 1964 йылда “Ағиҙел” журналында баҫылып сыға (фотоһүрәттә). Бынан тыш, Х. Заһитов Ғази хеҙмәт иткән батальондың командиры, Советтар Союзы Геройы, подполковник С. Неустроев менән ул Өфөгә килгән ваҡытта осрашып-һөйләшеүгә ирешә. “Ағиҙел” журналы редакцияһы ла Заһитов хеҙмәт иткән взвод командиры лейтенант Григорий Иванович Войтенкоға, уның Мәскәүҙәге адресын табып алып, хат яҙа...
...Бына, шулай итеп, Ғази Заһитов үткән һуғыш юлы ярайһы уҡ асыҡлана, йылдар үткән һайын яңынан-яңы мәғлүмәттәр өҫтәлә тора.

Кем ул Ғази Заһитов?

Ғази Ҡазыхан улы Заһитов 1921 йылдың 20 авгусында хәҙерге Мишкә районының Янағош ауылында тыуған. Ата-әсәһе уны Ғизетдин тип тә йөрөткән. Ғазиҙың Тимербай, Сәғиҙулла тигән ағалары, Шәмсикамал исемле апаһы һәм Сафура исемле һеңлеһе булған. Үҙ ауылдарында башланғыс белем алғас, Өрьяҙы ауылына йөрөп уҡый. Табип булырға хыяллана. 1938 йылда Бөрө медицина техникумына уҡырға инә. 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Хәрби хеҙмәтен Таллин ҡалаһында сержанттар әҙерләүсе мәктәп курсанты булараҡ башлай. Бөйөк Ватан һуғышын артиллерист-разведчик вазифаһында ҡаршылай. Һуғыштың беренсе көндәренән үк алғы һыҙыҡҡа эләгә. Артиллерия дивизияһында өлкән разведчик булып Таллин, Мәскәү, Смоленск, Варшава аша үтеп, Берлинға тиклем барып етә. Яҡташыбыҙҙың батырлыҡтары үҙе бер китап яҙырлыҡ. Ул II һәм III дәрәжә Дан ордены, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә...
Утлы һуғыш юлдарын үтеп, яҡташыбыҙ 1946 йылдың 1 июлендә тыуған ауылына ҡайта. Комбайн ярҙамсыһы булып эшләй. 1947 йылда Янағош ауыл советы рәйесе итеп һайлана. Өйләнә: ҡатыны Камила менән бер ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бирәләр. 1949 йылда яңы ойошторолған МТС-ҡа ауыл хужалығы машиналары буйынса механик итеп күсерелә.
1953 йылдың 13 авгусында (32 йәш тә тулып өлгөрмәгән була) Ғази Заһитов Өфөгә запас частар алырға барғанда йөк машинаһы кузовынан йығылып төшә. Батырҙың ғүмере шулай фажиғәле һәм үкенесле өҙөлә...

“Ишетерһең әле минең турала. Килер бер көн...”

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙенең масштабы һәм ҡанҡойғос булыуы менән Берлин операцияһы айырылып тора. Уның барышында утлы һуғыш юлдарын имен-аман үткән 78 мең 291 совет яугиры һәләк була.
Шундай дәһшәтле ваҡиғалар ҡойононда була батыр Ғази Заһитов һәм уның яуҙаштары...
Михаил Мининдың “Еңеүгә ауыр йылдар”, Андрей Купарев менән Герман Гончаровтың “Еңеү байрағы сере”, Валентин Шатиловтың “Рейхстаг өҫтөндәге байраҡ”, Ибраһим Абдуллиндың “Рейхстаг өҫтөндә ҡабынған байраҡ”, авторҙар коллективының “Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө” тигән баҫмаларының һәммәһендә лә ҡурҡыу белмәҫ яҡташыбыҙ Ғази Заһитов ҡаһарманлығы бәйән ителә. Уның хаҡында байтаҡ мәҡәлә (Фәрит Вахитов, “Еңеү байрағын ҡуйғанда”; Шамил Рәкыйпов, “Мәңге һаҡларға!”; Зәйни Рафиҡов, “Рейхстаг түбәһендә – Еңеү байрағы”; Марсель Ҡотлоғәлләмов, “Йәшерелгән батырлыҡ”; Мадриль Ғәфүров, “Улар беренсе булды” һ.б.) донъя күрә.
Берлиндағы дәһшәтле ваҡиғаларҙы яҙыусы Зәйни Рафиҡов шулай тасуирлай:
“Атыш һәм гранаталар шартлауы тауышын еңергә тырышып, бик көслө ҡысҡырып, капитан Маков команда бирҙе:
– Минин, үҙебеҙҙекеләрҙе йый ҙа, байраҡты алып, өҫкә күтәрел!..
...Төнлөксә аша штурмлаусылар ҡыйыҡҡа сыҡты. ...Минин байраҡ полотноһын ҡыйыҡҡа йәйеп һалды ла уға яуҙаш дуҫтарының бөтәһенең дә исем-фамилияһын яҙҙы. Ваҡыт 1945 йылдың 30 апреле, 22 сәғәт 30 минут ине. Был мәғлүмәтте лә Минин байраҡ полотноһына теркәп ҡуйҙы. Оҙаҡ уйлап тормайынса, Заһитов кеҫәһенән ҡулъяулығын алды ла уны тар ғына таҫмасыҡтарға телгеләне. Шул таҫмасыҡтар менән полотноны торбаға беркеттеләр, ә торбаны бронзаға атланған “Еңеү алиһәһе”нең тажын пуля тишкән урынға ҡаҙап ҡуйҙылар.
Капитан Маков Заһитовты, Мининды, Бобровты һәм Лисименконы ҡосаҡлап үбеп сыҡты, егеттәрҙең һәр береһен ысын күңелдән еңеү менән ҡотланы. Шунан һуң ул Бобров менән бергә элемтәселәр янына төштө һәм 79-сы уҡсылар корпусы командиры генерал-майор С.Н. Переверткинға былай тип рапорт бирҙе:
– Иптәш генерал! Беҙ иң беренсе булып Рейхстаг өҫтөнә Еңеү байрағын ҡаҙаныҡ. Хәрби бурыс үтәлде. Штурмлаусы доброволецтар төркөмө командиры капитан Маков!”
Ошо төркөмдә булған фронтовик Михаил Минин түбәндәгеләрҙе хәтерләй: “... Бәрелештә дуҫым Ғази Заһитов бик ҡаты яраланды. Пуля, партбилетын тишеп инеп, йөрәктән бары бер нисә миллиметр самаһы арала ғына сығып киткәйне...
1 май иртәһендә генерал Переверткинға хәрби бурысты үтәү тураһындағы докладынан һуң, беҙҙең янға капитан Маков килде. Беренсе Еңеү байрағын ҡуйғандағы ҡаһарманлыҡ өсөн Маковҡа, Бобровҡа, Заһитовҡа, Лисименкоға, Мининға Советтар Союзы Геройы исемен бирергә, ә штурмда ҡатнашыусыларҙың барыһын да Ленин орденына тәҡдим итергә бойорҙо корпус командиры, тип хәбәр итте”.
Әммә был бойороҡ, ни сәбәплелер, үтәлмәй. Рейхстагка Еңеү байрағын элгән ҡаһармандарҙы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр. Ә документ ҡала. Бүләкләү ҡағыҙында аҡҡа ҡара менән шулай тип яҙылған: “30 апрелдә рейхстагты штурмлағанда Заһитов рейхстагка беренсе булып бәреп инде... Яралы килеш, рейхстаг түбәһенә беренсе Еңеү байрағын ҡаҙаны. Рейхстагты штурмлағанда күрһәткән батырлығы өсөн иптәш Заһитов Советтар Союзы Геройы исеме биреүгә лайыҡ”.
...Ғази Заһитов рейхстаг һәм байраҡ хаҡында аҙаҡ бер ни ҙә һөйләмәй. Публицист Фәрит Вахитов “Еңеү байрағын ҡуйғанда” тигән мәҡәләһендә (“Ағиҙел”, 2015, №3) шулай тип яҙа: “Туҡһанынсы йылдарҙа яҙыусы Ямский маковсыларҙы “герои по молчанию” тип атаны. Күрәһең, бөтәһен бер юлы “нығытып” ҡайтарғандарҙыр. Ғази рейхстаг һәм Байраҡ серен һигеҙ йыл һаҡлап йөрөтә. Бер бик ышаныслы кешеһенә: “Ишетерһең әле минең турала. Килер бер көн”, – ти. Гүргә инер сер барлығын күптәр белеп тора”.

Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй

1945 йылдың 30 апрелендә Ҡыҙыл байраҡты рейхстаг түбәһенә беренсе булып ҡаҙаған 79-сы уҡсылар корпусының штурмлау төркөмөнә ингән 136-сы армия артиллерия бригадаһының артиллерист-разведчиктарының – капитан Владимир Николаевич Маков (Мәскәү ҡалаһы, Железнодорожный ҡалаһы), өлкән сержант Ғази Заһитов (Башҡортостандың Мишкә районы Янағош ауылы), сержант Алексей Петрович Бобров (Санкт-Петербург ҡалаһы), өлкән сержант Александр Филлиппович Лисименко (Брянск өлкәһе, Клинцы ҡалаһы), өлкән сержант Михаил Петрович Мининдың (Псков ҡалаһы) – исемдәре илебеҙ тарихында мәңге ҡалыр.
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Ғази Заһитовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылған. Өфөлә, Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылында, Янағош ауылында уның исемендәге урамдар бар. Тыуған ауылында мемориаль музейы эшләй, 2008 йылда батырға бюст ҡуйылды. Янағош мәктәбенә, Өфө ҡалаһындағы 65-се татар гимназияһына Ғази Заһитов исемдәре бирелде. 2021 йылда Мишкә районы үҙәгендә – «Биш ҡаһарман» мемориаль комплексында, ә 2024 йылда Өфөләге Еңеү паркында Ғази Заһитовка һәйкәлдәр асылды. Әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Башҡортостан» уҡсылар полкының штурм отряды Ғази Заһитов исемен йөрөтә.

Луиза КИРӘЕВА.

(Мәҡәлә 2025 йылда "Ағиҙел" журналының 5-се һанында донъя күрҙе).

Автор: Луиза Кирәева
Читайте нас