Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март , 17:21

Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы

Һәҙиә Дәүләтшина башҡорт әҙәбиәтендә хикәйәләре, повестары, “Ырғыҙ” романы менән яҡты эҙ ҡалдырған яҙыусы ғына түгел, ауыр яҙмышы илдең һынылышлы мәлдәренә тура килгән шәхес тә.

Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы
Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы

Күренекле яҙыусы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан беренсе булып роман ижад итеүсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулды.

Ошо уңайҙан тап уның тыуған көнөндә Бөрө ҡалаһында “Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы һәм хәҙерге заман филологияһын көнүҙәк мәсъәләләре” исемле Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Һәҙиә Дәүләтшина башҡорт әҙәбиәтендә хикәйәләре, повестары, “Ырғыҙ” романы менән яҡты эҙ ҡалдырған яҙыусы ғына түгел, ауыр яҙмышы илдең һынылышлы мәлдәренә тура килгән шәхес тә. Һамар өлкәһе Хәсән ауылында тыуып-үҫкән йәш ҡыҙҙың туҡтауһыҙ аң-белемгә ынтылышы, әҙәбиәткә булған һөйөүе уны Башҡортостан менән бәйләй.

Район Советы депутаты, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, СССР яҙыусыларының Беренсе съезы һәм СССР Яҙыусылар Союзы идараһының Минскиҙа үткән  III пленумы ҡатнашыусыһы, дәүләт эшмәкәре ҡатыны. Яңыса төҙөлгән илдә ижад итеп, киң ҡолас йәйеп йәшә лә йәшә бит, әммә... Тормош иптәше Ғөбәй Дәүләтшин “халыҡ дошманы” тип мөһөр тағылып ҡулға алыныу шауҡымы Һәҙиә Дәүләтшинаны ла урап үтмәй. Биш йылға иркенән мәхрүм ителә, институттан ҡыуыла, мәңгегә һөйөклөһөнән айырыла. Төрмәнән сыҡҡас та ул үҙе теләгән ергә эшкә урынлашыу мөмкинселегенән мәхрүм ителә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларында, Ҡыйғы, Сулея ҡасабаларындағы төрлө ойошмаларҙа вахтер, төнгө ҡарауылсы булып эшләргә мәжбүр була. Тормошонда ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, Һәҙиә Дәүләтшина ижадтан айырылмай, ҙур эшкә – романға тотона. Уның һынмаҫ ихтыяр көсө, һәләте, рухи байлығы арҡылы донъяға “Ырғыҙ” романы тыуа. Тик үҙе генә әҫәренең ташҡа баҫылғанын күрмәйенсә гүр эйәһе була.

Һәҙиә Дәүләтшина шәхесенә ғүмеренең һуңғы йылдары үткән Бөрө ҡалаһында, бигерәк тә Өфө фән һәм технологиялар университетының филиалында  оло ихтирам һәм иғтибар бүләләр. Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған Дәүләтшина уҡыуҙары, әҙибәнең тормошон һәм ижадын өйрәнгән ғилми-ғәмәли конференцияның Бөтә Рәсәй статусы, университеттағы Һәҙиә Дәүләтшина музейы, уҡыу йорто алдындағы әҙибәнең бюсы... Яҙыусының исемен мәңгеләштереүҙә филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлнур Ҡасҡынованың өлөшө ҙур.

Конференцияны асыу тантанаһында студенттарҙы, саҡырылған ҡунаҡтарҙы, ғалимдарҙы ӨФТУ-ның Бөрө филиалы директоры Винер Ғәниев сәләмләне.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, союз ағзалары: күренекле яҙыусы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Факил Мырҙаҡаев, билдәле яҙыусы, “Башҡортостан  ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, шағирә, Башҡортостан Милли китапханаһының үҫеш бүлеге мөхәррире, “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире Айгөл Йәмилева һүҙ тотто.

Артабан филология һәм философия фәндәре кандидаттары Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған докладтары менән сығыш яһаны.

Конференцияла ҡатнашыусы ғалимдар һәм студенттар төрлө секцияларға бүленеп эш иттеләр: Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫының башҡорт әҙәбиәтендәге роле, әҫәрҙәрендә сағылған ҡиммәттәр, төрки, фин-уғыр, славян халыҡтары әҙәбиәте, филологиялағы көнүҙәк мәсъәләләр хаҡында уртаға һалып һөйләштеләр.

Сара әҙибәнең бюсына сәскәләр һалыу менән тамамланды.

 

 

 

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: