Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2023, 14:59

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант: ҡайҙа, ҡасан, кем уҡый

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 20 апрель «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2023» акцияһын үткәрә.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант: ҡайҙа, ҡасан, кем уҡый
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант: ҡайҙа, ҡасан, кем уҡый

Йыл һайын диктантты сәйәсмәндәр, артистар һәм йәмғиәттә киң билдәле шәхестәр уҡый. Быйыл башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023» төбәк-ара конкурсының «Педагогик перспектива» номинацияһында еңеүсе Сағынбәк Ильяс Жарҡымбек улы уҡыясаҡ.
- Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Быйыл уҡытыусы һәм остаз йылы булғас, диктант уҡыуы минең өсөн икеләтә мәртәбә һәм ҙур яуаплылыҡ. Халыҡ-ара диктант кеүек киң билдәле сарала йәнә лә тап башҡорт теле уҡытыусыһы диктантты уҡыуы барлыҡ башҡорт теле уҡытыусыларының бәҫен үҫтерә, абруйын күтәрә тигән өмөт менән ҡатнашам.
Мин үҙем дә был акцияла бер-нисә йыл рәттән ҡатнашып йөрөйөм, һөҙөмтәләрем дә бик һәйбәт кеүек. Бөтә ҡатнашыусыларҙың да зиһендәре асылһын, матур итеп яҙып сығырға яҙһын тигән теләктәмен,” – ти Сағынбәк Ильяс Жарҡымбек улы.


Башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһының Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Сәғитов Салауат Тәлғәт улы, ә диктантты башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов уҡый.

Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡорт теленән халыҡ –ара диктант акцияһы 20 апрель сәғәт 11:00-ҙә башлана.
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙ аллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға [email protected] йәки телеграмма-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot 2023 йылдың 23 апреле 23:59 сәғәткә тиклем ебәрергә кәрәк.

Шулай уҡ башҡорт теленән халыҡа-ара диктант акцияһы был көндә офлайн-майҙансыҡтарҙа ла үтәсәк.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.


#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант/#башдиктант2023
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: