Беренсе каналда бына инде күп йылдар барған “Поле чудес” тапшырыуында башҡорт телмәре, башҡорт моңо яңғыраған, ә Леонид Якубовичҡа ҡымыҙ ҡойғандар.
Тамырҙары менән Учалы районының Уральск ҡасабаһынан булған милләттәшебеҙ Земфира Бай (Баймырҙина) Мәскәүҙә йәшәй. Ул композитор ҙа, йырсы ла, музыкаль продюссер ҙа.
“Тапшырыуҙың музыкаль мөхәррире үҙе шылтыратып башҡорт телендә йыр яҙып, шуны “Поле чудес”та башҡарырға тәҡдим итте. Махсус рәүештә “Ай һай Уралым” йырын яҙҙым, уны ижад итергә, аранжировкаларға, студияла яҙҙырырға өс аҙна ваҡыт етте”, - ти Земфира.
Йырҙың һүҙҙәрен яҙырға уға әсәһе Әдилә Әнүәр ҡыҙы Баймырҙина ярҙам иткән.
Йыр Леонид Аркадьевичҡа бик оҡшаған, башҡортса һүҙҙәрҙе ҡуша әйтеп бергә ҡушылып йырлап та торған, ә зал ихлас алҡыштарға күмгән.
“Тапшырыуҙа телевизорҙан нисек күрһәтәләр, барыһы ла шулай! Ысын кешеләр, ысын ҡатнашыусылар, улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған. Бүләктәре лә ысын. “Поле чудес”та ҡатнашыуым миндә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы, ә иһә Леонид Якубович менән яҡындан аралашҡас, уның һөнәрилегенә, ижади кеше булыуына һоҡландым. Ул үҙенең юмор тойғоһо, оҫталығы менән көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора.
Федераль каналда тыуған Башҡортостанымды лайыҡлы күрһәтә алғаныма шатмын!” – ти Земфира Бай.