Башҡорт труппаһының баш режиссеры Рөстәм Хәкимов үҙенең пландары менән уртаҡлашты.
Спектакль өҫтөндә эш декабрҙә башлана, премьера 2025 йылдың 20 һәм 21 февралендә көтөлә. Пьеса Мөнир Ҡунафиндың “СВОими глазами” тигән китабындағы очерктарына һәм хикәйәләренә нигеҙләнгән.
Әлегә спектакль "Бер ғүмер етмәй икән, йәки Геройҙар дәүере" тип атала. Унда “Хәсән”, “Хакер” һәм “Историк” позывнойлы яугирҙәр тураһында һүҙ бара. Әҫәр булған хәл-ваҡиғаларға таянып яҙылған.
“Беҙ автор менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ауыр мәлдәрҙә кешенең ысын асылы күренә. Уларҙың уйҙары һәм ҡылыҡтары аша һуғыштың бөтә аспекттары, шулай уҡ илебеҙҙә һәм ватандаштарыбыҙҙың йөрәгендә уға ҡарата мөнәсәбәт асыла. Хәҙерге квадрокоптерлы һәм технологик һуғышта ҡаһарманлыҡҡа урын бармы? Автор "Кеше ғүмеренең хаҡы ниндәй һәм Тыуған илдең бөйөклөгө ниҙә?” тигән һорауға яуап эҙләй”, - ти Рөстәм Хәкимов.
Мәғлүмәт: "Юлдаш" радиоһы.