Барыһы ла Һүҙҙән башланған... Заманалар нисек кенә алға китмәһен, ниндәй генә үҙгәрештәр һағаламаһын, йәмғиәт һәр саҡ рухи аҙыҡҡа һәм шул рух һағында тороусыларға мохтаж.
Кемдәр улар, рух һаҡсылары? Әлбиттә, ижад кешеләре, әлбиттә, яҙыусылар. Аҡса, дан артынан ҡыуыу түгел маҡсаттары, ә Хоҙай Тәғәлә биргән һәләтте түкмәй-сәсмәй ҡағыҙға күсереп, кешеләрҙең йөрәгендә ут тоҡандырырға ашҡына ысын яҙыусылар. Был эшкә кәсеп һәм дан көҫәп тотонғандар яҙыусылыҡҡа лайыҡ та түгел, быныһы көн кеүек асыҡ.
3 март Бөтә донъя яҙыусылар көнө билдәләнә. Уның тарихы ХХ быуат башына барып тоташа. Кэтрин Доусон исемле яҙыусыла һүҙ ирке, дөрөҫ мәғлүмәт таратыу өсөн көрәшкән әҙәбиәтселәр һәм журналистарҙы бер клубҡа туплау уйы ярала. Клубҡа REN исеме бирелә: Poets – шағирҙар, essayists – очерксылар, novelists – роман яҙыусылар. Беренсе ултырыштан уҡ донъя буйлап яҡынса 11 бүлексә асыла. Әлеге ваҡытта төрлө илдәрҙә был клубтың 130-ҙан ашыу филиалдары бар.
Халыҡ-ара статусын алған REN үҙәгенең 48-се конгрессында “Бөтә донъя яҙыусылар көнө”н булдырырға ҡарар итәләр. Шул ваҡыттан алып яҙҙың өсөнсө көнө әҙәбиәтселәр, яҙыусылар, мөхәррирҙәр, журналистар, публицистарҙың рәсми булмаған, әммә һөнәри байрамдарына әүерелә.