Ҡуйыусы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Хәкимов әйтеүенсә, сәхнәләштереүҙең маҡсаты ҡыҙыу нөктәләрҙә кешеләр асылының үҙгәреүен күрһәтеүгә ҡайтып ҡала. Улар тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарай, ғаиләләрен һәм яуҙаштарын ҡәҙерләй башлай. Режиссер МХО яугирҙары сәхнәләге образдарҙа үҙҙәрен таныһындар, тип тырышҡан.
Пьеса авторы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин әҫәренең сәхнәләштерелеүен беренсе тапҡыр премьера көнөндә генә ҡараған.
“Беренсегә әҫәрем буйынса ҡуйылған спектаклде йотлоғоп ҡараным. Пьесаның һәр фекере дөрөҫ итеп сәхнәгә сығарылған, ә актерҙарҙың уйыны иҫ киткес! Был спектаклдә бар образдар ҙа йыйылма. Мәҫәлән, “Ҡаһарман” – ул яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйенов түгел, әммә сюжетта уның батырлығы һүрәтләнә. Тәғәйен артисҡа төбәп яҙған берҙән-бер роль – ул “Хакер”. Вадим Ҡлысовтың уйнағанын күргәнем булғанға, яугир образын уйлаған саҡта, күҙ алдыма тап ул килеп баҫыр булды”, - ти ул.
Спектаклдәге төп ролдәрҙең береһе “Комбат”ты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов уйнай.
“Минең образым эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә тыуҙы. Геройым Мөнир Сәхиулла улының МХО-лағы юлъяҙмаларын, бер нисә яугирҙың тарихын һөйләй. Ҙур яуаплылыҡ тойҙом, сөнки МХО әле тамамланмаған. Тулҡынландырҙы ла. Тыштан да, эстән дә эш ҡайнаны. Тамашасы нисек ҡабул итер? Уларҙың өмөттәрен аҡларбыҙмы?” – тип тәьҫораттары менән бүлеште актер.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Хәсән” ролен башҡарған Шәһит Хамматов шулай уҡ ысынбарлыҡта барған хәлдәрҙе сәхнәләштереү ҙур яуаплылыҡ икәнлеген билдәләне.
“Геройым мине сиктән-сиккә бәргеләнмәҫкә һәм көлкөлө образға бирелмәҫкә өйрәтте, шуның өсөн мин уға рәхмәтлемен. Яңы быуын спектаклебеҙҙән фәһем алыр тип ышанғы килә”, - тине ул.
Донбасста йәшәгән, азат ителгән ҡатын ролен уйнаған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Исҡужина спектаклгә әҙерләнеү ваҡытында бар актерҙарҙың да бер ни тиклем олоғайып китеүе хаҡында бәйән итһә, “Тарихсы”ның ҡыҙын уйнаған Дания Ғөбәйҙуллина үҙенең ролен атайҙары МХО-ға киткән балаларға бағышлауы хаҡында һөйләне.
Ысын булған хәлдәргә нигеҙләнгән спектакль алдағы һыҙыҡты үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙең кәңәштәренә таянып төҙөлгән. Был сәхнә әҫәренә тәрәнлек һәм дөрөҫлөк өҫтәй. “Бер ғүмер етмәй икән” ысын мәғәнәһендә сағыу мәҙәни ваҡиғаға әүерелде.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, йәшәү һәм үлем, ысын ир-егеттәр дуҫлығы, яҡындарға ҡарата мөхәббәт, Тыуған илгә тоғролоҡ, күптәргә таныш булған яугирҙар – быларҙың барыһын да ике сәғәт дауамында йөрәгенән уҙғарып ултыра тамашасы. Әминә Ивний ҡыҙы был сәхнә әҫәрен һәр кем күрергә тейеш, тип белдерҙе.
Беренсе рәттәге тамашасылар араһында Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы ла бар ине. Спектакль һуңында ул актер Байегет Мөхәрләмовты оҙаҡ ҡосағынан ебәрмәне, уның уйынын үҙенең улына оҡшатып ҡарап ултырыуы хаҡында белдерҙе, герой образын һәләтле һынландырғанына рәхмәт белдерҙе. Әсә үҙе лә, сәхнәлә торған актерҙар ҙа, залдағы тамашасылар ҙа күҙ йәштәрен тыя алманы...