Илдар Ғәниев һынлы сәнғәт донъяһында танылған рәссамдарҙың береһе, Рәсәй рәссамдар союзы, Башҡортостан көнъяғы рәссамдары берләшмәһе ағзаһы, Бөтә Рәсәй, Башҡортостан конкурс-фестивалдәр лауреаты, М. В. Нестеров Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейы хеҙмәткәре.
Күргәҙмәһенең эстәлеге хаҡында һөйләгәндә Илдар үҙен ысынлап та һәләтле рәссам булыуынан тыш, һөнәрен, ижадты яратҡан, төптән уйлай белгән, башҡорт халыҡ ижады, ғөмүмән, тамырҙары менән ҡыҙыҡһынған шәхес итеп танытты.
“Башҡорт халыҡ ижады темаһы рәссамдарҙың иғтибарын йыш йәлеп итә. Бер үк теманы төрлө яҡлап яҡтыртып, һүрәткә төшөрөп булыу мөмкинлегенә гел хайран ҡалам. Әйткәндәй, был күргәҙмә – “Урал батыр” эпосының иллюстрацияһы түгел. Ғөмүмән иллюстрация түгел, ә башҡорт халыҡ эпосы сюжеты буйынса төшөрөлгән сәнғәт әҫәрҙәре, мин уларға үҙемдең ижади ҡарашымды ла ҡуштым. Башҡорт халыҡ ижадында яңы һулыш бирерҙәй шундай өлгөләр осрай...”, - тип һөйләне Илдар осрашыуға килгәндәргә.
Ысынлап та, ул диптихтарында һынландырған “Ҡуңыр буға”, “Алпамыша”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпостары рәссамда иң элек милли үҙаң тойғоһон уятҡан, был хаҡта Илдар бер нисә тапҡыр телгә алды. Әйткәндәй, осрашыуға уның әсәһе лә килгәйне, йыйылғандар уға рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ижади осрашыуға рәссамды тәбрикләргә күренекле кешеләр ҙә йыйылғайны.
Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов “Китап” магазинының күп ижади кешеләр өсөн илһам сығанағы булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Илдар Ғәниевты һәм бар һынлы сәнғәт, башҡорт халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы Башҡортостан Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин сәләмләне.
“Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, халҡыбыҙҙы тап эпостар аша өйрәнәбеҙ. Нимәһе ҡыуандыра – халыҡ китап уҡый, китап алырға килеп, бер юлы ошондай күргәҙмәләр менән танышыуҙары – икеләтә ҡыуаныс.” - тине ул.
Сараны думбыла, ҡурайҙа сығыштары менән һәләтле егеттәр – халыҡ-ара, Рәсәй, Башҡортостан конкурс-фестивалдәре лауреаттары Данир Мәсәлимов менән Мирас Үҙәнбаев биҙәне. Шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт буйынса комиссия етәксеһе Лариса Абдуллина Илдар Ғәниевты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән тәбрикләп Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Осрашыуҙа шулай уҡ билдәле сәсәниә, фольклорсы-ғалим Розалия Солтангәрәева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты деканы Әмир Мәзитов, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббөтдинова, әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов филолгия фәндәре кандидаты, яҙыусы, фольклорсы Шәүрә Шәкүрова һәм башҡалар телмәр тотоп, башҡорт халыҡ ижадының, уның һынлы сәнғәттә сағылышының әһәмиәте хаҡында һүҙ алып барҙы.
Сараны алып барған “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева йыйылған зыялыларҙы һәм уҡыусыларҙы – буласаҡ рәссамдарҙы “Урал батыр” эпосы китабы менән таныштырҙы. Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы “Урал батыр” эпосының кәштәләрҙә тормауын, кешеләрҙең уны күпләп һатып алыуын, әленән-әле яңы даналар, китаптар булып сығыуын билдәләне.