Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль , 12:43

“Ағиҙел” журналының 2-се һанына күҙәтеү

Журналдың февраль һанын ҡаршы алығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ! Был һан шағир Рәшит Назаровтың “Ҡурҡыныс кеше” новеллаһы менән асыла.  Автор тарафынан 1967 йылда “Ағиҙел”гә ебәрелгән сәсмә әҫәр, ярты быуаттан һуң, ниһайәт, журналда нисек бар – шул килеш донъя күрә. “Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында яҙыусы, шағир Салауат Әбүзәрҙең “Шар” хикәйәһе, яҙыусы Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың уҡыусылар яратып өлгөргән “Мәскәү ҡыҙы” романының дауамы урын ала. “Шиғриәт” рубрикаһында шағирҙар Камил Фазлыйҙың “Ахырызаман” поэмаһы, Риф Әхмәҙиевтең шиғырҙар шәлкеме лә үҙенсәлекле образдары һәм стиле менән арбай. Мин белмәйем ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм ҡайғы, шатлығыңа Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Ошо йыр юлдарының авторы,  шағир Муса Сиражиҙың тыуыуына 85 йыл тулған айҙа уның иң популяр йырҙарының текстарын һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ. Драмалар яҙылмай, тибеҙ. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флүр Ғәлимовтың “Прометей. Олимп тауы ишелеүе” әҫәре бының тап киреһен раҫлай. “Әҫәр нисек яҙылды?” рубрикаһында яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбай “Бабич” романының яҙылыу тарихы (темалар, прототиптар, һ.б.) хаҡындағы мәғлүмәттәр менән бүлешә.

“Ағиҙел” журналының 2-се һанына күҙәтеү
“Ағиҙел” журналының 2-се һанына күҙәтеү

Мәскәүҙә инде тиҫтә йылдан ашыу милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереү йүнәлешендә эшләп килгән “Сэсен” ижад берекмәһендә (етәксеһе - Әлфиә Агеева) Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән Башҡортостан һәм шулай уҡ Уралдың башҡа төбәктәренән сыҡҡан яҡташтарыбыҙ тупланған. Уҡыусылар иғтибарына ижадсылар берлегендә шөғөлләнеүсе Әлфиә Агеева, Ҡәҙриә Яхъя, Сергей Александровтарҙың ижад емештәрен тәҡдим итәбеҙ.

“Хәтер кисәләре.

Иҫтәлектәр.

Үлгәндәрҙе үлтереп маҡтауҙар,

Ваҡытында йылы һүҙ әйтмәнек,

Һаҡлай алманыҡ, тип һыҡтауҙар...

Әҙәм ышандырып, сәхнәләрҙә

Хәбәр һатыусыға йән көйә:

Шул һүҙҙәрҙе бөгөн тереләргә

Өләшеүҙән уны кем тыя?

Мәүлит Ямалетдиновтың 2013 йылда сыҡҡан һәм шул йылда миңә бүләк ителгән (“Әмир замандашҡа, ырыуҙашҡа, рухташҡа кескәй генә бер сәхифә. М. Ямалетдин, 22.08.2013”) һайланма әҫәрҙәренең 1-се томын уҡып ултырғанда ошо шиғырына юлыҡтым. Уҡыным да һиҫкәнеп киттем. Тыныс ҡына ҡабул итерлек юлдар түгел ине был. Күңелде үкенесле тойғолар биләп алды. Эйе, барыбыҙға ла килә торған ғүмер аҙағы. Үҙең, ижадың хаҡында йылы һүҙ, һис юғы иҫкә алыусы булырмы? Бер уйлаһаң, һуңлаған һүҙҙәрҙең кәрәге лә юҡ һымаҡ, сөнки һин уны ишетмәйһең, икенсе яҡтан, кәрәк тә һымаҡ. Үҙеңә түгел, тереләргә. Уҡыусыларыңа, ғаиләңә, туғандарыңа. Быныһы бер моңһоу уй булһа, икенсеһе – бына һин үҙең ижадташ иптәшең тере сағында уның тураһында берәй йылы һүҙ әйттеңме һуң?”

Ошондай тетрәндергес фекерҙәр менән башлана Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әмир Әминевтең яҙыусы, шағир Мәүлит Ямалетдиновҡа арналған “Ҡырау һуҡҡан балан...” мәҡәләһе...

Филология фәндәре кандидаты Ғәлиә Ғәниеваның билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина ижады хаҡындағы мәҡәләһе “Йондоҙло һүҙҙәргә сәйәхәт” тип атала һәм яҙыусының әҫәрҙәрен тел-стиль күҙлегенән анализлауға ҡорола.

Бөгөнгө йырҙарыбыҙ ниндәй? Заман һынауын үтеп, улар киләсәккә ҡалырмы? Халҡыбыҙ күңеленә, зауығына тап киләме? Шағирә, талантлы журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның йырҙар хаҡындағы моңло вә зарлы фекерҙәре лә бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

“Сатира һәм юмор” рубрикаһында - яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың “Мунса” хикәйәһе, ә “Журнал уҡыусылар ижады”нда Борис Хәйретдиновтың, Нәсимә Ғайсиналарҙың шиғырҙары урын ала. 

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 101 һумға ғына яҙылырға була.

Берҙәм булайыҡ!

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: