Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август , 15:01

Башҡорт телендә өҫтәл уйындары эшләү буйынса проект старт ала

«Əллəсе», «Бишбармаҡ», "Бесәй, сәй, айыу, бал, май!", "Зирәк" уйындары балалар һәм өлкәндәр өсөн тәғәйенләнә.

Уйын ваҡытында балалар һәм өлкәндәр башҡорт телендә әүҙем аралаша, фекерҙәр һәм идеялары менән бүлешә, тел күнекмәләре менән  файҙалана, һүҙ байлығын арттыра, башҡорт телен төрлө контекстта ҡулланырға өйрәнә. Өҫтәл уйындары шулай уҡ эстетик матурлыҡты тойоуҙы, ижади фекерләүҙе үҫтерә.

Тап шуның өсөн беҙ, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы,  тыуған яҡтың тарихын популярлаштырыуға ярҙам итеүсе "Хазина" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма менән берлектә башҡорт телендә яңы өҫтәл уйындары эшләргә ҡарар иттек.

«Əллəсе», «Бишбармаҡ», "Бесәй, сәй, айыу, бал, май!", "Зирәк" уйындары балалар һәм өлкәндәр өсөн тәғәйенләнә. Уларҙы ғаиләлә лә, белем биреү ойошмалары шарттарында ла ҡулланырға мөмкин буласаҡ. 

Проект Башҡортостан башлығы грантына Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында 2024 йылдың сентябренән 2025 июненә тиклем тормошҡа ашыраласаҡ. Һәр уйын 1 мең күләмендә сығарыла.

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: