Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2023, 19:04

ҺӘР ТАРАФТА ЙӘНДӘШ ЙӨРӘКТӘР БАР...

Бүлешкәндән шатлыҡ арта ғына, ә ҡайғы-хәсрәт бүҫкәрә, рухи аҙыҡ менән уртаҡлашыу иһә ике яҡты ла байыта. 10-12 октябрҙә Беларусь Республикаһының баш ҡалаһы Минскиҙа “Башҡорт әҙәбиәте көндәре” уҙасаҡ. Башҡорт әҙиптәренең совет осоронда башҡа республика яҙыусылары менән тығыҙ бәйләнештә тороуы барыбыҙға ла мәғлүм. СССР тарҡалып һәр тараф та бер аҙ шаңҡып ҡалған мәлдәрҙә хеҙмәттәшлек өҙөлөп торған һымаҡ булһа ла, һуңғы ваҡытта белорус һәм башҡорт әҙәбиәте араһындағы дуҫлыҡ күперҙәре ярайһы нығынды, байтаҡ ҡына үҙ-ара тәржемәләр яһалып, урындағы матбуғат сараларында донъя күрҙе. Мәҫәлән, шағирә Зөлфиә Ханнанова менән тәнҡитсе-ғалим Зәки Әлибаев Беларусь Республикаһында уҙған әҙәби конференцияларҙа ҡатнашып, замандаш белорус яҙыусылары менән танышып, дуҫлашып ҡайтыуҙары һөҙөмтәһендә генә лә һуңғы биш йыллыҡта белорус матбуғатында башҡорт әҙәбиәте менән таныштырған егерме яҙма донъя күргән. Уларҙың бер нисәһенә генә булһа ла туҡталып китәйек: Беларусь һәм Рәсәй мәҙәниәтен яҡтыртҡан “Лира” альманахында Микола Равнопольскийҙың “Мостай Кәрим: “Мин һәр саҡ ҡошҡа ышандым” мәҡәләһе (№2, 22.06.2018), “Літаратура і мастацтва” гәзитендә

ҺӘР ТАРАФТА ЙӘНДӘШ ЙӨРӘКТӘР БАР...
ҺӘР ТАРАФТА ЙӘНДӘШ ЙӨРӘКТӘР БАР...

Зөлфиә Ханнанованың Мария Кобец тәржемәһендәге “Ҡот” поэмаһы (№12, 30.03.2018), шулай уҡ Минскиҙа рус телендә сығып килгән “Нёман”журналында Вәхит Хызыровтың ҡыҫҡа хикәйәләр теҙмәһе (№2, 2019), “Часопис” журналында Тамара Ғәниеваның Бажена Ганушкина тәржемәһендә “Двуадзіная існасць мая» хикәйәһе (№5, 2019г.), шулай уҡ төрлө баҫмаларҙа Айгиз Баймөхәмәтовтың, Фәрзәнә Аҡбулатованың хикәйәләре, Ҡәҙим Аралбай, Хисмәтулла Юлдашев, Салауат Әбүзәр, Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова һәм башҡаларҙың шиғри шәлкемдәре, тағы ла Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев ижадтарына бағышланған мәҡәләләр донъя күрҙе. Йәнә лә шул арауыҡта Башҡортостан Яҙыусылар рәйесе булып эшләгән Зәки Әлибаевтың белорус телендә “Літаратура і мастацтва” гәзитендә (№5, 1.02.2019) Минск ҡалаһында даими уҙып килгән “Китап йәрминкәһе” ҡыҫаларында уҙған милли әҙәбиәттәргә арналған конференцияла яһаған үҙенең сығышына таянып яҙған “Башҡорт әҙәбиәте һәм уның үҫеш перспективалары” исемле аналитик мәҡәләһе лә ике яҡты яҡынайтҡан бер еп булып һуҙылды.

Әлеге ваҡытта Беларусь Республикаһы Яҙыусылар союзы етәксеһе  булған Алесь Карлюковичтың “Шубуршун һәм уның дуҫтары” исемле повесть-әкиәте Зөлфиә Ханнанова тәржемәһендә башҡорт телендә айырым китап булып донъя күрҙе. 2019 йылда Минск ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы белорус телендә яҙыусының ижадына бағышланған, төрлө төбәктәрҙән булған күп авторҙарҙың мәҡәләләре тупланған айырым ҙур китап  баҫылып сыҡты. Уҙған йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығы уңайынан Өфөлә“Туған тел” шиғыры донъя халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән йыйынтыҡ донъя күргәйне, унда данлыҡлы шиғырҙың белорус телендә яңғырашы ла урын алған. Шөкөр, әҙ түгел дәһә был ҡыҫҡа ғына арауыҡ өсөн.

Быйыл май айында Өфөбөҙҙә уҙған тәүге халыҡ-ара “Китап” йәрминкә-фестивалендә Башҡортостан һәм Беларусь Республикаһы араһында әҙәби хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Һәм бына шул башланғыстың дауамы – октябрь уртаһында белорустарҙың баш ҡалаһында көтөлгән Башҡорт әҙәбиәте көндәре лә донъяның һәр тарафында ла бер үк ҡиммәттәрҙе ҡәҙер иткән, йәндәш йөрәктәр барлығына бер дәлил булып гөрләп уҙһын, үҙ емештәрен бирһен тип теләйбеҙ!

 

Г. Хәлфетдинова әҙерләне

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: