Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Сентябрь , 12:38

Өфөнөң тарихи үҙәгендә яңыртылған “Китап” магазины асылды

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең 105 йыллыҡ юбилейы алдынан Өфөлә яңыртылған “Китап” магазины һатып алыусыларға үҙ ишектәрен асты.

Китап һөйөүселәр өсөн ожмахҡа тиң урын Ленин урамындағы 26-сы йортта урынлашҡан һәм 180 квадрат метрлыҡ майҙанды биләй. Яҡты һәм иркен һатыу залында башҡорт әҙәбиәтенең классиктарының һәм йәш яҙыусыларҙың китаптары, шулай уҡ, башҡа Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтенән тыш, милли башҡорт сувенирҙарын да табырға була. Тағы ла, яңы китап кибетендә ултырып ял итеп, китап уҡып алыу өсөн йомшаҡ ҡәнәфиҙәр, йәнә лә төрлө саралар уҙғарыуға тәғәйенләнгән лекторийҙың да булыуы уны заман менән бергә атлаған мәҙәни локацияларҙың береһе итә. Киләсәктә бында яҙыусыларыбыҙ, ижади шәхестәр менән төрлө осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үтер, китап презентациялары гөрләр, яңы магазин халыҡтың яратҡан урынына әүерелер, бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар.

“Китап” магазинының асылыу тантанаһына Өфөлөләр эркелеп килде, рәхәтләнеп китап һайлап ҡына ҡалманы, ихласлап үҙ-ара аралашып та өлгөрҙө. Ни тиһәң дә, элекке урындағыһы февралдә үк ябылғас, үҙебеҙҙең башҡорт китаптарын йәһәт кенә барып алырлыҡ, шул арала фекерҙәштәреңде осратып гәпләшерлек урындың ваҡытлыса эшләмәүе үҙен һиҙҙереп өлгөргән икән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ҙа был һөйөнөслө ваҡиғаны ҡала халҡының күптән көтөүе хаҡында әйтеп үтте: “Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең үҙенең заманса магазины булыуын беҙ күптән теләп, оҙаҡ көттөк. Ниһайәт, Башҡортостаныбыҙ Башлығы Радий Фәрит улының ярҙамы менән был хыял да тормошҡа ашты. Элекке тар ғына кибет менән сағыштырғанда, бында мөмкинселектәр бөтөнләй икенсе, һатыуға ҡуйылған китаптарҙың да тематикаһы бик киң. Яҙыусы менән китап уҡыусылар осрашырлыҡ уңайлы зал булыуына айырыуса һөйөндөм. Магазин асылыу тантанаһы айҡанлы уҙған осрашыу ҙа шунда үтте, бик матур булды. Киләсәктә “Китап”тарға ҙур уңыштар теләйем! Яҙылған әҫәрҙәр кәштәлә ятырға тейеш түгел, улар үҙ уҡыусыһына барып етһен ул, яңы “Китап” магазины әҙип менән уҡыусы араһындағы ышаныслы күпер булһын! Хәйерле сәғәттә!”

Читайте нас: